Хәйбәр алышы

                                                          Хәйбәр алышы

                                                            Аллаһ бүләге

     Аллаһ (сүбхәнә үә тәғәлә) Хөдәйбиәлә Ридуан антын биреүселәрҙе, яҡынлашып килгән еңеү һәм оло табыш менән ҡыуандырып, былай ти: «Ағас аҫтында (Хөдәйбиәлә) һиңә ант иткән мөьминдәрҙән Аллаһ риза булды. Күңелдәрендә ни барын белеп, уларға тыныслыҡ бирҙе. Бүләк итеп, тиҙ арала еңеү, алыр өсөн мул ғәнимәт бирҙе. Аллаһ олуғ, хикмәтле!» (Ҡөръән, 48:18-19).

     Был еңеүҙәрҙең һәм табыштарҙың тәүге күрһәткесе — Хәйбәр алышы. Мәҙинәнән етмеш миль алыҫлыҡта урынлашҡан Хәйбәр йәһүдтәр йәшәгән ер була. Унда йәһүдтәрҙең үтеп инә алмаҫлыҡ ҡәлғәләре һәм хәрби базалары тора. Аллаһ Рәсүле улар яғынан бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр янамауын, именлек булыуын теләй.

 

                                                         Мөьминдәр армияһы

     Аллаһ Рәсүле  ﷺ Хөдәйбиәнән әйләнеп ҡайтҡандан һуң Мәҙинәлә зөлхизә айын һәм мөхәррәм айының бер ни тиклем өлөшөн үткәрә. Аҙаҡ, мөхәррәм айының аҙағында, Хәйбәргә юллана. Китеп барғанда Ғәмир ибн әл-Әмүәғ былай тип һамаҡлай: «Йә Аллаһ! Әгәр ҙә һин булмаһаң, беҙ дөрөҫ юлға баҫмаған булыр инек. Саҙаҡа ла бирмәҫ инек, намаҙ ҙа уҡымаҫ инек. Беҙҙең кәмселектәребеҙҙе кисер, һинең өсөн ҡорбан булһаҡ ине. Аяҡтарыбыҙҙы нығытһаң ине. Дошмандарҙы осрата ҡалһаҡ, беҙгә тыныслыҡ ебәр. Әгәр ҙә улар беҙҙе хәҡиҡәткә ҡаршы китергә саҡыра башлаһа, беҙ бынан баш тартырбыҙ! Кафырҙар инде башҡаларҙы, оран һалып, беҙгә ҡаршы саҡыра».

     Пәйғәмбәр ﷺ мең дүрт йөҙ һуғышсыһы булған ғәскәре менән алға ҡурғала. Улар араһында ике йөҙ һыбайлы ла була. Ул Хөдәйбиәлә булмағандарҙы үҙе менән бергә алмай. Сәхәбәләр араһынан ауырыуҙарға һәм яралыларға ярҙам итеү, һыу, аҙыҡ-түлек килтереү һәм алыш ваҡытында булышлыҡ итеү өсөн егерме ҡатын-ҡыҙ ҙа сыға.

     Юлда китеп барғанда Аллаһ Рәсүле ﷺ ашарға килтереүҙәрен һорай. Бутҡанан башҡа бер ни ҙә табылмай. Ул бутҡаны килтертә лә үҙе ашай башлай, мосолмандар ҙа ҡушыла. Хәйбәргә етеп барғанда Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итә, Хәйбәрҙең һәм уның халҡының яуызлығынан тик Уға ғына һыйыныуын белдерә.

     Ниндәй ҙә булһа ҡәүемгә һөжүм яһар алдынан ул таңға тиклем бер нәмә лә эшләмәй тора. Иртән аҙан тауышын ишетһә, һөжүм яһау уйынан кире ҡайта, ишетмәһә яуға ҡуҙғала. Шулай, таң атҡас та Хәйбәрҙә аҙан тауышы сыҡмағас, ул ﷺ һыбай ултырып ала. Ҡалғандар ҙа артынан эйәрә. Улар иртә менән көрәк һәм кәрзиндәр тотоп эшкә китеп барыусы ер эшкәртеүселәрҙе осрата. Улары, Аллаһ Рәсүлен ﷺ һәм уның ғәскәрен күргәс, һөрән һалырға тотона. Пәйғәмбәр ﷺ: «Аллаһу әкбәр! Хәйбәр ҡыйратыласаҡ. Быға тиклем иҫкәртелгәндәрҙең беҙ килеп ингәндә атҡан таңы бик насар буласаҡ!» — ти.

                                                          Еңеү яулаған етәксе

     Аллаһ Рәсүле ﷺ Хәйбәр менән алыша башлай. Ҡәлғә артынан ҡәлғә яулай. Иң тәүге булып, Ғәли ибн Әбү Талиб (радыйаЛлаһу ғәнһү) Нәғим ҡәлғәһен баҫып ала. Улар мосолмандарға ҡаршы булған була.

     Аллаһ Рәсүле «Мин байраҡты Аллаһты һәм Уның Рәсүлен яратҡан, Аллаһ һәм Уның Рәсүле өсөн һөйөклө булған кешегә тапшырасаҡмын», — ти. Олуғ сәхәбәләрҙең һәр ҡайһыһы, байраҡ эйәһе булғыһы килеп, шуға ынтыла. Пәйғәмбәр ﷺ янына Ғәли ибн Әбү Талибты (радыйаЛлаһу ғәнһү) саҡырып ала. Уныһы күҙҙәре ауыртыуға зарлана. Аллаһ Рәсүле Ғәлиҙең күҙҙәренә төкөрөп, уның өсөн Аллаһҡа доға ҡыла. Күҙ, бер ни ҙә булмағандай, шунда ук һауығып та китә. Һәм Пәйғәмбәр ﷺ байраҡты Ғәли ибн Әбү Талибҡа (радыйаЛлаһу ғәнһү) тоттора.

     Шул сакта Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Беҙҙең кеүек булғанға тиклем уларға ҡаршы көрәшергә кәрәкме?» — тип һорай. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Күҙгә-күҙ осрашҡанға тиклем ҡабаланмай ғына бар. Аҙаҡ уларҙы Исламға саҡыр һәм Аллаһ алдында мотлаҡ үтәлергә тейешле нәмәләр хаҡында хәбәр ит. Аллаһ менән ант итәм: әгәр ҙә Аллаһ һинең аша кемделер тура юлға баҫтырһа, был һинең өсөн кыҙыл дөйәләргә эйә булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ», тип яуап бирә.

                                  “Аллаһ арыҫланы" менән йәһүдтәр геройы араһында

     Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) Хәйбәргә килеп етә. Уға ҡаршы Мәрхәб исемле мәшһүр һыбайлы сыға ла шиғыр һөйләп ишеттерә. Улар араһында ике тапҡыр алыш була. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү), көтмәгәндә һуғып ебәреп, уның һаҡлаусы торҡаһын онтай һәм башын яралай. "Аллаһ арыҫланы”ның тырышлығы менән мосолмандар еңеп сыға.

                                                      Аҙ ғәмәлдән — күп әжер

     Хәйбәрҙә сығышы менән Эфиопиянан булған һарыҡ көтөүсе ҡара ҡол йәшәй. Ул, Хәйбәр халҡының ҡорал алыуын күргәс: «Нимә эшләргә теләйһегеҙ?» — тип һорай. «Беҙ үҙен пәйғәмбәр тип атаусыны үлтерәсәкбеҙ», тип яуаплай тегеләр. Ул шул мәлдә пәйғәмбәр хаҡында хәбәрҙе күңеленә һалып ҡуя. Аҙаҡ үҙенең һарыҡтары менән Аллаһ Рәсүленең ﷺ янына килә лә: «Һин ни хаҡында һөйләйһең һәм нимәгә саҡыраһың?» — тип һорай. Пәйғәмбәр ﷺ: «Мин Исламға, Аллаһтан башҡа илаһ юҡлығын һәм минең Аллаһ Рәсүле булыуымды танырға, Аллаһтан башҡа бер кемгә лә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа саҡырам», — тип яуап бирә. Ҡол унан: «Әгәр ҙә шәһәдә әйтеп, Аллаһҡа (ғәззә үә джәллә) иман килтерһәм, миңә ни буласаҡ?» — тип һорай. Мөхәммәт ﷺ: «Ошо хәлдә үлеп китһәң, һине Йәннәт көтә», — тип яуаплай.

     Ҡол Исламды ҡабул итә һәм: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Был һарыҡтар миңә аманат итеп тапшырылған», — ти. Пәйғәмбәр ﷺ уға: «Уларҙы үҙеңдән ҡыуып ебәр ҙә арттарынан ваҡ таштар бәр. Аллаһ һинең өҫтән аманат өсөн яуаплылыҡты алыр», — тип белдерә. Ҡол ҡушылғанса эшләй һәм һарыҡтар үҙҙәренең хужаларына әйләнеп ҡайта. Йәһүдтәр хеҙмәтселәренең Ислам ҡабул итеүе хаҡында белеп ҡала.

     Аллаһ Рәсүле ﷺ, халыҡ араһында вәғәз һөйләп, уларҙы йыһатҡа саҡыра. Мосолмандар йәһүдтәр менән һуғышҡандан һуң үлеп ятып ҡалыусылар араһында теге ҡара ҡол да була. Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләре янына килә лә: «Аллаһ, был ҡолға ихтирам күрһәтеп, уны хәйерле ахырға килтерҙе. Мин уның башы осонда ике хур ҡыҙын күрҙем. Ә ул ғүмерендә бер тапҡыр ҙа Аллаһҡа сәждә ҡылып өлгөрмәне», — ти.

                                            “Мин һинең артыңдан эйәрһәм...”

     Бәҙүәндәр араһынан бер кеше килә лә, Пәйғәмбәр алдында Ислам ҡабул итеүен белдергәс, уның артынан эйәреп, бергә һижрә яһарға теләк белдерә. Пәйғәмбәр ﷺ уны бер нисә сәхәбәһе ҡарамағына тапшыра.

     Хәйбәр яуынан һуң ғәнимәт алғас, Аллаһ Рәсүле ﷺ был бәҙүәнгә лә өлөш сығара. Ә ул был мәлдә һарыҡ көтөп йөрөгән була. Эшен бөтөрөп килгәндән һуң, үҙенә тейешле өлөштө биргәс: «Был нимә?» — тип һорай. «Аллаһ Рәсүле һиңә тим ҡалдырған өлөш», — тип яуап бирәләр. Ул, әйберҙәрен алып, Пәйғәмбәр ﷺ янына килә лә: «Был нимә, эй, Аллаһ Рәсүле?» — тип ҡыҙыҡһына, «Һиңә тип ҡалдырылған өлөш», — тип яуап бирә Мөхәммәт ﷺ. Бәҙүән: «Мин һинең артыңдан эйәргән өсөнмө ни? Мин бит бына ошонда тейгән уҡтан үлеп, Йәннәткә инер өсөн һиңә иман килтерҙем», тип, үңәсенә төртөп күрһәтә. Аллаһ Рәеүле ﷺ уға: «Әгәр ҙә Аллаһ менән ихлас булһаң, Ул да, һиңә ихласлыҡ күрһәтеп, өмөттәреңде аҡлар», — ти.

     Аҙаҡ улар дошманға ҡаршы күтәрелә. Әлеге бәҙүәндең үлеме хаҡында хәбәр килеп еткәс, Пәйғәмбәр ﷺ: «Ул Аллаһ менән ихлас булған, һәм Аллаһ уның өмөттәрен аҡланы», ти. Мөхәммәт  ﷺ бәҙүәндең кәүҙәһен үҙенең киң еңле бер кейеменә кәфенләп, алға сығарып һала ла уның өсөн йыназа намаҙын ҡыла. Һәм ошо рәүешле доға ҡыла: «Йә Аллаһ! Был — һинең ҡолоң. Ул һижрә эшләп, һинең юлыңа сыҡты, һәм шәһит булды. Мин уның өсөн шәфәғәтлек ҡылам».

                                                  Хәйбәрҙә ҡуйылған шарттар

     Алыш артынан алыш бара, ҡәлғә артынан ҡәлғә яулап алына, ҡайһы берәүҙәр оҙаҡ ҡына ҡамауҙа тотола. Бындай хәл ҡаршы яҡ Аллаһ Рәсүленән ﷺ солох һорағанға тиклем дауам итә. Һәм ул  ﷺ тыныслыҡ урынлаштырыуға риза була. Аллаһ Рәсүле   ﷺсәселгән уңыштың үҙе билдәләгән бер өлөшө мосолмандарға бирелеп торорға тейеш тигән шарт менән Хәйбәрҙе ҡалдыра.

     Аҙаҡ Аллаһ Рәсүле ﷺ йәһүдтәрҙең әле йыйып алынмаған уңышының мосолмандарға тапшырыласаҡ өлөшөн билдәләү өсөн Габдуллаһ ибн Рәүәхәне (радыйаЛлаһу ғәнһү) ебәрә. Йәһүдтәр ғәҙелһеҙлектә ғәйепләп, дәғүә белдерә ҡалһа, уларға үҙҙәре теләгән өлөштө һайлап алыу хоҡуғын бирергә тейеш була ул. Йәһүдтәр: «Быларҙың барыһын да күк һәм ер үҫтергән», — тип кенә ҡуя.

                                                           Этлек ҡылып маташыу

     Ошо яу ваҡытында Аллаһ Рәсүлен ﷺ ағыуларға маташалар. Сәлләмә ибн Мишкәмә тигән кешенең ҡатыны Зәйнәб бинт әл-Хәриҫ уға, ағыу һалып, ҡыҙҙырылған һарыҡ ите ебәрә. Тәүҙә Пәйғәмбәрҙең ҡайһы өлөшөн нығыраҡ яратыуы хаҡында һорашып белешкән була һәм бот өлөшөнә ағыуҙы күберәк һала. Аллаһ Рәсүле ﷺ итте сәйнәй башлағас, һарыҡ бото уға ағыулы булыуы хаҡында хәбәр итә. һәм ул ﷺ уны шунда уҡ төкөрә.

     Йәһүдтәр йыйылғас, Пәйғәмбәр уларға: «Мин һеҙҙән бер нәмә хаҡында һораһам, дөрөҫөм генә әйтеп бирерһегеҙме?» — ти. Улар: «Эйе», — тип яуап бирә. Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Ошо һарыҡ итенә һеҙ ағыу һалдығыҙмы?» — тип һорай. «Эйе», тиҙәр. Ул ﷺ тағы: «Бындай аҙымға һеҙҙе нимә этәрҙе?» — тигән һорау ҡуя. Тегеләре: «Әгәр ҙә алдаҡсы булһаң, һинән ҡотолорға теләнек! Әгәр ҙә ысынлап та пәйғәмбәр икәнһең, ағыуҙың һиңә зыяны теймәҫ!» — тип аңлата.

     Аллаһ Рәсүле янына теге ҡатынды алып киләләр. «Мин һинең үлемеңде көҫәнем», — тин белдерә ул Мөхәммәткә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Аллаһ уны миңә тапшырҙы», — ти. Унан: «Быны үлтерергәме?» — тип һорайҙар. Ул «Юҡ», — тип яуап бирә. Шулай итеп, Аллаһ Рәсүле теге ҡатынды бер ниндәй язаһыҙ ҡалдырырға була. Әммә шул һарыҡ ботоноң бер ни тиклем өлөшөн тешләп өлгөргән Бишер ибн әл-Бәрә ибн Мәғрур үлгәндән һуң ағыулаусыны үлем язаһына дусар итә.

                                                     Баҫып алыуҙар һәм табыштар

     Аллаһ Рәсүле ﷺ, Хәйбәрҙә эштәрен тамамлағас, Фәдәк, аҙаҡ Вәди әл-Ҡура ерҙәренә юллана. Исламға саҡырып, был тәҡдимде ҡабул иткән хәлдә милектәрен һәм йәндәрен һаҡлап алып ҡаласаҡтары, бар хөкөм дә Аллаһ иркендә булыуы хаҡында хәбәр итә уларға.

     Иртәгеһенә йәһүдтәр үҙҙәрендә булған нәмәләрҙе тәҡдим игә. Мосолмандар табыш булараҡ уларҙың милкен тартып ала. Аллаһ Рәсүле ﷺ Вәди әл-Ҡура еренән килгән табышты сәхәбәләренә бүлеп бирә. Ер менән пальмаларҙы йәһүдтәргә ҡалдыра (Хәйбәр йәһүдтәренә эшкәртеү өсөн рөхсәт ителгән шарттарҙа).

     Тәймә еренең йәһүдтәренә Хәйбәр, Фәдәк һәм Вәди әл-Ҡура халыҡтарының хәле тураһында хәбәр барып еткәс, улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ солох тәҡдим итеп, милектәрен һаҡлап алып ҡала. Пәйғәмбәр   ﷺ кире Мәҙинәгә әйләнеп ҡайта.

                                                          Әл-Ҡәдә ғөмрәһе

     Аллаһ Рәсүле ﷺ мосолмандар менән бергә киләһе йылына, етенсе йылда, ғөмрәгә юллана. Ҡурәйш халҡы, өйҙәренә йоҙаҡ элеп, тау башына менеп баҫа. Ул ﷺ Мәккәлә өс көн булып, ғөмрә яһай. Аллаһ Тәғәлә былай ти: «Аллаһ Үҙ Рәсүленең (Мәккәгә хаж ҡылып, Кәғбә асҡысын ала тигән) төшөн: «Һеҙ, Аллаһ теләһә, иҫән-һау сәсегеҙҙе ҡырып йәки ҡыҫҡартып, ҡурҡмай Харам мәсетенә инәһегеҙ», — тип, хаҡлыҡ менән раҫланы, һеҙ белмәгәнде Ул белеп, алдан уҡ тиҙ көндәге уңышты нығытып ҡуйҙы» (Ҡөръән, 48:27).

                                       Ҡыҙыҡайҙы тәрбиәгә алыу буйынса бәхәс

     Ислам тәьҫире аҫтында күп кенә кешеләрҙең күңел һәм аң торошо иң юғары кимәлгә өлгәшә. Шулай бер ваҡыт мосолмандар араһында балалыҡ ғәҙәте буйынса йүгереп йөрөгән бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙы тәрбиәгә алыу мәсьәләһе тирәләй бәхәс ҡуба.

     Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән китергә йыйынғанда Хәмзәнең (радыйаЛлаһу ғәнһү) ҡыҙы Өмәмә уның артынан: «Ағай! Ағай!» — тип йүгереп йөрөй. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү) баланы етәкләп ала ла ҡатыны Фатимаға (радыйаЛлаһу ғәнһә): «Һинең алдында бабаңдың ҡыҙы тора», — ти. Ҡатын уны күтәреп ала. Ғәли, Зәйед һәм

     Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһүм) ҡыҙыҡай тураһында бәхәсләшергә тотона. Ғәли (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Уны мин үҙ ҡарамағыма алам Ул — минең ағайымдың ҡыҙы», — ти. Йәғфәр (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул — минең ағайымдың ҡыҙы, тағы, етмәһә, мин уның әсәһе яҡлап апаһына өйләнгәнмен», — тин ҡаршы сыға. Зәйед тә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Ул минең ағайымдың ҡыҙы», — тип белдерә. Пәйғәмбәр ﷺ: «Апай кеше әсәй урынын биләй», — тип, уны апаһы ҡарамағына ҡалдырырға ҡарар итә. Ғәлигә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Һин — минән, ә мин һинән», ти. Йәғфәрғә (радыйаЛлаһу ғәнһү) иһә: «Һин ҡиәфәтең менән дә, холҡон яғынан да миңә оҡшағанһың», — тип әйтә. Зәйедкә (радыйаЛлаһу ғәнһү): «Һин — беҙҙең энебеҙ һәм азат ителгән хеҙмәтсебеҙ», — тип белдерә.

                                                                            Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәт Мостафа китабынан.