Хүнәйн алышы

                                                             Хүнәйн алышы

     Рәсүлуллаһ тарафынан Мәккә фәтх ителеп, һындарҙың бөтөрөлөүе Ҡөрәйш мөшриҡтәре үә Мәккә тирәһендә булған башҡа ғәрәптәрҙең, рәсүлуллаһҡа баш эйеп, Исламиәтте ҡабул итеп тороуҙары Һәүә зин үә Сәҡиф ғәрәптәренә ишетелгәс, улар ҙа тиҙ арала Ислам ғәскәренең улар ерҙәренә килеп етәсәктәрен төшөнөп, бер ергә йыйылып, был мәсьәлә тураһында кәңәшләшә башланылар, Һәүә зин үә сәҡифлылар ғәрәптәрҙең иң ҡеүәтле ҡәбиләләре ине. Шуның өсөн улар, үҙҙәренең ҡеүәттәренә таянып, рәсүлуллаһ менән һуғыш ҡылырға, Ислам ғәскәре һөжүм итмәҫтән элек, уларға ҡаршы сығып һөжүм итергә ҡарар бирҙеләр. Тирә-яҡ ғәрәптәрен Ислам ғәскәренә ҡаршы йыйып, ҡеүәтле бер ғәскәр йыя алдылар. Ошбу ҡәбиләләр араһында рәсүлуллаһтың һөт анаһының ҡәүеме Бәни Сәғд тә бар ине. Ғәскәргә башлыҡ итеп Мәлик ибн Ғәүф Насри билдәләнде. Был кеше ни ҡәҙәр батыр үә хәрби яҡтан оҫта булһа ла, йәш булғанлыҡтан, тәжрибәһе камил түгел ине. Мәлик ғәскәрҙең һуғыш майҙанынан ҡасмауҙарына сәбәп булыр тип, ғәскәргә үҙҙәре менән ҡатындарын, балаларын үә малдарын алып сығырға әмер бирҙе. Мөшриҡ ғәскәре эсендә аҡыл үә фекере менән танылған Дурайд ибн Симма бар ине. Был зат мөшриҡтәрҙең иң бөйөк фарсиҙарынан булып, күп һуғыштарҙа ҡатнашып, дәрәжә ҡаҙанған булһа ла, хәҙерге көндә ғәйәт ҡарт үә һуҡыр ине. Уны һуғышҡа алып сығыуҙарында фәҡәт фекеренән файҙаланыу үә уның менән тәбрикләнеү өсөн ине. Дурайд ғәскәр эсендә ҡатындар, балалары үә малдары ла барлығын белгәс, Мәлик ибн Ғәүфте саҡыртып, быларҙы алып сығыуының сәбәбен һораны.

     Мәлик быға һуғыш майҙанынан ҡасмаһындар өсөн алып сыҡтым тиһә лә, Дурайд бының фекерен хата ҡылды: «Ҡатын үә балаларҙың булыуы еңелгән кешене ҡасыуҙан тота алмай», — тип, уларҙы кире ҡайтарып ебәрергә кәңәш бирҙе. Фәҡәт Мәлик: «Һин үҙең дә, аҡылың да ҡартайған», — тип, уның фекерен ҡабул итмәне.
                                                              Ислам ғәскәренең сығыуы
     Рәсүлуллаһҡа Һәүәзин үә Сәҡиф ғәрәптәренең әҙерләнеп һуғышҡа сығыуы ишетелгәс, ун ике мең ғәскәр уларға ҡаршы сыҡты.Ошбу ғәскәрҙең ун меңе Мәҙинәнән Фәтх Мәккә өсөн килгән ғәскәр булып, ҡалған ике меңе яңы ғына Исламға килгән Мәккә халҡы ине. Уларҙың кәлебтәренә иман нуры әле урынлашмағандан, ихлас менән һуғышмаясаҡтары, киреһенсә, Ислам ғәскәренә мәшәҡәттәр сығарасаҡтары тәбиғи ине. Ғәскәр эсендә мөшриҡтәрҙең дә булыуы мәсьәләне тағы ла ауырлаштырасаҡ ине.
     Ғәскәр Хүнәингә яҡынлашҡас, рәсүлуллаһ ғәскәрҙе сафлап, мөһәжирҙәрҙең әләмен Ғәли ибн Әбү Талибҡа, Әус әләмен Үсәид ибн Хузаирға, Хазраж әләмен Хәббәб ибн Мунзирға бирҙе. Бынан башҡа төрлө ҡәбилә башлыҡтарына ла әләмдәр бирҙе. Үҙе ике ҡат тимер кейем кейҙе.
                                                            Ислам ғәскәренең боҙолоуы
     Ғәскәр хәрәкәт итеп алғы сафтар Хүнәингә еткәндә, тар бер ерҙә йәшеренеп торған мөшриҡ ғәскәре, кинәттән сығып, ҡаты рәүештә уҡ менән ата башланы, һис уйламағанда бындай һөжүмде күреп, Ислам ғәскәре кире боролоп ҡаса башланы. Арттан килә торған ғәскәр ҙә быны күреп ҡаса башланы, мөшриҡтәр арттарынан ҡыуып киттеләр, һуғыш майҙанында рәсүлуллаһ янында мөһәжир үә ансарҙарҙан бер ҡәҙәр ғәскәр генә ҡалды. Былар араһында Әбү Бәкр, Ғүмәр, Ғәли, Ғаббас, Фазыл ибн Ғаббас, Әбү Суфьян ибн Харис, Рабиға ибн Харис, Әймән ибн Үмм Әймән, Үсәмә бин Зәид бар ине. Рәсүлуллаһ ҡасып барған ғәскәргә ҡысҡырып ҡайтарырға тырышһа ла, ҡурҡыуҙарынан улар уны ишетмәнеләр. Ғәскәрҙең боҙолоуына күптән түгел генә Исламиәткә кергән Мәккә халҡынан күбеһе шатлыҡ күрһәтһәләр ҙә, Ғикримә ибн әбү Йәһил кеүек хәҡиҡи борсолған кешеләр ҙә бар ине. Сафүән ибн Үмәйә мөшриҡ булдығы хәлдә ваҡиғанан ҡаты борсолдо. Әбү Суфьян иһә бер ҡәҙәр шатланғанлығын аңлатты. Шул ваҡиға менән һуғышҡа барған кешеләр һыналдылар. Рәсүлуллаһ һуғыш майҙанында: «Мин Аллаһуҙың рәсүле, мин ялғанламайым, мин Ғабдел Мутталиб улы», — тип тора ине.
     Былай ғына ғәскәрҙе йыйып булмағас, Ғаббас ибн Ғабдел Мутталибҡа мөһәжир үә ансарҙарға ҡысҡырырға ҡушты. Ғаббас ғәйәт ҡаты тауышлы булып, үҙ тауышын йыраҡ ерҙәргә еткерә ала ине. Шулай ул ҡаты тауышы менән: И ансар йәмәғәте, и бәйғәт ризуан йәмәғәте» (мөһәжирҙәр, тимәк) тип ҡысҡыра башланы. Ҡасып бара торған сәхәбәләр, Ғаббастың тауышын ишетеп әҫәрләнеп, тауышҡа табан кире йүгерә башланылар. Ҡасып барыусы ғәскәрҙең күплегенән үә тәртипһеҙ ҡасыуынан дөйә өҫтөндә барыу мөмкин булмағанлыҡтан, бик күбеһе дөйәләрен ташлап, тик ҡоралдарын күтәреп, рәсүлуллаһ янына йәйәү йүгерҙеләр.
     Ислам ғәскәре тиҙ арала рәсүлуллаһ янына йыйылып, тәртип менән сафланып, бар ҡеүәт менән мөшриҡ ғәскәренә һөжүм яһанылар. Мөшриҡ ғәскәре оҙаҡ ҡаршы тора алмайса, сигенеп ҡаса башланы. Ислам ғәскәре уларҙың арттарынан ҡыуып, бик күп малдарын ғәнимәт алдылар. Ҡатын үә балаларын, хатта ғәскәрҙән дә атлы әсир алдылар.
     Һуғыштың башы мосолмандар өсөн күңелһеҙ булһа ла, Аллаһуҙың рәхмәте һәм мөһәжирҙәр үә ансарҙарҙың ғәйрәте арҡаһында һуғыштың ахыры уларҙың файҙаһы өсөн булды.
     Бик күп һуғыштарҙа үҙҙәренән әллә нисә ҡат артыҡ мөшриҡ ғәскәрҙәрен еңеп килгән ваҡытта Ислам ғәскәренең был һуғышта ҡаса башлауының сәбәбе ғәскәрҙең төрлө халыҡтан ғибәрәт булыуылыр. Юғарыла зекер ителгәнсә, был ғәскәр эсендә бик күп сәхрә ғәрәптәре, яңы ғына Исламға килгән Мәккә халҡы үә мөшриҡтәр ҙә бар ине. Быларҙың һуғышҡа барыуҙары Аллаһ ризалығы өсөн булмайса, тик халыҡтан ҡалмау йәки ғәнимәт алыу өсөн генә ине. Шуның өсөн мөшриҡтәрҙән кинәт бер һөжүм булғанлыҡтан, улар ҡаса башланы. Был ваҡытҡа ҡәҙәр бик күп һуғыштарҙа ҡатнашып, Аллаһ юлында мал үә йәндәрен ҡорбан итеп килгән мөһәжирҙәрҙең үә ансарҙарҙың да күңелдәренә ҡурҡыу һалдылар. Әгәр ғәскәр ансарҙар үә мөһәжирҙәрҙән генә ғибәрәт булһа, бындай ваҡиға булмаҫ ине.
                                                        Әбү Ғәмир сәриәһе
     Мөшриҡтәр еңелгәс, бер фирҡәһе Әутасҡа, береһе Нахләгә, береһе Таифҡа ҡастылар. Әутасҡа ҡасҡан мөшриҡтәр артынан бер ҡәҙәр ғәскәр менән Әбү Ғәмир Әшғәри күндерелде. Мөшриҡтәр уларға бер ҡәҙәр ҡаршы тороп маташһалар ҙа, һуңынан еңелделәр, һуғышта Әбү Ғәмир шәһит булғанлыҡтан, урынына Әбү Мусә Әшғәри ҡалып команданлыҡ ҡылды. Ғәскәр, байтаҡ ғәнимәт үә әсирҙәр алып, рәсүлуллаһ янына ҡайтты.
     Бөтә әсирҙәр үә ғәнимәттәр йыйылып, Жәғрана тигән ергә урынлаштырылды. Ғәнимәт 24000 дөйә, 40000-дән артыҡ ҡуй үә бик күп әсирҙәрҙән ғибәрәт ине. Хүнәин ғәзүәһендә Әймән ибн Үмм Әймән үә Зәид ибн Зәмғә шәһит булдылар.
                                                           «Хәҙрәт Мөхәммәд саллалаһу ғәләйһи үә сәләм», Сөнғәтулла Бикбулат