Иран. Ни эшләп Раисинең вертолеты ҡоланы?

                             Иран. Ни эшләп Раисинең вертолеты ҡоланы?
     Пролог: Доғаның дауылы, Ысынбарлыҡ метаморфозалары
     1944 йыл, декабрь. АҠШ-тың Өсөнсө флоты — йөҙләгән караптан торған бронялы армада — Филиппинға юллана. Америка стратегтары ҡулдарын ыуалар: массив диңгеҙ десанты Япония менән һуғышта һуңғы нөктәне ҡуйырға тейеш. Ҡояш сығыусы илдең бындай көскә ҡаршы тороу өсөн хәрби көсө бөтөнләй тиерлек ҡалмаған ине.
     Шул саҡта Япония министрҙар кабинетында аҡылдан яҙыу булып күренгән ҡарар ҡабул итәләр. Боронғо эзотерик фәндәрҙе өйрәнгән серле бүлектең кәңәше буйынса, хөкүмәт бөтә халыҡҡа — йөҙ миллион кешегә — бер үк ваҡытта ҡояш алиһәһе Аматэрасу хөрмәтенә доға ҡылырға бойора. Дошманға «изге ел» — камикадзе ебәреүҙе һорарға.
     Мөрәжәғәттә әйтелә: йөҙ миллион кешенең бер үк ваҡыттағы доғаһы баҫҡынсылыҡ хәүефен кире ҡағырлыҡ «рухи энергия» тубы барлыҡҡа килтерә ала.

     Америка командованиеһы, разведка был өмөтһөҙлөк акты тураһында хәбәр иткәс, асыҡтан-асыҡ көлә. Ләкин бер нисә көндән уларҙың көлкөһө тамаҡтарына тығыла.
     1944 йылдың 18 декабрендә Лусон утрауы эргәһендә көтөлмәгән тайфун флотҡа ташлана. Өс эсминец түңкәрелеп бата. Тағы 28 карап ауыр зыян күрә. Авианосецтарҙан диңгеҙгә 146 самолёт йыуып төшөрөлә. Һигеҙ йөҙгә яҡын хәрби моряк дингеҙ төбөнә китеп үлемен таба .
Операция өҙөлә. Япон пропагандаһы иғлан итә: быны камикадзе — «изге ел» эшләгән.
     Осраҡлылыҡ? Тап килеү? Ләкин тарих бындай тағы бер осраҡты хәтерләй. XIII быуатта тап шулай — бөтә халыҡтың доғаһы менән — Япония ярҙарына яҡынлашҡан хан Хубилайҙың флоты юҡ ителә.
     Тап ошо мәлдә «камикадзе» — Японияны ҡотҡарған «изге ел» тигән төшөнсә барлыҡҡа килгән.
     Әммә эзотерик сығанаҡтар иҫкәртә: юҡ итеүгә йүнәлтелгән бындай агрессив доғаның кире яғы бар. «Ел сәскән — дауыл урыр». Япондар саҡырған тайфун йөҙләгән йәнде өҙгән, ләкин бер нисә айҙан Америка Хиросима һәм Нагасакиҙы атом бомбаһы менән бомбаға тотоп, миллиондарса кешенең ғүмерен өҙгән.
     Йөҙ миллион кеше, бер уй, бер маҡсат — һәм тәбиғәт яуап бирә. Был мөмкинме?
     Был күренеште өйрәнгән тикшеренеүселәр төркөмө: эйе, мөмкин, тигән һығымтаға килә.    Хатта термин барлыҡҡа килә — «рухи энергетика».

                              Беренсе өлөш: Тоҙаҡҡа әйләнгән бункер
     Хәҙер 2026 йылдың февраленә күсеп ҡарайыҡ. Иран. Тегеран. Юғары лидер резиденцияһы.
28 февраль иртәһендә Әли Хаменеи, Иранды ҡырҡ йылға яҡын идара иткән 86 йәшлек аятолла, юғары командование составының кәңәшмәһен йыя. Ил тирәләй — дошман армадаһы. Америка һәм Израиль караптары, самолеттары, ракеталары Иранға төбәлгән. Атакалар теләһә ҡайһы минутта башланырға мөмкин. Был атака башланыуҙың бер сәбәбе булып, әле генә, бер ай элек, демонстрантарҙың сыуалышын баҫыр өсөн Аятолла әмере менән Иранда 30 меңләп кешене, араһында балаларҙа, ҡатындарҙа бар ине, ҡала урамдарында пулеметтарҙан атып үлтерҙеләр...
     Ә Хаменеи ошондай хәлдә дәүләттең бөтә төп фигураларына — КСИР командующийына, разведка начальнигына, оборона министрына, генштаб етәксеһенә — бер бинала йыйылырға бойора. Тегеран үҙәгендә. Көнбайыш, Израиль, АҠШ разведкаһына бик яҡшы таныш булған бинала.
     Абсурдҡа лайыҡ картина, әгәр ул ысынбарлыҡта шулай була.
     Хәрби аналитиктар донъяһында баш тырнайҙар. Был репродукторҙан дошман ҡысҡырған кеүек килеп сыға: «Беҙ хәҙер һеҙҙе бомбаға тота башлайбыҙ, бер урынға йыйылығыҙ, беҙ һеҙҙе бер ыңғай шартлатырбыҙ». Ирандың юғары етәкселеге тыңлаусан йыйыла.
     Резиденцияға теләһә ниндәй бункерҙы тишә алған утыҙ суперкөслө бомба ташлайҙар. Һуңынан спутниктан төшөрөлгән рәсемдәр күрһәтәсәк: бинанан харабалар ғына ҡалған. Хаменеи менән бергә уның ғаилә ағзалары — ҡыҙы, кейәүе, ейәне, килене — һәләк була. Бер нисә минут эсендә юҡ ителгән юғары хәрби чиндар исемлеге ҡырҡ кешегә етә.
     Политолог Кирилл Семенов һуңыраҡ әйтәсәк: «Хыянат булманы. Хаменеи бункер ҡулланманы һәм үлтерелде. Ул, моғайын, ҡайҙалыр төшөргә (бункергә) теләмәгәндер».
     Зыян булмаҫ тигәндер. Теләмәгән. Кәрәк тип һанамаған.
     Ниңә ҡырҡ йыл буйы Яҡын Көнсығыштың иң ҡатмарлы илдәренең береһендә хакимлек тотҡан, уны һанһыҙ үлтерергә маташыуҙарҙы һәм уға ҡаршы заговорҙарҙы кисергән кеше, иң мөһим мәлдә ысынбарлыҡ тойғоһон юғалта?
                              Икенсе өлөш: Күрмәгән күҙҙәр
     Ә хәҙер икенсе ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек — 2024 йылдың 19 майы, Тегеран трагедияһынан ике йыл самаһы элек.
     Иран президенты Ибраһим Рәйиси, сит ил эштәре министры һәм тағы ете юғары вазифалы кеше ултырған вертолет Әзербайжан менән сиктәге гидроузелдарҙы асыу тантанаһынан ҡайта. Барыһы өс вертолет була, икеһе Рәсәйҙә сығарылған, береһе АҠШ-та. Президент һөйләшеү өсөн уңайлы тип, Америка вертолетына күсә. Ҡайтырға осҡанда һауа торошо насарая, томан сыға. Пилот менән бәйләнеш юғала. Һуңыраҡ тауҙарҙа киҫәктәрен табалар — барыһы ла һәләк булған .
     Иран Генштабының рәсми тикшереүе күрһәтәсәк: киҫәктәрҙә пуля йәки тышҡы тәьҫир эҙҙәре юҡ. Вертолет тауға бәрелеп, янып киткән. Версия — насар һауа, томан, бәлки, иҫке машинаның техник насарлығы.
     Ләкин башҡа шаһитлыҡтар ҙа бар.
     Рәсәйҙең «Гипноздың альтернатив лабораторияһы» тикшеренеүселәре Ерҙең мәғлүмәт яланына инеү методикаһын ҡулланып, үҙ тикшереүен үткәрә. Контактер Стас, ( пилот һөнәре буйынса) тәжрибәле гипнолог Андрей етәкселегендә үткәнгә юллана — катастрофа мәлен күрергә теләй.
     Уның күргәндәре таң ҡалдыра.
     Пилот, полковник Таһир Мостафави, ҡуйы болот (томан) эсендә күҙҙәренә ышана башлай, ә приборҙарға түгел. Унда иллюзия барлыҡҡа килә. Уның вестибуляр аппараты алдана — уға болоттар кире яҡҡа әйләнә, өҫкә табан ҡалҡан вертолет ҡолап бара кеүек тойола, әммә ысынында барыһы ла тәртиптә. Ул арауыҡта ориентацияһын юғалта, һулға тарта, аҫҡа түбәнәйә. Икенсе пилот хәүефте бик һуң күреп ҡала. Вертолет тауға бәрелә.
     «Ул аптырап ҡалды, — тип аңлата Стас. — Уның башында болғансыҡ. Ул күҙҙәренә лә ышанмай, приборҙарға ла инде ышанмай».
     Икенсе тикшереүҙе, «Яҡты көстәр союзы» экстрасенстары үткәрә, ысынбарлыҡтың тағы ла тәрәнерәк ҡатламын аса. Галина, энерго-мәғлүмәт яланына тоташып, пилоттың яңылышыуын ғына түгел, ә Американан килгән, вертолеттағы кешеләргә төбәлгән маҡсатлы энергетик импульсты ла күрә. Импульс уларҙың үҙ энергетикаһына бәрелә — һәм ҡыҫҡа бәрелеш (замыкание) була.
     «Энергетик планда эшләүсе махсус командалар бар, — ти ул. — Һәр лидерҙың шундай кешеләре бар — йә һаҡлаусылар, йә киреһенсә, тәьҫир итеүселәр. Был — астраль һуғыштар».
     Әлеге эксперттәрҙең видео аҫтында бер ҡулланыусының комментарийы: «Рәйеси золомсо ине. Ул Антихристтың донъя ауынан алып ташланды. Был — Имам Мәһди ғәскәренең эше. Шул юғары энергияға эйә булыусыларҙы эҙләмәгеҙ — көслө энергетик һуғыуы алырһығыҙ». «Американың быға ҡатнашы юҡ. Уларҙың Аляскалағы электромагнит радарҙары яланы йәки атом станциялары өҫтөндәге көс яландары файҙаланып, уларҙы билдәле бер урынға тар маҡсатлы йүнәлтергә мөмкин». Был «метафизик томан» пилоттың үҙенә лә һәм приборҙарғала тәьҫир иткән.
     Имам Мәһди ғәскәре. Белмәгәндәр өсөн был фантастика булып яңғырай. Ләкин белгәндәр нимә тураһында һүҙ барыуын аңлай.
                       Өсөнсө өлөш: Фекер энергияһы — ҡорал булараҡ
     Профессор Джон Хегеллин, Айова штатындағы Махариши халыҡ-ара университетының теоретик физика бүлеге мөдире, 80-се йылдарҙа ғалимдар әле лә бәхәсләшкән эксперименттар үткәрә. Әҙерлекле медитаторҙар төркөмө Ливандағы хәрби хәрәкәттәргә тәьҫир итергә тейеш була. Һөҙөмтәләр аптыратырлыҡ була: эксперимент көндәрендә һәләк булғандар һәм яраланғандар һаны утыҙ процентҡа кәмей.
     Утыҙ процент — был статистик хата түгел. Был хәрби аналитиктарҙың тынын алырлыҡ белдереү.
     Гарвардты тамамлаған, CERN-да һәм Стэнфордта эшләгән физик-теоретик Хегеллин коллектив аң феноменын өйрәнеүгә тиҫтәләрсә йыл арнай. Уның һығымталары: махсус әҙерлекле кешеләр төркөмө башҡа кешеләрҙең тәртибенә, тәбиғәт процестарына, хатта хәрби хәрәкәттәрҙең барышына ла тәьҫир итә ала.
     Әгәр медитаторҙар төркөмө бөтөн илдә көс ҡулланыу кимәлен кәметә алһа, бер доғаға берләшкән йөҙ миллион кеше нимә эшләй алыр ине?
     1944 йылғы япондар яуапты белә. Иран аятоллалары, бәлки, шуны белгәндер. Ләкин белеү — бер нәмә, ә уны ҡуллана белеү — бөтөнләй икенсе.
                          Дүртенсе өлөш: Аңлау метаморфозалары
     Тегеран бункерына ҡайтайыҡ.
     Ирандың Юғары милли хәүефһеҙлек советы секретары Әли Лариджани Хаменеиҙың тәртибен былай аңлатасаҡ: «Ул, бөтә хәүефтәргә ҡарамаҫтан, ғәҙәти тормошон бер ниндәй айырым сараларһыҙ дауам итеүҙә ныҡышты» .
     «Ғәҙәти тормош». Дошман ҡапҡа төбөндә булғанда, разведка көтөлгән һөжүмдәр тураһында хәбәр иткәндә, теләһә ниндәй белемле командир ҡурсаулыҡҡа йәшенгәндә, етәкселекте таратып ебәргәндә — ул «ғәҙәти тормошон» дауам итә. Барыһын бер бинаға йыя. Сәй эсә. Һөйләшә.
     Был нимә — фатализммы? Һуғыштан арыған ҡарт кешенең һаҡһыҙлығымы? Әллә башҡа нимәме?
     Метафизик традиция икенсе яуап тәҡдим итә: аңға тәьҫир итеү.
     Тап япон доғаһы америка флотына ташланған «рухи энергия тубын» барлыҡҡа килтергән кеүек, тап экстрасенстар фаразлағанса Американан килгән энергетик импульс Рәйиси вертолетын бәреп төшөргән кеүек, Хаменеиҙың аңына ла тәьҫир итеү мөмкин булған.
Ул йәшенеүҙән «баш тартҡан» ғына түгел. Ул хәүефте ысынбарлыҡ итеп ҡабул итеүҙән туҡтаған. Уның ысынбарлыҡты ҡабул итеүе үҙгәргән.
     Был һүҙҙең ябай мәғәнәһендәге заговор теорияһы түгел. Был нәҙерәк материя — хәҙерге фән таныу ғына башлаған кимәлдә тәьҫир итеү. Профессор Хегеллин һәм уның тәжрибәләре — айсбергтың башы ғына. Аҫта — мең йыллыҡ эзотерик белемдәр, боронғо практикалар, хәҙерге лидерҙар асыҡтан-асыҡ һөйләшергә теләмәгән, әммә кабинеттарының төпкөлөндә ҡулланған ысулдар.
                                Бишенсе өлөш: Киләһе кем?
     Рәйисиҙең һәләкәтен тикшереү аҫтындағы видеола ҡулланыусы тағы бер фраза ҡалдырған: «Киләһе маҡсат — киләһе йылдарҙа карлик ултырған самолеттың бәрелеүе...»
     Яҙма 2024 йыл менән билдәләнгән. Бер йыл үтте. Ирандағы ваҡиғалар кемдер боронғораҡ яҙған сценарий буйынса үҫешә.
     Утыҙ бомба, бер урында юҡ ителгән ҡырҡ юғары чин, траурға сумған һәм шул уҡ ваҡытта хаосҡа батҡан ил. Кемдер әйтер: яҡшы хәрби операция. Кемдер — яҙмыштың аяуһыҙ уйыны. Ләкин тәрәнерәк ҡараусылар икенсе картина күрә.
     Донъя үҙгәрә. Һуғыштың иҫке методтары үткәндә ҡала. Авианосецтарҙың һәм ракеталарҙың урынына башҡа нәмә килә — уны күреп булмай, тотоп булмай, ПВО системалары менән кире ҡағып булмай. Иң көсһөҙ урынға — кеше аңына һуҡҡан ҡорал.
     1944 йылғы тайфун, 2024 йылғы бәрелгән вертолет, 2026 йылғы емерелгән бункер — бер сылбырҙың быуындары. Беҙ аңлай ғына башлаған сылбыр. (Бында шулай уҡ Америкала спортсмендар менән ҡолаған самолетты ла индерегеҙ. Приговоры: шайтан ритуалдарында ҡатнашҡан өсөн).
                            Эпилог: Тегеран өҫтөндәге тынлыҡ
     Иранда 40 көнлөк траур иғлан ителгән. Миллиондар урамға сыға — кем ҡайғыра, кем шатлана. Ләкин белгәндәр өндәшмәй. Улар аңлай: Тегеранда булған хәл хәрби конфликттарҙың ябай схемаларына һыймай. Был яңы типтағы һуғыш, унда бомбалары күберәк булған түгел, ә үҙенең һәм кешенең ысынбарлығын идара итә белгән еңә.
     Иран лидерын юғалтты. Ләкин күптәрҙе борсоған һорау: Хаменеи һуңғы минуттарҙа үҙ аҡылында инеме әле? Әллә уның аңы башҡа көстәргә бойһонғанмы, әллә уны — һәм бөтә Иран юғары етәкселеген — кем бер ниндәй ҡурсаулыҡ та ҡотҡара алмаҫлыҡ тоҙаҡҡа алып килгән? Яңыраҡ ҡына, бер-ике йыл элек бит әле, ҙур генералын һәм физик-атомщик ғалимдарын шул тоҫҡалған ракеталар арҡаһында юғалтылар һәм бына һиңә мә! Ахыры тәне тере булһа ла, аҡылдары башҡалар ҡулында булғандыр. Быны иҫбатлап Ислам метафизиғы: Ул был бомбалар шартлағанға тиклем үле ине тине... Тәне тере, әммә йәне үле ине...