Әүлиәләр, Өсөнсө Донъя Һуғышы

                                       Әүлиәләр, Өсөнсө Донъя Һуғышы
     Мельхам-и-Кубра, йәки Армагеддон, беҙҙенсә Өсөнсө Донъя Һуғышы ҡасан булыуы мөмкин? Әбү Хөрәйрәнән: «Ҡиәмәт көнө килмәйәсәк, ике ҙур төркөм үҙ – ара һуғышҡанға тиклем, улар араһында бөйөк һуғыш була, улар бер үк нәмәгә саҡырасаҡ, һәм донъяның ахыры килмәйәсәк, утыҙға яҡын ялғансы барлыҡҡа килгәнгә тиклем, уларҙың һәр береһе үҙенең пәйғәмбәр булыуын раҫлаясаҡ, һәм Аллаһ белемде тартып аласаҡ (белем эйәләре шәкерттәре ҡалмайынса үләсәк, һәм кешеләр дини белемдән мәхрүм ителәсәк).
     Ике ҙур төркөм – кемдәр әле улар? АҠШ һәм Рәсәй тураһында һүҙ барыла. Әлеге мәлдә Ҡытай Рәсәйҙең создашы. Әммә АҠШ президенты Трамп был араға клин ҡата.
     Нәҡшбәндиә тәриҡәтте бөйөк әүлиәләре, Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани әр-Раббани (Мехмет әүлиәнең атаһы) һәм Мәүләнә Шауки Нәҙим Әдил әл-Хаҡҡани (Mawlana Shaykh Nazim Adil al-Haqqani) Өсөнсө Донъя Һуғышы тураһында: АҠШ һәм рәсәйҙәр араһында донъяны контролдә тотоу өсөн, бөйөк алыштар буласаҡ, тиҙәр.

     Әр-Раббани: уларҙың ике талабы ла бер төрлө, АҠШ донъя менән идара итергә теләй. Рәсәй: «Юҡ, мин идара итәсәкмен»ти. Хәҙер был ике яҡ алышыр. Һуғыш булыр, был дөрөҫ. Әл-Мальхама (Армагеддон) Амук тигеҙлегендә буласаҡ (Төркиәлә).
     Әүлиәләр әйтеүе буйынса донъяла ни хәлдәр буласаҡ?
     1. Мосолмандарҙы эҙәрлекләү, был хәл күптән бара.
     2. Рәсәй Истанбулды оккупациялай (эҙәрлекләүҙәр дауам итә, Төркиә бүленгән). Константинополь билдәле сәбәптәр өсөн көрәшкән төрлө подразделениелар (партиялар) һәм төркөмдәр өсөн асыҡ буласаҡ. Үҙ-ара фетнәләр арҡаһында Төркиә көсһөҙләнгән, анархия, бәлки граждандар һуғышы бара.
     3. АҠШ һәм рәсәйҙәр донъяны контролдә тотоу өсөн. Әлеге өҫтәге был хәҙис буйынса. Донъя ике яҡҡа бүленгәнгә тиклем һәм улар араһында бөйөк алыш булғанға тиклем Ҡиәммәт етмәй.
     Амук үҙәне Төркиәнең көнъяк өлөшөндә, Хатай провинцияһында, Антакья ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан.
     4. Мельхам-и-Кубра, йәки Армагеддон, Өсөнсө Донъя Һуғышы башланғас, Константинопольде (Истанбулды) урыҫтар яулағас, алты ай үтеп, етенсеһендә Дәджәль (Антихрист) барлыҡҡа килә. Был Хәҙис Шәриф. Мәүлән Шәйех Нәзим Хаккани 4. Рустар 2: 07/3: 43
     5. Имам Мәһди Истанбулға инә
     6. Дәджәл килеп сыға һәм хаос сәсә.
     7. Сәидиннә Ғайса пәйғәмбәр ҡайта һәм антихристты (Дәджәлде) үлтерә] 3: 23/3: 43
     Мәүләнә Шәйех Нәҙим әл-Хаҡҡани әр-Раббани һәм әүлиә Ғабдуллаһ әд-Дағыстани әйткәндәре раҫҡа сығып тора, (миҫалға, Британияға Ислам инәсәк) быйыл мәҫәлән Англияла король семьяһы үҙҙәренең бөйөк һарайҙарынды ифтарҙар үткәрә. Ә һеҙ Кремль һарайына яҡын бара алаһығыҙмы? Юҡ. Хатта, уларҙың ҡалаларҙа, мәсеттәр төҙөмәҫкә тигән указдарына ла ризаһығыҙ!
     »Ҡиәмәт сәғәте, минең эйәрсендәрем аҙым-аҙым үҙ элгәрҙәре эҙенән бармайынса, килмәйәсәк». — Эй, Пәйғәмбәр, фарсылар һәм римлеләр (фарсылар һәм византийҙар) эҙенән барамы? Ул: «Ә кемдең тағы? " — тип яуаплай. (Әл-Бохари).
     Икенсе версия буйынса, унан: "Эй, Аллаһ Илсеһе! Йәһүдтәр һәм христиандар эҙенән барамы?(Әл-Бохари, Мөслим).
     Быға миҫал: Рәсәй мосолмандары христиан дини әһелдәренең етәкселегендә, мөфтий патриархтарға баш эйеп, ҡулдарын үбә!!!
     Йәмғиәт менән наҙан кешеләр етәкселек итәсәк, улар вазифаларҙы һәләттәре буйынса түгел, ә байлығы, юғары дәрәжәһе йәки йоғонтоһо арҡаһында биләйәсәк. Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Ҡиәмәт сәғәте, ул иң бай һәм хакимлыҡ итеүсе кеше, шул уҡ аҡылһыҙ ҡолдың улы булғанға тиклем, килмәйәсәк», — тигән.
     Әле генә урамдағы шпана Кремльдә ултыра һәм үҙ урындарын балаларына ҡалдыра.
     Быйылғы 2025 йылдарҙың олигархтар һәм хөкүмәттәрҙең сәйәсәте ниндәй йүнәлештә? АҠШ президенты Трамп, яңы технологиялар менән ҡыҙыҡһынған Илон Маска менән бергә бөтә төр бюджеттәрен; НАТО-ла тороуын, армияһын кәметеп, оборонаға аҡсаны 50 % төшөрөп, һәм башҡа нәмәләрен ҡырҡып, сит илдәрҙең бюджеттәрен үҙенә ҡайырмаҡсы. Ни эшләп? Уларҙы юғары фән, технологиялар һәм башҡа серле нәмәләр ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә шулай уҡ ғүмерҙәрен оҙонайтып, йәки мәңгелек йәшәү теләге. Ә бының өсөн нимәләр кәрәк? Гитлер нимә эҙләне?
     Шунан Россия олигархтары, меҫкендәр, әлеге генә 80-90 йылдарҙа Мәскәү һәм Ленинградтың тыҡрыҡтарында пиво эсеп, уйнаш бисәләрҙе ҡыҫтанылар. Аҙаҡ бур һәм бандит булып, байыҡҡас, бөгөн үҙҙәрен элита тигән бывший пацандар, (колхоздарыбыҙҙа элитный үгеҙҙәр һәм сусҡалар була торғайны, былар шулар рәтенән инде), үҙҙәрен олигарх тигәндәр, Европа һәм АҠШ баҙарына ынтылдылар. Әммә был урам бурҙарын быуаттар буйы, ғәиләләре менән аҫыл зат булған, сит ил аристрократия уларҙы ҡабул итмәне, кемдәр икәнен белеп.    Шуға ла обиженный малайҙар, беҙ һеҙгә үҙебеҙҙе кем икәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ, тип Украина һуғышы астылар. Был бер сәбәп булһа, икенсеһе унда хохолдарҙың ер байлығы бар, бигерәк тә уран ятҡылығы, рәсәйҙәр баҫып алған ерҙә. Әлеге Трампҡа Путин Рәсәйҙең кеше аяғы баҫмаған бер-ике ерҙә ятҡан редкоземельный байлыҡтарын эшкәртегеҙ, тип ерен бирергә әҙер торғанын күрҙегеҙ. Хатта сит ил инверсторҙарыла инһендәр тине. (НАТО-ла торғаны). Вәт әй, НАТО байҙарына ерен биргәс, был һуғыш нимәгә кәрәк булды, үҙ халҡын ҡырып?
     Әлбиттә, АҠШ һәм башҡа илдәр ошо юғары технологияларға ынтылғас, оккультизм, магия, Иблис менән килешкән Рәсәй байҙары ни эшләп, аҙ ғына ғүмер йәшәргә тейеш. Уларҙың бит үҙ халҡынан урлаған миллиард, триллион долларҙары бар. Бөтә нәмәне һатып алып була. Тик ғүмер оҙонлоғон түгел. Ә был сер ҡайҙа йәшерелгән? Төркиәлә, Academi Dergisi журналы, уны авторы аша бар хөкүмәт башлыҡтары, уларҙың эйәрсендәре, байҙары быны белә. Тик ҡулдары уларҙың ҡыҫҡа тип, был тура ла ошо серле журнал авторы белдерә.
     Әммә быға ҡарамаҫтан ошо регионға һөжүм буласаҡ. Ундағы шул кризис арҡаһында барған фетнә-сыуалыштарҙан файҙаланып. Хатта был турала хәҙистә бар: Төркиәгә римләндәр һөжүм итәсәк, боронғо телдә римляндарға урыҫтарҙа инә. Төркиәлә Америка базалары урынлашҡан.
     Өсөнсө донъя һуғышы сәбәбен Akademi Dergisi (Академия журналынан) https://mfs.tv/2023/03/19/yine-dedigime-geldiniz-mi/ ҡарайыҡ. Авторы метафизик (әүлиләрҙең көсө һәм һәләтенә эйә). Ҡыҫҡаса MFS тип йөрөтәбеҙ. Был автор: Өсөнсө Донъя һуғышы региондар араһында булыр, әммә төп алыш финансовый кризистән сығыр өсөн. Ошо яңы алдынғы технологиялар үҫештереп, яңы төр электр сығанаҡтары, техника һәм яңы йәшәү шарттарын ер аҫтында йәшерелгән элекке цивилизацияларының технологияларын ҡулланып, беренселектә булыу өсөн, ошо кризистан сығыу өсөн буласаҡ, ти. Шуға ла был ике илдең үҙ-ара һуғышы, — уның байҙары ярышып, ошо Имам Мәһди тәҡдим иткән проектарҙа беренсе булып инвестиция — уны үҫтереү өсөн миллиардлап, триллиондап аҡса индереү, шундағы ғәләмәт проектарҙа ҡатнашыу һуғышы ул, тип яҙа.
     Карунды байлығы менән Ер йотҡан тип беләбеҙ. Шулаймы? Кем ул Карун һәм ҡайһы заманда йәшәгән? Карун заманында донъяла фән һәм технология бөгөнгөгә ҡарағанда күпкә үҫешкән була. Был хазиналар тирәләй магнит һаҡлағыс экран бар, ул беҙҙең планета тирәләй ҡояштың агрессив нурҙарынан һаҡлаған кеүек.
     Уларҙың (американ, рәсәй-израиль, ендәр донъяһы заттарының) Ерҙең тәбиғи магнит ҡырын, тимәк, гравитацияһын аңлы рәүештә көсһөҙләндереүенең бер сәбәбе булып Мараш ҡалаһы тирәһендә яһалма ер тетрәүҙәр ваҡытында был төбәктә Карундың хазинаһын һаҡлаусы һаҡлағыс ҡалҡанды көсөн өҙөү теләге тора... Әлбиттә, магнит ҡыры ҡапыл боҙолғанлыҡтан, гравитация көсө лә ҡапыл боҙолған. Был ҡалаларҙы һәм биналарҙы һыу өҫтөндә шыуыусы әйберҙәр кеүек хәрәкәт итергә һәм шыуырға мәжбүр итә. Был яһалма ер тетрәүҙәр тәрән һынылыштарҙан түгел, һәм был бөтә эксперттарға ла билдәле. Ошо уҡ сәбәп менән AFAD (центр изучения землетрясений) үҙенең рәсми сайтынан яһалма ер тетрәүҙәр тураһында техник мәғлүмәттәрҙе алып ташлай. Тәбиғи ер тетрәү донъяла бындай көс һәм техник характеристикалар бер ҡасан да булмаған һәм була ла алмай. Был ваҡиға беҙ аңлаған һәм белгән мәғәнәлә ер тетрәү түгел.
     Мин уларға был хаҡта баштан уҡ һөйләнем, әммә улар барыбер мине тыңламаны. Был батҡан бина йәки һарай (Карун байлығы һәм Нухтын космик карабы) тирә-яғындағы һаҡлағыс экран өсөн кәрәкле даими энергияны Ерҙең ядроһынан сыҡҡан тәбиғи магнит ҡырынан ала. Шулай итеп, ул бер тапҡыр ҙа энергияһыҙ ҡалмай, файҙаһыҙ хәлгә килмәй һәм меңәр йылдар дауамында эшен туҡтатмай.
     Ер ядроһынан сыҡҡан магнит ҡыры менән Карундың хазиналары араһында кәртә ҡуйылған. Бик көслө яһалма магнит ҡыры булдырыла, ул ядронан өҫкә табан барған тәбиғи магнит ҡыры өсөн кәртә булараҡ ҡулланыла.
     Әгәр быны ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына булһа ла туҡтатырға мөмкин булһа, йәшерелгән һарайҙың (объект) юғары технологиялы системаһы электрһыҙ ҡаласаҡ, ә һаҡлағыс экран һүнәсәк, тип иҫәпләнә. Улар шулай уҡ был районда электромагнит тулҡындары менән күп тапҡыр атыу ҡалҡанды боҙа һәм уны емерә ала тип иҫәпләй. Ерҙәге сәйер нәмәләрҙең һәм күктәге күп кенә сәйер нәмәләрҙең ысын сәбәптәре шуларҙың эшмәкәрлеге арҡаһында. Энергия бер-бер артлы ҙур нурланыш барлыҡҡа килтереү өсөн йүнәтелгән. Ул ваҡытта, төн көндөҙ менән алмашыныр кеүек тойолдо. (шул мәлдә яһалма ер тетрәгән Мараш тирәһендә).
     Һөҙөмтәлә батҡан һарай менән дә, уның тирәһендәге ҡалҡан менән дә, аҡыл етмәҫлек (башҡа һыймаған) ҙур хазина менән дә бер нәмә лә булмай. Иғтибар итегеҙ, бер нәмә лә булманы. Ул бер ниндәй ҙә зыян күрмәгән. Был хәл 10 провинция һәм унда миллионлаған кеше менән булған. Сабыйҙар, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, тыныс халыҡ, ғәйепһеҙ кешеләр һәм ҡарттар аяуһыҙ үлтерелә. Һәләк булғандарҙың дөйөм һаны миллион ярымдан ашып киткән… (хөкүмәт был иҫәпте йәшерә һәм емерелгән йорттар аҫтындағы халыҡ яйлап үлә. Уларҙың сотовой телефондары булһа ла, радиовышкалар һүндерелә).
    Akademi Dergisi журналы Гебекли-Тепеның был илдә һәм хатта бөтә донъялағы әһәмиәтен аңларға ярҙам итә һәм уның тураһында шаҡ ҡатырғыс факттарын асырға ярҙам итә. Күп йылдар элек мин был темаларға мәҡәләләр баҫтырғанда, барыһы ла шаҡ ҡата һәм өндәшмәй. Быны шаҡ ҡатырғыс тип һанаусылар булған. Хатта төп веб-сайттар ҙа Academy Dergisi журналынан проблеманы белә һәм аңлап ҡабул итә һәм уның тураһында хәбәр итә, һәм ул тиҙ тарала.
     Akademi Dergisi журналынан донъя был урындың ысынбарлыҡта шахта булыуын булыуын, уның ғибәҙәтханаға бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмауын, артабанғы быуындар өҫтәмәләр индергәнен һәм ер аҫтында бик ҡиммәтле минералдар һәм хазиналар булыуын белә. Йылдар үткәс, мәсьәлә Марашта тупланған һөжүмдәргә барып етә. Ошо ваҡыт эсендә был дәүләт властары бер ниндәй ҙә кәрәкле эш башҡармаған. Һуңынан, һөжүм барышында, улар асыҡ эш итә һәм дошмандар өсөн эш итеүен дауам итә.
     Евфрат аҫтында тау ҙурлығындағы алтын руднигын таба алмаҫһығыҙ. Киң таралған фекергә ҡаршы, Евфрат төбөндә алтын тулы хазиналар табып булмаясаҡ. Евфрат аҫтында күпкә ғәжәп нәмәләр йәшеренгән.
     Евфрат аҫтынан тау, йәғни һаҡлағыс ҡалҡан йәшерелгән ине, һәм ул барлыҡҡа килде. Был һаҡланыу ҡалҡаны эсендә файҙалы ҡаҙылмалар, алтын тулы һандыҡтар һ.б. юҡ, ә иҫ киткес ҙур һәм ғәҙәти булмаған хазина — Карун хазинаһы бар... Күп йылдар дауамында яҙған баҫмаларым (мәҡәләләрем) арҡаһында улар быны бик асыҡ һәм аныҡ аңлай һәм уны эҙләй башлай.
     Ергә күмелгән һәм ул ваҡытта юғары технологиялар ҡулланып төҙөлгән һарай эсендә төрлө ҡиммәтле металдарҙан эшләнгән хазиналар һаҡлана. Юғары технологиялы ҡоролмалар бар. Яҡшы үҫешкән электрон архив бар. Донъяның ысын тарихына яҡтылыҡ һибеүсе мәғлүмәттәр, тауыштар, һүрәттәр һәм яҙма текстар бар.
     Бәлки, унда шулай уҡ Муса пәйғәмбәрҙең һүрәте һәм шул ваҡыттағы ҡалаларҙың һәм донъяның төрлө өлөштәренең һүрәттәре барҙыр. Төрлө технологияларҙы аңлатыусы ресурстар бар. Башҡарылған йәки башҡарылырға тейешле төрлө проекттар бар. Улар менән сағыштырғанда, беҙҙең замандың иң алдынғы проекттары ла уйынсыҡ булып күренә.
     Шулай уҡ медицина фәне һәм генетик система тураһында бик ҡатмарлы мәғлүмәт булған ресурстар ҙа бар. Шулай уҡ донъяла Карун хазинаһының башҡа өлөштәренең ҡайҙа булыуы һәм уларҙың һаҡланыу ҡалҡандарын нисек асыу тураһында мәғлүмәт бар.
     Быларҙың барыһында Мәһди хәҙрәт аса, сөнки Хәҙрәт Мәһди Синай тауына (был тау эсендә Нухтың космик карабы йәшерелгән) унан алдараҡ инә. Был хәҙистә лә шундай мәғәнә бар: «Аллаһ бер төн эсендә Мәһдиҙе төҙәтәсәк». Ул Синай тауында ғәйәт ҙур алға китеш кисерә, хатта бер төн эсендә. Ул күп серҙәрҙе сисә һәм белә һәм, шулай итеп, кешеләрҙе теүәлерәк йүнәлтә һәм идара итә ала.
     Хәҙистәрҙә хәбәр ителеүенсә, ҡаты көрәш алып барған, бер-береһенең ҡанын түгеп, Евфрат янындағы Карундың хазинаһын тартып алыу өсөн ҙур көрәш, ҡан ҡойош һәм бик күп кешене үлтереү буласаҡ. Һөҙөмтә үҙгәрмәйәсәк, һәм был хазиналар тик Имам Мәһдигә генә биреләсәк.
     Күптән түгел мин был төбәктә өҫтөнлөк итергә һәм шулай уҡ йәшерен рәүештә төбәк менән идара итеүҙе үҙ ҡулдарында тоторға теләгән сит яҡтар (илдәр) араһында проблемалар, конфликттар һәм көрәш барлығын яҙҙым һәм уртаҡлаштым.
     Мельхам-и-Кубра, йәки Армагеддон янындағы алыш, уны шулай тип тә атайҙар, ысынында аҙашҡан иудаизм, боҙолған Тора, шайтан йәки Иблис арҡаһында түгел, ә хазиналар арҡаһында буласаҡ. Был йәһүдтәр, был шайтансылар уйынсыҡтар, пешкалар ғына, башҡа бер ни ҙә түгел. Сит планета көстәре сәхнә артындағы бөтә ваҡиғаларға йәшерен етәкселек итә. (Хәҙергә мәлдә ер аҫтында ҙур технологиялар менән йәшәгән, әммә күктең электромагнит ҡалғаны аша ғәләмгә сыға алмаған ендәр донъяһы. Был ҡалҡанды Зөлҡәрнәй булдыра (Стена Зулкарная)).
     Әммә был һуғыш ваҡытында төрөк-мосолмандар ысын күңелдән дин өсөн, Аллаһ хаҡына, донъялағы тәртип өсөн, тыныслыҡ, кешелек һәм киләсәк быуындарҙы һаҡлау өсөн көрәшәсәк. Уларҙың өстән бер өлөшө ҡурҡып ҡаса. Уларҙың өстән бер өлөшө шәһит була, һәм уларҙың дәрәжәһе бик юғары була. Өстән бер өлөшө еңеү яулай һәм донъяны берҙәм дәүләткә берләштерә. Улар Истанбулды донъя идара итәсәк берҙән-бер баш ҡала итәсәк. Был команда ҙур эштәр башҡара һәм Хәҙрәт Мәһди етәкселегендә джихад яһай.
     Мин был хаҡта бер аҙ элек асыҡтан-асыҡ яҙғайным. Эгей дингеҙҙе төбәгендә лә ер аҫтында ҙур хазиналар бар. Мин уларға Хәҙрәт Мәхдиҙең киләсәген һәм был башҡа бер кемгә лә бирелмәйәсәген белдерҙем, әммә мине бер кем дә тыңламаны. Улар башҡаса тыңламаясаҡ. Улар хайуандарға оҡшаш, уларҙың күҙҙәре аҡса, металл, зиннәтлелек, байлыҡ, тауарҙар һәм мөлкәтте генә күрә. Уларҙың иудаизмы, христианлығы, масонлығы һәм сатанизмы — былар барыһы ла ялған һәм мутлашыу... Улар бары тик аҡса ғына табына... Улар уйнаған сит яҡтар (илдәр) ҙа шундай уҡ хәлдә.
      Улар Эгей төбәгендә ойошторорға маташҡан һәм мин һәр ваҡыт ҡаршы сыҡҡан һәм кисектереп торған ҙур яһалма һәләкәт шул уҡ маҡсат менән тормошҡа ашырыласаҡ. Улар араһында иң мөһимдәренең береһе — ер аҫты хазиналарының һаҡлағыс ҡалҡандарын емереү.
     Улар тағы ла бушҡа көрәшәсәк, миллионлаған тыныс халыҡты юҡҡа үлтерәсәк. Ундағы хазиналар шулай уҡ Хәҙрәти Мөхәммәд тарафынан ғына табыла, уның юғары фән һәм технологияһы, шулай уҡ уның рухи, метафизик ҡулланылышы бар. Ул Мәһдиҙы саҡыра ала.    Башҡа бер кем дә был һаҡлағыс ҡалҡандарҙы һындыра алмаясаҡ. Ысынлап та, Донъя тирәләй урынлашҡан Каф тауын Имам Мәһди аҙаҡ юҡ итә. (Был Космоска сыға торған, шулай уҡ ундағы икенсе планета заттарынан һаҡлаған электромагнит ҡалҡаны. Пояс Валлена).
     Әбйәлил сайты авторынан: Ә бит беҙҙең әбей-бабайҙар, Каф тауы тураһында, унда хәтәр хазиналар бар бит, тип һөйләй торғандар ине бит. Хатта әкиәт формаһында булһа ла улар беҙгә килеп етте. Ҡайҙан улар быны белгәндәр? Әлбиттә әүлиәләрҙән. Шунан Урал батыр эпосын алайыҡ; ҡылысы һәм башҡаһы – ул метафизика, ҡайҙа булды Башҡортостанда табылған, сит юғары технологиялар менән эшләнгән Ер картаһы?
     Был донъя ғәжәп һәм иҫ киткес, Аллаһ насип итһә, күпте белеп шаҡ ҡатырбыҙ. Әлегә наҙан халҡыбыҙ дәджәлдәр ойошторған дебилизм йоғонтоһонда һәм ошо Россия тарафынан төрөктәргә (мосолмандарға, Имам Мәһди Хәҙрәтенә) ҡаршы булған һуғышта ҡатнашасаҡ. Аҙаҡ ҡаҡырайып «За взятие Костантинополя», «За взятие Стамбула», «За взятие Турции» тигән тимер ҡалайҙары менән маҡтанасаҡтар. Был геройҙарға беҙҙең Башҡортостан мосолмандары ла шатланасаҡ һәм алҡыштар менән көфөрлөккә төшәсәк, әлеге барған һуғыштағы кеүек.
     Рәсәй ғәскәре Стамбулда 6 ай торор һәм унан сығыр. Әлбиттә сығыр, сөнки уларҙы был мәлдә Дәджәл үҙ ғәскәренә ҡушыр, байлыҡ һәм муллыҡ, мәңгелек биргән Дәджәлдән кем риза булмаҫ ә? Үҙҙәрен иманын юғалтҡандарҙың, күпселеккә эйәргәндәрҙең юлы, әлеге әүлиәләрҙең вәғәзе буйынса Иблис һәм Дәджәл юлында.
     Мосолман ҡәрҙәштәр, метафизиктәргә, беҙҙең остазға ҡушылығыҙ. Был бер ниндәйҙә секта, группа, магия түгел. Аллаһ Тәғәләнең матур исемдәре менән, Ҡөръән аяттары уҡыу, зекер менән беҙ бар донъяны боҙоҡлоҡтан, демонизациянан, демоникратиянан, иблис һәм дәджәл яулауынан, бар яманлыҡтан һәм башҡа боҙоҡлоҡтан таҙартабыҙ. Өйҙәрҙә һәм мәсеттәрҙә, урмандарҙа йыйылмайбыҙ, эш урыныңды йәки өйөндә йөрөгән хәлдә бер үк зекерҙәрҙе һәр кем үҙе, йәки интернеттәге группаға ҡушылып башҡара ала. Ошо Ҡөръән аяттары арҡаһында бик көслө электромагнит тулҡындары барлыҡҡа килә. Уның көсө менән хатта Ерҙе күсәренән шылдырырға була. Тегеләрҙең ядро ҡоралдары ҡоро металломға әйләнә. Метафизик әфәндебеҙ; йә беҙҙе менән йә бушлыҡҡа (тамуҡҡа) осаһығыҙ тине. Имам Мәһди ғәскәренә ҡушылығыҙ! ИншаАллаһ, ялғанды хаҡлыҡтан айырырға Аллаһ ярҙам итһен!