Тәсбих намаҙы

                                                      Тәсбих намаҙы

     Тәсбих намаҙы — тәүбә һәм истиғфарҙарҙың иң олоһо.
     Хәҙрәти Ғикримәңдән, үҙ сиратында, хәҙрәти Ибне Ғәббәстән ишетеп, былай тип риүәйәт иткән: «Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөхтәрәм ағаһы Ғәббәс ибне Ғәбделмотталиб хәҙрәттәренә, тәсбих намаҙын күҙ уңында тотоп: «Эй, ағайым! Мин һиңә иң махсус кәңәш биреүем менән хөрмәт күрһәтәйем әле. Ул кәңәштәремде тотҡан тәҡдирҙә һинең гонаһтарыңдың әүәлгеһе һәм һуңғыһы, яңыһы һәм иҫкеһе, хаталыҡ менән һәм белеп эшләнгәне, кесеһе һәм олоһо, йәшерене һәм асығы — барыһы ла ғәфү ителер. Көс-ҡөҙрәтең етһә, шундай намаҙҙы һәр көн уҡы, һәр көн уҡый алмаһаң, яйына бер тапҡыр уҡы. Уны ла булдыра алмаһаң, йылына бер тапҡыр уҡы, һис булмаһа, ғүмереңдә бер тапҡыр уҡы!».
                                               Тәсбих намаҙын уҡыу тәртибе
     Дүрт рәкәғәтлек тәсбих намаҙында түбәндәге тәртиптә 300 тапҡыр ошондай тәсбих уҡыла:

 

     Сүбхәналлааһи үәл-хәмдүлилләәһи үә ләә иләәһә илләллаһу үә Аллаһу әкбәр. Үә ләә хәүлә үә ләә ҡүүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғаҙыым.
               «Сүбхәнәкә...» нән һуң «Әл-Фатиха»ға ҡәҙәр -15 тапҡыр;
               өҫтәмә сүрәнән һуң — 10 тапҡыр;
               рөҡүғта -10 тапкыр;
               рөҡүғтан турайғас -10 тапҡыр;
               беренсе сәждәлә -10 тапҡыр;
               ике сәждә араһында -10 тапҡыр;
               икенсе сәждәлә — 10 тапҡыр уҡыла. Беренсе рәҡәғәттә уҡылған тәсбихтәрҙең һаны — 75. Икенсе рәҡәғәттә лә шул тәртип менән тағы ла 75 тапҡыр. Артабан өсөнсө һәм дүртенсе рәҡәғәттәрҙә шулай уҡ уҡыла.
     Уҡыу тәртибен бөлмәгәндәргә уны йәмәғәт менән уҡырға мөмкин. Йәмәғәт менән уҡығанда имам булған кеше тәүҙә был намаҙҙы уҡыуҙы нәҙер итә һәм намаҙ уҡығанда тейешле тәсбихтәрҙе һәр урында ҡысҡырып әйтә. Йәмәғәт тауышһыҙ ғына унын әйткәндәрен ҡабатлай.
                         

                                     Тәсбих намаҙының бәрәкәттәре

     Тәсбих әйтеүҙең бик әһәмиәтле һәм бәрәкәтле булыуын иҫтә тотоп, Рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм, Тәсбих намаҙы “Саләт Әт-Тәсбих” исемле намаҙ уҡырға ҡушҡан булған, быға ныҡ баҫым яһаған һәм мөьминдәрҙе был намаҙҙы уҡырға өгөтләгән. Был турала түбәндәге хәҙистә бәйән ителә:
     Бер ваҡыт Рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм, үҙенең ағаһы хәҙрәти Ғәббәскә былай тигән:
“Йә, ағайым Ғәббәс! Мин һиңә махсус бер бүләк бирергә теләйем, йәғни һиңә шундай бер нәмә әйтергә теләйем, әгәр һин уны башҡарһаң. Аллаһы Тәғәлә һинең барлыҡ гонаһтарыңды, иҫкеләрен дә, яңыларын да, белеп тә, белмәй ҙә ҡылғандарын, кесеһен дә, ҙурын да, асығын да, йәшеренен дә кисерәсәк. Ул эш: дүрт рәҡәғәт нәфел намаҙ уҡыу, һәр рәҡәғәт аҙағында “Әл-Фатиха” (Фатиха) сүрәһен уҡығандан һуң һин торған саҡта ун биш мәртәбә “Сүбхәнәл-лаһ”, “Әл-хәмдү лил-ләһ”, “Лә-иләһә илләл-ләһ", “Аллаһу Әкбәр” тип уҡы, шунан рөҡуғта 10 мәртәбә ҡабатла, рөҡуғтан ашҡанда ун мәртәбә уҡы, беренсе сәждәлә ун мәртәбә, икенсе сәждәлә ун мәртәбә уҡы һәм икенсе сәждәнән ултырғанда ун мәртәбә уҡы.
Һәр рәҡәғәттә йәмғеһе етмеш биш мәртәбә була. Мөмкин булһа был намаҙҙы көн һайын бер мәртәбә уҡы. Әгәр көн һайын уҡый алмаһаң, һәр йома һайын уҡы, йә айына бер мәртәбә, йә йылына бер мәртәбә, һис юғында ғүмереңдә бер мәртәбә булһа ла уҡы ул намаҙҙы”.
     Сәхәбәләрҙең береһе риүәйәт ҡылып ҡалған: “Бер ваҡыт Рәсүлуллаһ, ғәпәйһис-сәләм, миңә былай тине: “Иртәгә иртүк минең эргәмә кил, мин һиңә бер әйбер бүләк итәм. Һиңә бер махсус бүләк бирәсәкмен”. Иртәгәһе көндө мин уның эргәһенә барҙым.
     Ул миңә: "Өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡы”, — тине, Шунан һуң ул миңә был намаҙҙы уҡыу тәртибен өйрәтте. Бынан тыш Рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм, гонаһтарым бар донъя кешеләре гонаһтарынан артыҡ булһа ла кисереләсәген хәбәр итте. Ошо намаҙҙы тейешле ваҡытында уҡый алмаһам ни эшләргә тейешлегемде һораным. Ул миңә уны көн йәки төн дауамында мөмкинлегем булғанда уҡырға ҡушты.
     Тәсбих намаҙы бик мөһим һәм әһәмиәтле намаҙ. Быны юғарыла бәйән ителгән хәҙистәрҙән аңлап була.
     Рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм, үҙенең хәҙистәрендә ул намаҙҙы олуғ сауап, файҙа ҡаҙаныу сараһы булараҡ тасуирлап, уның әһәмиәтлегенә айырым баҫым яһаған,. Шуға күрә, үткән быуат ғалимдары, мөхәддистәр һәм суфыйҙар ошо намаҙҙы еренә еткереп башҡара торған булғандар.
     Әйтеп кителгәнсә хәҙистең ныҡлығын, дөрөҫлөгөн раҫлап, был хәҙистең икенсе быуын мосолмандарҙан, сәхәбәләрҙән башлап беҙҙең замандарға ҡәҙәр олуғ ғалимдар тарафынан даими уҡылып килеүенә һәм мосолмандарға уҡырға тәҡдим ителеүенә ишара итә. Ғабдуллаһ ибн Мөбәрик шундайҙарҙың береһе. Ул Бохари имамды уҡытҡан остаздарҙың мөғәллиме булған. Көн һайын өйлә намаҙының аҙанын ишетергә ул мәсеткә барған һәм унда ул намаҙҙы өйлә намаҙына ҡәҙәр уҡыр булған. Ибн Мөбәрәктең остаҙы булған Ғабдул Ғәзиз ибн Әби Рәвәд бик диндар, тәҡүәле, изге кеше булараҡ танылған. Уның әйтеүенсә, йәннәткә керергә эҫтәгән кеше тәсбих намаҙын даими рәүештә уҡырға тейеш. Мәшһүр изге зат булған Әбү Ғосман Хәйри әйтеүенсә, төрлө бәлә-ҡазаларҙан да һәм ҡайғы-хәсрәттәрҙән ҡотолоу сараларынан да иң яҡшыһы шул тәсбих намаҙы булған.