Саләтүт-тәсбих — Тәсбих намаҙы

                                Саләтүт-тәсбих — Тәсбих намаҙы

     Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм Ғәббәс ибн Ғәбдулмуталлиб радыяллаһү ғәнһүгә әйтте: “ Эй минең атам менән бер туған ағам! Өйрәтәйемме һиңә бер эште, ҡасан да был эште ҡылһаң һиңә ун изгелек һәм файҙа булыр. Бының өсөн һинең әүәлге һәм ахырғы гонаһтарың, кесе һәм оло ҡылған хатаң, йәшерен һәм асыҡ ҡылған гонаһтарың ярлыҡаныр. Һин дүрт рәкәғәт тәсбих намаҙын уҡы, һәр рәкәғәттә бер «Фәтихә» һәм йәнә бер сүрә йәки бер нисә аят уҡы. Бынан һуң 15 тапҡыр «Сүбхәәнәлааһи үәлхәмдү лиләәһи үә ләә иләәһә иләллааһү үәллааһү әкбәр» тип әйт. Бынан һуң рукуғ ҡыл, рукуғта 10 тапҡыр әйт, башыңды күтәргәс тағын 10 тапҡыр әйт, унан һуң сәждә ҡыл, сәждәлә 10 тапҡыр әйт, башыңды әүәлге сәждәнән күтәргәс, йәнә 10 тапҡыр әйт, яңынан сәждәлә 10 тапҡыр әйт, башыңды сәждәнән күтәргәс, йәнә 10 тапҡыр әйт , икенсе рәкәғәткә тормаҫ уҡы. Тулыһы һәр бер рәкәғәттә 75 тапҡыр булыр.
     Был дүрт рәкәғәткә көсөң етһә һәр көндө уҡы, йә иһә йома көн уҡы, булмаһа аҙнаға, айға бер уҡы. Бер ҙә булдыра алмаһаң ғүмереңдә бер уҡы, сөнки быны уҡыуҙың нәфелдәрҙән файҙаһы күптер. Әмин.
     Сәхәбәләрҙең береһе риүәйәт ҡылып ҡалған: «Бер ваҡыт Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм миңә былай тине: „Иртәгә иртән минең яныма кил, мин һиңә бер әйбер бүләк итәсәкмен“. Мин ниндәй ҙә булһа матди бер әйбер булыр тип уйлаған инем. Иртһәгәһе көндө уның янына барҙым. Ул миңә: „Өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡы“, — тине. Бынан һуң ул миңә тәсбих намаҙын уҡыуҙың тәртибен аңлатты. Бынан тыш Рәсүлүллаһ ғәләйһис- сәләм был намаҙ бәрәкәтендә минең гонаһтарым бар донъя кешеләренән артыҡ булһа ла кисереләсәген хәбәр итте. Был намаҙҙы тейешле ваҡытында уҡый алмаһам ни эшләргә тейешлегемде һораным. Ул миңә уны көн йәки төн дауамында мөмкинлегем булғанда уҡырға ҡушты».
     Хәҙрәт Ғәббәс радыяллаһү ғәнһү былай ти: «Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм миңә:» Һиңә бер һәдийә, бер бүләк, бер бәрәкәт бүләк итәйемме?"- тип һораны. Мин әлегә ҡәҙәр һис кешегә бирелмәгән бер нәмә, бер әйбер бүләк итеү тураһында һүҙ бара тип уйлаған инем. Ул миңә дүрт рәкәғәтле намаҙҙың уҡыу рәүешен өйрәтте. Бынан һуң ул миңә «тәхийәт» өсөн ултырып торғанда «тәхиййәт»-тәң әүүәл баяғы кәлимәне уҡырға тейешлегемде әйтте".
     Тәсбих намаҙы — бик мөһим һәм әһәмиәтле намаҙҙыр. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм ул намаҙҙы оло һанап, файҙа сараһы булараҡ тәсуирлап, уның әһәмиәтлегенә айырым баҫым яһаған. Шуға күрә ғалимдар, мөхәддистәр, фәҡиһтәр, суфыйҙар үткән ғасырҙар дауамында был намаҙҙы еренә еткереп башҡара торған булғандар.
     Ғабдуллаһ ибн Мөбәрәк имам Бухарины уҡытҡан остаздарҙың мөғәллиме булған. Ул намаҙ әт-тәсбихте даими уҡыған. Уның остаҙы Ғабдүлғәзиз ибн Әби Раүәд бик динле, тәҡүәле, изге кеше булараҡ танылған. Уның әйтеүенсә,йәннәткә инеүҙе теләгән кеше тәсбих намаҙын даими уҡырға тейеш.
     Мәшһүр изге зат булған Әби Ғосман Хайри радыяллаһү ғәнһү әйтеүенә ҡарағанда, төрлө бәлә- ҡазаларҙан һәм ҡайғы-хәсрәттәрҙән ҡотолоу сараларыңдан иң яҡшыһы тәсбих намаҙы икән.
     "Мирҡат" китабында хәҙрәт Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс радыяллаһү ғәнһүҙең был намаҙҙы йома һайын уҡығанлығы әйтелә.
     Әбу Нәғим ибн Ғәббәстән нәҡел итеп риүәйәт иткән: «Эй Аллаһ! һиңә доға ҡылам, миңә мөстәҡим юлда булыусыларҙың тәүфиҡтарын насиб итеүеңде һорап, дөрөҫ иман әһеленең ғәмәлдәрен һорайым, тәүбә итеүселәрҙең һиҙгерлеген һорайым, сабырҙарҙың түҙемлеген, һинән ҡурҡыусыларҙың уяулыҡтарын һорайым, динде белеүҙе һорайым, һинән ҡурҡа алыу өсөн!
     - Эй Аллаһ! Мине һәр төрлө насарлыҡтан һаҡлап ҡалырлыҡ ҡурҡыу бир. һинең ризалығыңды, ғәмәлдәр ҡыла алыуымды насип ит, һиңә таянырлыҡ, тәүәккәл итерлек ит мине, сөнки мин һинән һәр саҡ яҡшы нәмәләр генә өмөт итәм. Эй нурҙы бар итеүсе! һин һәр төр етешһеҙлек Һәм кәмселектәрҙән өҫтөнһөң! Эй беҙҙе торғоҙоусо! Беҙгә камил нур насип ит һәм беҙҙе кисер, шик юҡ, Һин һәр нәмәне үҙ ҡарамағыңда тотоусоһоң! һин иң мәрхәмәтлеһең, минең доғамды рәхмәтеңдән ситтә ҡалдырмасы!»
Өйлә-төштән һуң, көндөҙ һәм төндә-теләһә ҡайһы ваҡытта был намаҙҙы уҡыр өсөн рөхсәтле ваҡыттар итеп һанала.
     Аллаһ Тәғәлә, пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм Уның хозурына (миғражда) килгәс, уға үәхи индерҙе:
     "Эй һөйөклө дуҫым! Намаҙ мөьминдең миғражылыр һәм мин уға рәхмәт һәм мәғфирәт ҡарауы менән ҡарауымдың сәбәп-сараһылыр. Ҡолдарым миңә намаҙҙа ғына яҡындан-яҡын булырҙар, намаҙҙан тышҡы һис бер хәлдә, һис бер эштә лә миңә намаҙҙағыса яҡыная алмаҫтар. Минең һине был миғражда хозурыма күтәреүемдең маҡсаты — ҡолдарыма ошо бүләкте — намаҙҙы бүләк итеп ебәреүем, — тине.
     Йәнә әйтелде, беренсе тапҡыр намаҙ көнгә 50 ваҡыт фарыз ҡылынған ине. Муса ғәләйһис-сәләм менән һөйләшкәндән һуң – мәғлүм — намаҙҙың һаны пәйғәмбәребеҙ тарафынан Аллаһ Тәғәләнән 5-кә ҡалдырылыуы һоралды, һәм Аллаһ Тәғәлә көнөнә 5 ваҡыт намаҙ фарыз ҡылып, пәйғәмбәребеҙгә йәнә үәхи рәүешендә һөйләне:
     "Эй һөйөклө дуҫым! Әгәр берәү 5 ваҡыт намаҙҙы ваҡытында үтәһә, Мин ул кешегә 50 намаҙ ҡылыуының сауабын яҙырмын, һәм ул намаҙ айырым ҡыям, көғуд, рөкүг, сәждә, тәшәһһүд, ҡираәт, тәсбих, тәһлил ғибәҙәттәрен үҙ эсенә алыр һәм үҙе лә айырым, тулы, камил бер ғибәҙәт булыр. Ул намаҙ барса фәрештәләрҙең ғибәҙәттәрен эсендә туплар һәм намаҙ уҡыусыға тороп, Ҡөрьән уҡып, рөкуғ ҡылып, сәждә ҡылып, ҡәғдә-тәшәһһүд ҡылып, тәсбих, тәһлил әйтеп ғибәҙәт ҡылыусыларҙың әжер-сауабын бирермен һәм хатта өҫтәп арттырырмын", — тине.
     Пәйғәмбәребеҙҙән (ғәләйһис-сәләм) риүәйәт ҡылына: «Миғраж кисәһендә йәһәннәмде күрҙем: ут диңгеҙҙәре, улар эсендә йыландар, саяндар ҡаҙына; Ағыулы төтөн, әсе, ҡайнар эсемлектәр,ҡот осҡос тауыштар — әгәр уларҙың береһе булһа ла донъя эсендә яңғыраһа, ер йөҙөндә һис кем дә иҫән булып ҡалмаҫ ине.
     Ундағы фәрештәнән: „Бындай оло ғазаптар ниндәй кешеләр өсөн булыр?“-тип һораным. Ул өндәшмәне. Шунда Жәбраил ғәләйһис-сәләм әйтте: „Ул ҙур хурлыҡтан һәм уңайһыҙлыҡтан яуап бирә алмай, һин уны ғөҙөрлө ит, ҡалдыр“, -тине. Мин әйттем: „ Юҡ, минең яуап ишетәһем килә һәм был хәлдең аҫылын беләһем килә“, — тинем. Ул фәрештә яуап бирҙе: „Эй Аллаһтың илсеһе! Был ғазаптарҙы Аллаһ Тәғәлә һинең өммәтеңдән намаҙға еңел ҡараусылар өсөн, намаҙҙарын рия менән ҡылыусылар өсөн, ғөҙөрһөҙ йәмәғәт намаҙына бармаусылыр өсөн әҙерләп ҡуйҙы. Был ғазаптарҙың иң олоһо иһә — һинең өммәтеңдән булған зина ҡылыусылар өсөн, хәмер эсеүселәр өсөн, зәкәт бирмәүселәр өсөн“, — тине.
     Йәнә мин ул йәһәннәмдә йыландар тулы бер табут күрҙем, ул табутта шундай яҙыу яҙылған ине: „Фәүәйлүл лил мусаллиин. Әлләҙиинә һум ғәң саләәтиһим сәәһүүн. Әлләҙиинә һум йураааьүүнә үә йәмнағүүнәл-мәәғүүн. Мәғәнәһе:“ Намаҙҙарына тейешле иғтибар бирмәүсе намаҙ уҡыусыларға, намаҙҙарын рия менән ҡылыусыларға, һәм кешеләргә ярҙам итеүҙән баш тартыусыларға ниндәй аяныстыр!».
             Тәсбих тартыу сауаптары “Дәғүәт нәшриәте” Башҡортостан мосолмандары диниә назараты