Саҙаҡаларға доға ҡылыу

                                             Саҙаҡаларға доға ҡылыу

 

                                                              رَبَّنَا تَقَبَّلْ مِنَّآ إِنَّكَ أَنْتَ السَّمِيعُ العَلِيمُ

   «Раббәнәә тәҡәббәл миннәә иннәкә әнтәс-сәмииғүл-ғәлиим»

   (Эй, Раббыбыҙ! Беҙҙән уны ҡабул ит, сөнки һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең).

                                              Саҙаҡаларға доға ҡылыу.
   Эй, Раббым! Үҙеңдең ризалығыңды өмөт итеп, пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтен өмөт итеп, ислам диненең алға барыуын өмөт итеп биргән был кешеләрҙең хәйер-саҙаҡаларын киң рәхмәтең менән ҡабул итһәң ине.
   Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ Аллаһ Тәғәлә уйламаған ерҙән ҡайтарып киң ризыҡтар, хәләл малдар, ләззәтле тағәмдәр ирештерһә ине.
   Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ хәйер биргәндә күңелегеҙҙә ниндәй изге морад-маҡсаттарығыҙ булһа, хәйерле, изге морад-маҡсаттарыгыҙға ирешергә насип булһа ине.
   Аллаһ ризалығы өсөн биргән саҙаҡаларығыҙ Аллаһ Тәғәлә һеҙгә йомартлыҡ дәрәжәһе биреп, ҡиәмәт көнөндә үҙ малығыҙ булһа ине, үҙегеҙҙе ҡаршы ала торған нур булып, тамуҡ утына пәрҙә булһа ине.
   Эй, Раббым! Ошо саҙаҡа биреүселәрҙе афәттәрҙән һаҡла һәм уның малдарын арттыр һәм хәйерле маҡсаттарына ирештер, уның гонаһтарын ғәфү ҡыл, уның иманын ҡеүәтлә. Әмин.
   Раббәнә әтинә фиддүнйә хәсәнәтән үә фил-әхирати хәсәнәтән үә ҡыйнә ғәҙәбәннәр.