Намаҙҙағы дәлилдәр

                                                         Намаҙҙағы дәлилдәр

     Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса намаҙ уҡыу рәүеше

     Инеш
     Йыш ҡына беҙҙең йәштәрҙән имам Әбү Хәнифә сығарған шәриғәт хөкөмдәре тик уның шәхси фекеренә, етешһеҙ хәҙистәрғә нигеҙләнгән, унан һуң йәшәгән ғалимдар имамдың һүҙҙәрен боҙоп күрһәткәндәр, шуға күрә лә Хәнәфи мәҙһәбе тәҡдим иткән намаҙ уҡыу ысулы дөрөҫ түгел, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Атап әйткәндә, ихрам тәкбирендә ҡулдарҙы ҡолаҡ дәрәжәһенә тиклем күтәреүҙе, ҡыямда ҡулдарҙы кендек аҫтына ҡуйыуҙы, намаҙҙың рөкөндөре араһында ҡулдарҙы күтәрмәүҙе, “Фатиха” сүрәһен уҡып бөткәс “әәмиин” һүҙҙен эстән генә әйтеүҙе, имам Ҡөрьән уҡығанда уға ойоусоның Ҡөрьән уҡымауын, сәждәгә киткәндә ҡулдарҙан башта теҙҙәр менән таяныуҙы, сәждәнән торғанда теҙҙәрҙе иң аҙаҡ ҡына күтәреүҙе, һ.б., Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәренә ҡаршы килә, тип иҫбатлайҙар. Быға оҡшаш яңылыш фекерҙәр кешеләрҙең ғилем һайлығы һәм ҡараштарҙың тәғассублы[ref] ғәрәпсә — фанатик [/ref] булыуынан килә. Мәҙһәб имамдарының ҡараштары араһындағы айырма хәҙистәрҙең һәм уларҙың аңлатмаларының төрлө булыуына нигеҙләнә. Ләкин һәр имам килтергән дәлилдәр Ҡөрьән аяттарынан, Пәйғәмбәр сөннәтенән алынған. Шуға күрә, һәр кеше, үҙенең имамына ойоғанда, башҡа имамдарҙы һәм уларҙың ойоусоларын хөрмәтләргә тейеш. Мәҙһәбтәрҙе иңҡар иткән кешеләр туранан-тура Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә эйәреүен белдерәләр икән, ысынында иһә улар ҙа тәҡлидте иңҡар итеүсе һуңғы осор, йәки хәҙерге заман дин белгестәренә эйәрәләр. Уларҙың үҙҙәре генә хәҙистәргә күрә ғәмәл ҡылыуҙарын иҫбатлау, улар ғына хаҡ юлда булып, башҡаларға ҡаршы ҡуйыуҙары бөтә мосолман өммәте намыҫына ҡағылыу тигән һүҙ. Был китаптың маҡсаты һүҙ көрәштереү, йәки низағлашыу түгел, уның эстәлеге Ҡөрьән һәм сөннәттәге дәлилдәрҙең Хәнәфи мәҙһәбенең намаҙ ҡылыу ысулы дөрөҫлөгөн генә дәғүә итә. Был хаҡта ғәрәп телендә күп кенә дәлилдәр менән нығытылған бихисап китап бар, ләкин тел белмәүселәр өсөн һәм күләмдәренең бәләкәй булыуы арҡаһында улар менән танышыу мөмкинселеге юҡ дәрәжәһендә. Был бәләкәй генә хеҙмәтебеҙ ярҙамында мәшһүр дүрт имамдарҙың береһенә — Әбү Хәнифә мәҙһәбенә эйәреүселәргә ҡарата барлыҡҡа килгән кире ҡараш юҡҡа сығыр, тигән өмөттәбеҙ. Был хеҙмәттә килтерелгән бөтә хәҙистәрҙең дә варианттары дөрөҫ, хәҙис ғалимдары фекере буйынса ҡулланыуға яраҡлы булыуҙарын иҫкәртәбеҙ.
           Сәид Дамир Шагавиев, Рәсәй Ислам Университетының теология факультеты деканы (Ҡазан)

     1.Намаҙҙың нигеҙҙәре (Әрҡән әс-саләһ)
     Мотлаҡ ҡылынырға тейеш (фарыз) намаҙҙарының алты терәге бар. Әгәр шуларҙың береһе булһа ла боҙолған, йәки үтәлмәгән икән, намаҙ ҡылынмағанға тиңләнә һәм уны яңынан ҡылыу мотлаҡ.
     Намаҙҙың рөкөндәре :
     1) Тәкбир әл-тәхрим йәки тәкбир әл-ифтитәх
     Намаҙ хәленә кереүҙе аңлата. Тәкбир әл-тәхрим ҡылынасаҡ намаҙға ниәтләп, ҡулдарҙы ҡолаҡтар дәрәжәһенә күтәреп, “Аллаһу Әкбәр” һүҙҙәрен әйтеүҙе тәшкил итә.[ref] Ҡара: аль-Һинди А. Фәтәүәт-татарханият. 16. 270-271; Әл-Фәтәүәл-һиндийәт. 16,123.[/ref] 
     Шуны иҫкәртәйек: беренсенән, ҡулдарҙы күтәреү Тәкбир әл-тәхримдең мотлаҡ ғәмәленә түгел, ә сөннәт ғәмәленә ҡарай. Икенсенән, “Аллааһү Әкбәр” һүҙҙәрен әйтеү мотлаҡ ғәмәл (вәжиб) һанала, ләкин башҡа торло һүҙҙәр әйтеү ҙә рөхсәт ителә, мәҫәлән, “Аллааһү Әғҙам”, йәки “Әр-Рахмәәнү Әкбәр”. Өсөнсөнән, аныҡ ниәт һәм шул үк ваҡытта рөхсәт ителгән һүҙҙәрҙән башҡа Тәкбир әл-ихрам дөрөҫ булмай. Тәкбирҙең һанап киткән варианттарын ҡулланырға мөмкин, ләкин “Аллааһү Әкбәр” бәғзеләренән дөрөҫөрәк булыр.[ref] Ҡара: 14 бүлек “намаҙын мотлаҡ ғәмәлдәре”[/ref]
     Дәлил:
     Ҡөрьән. Аллаһ Тәғәлә әйтте: (һәм Раббыңды олола!).[ref] Сүрә 74:3 [/ref]
     Сөннәт. Аллаһтың илсеһе әйтте ﷺ әйтте: «Намаҙға баҫһаң , камил, дөрөҫ итеп тәһәрәт ал, йөҙөңдө Ҡиблаға йүнәлт һәм “Аллааһү Әкбәр” тип әйт». [ref] Әбү Һүрайранан, әл-Бухари (№6667) һәм Мүслим (№397) хәҙис йыйынтыҡтарынан [/ref]
     2) Ҡыям-Ҡөрьән уҡығанда баҫып тороу
     Дәлил:
     Ҡөрьән. Аллаһ Тәғәлә әйтте: Намаҙҙарҙы һәм урта намаҙҙы һаҡлағыҙ һәм Аллаһ ҡаршыһында түбәнселек менән тороғоҙ. [ref] Сүрә 2:238 [/ref]
     Сөннәт. Аллаһтың илсеһе ﷺ әйтте: «Баҫып (аяҡ үрә) намаҙ ҡыл, тора алмаһаң — ултырып, ултыра алмаһаң — ятып (Ҡырын төшөп, ҡабырғала ятып)». [ref] Ғимран ибн Хөсәйендән, әл-Бухари(№1117),әт-Тирмиҙи(№371), һәм Әбу-Даүд(№952)хәҙис йыйынтыҡтары [/ref]
     3) Ҡира,әт-Ҡөрьән уҡыу
     Дәлил:
     Ҡөрьән. Аллаһ Тәғәлә әйтте:
     “Ҡөрьәндең еңел булған ерен уҡығыҙ” [ref] Сүрә 73:20 [/ref]
     Сөннәт. Аллаһтың илсеһе ﷺ намаҙын иғтибарһыҙ ҡылған береһенә шулай тигән: “Намаҙға баҫҡаныңда “Аллааһу Әкбәр” тип әйт, һуңынан Ҡөрьәндең еңел булған ерен уҡы, һуңынан үҙең ҡәнәғәт булған тиклем рөкүғ ҡыл” [ref] Әбү һүрайранан. әл-Бухари (№715), Мүсл м (№602), Әбү Дауд (№730) хәҙис йыйынтыҡтары [/ref]
     4) рөкүғ — билдән бөгөлөү
    Дәлил:
    Ҡөрьән. Аллаһ Тәғәлә әйтте: “Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Раббығыҙға рөҡуғ һәм сәждә ҡылығыҙ, һәм ғибәҙәт ҡылығыҙ, һәм изге эштәр эшләгеҙ, моғайын, бәхеткә ирешерһегеҙ!” [ref] Сүрә 22: 77 [/ref]
    Сөннәт. Аллаһтың илсеһе ﷺ намаҙын иғтибарһыҙ ҡылған береһенә шулай тигән: “Намаҙға баҫҡаныңда “Аллаһу Әкбәр” тип әйт, һуңынан Ҡөрьәндең еңел булған ерен уҡы, һуңынан үҙең ҡәнәғәт булған тиклем рөкүғ ҡыл” [ref] Әбү һүрайранан. әл-Бухари (№715), Мүслим (№602), Әбү Дауд (№730) хәҙис йыйынтыҡтары [/ref]
     5) Сәждә-маңлайҙы ергә тейҙереү
     Дәлил:
     Ҡөрьән. Аллаһ Тәғәлә әйтте: “Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Раббығыҙға рөҡуғ һәм сәждә ҡылығыҙ, һәм ғибәҙәт ҡылығыҙ, һәм изге эштәр эшләгеҙ, моғайын, бәхеткә ирешерһегеҙ!” [ref] Сүрә 22:77 [/ref]
     Сөннәт. Аллаһтың илсеһе ﷺ әйтте:
     “Миңә ете һөйәк(ағза) менән сәждә ҡылырға әмер ителде, улар: маңлай, ҡул устары, теҙҙәр һәм аяҡ остары(аяҡ бармаҡтары)»[ref] Ибн Ғәббәстән, әл-Бухари (№812), Муслим (№490), әт-Тирмиҙи(№273) хәҙис йыйынтыҡтарынан [/ref]
     6) Ҡағда ахира-һуңғы ултырыш(намаҙ аҙағында тәшәһһүд уҡырлыҡ ваҡыт ултырыу)
     Дәлил:
     Сөннәт. Аллаһтың илсеһе ﷺ Ибн Ғәббәсте ҡулынан тотоп алып, тәшәһһүдте өйрәткәс, әйтте: “ Ҡағда ахираны тамамлаһаң, намаҙың да тамамлана, Тороп киткең килһә, тороп китәһең, ултырырға теләгең булһа, ултырып тораһың [ref] Ибн Ғәббәстән, әл-Бухари (№812), Муслим (№490), әт-Тирмиҙи(№273) хәҙис йыйынтыҡтарынан [/ref]
     

     2. Намаҙҙың ҡылыныу рәүеше (Сифат ас-саләһ)
     I ) Нийәт.
     Намаҙ ҡылырға теләгән мосолман кешенең йөрәгендә нийәте булырға тейеш. Нийәттә намаҙҙың исем-атамаһы, ниндәй намаҙ (статусы), һәм нисек ҡылыныласағы билгеләнергә тейеш.
     Мәҫәлән: «Нийәт ҡылдым өйлә намаҙын (исеме) үҙ ваҡытында (йәки ҡаза-статус), ойоном (эйәрҙем) ошо имамға(ҡылыныу рәүеше)».
     Нийәт менән тәкбир [ref] Тәкбир — «Аллаһу Әкбәр» һүҙҙәрен әйтеү [/ref] араһында ваҡыт арауығы булмаҫҡа тейеш, тәкбир ваҡытында нийәт булырға тейеш. Нийәтте йөрәктә барлыҡҡа килтереү ауыр булғанда, йәки телдән әйтеү күңел тыныслығы бирһә, нийәт телдән әйтелә. Бының бер кәмселеге лә юҡ. Ҡайһы берәүҙәр нийәтте телдән әйтеүҙе сөннәт тип хисаплайҙар.
     Дәлил:
     Сөннәт. Аллаһтың илсеһе ﷺ әйтте:
     “Ысынбарлыҡта ғәмәлдәр ниәт буйынса гына баһалана, һәм ысынлыҡта ла һәр кеше ниәтләгәнен генә аласаҡ; донъяүи әйбер өсөн, йәки өйләнергә теләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн һижрәт ҡылған кеше тик шуның өсөн һижрәт ҡылған булыр”. [ref] Ғүмәр ибн әл-Хаттабтан, әл-Бухари (№1), Мүслим (XVI) хәҙистәр йыйынтығынан [/ref]
     2) Ифтитәх тәкбире ваҡытында ҡулдарҙы күтәреү
     Тәкбирҙә ҡул бармактары йыйылған да, таралған да булырға тейеш түгел. Улар ошо рәүешле булырға тейеш: Бармаҡтар уртаса килеш асылған, һәм устарҙың эске яғы ҡибла тарафына ҡаратып асылған. [ref] Тулыраҡ мәғлүмәт: Вәһб Әз-ЗүҺәйли. ФиҡҺ Әл-исләми вә әдилләтүһу 2 т.872 б. [/ref] 
     Дәлил:
     Сөннәт. Аллаһтың Илсеһе ﷺ тәҡбир ҡылғанда ҡулдарын күтәреп, бармаҡтарын аса ине. [ref] Хәҙис Әбү Һүрайранан; әт-Тирмиҙи (№222) хәҙистәр йыйынтығынан. [/ref] 
     Ҡулдар ус төптәре ҡолаҡ менән тигеҙләнгәнсе күтәрелә. Был хөкөм хәҙистәр һәм аҡли (аҡыл ярҙамында) дәлилдәр менән нығытылған, иҫбатланған. Сөнки был хәрәкәт имам артында намаҙ ҡылыусы һаңғырау кеше өсөн намаҙ башланыуы тураһында ишарат итә. Киреһенсә, ҡулдар иң баштары кимәленә генә күтәрелгән хәлдә, имам артында тороусылар намаҙ башланыуын һиҙмәйәсәктәр. Хәнәфи мәҙһәбенең мәшһүр ғалимы имам әс-Сархаси фекеренсә, тәкбир ваҡытында ҡулдарҙы күтәреү хәрәкәтен тулыһынса үтәү баш бармактарының осо ҡолаҡ йомшағына тейеүҙән ғибәрәт. Ҡулдарҙы ҡолаҡтан өҫкә һәм иң баштарынан түбән күтәреү — мәкруһ. [ref] Ҡара: аль-Хинди А.Фатава ат-татарханият.к. 270, 357 [/ref]
     Дәлил:
     Сөннәт. Риүәйәт ителгәнсә, Пәйғәмбәр ﷺ тәкбир ҡылғанда ҡул устарын ҡолаҡ дәрәжәһенә күтәргән. Вәил ибн Худжр “Мин Пәйғәмбәрҙең ﷺ намаҙҙа баш бармаҡтарын ҡолаҡ дәрәжәһенә тиклем күтәргәнен күрҙем”, тигән. Башҡа хәҙистәрҙә лә Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡулдарын яурындарына ҡәҙәр күтәргәне әйтелә. Шундай хәҙистәрҙең береһе Вәил ибн Худжр тарафынан килтерелә. Уның асыҡлауынса, элегерәк Пәйғәмбәр ﷺ ҡул устарын ҡолаҡтарына тиклем күтәрә ине, ә артабанғы йылда ул Пәйғәмбәрҙең ҡулдарын яурынына тиклем генә күтәргәнен күргән; ләкин был осраҡта Пәйғәмбәр ﷺ бурнус [ref] Ғәрәптәрҙә ҡулланыла торған көләпәрәле (капюшонлы) кейем; аҡ кейеҙ туҡыманан яһалған. [/ref] кейгән булған. Вәил ибн Худжр шуны ла өҫтәй:
     Пәйғәмбәр ﷺ тышҡы кейем кеймәгән саҡтарҙа, ҡул устарын ҡолаҡтарына тиклем күтәрер булған. [ref] Вәил ибн Худжрҙан, Ат-Тахави. Мэғэни әл-әҫәр № 1136 [/ref]
     Ҡатын-ҡыҙҙар, башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн ҡулдарын яурындарына тиклем генә күтәрәләр. Сөнки дини эштәргә ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың оялсанлығы күҙ уңында тотола, шунлыҡтан улар тәкбир әйткәндә ҡулдарын бик үк бейек күтәрмәйҙәр, сәждәлә ҡулдарын кәүҙәләренән айырмайҙар. Был осраҡтарҙа уларҙың ҡултыҡ аҫтары күренмәй.
     Дәлил:
     Сөннәт, Аллаһтың илсеһе ﷺ әйткән: “Йә, Ибн-Худжр, намаҙ ҡылғанда ҡулыңды ҡолаҡ дәрәжәһенә тиклем күтәр, ә ҡатындар иһә түштәренә тиклем күтәрһендәр” [ref] Вәил ибн Худжрҙан, С. Ат-Табарани, әл-Мүджәм әл-Кәбир № 1136 [/ref]
     3) Ҡөрьән уҡылғанда ҡулдарҙың торошо
     Уң ҡул һул ҡулдың өҫтөнә һалынып, кендек аҫтына урынлаштырыла. Уң ҡулдың баш һәм сәтәкәй бармаҡтары һул ҡулдың беләҙегенән уратып тоталар.
     Дәлил.
     Сөннәт. Вәил бип Худжрҙың атаһының һүҙҙәренән риүәйәт ителә: «Мин Аллаһ илсеһенең ﷺ намаҙ ваҡытында уң ҡулын һул ҡулы өҫтөнә һалғанын һәм уларҙы кендек аҫтында бағлағанын күрҙем». [ref] Ибн Абу Шейба А. аль-Мусаннаф №3938. [/ref] Хәҙистең иснәд тоғролоғо дәрәжәһе — хәсән. [ref] Иснәд тигәнебеҙ иһә хәҙисте “хәҙис туплаусыға” тиклем еткергән кешеләр исемлеге. Еткереүселәрҙең хәтер, объективлыҡ, тоғролоҡ кеүек критерийҙарын тикшергәндән Һуң иснадтың көслөлөк дәрәжәһе(сахих, хәсән,зәғиф) билдәләнә. [/ref]
     Әбү Мүхәммәд әл-Ғәйни әйткән: “Ҡулдарын кендек аҫтында бағлаған кеше һыны Аллаһты данлау һәм ололауға нығыраҡ тап килә, сөнки хаким, падишаһтар алдында нәҡ шул рәүештә торалар”. [ref] Ҡара: әл-Ғәйни А.әл-бинәйәт. 2, 210 бит [/ref]
     4) Намаҙ башында доға уҡыу:
     Намаҙ башында, уның беренсе рәҡәғәтендә киләһе доға әйтелә: “СүбхәәнәкәЛлааһүммә үә бихәмдикә үә тәбәәракәсмүкә үә Тәғәәлә джәддүкә үә ләә иләәһә ғайрүк”. Был доғаны имам да, уның артынан намаҙ ҡылыусылар ҙа үҙ алдына, эстән уҡыйҙар.
     Дәлил;
     Ҡөрьән. Аллаһы Тәғәлә әйтте: “...торған сағыңда Раббыңды маҡтап тәсбих әйт!” [ref] Сүрә 52- 48 [/ref]
     Сөннәт. Риүәйәт ителгәнсә, Аллаһ илсеһе ﷺ, намаҙ башында шулай тип әйтер булған: “СүбхәәнәкәЛлааһүммә үә бихәмдикә үә тәбәәракәсмүкә үә Тәғәәләә джәддүкә үә ләә иләәһә ғайрүк”. [ref] Әбү-Сәидәл-Худриҙан; Ән-Насаи (№899,900), Әбү Дауд (№775), Әт-Тирмиҙи (№242) һәм Ибн-Мәджә (№804) хәҙис йыйынтыҡтарынан [/ref]
     Тәғәввүҙ (Әгүүҙү биЛләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим) һүҙҙәре намаҙҙың башында ғына әйтелә. Ә бисмиЛләәһ (Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим) һүҙҙәре беренсе рәкәғәтең башында әйтелергә тейеш. Был һүҙҙәрҙең икеһен дә имам да, уға эйәреп намаҙ ҡылыусылар ҙа үҙ алдына, эстән уҡыйҙар. [ref] Имам Әбү Хәнифә һәм уның уҡыусыһы Мүхәммәд имамға ойоп намаҙ ҡылыусылар
тәғәввүҙ һүҙҙәрен әйтмәйҙәр, тигән фекерҙә булғандар  [/ref]

     Дәлил:
     Ҡөрьән. Аллаһы Тәғәлә әйтте: “Ҡөрьән уҡыған саҡта һин таштар менән атылып һөрөлгән шайтандан һыйыныуҙы Алланан һора!” [ref] Сүрә 16:98 [/ref]
     Сөннәт. Ибн Ғүмәр риүәйәт иткән: “Мин Пәйғәмбәр ﷺ, Әбү Бәкр, Ғүмәр артынан намаҙ уҡығаным булды һәм улар “Бисмилләәһир- рахмәәнир-рахиим” һүҙҙәрен ҡысҡырып әйтәләр ине”. [ref] Әд-Дәрәкутни (№ 1153') хәҙистәр йыйынтығынан [/ref] Был хәҙис шуға ишара яһай: был һүҙҙәрҙең ҡысҡырып әйтеү сәбәбе — кешеләрҙе өйрәтеү; һуңыраҡ ваҡыттарҙа инде был һүҙҙәр эстән генә әйтелә башлаған. Был хәлде шулай уҡ Әнәстән килтерелгән хәҙис тә дәлилләй. [ref] Ҡара: әл-Мәргинани Л. әл-һидәйәт 1 с.120 [/ref]
     Әнәс риүәйәт иткән: “Мин Пәйғәмбәр ﷺ, Әбү Бәкр (р.ғ.), Ғүмәр (р. г), Ғүҫмән (р.ғ) менән намаҙ ҡылғаным булды һәм уларҙың “Бисмилләәһир- рахмәәнир-рахиим” һүҙҙәрен ҡысҡырып әйткәнен ишетмәнем”. [ref] Муслим (№399) һәм ән-Нәсәи(№ 906) хәҙистәр йыйынтығынан [/ref]
     5) Ҡөрьәнде эстән һәм ҡыскырып уҡыу
     Әл-Фәтихә сүрәһе һәм башҡа өҫтәлмә сүрәнең сөннәт намаҙҙарының бөтә рәҡәғәттәрендә һәм фарыз намаҙҙарының беренсе ике рәҡәғәтендә уҡылыуы. Әл-Фәтихә сүрәһе сөннәт һәм фарз намаҙҙарының бөтә рәҡәғәттәрендә уҡыла. Намаҙ ҡылыусы кеше имам булып тора икән, ул иртәнге (фәджр)намаҙында, аҡшам (мәгриб) һәм йәстү (ғишә) намаҙҙарының беренсе ике рәҡәғәттәрендә Әл-Фәтихә сүрәһе менән өҫтәлмә сүрәне ҡысҡырып уҡый. Әгәр был намаҙҙарҙы бер үҙе ҡыла икән, ҡысҡырып уҡыу менән эстән уҡыу араһында һайлай. Ләкин ҡысҡырып уҡыу хуплыраҡ һанала. Ҡалған намаҙҙарҙа — өйлә (зухр) һәм икенде (ғаср) намаҙҙарында — сүрәләрҙе имам да, яңғыҙ ҡылған кешеләр ҙә эстән уҡыйҙар.
     Дәлил:
     Сөннәт. Әбү-Мәғмара атаһының һүҙҙәренән риүәйәт итә: “Беҙ Хәббәбтән Пәйғәмбәр ғаср һәм зухр намаҙҙарында Ҡөрьән уҡый инеме, тип һораныҡ.”Ул, эйе, тип яуапланы. Беҙ йәнә һораныҡ: “Ҡайҙан билдәле булды был?”. Ул, “һаҡалының ҡыбырлауы буйынса, тине”. [ref] Муслим (№452) һәм Бухари(№ 746) хоҙистэр йыйынтығынан [/ref]
     Ҡатын-ҡыҙҙар иһә бөтә намаҙҙарҙы эстән уҡыйҙар, ҡысҡырып уҡыу уларҙың намаҙын боҙа. [ref] Ибн Ғәбидин М. Радд әл-мухтар т,2, 259 бит [/ref]
     6) Имам артынан Ҡөрьән уҡыу
     Имам артынан намаҙ ҡылыусы кеше Ҡөръәндән бер нимә лә уҡымай, эстән булһа ла, ҡысҡырып булһа ла. Хәнәфи мәҙһәбенең күпселек ғалимдары шундай фекерҙә. [ref] 35 Мүхәммәд ибн Хәсән әш-Шәйбәни фекеренсә, эстән генә уҡылған намаҙҙарҙа имамға эйәреп ҡылыусы кешенең Ҡөрьәнде үҙ алдына укыуында зыям юҡ [/ref]

     Дәлил:
     Ҡөрьән. Аллаһы Тәғәлә әйтте: “Һәм Ҡөрьән уҡылған ваҡытта уны тыңлағыҙ һәм өндәшмәгеҙ,— моғайын, һеҙ рәхмәт алырһығыҙ!” [ref] Сүрә 7: 204 [/ref]
     Сөннәт: Аллаһтың илсеһе ﷺ әйткән: “Имам һеҙгә уның артынан ҡабатлап, уға эйәреү өсөн тәғәйенләнгән, әгәр ул тәкбир әйтә икән, һеҙ ҙә әйтегеҙ, ул Ҡөръән уҡый башлағас, шымығыҙ, тыңлағыҙ...”[ref] Әбү Һүрәйрәнән, Ибн-Мәджз (№846) хәҙис йыйынғығынан [/ref] Имам Мүслим был хәҙисте дөрөҫ (сахих) хәҙистәр рәтенә индерә.
     7) “Әмин” һүҙенең эстән әйтелеше
     Әл-Фәтихә сүрәһенән һуң имам да, уға ойоп намаҙ ҡылыусылар ҙа “Әмин” һүҙен бөтә намаҙҙарҙа ла эстән әйтәләр.
     Дәлил:
     Сөннәт: Аллаһтың илсеһе ﷺ әйткән: “Имам “Ғайрил мағдууби ғәләйһим үәләдаааалиин” тигәндәи һуң, “Әәмиин” тип әйтегеҙ. Дөрөҫлөктә, фәрештәләр ҙә “Әәмиин” тиҙәр, һәм, дөрөҫлөктә, имам “Әәмиин” ти ”. [ref] Әбү Һүрәйрәнән, ән-Нәсәи һәм Мүснәд Әхмәд хәҙис йыйынтыҡтарынан [/ref] Тимәк, был имамдың “Әәмиин” һүҙен эстән әйтеүенә ишара яһай, сөнки әгәр ул һүҙ ҡысҡырып әйтелгән булһа, Пәйғәмбәрҙең ﷺ был хаҡта хәбәр итеүенә хәжәт ҡалмаҫ ине. [ref] Тулыраҡ мәғлүмәт: Ат-Таханави А. “Иғлә әс-сөнән”, 2 том, 739 бит [/ref] Имамға эйәреп намаҙ ҡылыусылар иһә уның артынан ҡабатлай: “Имам һеҙгә уның артынан ҡабатлап, уға эйәреү өсөн тәғәйенләнгән...
     Самура һөйләүе буйынса: “Пәйғәмбәр ﷺ ике осраҡта шым торған (эстән уҡыған): тәкбирҙән һуң, намаҙ башлағанда һәм Ҡөрьән уҡып бөткән ваҡытта (Әл-Фәтихә сүрәһенән һуң). Быны менән Ғимран ибн Хүсәйи ризалашмаған һәм Убәй ибн Кәғбкә асыҡлауын һорап хат яҙған. Ул иһә шундай яуап ҡайтарған: “ Дөрөҫө — Самура тасуирлаған кеүек”. [ref] Ад-даракутни ( № 1290) һәм Мүснәд Әхмәд (№ 19362) хәҙис йыйынтыҡтарынан, оҡшаш хәҙисте ән-Нәсәи һәм әл-Бәйхаҡи килтерә... [/ref] Пәйғәмбәрҙең “Әәмиин” һүҙен ҡысҡырып уҡыуын телгә алған хәҙистәр уның шул рәүештә сәхәбәләрен өйрәтеүенә ишара яһай. һуңынан иһә ул был эштән туҡтай. Йәки “Раббығыҙға түбәнселек менән һәм йәшерен рәүештә доға ҡылығыҙ...” [ref] Сүрә 7:35 [/ref] аятының төшөрөлгәненә тиклем булыуы мөмкин. Мәғлүм булыуынса, “Әәмиин” һүҙе Ҡөрьәндең өлөшө түгел, доға булып тора. Шуға күрә әл-Фәтихә сүрәһенән алда уҡылған доға кеүек үк эстән уҡыла. [ref] Ҡара: әл-Ғәйни А. әл-бинәйәт. 2, 233 бит [/ref]
     8) Намаҙҙың рөкөндәре араһында ҡулдарҙы күтәрмәү
Билдән бөгөлгәндә (рөкүг хәрәкәтендә) тәкбирҙе ҡулдарҙы күтәрмәйенсә әйтеү. Билдән бөгөлгәндә ҡулдар теҙҙәргә һалына, ә бармаҡтар иркен, асылған рәүештә була. Арҡа төҙ, иҙәнгә ҡарата параллель торорға, баш аҫҡа ла төшөрөлмәгән, өҫкә лә күтәрелмәгән булырға тейеш.
     Ҡатын-ҡыҙҙар иһә билдән аҙ ғына бөгөләләр, ҡулдарын теҙҙәренә һалалар, бармаҡтарын бер-береһенән айырмайҙар.
     Дәлил:
     Сөннәт. Вәбиса ибн Мәғбәд әйткән: “Мин Пәйғәмбәрҙең намаҙ ҡылғанын күрҙем: билдән бөгөлгәндә ул арҡаһын шул тиклем төҙ тота ине, хатта өҫтөнә һыу ҡойһалар, һис ағып китмәҫ ине”,[ref] Ибн-Мәджә (№862) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     Ғәлҡәмә әйтеүенсә, Ғабдуллаһ ибн Мәсғүд шулай тигән: “Һеҙҙе менән Пәйғәмбәр ҡылған рәүештә намаҙ ҡылайым әле”. Артабан Ғабдуллаһ намаҙҙы ҡулдарын беренсе тәкбирҙән башҡа ерҙә ҡулдарын күтәрмәйенсә намаҙ ҡылған”. [ref] Әбү Дауд (№ 748), әт-Тирмиҙи (№ 257), ән-Нәсәи (№1058), Мүснәд Әхмәд (№3681) һәм әс-Сүнән әл-Күбра ал-Бәйхаҡи(№2363) хәҙис йыйынтыҡтарынан [/ref]
     Әл-Әсүәд риүәйәт иткән: “Мин Ғүмәр ибн әл-Хаттабтың (р.ғ.) беренсе тәкбирҙә ҡулын күтәргәнен һәм башҡа улай хәрәкәт ҡылмағанын күрҙем”. [ref]Ибн Әбү-Шәйбә әл- Мусаннааф (№ 2454), Ат-Тахави Мәғәни әл-әҫәр (№ 1328)  [/ref] Ғүмәр (р.г.) Пәйғәмбәрҙең ﷺ бил бөгөү һәм сәждә ҡылыу хәрәкәттәрендә ҡулдарын күтәргәне хаҡында белмәгән, тип уйлау мөмкин түгел; әгәр белмәгән булһа, уны мотлаҡ рәүештә башҡалар төҙәтер ине. Ләкин Ғүмәр намаҙын нәҡ шул рәүештә ҡылған һәм уны бер кем дә төҙәтмәгән. [ref] Ҡара: ат-Тахави А. Мәғәни әл-әҫәр т. 1, 294 бит [/ref] Шулай уҡ, беренсе дүрт хәлифәләр ҙә намаҙҙарында ҡулдарын беренсе тәкбирҙән башҡа күтәрмәгәндәр. [ref] Тулыраҡ мәғлүмәт: Ән-Нәймәви М.Әҫәр әс-сүнән [/ref]
     Ғасым ибн Куләйб атаһының һүҙенән риүәйәт иткәнсә, Ғәли (р.ғ.) ҡулдарын беренсе тәкбирҙә генә күтәргән. [ref] Ибн Әйү-Шәйбә әл-Мусаннаф (№ 2442), Ат-Тахави Мәғәни әл-әҫәр (№ 1320) һәм “әс-Сүнән әл-кубра”- Бәйхаки(№2367) хәҙис йыйынтыҡтарынан [/ref] Шуныһы иғтибарға лайыҡлы: Ғәли (р.ғ.)башта Пәйғәмбәрҙең ҡулдарын күтәргәнен күрер булған, ләкин һуңынан Ғәли был эштән туҡтай. Тимәк, Ғәлиҙе ҡулдарын күтәреүҙән баш тартыуға мәжбүр иткән мөһим сәбәб булған. [ref] Ҡара: ат-Тахави А. Мәғәни әл-әҫәр т.1,292 бит [/ref]
     Джәбир ибн Самура уларҙың янына Пәйғәмбәр ﷺ сығып, шуны әйткәнен риүәйәт итә: “Ни күҙем менән күрәм! һеҙ ҡулдарығыҙҙы арҡыры ат ҡойроғо кеүек күтәрәһегеҙ. Намаҙҙа тыныс булығыҙ”. [ref] Муслим (651) һәм Әбү Дауд (847) [/ref] Был хәҙисте асыҡлағанда имам әл-Бухари Пәйғәмбәрҙең ﷺ шелтәһе намаҙҙан һуң сәләм биргәндә ҡайһы бер сәхәбәләрҙең ҡулдарын һоноуона ҡағыла, ти. Әммә ысынбарлыҡта Пәйғәмбәр ﷺ намаҙҙары буйына күп тапҡыр ҡулдарын күтәргән сәхәбәләрен шелтәләй. Был хәҙистең контексы менән дәлилләнә. Беренсенән, “Намаҙҙа тыныс булығыҙ һүҙенән аңлашылыуынса, Пәйғәмбәр ﷺ шелтәһе намаҙ эсендә ҡылынған эштәргә ҡағыла, ә сәләм биреү, намаҙҙың эске эшенән һаналмай (сөнки намаҙ һуңғы ултырыштан (әттәхиәттән) һуң, сәләмгә тиклем, тамамланған һанала). Икенсенән, Пәйғәмбәр ҡулланған "арҡыры ат ҡойроғо кеүек” сағыштырыуы кешенең намаҙҙа күп тапҡыр ҡулын күтәреүгә яҡыныраҡ, сөнки тиктормаҫ аттар ҡойроҡтарын бер тапҡыр ғына күтәреүҙән ҡәнәғәтләнмәйҙәр.[ref] Тулыраҡ мәғлүмәт: әл-Усмәни Б.Мәвсуа фәтхәл-мүлхим би шәрх сахихи әл-имам Мүслим 3, 236-240 бит [/ref]
     9) Рөкүғ һәм сәждә зекерҙәре
     Рөкүғта өс тапкыр "Сүбхәәнә раббийәл-Ғаҙыйм” зекере әйтелә. Ә сәждәлә өс тапҡыр “Сүбхәәнә рабийәл-Әғлә”, тип әйтелә.
     Дәлил:
     Сөннәт. Хузәйфә әйткән: "Пәйғәмбәр ﷺ руҡууғта "Сүбхәәнә раббийәл-Ғаҙыйм”, ә сәждәлә "Сүбхәәнә рабийәл-Әғләә”, тип әйтә ине”. [ref] Әт-Тирмиҙи (№ 243) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     10) Рөкүғтән һуң әйтелгән зекер
     Рөкүғтан һуң намаҙ ҡылыусы йәнә ҡыям торошона ҡайта һәм шул уҡ ваҡытта "СәмиғаЛлааһу лимән хәмидәһ” тигән зекерҙе әйтә (ҡысҡырып әйтелә). Тулыһынса турайғандан һуң намаҙ ҡылыусы "Рәббәнәә ләкәл-хәмд”, зекерен әйтә. Имам артынан ҡылыусы "СәмиғаЛлааһу лимән хәмидәһ” тигәнде ишеткәс, эстән «Рәббәнәә ләкәл-хәмд» зекерен генә ҡабатлай. Имам иһә, киреһенсә, “СәмиғаЛлааһу лимән хәмидәһ” һүҙен ҡысҡырып әйтә, ә “Рәббәнәә ләкәл-хәмд” тигәнде — эстән.
     Имам Әбү Хәнифә шундай фекерҙә булған, ләкин Әбу Иусуф һәм Мүхәммәд уның менән ризалашмайынса, имам ике зекерҙе лә әйтергә тейеш, тиҙәр.
     Дәлил:
     Әбү Хәнифә дәлиле: Пәйғәмбәр әйткән: "Имам "СәмиғаЛлааһу лимән хәмидәһ” тигәс, "Рәббәнәә ләкәл-хәмд”, тип әйтегеҙ”. [ref] Әнәс ибн Мәликтән, әл-Бухари (№689) һәм Мүслим (№411) хәҙистәр йыйынтығынан [/ref] Тимәк, ул ﷺ зекерҙе имам һәм уға ойоусолар араһында бүлгән.
      Әбү Йусуф һәм Мүхәммәд дәлиле: “Пәйғәмбәр намаҙҙа ике зекерҙе ҡушыуы риүәйәт ителә (йәғни «СәмиғаЛлааһу лимән хәмидәһ” һәм „Рәббәнәә ләкәл-хәмд”)”. [ref] Әбү-Хүрәйранан, әл-Бухари(№789) һәм Мүслим (№ 391) хәҙистәр йыйынтығынан [/ref] Әбү Хәнифә был хәҙисте Пәйғәмбәрҙең ﷺ намаҙ ҡылғанда, имам булмаған осраҡҡа тап килә, тин ҡарай.
     11) Сәждә ҡылыу
     Ҡулдарҙы күтәрмәйенсә тәкбир әйтелә һәм сәждә ҡылына. Тәүҙә ергә теҙҙәр ҡуйыла, һуңынан — ҡулдар. Сәждә ваҡытында ҡул устары ҡолаҡ турыһында була, йөҙ ике ҡул араһында ҡала. Ергә башта танау тейә, һуңынан — маңлай. Беләктәр арыраҡ айырылып ҡуйыла, ә ҡорһаҡ боттарҙан йыраҡлаштырыла. Аяҡтарҙың һәм ҡулдарҙың бармаҡтары ҡибла тарафына ҡаратылған булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, ҡул бармаҡтарын бер-береһенән айырмау хуплыраҡ. Сәждәне тамамлағандан һуң тәү сиратта баш күтәрелә, һуңынан-ҡулдар, аҙаҡта — теҙҙәр.
     Ҡатын-ҡыҙҙарҙың иһә сәждәлә боттары ҡорһаҡтарына, ә беләктәре кәүҙәләренә тейергә тейеш.
     Дәлил:
     Сөннәт. Вәил ибн Худжр “Аллаһтын Илсеһе ﷺ сәждә ҡылғанда иң әүәл теҙҙәрен төшөрә, унан һуң ҡулдарын, ә сәждәнән ҡалҡҡанда — башта ҡулдарын унан һуң теҙҙәрен күтәргәнен күрҙем», тине. [ref] әт-Тирмиҙи (№268), Әбу-Дауд(№838).ән-Нәсәи(№1089) хәҙистәр йыйынтыҡтарынан [/ref]
     Ул шулай уҡ әйтте: «Мин Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәждә ҡылғанын күҙәтеп торҙом, һәм ул ﷺ сәждәлә булғанда ҡул суҡтарын ҡолаҡ турыһына ҡуя ине». [ref] ән-Нәсәи(№1265), әл-Муғжәм әл-кәбир әт-Табарани (№17549), Әхмәд “Муснад” (№18878)
хәҙистәр йыйынтығынан [/ref] 

     Ғәбделджәббәр ибн Вәил (р.ғ) әйтте: “Мин Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәждә ҡылғанда ергә танауын һәм маңлайын ҡуйғанын күрҙем” [ref] Тәбәрани “Мүғджәм эл-кәбир” (№ 17533) [/ref]
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәждә ҡылғанда эсен боттарынан шул тиклем йыраҡ тотор булған, хатта берәй хайуан инеп үтерлек ара ҡалған” [ref] Мәймүнәнән, Мүслим (№ 496) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     Хөзәйфә (р.ғ.)әйтте: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ рөкүғтә “Сүбхәәнә раббиәл-Ғаҙыйм”, ә сәждәлә “Сүбхәәнә раббиәл-Әғләә” тип әйтә ине” [ref] Әт- Тирмиҙи (№ 243) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     Мәлик ибн Бүхәйнә (р.ғ.) әйтте: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ намаҙ уҡығанда сәждәлә ике ҡулын ҡултыҡ аҫтары күренерлек итеп айырып ҡуя ине” [ref] әл-Бухари (№ 377) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     Беренсе сәждәнән һуң намаҙ ҡылыусы тәкбир әйтеп, күтәрелеп ултырырға һәм бер аҙға булһа ла тынысланып, йәнә тәкбир менән икенсе сәждәгә китәргә тейеш.
     Дәлил:
     Сөннәт. “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ намаҙҙы иғтибарһыҙ уҡыған кешегә шулай тип өндәште: “Намаҙға баҫҡас, “Аллааһү Әкбәр” тин әйт, һуңынан Ҡөрьәндән еңел булғанды уҡы, унан һуң рөкүғкә китеп, тынысланғансы тор, унан һуң турайып баҫ, унан һуң сәждәгә китеп, тынысланғансы тор, унан һуң күтәрелеп ултыр һәм тынысланғансы ултырып тор, унан һуң намаҙыңды шул рәүештә дауам ит”. [ref] Әбү Хүрәйранан, әл-Бухари (№ 715), Мүслим (№ 602), Әбү Дәуд (№ 730) хәҙис
йыйынтыҡтарынан [/ref]

     12) Икенсе сәждәнән һуң ултырмайынса күтәрелеп баҫыу.
     Намаҙ ҡылыусы икенсе сәждәнән һуң ултырып тормайынса, күтәрелеп баҫырға тейеш. Ҡалҡҡан ваҡытта тәкбир әйтелә. Был хәрәкәт сәждәнән һуң тәшәһһүд уҡылырға тейеш булған осраҡтан башҡа, бөтә осраҡтарҙа ла башҡарыла.
     Дәлил:
     Сөннәт. Ғәййәш ибн Сәхл Әс-Сәгди сәхәбәләр алдында Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ намаҙ ҡылғаны хаҡында һөйләгәндә, шулай тине: тәкбир әйтеп, икенсе сәждәгә китте, унан һуң тәкбир әйтеп, ултырмайынса тороп баҫты” [ref] Әбү Дәуд (№ 733, 966) Бәйхәҡи “эс-Сөнән әл-кубра' (№ 2475). [/ref]
     13) Тәшәһһүд һәм салауатты уҡыу.
     Икенсе рәкәғәттән һуң ултырыш “һуңғы” (мәҫәлән, иртәнге намаҙҙа), йә иһә “урта тәшәһһүд” була ала. Әгәр ҡылынған намаҙ ике рәкәғәттән күберәк икән, тәшәһһүдте генә уҡып, ҡалған рәкәғәттәрҙе уҡып бөтөрәбеҙ. Намаҙҙы тамамлаусы һуңғы ултырыш намаҙҙың рөкөнө булып тора. Шуға күрә, һуңғы ултырышты һис тә ҡалдырырға ярамай.
     Ултырышта һул аяҡҡа ултырабыҙ, уң аяҡты бармаҡтары менән Ҡиблаға йүнәлдереп баҫтырып ҡуябыҙ. Устар бармаҡтар араһы асык ҡалған килеш боттарға ҡуйыла, ҡибла тарафына йүнәлдерелә.
    Ҡатын-ҡыҙҙар һул яғына ултырып, аяҡтарын уң яғында ҡалдыра. Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә, ҡатын-ҡыҙҙар аяҡтарын ситкә алмай, уларға ултыра ала. [ref] Ҡара: Әл-Һинди А. Фәтәүә әт-татархания 1том, 316 бит [/ref] Устарын боттарына бармаҡтар араһын асмайынса ҡуя. [ref] Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар” 2 том, 265,266,267 биттәр [/ref]

     Дәлил:
     Сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ намаҙҙа ултырғанда һул аяғын йәйеп, уның өҫтөнә ултыра ине, ә уң аяғын баҫтырып ҡуя ине” [ref] Ғәйшәнән, Муслим (№ 498) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     Ибн Зүбәйр (р.ғ.) Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәшәһһүд уҡыуын телгә алғанда : “Ултырғанда ул уң ҡулын уң ботона, ә һул ҡулын һул ботона ҡуя ине” — тип әйтте [ref] Муслим (579) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     Тәшәһһүдте уҡығанда намаҙ ҡылыусы “Әшһәдү” һүҙенән һуң үң ҡулдың имән бармағын күтәрә, “Иллә Ллаһ” һүҙенән һуң — төшөрә. Йә иһә, икенсе ысул мөмкин: имән бармаҡты күтәрер алдынан сығанаҡ һәм сәтәкәй бармаҡтарҙы ус тарафына йыйырға, урта һәм баш бармаҡтарҙы бер-береһенә тейгеҙеп, түңәрәк яһарға. Ике ысул да дөрөҫ һанала.
     Бармаҡты күп тапҡыр хәрәкәтләндереү хәнәфи мәҙһәбендә мәкрүһ ғәмәлдәрҙән һанала.[ref] Ҡара: Әт-Тәхәнәви “Иғлә әс-сүнән” 2 том, 879 бит. [/ref]  Улай ғына ла түгел, ҡайһы бер ғалимдар имән бармаҡты бөтөнләй күтәрмәүҙе хәйерлерәк һанағандар.[ref] Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар” 2 том, 265,266,267 биттәр, [/ref]

     Дәлил:
     Сөннәт. Ибн Әз-Зүбәйр (р.ғ.) әйтте: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тәшәһһүд уҡығанда имән бармағы менән ишара ҡылған һәм уны хәрәкәтләндермәгән”. [ref] Әбү Дәуд (№ 839) хәҙис йыйынтығынан [/ref] Был хәҙисте еткереүселәр сылбыры дөрөҫ, сахих. Имам Бәйхәки Вәил ибн Хүджрдән (р.ғ.) килтерелгән хәҙис бар “...унан һуң бармағын күтәреп, уны хәрәкәтләндергәнен күрҙем...”, ихтимал, “хәрәкәтләндерҙе” һүҙен килтергәндә “ишара итте” тигән мәғәнә күҙ уңында тотолғандыр”, ти үҙе Байхаҡи [ref] Ҡара: Шәүкәни “Нәил әл-әүтар”, 2 том, 315, 316 бит. [/ref]
     Ибн Амр (р.ғ.) риүәйәт иткән: “Имән бармаҡты намаҙҙа хәрәкәтләндереү — шайтан өсөн ҡурҡыныс хәл” тигән хәҙисте Бәйхәки “сахих түгел” тип билдәләгән.[ref] Бәйхәҡи “Сөнән әл-кубра”, 2 том, 132 бит. [/ref]
     Салауат тәшәһһүдтән һуң уҡыла. Салауат әйтеүҙең төрлө формалары бар, әммә иң тулы, камилы ошо: “Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәййидинәә Мүхәммәд, кәмәә салләйтә ғәләә сәййидинәә Ибрааһимә үә ғәләә әәли сәййидинәә Ибрааһим, үә бәәрик ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли сәййидинәә Мүхәммәд, кәмәә бәәрактә ғәләә сәййидинәә Ибрааһимә үә ғәләә әәли сәййидинәә Ибрааһимә фил-ғәәләмиин, иннәкә хәмиидун мәджиид”. Хәнәфиләр фекере буйынса, Пәйғәмбәр ﷺ исеменә “сәййид” эпитетын ҡушыу мөстәхәб ғәмәл. Ә инде “Намаҙҙа мине “сәййид” — тип әйтмәгеҙ” хәҙисенә килгәндә, ул уйлап сығарылған һанала.[ref] Тулыраҡ мәғлүмәт: Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар”2 том,274 бит; Вәһб Әз-Зүһәйли, Фиҡһ әл-исләми вә әдилләтүһү том 2, 908 бит. [/ref]
     Намаҙ аҙағында сәләм биреү.
     Тәшәһһүд һәм салават уҡығандан һуң Ҡөрьәндән, йәки Пәйғәмбәр ﷺ Сөннәтенән алынған доға уҡырға мөмкин. Доғанан һуң башты башта уң яҡҡа бороп сәләм әйтәбеҙ, шунан һуң һул яҡҡа бороп сәләм бирәбеҙ: “Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтүЛлаһ”.
     Дәлил:
     Сөннәт. Ғабдулла ибн Мәсғүд (р.ғ.)әйтте: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ башын уң яҡка бороп сәләм биргәндә, уның уң яңағының аҡлығы күренә ине, ә һул яҡҡа сәләм биргәндә — һул яңағыныҡы.[ref] Әбү Дәуд (№ 996), Әт-Тирмиҙи (№ 295), Ән-Нәсәи (№ 1324,1322) хәҙистәр йыйынтығынан [/ref]
     Намаҙҙан һуң үтәлә торған ғәмәлдәр.
     Намаҙ тамамланғас, сөннәт буйынса хәҙистә килтерелгән доға ҡылына:
     “Аллаһүммә әнтәс-сәләм үә минкәс-сәләм, тәбәәрактә йә ҙәлджәләли үәл-икрам”. Бынан һуң “Аятүл-Күрси” уҡыла һәм утыҙ өсәр тапҡыр ошо зекерҙәр әйтелә: “Сүбхәәналлааһ”, “Әлхәмду лиЛләәһ”, “Аллааһү Әкбәр”. Артабан, намаҙ уҡыған кеше ҡулдарының ус төптәрен өҫкә ҡаратып, күкрәк дәрәжәһенә тиклем күтәрем, доға ҡыла [ref] Был ғәмәл мөтәвәттир дәрәжәһенә етерлек сөннәт эше һанала. Ҡара: Әт-Тирмиҙи (№3556); Әбу Дауд (№1486, 1488); Ибн Мәджә (№3865); Әл-Бәйхаҡи (№2/212) Хәҙистәр йыйынтығы. Әнәс ибн Мәлик риүәйәт итеп, Бухари хәҙистәр йыйынтығында килтерелгән хәҙискә килгәндә инде, уны түбәндәгесә аңларға мөмкин: ямғыр һорап Намаҙ ҡылғандан башҡа, Әнәс Пәйғәмбәрҙең ҡулдарын шул тиклем өҫкә күтәргәнен күргәне булмаған. Тимәк, Әнәс Пәйғәмбәребеҙҙең башҡа осраҡтарҙа ҡулдарын өҫкә күтәргәнен кире ҡаҡмай. [/ref]
     Доға ҡылынғас, ҡулдары менән йөҙөн һыпырып ала. [ref] Йөҙҙө һыпырыу шулай уҡ сөннәт ғәмәле. Ҡара: Ибн Ғабидиң “Радд әл-мухтар, 2 том, 264 бит; Вәһб Әз-Зөһәйли. Фиҡһ әл-исләми вә әдилләтүһү 2 том, 995 бит [/ref] Был ғәмәлдәр өйлә, аҡшам һәм йәстү выҡытының сөннәт намаҙҙарынан һуң, иртәнге һәм икенде намаҙҙарының фарыз намаҙҙарынан һуң башҡарыла.
     Шуныһы мөһим: фарыз һәм сөннәт намаҙҙары араһындағы ваҡыт бик ҡыҫҡа, һәм был ваҡытта башҡа ғәмәлдәр башҡармайынса, алдараҡ телгә алынған ҡыҫҡа доғаны ғына ҡылыу дөрөҫөрәк булыр; “Аллааһүммә әнтәс-сәләәм үә минкәс-сәләәм, тәбәәрактә йәә ҙәлджәләәли үәл-икраам”. [ref] Сәхәбәләр фекеренсә, фарыз намаҙынан һуң сөннәт намаҙы бар икән, ултырып тороу мәкруһ ғәмәлдәрҙән була. [/ref]
     Был доға ҡылынғас, намаҙ ҡылыусы ҡалҡып, сөннәт намаҙын башҡара. Сөннәт намаҙын уҡыусыға урынын алмаштырыу хәйерлерәк һанала (мәҫәлән, алдағы намаҙҙы уҡыған урындан бер аҙым ситкә күсеү ҙә етә). [ref] Ҡара: Әл-һинди А. Фәтәүә әт-татархания 1том, 270 бит. [/ref] Намаҙ тамамланғас, имам намаҙҙан һуң әйтелә торған зекерҙәрҙе әйтеү әсен боролоп, уға ойоусыларға ҡарап ултырырға тейеш.
     Дәлил:
     Сөннәт. Мөъминдәрҙең инәһе Ғәйшә (р.ғ.) риүәйәт итеүе буйынса, Пәйғәмбәр ﷺ намаҙ аҙағында сәләм биргәндән һуң (бында өйлә, аҡшам, йәстү намаҙҙары күҙ уңында тотола) киләһе доғаны: “Аллааһүммә әнтәс-сәләәм үә минкәс-сәләәм, тәбәрактә йәә ҙәлджәләәли үәл-икраам” әйткән ваҡыт арауығында ғына ултыра ине. [ref] Ҡара: Мөслим (№134/592); Әт-Тирмиҙи (№298); Ибн Мәджэ (№924); Әхмәд (№235/6) хәҙис йыйынтыҡтары. [/ref]
     Пәйғәмбәр ﷺ әйтте: “Аллаһтан ҡулдарығыҙҙың өҫкә яғы менән түгел, ә ус төптәре менән һорағыҙ һәм һунынан улар менән биттәрегеҙҙе һыпырығыҙ. [ref] Әбу Дауд (№ 1485, 1486) [/ref] 
     Пәйғәмбәр ﷺ иртәнге намаҙ тамамланғас, үҙенең сәхәбәләренә йөҙө менән борола торған булған.[ref] Ҡара: Әбу Дәуд (№1485, 1486) хәҙис йыйынтығынан [/ref]  Уның был ғәмәле мәсеткә яңы ингән кешеләргә намаҙ бөтөүө тураһында хәбәр иткән, сөнки имам ҡибла тарафынан боролоп ултырған .
     Намаҙ ҡылыусының намаҙҙан һуң ҡалыу урыны.
     Намаҙ ҡылыусыға намаҙын тамамлағас, шул үҙ урынында ҡалыу хәйерлерәк. Имам һәм уға ойоусылар зекер һәм доғаларҙы ҡылыр өсөн үҙ урындарында ултырып ҡалалар һәм имам тороп киткәс кенә башҡалар урындарын алыштыра, тарала алалар.
     Дәлил:
     Сөннәт. Әнәс ибн Мәликтән риүәйәт ителгәнсә, Аллаһ Рәсүле, үҙе намаҙын тамамлап, урынынан тороп киткәнсе, башҡаларға таралырға рөхсәт итмәгән [ref] Әбу Дәуд (№624) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     

      Намаҙҙа баш кейеме кейеү.
     Фарыз намаҙын башҡарғанда ла, сөннәт намаҙын башҡарғанда ла, баш кейеме кейеү зарури. Был ғәмәл мөстәхәб ғәмәлдәрҙән һанала. Ә инде белә тороп, намаҙҙы баш кейемһеҙ ҡылыу — мәкруһ. [ref] Ҡара: Вәһб Әз-Зуһәйли. Фиҡһ әл-исләми вә әдилләтүһу 2 том, 972 бит; Ғәләуддин Әл- Кәсәии. Бәдәнгу Әс-Сәнәиғ I том, 538 бит; Әл-Фәтәвә әл-Һинди 1 том, 116 бит; Әл-һинди А. Фәтәвә әт-татархания 1 том, 352 бит [/ref] Әммә, шул уҡ ваҡытта ундай намаҙ дөрөҫ башҡарылған тип һанала. Әгәр ниндәй ҙә булһа сәбәптәр арҡаһында намаҙ ваҡытында баш кейемен кейеү мөмкинлеге тыумай икән, ғәмәл мәкруһ булып һаналмай.
     Дәлил:
     Сөннәт. Ибн Ғүмәр: “Аллаһтың рәсүле аҡ төҫтәге баш кейеме кейә ине” — тип әйтә [ref] Әл-Бәйхаҡи. Шиғап әл-иман №5991 (риүәйәт итеүселәрҙең береһе ышаныслы түгел) [/ref]
Ғабдулла ибн Сәғид Ғәли ибн Хөсәйендең [ref] Пәйғәмбәрҙең бүләһе [/ref] аҡ төҫтәге мысыр баш кейемен кейгәнен күреүе тураһында хәбәр итә. [ref] Ҡара: Ибн Әбү-Шәйбә. Мусәннәф 6 том, 33 бит [/ref] Раҡәнә Ғабдуйәзид Пәйғәмбәрҙең: “Салма һәм баш кейеме-беҙҙең һәм мөшриктәр араһындағы айырманы сағылдырыусы билге”, тип әйткәнен ишетә [ref] Ҡара: Әл-Хәким. Мөстәдрак ғәла сахихәйн (№5937), Әл-Бәйхаҡи. Шиғап әл-иман (№5990),; Мөснәд Әбу-Яғлә Әл-Маусыйли (№1384) [/ref]
     3) Йәмәғәт менән уҡыла торған намаҙ.
     Фарыз намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу сөннәт-мөәҡҡәдә (ҡалдырылмай торған сөннәт) һанала. Ҡайһы бер ғалимдар уны хатта фарыз-кифәйә [ref] Фарыз кифәйә ғәмәлең мосолмандар араһында бер төркем үтәһә, өммәттең башҡа ағзаларынан был яуаплылыҡ төшә, әгәр бер кем дә үтәмәһә, барыһы ла гонаһлы була. [/ref] тип атайҙар. Ғыйраҡ ғалимдары мосолмандың бер генә тапҡыр булһа ла етди сәбәпһеҙ йәмәғәт намаҙын ҡалдырыуын гөнаһҡа тиңләгәндәр. Хорасан [ref] Иран һәм Әфғанистандың төньяк һәм төньяк-көнсығыш тарафтарында урынлашҡан бер тарихи өлкә. [/ref] ғалимдары йәмәғәт намаҙын ҡалдырыу ғәҙәткә керһә, гөнаһ була тин һанағандар. Шуға күрә, намаҙҙарҙы ваҡыты менән йәмәғәт менән уҡырға тырышырға кәрәк.[ref] Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар“, 2 том, 341-347 бит. [/ref]
     Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ир кеше имам булмаған ваҡытта намаҙҙы йәмәғәт менән ҡылыу — мәкрүһ. Әммә, йәмәғәт менән уҡыйҙар икән, имам булып һайланған ҡатын-ҡыҙ беренсе сафтың уртаһында торорға тейеш.
     Дәлил:
     Сөннәт. Әбү Сәғид әл-Хөдри (р.ғ.) Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ “Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡыу яңғыҙ уҡыуға ҡарағанда егерме биш тапҡыр хәйерлерәк” тигән һүҙҙәрен ишеткән.[ref] Әл-Бүхари (№ 646) хәҙис йыйынтығынан [/ref]
     Намаҙ ваҡытында имам булыр өсөн иң ҡулай(яраҡлы) кешене билгеләү тәртибе
     Йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙа имам булып Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Сөннәтен (йәғни, фиҡыһты) яҡшыраҡ белгән кеше тороуы яҡшырак була. Ләкин ул кеше Ҡөрьән аяттарын намаҙ уҡырлыҡ дәрәжәлә белергә тейеш. Артабан, имам булыу өҫтөнлөгө кешенең Ҡөрьәнде яҡшырак белеүенә, тәҡүәлегенә, йәшенә, әхлағына, ҡиәфәтенә ҡарап бирелә. [ref] Әл-Мәүсыли “Ихтияр”, 1 том, 89 бит. [/ref] Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ: мәсет имамына үҙ мәсетендә, йорт хужаһына үҙ йортонда имам булыуҙа башҡаларға ҡарағанда өҫтөнлөк бирелә.[ref] Әт-Тәхәнәви “Иғлә әс-сүнән” 3 том 1293 бит [/ref]
     

     Сафтарҙы тигеҙләү
     Аллаһ Илсеһенең ﷺ сөннәте буйынса йәмәғәт менән уҡылған намаҙҙа иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе-сафтарҙы тигеҙләү (башҡаларға уңайһыҙлыҡ тыуҙырмайынса) һәм тығыҙландырыу. Сафтарҙы тигеҙләү һәм тығыҙландырыу — намаҙ ҡылыусыларҙың иң баштарын бер-береһенә тигеҙләү тигәнде аңлата.[ref] Әл-Һинди А. Фәтәвә әт-татархапии 1 том, 390 бит [/ref]  Намаҙ уҡыусының аяҡтары араһында күпме ара ҡалырға тейешлеге тураһында Пәйғәмбәрҙең ﷺ ҡәтғи хәбәре булмағанға,[ref] ара, мәҫәлән: Шәхин Лашин М. Фәтх әл-мунғим шәрх сахих Муслим 2 том, 597- 60466; Әл-Ғәйии А. Ғүмдәд әл-кари шәрх сахих эл-Бухари 5 том, 369-379 бб. [/ref]  хәнәфи мәҙһәбендәге ғалимдар был осраҡта аяҡ табандары араһында дүрт бармаҡ һыйырлыҡ ара ҡалдырырға кәңәш итәләр.[ref] Ҡара: Әл-Фатәвә Әл-һиндия I том, 131 бит; Вәһбә Әз-Зөхәйли Фикһ әл-исләми вә әдилләтүһү 2 том, 881 бит. [/ref]
     Дәлил:Сөннәт. Пәйғәмбәр ﷺ әйтте: “Сафтарығыҙҙы тигеҙләгеҙ. Дөрөҫлөктә иһә, намаҙҙың камиллығы сафтарҙың тигеҙлегендәлер”.[ref] Әнәстән, Мүслим (№656). [/ref]
    Әнәс бин Маликтең намаҙ ваҡытында бер сәхәбәнең аяҡ табанын икенсе бер сәхәбәнең аяҡ табанына терәтеп ҡуйыуын күреүе был эштең сөннәт икәнен иҫбатламай. Киреһенсә, сәхәбәләр был ғәмәлде яратмағандар һәм уны ҡылыуҙан тартынғандар. Быға дәлил булып Мәғмәрҙән килгән хәҙис тора: әгәр ҙә мин хәҙер был ғәмәлде сәхәбәләрҙең береһенә ҡарата башҡарһам, ул ҡоторған ҡасыр кеүек ситкә һикерер ине”.[ref] Әт-Тәхәнәви “Иғлә әс-сүнән” 3 том 1293 бит [/ref]
     Әгәр имам менән бергә бер генә кеше намаҙ ҡыла икән, ул имамдың уң яғынанн баҫа, ә имам менән бер сафта тороуо хуп түгел. Мөхәммәд ибн Хәсән Әш-Шәйбәпи иһә имамға ойоған кешенең аяҡ бармаҡтары имамдың үксәләре менән бер дәрәжәлә (турыла) булырға тейеш, тип әйткән. Әбү Йософ фекеренсә, имам артынан ике кеше намаҙ ҡыла икән, был осраҡта береһе уның уң яғына, икенсеһе — һул яғына баҫыуы мөмкин .
     Ҡатын-ҡыҙҙар имамға эйәреп уҡығанда айырым бер сафҡа баҫалар. Әгәр намаҙҙа балалар ҙа ҡатнаша икән, беренсе сафҡа ир кешеләр баҫа, унан һуң балалар һәм балалар артынан ғына ҡатын-ҡыҙҙар. Әгәр намаҙ ваҡытында ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән бер сафта тороп, улар араһында бер ниндәй ҙә пәрҙә булмай икән, ҡатын-ҡыҙҙың һул һәм уң яҡтарында торған ир кешеләрҙең намаҙҙары боҙола, ләкин ҡатын-ҡыҙҙың намаҙы боҙолмай.[ref] Әл-Мәүсыйли “Ихтияр”, 1 том, 82 бит. [/ref]
     Дәлил:
     Сөннәт. Әнәс (р.ғ.)әйтте: “Минең Мөләйкә исемле өләсәйем Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ үҙе әҙерләгән табынға саҡырҙы. Ашап бөткәс, ул ﷺ: “Тороғоҙ, мин һеҙҙең менән бергә намаҙ уҡыйым”, ти не. Мин иһә ҡамыштан яһалған һәм оҙаҡ ҡулланыуҙан ҡарайып бөткән бер йәймә өҫтөнэ баҫып, уның өҫтөнә һыу һиптем, һуңынан уның өҫтөнә Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ баҫты. Мин бер йәтим менән уның артынан беренсе сафҡа баҫтым. Өләсәйем иһә артҡа баҫты. Ике рәкәғәт намаҙ уҡығас, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сығып китте”.[ref] Әбү Дауд (№ 517) [/ref] 
     

     Намаҙҙың ҡалдырылған өлөшөн тултырыу.
     Әгәр ҙә берәйһе, йәмәғәт менәп уҡыла торған намаҙҙың башына өлгөрмәйенсә, бер йәки бер нисә рәкәғәт уҡылғандан һуң килеп ҡушыла икән, уға имам намаҙҙы тамамлағандан һуң намаҙҙы яңғыҙ уҡып бөтөрөргә кәрәк. Имам менән бергә уҡылған өлөшө намаҙҙың аҙағы һанала, шуға күрә был кешегә уҡып өлгөрмәгән намаҙының башын уҡып бөтөрөргә кәрәк була. [ref] Ҡара: Шәхип Лашин “Фәтх әл-мөнғим шәрх сахих Мүслим”, 3 том., 294-29566 [/ref]
     Миҫал: Әгәр кеше өйлә намаҙының дүртенсе рәкәғәтенә генә өлгөргән булһа, имам намаҙҙы тамамлағас, тороп үҙе генә икенсе рәҡәғәтте Фатиха һәм бер сүрә ҡушып уҡый.Тәшәһһүд уҡый. Унан һуң өсөнсө рәкәғәткә тороп сүрә Фатиха һәм бер сүрәне уҡый. Дүртенсе рәкәғәткә фәҡәт сүрә Фатиханы ғына уҡып намаҙҙы тәртип менән тамамлай.
     Хәнәфи мәҙһәбенең күпселек ғалимдары, намаҙ уҡыусыға намаҙын уҡып бөтөргәндә шуны иҫтә тоторға кәрәк тип һанайҙар: намаҙҙың ҡалдырылған өлөшө — сүрәләрҙе уҡыу яғынан уның башы, үтәлгән рәкәғәттәр тәртибе буйынса — аҙағы һанала. [ref] Ҡара: Вәһб Әз-Зүһәйли. Фиҡһ эл-исләми вә әдилләтүһү т.2 , 1228—1229 бб [/ref]
     Шулай уҡ нәфел йәки сөннәт намаҙын уҡыған имамға фарыз намаҙҙы уҡыр өсөн ойорға (эйәрергә) ярамағанлығын һәм бер төр фарыз намаҙҙы уҡыған имамға башҡа фарыз намаҙҙы уҡыр өсөн ойорға ярамағанлығын (мәҫәлән, икенде намаҙын уҡыр өсөн өйлә намаҙын уҡыған имамға) иҫтә тотоу мөһим. Йәмәғәт менән уҡыла торған намаҙға һуңға ҡалып, намаҙ тамам булғас үҙе генә уҡылмаған рәҡәғәттәрҙе уҡып торған кешегә ойорға ярамай. Ә бына фарыз намаҙҙы уҡып торган имамға нәфел намаҙы уҡыр өсөн ойорға ярай. [ref] Ҡара: Әл-Мәрғинәни “Әл-Һидәя”, 1 том, 150 бит.; Әл-Мәүсыли “Ихтияр”, 1 том, 83 бит. [/ref]
     

     4. Намаҙҙың вәжибтәре.
     Фарыз һәм сөннәт намаҙҙарын теүәл, камил итә торған хәрәкәттәр бар. Әгәр улар дөрөҫ башҡарылмаһа, йәки бөтөнләй ҡылынмаған булһа, намаҙ ҡабул була, ләкин етешһеҙлекле була. Шуға күрә ул намаҙҙы төҙәтергә, йәғни сәждәи-сәһү ҡылырға кәрәк.
     Намаҙҙың вәжибтәре:
     1) Фарыз һәм сөннәт намаҙҙарының һәр рәҡәғәтендә “Фатиха” сүрәһен уҡыу. Башҡа фекер [ref] Ҡара; әл-Мәүсыли А. әл-Ихтияр 1 том, 74 бит [/ref] буйынса фәҡәт фарыз намаҙҙың беренсе ике рәҡәғәтендә генә вәжиб һанала.
     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: “Китапты асыусы, йәғни “Фатиха” сүрәһен уҡымаған кешенең намаҙы( намаҙҙың теүәллеге ) юҡ” [ref] Ғүбәдә ибн ас-Самиттан, әл-Бухари (№714) [/ref]
     2) Фарыз намаҙҙарының беренсе ике рәкәғәтендә, сөннәт, нәфел һәм витр намаҙҙарының бөтә рәҡәғәттәрендә лә “Фатиха”нан һуң башҡа бер сүрә уҡыу. Намаҙ тейешле рәүештә ҡылынһын өсөн утыҙ ғәрәп хәрефенән кәм булмаған ҡыҫҡа сүрәне, йә өс ҡыҫҡа, бер оҙон аят уҡырға кәрәк. [ref] Ҡара; Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар”, 2 том, 185 б. [/ref]
     Дәлил. Әбү Сәғид Әл-Худрий (р.ғ.) әйтте: “Беҙгә “Фатиха” сүрәһен һәм (Ҡөрьәндән) еңел булғанды уҡырға әмер булды ителде”. [ref] Әбү Дауд (№ 695). [/ref]
     3) “Фатиха” сүрәһен өҫтәмә сүрә һәм аяттарҙан алданыраҡ (тәүҙәрәк) уҡыу.
     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ даими рәүештә шулай эшләғән.
     4) Сәждә ҡылғанда ергә маңлай менән бергә танауҙы ла тейҙереү.

     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ даими рәүештә шулай эшләгән.
     5) Намаҙ хәрәкәттәрен билдәле бер тәртиптә ҡылыу.
     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәр саҡ шулай эшләгән . [ref] 3,4, 5 пункттарына дәлилде Ҡара: Вәһб Әз-Зүһәйли. ФиҡҺ әл-исләми вә әдилләтүҺү, том 2, 810,811 бб. [/ref]
     6) Намаҙ рөкөндәрен ҡылғанда тыныслыҡ хәлендә булыу. Һәр рөкөн араһында бер тәсбих [ref] Тәсбих — “СүбхәәнәЛлаһ” тип әйтеү [/ref] әйтерлек ваҡытҡа булһа ла, тыныс тороу. Был тыныслыҡ торошо рөкүғгә, сәждәлә, ҡыямда һәм ҡәғдәлә булырға тейеш.
     Дәлил. “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ намаҙҙы иғтибарһыҙ уҡыған кешегә шулай тип өндәште: “Намаҙға баҫҡас, “Аллааһү Әкбәр” тип әйт, һуңынан Ҡөрьәндән еңел булғанды уҡы, унан һуң рөкүғкә китеп, тынысланғансы тор, унан һуң турайып баҫ, унан һуң сәждәгә китеп, тынысланғансы тор, унан һуң күтәрелеп ултыр һәм тынысланғансы ултырып тор, унан һуң намаҙыңды шул рәүештә дауам ит”, тип әйтте. [ref] Әбү Хөрәйрәнән, Әл-Бүхәри(№ 715), Мүслим (№ 602), Әбү Дауд (№ 730) [/ref]
     7) Өс һәм дүрт рәҡәғәтле намаҙҙарҙа беренсе ултырышта “Әттәхиәт” доғаһын уҡырлыҡ ваҡыт ултырып тороу.
     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ даими рәүештә шулай эшләгән.
     8) Беренсе ултырышта тәшәһһүдте (Әттәхиәт доғаһын) уҡыу.
     Дәлил. Ғабдулла ибне Мәсғүд (р.ғ.) әйтте: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ беҙҙе икенсе рәҡәғәттән һуң беренсе ултырышта тәшәһһүдте уҡырға өйрәтә ине”. [ref] Әт-Тирмиҙи (№ 266). [/ref]
     9) Беренсе ултырышта тәшәһһүдтән һуң кисектермәйенсә өсөнсө рәкәғәткә ҡалҡып тороу.
     10) Намаҙ аҙағындағы ултырышта тәшәһһүд уҡыу. Ултырыш үҙенамаҙҙың рөкөнө булып тора.
     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ даими рәүештә шулай эшләгән.
     11) Намаҙҙы уң һәм һул яҡтарға ҡарап “әс-сәләәм” һүҙҙәре менән тамамлау.
     “Әс-сәләәм” һүҙенән башҡа өлөшө — “ғәләйкүмү» рәхмәтү Ллааһ” — сөннәт һанала”. [ref] Вәһб Әз-Зүһәйли. Фиҡһ әл-исләми вә әдилләтүһү 2том, 812 б. [/ref]
     Дәлил. Ғабдулла ибн Мәсғүд (р.ғ) әйтте: “Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ уң яҡҡа сәләм биргәндә уң яңағының аҡлығы күренә ине. һул яҡҡа сәләмбиргәндә һул яңағының аҡлығы күренә ине”. [ref] Әбү Дауд {№ 996), Әт-Тирмиҙи (№ 295), Ән-Нәсәи (№ 1324, 1322). [/ref]
     12) Витр намаҙында ҡунут доғаһын уҡыу [ref] Доға укыу-вәджиб, кунут доғаһы уҡыу- сөннәт Ҡара: Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар”, 2 том, 200, 663 бб. [/ref] һәм уның алдынан тәкбир әйтеү. Тәкбир намаҙ башындағы кеүек үк ҡулдарҙы ҡолаҡ дәрәжәһенәкүтәреп әйтелә.
     Дәлил. Ғөбәй ибне Ҡәғб (р.) әйтте: “Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡунут доғаһын рөкүғ алдынан уҡый ине”. [ref] Ән-Нәсәи (№ 1681), Ибн Мәджә (№ 1182). [/ref]
     13) Ғәйет байрамдары намаҙҙарында өҫтәлмә тәкбирҙәр әйтеү. Ғәйет намаҙҙарының һәр рәкәғәтендә өс тәкбир әйтеү. Икенсе рәкәғәтендә рөкүгкә барыр алдынан бер тәкбир әйтеү.
     14) Намаҙҙы “Аллааһү әкбәр” һүҙҙәре менән башлау (тәкбир әл-ихрамда). “Аллааһү әкбәр” һүҙен алдараҡ килтерелгән рөхсәт ителгән һүҙҙәр менән алмаштырған осраҡта, намаҙҙың вәджибе боҙола. Шуға күрә, сәждәи-сәһү ҡылып, намаҙҙы төҙәтергә кәрәк булыр.
     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: “ Намаҙға тораһың икән, башта тейешенсә таһәрәт ал, һуңынан ҡиблаға йүнәл һәм “Аллааһү әкбәр” тип әйт”. [ref] Әбү Хөрәйрәнән, Әл-Бүхәри (№ 6667), Муслим (№ 397) [/ref]
     15) Иртәнге намаҙҙың һәр рәкәғәтендә, аҡшам һәм йәстү намаҙҙарының беренсе ике рәкәғәтендә, йома, ғәйет һәм тәрәвих намаҙҙарының һәр рәкәғәтендә һәм Рамазан айында уҡылған витр, тәравих намаҙҙарының һәр рәкәғәт ендә имамдың сүрәләрҙе ҡысҡырып уҡыуы.
     Дәлил. Пәйгәмбәребеҙҙен ﷺ ҡылған ғәмәлдәре быға дәлил булып тора.
     16) Өйлә һәм икенде намаҙҙарының һәр рәкәғәтендә, аҡшам намаҙының өсөнсө рәкәғәтендә, йәстү намаҙының һуңғы ике рәкәғәтендә имамдың сүрәләрҙе эстән уҡыуы. Көндөҙ үтәлгән сөннәт намаҙҙары эстән уҡыла.
     17) Намаҙ хәрәкәттәрен имам артынан ҡабатлау. Әгәр берәй хәрәкәт имамдан алдараҡ эшләнһә, имам ҡылған хәрәкәткә кире ҡайтырға кәрәк. Ҡөрьән сүрәләрен уҡыуға килгәндә, имамға ойоған кеше уларҙы ҡабатламай, шым ғына тыңлап ҡына тора.
     Дәлил. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: “Имам һеҙгә уның артынан ҡабатлар өсөн һәм уға эйәрер өсөн. Ул тәкбир әйтһә, һеҙ ҙә әйтегеҙ. Ул Ҡөрьән уҡый башлаһа, тыңлагыҙ(шым тороғоҙ). Әгәр “ғайрил-мәғдууби ғәләйһим үәләд-дааллиин” тип әйтһә, һеҙ “Әәмиин” тип әйтегеҙ, әгәр сәждә ҡылһа, һеҙ ҙә ҡылығыҙ”. [ref] Әбү Хөрәйрәнән, Ибн Мәджә (846) [/ref]
     

     5. Намаҙ ваҡытында үтәлергә кәңәш ителгән ғәмәлдәр (сөннәттәр).
     Фарыз һәм сөннәт намаҙҙарҙа кәңәш ителгән ғәмәлдәр сөннәт тип атала. Сөннәт – Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тарафынан һәр ваҡыт үтәлгән һәм етди сәбәпһеҙ, һис ҡалдырмаған ғәмәл. Был ғәмәлдәрҙе үтәмәү намаҙҙың ҡабул булыуына ҡамасауламаһа ла, уның камиллығын, теүәллеген боҙа. Шул ғәмәлдәрҙе үтәгән кеше сауап ҡаҙана. Ә уларҙы һәр ваҡыт ҡалдыра торған кеше гөнаһлы була. [ref] Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар” 2 том, 208 б. [/ref]
     Намаҙ сөннәттәре:
     1) Намаҙ башында тәкбир әйткәндә ҡулдарҙы күтәреү. Ир-аттар ҡулдарын ҡолаҡтар дәрәжәһенә, ҡатын-ҡыҙҙар — иңбаштар дәрәжәһенә күтәрәләр. Башта ҡулдарҙы күтәрен, унан һуң тәкбир әйтеү хәйерлерәк.
     2) Ҡыямда уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡуйыу. Ирҙәр һул ҡулдың беләҙеген уң ҡулдың сәтәкәй һәм баш бармаҡтары менән уратып алып, ҡулдарын кендек аҫ тына ҡуялар. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡуйып, һул ҡулды уң ҡул бармаҡтары менән уратып алмайҙар.
     3) “Ҫәнә” доғаһын беренсе рәҡәғәттә генә уҡыу. Ҫәнә доғаһы: “Сүбхәәнәкә Ллааһүммә үә бихәмдикә үә тәбәәракә смүкә үә тәәғәәләә джәддүкә үә ләә иләәһә ғайрук”. Йәмәғәт намаҙында имам Ҡөрьән сүрәләрен уҡый башлағас,уға ойоған кеше ҫәнә доғаһын уҡымай.
     4) “Тәғәввүҙ”ҙе (“Әғүҙү биЛләһи минәш-шәйтаиир-ражим”) беренсе рәҡәғәттә генә әйтеү.
     5) “Бәсмәлә”не (“БисмиЛләһир-рахмәнир-рахим”) беренсе рәкәғәт башында әйтеү.
     6) “Фатиха” сүрәһен уҡығас, “Әәмиин” тип әйтеү. Имам, уның артынан уҡыусы һәм намаҙҙы яңғыҙ уҡыусы ла “Әәмиин” де эстән әйтәләр.
     7) Рөкүғтән һуң “Сәмиғә Ллааһү лимән хәмидәһ” һәм “Раббәнәә ләкәл-хәмд” зекерҙәрен әйтеү.
     8) Ҡыямда торғанда аяҡтар араһы дүрт бармаҡ киңлегендә булыу.
     9) “Фатиха” сүрәһенән һуң иртәнге һәм өйлә намаҙҙарында оҙон сүрәләрҙе, икенде һәм йәстү намаҙҙарында уртаса сүрәләрҙе, ә аҡшам намаҙында ҡыҫҡа сүрәләрҙе ҡушыу. Оҙон сүрәләр — 40-50 аят, уртаса сүрәләр -15 аят, ҡыҫҡа сүрәләр — яҡынса 5 аят тәшкил итә.
     10) Намаҙҙың беренсе рәкәғәтендә икенсе рәкәғәте менән сағыштырғанда Ҡөрьәнде оҙағыраҡ уҡыу.
     11) Рөкүғкә, сәждәгә киткәндә һәм сәждәнән ҡалҡҡанда “тәкбир” әйтеү.
     12) Рөкүғтә ҡул бармаҡтарын асылған килеш теҙҙәргә ҡуйыу. Арҡа бер яҡҡа ла ауышмаған, туп-тура булырға тейеш. Баш арҡа менән бер тигеҙ ҡуйыла. Терһәктәр кәүҙәнән ике яҡҡа айырылып ҡуйыла.
     Ҡатын-ҡыҙҙар иһә рөкүғ ваҡытында бармаҡтарын асмаған килештеҙҙәренә ҡуялар.
     13) Рөкүғтә өс тапҡыр “Сөбхәәнә раббийәл-Ғаҙыйм” тип әйтеү, намаҙҙы яңғыҙ уҡыған кешегә өс тапҡырҙан артыҡ әйтеү хәйерлерәк. Имам иһә үҙенә ойоусыларҙы рөкуғ һәм сәждәләрҙе оҙаҡ ҡылып ялҡытмаҫҡа тейеш. Шуның өсөн имам ойоусылар зекерҙе өс тапҡыр әйтеп өлгөрһөндәр өсөн уны өс йә иһә биш тапҡыр әйтеү менән сикләнергә тейеш. [ref] Ҡара: Әл-Ғәйни “Әл-Бинәя”, 2 том, 288,289 бб. [/ref]
     14) Сәждәгә киткәндә ергә башта теҙҙәр, унан һуң ҡулдар, унан һуң йөҙҙө тейҙереү; сәждәнән күтәрелгәндә был хәрәкәттәрҙе кире тәртиптә башҡарыу. Сәждә ҡылған ваҡытта йөҙ ҡулдарҙың ике усы араһына, устар ҡолаҡтар менән бер дәрәжәлә булырлыҡ итеп ҡуйыла. Аяҡ һәм ҡул бармаҡтары асылған килеш ҡибла тарафына йүнәлдерелә. Ир кешеләр беләктәрен янындағы кешеләргә ҡамасауламаҫлыҡ итеп ике яҡҡа айырып,эстәрен боттарҙан йырағайтып ҡуялар. Ҡул һәм аяҡ бармаҡтары ҡибла яғына йүнәлдерелә.
     Ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, эҫтәрен боттарына тейҙерәләр һәм ҡулдарын кәүҙәләренә ҡыҫыбыраҡ тоталар.
     15) Сәждәлә өс мәртәбә “Сүбхәәнә раббиәл-Әғләә” тип зекер әйтеү. Рөкүғ һәм сәждә зекерҙәрен биш, ете һәм туғыҙ мәртәбә әйтеү хуплана. [ref] Ҡара: Әл-Мәрғыйнәни “Әл-Һидәя”, 1 том, 129 б. [/ref]
     16) Ултырышта ике сәждә араһында ултырып тороу. Был ваҡытта бер ниндәй ҙә өҫтәлмә доғалар әйтелмәй. Шулай уҡ, рөкүғтән, рөкүғ һәм сәждә зекерҙәренән һуң бер ниндәй ҙә доғалар уҡылмай. [ref] Ибн Ғабидин “Радл әл-мухтар”, 2том, 261 б. [/ref]
     17 ) Ултырышта ирҙәр һул аякҡа ултырып, уң аяҡты бармаҡтары менән Ҡиблаға йүнәлдереп баҫтырып ҡуя. Ҡатын-ҡыҙға һул яҡҡа ултырып, аяҡтарын уң яғында ҡалдырыу.
     18) Беренсе һәм икенсе сәждәләрҙән һуң ултырғанда ҡул устарын теҙҙәргә яҡыныраҡ ҡуйыу. [ref] Ҡулдар теҙҙәр өҫтөна ҡуйылмай [/ref] Бармаҡтарҙы асылған килеш ҡиблаға йүнәлдерергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарға иһә ҡулдарын боттарына бармаҡтарын асмайынса ҡуйыу хәйерле.
     19) Тәшәһһүд уҡығанда уң ҡулдың имән бармағын күтәреү.
     20) “Фатиха” сүрәһен уҡыу намаҙҙын беренсе ике рәкәғәтендә генә фарыз тип һанаған кешеләргә был сүрәне намаҙҙың өсөнсө һәм дүртенсе рәкәғәттәрендә уҡыу сөннәт була.
     21) һуңғы ултырышта салауат уҡыу.
     22) Салауаттан һуң намаҙҙы тамамлағанға тиклем доға ҡылыу. Был осраҡта Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенән алынған ниндәй ҙә булһа доғаны уҡырға мөмкин. Мәҫәлән: “Раббәнә әәтинә фид-дүньйә хәсәнәтән уә фил-әәхирати хәсәнәтән үә ҡыйнә ғәҙәбән-нәр”. [ref] 2:201 [/ref]
     23) “Әс-сәләмү ғаләйкүм уә рахмәтү Ллаһ” тигәндә башты уң һәм һул яҡҡа бороу. Сәләм башты борғас әйтелә. [ref] Вәһб Әз-Зүһәйли. Фиҡһ әл-исләми вә әдилләтүһү”, 2 том, 911 с [/ref] Имам артынан намаҙ ҡылған кеше сәләмде имам менән бергә (имам һүҙҙәренән һуң) йә иһә имамдан һуң (йәғни, имам сәләмде биргәнән һуң) әйтергә мөмкин.[ref] Әл-Ғайни “Әл-Бинәя”, 2 том, 340 б. [/ref] Намаҙға һуңға ҡалып ҡушылған кеше намаҙҙы яңғыҙ уҡып бөтөрөр өсөн имамдың икенсе сәләм биргәнен көтөп тора.
     24) Сәләм биргәндә нийәт булыу. Имам уң һәм һул яҡтағы ир кешеләрҙе һәм фәрештәләрҙе сәләмләргә ниәтләнә. Ирҙәр имамды, ир кешеләрҙе һәм фәрештәләрҙе сәләмләргә ниәтләнә. Намаҙҙы яңғыҙ ҡылған кеше тик фәрештәләрҙе сәләмләргә ниәтләнә. [ref] Ҡара: Әл-Мәрғыйнани “Әл-Һидәя’\ 1то.ч, 136,137 б. [/ref]
     25) Беренсе сәләмгә ҡарағанда икенсе сәләмде баҫынҡыраҡ тауыш менән әйтеү.
     26) Намаҙ тамамланғас, хәҙистәрҙә килтерелгән зекерҙәр укыла. Мәҫәлән: “Аллааһүммә әнтәс-сәләәм үә минкәс-сәләәм тәбәәрактә йәә ҙәл-джәләәли үәл-икраам”. һуңынан “Аятел-Көрси” уҡыла һәм утыҙ өсәр тапҡыр “СүбхәәнәЛлааһ”, “Әлхәмдү лиЛләәһ”, “Аллааһү Әкбәр” зекерҙәре әйтелә. Унан һуң ҡулдар күкрәк дәрәжәһенә күтәрелеп, устар өҫкә ҡаратылған килеш доға ҡылына,[ref] Был ғәмәл-- мөтәвәтир дәрәжәһендәге сөннәт ғәмәле. Ҡара: Әт-Тирмиҙи (№ 3556), Әбү Дауд {№ 1485, 1488), Ибн Мәджэ (№ 3865), Бәйхаҡи (№ 2/212). Әнәс ибн Мәликтән (р.г.) килтерелеп, Әл-Бүхәри йыйынтығындағы хәҙис түбәндәгесә аңлатыла: : ямғыр һорап Намаҙ ҡылғандан башҡа, Әнәс Пәйғәмбәрҙең ҡулдарын шул тиклем өҫкә күтәргәнен күргәне булмаған. Тимәк, Әнәс Пәйғәмбәребеҙҙең башҡа осраҡтарҙа ҡулдарын өҫкә күтәргәнен кире ҡаҡмай. [/ref] доға тамамланғас, устар менән йөҙҙө һыпырабыҙ.[ref] Был хәрәкәт шулай уҡ сөннәт һанала. Ҡара: Ибн Ғабидин “Радд әл-мухтар” 2 том, 264 б. [/ref] Был ғәмәл өйлә, аҡшам, йәстү намаҙҙарының сөннәттәренән һуң [ref] Әгәр кеше әйтелгән намаҙҙарының сөннәттәрен өйгә ҡайтып уҡырға теләһә, зекерҙәрҙе фарыздарҙан һуң әйтә [/ref] һәм иртәнге, икенде намаҙҙарының фарыздарынан һуң ҡылына.

     6. Намаҙҙағы хаталарҙы төҙәтеү
     Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында намаҙҙың берәй вәджиб булған хәрәкәте төшөрөлөп ҡалдырылған булһа, йә иһә ваҡытынан иртәрәк, һуңыраҡ, йә иһә кәрәгенән артыҡ башҡарылһа, яһалған хатаны төҙәтер өсөн ике сәждә ҡылырға кәрәк (сәждәи сәһү).
     Сәждәи сәһү намаҙҙың тәшәһһүдте уҡығас, беренсе, йәки икенсе сәләмдән һуң башҡарыла. Ике вариант та дөрөҫ һаналһа ла, сәждәи сәһү беренсе сәләмдән һуң үтәлеүе хәйерлерәк. [ref] Әл-Мәүсыйли “Әл-Ихтияр»,1 том 99 б.  [/ref] Сәждә сәһү башҡарылғас, намаҙ уҡыусы тәшәһһүдте ҡабатлай, салауат һәм доға уҡып, намаҙын ике сәләм менән тамамлай (беренсе вариант).
     Ҡайһы бер дин ғалимдәре фекеренсә, салават һәм доғаны сәждә сәһү алдынан уҡырға кәрәк, ә сәждә сәһү ҡылынғандан һуң тәшәһһүд кенә ҡабатланып, намаҙ тамамлана (икенсе вариант). Ләкин беренсе вариант дөрөҫөрәк. [ref] Әл-Ғайнн “Әл-Бинәя", 2 том, 729 б. [/ref]
     Дәлил:
     Сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: “Намаҙҙа һәр хата өсөн сәләмдән һуң ике сәждә ҡылынырға тейеш”.[ref] Әбү Дауд (№ 1038), Ибн Мәджа {№ 1219). [/ref]
     Әгәр намаҙында хата ебәреүсе сәждә сәһүне ҡылырға онотоп, намаҙҙы тамамлағас һөйләшһә, таһәрәтен юғалтһа, мәсеттән сығып китһә, йә иһә ҡибла тарафынан боролоп китһә (һуңғы осраҡта сәждә сәһүне иҫендә тотоп булһа ла), сәждә сәһү ҡылыу вазифаһы өҫтөнән төшә. Был намаҙҙы яңынан уҡырға кәрәкмәй. Шулай уҡ, әгәр иртәнге намаҙҙан һун таң ата башлаһа, йә иһә икенде намаҙынан һуң ҡояш ҡыҙара башлаһа, сәждә сәһү ҡылыу вазифаһы намаҙ уҡыусының өҫтөнән төшә. Шулай уҡ, йома йәки ғәйет намаҙында күп кеше ҡатнашһа, артындағы кешеләрҙе бутамаҫ өсөн имамға сәждә сәһүне ҡылмаҫҡа хәйерлерәк. [ref] Ҡара: Ибн Ғабидин “Радд әл-мохтар”, 2 том. 182, 674, 675: Вәһб Әз-Зүһәйли. Фиҡһ әл-исләми вә әдилләтуһү ", 2 том, 1106 б. [/ref]
     Намаҙҙы имамға ойоп уҡыусылар уның артынан һәр хәрәкәтте, шул иҫәптән сәждә сәһүҙе лә, ҡабатларға тейештәр. Әгәр улар үҙҙәре хата ебәрһәләр, сәждә сәһү ҡылырға кәрәкмәй, сөнки имамға эйәреп уҡығанда, бөтә яуаплылыҡ имам өҫтөндә була. Имам намаҙҙы тамамлағандан һуң, өлгәрмәгән өлөшөн кеше үҙе уҡыған саҡта хата ебәрһә — былары өсөн ул үҙе яуаплы була. Сәждә сәһүҙе башҡарыу өсөн етди сәбәп булғанда ғына дөрөҫ була ( мәҫәлән, онотоу). Әгәр ҙә намаҙ уҡыусы хатаны аңлы рәүештә яһаһа, был хатаны сәждә сәһү ҡылыу ғына төҙәтә алмай. Был осраҡта намаҙҙы яңынан уҡырға кәрәк.
Түбәндәге килтерелгән өс осраҡта ғына, белә күреп яһалған хатаны сәждәи сәһү менән төҙәтеп була;
     1) беренсе ултырышты ҡалдырыу; 
     2) икенсе сәждәне намаҙ аҙағынана тиклем кисектереү;
     3) намаҙ ҡылыу тәртибен боҙорлок оҙаҡ уйланыуҙарға бирелеү. [ref] Вәһб Әз-Зүһәйли. ФиҡҺ ал-исләми вә әдилләтүһү , 2 том, 11096. [/ref] Сәждә сәһү түбәндәге һаналып киткән хаталарҙы төҙәтә:
     1) “Фатиха” сүрәһен уҡымайынса ҡалдырыу; [ref] “Фатиха” сүрәһен беренсе ике рәкәғәттә генә төшөрөп ҡалдырыу сәждә сәһүне талап итә, тигән фекер бар. Ҡара: әл-Мәүсыйли “әл-Ихтияр“, 1 том, 74 б. [/ref]
     2) “Фатиха”нан һуң өҫтәлмә сүрәне уҡымайынса ҡалдырыу (“Фатиха”нан һуң кәмендә бер ҡыҫҡа сүрә, йә өс ҡыҫҡа аят, йә бер оҙон аят уҡылырға тейеш).
     3) Имамдың Ҡөрьәнде ҡысҡырып уҡырға кәрәк булған урындарҙа эстән йә иһә эстән уҡырға кәрәк булған урындарҙа ҡысҡырып уҡып китеү. Ҡайһы берҙә намаҙ уҡыусы яңылыш урында ҡысҡырып уҡый башлағанын, сүрәнең аҙ өлөшөн уҡып өлгөргәс аңлай. Әгәр ул ярамаған урында Ҡөрьәнде күләме буйынса өс ҡыҫҡа, йә бер оҙон аяттан кәмерәк күләмдә уҡыһа, сәждә сәһү ҡылырға кәрәкмәй. Әгәр яңылыш уҡылған аяттар әлеге күләмдән артҡан булһа, сәждә сәһү ҡылынырға тейеш. [ref] Намаҙ зекерҙәрен ҡалдырыу сәждә сәһү ҡылыуҙы талап итмәй. Әммә ғәйет тәкбирҙәрен, ҡунут доғаһын һәм тәшәһһүдте ҡалдырғанда сәждә сәһү ҡылырға кәрәк.
Ҡара: әл-Мәүсыйли “Әл-Ихтияр”, 1 том,100 б. [/ref]

     4) Өс, йәки дүрт рәкәғәтле намаҙҙа беренсе ултырышты ҡалдырыу. Әгәр намаҙ уҡыусы тәшәһһүд үтәмәгәнен ҡалҡҡанға тиклем иҫләһә, ултырып уҡырға тейеш. Был осраҡта сәждә сәһү ҡылынмай. Әгәр ҡалҡҡан ваҡытта, тура торошҡа яҡыныраҡ мәлдә ултырыштың онотолғанын хәтерләһә, намаҙын ултырып тормайынса дауам итергә тейеш, ә намаҙ аҙағында иһә сәждә сәһү ҡылып, хатаны төҙәтә.
     Әгәр намаҙ уҡыусы һуңғы ултырышын ҡалдырып, яңы рәҡәғәткә тороп баҫһа, [ref] Был осраҡта ул имам булһа, уға ойоусылар тормайынса, уНың ултырыш хәленә ҡайтыуын көтөп торалар. Әгәр ул ҡайтмаһа һәм яңы рәкәғәттең сәждәһен ҡылһа, шунда ойоусылар үҙҙәре сәләм биреп, намаҙҙарын тамамлайҙар. [/ref] һәм яңы рәҡәғәттең сәждәһенә етмәгән булһа, кире ултырырға һәм сәждә сәһүҙе ҡылып, намаҙын уҡып бөтөрөргә тейеш. Әгәр ул яңы рәкәғәттең сәждәһен ҡылып өлгөргән булһа, уның намаҙы, фарыз намаҙ булып һаналмайынса, сөннәт намаҙына әүерелә. Шул сөннәт намаҙына рәҡәғәттәр һаны йоп булһын өсөн тағы бер рәҡәғәт өҫтәргә кәрәк. Был осраҡта сәждә сәһү ҡылына. [ref] Ҡара: Әл-Мәртинәни “Әл-Һидәйә”, 1 том, 190 с.; Әл-Мәүсыйли “Әл-Ихтияр”, 1 том, 101 б,; Ибн Габидин “Радд әл-мухтар’', 2 том, 667 б [/ref]
     Әгәр намаҙ уҡыусы намаҙ аҙағындағы ултырыштан һуң тороп баҫһа һәм яңы рәкәғәттең сәждәһен ҡылып өлгөрмәгән булһа, ул кире ултырып, сәләм бирергә һәм сәждә сәһү ҡылырға тейеш. Әгәр ул яңы рәҡәғәттең сәждәһен ҡылған булһа, уға тағы бер рәҡәғәтте ҡушырға кәрәк. Был осраҡта ҡушылған рәҡәғәттәре сөннәт булып һанала. Унан һуң сәждә сәһү ҡылынырға тейеш.
     5) Беренсе, йәки һуңғы ултырышта тәшәһһүдте уҡымау.
     6) Намаҙ уҡыу тәртибен боҙоу.
     Йәғни, намаҙ хәрәкәттәренең тәртибен боҙоу (Мәҫәлән, беренсе рәҡәғәттең икенсе сәждәһен намаҙ ахырында ғына уҡыу), йәки намаҙҙың киләсәк хәрәкәтен кисектереү (Мәҫәлән, беренсе ултырышта салауат уҡыу өсөнсө рәкәғәттәге баҫып тороуҙы кисектерә) сәбәпле булырға мөмкин.
     7) Намаҙ рөкөпдәрендә тыныс тороу ваҡыты (бер тәсбих уҡырлыҡ ваҡыт) булмау.
     8) “Фатиха” сүрәһе һәм өҫтәлмә аяттар, йәки сүрәләр араһындағы тәртипте боҙоу.[ref] Фатиха”нан һуң уҡылған сүрәләрҙә тәртипте боҙоу сәждә сәһү талап итмәй [/ref]
     9) Витр намаҙында ҡунут доғаһы алдынан тәкбир әйтмәү, йәки ҡунут доғаһын уҡымау.
     10) Ғәйет тәкбирҙәрен ҡылмау.
      11) Намаҙ уҡыусының нисә рәҡәғәт уҡығаны тураһында шикләнеү.
     Әгәр намаҙ уҡыусы беренсе тапҡыр шикләнһә, ул намаҙын яңынан уҡырға тейеш. Әгәр быға тиклем дә шикләнеүҙәр булған икән, үҙенең ниндәй фекерҙе дөрөҫөрәк һанағанына таянып, намаҙ аҙағында сәждәи сәһү ҡылып ҡуйырға кәрәк. Әгәр дөрөҫөрәк фекерҙе билдәләй алмай икән, иң аҙы нисәнсе рәкәғәттә булыуы мөмкин, шуға таянып, һәр рәҡәғәттән һуң Әттәхиәт уҡып, намаҙ аҙағында сәждәи сәһү ҡылырға тейеш. Мәҫәлән, кеше өсөнсө йә дүртенсе рәкәғәттә торғанын билдәләй алмай икән, иң аҙ һанлыһын-өсөнсө рәҡәғәттәмен икән, тигән фекергә туҡтала. Намаҙҙы артабан уҡығанда, ул һәр рәкәғәттән һуң тәшәһһүд үтәй, намаҙын сәждәи сәһү менән тамамлай, һәр рәкәғәттән һуң ҡылына торған тәшәһһүд намаҙҙы боҙмаҫ өсөн ҡылына (мәҫәлән, ысынында намаҙ ҡылыусы дүртенсе рәкәғәттә торған булһа).
     Был эшебеҙҙе йомғаҡлап, Аллаһы Тәғәләғә барлыҡ маҡтауҙарыбыҙҙы һәм рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ, гөнаһтарыбыҙҙы, хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеүен һорайбыҙ. Амин.
                                  I сентябрь, 2010 йыл. Имамға ярҙамға.