Аш-һыу доғаһы

                                                             Аш-һыу доғаһы

   Ҡунаҡта, мәжлестә һыйланғас ошо доға уҡылыр. Был доға менән хужаларға рәхмәт белдереү әйтелә.
من أطعمه الله الطعام فليقل: اللهم بارك لنا فيه وأطعمنا خيراً منه". ومن سقاه الله لبناً فليقل: اللهم بارك لنا فيه وزدنا منه

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Аллаһ Тәғәлә берәй кешегә ризыҡ насип итһә: «Эй Аллаһ, беҙгә унда бәрәкәт бир һәм унан да яҡшырағын насип ит.

   “Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә атғамәнәә хайран минһү”, — тип әйтһен.
   Аллаһы Тәғәлә уға һөт әсергә насип итһә: «Эй Аллаһ, беҙгә унда бәрәкәт бир һәм уны беҙгә тағы арттыр (өҫтә)».

   „Алләаһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә зиднәә минһү“, —  тип әйтһен».

                                                        Табын ҡағиҙәләре

   Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр булһа, табынға уларҙан алдараҡ ултырмағыҙ.
   Табында ултырғанда, йорт хужаһынан алда, шулай уҡ ололарҙан алда ашай башламағыҙ. Әҙәп һаҡлағыҙ.
   Ашай башлағанда бисмиллә әйтеп, уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ. Ашап бөткәс, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
   Күп итеп алмағыҙ, ашыҡмағыҙ, яҡшы сәйнәгеҙ. Ҡомһоҙ булмағыҙ, күп ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ, ашауҙан теләгегеҙ бөтмәйенсә туҡтамағыҙ. Бындай нәмәләрҙең сәләмәтлек өсөн файҙаһы күп булыуын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ.
   Фекерегеҙҙе гел ашау өсөн сарыф итмәгеҙ. Һөйләшеп ашаған аш еңел һеңһен өсөн, ҡысҡырышмай, һүҙ көрәштермәй, әҙәпле генә һөйләшегеҙ.
   Ваҡытында ашарға ғәҙәтләнегеҙ. Ваҡыты етеп тә, ашарға теләгегеҙ булмаһа, көсләп ашамағыҙ.
   Ни ҡәҙәре оло ғәйебе булһа ла аш алдында һис кемде шелтәләмәгеҙ һәм берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ.
   Аштан һуң ҡулдарығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы яҡшылап йыуығыҙ.