“Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте

                                            “Әғүүҙү бисмиллә” — нең фәзыләте.

     Бер ҡатындың ире монафиҡ ине. Был ҡатын һәр һүҙ йә иһә фиғелен “бисмилләһ” менән башлар ине. Бер ваҡыт ире: ”Ҡатындар уларҙы оятлы иткән нәмәне эшләмәһендәр”, — тине, ҡатынына аҡса янсығын ҡалдырҙы һәм уға: ”Быны һаҡла”, — тине. Ҡатыны уны бер урынға ҡуйҙы һәм онотты. Ире был аҡса янсығын һәм унда булған аҡсаны алып, йорттағы ҡойоға һалды. Һуңынан килеп ҡатынынан янсыҡты талап итте. Ҡатыны янсыҡты ҡуйған урынынан алғанда “бисмилләһ” әйтте. Аллаһ Тәғәлә Җәбраил ғ.с. -гә тиҙ генә янсыҡты алып килеп урынына ҡуйырға әмер итте. Ҡатын ҡулын янсыҡты алырға тип һуҙҙы һәм уны ҡуйған урынында тапты. Ире бик ғәжәпләнде һәм Аллаһ Тәғәләгә тәүбә ҡылды.
     Ибн Ғәббәстән килгән хәҙистә пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән: “Кем “бисмиллә”– не әйтһә Аллаһ Тәғәлә уны 70 бәлә-ҡазанан һаҡлар”.

     “Бисмиллә”- не һәр кем йоҡлаған ваҡытында 20 мәртәбә уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә ул бәндәне шул кистә шайтан зарарынан һәм кинәт үлеүҙән ҡотҡарыр, бәлә-ҡазаларын ул бәндәнән ебәрер.
     Пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән: “Әгәр ҙә берәү “Бисмиллә”– не ихластан әйтһә уның һүҙҙәренә ҡушылып хатта тауҙар ҙа ҡабатлар, һеҙ быны ишетмәһәгеҙҙә...”
     Пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) әйткән: “Әгәр берегеҙ ҡыйынлыҡҡа осраһа йәки уға бәлә-ҡаза килһә “Бисмиллә”- не әйтһен, Аллаһ Тәғәлә унан бәләләрен ситләтер.”
     “Әгәр берегеҙ башҡа берәүгә “Бисмиллә”- не әйтергә өйрәтһә ошоноң бәрәкәтендә өйрәтеүсеһен дә уның ата-әсәһен дә, өйрәнеүсеһен дә уның ата-әсәһен дә Аллаһ Тәғәлә тамуҡтан ҡотҡарыр.”
     Ибн Мәсғүдтән хәҙис: “Кем “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә Аллаһ Тәғәлә уға 4000 сауап яҙыр һәм 4000 гонаһ-хатаһын ғәфү итер үә шул ҡәҙәргә дәрәжәһен арттырыр.”
     Әнәс ибн Мәликтән хәҙис: “Әгәр бөтөн ағастар ҡәләм булһа, бөтөн диңгеҙҙәр яҙыу ҡараһы булһа һәм фәрештәләр, кешеләр, ендәр бергә йыйылып “Бисмиллә”– нең мәғәнәһен аңлатып яҙырға теләһәләр ундан берен дә яҙа алмаҫтар.”
     “Бисмиллә”не ниндәй ҙә булһа ауырыуға 50 мәртәбә йәки 3 көндә 100 тапҡыр уҡыһа Хаҡ Тәғәлә рөхсәте менән ул ауырыуға шифа булып сиххәтләнер.
     Әгәр 61 мәртәбә “Бисмиллә”- не бер ҡағыҙға яҙып, ул ҡағыҙы ихлас мелнән янында йөрөтһә балалары үлә торған әҙәмдең балалары ғүмерле булып тереклек ҡылырҙар.
     Мөхәррәм айының беренсе кенөндә 130 тапҡыр яҙып үҙендә йөрөткән кеше, бөтөн тормошы буйынса насарлыҡтарҙан һаҡланған булыр.
     “Әгәр берәү “Бисмиллә”- не әйтһә фәрештәләр уны “тамуҡтан һаҡла, ожмаһҡа керет”, тип доға ҡылырҙар.”
     Әгәр “Бисмиллә”- не 21 мәртәбә бер ҡығыҙға яҙып, башы ауыртҡан аҙәмгә бәйләтһә, ауыртыуы китер, әгәр Аллаһ Тәғәлә теләһә.
     Сауҙаның табышлы булыуы өсен 35 тапҡыр яҙылып, сауҙа бара торған ергә эленер.
     Бер табаҡҡа (тәрилкәгә) 35 тапҡыр яҙылыр, өйгә элеп ҡуйһалар, уның бәрәкәтендә Аллаһ Тәғәлә һәр төрлө яуызлыҡтан һаҡлар.
     Һәр төрлө теләк үтәлһен өсөн “Бисмиллә”- не ете көн 186 тапҡыр уҡылыр.
     Аңын юғалтҡан кешегә 786 тапҡыр һыуға уҡып, ете көн иртән эселер.
     Йөрәк күҙе күрһен өсөн иртә намаҙынан һуң 2500 тапҡыр уҡылыр.
     “Һәр төрлө теләк үтәлһен өсөн бисмилләһ шәрифте ете көн ете йөҙ һикһән алты тапҡыр уҡырҙар“.
     “Һәр төрлө афаттән, ҡараҡтан, янғындан һәм үлемдән һаҡланыу өсөн, ятыр алдынан 21 тапҡыр уҡылыр “ .
     “Дошман һәм залим кешенән һаҡланыу өсөн йөҙөнә 51 тапҡыр уҡылыр” .
     Бер кеше “Әғүүҙү”- не ахырына ҡәҙәр әйтһә, Аллаһ Тәғәлә ул кеше менән шайтан араһында өс йөҙ пәрҙә ҡуйыр, һәр пәрҙәнең араһы Ер менән Күк араһы ҡәҙәр.
     “Бисмиллә”- не һәр кем йоҡлаған ваҡытында 20 мәртәбә уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә ул бәндәне шул кистә шайтан зарырынан һәм кис үлеүҙән ҡотҡарыр, бәлә-ҡазаларын ул бәндәнән ебәрер.
     “Бисмилләә”- не ниндәй ҙә булһа ауырыуға 50 мәртәбә йәки 3 көндә 100 мәртәбә уҡыһа Хаҡ Тәғәлә рөхсәте менән ул ауырыуға шифа булып сиххәтләнер.
     Яуыздың йөҙөнә ҡарап 50 мәртәбә “Бисмилләәһ-шәриф” уҡылһа, ул яуыздың күңеленә ҡурҡыу керер, уҡыусы иһә именлектә булыр.
     Ауырыу кеше 3 көн дауамында берһе артынан берһе 100 мәртәбә “Бисмилләәһ-шәриф”- те уҡыһа, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән ул кешенән ауырыу китер.
     Онота торған, зиһене зәғифләнгән кеше бер һауыт һыу өҫтөнә «Бисмиллә”- не 113 мәртәбә уҡып, шул һыуҙы эсһә, онотоуы китер, зиһене ҡеүәтләнер.
     Бер һауыт эсендә 40 мәртәбә “Бисмилләәһ-шәриф” яҙылып, шул зәм-зәм һыуы менән сайҡап эсерелһә, Аллаһ Тәғәлә ауырыуға шифа бирер.
     Был һыу балаһын бик ауыр табыусы ҡатынға эсерелһә, Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән ул ҡатын балаһын еңел тыуҙырыр.