«Ғаһеднамә» доғаһы

                                                            «Ғаһеднамә» доғаһы

    Сәхәбәләрҙән Ғабдуллаһ иби Мәсғүттән риүәйәт булып ҡалған бер хәҙис.
   «Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, мин: «Бәндәләрҙән һәр кем көн дә бер тапҡыр «Ғаһеднамә» доғаһын уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уны иман менән үткәрергә вәғәҙә бирә. Ҡиәмәт көнөндә ундай кешегә мин үҙем дә шәфәғәтсе булырмын», — тигән һүҙҙәрен ишеттем», — тигән.
    Ибраһим бин Ғабдуллаһ иһә (уның менән Аллаһ Үҙе риза була күрһен) пәйғәмбәребеҙҙең: «Әҙәм балаһының тәнендә өс мең төрлө ауырыу барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ауырыуҙарҙың ике меңен бәндәләр үҙҙәре лә белер һәм уға шифа табыу сараһын күрерҙәр, бер меңен белеп тә бөтмәҫтәр, дарыуын да эҙләп йөрөмәҫтәр. Әгәр ҙә кеше «Ғаһеднамә» доғаһын үҙе менән йөрөтһә, Хаҡ Тәғәлә уға өс мең хасталыҡтан именлек бирер», — тигән һүҙҙәрен килтерә.

                                                                                                                                  بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ
اَللَّهُمَّ فَاطِرَ السَّمَاوَاتِ وَ الْاَرْضِ عَالِمَ الْغَيْبِ وَ الشَّهَادَةِ وَ كَفَى بِرَّبِكَ شَهِيدًا * اِنِّى~ اَعْهَدُ اِلَيْكَ عَهْدًا فىِ هَذِهِ الْحَيَوةِ الُّدُّنْيَا * اِنّىِ~ اَشْهَدُ اَنْ لَآ اِلَهَ اِلَّآ اَنْتَ وَحْدَكَ لَا شَرِيكَ لَكَ * وَاَشْهَدُ اَنَّ مُحَمَّدًا عَبْدُكَ وَ رَسُولُكَ * فَاِنَّكَ اِنْ تَكِلْنِى~ اِلىَ نَفْسِى تُقَرِّبُنِى مِنَ الشَّرِّ وَ تُبَاعِدُنِى مِنَ الْخَيْرِ * وَ اِنِّى لَآ اَثِقُ اِلَّا بِررَحمَتِكَ يَآ آَرْحَمَ آلرَّاحِمِينَ * فَاجْعَلْ لِى عِنْدَكَ عَهْدًا تُوَفِّينِيهِ يَوْمَ الْقِيَامَةِ * اِنَّكَ لَا تُخْلِفُ الْمِيعَادَ * بِرَحْمَتِكَ يَآ اَرْحَمَ الرَّحِمِينَ * حَسْبِىَ اللَّهُ عِنْدَ الْمِيزَانِ * حَسْبِىَ اللَّهُ عِنْدَالصّرَاطِ * حَسْبِىَ اللَّهُ الَّذِى لَآ اِلَهَ اِلَّا هُوَ رَبُّ الْعَرْشِ الْعَظِيمِ

   Аллааһүммә фәәтирас – сәмәәүәәти үәл – әрҙи ғәәлимәл – ғәйби үәш – шәһәәдәти үә кәфәә бираббикә шәһиидәә. Иннии әғһәдү иләйкә ғәһдән фии һәәҙиһил – хәйәәтид – дүнъйәә. Иннии әшһәдү ән ләә иләәһә илләә әнтә үәхдәкә ләә шәриикә ләк. Үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүкә үә расүлүүк. Фә иннәкә ин тәкилнии иләә нәфсии түҡаррибүни минәш — шәрри үә түбәәғидүнии минәл хайр. Үә инни ләә әҫиҡу илләә бирахмәтикә йәә әрхәмәр-рахимиин. Фәжғәл лии ғиндәкә ғәһдән түәффиинииһи йәүмәл-ҡийәәмәһ. Иннәкә ләә түхлифүл-миғәд. Бирахмәтикә йәә әрхәмәр-рахимиин. Хәсбийәл-лааһү ғиндәл-миизәән. Хәсбийәл-лааһү ғиндәс-сираат. Хәсбийәл-лааһүл-ләҙии ләә иләһә илләә һүә раббүл-ғәршил-ғәҙиим.
   Мәғәнәләре:
   Күктәрҙе һәм ерҙе яралтып бар итеүсе, бер кем белә алмаған йәшерен серҙәрҙе бәндәләргә күренеп, һиҙелеп, аңлашылып торғандарын да белеү һәм күреү өсөн Раббым Аллаһ Үҙе етә. (Бер нәмәне лә Унан йәшереп булмай.) Шуның өсөн дә донъя тормошонда күндәмлек менән ғүмер итеү өсөн Һинең менән мин ғаһед — килешеү төҙөп ҡуям.
   Беренсенән, Һинән башҡа Иләһә юҡ, Һин бер үҙең, Һиңә тиңдәш булырлыҡ бер нәмә лә булмауы хаҡында геүаһлыҡ бирәм; шулай уҡ мин Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, Һинең ҡолоң һәм рәсүлең булыуына геүаһлыҡ бирәм.
   Икенсенән, ысынбарлыҡта мин Һинең мәрхәмәт-шәфҡәтеңдән башҡа бер нәмәлә лә таяныс тапмайым.
Әгәр ҙә һин мине үҙ рәхмәтеңдән мәхрүм итеп яңғыҙымды ғына ҡалдырһаң, тимәк, ул мине насарлыҡҡа яҡынайтыу, яҡшылыҡтан алыҫайтыу була. Әй, рәхимлеләрҙең дә иң рәхимлеһе, Һиңә биргән был вәғәҙәмде Ҡиәмәт көнөндә лә хәтеремә төшөрөү өсөн ике аралағы ғаһедте Үҙ хозурыңда Үҙең дә теркәп ҡуй. Һин бит бер ваҡытта ла биргән вәғәҙәңде боҙоуға бармайһың. Мизан үлсәүенә баҫҡанда ла минең ышанысым — Аллаһ. Сират күперен кискәндә лә минең ышанысым — Аллаһ. Унан башҡа бер ниндәй Иләһә булмаған Зат, бөйөк Ғәршенең Раббыһы Аллаһ, минең бөтә ышанысым Һиндә.