Ғәйет намаҙы

                                              Ғәйет намаҙы

     Пәйғәмбәребеҙ заманында ҡайһы бер кешеләр ураҙаны ғәйет намаҙына ҡәҙәр дауам итә, тип уйлағандар, шуға ла намаҙға тиклем ашамағандар һәм эсмәгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ Рамаҙан ғәйете көнөнә ураҙа тамам булыуын күрһәтеү өсөн, ғәйет намаҙынан алда хөрмә ашаған. Ә, Ҡорбан ғәйетендә намаҙҙан һуң ауыҙ асҡан. Рамаҙан ғәйете өс көн, Ҡорбан ғәйете дүрт көн дауам итә. Ғәйет көндәрендә осрашҡан мосолмандар бер-береһен ғәйет байрамы менән ҡотлайҙар, бер-береһе өсөн доға ҡылалар. Мәҫәлән: “Ғәфәраллаһү ләнә үә ләкүм”, йәғни “Аллаһ беҙҙе лә, һеҙҙе лә ғәфү итһен”. Йәки: “Тәҡәббеләллаһү Тәғәлә миннә үә минкүм”, йәғни: “Аллаһ Тәғәлә беҙҙән үә һеҙҙән ҡабул итәргә бойорһон”

     Йома намаҙы фарыз булған кешеләргә байрам намаҙҙары вәжиб: Ураҙа байрамы намаҙы менән Ҡорбан байрамы намаҙы. Уларҙың уҡыу ваҡыты ҡояш ҡалҡып 45 минут үткәндән алып өйләгә хәтлем дауам итә. Байрам намаҙҙары йәмәғәт менән ике рәҡәғәт уҡыла.

     Намаҙға ошолай ниәт ҡылына: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Иләһи ниәт ҡылдым ике рәкәғәт Ҡорбан ғәйете (йәки Ураҙа-фитыр) намаҙын үтәмәккә (үтәргә). Ойоном (эйәрҙем, ҡабатлайым уның артынан) ошо имамға. Халисән лилләһи Тәғәлә. Аллаһү әкбәр», — тип, ҡиблаға ҡараған килеш ҡулдарҙың;(ус төбөн ҡиблаға ҡарай) баш бармағын ҡолаҡ йомшағына тейҙерелә. Артабан уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡуйған хәлдә ҡулды кендек өҫтөндә тотоп, «Ҫәнә» — «Сүбхәнәкә» уҡыла: «Сүбхәнәкә Аллаһүммә үә бихәмдикә үә тәбәракәс-смүүкә үә тәғәәләә джәддүкә үәләә иләәһә ғайрүк». Унан һуң һәр кем, намаҙға керешкәндә кеүек, ҡулдарын өс мәртәбә күтәреп, баш бармаҡтарың ҡолаҡ йомшағына тейҙереп, өс тапҡыр тәҡбир: «Аллаһү әкбәр», — тип әйтә. Тәкбирҙәр араһында ҡулдары бағланмай һалынып тора. Бынан һуң, уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡуйған хәлдә бағлап, «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджим» әйтеп, «Фатиха» һәм башҡа бер сүрә уҡыла.
     "Аллаһү әкбәр", тип рөкүғҡа китәбеҙ, йәғни: ярым бөгөләбеҙ, ҡулдар теҙҙәргә ҡуйыла, ирҙәрҙең теҙҙәре әҙ генә бөгөлә. Өс тапҡыр: «Сүбхәәнә раббийәл ғәҙим», тип әйтелә. Шунан һуң имам: «Сәмиғәллаһү лимән хәмидәһ» тип әйтә, тураяһың. Шунаң имам менән бергә: «Раббәнәә ләкәл хәмде», тип: «Аллаһү әкбәр», тип сәждәгә китәһең. Сәждәлә өс тапҡыр: «Сүбхәәнә раббийәл әғлә», тип әйтәбеҙ ҙә, «Аллаһү әкбәр», тип ҡалҡабыҙ. Сәждәне ҡабатлайбыҙ, өс тәкбир вәжибтер. Шулай бер рәкәғәт тамам була. 2-се рәҡәғәттең ҡыямына баҫабыҙ. Эстән: «Бисмилләәһир — рахмәәнир-рахииим», тип әйтеп, «Фатиха» һәм тағы бер сүрә уҡығандан һуң рөкуғ ҡылыр алдынан, иң беренсе рәкәғәттәге кеүек, өс тапҡыр тәҡбир әйтелеп, өс тапҡыр ҡулдар, ҡолаҡҡа күтәрелер, 4-се тәкбир менән рөкүғҡа кителә. Рөкуғ һәм сәждә ҡылғандан һуң,ҡағдала уҡыла: «Тәшәһһүд»: «Әттәхиййәтү лилләәһү үәс-саләүәәтү, үәт-ттаййибәәәт. Әссәләмүғәләйкә әййүһән-нәбиййү үә рахмәтул-лааһи үә бәракәәтүһ. Әс-сәләмүғәләйнәә үә ғәләә ғибәәдилис-салихииин. Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүүһүү расүүлүһ».
    «Салауат»: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәде. Кәмәә салләйтә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиимә иннәкә хәмидүм мәджиииде. Аллааһүммә бәәрик ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәде. Кәмәә бәрактә ғәләә Ибрааһиимә үә ғәләә әәли Ибрааһиимә иннәкә хәмиидүм мәджииде».
     "Доға аяты": «Раббәнәә әәтинә фиддүнйәә хәсанәтәү үә фил-әәхирати хәсанәтәү үә ҡыйнәә ғәҙәәбәән-нәәәр».
     Шуның һуң тәүҙә уң яҡҡа: «Әссәләәмүғәләйкүм үә рахмәтуллаааһ» һуңынан һул яҡҡа башты бороп сәләм бирелер. Шунан һуң ҡулдарҙы күтәреп, өс мәртәбә: «Әстәғфируллаааһ», — тип әйтеп, «Сәләм» доғаһы уҡыла. «Аллааһүммә әнтәс-сәләәмү үә минкәс-сәләәмү тәбәәрактә йәә зәлджәләәәли үәл-икрааам».
     Әгәр ғәйет байрам намаҙы, берәр сәбәп менән беренсе көндә уҡылмай ҡалһа, шулай уҡ икенсе көндә лә уҡылмаһа — унан ары ла уҡылмаҫ:
     Ғәйет намаҙында хөтбә вәжиб түгел, ә, бәлки, сөннәттер, ҡорбан ғәйете намаҙы өс көндөң береһендә уҡылырға мөмкин. Унан һуң уҡылмаҫ.