Намаҙ китабында: Бәҙрәфкә инер алдынан салбарҙың балаҡ остарын күтәрер кәрәк. Шулай уҡ, ихтыяжды ултырған килеш үтәргә кәңәш ителә. Былар кесе ярау иткәндәге ситкә сәсрәгән тамсыларҙан һаҡланыу һәм шул сәбәпле кейемде нәжестән таҙа тотоу өсөн мөһим. Бәҙрәфкә һул аяҡ менән инәләр, уң аяҡ менән сығалар. Бәҙрәфтә булғанда ашарға, эсергә һәм һөйләшергә кәңәш ителмәй.
Кесе хәжәтте үтәгәндән һуң бәүел (һейҙек) тейгән урынды яҡшылап йыуырға кәрәк (атап әйткәндә – енес ағзаһын). Шулай ҙа, кесе ярау иткәндән һуң саҡ ҡына йыуынмай көтөп тороу яҡшыраҡ, сөнки бер аҙҙан һуң тағы бер нисә тамсы бәүел бүленеп сығыуы бар. Бик тә бик һыу булмаһа йә һыу ҡулланмаҫҡа берәй сәбәп булһа (мәҫәлән, һыу артыҡ һалҡын), бәүелдән таҙарыныу өсөн бәҙрәф ҡағыҙы, салфетка, ҡулъяулыҡ һәм башҡа шундай нәмәләр ҡулланырға ла мөмкин.
Оло хәжәттән һуң да тәндең нәжес тейгән урынын һыу менән йыуырға кәрәк. Бының өсөн иң тәүҙә бәҙрәф ҡағыҙы кеүек берәй нәмә ҡулланалар. Әгәр һыу булмаһа, ҡағыҙ менән таҙа итеп һөртөү ҙә етә.
Кесе ярауҙан һуң да, оло ярауҙан һуң да бысранған урындарҙы һул ҡул менән йыуалар. Һәм хәжәт үтәгән ваҡытта ал менән дә, арт менән дә ҡибла тарафына ҡарап ултырмайҙар – тиелгән.
Икенсе бер мәғлүмәттә: Асыҡ ерҙәрҙә ихтыяжды үтәгәндә Ҡәғбә яғына йөҙ йәки арҡаһы менән булыу ярамай.
Әгәр алда, өс терһәктән (яҡынса 1,5 м) алыҫ түгел, бейеклеге 2/3 терһәктән (яҡынса 35 см) кәм булмаған ниндәй ҙә булһа предмет булһа ғына рөхсәт ителә. Был маҡсатҡа тәғәйенләнгән урындарға килгәндә (туалеттар), уларҙа Ҡәғбә яғына ҡаршы ултырыу тыйылмаған, әммә унда ла быны эшләмәү яҡшыраҡ.
Бәҙрәфкә барғанда аяҡ кейеме һәм баш кейеме булыуы хуплана. Әммә, тәбиғи хәжжәтте ултырып хәл итеү — өҫтөнлөклө, тигән фекер дөйөм ҡабул ителгән. Сөнки пәйғәмбәр башлыса сүкәйгән килеш һәм ҡайһы һирәк саҡта аяҡҡа баҫып, быны эшләгән — был хаҡта ҡайһы бер хәҙистәрҙә иҫкә алына. Шуға күрә Ислам этикетында ике позиция ла рөхсәт ителгән, әммә ултырған килешкә өҫтөнлөк бирелә. Оло йомошто ла, кесеһен дә ултырып үтәү хуплана. Аяҡ өҫтө бәүел итеү тыйылмай. Былар хәҙистәрҙән билдәле.
Ғалимдар асыҡлауынса, был тәҡдим бөтә кешеләрҙең һаулығына файҙалы: бәүел ҡыуығы ултырғанда тулыһынса шыйыҡсанан, ә организм токсиндарҙан арына. Табиптар, бәҙрәфтә хәжәтте баҫып үтәү хроник шешеүгә килтереүе мөмкин, тип иҫкәртә.
Тирмизи йыйынтығындағы риүәйәттәрҙең береһендә Аллаһтың илсеһе (ғәләйһиссәләм) үҙенең өммәтен ошондай һүҙҙәр менән өгөтләүе тураһында телгә алына: «Ғәүрәттәрҙе (башҡаларҙың күҙенән йәшерелергә тейешле урындарҙы) ендәрҙең күҙенән һаҡланыу шаршауы булып, «бисмилләһи» әйтеү хеҙмәт итә. Был бисмилләне шулай уҡ мунсаға һәм ваннаға ингәндә лә әйтелә. Кейемдәрегеҙҙе алмаштырған ваҡытта ла, ғөмүмән һәр саҡ әйтелә торған көслө мәғәнәгә эйә булған һүҙ ул.
Шулай уҡ (сөннә) бәҙрәфкә инер алдынан Аллаһ Тәғәләнән һаҡланыуын һорарға һәм ингәндә:
اَعُوذُ بِٱللهِ مِنَ ٱلْخُبْثِ وَٱلْخَبَآئِثَ
«Бисмилләһ, әғүүҙү билләәһи минәл-хубҫи үәл-хабәәиҫ» тигән доғаны уҡыу сөннәт. Был доғанын тәржемәһе: «Аллаһ исеме менән! Боҙоҡ ир-ат ендәрҙән һәм боҙоҡ ҡатын-ҡыҙ ендәрҙән Аллаһҡа һыйынам»
Икенсе бер вариантындағы доға:
“Аллаһүммә иннии әғүүҙү бикә минәль-хубҫи вә хәбәә΄иҫи минәш-шәйтанирраҗиим “ ( Эй Аллаһ, бындағы ен ирҙәрҙән үә ен ҡатындарҙан Һиңә һыйынам.)
Кеше тәнендә «384» хеҙмәтсе һәм уны оҙатып йөрөүсе фәрештәләр бар.
Ун алтыһы хафаза (һаҡлаусылар, яуыздарҙан һаҡлайҙар). حفظ [х̣афаз̣а] — «хранители»
Уларҙың икәүһе — кешенең уң һәм һул яғында яҙыусылар (уңда-изге эштәр, һулда-гонаһтар).
Тағы ике фәрештә кешенең хәжәтен ҡәнәғәтләндереү өсөн яуаплы. Был бөтәһе 20. (16+2+2=20)
Уларҙың 364-е кеше тәненең хәрәкәтсән быуындарын йөрөтөү өсөн яуаплы. Әгәр был фәрештәләрҙең береһе үҙ вазифаһын үтәмәһә, был быуын башҡаса хәрәҡәт итә алмаясаҡ. Бөгөн уны паралич тип атайҙар.
Ихтыяжды үтәү өсөн яуаплы ике фәрештә был эште сабырлыҡ менән ҡабул иткәнлектән, уларҙың дәрәжәһе башҡаларға ҡарағанда юғарыраҡ була. Ошо сәбәптән бәҙрәфтән сыҡҡанда, уларға доға ҡылырға кәрәк:
ٱَلْحَمْدُ ِللهِ ٱلَّذِى اَذْهَبَ عَنِّى ٱْلاَذٰى وَعَافَانِى مِنْ ذٰلِكَ
Әл-хәмдү лилләәһилләҙии әҙһәбә ғәннии ләҙә үә ғәәфәәнии мин ҙәлик
«Мине яфанан ҡотҡарған һәм мине һауыҡтырған Аллаһҡа маҡтау булһын!».
Был доғаны бәҙрәфтән сыҡҡандан һуң уҡыуын дауам иткәндәрҙә бер ниндәй ҙә бәүел юлы ауырыуҙары һәм йыуан эсәк ярһыныуҙары булмаясаҡ.
Быны үтәүселәр күп ауырыуҙарҙан һаҡлана. Ысынлап та, улар простата ауырыуының нимә икәнен белмәй. Ысынлап та, ауырыуҙарҙың күбеһе Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең хәҙистәренә ярашлы эш итмәүебеҙ арҡаһында барлыҡҡа килә.