Заман һәм беҙ

                                                                       Заман һәм беҙ

    «Иманы көслө кеше — Аллаһ ҡаршыһында яҡшы кеше, — тип нәсихәт биреп тора дин. — Эштәрҙең файҙалыһын, ғәмәлдәрҙең изгеләрен эшләргә тырыш. Аллаһтан ярҙам һорап ҡына тор. Үҙең ебеп барма. Бәлә килгән саҡтарҙа ла: «Әгәр ҙә былай эшләгән булһам, әгәр ҙә тегеләй эшләгән булһам былай булмаҫ ине» тимә... «Әгәр ҙә» тигән һүҙ шайтан ҡотҡоһона юл аса».
    Үҙенең һәр эше, һәр ғәмәле өсөн бәндә Аллаһ алдында яуаплы. Ғәҙел һәм мәрхәмәтле зат булараҡ, Аллаһ Ул бөтә кешеләргә — мосолманмы ул, иманға килеп өлгөрмәгән кешеме — бөтәһенә ҡарата игелек ле булырға, уларҙың именлегенә ҡаршы ҡул күтәреп йөрөмәҫкә, зәғифтәрҙе ҡыйырһытыуға юл ҡуймаҫҡа, донъяла боҙоҡлоҡ таратып йөрөүҙән тыйыла һәм тыя белергә бойора.
    Дини йолалар Исламда тәрбиә дәрестәренең иң отошло юлы. Яҡындарынан кемделер юғалтыу сәбәпле күңеле нескәреп ҡалғанда ҡәрҙәштәрҙең һәм дуҫ-иштәрҙең ярҙамын тойоп тороу, тапҡыр тел менән һөйләнгән хикмәтле вәғәз һәм нәсихәттәр тыңлау бәндәне ғүмер тураһында уйланып алырға мәжбүр итә. Ни тиклем генә оҙон булып тойолмаһын, ғүмерҙең барыбер бер сиге бар. Дин өйрәтә: уйлан һәм үлем килгәнсе бөтә гонаһтарыңдан тәүбәгә килеп, Аллаһ тарафынан үҙеңә вазифа итеп тапшырылғандарҙы үтәүҙә юл ҡуйған хаталарыңды төҙәтеп, кеше хаҡына инеп алыу ихтималы булғандарҙың тамсыһын да ҡалдырмай эйәһенә тапшырып китергә тырыш. Шул саҡта ғына бәндәләр бер ниндәй яуапҡа тарттырылмай йәннәттәргә инә алыр, ти.

     Бәндәләр өҫтөндә кеше хаҡы, алдашыу һәм рәнйетеүҙәр баштан ашҡан, хыянаттар сик һәм самаларҙы үтеп киткән был заманда фәһемле нәсихәттәргә лә ҡытлыҡ ҙур.
    Динебеҙ өйрәтә: әгәр ҙә кеше быларҙың береһенең дә хаҡын түләп өлгөрә алмаған хәлдә үлеп китһә, Ахирәттә уның йәнен үҙе рәнйетеп йөрөгән йәндәр уратып алыр ҙа, берәүҙәр елкәһенә, икенселәр ҡулына, өсөнсөләр сәсенә йәбешеп, үҙенең хаҡын талап итер:
    «Һин мине рәнйеттең, мыҫҡыллап йөрөнөң, хурлауҙан туйманың, һин миңә күрше инең — күрше була белмәнең, минең менән һин алыш-биреш итеп йөрөнөң — алдашыуҙан башың сыҡманы, һатҡан әйбереңдең етешһеҙлеген йәшерҙең, хаҡын арттырып алдың, һин минең мохтажлығымды күреп торҙоң, бай булыуыңа ҡарамаҫтан, ярҙам итә белмәнең; башҡалар мине ҡыйырһытып йөрөгәнде күрҙең — мөмкинлегең була тороп яҡлап ҡалырға тырышманың», — тиерҙәр.
    Ғәҙел була белмәгәндәрҙең ниндәй хәлгә төшөүен Аллаһ һиҙмәй ҡалыр тип уйлама. Ул бөтәһен дә белә. Әммә күҙҙәр күккә төбәлер көнгә тиклем залимдарҙың язаһын ғына кисектереп тора. Шуға ла эшләргә тейешле игелектәреңде «иртәгә эшләрмен» тип һуңыраҡҡа ҡалдырма. Утҡа барып эләккәндәрҙең бик күп бәләләре бөгөнгөнө иртәгәгә ҡалдыра барыуынан килә. Иртәгәгә тип ҡалдырған эштәр улар көндән-көн ишәйә барып, бәхетһеҙлеккә әйләнә. Сөнки үлем бер ваҡытта ла алдан уҡ хәбәр биреп тормай, көтмәгән-уйламаған ерҙән килеп етә.
    «Ҡөрьән — ул беҙ бәндәләргә индерелгән игелекле киҫәтеү». «Әл-Әнбиә» (Пәйғәмбәрҙәр) сүрәһе, 50-се аят
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күптәр уныңҠөрьән ярҙамында мәжүсилектән Аллаһтың берлеген таныуға, тарҡаулыҡтан — берҙәмлеккә, томаналыҡтан — ғилемгә, ҡырағайлыҡтан — мәҙәниәтле булыуға, ҡоллоҡтан — ерҙә ныҡ баҫып торған хужаға, аҙғынлыҡтан — рухи паклыҡҡа, фәҡирлектән — муллыҡҡа, хөрәфәттәрҙән — хаҡ дингә, хурлыҡлы тормоштан шан-шөһрәткә, иманһыҙлыҡтан иманға юл ярып сыға ала.
    Ҡөрьән өйрәтә: «Аллаһ, — ти, — Ерҙә ныҡ торорға ярҙам иткәндән һуң намаҙын уҡыған, зәкәтен түләгән, бойорғандарҙы үтәгән, тыйғандарҙан тыйыла белгән кешеләргә ярҙам итә. Бөтә эштәрҙең һөҙөмтәһе Аллаһтың үҙ ихтыярында». « Әл-Хаджж» (Хаж) сүрәһе, 41 -се аят.
    Пәйғәмбәребеҙ бер кемдең дә хоҡуғын сикләмәгән, Китабы булған һәр халыҡтан зәкәт алған. Зәкәт малы бирергә, әммә шул уҡ ваҡытта поттарға, тораташтарға табыныуҙарын һаҡлап та ҡалырға теләгән мәжүсиҙәргә генә ул: «Китап әһелдәренән башҡа бер кемдән дә мин зәкәт малы алмайым», — тип белдергән.
    «Нисек инде һин улай тип әйтә алаһың? — тиҙәр мәжүсиҙәр. — Һин бит Заратуштра тарафтарынан мал алаһың?».
    «Заратуштра тарафтарының үҙ пәйғәмбәрҙәре була, ул үлтерелә. Уларға сәхифәләр ҙә бирелә, әммә яндырыла», — ти пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләм.
    «Әҙ-әҙләп кенә булһа ла башҡаларҙы ла хаҡ юлға өндәп тора белгән кеше үҙенә эйәреп йөрөгәндәрҙеке тиклем үк әжерен аласаҡ», — тип өйрәткән имам Бәкер.
    «Кешеләр араһында шундайҙар ҙа бар, улар ғилеме булмаған көйө Аллаһ тураһында бәхәс алып бара, ә үҙҙәре бола ҡуптарыусы шайтандарға эйәреп йөрөйҙәр». «Әл-Хаджж» (Хаж) сүрәһе, 3-сө аят.
    Дин тураһында төплө генә бер фекере, белеме булмай һәм уны кәрәкһенмәй ҙә тороп дин исеме менән улар фетнәгә бирелә, шайтан ихтыярына буйһона. Кешеләрҙән һәм ендәрҙән булған шайтандың береһенә генә түгел, хаҡлыҡҡа ҡаршы һәр береһенең үҙ ниәте, үҙ нәфсеһе, үҙ уйы, үҙ уйын бойомға ашырыуҙа үҙ юлы булған шайтандарҙың бөтәһенә бер юлы эйәреп йөрөй.
    Беҙҙең заманда ул бер сиргә әйләнеп алды.
    Ҡөрьән өйрәтә: яҙмыштар китабына ярашлы рәүештә бәндәнең бөтә күрәсәге алдан билдәләнеп, маңлайына яҙып ҡуйылған, ти.
    Шайтанға эйәреү яҙмыштың насарына барыу юлын еңеләйтә. Уйлай белгән кеше быны үҙ тормошонда ла татып ҡына тора: кисә генә типһә тимер өҙөрҙәй булыпп йөрөгән ир-егеттәр бөгөн гүргә барып инә.
    «Кешеләр араһында шундайҙар ҙа осрап ҡына тора: улар бер нимә белмәгән, хаҡ юл менән алып барыусы етәкселеге, шул юлды яҡтыртып тороусы Китабы булмаған килеш, Аллаһ хаҡында бәхәс ҡуптара, кешеләрҙе боҙоҡ юлға баҫтырыу ниәте менән тәкәбберләнеп, үҙе лә имандан ситтә йөрөй, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙыра. Ундай кешенең был донъялағы өлөшө — хурлыҡ, Ҡиәмәт көнөндәгеһе — ут. Беҙ уға уттың тәмен татытырбыҙ.
    Уларға әйтелер: «Был һеҙгә үҙ ҡулдарығыҙ менән элек эшләп йөрөгәндәрегеҙ өсөн», — тиелер. Ә бит Аллаһ үҙ ҡолдарын бер ҙә юҡҡа золом итеүсе залим түгел». Шул уҡ сүрә, 8-10-сы аяттар.
    Йәшерен-батырын түгел, донъяның төрлө тарафтарында имандың тормоштағы татлы емештәре тураһында уйлап ҡына йөрөгәндәргә ҡарағанда, унан файҙа табырға теләгәндәр күберәк күренә башланы, Теге замандағы әхлаҡи багаж менән килеп, суфыйға әйләнгәндәр артып китте, кемдәрҙендер ҡулы ҡанға батып бөткән мәлдәр бар.
    Пәйғәмбәребеҙ заманында ла бит иманға килмәгән кешеләргә асыу тотоп: «Аллаһ вәғәҙә иткән язалар ни өсөн һуң иманһыҙҙарға әле үк килеп тормай?» — тигән мосолмандар ҙа осрап тора.
    Ҡөрьән ул дини хөкөмдәр тураһында аңлатып, нәсихәт бирә. Ә етәкселектең үҙе Аллаһ ихтыярында. «Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәһүдтәр менән йондоҙҙарға табыныусылар, насраниҙар, утҡа табыныусылар йәки мәжүсиҙәр хаҡында хөкөмдө Аллаһ үҙе йөрөтөр. Бөтә нәмәне Ул үҙе белә, бөтә нәмәгә үҙе шаһит». Шул уҡ сүрә, 17-се аят.
    Ислам диненә, иманға саҡырыуҙар, уға өндәп йөрөүҙәр, әлбиттә, булырға тейеш. Ул кәрәк тә. Әммә был нәсихәттәр әҙәп нигеҙенә ҡоролһон. Төрлө диндәрҙе тотоп йөрөгәндәр араһында ла, бер диндәгеләрҙең үҙ эсендә лә тауыш күтәреп йөрөү өсөн түгел.
    «Был донъяла, — тип өйрәтә дин, — тыныс, татыу ғына йәшәй белегеҙ».
    Ибн Ғаббас әйтеп ҡалдырған риүәйәттәргә ҡарағанда, иманға килеүҙән ниндәйҙер файҙа өмөт итеп йөрөгән бәдәүиҙәр ҙә пәйғәмбәребеҙ тирәһендә йыш ҡына була. Был осрашыуҙар сәбәпле, төрлө ауырыуҙарҙан шифа табып, һауығып китһәләр: бейәләре — ҡолон, ҡатындары малай таба башлаһа, мал-мөлкәте ишәйеп китһә, уларҙың Аллаһуға һәм Уның илсеһенә булған имандары ла ҡеүәтләнә.
    Әгәр ҙә инде Аллаһ илсеһе эргәһенә килеп йөрө гәндән һуң сәләмәтлектәре зәғифләнеп ҡалһа, ҡатындары ҡыҙ бала таба башлаһа, күңелдәре лә шайтан ҡотҡоһона бирелеп, был бәләләр әле генә ҡабул иткән дин шауҡымы менән килә, тип имандарынан баш тарта башлайҙар.
    Ә диндең был туралағы фекере башҡа: яҙмыштың күңелгә хуш килеп кенә тороуы — игелек, һиңә ҡарата уның хәйерле булыуҙан туҡтауы — яуызлыҡ түгел — һынау.
    Иман килтергәндән һуң кеше игелекле эштәр эшләүгә күнегеп китергә тейеш, тип өйрәтә дин.
Сөнки ғибәҙәтең, мәсеткә йөрөүҙәрең, намаҙ уҡыуҙарың үҙең өсөн булһа, игелекле эштәреңдән башҡалар файҙа таба.
    «Иман килтереп, игелекле ғәмәлдәр менән йәшәгән кешеләрҙе Аллаһ үҙенең йылғалар ағып торған йәннәттәренә алып инә. Аллаһ Ул үҙе теләгән бөтә нәмәне эшләй ала». Шул уҡ сүрә, 14-се аят.
    Иманы зәғифтәр, иманы ҡалтырап ҡына торғандар игелеккә һәләтле була алмай. Сөнки иман ағасының ғына тамырҙары көслө, олоно татлы емештәр менән һығылып тора.
    Сүрәлә тәүҙә шайтандар тураһында һүҙ барҙы, был аяттар ҙа яҙыҡ юлда йөрөп, үҙҙәре лә шайтанға әйләнеп бөткәндәргә киҫәтеү.
    «Аллаһ етәкселегенән башҡа етәкселек эҙләгән кеше яңылыша, — тигән мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт. — Аллаһуға буйһоноп, гонаһтарҙан һаҡлана белгәндәрҙән һәр кем ысын мәғәнәһендәге етәкселек таба».
    «Кешеләр араһында шундайҙар ҙа бар: улар телдәре менән Аллаһты бар тип белә, игелектәр килгәндә үҙен дә ышаныслы тоя. Һынауҙар була башлаһа, донъялағы өлөшөнән өмөт өҙә. Шуның менән Ахирәткә тейешле өлөшөн дә юҡҡа сығарып, йөҙөн ситкә бора. Үҙенә зыяны ла файҙаһы ла булмаған нәмәләрҙе Аллаһҡа тиңләп, шуға доға ҡыла башлай. Был да — тәрән аҙашыу». Шул уҡ сүрә, 11—12-се аяттар.

                                                                                                                                                     «Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр». Суҡбаев С. Х.