Ваһһабиттәргә ҡаршы көрәш кәрәкме?

                                   Ваһһабиттарға ҡаршы көрәш  кәрәкме?
     Бөгөнгө көндәрҙә, донъяның аҫты өҫкә әйләнергә торғанда арабыҙҙағы ваһһабит иптәштәргә ҡаршы көрәш кәрәкме? Кемдәр улар һәм арабыҙҙа уларҙың роле? Беҙ, Ислам динебеҙҙә, шәриғәт ҡанундарын һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм сөннәтен ҡаты рәүештә үтәргә тырышҡан кешеләргә, бигерәктә йәштәргә «ваһһабиттар» тип ҡушамат тағырға тырышабыҙ. Төрлө китабтар уҡып, видео мәғлүмәттәр ҡарап, диндә юнле белеме булмаған өйрәтеүселәр менән аралышып, динебеҙҙең асылына төшөнөргә тырышҡан йәштәр тәү мәлдә, был планда радикал ҡарашта була. Мин үҙемдә дин тота башлағас, шулайыраҡ булдым, хатта, мәҫәлән динебеҙҙең бер нәмәһендә белмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, райондың йыл аҙағы йыйылыштарында, артҡы рәткә ултырырға, ҡыуҙым...

     Бына аҡыл ала, донъяуи һәм дине белемде артыра килә, алтмыш йәшкә еткән мине лә ваһһабит тиергә була. Ни эшләп? Сөнки мин традицион дин һәм межконфессиональные отношения (это отношения как между конфессиями (направлениями), так и между сообществами приверженцев основных мировых религий) тигән нәмәләргә ҡаршымын. Иблис ғәскәре ярҙамында Ислам динебеҙ Пәйғәмбәребеҙ хәҙисенә ярашлы (динебеҙ 73 төркөмгә (юлға) бүленер, шуларҙың береһе генә дөрөҫ булыр) төрлө өлөштәргә бүленде. Ҡайныһы әле дөрөҫ? Бына һуңғы быуаттарҙа шайтан тәьҫире аҫтында булып, Дәджәлдәрҙең системаһында йәшәп, ялған информацион пропагандаһында көн күреп, тағы хәҙистәргә ярашлы тирандар, иң юнһеҙ кешеләр идара иткән сәйәсәткә эләгеп, үҙегеҙҙе дөрөҫ юлда тиеп һанайһығыҙмы? Ни эшләп Ер йөҙөнә тик бер дин – Ислам дине менән килгән бар пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы сығып, мин һүрәттәргә табынған христиан, мосолман диненә тулыһынса ҡаршы булған тиерлек йәһүд диндәрен танып, күп ҡуллы идолдарына табынған буддистәрҙе хуплап, межконфессионал аралашта булып, 1400 йыл элек ошо юлдан яҙған диндәрҙе алмаштырырға килгән үҙ динемде түбәнәйтәйемме? Был хаҡта ваххабизмға ҡаршы булған Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйех Мехмет хәҙрәт, уның атаһы Раббани хәҙрәт һөйләгәндәрен ошо сайтҡа һалдым бит.
     Ни эшләп мин ошо Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәһе менән арабыҙға ебәрелгән әүлиә шәйехтәрҙән уҙып, бөгөн һуғышты хуплаған муллалар, мөфтийҙәр менән бер рәттә булырға тейешмен? Әлхәмдүлләһи, был һуғыш кемдең кем икәнен күрһәтеп, күҙҙәребеҙҙе асты. Быға тиклем булған батшаларҙың, хөкүмәт башлыҡтарының, президендарҙың сатанистәрҙәң, Иблис ғәскәренең һалдаттары икәнен төшөндөрҙө. Күңелдәрегеҙгә ҡалай пропагандист еврей Соловьев, әрмән сиғаны Симоньяндар кеүектәр, шайтан ағыуы сәскәндәр, Рәсәйҙең бөйөклөгө, уның Ер шарында берҙән-бер ғәҙел, изге ил булыуын, беҙҙе бөтә яҡтан дошмандар уратып алғанын, тик улар, Аллаһ түгел — урыҫ сионист еврейҙәре етәкселеге (хөкүмәттә 98 процент йәһүдтәр ултыра) донъяларбыҙҙы һаҡлап ҡала икән. Иблис эйәрсендәре – төрлө шамандарҙың әйтеүҙәренә ышанып, кәрт һалып донъяның киләсәген барлаған, төрлө медиумдарға, экстресенстәргә, күрәҙәселәргә таянған ил башлыҡтары — кафырҙарға ҡушылып, шуларҙың сәйәсәтен хуплайыммы?
     Уларҙың, был бурҙарҙың миллиард доллар аҡсалары, дача-өйҙәре, яхталары балалары ҡайҙа? Әйҙә бетриот булып шуларҙы яҡла! Имеш, башҡорттар ваҡытында Петр 1 менән Ҡырымды алған. Бөйөк аҙғын Петр менән мосолман мәсеттәрен емереп, урындағы, ерле мосолмандарҙы бала-саға, ҡатын ҡорттары менән ҡуша ҡырып, ҡыуып, Ислам динең таратҡан бөйөк мосолман – Ғосман хәлифәтенә ҡаршы һуғышҡан түгелме? Зәки Вәлиди китабында, урыҫ ғәскәренә ҡаршы бик күп ғәскәрле башҡорттар, урындағы халыҡтарға һәм төрөктәргә ярҙам итеп баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышҡан. Ни эшләп мин, тарихтарҙы боҙоп, үҙ иреклеге өсөн быуаттар буйы урыҫ яулап алыуҙарына ҡаршы сыҡҡан башҡорттарымды, бөгөн Бетин 10 мең пенсия бирҙе, тиеп, уларҙың бар тарихын, көрәшен һатырға тейешмен?
     Алайыҡ беҙҙең ваҡытты. Урыҫия суннит мосолмандары йәшәгән Сүрийәне, ИГИЛ һылтауы менән Мәскәүгә ыңғай ҡарашлы булған динһеҙ бер ҡәбилә кешеһен, икенсе ҡәбиләләргә ҡаршы ҡуйып етәксе итеп ҡуйҙы. Ундағы болғаныш шул граждандар һуғышына әйләнеп, шулай уҡ урыҫ армияһына ла ҡаршы булды. Телевизорҙан ғорурланып күрһәттеләр бит: Урыҫия самолетын атып төшөргән төркмәндәрҙе (шунда ла уларҙа йәшәй) икенсе көндөн төнөндә термобарик (вакуум) бомбалар менән (газ йә иһә башҡа шартлай торған мәтдә тарала ла, шунан һуң ҡот осҡос булып, бөтә яҡты яндырып, (ер аҫтында ла) шартлай) ауылдары менән ҡуша яндырҙылар. Ни өсөн? Сөнки улар урыҫ оккупацияһына ҡаршы сыҡтылар, ерҙәрен бомбаға тоҡан самолетты бәреп төшөрҙөләр һәм уның ҡото осҡан летчиге үҙен граната менән шартлатты. Һин нимә эшләр инең был шарттарҙа, ереңде, ауылыңды шартлатып, яндырһалар?
     Шул мәлдәрҙә Өфөнөн Ислам университенең сесияһында булғанда, мөфтий Таджеддин хәҙрәт ғорурланып: Мәскәү Ислам университетенән, уҡығандары һәм бөткәндәре менән ҡушалыр инде, 24 имам Сүрийәгә, Рәсәй армияһына ҡаршы һуғышҡа киткән икән. Ә беҙҙән берәүҙә унда китмәне, тип белдерҙе, мөфтий Рауил Ғәйнетдинов етәкләгән Мәскәү муфтиәттен хурлап.
     Бынан алдағы һуғышты, Әфгәнистәнде алайыҡ. Ни өсөн суннит мосолмандарын, әфгән крәҫтиәндәрен 10 йыл буйы урыҫ кафырҙары үлтерҙеләр? Хатта американдарҙа уларҙы баҫып ала алманылар.
     Мәскәү иблистәре Чечен мосолмандары иленә ике тапҡыр һуғыш асып, ауыл-ҡалаларын, халҡы менән ҡуша ергә тигеҙләнеләр. Был ғорур Кавказ халҡын урыҫтың йәһүд сионистәре тубыҡландырырға теләнеләр, әммә килеп сыҡманы. Иҫерек Ельцин һәм Путин йәһүд затынан түгелме? Әле һаман йөҙәрсә миллиардлаған һум дотация түләп, һатлыҡ әҙәмде шунда баш итеп ҡуйып, уларҙы тоторға тырышалар. Генерал Дудаев ваһһабит булдымы? Бына Рәсәйҙең киләсәк хөкүмәте планы буйынса Чечендәрҙе Рәсәйҙән айырырға тигән уйҙары бар. Сөнки улар был урыҫ тәртибенә әле һаман бойһонмайҙар, үҙәренсә йәшәйҙәр, үҙ армияһы бар. Урыҫәйҙең теләһә ниндәй кешеһен тотоп, уға яза бирергә ҡулдары етә.
     Быларҙы ни эшләп яҙам? Аҙ маҙ булһа ла ниндәй яман, алдаҡ, боҙоҡ донъяла көн күргән һәм быҙауға әйләнгән, үҙҙәрен мосолмандар тип, иманлылар, тип һанаған әҙәмдәр, уйланһындар тием! Аң-мейеһенә төрлө психологик манупуляциялар ярҙамында, мәҫәлән: әле генә союзда йәшәгән бер туған украин халҡын нацистар тиеп, 15 йыл буйы уларға ҡаршы ҡуйып, бер туҡтауһыҙ пропаганда алып барып дошманға әйләндерҙеләр. Донбаста һуғышты кемдәр беренсе башланылар? Кемдәр ике яҡты ла реактив снарядтар менән утҡа тоттолар? Тыныс йәшәгән ҡалаларҙы шартлаттылар. Был алым борондан килә, Әхмәтзәки Вәлиди: урыҫтар шул ҡәбиләләрҙең кейемдәрен кейем, икенсе ырыуға һөжүм иттеләр, араларында дошманлыҡ һалып бер-береһен һуғыштырырға тиеп. НКВД-ның этлектәрендә беләбеҙ бит. Кемдәр тарих менән ҡыҙыҡһына быны белә, тик был Бөйөк Ватан һуғышы тарихы «строго секретно» тигән гриф аҫтында!
     Бөгөндә, ана чечен менән дағыстан араларын, ингуштарҙың араһын, теге погонлылар тарафынан ойошторолған төрлө террористик сығыштар менән ут тоҡандырырға уйлайҙар. Шулай уҡ беҙгә, бар мосолмандар араһына, төрки халыҡтар араһына дошманлыҡ һалалар. Мәҫәлән төрөктәр НАТО иле яҡлы булғас, улар мәңге дошмандар. Ә бит Мәскәү батшалары Төрөк илен быуаттар буйы баҫып алырға хыялана. Бында дингеҙ сауҙа юлдары, уңайлы климат, ҡаҙылма байлыҡтар, Урта Азияға бәреп инергә юл асыла... Царьград, Византия. Стамбул. Константинополь... Христиан (насара) дине үҙәге һәм башҡаһы.
     Әле барған һуғыш тиҙҙән туҡрар һәм был өс йыл барған ҡырылышта Урыҫийә еңеп сыҡты тиеп, байрам итерҙәр. Тик еңеүендә ул нимә яуланы, ә? 2014 йылда урыҫтар тарафынан баҫып алынған Донбас менән Луганск өлкәһе һәм Ҡырым ярымутрауы ваҡытлыса Рәсәй яғына ҡалыр, әммә уларҙың был илгә киләсәктә кәрәге булмаясаҡ. Сөнки беҙҙе, был донъяның бик ҙур болғансыҡтары һәм тетрәүҙәр көтәсәк. Шуға ла әле өҫтәге шайтан ялсылары һуғышты тиҙерәк туҡратырға тырыша. Үткән 90-сы йылдар, беҙгә бер бәләкәй генә уйын кеүек буласаҡ, был булаһы көндәр менән сағыштырғанда. Аслыҡ, финансовый кризис, региондарҙың бүленешеүе, урыны менән граждандар һуғышы ике йылға тиклем дауам итеүе бар. Мәскәү, республикалар айырылмаһын өсөн росгвардияһын, халыҡты хәрби көс менән баҫыу өсөн ҡулланасаҡ. Шуның өсөн ҡалаларҙан алыҫ ерҙәрҙә бик ҙур төрмәләр төҙөлөүе тамамлана. Әммә халыҡтың асыуынанда яман нәмә юҡ, иблисен ары торһон. Кемдәрҙер аҫыланасаҡ, кемдәрҙәрҙе машинаның артына бәйләп урамдар буйлап һөрәтеп йөрөтәсәктәр, ҡайһы берәүҙәр тереләй янасаҡ, атыланасаҡ... Һәм башҡа язалар. Ышанмайһыңмы? Максим Горькийҙең ни эшләп башын күтәрмәй, ҡол булып, тыныс ҡына йәшәп ятҡан ярлы крәҫтиәндәр шундай яуызлыҡтарға баралар тигәнен уҡы: https://nazir1965.com/tarix/ury%d2%ab-kr%d3%99%d2%abti%d3%99nd%d3%99re-xa%d2%a1ynda.html#more-12079
     Һәм кем беҙҙең 30 йыл ғүмеребеҙҙе бушҡа үткәргәне өсөн яуап бирер?
     Быны бер хәл булһа, икесеһе техноген катастрофалар арҡаһында, мәҫәлән ток менән тәьмин итеү, свет һүнеү арҡаһында, транспорт бәйләнеше өҙөлөү арҡаһында аҙыҡ-түлек мәгәзиндәре, складтары таланасаҡ, эсергә һәм ҡулланырға таҙа һыу, йылы булмау арҡаһында халыҡ ярһыясаҡ һәм асыуын чиновниктәргә һәм байҙарға төшөрәсәк. Эпедимия һәм ауырыуҙар тараласаҡ. Әммә ҡомһоҙ байҙарҙың йәшәр ожмаҡлы урындары сит илдәрҙә әҙер һәм ҡасып осоп китер өсөн самолеттары көтөп ултыра. Ләкин нисек булһа ла Рәсәйҙе талап, ҡомһоҙланып, һуңғы сиккә тиклем байлыҡ алыр өсөн, идаралыҡты үҙҙәренә һәм балаларына булдырыр өсөн, улар бар көсөн һәм яманлыҡтарын ярлы халыҡҡа ҡарата йүнәлтер.
     Ислам динебеҙгә килгәндә, Бетинде уйнаған клоундың Ҡөръәнде үбеүе, һарыҡбаштар өсөн ҡыуаныстыр, динебеҙҙе хөрмәтләй, мосолмандарҙы яҡлай тип, шатланаларҙыр. Иблис әҙәмдең башын тамуҡҡа тығыр өсөн ниндәй алымдарға барырға тейеш, аңлатығыҙ әле миңә?
     Шунан, тик бына Мәскәүҙә Рәсәйҙең Следком етәксеһе Бастрыкин тигән, ҡартайып һаһыған генерал коммунист-единоростың: мигрантарҙы ҡыуырға, мәсеттәрҙе төҙөүҙәрҙе туҡратырға, хиджабты тыйырға тип һәм башҡа әйткәндеренә нисек ҡарарға? Тиҙҙән һиндә мосолман иптәш мигрант буласаҡһын, сөнки Өфө, Ҡазан, Тюмен һәм башҡа ерҙәрҙә урыҫтарҙың радикал фашистары полиция һаҡлауында урамдарҙа теләһә ниндәй, яманлыҡҡа өндәгән плакаттар, флагтар тотоп, хәрби саф менән маршировать итеп, «Урыҫия для русских» тип аҡыралар. Уларҙы хәрби ҡоралдары ла, отрядтары ла әҙер!
     Бына шуға был СВО тигән ҡырылыштары туҡтауға табан, был һөҙөмтәһеҙ булған алыш арҡаһында йөҙҙәрсә тиҫтә мең үлгән һалдаттарҙан иғтибарҙы ситкә йүнәлтеп, халыҡтың күңелен, асыуын һәм башҡаһын был бәләләрҙә мосолмандар ғәйепле тип, һылтауҙар башланды ла инде. Росгвардия эттәренең мәсеттәрҙә намаҙ уҡыған ҡарттарҙы иҫәнгә һалып, арҡаларына автомат төбәп, баҫып тороуҙарын Алиф ТФ тигән каналда таба алаһығыҙ.
     Ваһһабиттарға килгәндә, ваҡытында егеттәр был яңылыш юлға баҫмаһындар тиеп, информацияны етерлек яҙым. Әлбиттә быға сәбәпсе булып мөфтий Биреғәлиндең замы: Ваһһабит, тиеп әйтһәләр, ғорурланығыҙ тип, әйткәне булды. Был наҙандың саҡырыуы шул белемһеҙлеге арҡаһында инде. Элекке ваһһабиттәр иле Сәғүд Ғәрәбстаны, хәҙер аҙған демократик, фәғишәлек иленә әйләнде. Тяжелый метал, рок – уларҙың стадиондарында аҡыра. Йәштәре бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ һикерә, ... бөттө уларҙа дин! Алайыҡ миҫалға 140 миллион мосолман йәшәгән Пакистан илен. Мәҙһәбтәре тулыһынса тиерлек Хәнәфи юлында. Ваһһабиттәр юҡ, тик бына мосолман ата кеше, ҡыҙы ул егеткә кейәүгә сыҡмайым, үҙем оҡшатҡан егеткә сығам тигәнгә, ҡыҙын мал ите һымаҡ тураҡлап, баҙарға һатырға алып сыҡҡан һымаҡ, урам уртаһына һалып, бар кешегә күрһәтеп ултыра! Ссылка: https://t.me/nevzorovtv/20847 (телеграм канал)
     Ярай, был тиҙҙән буласаҡ фетнә, болғаныш, ҡоралы бәрелештәр Урыҫияны ваҡытлыса ғына үҙгәртергә сәбәпсе булыр. Ләкин, йәнә шул уҡ хакимлеккә талашҡан әҙәм аҡтыҡтары өҫкә үрләр, Либералдар килер, ЛГБТ –һына тиклем рөхсәт итерҙәр. Быға тиклем уға әле тыйыу булдымы? Юҡ. Мәскәүҙең элитаһы тигән аҡтыҡтары (совет заманында тик элитный сусҡалар һәм ҡайһы бер хайуандар булды, хәҙер породистый әҙәмдәр бар икән) өсөн был тыйыу булманы. Партия гейҙәре хаҡында тиҙҙән ишетерһегеҙ. Был һуғыштан арыған халыҡ тыныслыҡ эҙләр, әммә бик ҙур тетрәүҙәр алда әле...
     Ошо боҙоҡлоҡҡа батҡан йәмғиәтте Аллаһ күпме түҙергә тейеш. Ҡөръән аяттарына ярашлы халыҡ үҙен үҙгәртмәне, Ислам диненә килмәне, Раббыһы ҡушҡандарын үтәмәне. Иблискә эйәргән халыҡ боҙолғандан – боҙола килә, бер ниндәй ҙә тулы хоҡуҡлы, мәрхәмәтле, изгелеккә ҡоролған илдәр барлыҡҡа килмәне! Ваһһабиттармы, әллә башҡа кемдәр Ислам хәлифәтен ҡайтарып, Ислам илен төҙөр тигән нәмә бер ҡасанда булмаясаҡ. Сөнки барыбыҙҙа Иблис һәм Дәджәл ҡарамағы аҫтындабыҙ, улар урынлаштырған тәртип һәм йәшәү шартындабыҙ.
      Назир хәҙрәт, ваһһабиттарға ҡаршы көрәшәйек. Нимәнән башларға?
     Арабыҙҙа ысын ваһһабиттар бармы әле? Өҫтә яҙғанымса? Үҙеңдең динен дөрөҫмө? Ни эшләп ул ваҡытта СВО-ны хуплап хәбәрҙәр һөйләйһең? Бик ҡаты гонаһ алаһың! Был һуғышта ҡатнашҡандарҙың бер яғына ла ауырға тейеш түгелһен! Дин әһелдәре изге яуға саҡыра, тиеп аңра халыҡ аҙаша. Мөфтийҙәрҙең эше хакимлектең сәйәсәтенә бәйләнгән. Ниндәй генә хакимлек булмаһын, улар шуны яҡлаясаҡ. Кемдәр хакимлеккә ҡаршы сығып ҡараны? Бына Рәсәйҙең 300 ләгән христиан дин әһелдәре СВО-ға ҡаршы, интернеттә уларҙың сығыштары бар. Ә һин, тыныслыҡ дине муллаһы һуғышҡа ҡаршымы?
     Икенсе яҡтан ваһһабит тигән мөхтәсибтәребеҙ, мөфтийҙәребеҙ Фэ Эс Бы тарафынан һайлап алып ҡуйылған. Улар үҙҙәреңә уңайлы әҙәм аҡтыҡтарын был урынға алдан әҙерләп, психологик портреттарын тикшереп, холоҡ-ғәҙәтен, нәфсеһен аҡтарып, психологтар ярҙамында тестәр эшләп, шунан һуң ғына назначать итәләр. Ыңғай, кәрәкле кеше булһа, уға ҡаршы досье төҙөп, ҡурҡытып, теләһә ниндәй ваҡытта һине төрмәгә ябырбыҙ тип, намек биреп, юғары түрәлеккә шундайҙарҙы үткәрәләр. Ҡаршы килһәң, этаждарҙың тәҙрәһе асыҡ, яңылыш ҡолап төшөүен бар йә иһә йөрәге ауырыу булған икән, приступ һуҡты...
     Бына беҙ, ваҡытында ҡырҡлап мулла, яңы мөхтәсибте алып килеп, һеҙгә хужа булыр тигәнгә ҡаршы сыҡһаҡ та, «Путин памаги», тип хаттар яҙһаҡта, уны бер кемдә урынынан төшөрмәне. Шул ваҡытта, өҫтәге мөфтий Таджеддин хәҙрәт указы буйынса, эргәләге Магнитогорск ҡалаһы мөхтәсибе итеп, диндән алыҫ булған, беҙҙең яңы мөхтәсиб һымаҡ намаҙ уҡый белмәгән әҙәмде ҡуйҙылар. Шул арҡала ул ҡала районының ун имам-хатибтары мәсеттәре менән айырылышып, ЦДУМ-дан сығып, Мәскәүҙге Рауил Ғәйнетдинов мөфтиәтенә ҡушылдылар. Ә беҙҙә ундан ашыу мәсет РБ ДУМ-ан сығып, ЦДУМ-ға күсте.
     Шунан аҙаҡ, был хаттар буйынса Өфөнән тикшерергә килгән Башҡортостандың Фэ Эс Бы-һы өлкән оперы: (исеме-фамилияһы әрмәнсә) беҙ бында бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, сөнки Мәскәү командовать итә тине. Һәм һеҙҙең районда сит ил тарафынан завербованный ваһһабит әҙәм (может ваһһабит түгелдер) бар тине, фотографияһын күрһәтеп, исемен әйтеп. Ул сит илдән сигнал көтә, бола башларға тине. Шуға, һәм бынан тыш эргәләге Магнитогорск егеттәре менән райондың йәштәренең радикал бәйләнештәрен күҙәтеп, кәрәк икән, урынына еткереп торған шымсы кәрәк түгелме? Сөнки ваҡытында бик организованно булып, был егеттәр йыйылышып йөрөнөләр. Нисек инде башҡа Себер һәм Баймаҡ ваҡиғаларынан ҡоро сығып, иптәштәре төрмәгә ултырғанда, уны Әбйәлилгә алып килеп ҡуйҙылар? Быны иҫбатлап, райондың дин эше буйынса куратор: Беҙ ул ваҡытта бер нәмә лә эшләй алманыҡ, сөнки ул өҫтән ҡуйылған тинеләр.
     Бына хәҙер бөгөн был мөхтәсибте хурлап ҡарарға тырышығыҙ. Ә иртәгәһенә уға уның мөфтийе почет грамотаһы, йә иһә маҡтап, берәй ҡалай киҫәге бирәсәк. Үрләтәсәк өҫкә табан, ә кемдәр унда ғәҙеллек эҙләп хаҡты еткерһә, имамлығынан алып ташланасаҡ. Быға миҫал итеп күренекле имам-хатиб Ильнур Сарбулатовты, китеп барған юлдарынан яңылыш китеп, аҙашып, бында килеп сығып, уңайы менән эшенән бушатыуы әкәмәт. Бына ошо төрлө түрәләр алдында, мөхтәсиб йә иһә мөфтийҙәр алында ҡырҡа бөгөлөп, баш кейемен ҡулдарында йомарлап, бер эт көсөгө һымаҡ алдарында йүгеренгәләнгән мосолмандарҙы кәмит күрәм. Бер ниндәй самодостоинство тигән нәмә юҡ, кемдәр улар һеҙгә? Улар беҙҙең бурыстарҙы үтәргә тейеш чиновник аҡтыҡтары ғына бит!
     Бынан башҡа Әбйәлилдә, Учалы ла һәм Баймаҡта был радикал тигән ир-егеттәребеҙ чернокопательдәр булып, алтын соҡоуҙары тураһында хәбәрҙәр күп булды. Учалының бер погонлы әҙәме уларҙы яҡлауы тураһында ла ишетелде. Бушҡа мы был хәбәрҙәр? Бындай эштәрҙе Фэ Эс Бы коннтролировать итә һәм уларҙы крышалай, һаҡлай инде. Сөнки беҙҙең бөтә нәмә шуға бәйләнгән, наркотиктәр, алтын, бөтә контробанда, бөтә система уларҙың ҡулында һәм уларға табыш килтерә.
     Ярар, мөфтий тураһында ла бер-ике һүҙ. Кемдең кем икәнен, ишәк көтөү бизнесе менән мауыҡҡан иптәштә шул арбанан. Был турала Биреғәлиндең элекке танышы Ишморат Хайбуллиндең һөйләүен Руслан Айсин менән әңгәмәләшкәндәрен ошонда ҡарағыҙ. https://www.youtube.com/watch?v=D6gn7eZU2pM  ДУМ –дарҙың сәйәсәттәге ролдары тураһында аҙаҡ ентекләп яҙырмын, иншаАллаһ.
     Мәҡәләмде тамамлап шуны әйтер инем, беҙҙе бик ҙур һынылыштар көтә, ахыр замандың ҡаты еле йәшәгән еребеҙҙән ҡубарып алып, ергә ҡуша бәрмәҫ тигән гарантияны кем бирә? Аллаһының вәғәҙәһе үтәлергә тейеш бит, быны иҫбатлаған һәм ер аҫтына беҙҙән алда киткән цивилизациялар табылдыҡтары дәлил. Ахыры көндәребеҙ яҡынлашты, Имам Мәһди хәҙрәттәре юлға сыҡҡан көндәр килде. Шуның менән динебеҙҙә бик ҙур үҙгәрештәр буласаҡ, күп уйлап сығарылған, ялған хәҙистәр юҡҡа сығасаҡ. Абруйлы дин ғалимдарының эштәре — шайтан уйыны булып китер. Мәҙһәбтәрҙең ҡайһы берҙәрен яңылыш икәнен аңларбыҙ. Ислам диненең төп үҙәге, әле беҙ инанған изге ерҙә түгел, ә икенсе ерҙә йәшерелгән икәненә шаҡ ҡатырбыҙ. Быға ышанмағандар көфөрлөккә төшөр. Шуға ла кемделер хурлағансы, үҙеңдең диненде теүәлә! Ваһһабитлектә йәштәрҙе ғәйепләп, уларҙы был боҙоҡ системаның ҡорбандарын итәйекме? Иблис эйәрсендәре мосолмандарҙың үҙ-ара талашҡандарына бик ҡыуана, быны булдырыр өсөн улар бар көсөн, мәкерен һаласаҡ. Шуға ла, беҙгә мосолмандарға илебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн, берләшер кәрәк. Тиҙҙән бар донъябыҙ ҡырҡа үҙгәрәсәк, иншаАллаһ һәм Аллаһ беҙгә Мәһди хәҙрәтте, уның эштәрен күрергә насип итһен!