Төш күреү

                                                      Төш күреү
     Төш, кешенең йоҡлағанда йә иһә бер аҙ серем иткән мәлдә аңға ингән төш күреү нимә ул? Ғүмеребеҙ буйы беҙҙең аҡыл-рух-йән-тән эргәһенән айырылмай уларҙы оҙатып йөрөгән төштө нимә менән аңлатып була? Әлбиттә әҙәм балаһының төшөн, йән-рухын – уның тәбиғәтең кешелек аңлата алмай. Ҡайһы бер фән ғалимдардары төштө ул кешенең көндөҙ кисергән аҡыл эшмәкәрлегенең төнгө ярһыуы тип әйтергә маташһаларҙа ул тураға килмәй, сөнки беҙ төшөбөҙҙә үткән көндөң ваҡиғаһындағы ғына түгел, ә әллә ниндәй аҡыл етмәҫлек төштәрҙә күрәбеҙ. Был төштәр беҙҙе был донъяға яралтҡан Аллаһ Тәғәләһенәндер һәм Аллаһ үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша беҙгә төштәр тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирә.
     Аллаһ Тәғәлә көн менән төндө булдырған кеүек, әҙәм балаһын көндөҙгө тормоштан айырып төнгө йоҡоға талдыра һәм кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡола үткәрә. Ғалимдар бөгөн дә нимә ул йоҡо тигән һорауға аныҡ яуап таба алмай. Йоҡо – ул Аллаһы Тәғәләнең бер мөғжизәһе. Йоҡола саҡта кешеләргә төрлө төштәр килә, ҡурҡынысы ла, ләззәтлеһе лә. Кәүҙәләребеҙ татлы тыныслыҡта ҡалып, донъя мәшәҡәттәренән азат булған да, беҙ өнөбөҙҙәге һымаҡ тулы тормош менән йәшәй бирәбеҙ, төнгө йоҡола, төш күреү сәйәхәттәребеҙҙә ҡайһы берҙә өңдәге проблемалар менән ҡабат осрашабыҙ, үҙебеҙҙә һиҙмәҫтән уны хәл итеү юлдарын табырға тырышабыҙ. Йәки төштә ҡайҙалыр икенсе матур, йә иһә ҡурҡыныс донъялар, таныш йә сит кешеләрҙе, йәки үлеп ҡалған туғандарҙы, башҡа мәрхүмдәрҙе күрәбеҙ. Ҡайһы берҙә был төштәге хыялый донъяны ысынбарлыҡтан айырыу ҙа ҡыйын. Ана шулай кеше ғүмере буйы ике барлыҡта йәшәй, йәнебеҙ осоп йөрөгән төшөндә һәм уяу сағындағы фани донъяла. Уяу сағында тормошҡа ашмағынын ул төшөндә ысынбарбарлыҡ итә, төштәрдә күргәненән өңөндә һабаҡ ала.

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәрим китабында беҙҙе төш күрергә сәбәп иткән йоҡо тураһында:
     "Үлгән саҡта Ул йәндәрҙе ала һәм йоҡлаған ваҡытта Үҙенең теләгән ҡолоноң йәнен ҡайтармайынса тотоп ҡала, ә ҡалғандарын билдәле әжәлгә тиклем кире ҡайтара. Ысынлап та фекер итеүселәргә бында аяттар бар". Зүмәр сүрәһе, 42-се аят.
     Был аятта тәнебеҙ йоҡлағанда йәнебеҙ кәүҙәнән айырылып төш сәйәхәтенә китеүе хаҡындалыр. Әлбиттә йән тулыһынса тәндән айырылмайҙыр, тән менән нур һымаҡ нәмә менән бәйләнештә ҡалалыр. Әгәр ошо йәндең тән менән тоташҡан нур ебе өҙөлһә, кешенең йоҡо ваҡытында үлеп китеүе, йәғни, Аллаһы Тәғәлә уның йәнен алыуы ла мөмкин. Ләкин йоҡоға ғына китеп анһат үлем тураһында уйлауҙа яңылыш фекер. Йоҡола үлгәндәрҙең ҡурҡыныс итеп ҡысҡырғандарын, йөҙҙәре әллә ниндәй ҡурҡыныс күреүҙән салшайып, күҙҙәре ҡот осҡос хәлдән аҡайып ҡатып ҡалғанын күреп, ишеткән, уҡығандарыбыҙ бар.
     Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Йоҡо — үлемдең ҡәрҙәше һәм йәннәт әһелдәре йоҡламаясаҡ», (Табараниҙың «Әл-Әүсат» китабынан) һәм икенсе хәҙисендә «Үлтергәндән һуң, беҙҙе терелткән Аллаһҡа маҡтау, һәм әйләнеп ҡайтыуыбыҙ тик Уға булыр» (Бохари, 6312-се хәҙис), тип хәбәр итә.
     Пәйғәмбәребеҙ йоҡоно «бәләкәй үлем» менән сағыштыра. Ә төш инде йәндең кәүҙәне ташлап беҙ әле күҙ алдына ла килтерә алмаған донъяға сәйәхәтелер. Йән ( бәлки йәндең бер өлөшөлөр) тәндән сығып, параллель донъяла башҡа йәндәр менән осрашып, киләсәк хәлдәрҙе белеп-күреп, тәнгә кире әйләнеп ҡайтыуы, дөрөҫ, ысын хәл. Был турала Аллаһ Тәғәлә үҙе хәбәр иткән.
     Ислам динендә төш күреү Аллаһ Тәғәлә менән рухтың (йәндең) бәйләнеше барлыҡтан сығып аңлатыла. Беҙ үлгәндән һуң Аллаһҡа ҡайтасағыбыҙ һис шикһеҙ, был турала әлеге Ҡөръән аяттарында ла әйтелә. Әлегә беҙ фани донъя тормошонда йәшәйбеҙ һәм йоҡлағанда төш хыялы сәйәхәттендә.
     Был ике донъяла ла бер юлы йәшәп ҡалырға теләүселәр электән булған. Боронғо Тибетта Буддаға табынған монахтар ҡәҙимге донъя менән бәйләнеш өҙмәгән һәм улар араһынан тирә-яҡта нимәләр булғанын күреп-белеп торған килеш төш күреүселәр ҙә булған. Шул рәүештә параллель донъялар эҙләгәндәр, үткәндәргә һәм киләсәккә сәйәхәт иткәндәр, әреуахтар менән тыуасаҡ сабыйҙарҙың йәндәре менән, башҡа төрлө рухтар менән бәйләнешкә ингәндәр. Бындай һәләт уларға оҙайлы күнегеүҙәр аша килә. Бындай халәттәргә медитация аша инергә лә була, шулай уҡ ҡайһы бер әҙәмдәрҙең тыйылған магия китаптарын ҡулланып, йоҡоға китеп төштәрендә икенсе кешеләргә хатта физик йоғонто яһарға маташҡанында беләбеҙ.
     Төштәр – аң-аҡыл яғынан килгән мәғлүмәт ул, тип әйтәләр психологтар. Төш күреү Аллаһ      Тәғәләнең үҙ ҡолдарына киләсәк яҙмыштан ғафил булмаҫ өсөн бирелә торған серҙәренән һәм ғилемдәренең береһе. Төштәргә ышанмау йәндең барлығын һәм үлемдән һуң да йәшәүҙең дауам итеүен инҡар ҡылыу менән бер ул.
     Әлбиттә аңға килгән һәр мәғлүмәт Аллаһ Тәғәләнәндер, тик беҙ үҙебеҙҙең аң кимәленә ҡарап, нәфсе теләгебеҙҙән сығып төштәрҙе лә төрлө яҡҡа борорға була. Ә бит был донъяны һәр кем үҙенсә ҡабул итә, кемгәлер насар тойолған нәмә, кемгәлер яҡшы. Ә ул мәғлүмәтте үҙгәртеп буламы? Төштәрҙе лә контрольгә алырға була, беҙ быны үҙебеҙҙең өҙөлгән төштө дауам итеп күргән төштән, хатта элегерәк күргән төштө бер ни тиклем ваҡыт үткәс тә дауам итеп күргәнебеҙ бар, йәки насар төштө лә яҡшыраҡ яҡҡа бороп ебәрергә маташҡаныбыҙ бар түгелме? Был беҙҙең төштәребеҙҙең бер тар ғына киңлектә түгел, ә икһеҙ-сикһеҙ йыһанда осҡанын аңғарабыҙ. Беҙҙең аңыбыҙ төштәрҙән мәғлүмәт кенә һөҙөп ала. Төшөбөҙҙә алған мәғлүмәттәрҙең тиҙлеге шул тиклем шәп, йоҡоға талған мәлдә бер аҙналыҡ, айлыҡ ваҡиғаны баштан үткәрергә мөмкинбеҙ һәм бер минут серем мәлендә лә тулы сериалдарҙыла “ҡарап сығырға” өлгөрәбеҙ.
     Хәйерле һәм матур төштәр күрер өсөн иманлы булыу кәрәктер, шул саҡта Аллаһ күркәм төштәрҙе беҙгә ебәрер. Ниндәй төш инһә лә, уны бары тик яҡшыға ғына юрарға. Аллаһынан, хәйерлеһе булһын, тип һорарға кәрәк. Бына шуның өсөн ятыр алдынан һәр кисте үҙеңә уңай йүнәлеш бирергә кәрәк. Доға уҡыу, күңелле уйҙар уйлау, бәхетле ваҡиғаларҙы иҫкә алыу...
     Беҙҙең барыбыҙҙың да ғүмерендә бер булһа ла ҡурҡыныс төш күреп, шомланып уянғаны барҙыр. Нимәгә генә был булыр, тип, тегеһен-быныһын уйлай башлайһың, күңелгә шом керә. Күргән һәр бер төшөң ысынлап тормошҡа ашасаҡ тип уйларға кәрәкмәй. Мәҫәлән, кешенең үлгәнен күрәһең икән, ул яҡын киләсәктә үлә, тигән һүҙ түгел. Был һинең ошо кешегә булған мөхәббәтеңә ишара итә. Һин был кешене юғалтырға ҡурҡаһың тигән, һүҙ булырға мөмкин.
Ҡурҡыныс, мәғәнәһеҙ һәм тәртипһеҙ төштәр, көндөҙ фекерләп йөрөгән нәмәләр менән йоҡола һаташыуҙар, Пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә «шайтан уйнауы» тип әйтелә. Ундай нәмәләрҙең дөрөҫ булыуы ихтималы юҡ, шуның өсөн уларҙы һөйләп йөрөү мәғәнәһеҙлек. Ә Аллаһ тарафынан фәрештәләре аша ебәргән төш ҡурҡыныс түгел, уны күргәс, һиҫкәнеп уянмайһың. Әммә Аллаһ фәрештәләре төштәрен дә киҫәтеү йәки өндәү бар, тик юрамайынса аңлап булмай.
     Шайтандан килгән төш күргәндә, ул уларҙы бутай, кешене төштә ғазаплай һәм уйнай ала, төш күреүсене һәр ваҡыт кемдер баҫтыра, ул гел йығыла, бейеклектән ҡолап төшә. Йыш ҡына был төштәрҙе кеше уянғас хәтеренән юғалта. Шулай уҡ бындай төштәрҙе күҙ тейгән һәм сихырланған кеше лә күрә. Иблис эйәрсендәре төштә әҙәм балаларын ҡурҡыта. Әйтәйек, кеше иман юлына баҫып, күберәк намаҙ, Ҡөръән уҡый башлаһа уға шайтандар тарафынан һөжүм башлана. Уны изге ғәмәленән яҙырыу өсөн шайтан килеп ҡурҡыуға һала.
     Ҡот осҡос төштәр күрелһә, уянғандан һуң, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әйткәнсә: «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим», – тип әйтергә һәм һул тарафыңа өс мәртәбә өрөргә (төкөрөргә) һәм дә шуның яманлығынан Аллаһы Тәғәләнең һаҡлауын һорарға ла икенсе яҡҡа әйләнеп ятырға кәрәк. Шулай иткәндә, яман төштәрҙән һис тә зыян булмаҫлығы әйтелә.
                 Матур төш күреү өсөн уҡыла торған доға
     Йоҡларға ятҡанда был доғаны уҡыған кеше матур төш күрер, тип өмөт ителә. Шуға өҫтәмә итеп, ятыр алдынан нәфел намаҙын уҡыу хәйерле.
                                                       نُؤْمِنُ بِاللهِ نَثِقُ بِاللهِ نَرُدُّ أُمُورَنَا إِلَى اللهِ وَحَسْبُنَا اللهُ
                                                   وَنِعْمَ الْوَكِيلُ . وَلَا حَوْلَ وَلَا قُوَّةَ إِلَّا بِاللهِ الْعَلِىِّ الْعَظِيمِ
     «Нүэминү билләәһи нәҫиҡу – билләәһи нәрудү үмүүранәә илләллааһ үә хасбүнәллааһ үә ниғмәл-үәкиил. Үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә илләә билләәһил-ғәлийил-ғазыйм».
     (Аллаһыға ышанабыҙ. Эштәребеҙҙе Уға тапшырабыҙ. Аллаһ ниндәй гүзәл вәкилдер! Унан башҡа көс һәм ҡеүәт эйәһе юҡтыр.)
     Риүәйәт буйынса, Ғәйшә инәбеҙ былай тип доға ҡыла торған булған:
                                       اللَّهُمَّ إِنِّى أَسْئَلُكَ رُؤْيَا صَالِحَةً صَادِقَةً غَيْرَ كَاذِبةٍ نَافِعَةً غَيْرَ ضَارَّةٍ
     "Аллаһүммә инни әс-әлүкә рүүәйә саалихатән саадиҡатән ғайра кәҙибәтән нәфиғәтән ғайра дарратин".
     (Аллаһым! Һинән сәлих, тоғро, дөрөҫ, ялғанһыҙ, файҙалы һәм зарарһыҙ төш күреүҙе һорайым).
     Ә хәҙер насар төш күреп, бер ҙә тыныслана алмайбыҙ икән, уны берәйһенә һөйләү кәрәкмәй, тәһәрәт алып, хәйерлегә юрап, доға ҡылып һәм бер кемгә лә белгертмәйенсә шым ғына ихластан хәйер-саҙаҡа бирегеҙ, тип әйтә дин белгестәре. Әлбиттә төштө бик ныҡ ышанған кешеңә генә һөйләргә мөмкин. Башҡаса бер ҡайҙа ла сығармайынса, үҙеңдә һаҡларға кәрәк, сөнки арала көнсөллөк менән йәшәүсе булһа, насарлыҡҡа юрап, зыян килтереүе бар.
     Рәсүлебеҙ бер хәҙисендә: “Төш осҡан ҡоштоң аяғында. Уны һөйләһәң, ҡош ергә ултыра һәм төш тормошҡа аша. Һөйләмәһәң, ҡош бер ҡайҙа ла ла ҡунмай", – тигән. Нисек юрайһың шулай була, шуға насарға юрап та уны тормошҡа ашырырға була. Әбү Сәйед әл-Худри әйткән: Пәйғәмбәр әйткән: Әгәр ҙә кем дә кем матур төш күрә икән, был Аллаһтан, уға зекер әйтегеҙ һәм төшөгөҙҙө башҡаларға ла һөйләй алаһығыҙ. Иманлы кеше икәнһең, ул саҡта был эште Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, ул яҙған яҙмыштан уҙмыш юҡ тип башҡарыу яҡшы.
     Беҙ көн һайын тиерлек төш күрәбеҙ. Һәр кеше лә төш күрә, ләкин күптәр күргән төшөн уяныу менән оноторға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, күргән төштөң 90 процентын кеше уянып 10 минут үтеүгә онота. Ғалимдарҙың әйтеүенсә иң кәмендә кеше йоҡо ваҡытында 5-6 төш күрә, тик һуңғы төшө генә иҫендә ҡалырға мөмкин тиҙәр. Һәм күп ваҡыт уларҙың мәғәнәләрен аңларға теләп баш ватабыҙ, һағаябыҙ йәки һөйөнәбеҙ. Төшөндә күргәнеңдең өңөндә ҡабатланыуы шомландыра. Ғөмүмән, ни өсөн беҙ төш күрәбеҙ, ул нәмәне аңлатырға мөмкин? Һуҡыр булып тыуған кешеләр ҙә төш күрә, ләкин күреү һәләтенә эйә булғандарҙан айырмалы булараҡ, улар әллә ниндәй һындар һәм төҫтәр түгел, ә еҫ, тауыш һәм төрлө эмоцияларға күмелгән төштәр күрә.
     Дин буйынса өҫтә яҙылғанса, төштәр өс төрлө була. Уларҙың береһе – Аллаһы Тәғәләнән, ул кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәттәр бирә. Икенсе – шайтандан килә, өсөнсөһө – кешенең психик халәтенә бәйле, һаташып күргән төш. Ниндәй төш күрһәк тә, Аллаһынан хәйерлеһен һорарға тейешбеҙ. Аллаһы Тәғәләнән килгән төштө юрарға кәрәкмәй. Ул бар кеше өсөн асыҡ, аңлайышлы була, ҡурҡыныс булмай. Ул киләсәкте лә, бөгөнгө көндө лә аңлатыуы ихтимал.
Мосолмандарға төш юрау һәм юратыу кәрәкме тигәндә – кеше төшөн үҙе юрай белмәй икән, һис шикһеҙ, белемле, хикмәтле, саф күңелле, көнсөлөккә батмаған кешеләргә юратырға тейеш. Төш юрау еңел эш түгел, уның асылы белем етмәүҙең арҡаһында ҡайһы бер осраҡта зарар килтереүе бар. Юраусы кеше лә хәйерле яҡтан юрарға йә иһә өндәшмәҫкә тейеш. Бер таныш оло мулла кешеләрҙе өшкөргәндә өс тапҡыр килергә ҡуша һәм һәр бер өшкөргәндән һуң икенсегә килгән кешенән төндә ниндәй төш күрҙең тип һорай. Тегенеһе төшөн дә башһыҙ кеше күрһә, сихырын сыҡҡан тип әйтә.
     Ғөмүмән, төштәр нисек юралһа, шулай тормошҡа ашыусан була. Бер үк төштө ике тапҡыр күргәндә лә, юрауға ҡарап, аҙағы төрлөсә: ҡыуаныслы йәки, киреһенсә, насар тамамланырға мөмкин. Миҫалға: бер мосолман ҡатыны төшөндә өйөнөң тупһаһы емерелгәнде күргән һәм Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә юратырға барған. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм, ирең сит илдән һатыу эштәрен уңышлы тамамлап, һөйөнөп ҡайта, тип юраған. Ысынлап та шулай булған. Ире ҡабаттан сауҙа итергә киткәс, был ҡатын ҡабат шул уҡ төштө күргән һәм юлда танышына һөйләгән, ә ул иренең үлеп ҡайтыуына юраған. Ҡатындың быға хәтере ҡалып, Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә ҡабат барған һәм был турала аңлатып биргән. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм, уға: «Танышың һиңә нисек юраған, шулай буласаҡ», – тигән һәм ысынлыҡта ире үлгән.
     Ибн Сирин тигән ғалимдың «Төш юрау китабы» бар. Был китап Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдән килгән риүәйәттәргә, ҙур сәхәбәләр һүҙҙәренә һәм Ҡөръәндәге аяттарға таянып төҙөлгән. Кеше хәйерле төш күрергә теләй икән, беренсенән, тәһәрәтле килеш ята, бының өҫтөнә ҡайһы бер ғалимдар нәфел намаҙын уҡырға ла тәҡдим итә. Динебеҙҙә истихара намаҙы бар. Ул хәйерлеһен һорау тигәнде аңлата һәм йәстү намаҙынан һуң уҡыла. Икенсенән, ята торған урыны ла, кейеме лә паҡ-таҙа булырға тейеш. Ятҡас та, ҡиблаға йүнәлеп, Аллаһы Тәғәләнән яҡшы төш күреүҙе һорарға кәрәк. Кем дә кем төшөндә Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе күрергә теләй икән, кешенең күңеле саф булырға, был маҡсаттан тыш башҡа бер маҡсатты ла иҫтә тотмаҫҡа тейеш. Кеше Аллаһы Тәғәләгә ни тиклем яҡыныраҡ, нихәтле күберәк изге эш ҡыла, төштәре ла шул тиклем яҡшы, изге төштәр була. Ләкин кеше гонаһ эшләгәндән һуң шуны Аллаһы Тәғәлә төшөндә күрһәтә икән, был насар түгел, тимәк, был кешенән Аллаһы Тәғәлә тағы әле өмөтөн өҙмәгән. Төштәргә мәрхүмдәрҙең инеүе иҫкәртеү ҙә һәм теге йәки был ғәмәлдән ризаһыҙлыҡ белдереүе, тип аңларға мөмкин. Улар ҙа белеп, иҫәндәрҙең тормоштарынан хәбәр алып тора. Әруахтар баҡыйлыҡта йәндәренә еңелек алыу өсөн яҡындарынан хәйер-саҙаҡа, доға өмөт итәләр, туғандары өсөн борсолалар. Шуға ҡайһы саҡ өгөт-нәсихәт биреп төшкә инәләр, фажиғәләрҙе алдан киҫәтәләр...
     Бына бер «Йәшлек» газетаһындамы, әллә «Аҙна»ла баҫылып сыҡҡан төштөң кеше яҙмышына нисек тәъҫир иткәнен уҡып алайыҡ. Әлбиттә, бындай төш арҡылы Аллаһ беҙҙең яҙмышты ла үҙгәртә ала: «Әллә ни аралашмаған бер туғаным вафат булды. Әлбиттә, һәр мәрхум өсөн хәйер биреп, зыяратына барып, тәрбиәләп торорға күнегелгән.
     Тәүҙә зыяратҡа барып йөрөй алманым, эшем күп булды. Һунынан, бер көн эштән һуң әхирәтем менән икәүләп барып, ҡәберенә сәскәләр булһа ла һалып китергә һөйләштек. Ләкин һуҙылып йөрөгәнсе эңер төшә башланы, зыяратҡа барғанда ҡараңғы төшкәйне инде. Беҙ, ике ҡыҙ, ҡотобоҙ особораҡ булһа ла, туғанымдың ҡәберен эҙләй башланыҡ. Әхирәтем мине әрләй, ҡурҡа, доғалар уҡый, ҡыҫҡаһы, минең нервыларҙы ғына ашап, ҡурҡытып артымдан елдерә. Шулай ҡурҡып йөрөй торғас, балалар ерләнгән урынға килеп сыҡтыҡ, бында ҡәберҙәрҙең барыһы ла ҡарауҙы, сәскәләргә күмелеп ултырғанлығына иғтибар иттем.
     Инде көн ныҡлап ҡараңғылана башлағас, зыяраттан сығып китергә хәл иткәйнек инде. Ҡурҡа-ҡурҡа, абына-һөрөнә атлай торғас, мин бер ҡәбер янында эләгеп йығылдым. Ҡараһам, йүнләп ҡаралмаған, әммә бәләкәй генә бер ҡәбер икән. Бала кеше ерләнгәне аңлашыла. Алып килгән сәскәмде шунда һалып, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй сығып шылдым, әхирәтем мин йығылғандан һуң бөтөнләй иҫен юғалта яҙҙы.
    Өйгә ҡайтҡас, тынысланып йоҡлап киттем. Ләкин мине төндә ҡысҡырып илаған бала тауышы уятты. Уянып, ҡолаҡ һалғайным — тауыш юҡҡа сыҡты. Тағы йоҡлап киттем. Шул тауыш мине бер аҙна буйы йоҡлатманы, үҙем нишләптер ҡурҡмайым, илаған баланы үҙәгем өҙөлөп йәлләйем генә.
     Төндә һаташып уяныуға күнегә лә башлағайным инде, ләкин бәләләрем бының менән генә тамамланманы. Төш күрә башланым. Төшөмдә, имеш, йоҡлап ятам, үҙәк өҙгөс итеп бала илағанға уянам һәм өҫтәл артында өс йәш тирәһендәге малайҙың илап ултырғанын күрәм. Малай илай, минән күҙен йәшерә. Ипләп кенә торам да, тегенең эргәһенә барып, нишләп илағанын белешәм, Ул: «Өшөйөм», — ти. Мин малайҙы карауатыма алып, бергә йоҡлап китәбеҙ. Ул шундуҡ тыныслана... Ошондайыраҡ төштәрем ҡабатлана торғас, тынысһыҙлана башланым, малай төшөмдә йә “өшөйөм” тип илай, йә ул ас.
     Аптырағас, был хәлде әхирәтемә һөйләнем. Минең ҡәбер янында йығылып ятҡанымды күргән әхирәтем төшөмдән бер ҙә көлмәне, етәкләп шул зыяратҡа кире алып барҙы. Зыярат ҡараусынан теге ҡәберҙә кем ерләнгәнен һораштыҡ. Баҡтиһәң, унда урамда туңып үлгән бала ерләнгән икән. Эскесе әсәһе уны урамға сығарып ебәргән һәм баланы үлек килеш тапҡандар. Уны ерләткән өләсәһе лә вафат булған икән. Был хәлде белгәндән һуң үҙемә урын таба алманым, малай минән ярҙам һораған кеүек. Өләсәйем менән һөйләштем, ул малайҙың рухына доғалар ҡылды, хәйер һалырға ҡушты. Шунан һуң төштәрем туҡталып торғандай булды, ләкин оҙаҡламай тағы бала илаған тауышҡа өшөп уяна башланым.
     Аптырап йөрөй торғас, малайҙың зыяратына барып, кәртәһен буяп, сәскәләр ултырттым. Ҡурҡыуым үтте. Күршемдә күп балалы әзербайжан ҡатыны йәшәй ине, шуның менән дуҫлашып алдым. Ул миңә иренең аҡсаны аҙ алып ҡайтыуын, ҡайҙалыр туҙҙырып йөрөүен һөйләгәс, балаларын йәлләп, күстәнәстәр индерә башланым. Шунан һуң малай төшөмә йылмайып инә. Йыш та түгел, һирәк кенә. Ләкин илауы туҡталды, һаташыуҙарым да бөттө. Шул бала мине изгелеккә өйрәтте, тип әйтер инем. Ғүмергә күрмәгән нәмәләрҙе күрә башланым, һәйбәт кешеләр генә осрай. Бына шулай ул донъя — ҡайҙа абынып йығылырыңды һәм унан һуң тормошоңдоң нисек үҙгәрә алыуын һис белмәйһең». (Алина Йомағолова).
     Бындай төш хәйерле ғәмәлдәргә килтереп, кешенең тормошон үҙгәрткән. Изгелеге һәм саҙаҡаһы арҡаһында төш күреүсе Аллаһ Тәғәләнең изге, тоғро ҡолдары рәтенә ингән.
     Үлгән кешене бер туғаны күрә, икенсеһе юҡ, быны нисегерәк аңларға була һуң тигәнгә, Аллаһ Үҙе әйтә бит Мин теләгән кешене иманлы юлға баҫтырырмын тип, теләмәһәм юҡ тип әйтә бит. Әгәр Аллаһҡа ынтылмаһаң Ул һине тура юлға күндерәме һуң? Юҡ! Мәйеттәрҙә төрлө хәләттә була бит. Кешенең гонаһтары күп икән, уны сиджин тигән урынға эләгә, ул ер аҫтында ыҙа сигә. Ихлас иманлы йәндәр ғиллиун тигән ҡатламда. Төрмәләге кеүек ирегенән мәхрүм ителгән мәрхүмдәр ҙә бар. Шаһиттарҙың йәндәре ҡош кеүек йәннәттә осоп йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә, теләһә кемдең йәне төрлө ерҙә. Шуға ла улар бөтә кешегә лә инә алмай, Аллаһ теләмәгененә мәғлүмәт ебәрмәй.
     Ҡайһы бер мәлдә төҫлө матур төштәр күрәбеҙ: мин үҙем дә бер матур төшөмдө онота алмайым. Ҡырға, тәбиғәт хозурына, йәм–йәшел яланға ат арбаларына тейәлеп, боронғоса кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар, әбей-бабайҙар, ир-аттар йыйылған. Ундай матур кейем минең әбәмдең (өләсәйемдең) боронғо фотоһынан иҫтә ҡалған. Әллә һабантуй әллә икенсе бер байрамға бик күп халыҡтың йыйылыуы ине. Шуға ла эштәр хәйерлегә булһа, кеше асыҡ, яп-яҡты һәм матур төҫтәргә бай төш күрә. Ә инде ниәтләнгән эше насарлыҡҡа булһа, ауыр, ҡара төҫтәрҙәге төш инә тиелгән.
     Берәү шулай тип яҙа: «Төшөмә элек баҡый донъяға күскән өләсәйем инде. Уның өҫтөндә намаҙ уҡығанда кейә торған асыҡ төҫтәге иркен күлмәге һәм башында үҙенең яратҡан аҡ яулығын япҡан ине. Өләсәйем нимәнәндер ҡәнәғәт булған кеүек, шат, йылмая. Аяҡтарын һуҙып, йәшел сирәмлектә ултырып ине. Мин уның янына барып, эргәһенә сүгәләнем һәм ҡосаҡлап алып: «Өләсәй, ахират донъяһы нисегерәк, унда матур ергә эләгер өсөн ни эшләргә кәрәк?» — тип һораным. Өләсәйем, уң ҡулын һона биреп, бармағын иҫкәртеү рәүешендә һелкеп һәм бик етди итеп, намаҙ уҡырға кәрәк ҡыҙым, шунһыҙ ғазапҡа дусар булырһың тине».
     Әйе ошо намаҙ уҡыуға һәм ураҙаға бәйле элек күргән төшөмдең мәғәнәһен аҙаҡ иманға килеп динлеләрҙән булғас аңланым. Ул ваҡытта шул ауылдың шау-шыуында йәшәгән ир инем. Төҫлө төшөмдә, йәйҙең иң матур мәлендә, салт аяҙ көндә, урамдың саңлы ҡап уртаһында, өйөбөҙҙөң тапҡырында эттән таланған һымаҡ алама, йыртыҡ фуфайҡа кейгән мәрхүм атайым тубыҡланып ултыра ине. Бик ныҡ хәйерсе хәлендә ине. Атайым пенсияға сығып, бер йылдай йәшәп ҡалды һәм намаҙ уҡырға өйрәнергә тип мәсеткә йөрөргә өлгөрмәне, Аллаһ уны ваҡытынан алда алды шул. Әлбиттә намаҙ хаҡында Аллаһ Тәғәлә уны иҫкәрткән бит: күршеләребеҙҙең бөтәһе лә тиерлек муллаларҙан булды, шулай уҡ атайымдың әсәһе лә динле ине.
     Бер мулла әйтеүенән: Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең, ғәләһис-сәләм, әйткән һүҙе бар — намаҙ уҡыу — йәннәттең асҡысы инде ул, тигән. «Лә иләһә иллаллаһ Мөхәммәд рәсүлуллаһ» тип әйтербеҙ, йәннәткә лә барып етербеҙ, әммә уның ишеге бикле булыр, ти. Өй ишеге бикле булғас, беҙ, кеҫәнән асҡысты алып, асып инәбеҙ бит, Пәйғәмбәребеҙ ҙә, шуның кеүек йәннәткә килеп еткәс, йәннәт ишеге бикле була, кеҫәгеҙҙән асҡысты алығыҙ ҙа асып инегеҙ, тип әйтә. Ә асҡыстың исеме — намаҙ. Намаҙ уҡыһаҡ, кеҫәлә асҡыс булған кеүек, йәннәткә инергә өмөт бар, ә асҡысһыҙ ниндәй генә ишеккә килһәң дә, инеп булмай. Машинаны ҡабыҙыр өсөн дә, йорт ишегенә асҡыс кәрәк булған кеүек, йәннәткә лә асҡыс кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, хәҙрәт, беҙ намаҙ уҡыр инек, әммә пенсияға сыҡҡас, тиҙәр. Машина алығыҙ ҙа пенсияға сыҡҡас йөрөгөҙ, йорт һатып алығыҙ ҙа, унда пенсияға сыҡҡас ҡына йәшәй башларһығыҙ, тим. Береһе лә ризалашмай. Машинала бөгөн йөрөгөм килә, фатирҙа бөгөн йәшәйһем килә, ти. Йәннәткә кереүҙе лә пенсияға сыҡҡас ҡалдырайыҡмы? Был бер нисек тә тә аҡылға һыя торған хәл түгел. Беребеҙгә лә пенсияға сығаһың да намаҙ уҡыйһың тигән гарантия юҡ. Шуға ла намаҙ уҡыуҙы пенсияға сыҡҡас ҡалдырып, һуңламаһаҡ ине.
     Ана шул намаҙ уҡырға кәрәклек тураһында төштәр һәр кемгә килеп торалыр, кеше мәрхүм булғас, уның йәне үҙенән алда үлгәндәрҙең йәндәре белән осрашып хәбәрләшәләр. Улар, кире ҡайтырға мөмкинселек булһа, беҙ намаҙ уҡыр инек, тип әйтәләрҙер, туғандарын киҫәтәләрҙер. Аллаһы Тәғәлә «Ҡөръән-Кәрим»дә әйтә: «Бик күбегеҙ был тормошта шатлана-шатлана ер өҫтөндә йөрөйһөгеҙ, дингә өндәүселәр килгәс, һеҙ уларға ышанмайһығыҙ, ышанһағыҙ ҙа, үтәмәйһегеҙ. Ләкин үлем фәрештәһе килеп йән алған миҙгелдә һәр береһе, йә Раббым, Һин миңә бер генә көн бир инде, шул ваҡытта мин көнө-төнө ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, көнөмде ғибәҙәттә үткәрер инем, бер Һиңә генә ышаныр инем, тип әйтер ине». Ләкин Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Һеҙгә шундай мөмкинселек бирһәк, һеҙ барыбер шул уҡ донъяны ҡыуыр инегеҙ», — тип әйтә. Быға тормоштан күп миҫалдар бар: кешеләр берәй һәләкәткә осраған да йә иһә ҡаты ауырыған да барыһы ла тәүбәгә килә, Аллаһыны иҫкә төшөрә башлай, төрлө аманаттар әйтә. Ә имен ҡалып, йәки сирҙән һауығып алһа күбеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дингә килергә мин әле йәш, ваҡыты етмәгән, пенсияға сыҡҡас, тип, донъяны тағы ҡыуып китә. Шулай булмаһын өсөн, төшкә кергән рухтар, ахирәттә ғәмәл-ғибәҙәт кенә кәрәк, донъя ла, тормош та, кейем дә, байлыҡта кәрәк түгел, тип киҫәтәләр. Был төштәрҙе, Аллаһы ҡушҡанды бер үк үтә, намаҙға баҫ, уҡы, тип иҫкәртеү, өндәү кеүек ҡабул итергә кәрәктер.
     Ҡайһы бер мәлдәрҙә кеше алдай торған төштәр күренә. Ен һәм шайтандарҙың кешеләрҙе тура юлдан тайпылдырыу өсөн төшкә инеүҙәре ихтимал. Мәҫәлән, кеше төшөндә үлгән күршеһен күрә: ул ап-аҡ кейемдәрҙән асыҡ бер болонда, йәшел үләндә яланаяҡ йөрөй икән. Ә бит был күршеһе ғүмере буйы намаҙ уҡымаған, хәрәм ғәмәлдәр эшләп йәшәгән тип алайыҡ. Төшөндә үлгән күршеһен шундай урында һәм аҡ кейемдә күргән кеше уйға ҡала: бына ул кеше ғүмере буйы насарлыҡ ҡылды, ә бит барыбер йәннәткә ингән. «Ә ни өсөн беҙгә шул күрше һымаҡ йәшәмәҫкә, барыбер йәннәткә индерәләр бит», – тип, башҡаларға ла был төшөн еткерә. Бындай төр төштәр насарлыҡҡа өндәй, һаташтыра. Бына фәрештәләрҙән инә торған төштәр кешенең үҙ тормошон, йә берәр ваҡиғаны, йә мәрхүмдәр ҡиәфәтен үҙ эсенә ала. Бындай төр төштө юрау кәрәк.
     Күргән төштө насарға түгел, яҡшыға юрау хәйерле. Сөнки өҫтә әйтелгәнсә: төшөңдө нисек юраһаң, шулай ысыны килер. Төштә күргәндәрҙең ысынға сығыу нисбәте, һис шикһеҙ, кешенең дини көсөнә бәйле. Хәрәмдән алыҫ йөрөгән, изгелекле эштәр менән шөғөлләнгән, гонаһ ҡылмаған бәндәләрҙең төштәре раҫҡа сығыу ихтималы ҙурыраҡ. Шайтандар бындай кешеләрҙең төштәренә артыҡ тәьҫир итә алмай.
     Ә инде күҙен-күңелен хәрәмдән һаҡламаған, гонаһ ризыҡ ашаған кешеләр күп ваҡытта мәғәнәһеҙ, бер нәмә аңлатмаған төш күрә. Йәғни көндөҙ ни күрһәләр, төндә төшөндә лә шуның боҙолған дауамын тамаша ҡылалар.
     Рәсүл Әкрәмдең, ғәләйһис-сәләм, төштәре иртәнге шәфәҡ нурҙары кеүек асыҡ булған, юрауҙары һәр саҡ дөрөҫкә сыҡҡан. Сәбәбе билдәле: тормошо саф, уға һис бер күләгә төшмәгән.
     Хәҙрәте Әбү Бәкер (р.г.) төш юрауҙар бик оҫта булған, ниндәйҙер эске һиҙемләү менән юраған. Бер ваҡыт ҡыҙы Ғәйшә инәбеҙ күргән төшөн һөйләп биргән:
     — Төшөмдә күктән өс айҙың өйөмә төшөп юғалыуын күрҙем. Быны нисек аңларға?
    Әбү Бәкер хәҙрәт:
     — Әгәр төшең садыйҡ, дөрөҫ булһа (тимәк, садыйҡ булмауы ла мөмкин), ай кеүек өс кеше вафат буласаҡ, һинең өйөңә ерләнәсәк.
     Һәм, ысынлап та, бер нисә йыл үткәс, Рәсүл Әкрәм Ғәйшә инәбеҙ өйөндә дәфен ҡылына. Унан һуң беренсе һәм икенсе хәлифә лә шул уҡ урынға ерләнә.
     Ғәйшә инәбеҙҙең төштәре һәр саҡ раҫҡа сығып барған. Сөнки тормошо саф Ислам тормошо булған, хәрәм үә гонаһ хатта уй-хыялына ла кермәгән.
     Йәнә бер онотмаған элекке төшөмдө яҙып үтәйем: Бер ҡараңғы, бер нәмә лә үҫмәгән шомло ауыл, өйҙәр теләһә нисек ултыра, араларында йөрөйөм. Күрәм, күп ирҙәрҙе эт сынйыры менән муйындарынан бәйләгәндәр, улар берәм-һәрәм шул эт оялары алдында олошоп ултыралар. Бынан ниндәй һөҙөмтә эшләргә була һуң? Былар аҙып-туҙып, донъяла эсеп, аҫылынып, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәмәгән, тыйғанынан тыйылмаған әҙәмдәрҙер инде. Аллаһым һаҡлаһын һеҙҙе ул хәлдә ҡалырға.
     Төштәр беҙгә хәбәр бирә, алдан хәбәр биреүсе төш, күрәҙәселектең бер төрө булып һанала. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм, әйткән: «алдан хәбәр биреүсе төштәр –киләсәкте алдан әйтеүҙең ҡырҡ алтынан бер өлөшө». Төштөң был донъяла тормошҡа ашыуында мөғжизә юҡ. Был — Аллаһы тарафынан мосолман кешеһенә бер бүләк. Ҡайһы саҡта тормошта булған ваҡиғалар төштә күргәндәре менән бәйләнеш таба, ниндәйҙер уртаҡлыҡ килеп сыға. Бигерәк тә, бындай төштәр ҡиәмәт көнөнә йыш тормошҡа аша башлаясаҡ.
     Төш – хаҡ нәмә. Ул ғәҙәти булған торған күренеш түгел, уны дөрөҫ аңларға кәрәк. Төш Ҡөръәндә лә, хәҙистәрҙә лә, риүәйәттәрҙә лә киң урын алған. Пәйғәмбәребеҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләм тарафынан күргән төшө киң билдәле. Әҙәм ғәләйһис-сәләм йәннәттә йоҡлаған ваҡытта төш күрҙе, эргәһендә күркәм йөҙлө, үҙенә охшашлыраҡ бер затты төшөндә күреп һөйөнә һәм уянып китә, ҡараһа, башы осонда төшөндәге һүрәтләнгәнсә берәү ултыра. Был иһә әсәбеҙ Һауа булып сыға. Ошо төштән сығып, ир кешенең күркәм сүрәттә ҡатынын төшөндә күреүе осрашыуға, ҡауышып һөйөнөүгә юрайҙар.
     Ибраһимдың ғәләйһис-сәләм улы Исмәғилде салырға тип төш килеүен дә беләбеҙ. Бер заман, Мәккәлә саҡта, Ибраһим ғәләйһис-сәләм төш күрә – унда ул улы Исмәғил, ғәләйһис-сәләмде, ҡорбан итә. Пәйғәмбәрҙе төштөң сығанағы хаҡындағы уй шиккә һала: Илаһи әмерме был, әллә шайтандың вәсүәсәһеме? Әммә төш өс тапҡыр ҡабатлана: Тәрвиә көнөндә (хаж башланған көн), Ғәрәфә көнөндә һәм хаж тамамланғандың икенсе көнөндә. Был төштәр Рахмани, Аллаһ Тәғәлән булғанына шиге ҡалмай.
     "Йософ" сүрәһендә Аллаһы Тәғәлә: «Беҙ уға төш юрау ғилемен өйрәттек», – тип әйтә. Йософ Пәйғәмбәргә төш юрау серҙәре мәғлүм булған. Иң яҡшы төш юраусы тип Йософ ғәләйһиссәләмде атайҙар ине. Ул төштөң бар өлөшөн дөрөҫ итеп юрай торған булған. Уның төш юрау буйынса китаптары ла һаҡланып ҡалған, тиҙәр. Йософ ғәләйһиссәләмдең фирғәүенгә төш юрауы тураһында хикәйәттәр бар. Йософ батша йортонда хеҙмәтсе булып эшләгәндән һуң, батша уға нахаҡ бәлә яғып, төрмәгә ултыртҡан. Шунан батша төшөндә ете һимеҙ һыйыр һәм ете ябыҡ һыйыр, ете туҡ башаҡ һәм ете уңмаған башаҡ күрә. Йоҡоһонан торғас, ул уйға ҡала, төштө кемгә юратыу тураһында уйлана башлай. Ләкин уның ҡул аҫтындағы хеҙмәтселәренең береһе лә был аҙымға бармай — батша төшөн юрарға ҡыймайҙар. Шул мәлдә бер хеҙмәтсе: «Мин бер кешене беләм, ул һиңә төшөндө юрап бирер», – тип һүҙ ҡуҙғата, әммә был кешенең Йософ икәнен әйтмәй. Хеҙмәтсе тиҙ генә йүгүреп, төрмәгә бара һәм Йософҡа батшаның төшөн әйтә. Йософ ғәләйһис-сәләм төштө юрай: «Ете йыл мул уңыш буласаҡ, бойҙай ҙа мул буласаҡ, малдар ҙа туҡ буласаҡ. Ләкин ете йылдан һуң аслыҡ килер. Шуға ла батшаға уңышҡа бай булған ете йылда унан һуңғы ете йылға етерлек итеп байлыҡ, мөлкәт, аҙыҡ-түлек туплап ҡуйырға кәрәк», – тип әйтә. Йософтың юраған һәр һүҙе лә ысынға аша.
     Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм дә, вәхи ингәнсе асыҡ итеп төштәр күргән. Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең күргән төштәре барыһы ла асыҡ һәм дөрөҫкә сыға ине.
     Ябай мөьминдәр күргән төштәрҙең раҫҡа сығыуына килһәк, был уларҙың гонаһ ҡылыуҙан ни тиклем йыраҡ тороуына бәйлелер. Мосолман ни дәрәжәлә гонаһ ҡылыуҙан тайпылһа, насар уйҙарын зиһененән сығарһа, шул дәрәжәлә уның күргән төштәре лә раҫҡа сығыр.
     Шуны ла әйтергә кәрәк: төш юрау нескә һәм тәрән бер ғилемдәр. Төштө уның тышҡы күренешенә генә ҡарап аңлау бик ауыр. Төшөңдә күргәнең йәмһеҙ, уның мәғәнәһе иһә матур булырға мөмкин, шулай уҡ төш бик матур, ә уның юрамаһы иһә күңелһеҙ булыуы ла бар. Тағын бер нәмәне оноторға ярамай: ҡайһы бер төштәр тиҙ арала, башҡалары иһә айҙар, хатта йылдар үткәндән һуң ғына раҫҡа килә.
     Юрауға лайыҡ булған төштәрҙән тыш һис бер мәғәнәһе булмағандары ла бар. Улар бары тик кешенең көндәлек физик һәм аҡыл эшсәнлеген буталсыҡ бер рәүештә сағылдыра.
     Быларҙан бындай һөҙөмтә сығарырға мөмкин: төштә күргәндәргә таянып, төплө фекер йөрөтөп, «эйе» йәки «юҡ» тип һис әйтеп булмай. Йәғни төш нимә лә булһа мәжбүр итеү көсөнә эйә түгел. Үрҙә телгә алынған һүҙҙәр һәйбәтерәк аңлашылһын өсөн, дөрөҫкә сыҡҡан өсөн, ике миҫал иғтибарығыҙға тәҡдим итәм.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер төшөндә йәннәткә игән һәм шунда хөрмә ағасы күргән икән. Хөрмә емештәренең матурлығына һәм тәмлелегенә һоҡланып һораған:
     — Был матур емеш ағасы кем өсөн икән?
     Фәрештә яуап биргән:
     — Әбү Джәһил өсөн. (Пәйғәмбәребеҙҙе дошман күргән әҙәм).
     Рәсүлуллаһ, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғәжәпкә ҡалған. Аллаһтың барлығын үә берлеген инҡар иткән Әбү Джәһилдең йәннәткә кереүе һис кенә лә мөмкин булмаған.
     Йоҡонан уянғанда һуң, оҙаҡ ваҡыт үтмәгән, Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм хозурына бер кеше килеп, былай тигән:
     — Йә Рәсүлуллаһ, мин Әбү Джәһелдең улы Икримә булам. Мине ғәфү ит, мин иманға килдем, Исламға индем!
     Шул ваҡыт Рәсүл Әкрәм Хәҙрәттәре аңлаған, йәннәттә күргән емеш ағасы Ислам дошманы Әбү Джәһил өсөн түгел, ә бәлки уның улына билдәләнгән икән.
     Бынан шул асыҡлана: ҡайһы ваҡыт төш буласаҡ бер үк ваҡиғаны туранан-тура күрһәтмәй, уны төш күргән кешегә кинәйәләп аңлата.
     Көндәрҙән бер көндө Рәсүлуллаһ үҙ янына Әбү Бәкерҙе (р.г.) саҡырып, уға күргән төшөн һөйләп, юрауын һораған:
     — Һинең менән икәү баҫҡыстан менәбеҙ. Мин һинән ике ярым баҫма юғарыраҡ күтәрелдем, һин ике баҫма ярым астараҡ ҡалдың. Был төшөмдө нисек юрарһың икән?
     Әбү Бәкер хәҙрәт былай яуап биргән:
     — Йә Рәсүллуллаһ, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе рәхмәт үә мәғфирәтенә минән ике йыл ярым элек аласаҡ. Ә мин һеҙгә ике йыл ярым үткәс кенә ҡушыласаҡмын.
     Һәм ысынлап та шулай була. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм вафатынан һуң беренсе хәлиф Әбү Бәкер ике йыл ярым ғына йәшәй.
     Ҡайһы бер кешеләрҙең төштәренә Аллаһ Тәғәлә буласаҡ ваҡиғаларҙы ебәрә... Шуға ла кемдеңдер төшө ысынбарлыҡҡа тура килә икән, был – Аллаһы Тәғәләнең уға бүләге. Ул кешеләрҙең иман күңеле, эске халәте дөрөҫ, таҙалыр. Быларҙы беҙ үткән тарихтан беләбеҙ, уларға әүлиәлек һәләте бирелә бит. Шулай уҡ ябай кешеләрҙеңдә төштәре Ҡиәмәт көнө яҡыная килә хаҡҡа сығасаҡ тип әйтелә бит. Пәйғәмбәребеҙ : «Ваҡыт тиҙ үтә башлағас, мөьминдәрҙең төштәре дөрөҫкә сығар. Дөрөҫ төш күреүсе хаҡлыларҙан булыр. Хаҡиҡәттә мосолмандың төш күреүе — пәйғәмбәрлектең ҡырҡ алтынан бер өлөшө», — тигән һүҙҙәрен килтерә.      «Тормошомда буласаҡ ваҡиғаларҙы төшөмдә күрәм», тигәндәргә исламда төштөң киләсәктән хәбәр була алыуына дәлилдәр бар. Иң ысын төштәр таң алдынан сәхәр ваҡыттарында була.
     Хәбәр төш. Ҡаҙый Әбү Ғүмәрҙең күршеһендә йәшәгән, әлегәсә һуңғы сик фәҡирлектән башы сыҡмаған кеше кинәт кенә байып китә. Ҡаҙый унан байлығының ҡайҙан килеүен һорай һәм тегенеһе һөйләп бирә:
     «Миңә атайым мираҫ итеп бик күп аҡса ҡалдырҙы, мин уларҙы самаламай тотондом һәм әрәм итеп бөтөрҙөм. Башта өйҙең түбәһен, унан ишектәрен һатырға тура килде, унан һата торған нәмә лә ҡалманы. Әсәйем еп иләй ине һәм, шул епте һатып, беҙ тамаҡ туйҙырҙыҡ. Тормош шул тиклем ауырға әйләнде: мин инде үлемде теләй башланым. Тик төндәрҙең береһендә төшөмдә миңә бер кеше: «Һинең байлығың — Ҡаһирәлә, шунда бар», — тине. Икенсе көндө үк мин Мысырға киттем, ләкин унда ла Аллаһ минең алдымда муллыҡ юлдарын да япҡан ине: Ҡаһирәлә мин үҙемә икмәк һынығы бирер кеше лә тапманым. Мин юғалып ҡалдым, әммә йәстү намаҙынан һуң баҙар буйлап йөрөһәм, Аллаһы Тәғәлә мине ашатырҙай берәр кешегә юлыҡтырмаҫмы тип уйланым. Шулай төн уртаһына тиклем ас, яланғас, арыған, аптыраған хәлдә йөрөнөм һәм һаҡсыларға тап булдым. Уларҙың береһе минең ҡиәфәтемде шиклегә һанап эләктереп алды һәм кем икәнемде һораштыра башланы. Үҙемдең сит ил кешеһе икәнемде әйттем, ул ышанманы, ергә йығып ҡыйнай башланы. Ауыртыуға түҙә алмай ҡысҡырып ебәрҙем бар һәм дөрөҫлөктө һөйләргә ант иттем. Мин уға башта ахырға тиклем барыһын ла һөйләнем, төште лә ҡалдырманым.
     — Аллаһ менән ант итәм, һинән дә ахмағыраҡ кешене күргәнем юҡ ине, — тип шарҡылданы ул. — Бына мин дә бер нисә йыл элек төштә кемдеңдер: «Һинең байлығың Багдадта, шундай-шул урамда, шундай-шундай йортта», — тигәнен ишеттем». — Ул мин йәшәгән урамды һәм йортты атай ине, ләкин мин өндәшмәй ҡалдым. — Шул йорттоң ишеге алдында ағас үҫә, — тип дауам итә ул. — Шул ағас төбөнә утыҙ мең алтын динар күмелгән. Шунан нимә? Мин ул төшкә иғтибар итеп тә торманым. Ә һин — ысын алйот, әллә ниндәй бер төшкә ышанып, тыуған илеңде, ғәиләңде ташлағанһың, Ҡаһирәгә тиклем килгәнһең».
     Һаҡсы мине ебәрҙе. Минең йөрәктә өмөт уянды. Мин мәсеттә төн ҡундым да таң менән өйгә ашыҡтым. Бағдадҡа ҡайтып етеүгә, өйгә саптым, ағас төбөн ҡаҙып утыҙ мең динар тултырылған баҡыр сүлмәкте табып алдым. Хәҙер шул аҡсаларға йәшәйем һәм Аллаға шөкөр итәм».
     Төш күреү кешенең тәбиғи үҙенсәлегенә бәйле сифат. Ул бары йоҡо ваҡытында ғына була. Йоҡламаған ваҡытта кеше төш күрмәй, әммә йоҡлағанда ла йән тәндә ҡала бит. Шуға төш менән йәндең бәйләнеше ғәжәп, аңламайбыҙ беҙ уны.
     Төш тураһындағы был мәғлүмәтте тамамлай килә шуны иғтибарға алайыҡ: хәҙерге ваҡытта «Төш юрай беләм», – тигән шарлатандар ҙа күп, уларҙан да һаҡланырға кәрәк. Кешегә ҡайһы ваҡыт ҡурҡыныс төштәр инә. Насар ваҡиғаны төшөңдә күрҙең икән, уны онотоуың хәйерле. Мосолмандар йоҡларға ятыр алдынан тәһәрәт алып, доғалар уҡып, Аллаһыны иҫкә ала. Йоҡо – ул бәләкәй генә үлем булғас, йоҡлаған ваҡытта кеше күрмәй, ишетмәй, күп әйберҙе тоймай. Ахирәткә күскән ваҡытта ла бит, тормошоңды тәртипкә һалып, тип Аллаһыны иҫкә төшөрәһең. Шуның өсөн был бик мөһим нәмә. Унан һуң, йоҡлар алдынан Аллаһ Тәғәләгә зекерҙәр әйтеп, доғалар уҡып йоҡларға әҙерләнһәк, был йоҡлаған ваҡытта ла Уға ғибәҙәт итеү булып һанала, – тигән бер хәҙистә.
     Ғөмүмән төштәргә артыҡ әһәмиәт бирмәҫкә һәм уны уйлап йөрөп, ҡәҙерле ваҡытты әрәм итмәҫкә кәрәк. Рәхәтлек, күңел тыныслығы шундалыр. Бер хәҙистә әйтелгәнсә: «Бел, әгәр бөтәһе йыйылып, һиңә файҙалы эш эшләргә теләһәләр, улар һиңә Аллаһ яҙғанды ғына килтерәсәктәр. Әгәр бөтәһе лә йыйылып, һиңә зыян килтерергә теләһәләр, улар һиңә Аллаһ яҙған зарарҙы ғына килтерәсәктәр. Сөнки ҡәләмдәр күтәрелгән, ә биттәр кипкән инде». Тимәк, төш күреп һәм уны дөрөҫ юрап ҡына яҙмышыңды үҙгәртә алмайһың, әгәр быға Аллаһ тәҡдире булмаһа.
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Төштәр нисек юрала, шулай уҡ тормошҡа ашыусан була. Юраусығамы, йөки үҙең юрайым тип китапҡа үрелгәнсе, был хаҡиҡәтте онотмау ҙа хәйерлелер. Нисек кенә булмаһын, беҙ төш күреүҙән азат түгел. Шуға ла йоҡо алдынан бер-беребеҙгә изге теләктәр юллайбыҙ, төштәребеҙҙе яҡшыға булыуын, хәйерлеһен теләйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә төштәрҙең күркәмлеһен һәм хикмәтлерәген күрергә насип итһен.