Тәсбих тартыуҙың хасыяттары

                                             Тәсбих тартыуҙың хасыяттары

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһй үә сәлләм әйткән: «Ике һүҙ телгә еңелдер, үлсәүҙә ауырҙарҙыр, Аллаһ Тәғәләгә һөйөклөләрҙер. Улар: „Сүбхәәнәллааһи үә бихәмдиһи“ һәм „Сүбхәәнәллааһил — ғәҙыйм үә бихәмдиһи“-лер».
     Бер ваҡыт Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре янына сыҡты һәм: «Ҡалҡандарығыҙҙы алығыҙ», — тине.
     "Өҫкә килгән дошманданмы эй, Рәсүлүллаһ (ғәләйһиссәләм)? — тинеләр. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: «Юҡ, дошмандан түгел, бәлки тамуҡтан», — тине. Сәхәбәләр:«Тамуҡтан ҡалҡаныбыҙ нәмә һуң?»- тинеләр.         Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте:«Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лиләәһи үә ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр. Лә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил ғәллийүл ғәҙыйм»дыр, уның өсөн ул һүҙҙәр ҡиәмәт көнөндә алдан да, арттан да, яндан да килерҙәр". Рәсүлүллаһ ғәләһис-сәләмдең: «Алдан да килерҙәр» тип әйткән һүҙенең мәғәнәһе: «Ул һүҙҙәр үҙҙәренең эйәләрен йәннәткә илтерҙәр». «Яндан да» тигән һүҙенең мәғәнәһе: Ул һүҙҙәр эйәләрен (хужаларын) тамуҡтан һаҡларҙар" тигән һүҙ."Арттан да килерҙәр" тигән һүҙенең мәғәнәһе: «Һаҡлаусы булып килерҙәр» тигән һүҙ.


     Ибн Ғәббәс радыяллаһү ғәнһүҙән риүәйәт ителде. Ул әйтте: «Исрафил ғәләйһис-сәләм Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмгә килде һәм әйтте:
     »Эй, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм, әйт: "Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лиләәһи үә ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр. Лә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил ғәллийүл ғәҙыйм «тип. Бының хисабын Аллаһтан башҡа бер кем белмәҫ, ауырлығын Аллаһ ҡына белер. Аллаһ Тәғәлә үҙе генә белә торған нәмәнең тулыһы:
     »Кем дә кем шул һүҙҙәрҙе бер тапҡыр әйтһә, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә биш төрлө сауабын яҙыр:
     1. Аллаһты күп зикер ҡылыусылар араһынан яҙыр.
     2. Кисен һәм көндөҙөн Аллаһты зикер ҡылыусынан булыр.
     3. Уның өсөн йәнәттә баҡса булыр.
     4. Унан гонаһтары ҡойолор, кипкән ағастың япраҡтары ҡойолған кеүек.
     5. Аллаһ Тәғәлә уға рәхмәт назары(ҡарашы) менән ҡарар.
                                                      * * *
     Ибн Ғәббәстан( радыяллаһү ғәнһү) риүәйәт ителде, ул әйтте: «Аллаһ Тәғәлә ғәреште яратҡас, фәрештәләргә уны күтәрергә ҡушты. Ғәрште күтәреү фәрештәләргә ауыр булды. Аллаһ Тәғәлә: „Сүбхәәнәллааһ“ тип әйтегеҙ», — тине. Фәрештәләр әйттеләр һәм уларға ғәреште күтәреү еңел булды. Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яратҡанға ҡәҙәр һәр саҡ «Сүбхәәнәллааһ» тип әйтә торған булған. Әҙәм ғәләйһис- сәләм беренсе тапҡыр сөскөргәс, Аллаһ Тәғәлә уға «Әлхәмдү лилләәһ» тип әйтеүҙе ләзем ҡылды. «Аллаһ һиңә рәхмәт ҡылды», — тип Аллаһ Тәғәлә әйтте. «Шуның өсөн мин һине яраттым». -тине. Фәрештәләр әйттеләр: «Хөрмәтле һәм асыҡ икенсе һүҙҙер», — тип.Улар ««Әлхәмдү лилләәһ» тигән һүҙҙе «Сүбхәәнәллааһ»-ҡа ҡуштылар.
     Нух ғәләйһис-сәләмде Рәсүлүллаһ итеп ебәргәнгә ҡәҙәр һынымдарҙы (тәреләрҙе) хөрмәтле итеп тотоусыларҙың иң беренселәре Нух ҡәүеме ине. Аллаһ Тәғәлә Нух ғәләйһис-сәләмгә үәхи ҡылып, ҡәүемен «Ләә иләәһә илләллааһ» тип әйтергә бойорҙо: «Аллаһ Тәғәлә улар менән риза булыр», — тине.                     Фәрештәләр әйттеләр: «Был өсөнсө яҡшы һүҙ», — тип һәм уны алдағы ике һүҙгә ҡуштылар һәм һәр саҡ әйтә башланылар: «Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үә ләә иләәһә илләллааһү», — тип, Ибраһим ғәләйһис-сәләмде Рәсүлүллаһ итеп ебәргәнгә ҡәҙәр.
     Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмде үҙенең: вәғәҙәһе буйынса улын ҡорбан итергә бойорҙо. Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең вәғәҙәһен үтәргә әҙер икәнлеген күргәс, уның улын тәкә менән алыштырҙы. Ибраһим ғәләйһис-сәләм тәкәне күргәс, «Аллааһү әкбәр» тип әйтте. Был хәлде күреп шатланған фәрештәләр: «Был дүртенсе яҡшы һүҙ», — тип, уны юғарыла күрһәтелгә һүҙҙәргә ҡуштылар ҙа тәсбих әйте башланылар:

     "Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үә ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр", — тип. Жәбраил ғәләйһис-сәләм был һүҙҙе Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмгә һөйләгәс, Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм ғәжәпләнеп әйтте: «Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә иллә билләәһил ғәлийүл ғәҙыйм», — тип. Жәбраил ғәләйһис-сәләм әйтте: «Был һүҙҙәрҙе лә ошо юғарыла әйтелгән һүҙҙәргә ҡуш.
     Ибн Мәсғүд радыяллаһү ғәнһүҙән риүәйәт ителде:
     »Ризыҡты һәм малды һөйгән кешеһенә лә, һөймәгән кешеһенә лә бирә. Иманды һөймәгән кешеһенә бирмәй. Аллаһ Тәғәлә бер бәндәне һөйһә, уға иман бирә".
     Сәраһ бин Йәндәб радыяллаһү ғәнһү Рәсүлүлүллаһ ғәләйһис- сәләмдән риүәйәт әйтте:
     "Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үә ләә иләәһә иләллааһү үәллааһү әкбәр"- ҙер. Ҡайһы менән башлаһаң да һиңә зарар ҡылмаҫ.Фәҡиһ әйтеүенсә, ул кеше саҙаҡа әжеренә ирешер".
     Риүәйәт ителде: Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте:
     "Әгәр кеше фәҡир булһа,саҙаҡа бирерлек әйбере булмаһа, был һүҙҙәрҙе әйтһен, ул кеше саҙаҡа әжеренә ирешер".
     Риүәйәт ителде: " Расүлүллаһ ғәләйһис-сәләм сәхәбәләрҙе саҙаҡа бирергә өндәне, унан һуң кешеләр саҙаҡа бирергә булдылар.
     Әбу Әмийәһ радыяллаһү ғәнһү Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдең ҡаршыһында ултыра ине һәм ике иренен һелкетә ине. Рәсүлүллаһ уға: «һин ике иренеңде һелкетәһең, ул ваҡытта һин нәмә әйтәһең?»- тине. Әбу Әмийәһ: «Күрәм, кешеләр саҙаҡа бирәләр, минең саҙаҡа бирергә әйберем юҡ. Үҙ-үҙемә әйтәм: „Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үә ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр“, — тип.

     »Эй, Әбу Әмийәһ, был һүҙҙәр меҫкендәргә саҙаҡа итеп бирә торған һауыт ашыңдан изгелерәктер"-тине Расүлүллаһ ғәләйһис-сәләм.

                                                                 * * *
     Бер ваҡыт Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янына бер төркөм мөһәжирҙәр (күсеп килеүселәр) килгән. Улар: «Эй, Рәсүлүллаһ (ғәләйһис-сәләм)! Бары тик байҙар ғына рухи үҫешенең иң юғары баҫҡыстарына менә алалар. Аллаһтың барлыҡ рәхмәт-ниғмәттәре лә бары тик уларға хас була», — тигәндәр. Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм: «Ни өсөн улай уйлайһығыҙ?»- тип һораған. Мөһәжирҙәр: «Хәйер, намаҙҙарын һәм ураҙаларын улар тап беҙҙең кеүек ҡылалар һәм тоталар тик бай булыуҙары сәбәпле улар башҡа сауаплы ғәмәлдәр ҙә ҡыла алалар. Мәҫәлән: саҙаҡа өләшә алалар, йә булмаһа ҡолдарҙы азат итә алалар. Беҙ иһә фәҡирлегебеҙ сәбәпле ундай эштәрҙе башҡара алмайбыҙ», — тинеләр. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм былай тип яуап биргән:"Ошо ғәмәлде башҡарһағыҙ ата-бабаларығыҙҙан һәм нәҫел-тоҡомоғоҙҙан артығыраҡ буласағығыҙ, бер ғәмәл тураһында әйтәйемме һеҙгә? Әгәр шуны эшләһәгеҙ һеҙҙе һис кем уҙҙыра алмаҫ, әгәр ҙә үҙе лә шуны уҡ эшләһә генә", — тигән. «Әйтсе беҙгә», — тигәндәр мөһәжирҙәр.
     "Һәр намаҙ һуңында «Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үәллааһү әкбәр»-ҙең өлөшөн утыҙ өс тапҡыр уҡығыҙ", — тигән Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм. Фәҡир сәхәбәләр пәйғәмбәребеҙҙең кәңәшен үтәйҙәр: намаҙҙарының һуңында тәсбих тарта башлайҙар. Ләкин ул көндәрҙә йәшәгән байҙар ҙа ҡайҙандыр Рәсүлүллаһтың һүҙҙәрен белеп алып, намаҙҙарының һуңында тәсбих тарта башлайҙар. Был хәлде белгән фәҡир сәхәбәләр тағы Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янына киләләр ҙә ризаһыҙлыҡтарын белдерәләр:
     "Беҙҙең бай туғандарыбыҙ һинең беҙгә әйткән һүҙҙе ишетеп алғандар, хәҙер улар ҙа намаҙҙарынан һуң тәсбих тарталар", -тип зарланғандар.Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм быны ишеткәс былай ти:
     "Был Аллаһтың рәхмәтелер. Ул уны кемгә теләһә шуға ирештерә, һис кем уны туҡтата алмай. Аллаһ һеҙгә лә саҙаҡа исемле алмаш рәхмәтен биргән, йәғни бер тапҡыр «Сүбхәәнәллааһ» тип әйтеү саҙаҡалыр", «Әлхәмдү лилләәһ» тип әйтеү саҙаҡалыр.
     Рәсүлүллаһ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең бер хәҙисендә (Мөслим үә Әхмәд хәҙрәттәре риүәйәте) Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән:
     "Кем дә кем һәр намаҙынан һуң утыҙ өсәр тапҡыр «Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үәллааһү әкбәр»-ҙе уҡыһа һәм улар һуңында «Ләә иләәһә илләллааһү үәхдәһү ләә шәрикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәй’ин ҡадиир»ҙы бер тапҡыр уҡыһа, уның барлыһ гонаһтары, хатта диңгеҙҙәге күбек кеүек күп һанлылары ла тамам кисерелер"- ти. Бында һүҙ ваҡ гонаһтар тураһында ғына бара.
     Хәҙрәт Өмме Хәани радыяллаһү ғәнһү Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдән һораны:
     "Эй, Рәсүлүллаһ (ғәләйһис-сәләм)! Инде мин бик ҡартайҙым һәм хәлһеҙләндем. Миңә тик ултырған сағымда эшләй алырлыҡ бер нәмә тәҡдим итһәңсе", -тигән. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм хәҙрәттәре: «Сүбхәәнәллааһ»-ты йөҙ ҡат уҡы, йөҙ ғәрәп ҡолон азат итеү сауабына ирешерһең; «Әлхәмдү лилләәһ»-те йөҙ тапҡыр уҡы — сауабы жиһад (изге һуғыш) өсөн югәнләнгән йөҙ ат-айғыр биреүеңә тиң булыр; «Аллаһү әкбәр»- ҙе йөҙ ҡат уҡы, Аллаһ юлына йөҙ дөйә сарыф итеүҙең сауабына ирешерһең һәм «Ләә иләәһә илләллааһү»- ны йөҙ тапҡыр уҡы, уның сауабы ер менән күктәр араһын тултырыр. Бынан да өҫтөн башҡа бер маҡтауға лайыҡ ғәмәл юҡ"- тигән.
     Әбү Рафиғ радыяллаһү ғәнһү исемле сәхәбәнең ҡатыны хәҙрәти Сәлмә радыяллаһү ғәнһә Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдән бик оҙон булмаған бер зикер ғибәрәләрен (яҙылған һүҙ) тәҡдим итеүен үтенгән. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм уға бындай кәңәш биргән:
     "Аллааһү әкбәр"-ҙе ун тапҡыр уҡы, Аллаһ Тәғәлә яуап итеп: «Был минең өсөн», — тип әйтер,"Сүбхәәнәллааһ"ты ун тапҡыр уҡы, Аллаһ Тәғәлә яуап итеп: «Был минең өсөндөр», -тип әйтер, һуңынан «Аллааһүммә-ғфирләнәә» тип уҡы, йәғни: «Эй Аллаһым, мине ғәфү ит!
     Аллаһ Тәғәлә: „Эйе, мин һине ғәфү иттем“, — тип әйтер. Әгәр „Аллааһүммә-ғфирләнәә“ һүҙҙәрен ун тапҡыр тәкрар (рәттән) уҡыһаң, Аллаһ Тәғәлә һәр тапҡырында» Мин һине ғәфү иттем" — тип торор.
     Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм тарафынан был оло йәштәге һәм хәлһеҙ ханымдарға күпме еңел һәм ҡыҫҡа зикер кәлимәләре кәңәш ителгән — ҡарағыҙ! Улар шундай ҡыҫҡалар, йә эш ваҡытында, йә башка саҡта ҡамасау итмәҫтәр, эш менән бергә барырҙар. Бынан тыш улар аша ирешәһе әжер-сауаптар күп-күрегеҙ! Әгәр инде ошо еңел юл менән ирешә торған әжер һәм сауаптарҙан мәхрүм ҡалһаҡ, ни ҡәҙәр аяныс һәм ҡыҙғаныстыр!
     Хәҙрәти Өмми Сәләйем радыяллаһү ғәнһә Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдән намаҙҙан әүәл уҡырлыҡ бер кәлимә әйтеүен һораған. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм уға: "Ун тапҡыр «Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үә Аллааһү әкбәр»ҙе уҡы ла һуңынан намаҙ уҡы. Аллаһ Тәғәлә: «Эйе, эйе, мин быны ҡабул иттем», — тип торасаҡ.
     Күрәһегеҙ был һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу өсөн көс һәм ваҡыт сарыф итәһе юҡ, улар шул ҡәҙәр еңел һәм ҡыҫҡа. Уйлап ҡарайыҡ: һәр көн, көн оҙон, эшләгән саҡта, өйҙә йөрөгәндә, ҡырҙа-баҡсала эшләгәндә ни ҡәҙәр күп кәрәкһеҙ һүҙ һөйләйбеҙ. Ул сүп-сар урынына юғарыла әйтелгән һүҙҙәрҙе әйтеү менән мәшғүл булыу, бер яҡтан донъялығыбыҙ өсөн эшләгән эштәребеҙ үрсемле була, икенсе яҡтан әхирәттәге хәлебеҙҙе яҡшыртыу өсөн дә ғәмәл-ғибәҙәт ҡылған булыр инек.
     Әгәр бер мосолман йәки мөслимә нахаҡ һүҙ әйтһә, әхирәттә «Радғәтүн Хәбәлгә» ябылыр. Ул иң тәрән, иң төптәге бер зиндан. Ул йәһәннәмдә интегеүселәрҙең ҡаны һәм үлектәрҙең уҡмашҡан бер батҡаҡ урын кеүектер. Ғәйбәт һөйләү сәбәпле ошо упҡынға төшөрөлөү менән хөкөм ителгән бәндәләргә ни ҡәҙәр ҡурҡыныс һәм шаҡшы буласаҡ.Унда ул кеше әлеге гонаһы тамамлағансы ҡалыр, әммә ул шарттарҙа ҡотолоу бик ауыр булыр.
     Донъялыҡта — беҙ ауыҙыбыҙ һәм телебеҙ менән уйламайынса әллә ниҙәр һөйләйбеҙ, кешегә тел-теш тейҙерәбеҙ, ләкин был яман ғәмәлдең бар ҡәбәхәтлеген һәм хәшәрәтлеген беҙ әхирәттә генә аңлай аласаҡбыҙ. Унда һәр һүҙебеҙ өсөн яуап бирергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Сүп-сар һәм ялған һүҙҙәрҙең әхирәттә һис ҡиммәте булмаҫ, унда ни бары ысынбарлыҡ баһаһы булыр.
     Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм бер ваҡыт былай тигән: «Ҡасан кеше башҡаларҙың күңелен күтәреү, көлдөрөү өсөн генә әллә ниҙәр һөйләп ташлай, әммә шул һүҙҙәре арҡаһында ул йәһәннәмгә, уның иң алыҫ төбөнә атыласаҡ һам ул ара ер менән күк араһындай алыҫ булыр, телдең абыныуы аяҡ абыныуынан күпкә хәтәрәрәктер».
     Хәҙистәрҙең береһендә: «Кем дә кем башҡа берәүҙең ҡылған гонаһы өсөн ғәйепләһә, үлер алдынан үҙ-үҙен шул гонаһ ты ҡылған сағын күрер», — тип әйтелә.
     Хәҙрәт Әбү Бәкер радыяллаһү ғәнһү үҙенең телен тартыр икән дә: «Һин беҙҙең бәхетһеҙлегебеҙҙең сәбәпсеһе», — тип әйтер икән. Ибн Мөнҡаҙер тигән мөхәҙҙис үлем түшәгендә илап ята икән. Берәү: " Ниңә илайһың?- тип һораған. «Мин ниндәй ҙә булһа гонаһ ҡылғанымды хәтерләмәйем, әммә әйтеп атҡан бер һүҙемдең береһе арҡаһында, ул минеңсә юҡ ҡына бер һүҙ булһа ла, Аллаһ Тәғәлә ҡаршында етди гонаһҡа әүерелергә мөмкин», -тип яуап биргән.

                                                           * * *
     Хәҙрәт Жувәйри радыяллаһү ғәнһү (йәмәғәте) пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм тураһында бындай бер хәбәр ирештергән: "Бер ваҡыт Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм минең өйҙән иртәнге намаҙын уҡырға тип сығып киткән ине. Ул саҡта мин намаҙлыҡта ултырған көйгә Аллаһты зикер итеү менән мәшғүл инем. Духа (өйлә етер алдынан уҡыла) намаҙынан һуң ул кире ҡайтып инде. Мин һаман шул хәлдә зикер итеп ултыра; инем. Ул ҡыҙыҡһынып, сығып киткән ваҡытынан бирле шулай ултырыуым тураһында һораны. Мин ул иртән: сығып киткәндән бирле шулай ултырғанымды әйттем. Унан һуң ул былай тине: «Һине ҡалдырып сығып киткәнемдән һуң мин өс тапҡыр дүрт кәлимәне уҡыным, шул кәлимәләр һинең иртәнән бирле уҡығандарың менән сағыштырылһа, улар (кәлимәләр) үлсәү тәлинкәһен баҫыр инеләр. Ул кәлимәләр „Сүбхәәнәллааһи үә бихәмдиһи ғәдәдә халҡиһи үә ридааьә нәфсиһи үә зиинәтә ғәршиһи үә мидәәдә кәлимәәтиһ“. „Уның ризалығы һәм ҡәнәғәтләнеүенә тура килтереп, Уның тәхете ауырлығына тура килтереп һәм Уның ғәләменең ҙурлығына тура килтереп, мин Аллаһтың данын һәм маҡтауға лайыҡ булыуын, Ул бар иткән мәхлүктәре һаны ҡәҙәр ололайым“.
   Хәҙрәт Сәғед радыяллаһү ғәнһү бындай бер ваҡиға хаҡында әйтеп ҡалдырған. Бер ваҡыт ул Рәсүл үллаһ ғәләйһис-сәләмгә эйәреп, уның менән бер сәхәбә ханымдың йортона барған булған. Ул ҡатындың өйөнә ингәндәр һәм йорт хужаһының ҡаршыһындағы хөрмә менән ваҡ саҡма таштарҙы һанап зикер ҡылып ултырыуын күргәндәр. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм уға:
     »Бынан еңелерәк (йә булмаһа «яҡшыраҡ» тине ул) бер нәмә әйтәйемме һиңә?"                                           "Сүбхәәнәллааһи ғәдәдә мә хадәҡа..." мин Аллаһты ул күктәрҙә яратҡан мәхлүҡтәр һаны ҡәҙәр хәмед ҡыламын. Ул ер менән күктәр араһында ни ҡәҙәр мәхлүҡ яратҡан булһа, мин шул ҡәҙәр уны хәмед ҡыламын. Аллаһ ни ҡәҙәр мәхлүктәрҙе хәҙерге ваҡытта барлыҡҡа килтерәһе булһа, мин дә шул мәхлүҡтәр һанына тура килтереп уны ололайым... шуның кеүек мин «Аллааһү әкбәр», ««Әлхәмдү лилләһ» һәм «Ләә иләәһә илләллааһү» кәлимәләренең һәр береһен барлыҡ мәхлүктәрҙең ғөмүми һанына тура килтереп уҡыйым".

                                                               * * *
     Кеше зикер ҡылғанда ни ҡәҙәр күберәк шул нәмә тураһында уйлаһа һәм ни ҡәҙәр тәрән итеп шул зикер ҡылыуға бирелһә, үҙенә шул ҡәҙәр яҡшылыҡ булыр. Был зикер иң өҫтөн һәм яҡшы, сөнки ул Аллаһтың ни ҡәҙәр хәмед һәм маҡтауҙарға лайыҡ булыуын иҫбат иттереү менән бергә Әҙәм балаһының Аллаһ Тәғәлә ҡаршында ни ҡәҙәр кескенә һәм көсһөҙ булыуын да иҫбат итә, таныта, төшөндөрә. Мөьминдең үҙен былай тотоуы Аллаһ Тәғәләгә буйһоноуҙоң иң яҡшы бер рәүешелер. Зикерҙе мәғлүм хәлдә ҡылғандан һуң (мәҫәлән намаҙҙағы тәсбихтәр) мөьмин бәндә шуның менән генә сикләнергә тейеш түгел һәм үҙенең буш торған, эшһеҙ ваҡыттарында зикерҙең башҡа төрҙәрен ҡылыу менән мәшғүл булырға тейеш.

     Суфиҙар телендә тәсбих төймәһе шайтанды һуҡтыра торған ҡамсы тип атала.

                                                             * * *
     Сәхәбәләрҙең (радыяллаһүм ғәнһүм) бик күбеһе зикер һанар өсөн төйөнләп-төйөнләп бәйләгән бер бауҙы файҙаланған, шулай уҡ уның ваҡ саҡма таштар һәм хөрмә төштәре менән тулған бер янсығы булған. Уның ейәне хәбәр итеүенсә уның олатаһының ике мең төйөнлө бер бауы булған. Шул төйөндәрҙе һанай-һанай ахырына ҡәҙәр зикер итеп сыҡмайса ул йоҡларға ятмаған.
     Бер ваҡыт Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм үҙенең сәхәбәләренә: «Арағыҙҙа көн һайын Өхөд тауы ҡәҙәр игелекле ғәмәлдәр ҡыла алырлыҡ беркем дә юҡмы?-тип һорау биргән. Сәхәбәләр (радыяллаһү ғәнһүм):
     »Эй, Рәсүлүллаһ (ғәләйһис-сәләм)! Ул ҡәҙәр эшләмәккә кемдең генә көсө етәр икән?- тигәндәр. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм:
     "Һәр кемдең уны эшләрлек көсө бар", — тип яуап биргән. Сәхәбәләр:
     " Нисек һуң ул?- тип ҡыҙыҡһынғандар. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм былай тип аңлатҡан:
     "Сүбхәәнәллааһ" кәлимәһенең сауабы Өхөд тауынан ҙурыраҡ, «Ләә иләәһә илләллааһү»-ның да сауабы Өхөд тауынан олораҡ, «Әлхәмдү лилләәһ» һүҙҙәренең дә әжер-сауаптары Өхөд тауынан күберәк, «Аллааһү әкбәр»-ҙең дә сауаптары Өхөд тауынан ҙурыраҡтыр", — тип аңлатып биргән.
     Аңлатма: Юғарыла Ғимран ибн Хөсәйен аша беҙгә ирештерелгән был хәҙисте баяғы һәр кәлимәнең әжер-сауаптарының Мәккәй Мөккәрәмә янындағы Өхөд тауынан ҙурыраҡ булыуы иҫбат ителгән. Ул да түгел, был мөбәрәк кәлимәләрҙең сауаптары уның кеүек башҡа бик күп тауҙарҙан да ҙурыраҡтыр.

     Хәҙистәрҙең береһендә әйтелгәнсә: «Сүбхәәнәлааһ» менән «Әлхәмдү лилләәһ» һүҙҙәренең сауаптары күктәр менән ерҙе тултыра икән. Башҡа бер хәҙистә хәбәр ителгәнсә «Сүбхәәнәллааһ»-тың сауабы мизан үлсәүенең яртыһын, «Әлхәмдү лилләәһ»- тең сауабы мизандың икенсе яртыһын биләп ала икән. «Аллааһү әкбәр»-ҙең үҙенә хас сауабы менән Ер менән Күк араһындағы бушлыҡты тултырыу тураһында әйтелә.
     Хәҙистәрҙең береһендә Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдең бындай һүҙҙәре теркәлеп ҡалған:                «Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лилләәһии үә ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр» һүҙҙәре минең өсөн ҡояш аҫтында булған барлыҡ нәмәләрҙән ҡәҙерлерәктер".
     Хикәйә: Бер ваҡыт Сөләймән ғәләйһис-сәләм үҙенең тәхетендә ултырған хәлдә ҡайҙалыр юл тота икән (ендәр уның тәхетен күтәреп йөрөткәндәр). Уның баш осонда көтөү-көтөү ҡоштар ҡанаттарын йәйеп бер пәрҙә кеүек уны ҡояш эҫелегенән ышыҡлап осалар икән, уның йәнәшәһендә бик күп әҙәмдәр һәм ендәр баралар икән. Был ғәжәп мажараны (күренеш) күреп алған бер ғәбид (ғибәҙәт ҡылыусы) был сикһеҙ батшалыҡтың ололоғо өсөн Аллаһ Тәғәләне маҡтап-хәмедләп доға ҡыла башлаған. Сөләймән ғәләйһис-сәләм иһә былай тигән:    "Мөьминдең ғәмәлдәре араһында бер тапҡыр «Сүбхәәнәллааһ»-ты уҡыған өсөн килгән сауаптар Сөләймән ибн Дауд ғәләйһис-сәләмдең барлыҡ батшалыҡ биләмәһенән дә олораҡ, сөнки был батшалыҡ фани (донъяүи) һәм үтеп китә торған хәл, ә «Сүбхәәнәллааһ»-ты уҡыуҙың сауабы мәңгелек.
     Бер ваҡыт Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: «Үлсәү тәлинкәһендә „Ләә иләәһә илләллааһү“, „Аллааһү әкбәр“, „Сүбхәәнәллааһ“, „Әлхәмдү лилләһ“ һәм балаһы үлгән атаның (йә әсәнең) сабыр ҡылыуы кеүек был биш нәмә ни ҡәҙәр ауыр», -тип әйткән булған (хәҙис). Тағы Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм былай тигән:
     "Нух пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм үҙенең улдарына былай тигән булған: «Мин һеҙгә бер кәңәш бирәсәкмен. Ул хәтерегеҙҙә онотолмаҫлыҡ итеп һаҡланһын өсөн, уны бик ҡыҫҡартып әйтәм. Мин һеҙгә ике ғәмәлдән тыйылырға кәңәш итәм. Эшләргә ҡушаһы ике ғәмәлем Аллаһтың һәм уның мөбәрәк мәхлүктәренең күңелдәренә бик хуш киләләр һәм һәр икеһе лә Аллаһ Тәғәлә ҡабул итеүенә еңел барып етеү хасыятына эйәләр. Ул ике эштең береһе „Ләә иләәһә илләллааһү“лер. Әгәр үлсәүҙең бер һауытына барлыҡ күктәр һәм ер һалынһа һәм икенсе һауытына был мөбәрәк кәлимә ҡуйылһа, ул тәүге тәлинкәне баҫасаҡ. Икенсе һеҙгә тәҡдим итәһе эш — ул „Сүбхәәнәллааһ“-ты уҡыуҙыр. Был доғаны барлыҡ мәхлүктәр уҡый. Был доғаның сауабы менән мәхлүктәрҙең бөтәһе лә йәшәр өсөн ризыҡ таба. Мәхлүктәр араһында Аллаһ Тәғәләне ололау һәм хәмедләү менән мәшғүл булмаған берәү ҙә юҡ, тик һеҙ уларҙың телдәрен аңламайһығыҙ, һеҙҙең өсөн зарар буласаҡ ике эштең береһе- ширек (күп Аллальгк) һәм икенсеһе -тәкәбберлек. Был ике эш һеҙҙе Аллаһ Тәғәләнән һәм уның мәхлүктәренән алыҫайта торған эштәрҙер».
     Барса мәхлүҡәттең Аллаһ Тәғәләне ололап хәмедләүе (маҡтауы) тураһында Ҡөрьән аяттарында хәбәр бар. Ундай аяттарҙың береһе: «Үә им миң шәй ин илләә йүсәббихү бихәмдиҺи» (Мәхлүктәр араһында Аллаһты ололап маҡтамаған берәү ҙә юҡ)" аятылыр.
     Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм миғраж ҡылғанда барлыҡ күктәрҙең Аллаһ Тәғәләнең данын һәм ололоғон хәмедләп уҡығанын ишеткән булған.
     Бер ваҡыт үҙ юлы менән ҡайҙалыр барған Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм бер төркөм мосафирҙарға юлыҡҡан. Улар ялға туҡтаған булһалар ҙа аттарына атланған килеш ултыралар икән. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм быны күргәс: «Хайуандарығыҙҙың арҡаларын урындыҡ һәм мендәр урынына ҡулланмағыҙ, сөнки ул малдарҙың күбеһе өҫтөнә атланып барыусыларҙан яҡшыраҡтыр һәм һыбайлыларға ҡарағанда Аллаһ Тәғәләне күберәк зикер итәлер», — тигән.
     Ибн Ғәббәс радыяллаһү ғәнһүҙең әйтеүенә ҡарағанда, хатта беттәр ҙә Аллаһ Тәғәләненең бөйөклөгөн данлайҙар һәм бының сауабын бетле бәндә ирешә икән.
     Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ҡаршына бер таба ризыҡ килтереп ҡуялар. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм сәхәбәләренә ризыҡтың да Аллаһ Тәғәләненең бөйөклөгөн данлауы тураһында әйтә.
     Ғүмеренең аҙағында Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм йәмәғәт мәжлесләренән ҡайтҡан сағында:
«Сүбхәәнәкәл-лаһүммә үә бихәмдикә әшһәдү әлләә иләәһә иллә әнтә әстәғфирукә үә әтүүбү иләйк», — тип уҡый торған булған. Был һүҙҙәрҙең асыл мәғәнәһе: «Дан һиңә, эй Аллаһым, иң оло маҡтау-хәмедтәр һиңә, мин һинән башҡа бер Иләһ булмағанлығына шаһидлыҡ итәм һәм һинең ғәфү итеүеңде һорайым һәм һиңә һыйынып тәүбә ҡыламын».
     Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдең был тиләүәтен ишеткәндәрҙән берәү:
     "Һин был һүҙҙәрҙе уҡыуға был көндәр ҙә генә ғәҙәтләнеп киттең, быға тиклем ундай ғәҙәтең юҡ ине", — тип ҡыҙыҡһыныуын белдергән. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: « Был йәмәғәт-мәжлесенең кәффәрәтелер», — тип яуап биргән. Был хәҙистең башҡа бер риүәйәтендә Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдең яуабы былай яңғырай: «Был кәлимәләр мәжлестең кәффәрәтен тәшкил итә, миңә ул һүҙҙәрҙе Жәбраил ғәләйһис-сәләм өйрәткән ине».
     Хәҙрәти Ғәйшә радыяллаһү ғәнһә шулай уҡ хәбәр итә:" Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм мәжлестәрҙән һуң һәр саҡ: «Сүбхәәнәкәл-лааһүммә Рабби үә бихәмдикә ләә иләәһә иллә әнтә әстәғфирукә үә әтүүбү иләйкә»— тип уҡыр ине". Был доғаның ни өсөн шул ҡәҙәр йыш уҡыуының сәбәбен һорағандан һуң ул: «Әгәр мәжлес аҙағында кеше уны уҡыһа, мәжлес дауамында ҡылған хаталары бөтәһе лә кисерелә», — тип аңлатып биргән ине.
     Беҙ бөтәбеҙ ҙә мәжлес һәм йыйылыштарҙа күпмелер файҙаһыҙ һәм урынһыҙ ғәйбәт һатырға мәжбүр булабыҙ. Был да ҡыҫҡалыр, әммә ул кәлимәләрҙең ике тапҡыр уҡыған һәр кеше ул мәжлестең насар һығымта һәм тәьҫирҙәренән ҡотоласаҡ, арынасаҡ.
     Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә беҙҙең уңышлы булыуыбыҙ өсөн, бәхет-сәғәҙәткә ирешеүебеҙ өсөн шул ҡәҙәр күп мөмкинлектәр биргән!
     Хәҙис: Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм бер ваҡыт былай тигән: «Кеше Аллаһ Тәғәләнең ололоғон данлағанда, йәғни „Сүбхәәнәллааһ, Әлхәдү лилләһ, Аллааһү әкбәр, Ләә иләәһә илләллааһү“ кәлимәләрен уҡыһа, был кәлимә ғәреш (Аллаһ Тәғәлә барлыҡҡа килтергән иң бөйөк ғәләм) әйләнәһендә түбән бер гөжөлдәүле тауыш сығарып әйләнер һәм уҡыусының исемен әйтеп ишеттерер. Аллаһ Тәғәлә янында һеҙҙең Уға тәҡдир итеүсе һәм һеҙҙең турала Уға иҫкәртеп тороусы берәүҙең булыуын теләмәйһегеҙме?».
     Был донъяла хакимлыҡ итеүсе хакимдарға яҡынайыуын теләгән һәм ниндәйҙер дәрәжәгә ирешеү өсөн берәү үҙен яҡшы итеп күрһәтер өсөн ни генә ҡылмаҫ һәм инде уның исеме ниндәйҙер бер түрә рәүешендә маҡтау менән иҫкә алынһа, унан да бәхетле кеше юҡ. Әгәр исемен бер президент йәки министр ҡолағына ишеттерһә, үҙенә файҙа булмаһа ла шатлығынан һушын юғалтыр ине. Исемдәре Аллаһ Тәғәләнең ғәреше янында иҫкә алынған кешеләрҙең ни ҡәҙәр ғорур, бәхетле булыуҙарын иҫтә тотайыҡ.
     Аллаһ Тәғәлә барса хакимдарҙың хакимы, Ул донъяны һәм ғәләмде идара аҫтында тота, Ул әхирәт хужаһы, Ул донъя һәм әхирәттәге һәр нәмәнең мәлиге һәм хужаһы, Ул хакимдар һәм падишаһтарҙың йөрәктәрен Үҙ ҡарамағында тота. Ул уңыш йә тарҡалыу бирә, еңеү һәм еңелеү бирә, Ул таптыра, Ул юғалттыра. Тимәк, донъяла йәшәүсе кешеләрҙең бөтәһе: хакимдар ҙа, мәхкүмдәр ҙә (хөкөм ителгән кешеләр), батшалар ҙа, уларҙың ҡулы аҫтындағы милләттәр ҙә, әгәр Аллаһ Тәғәләнең теләге булмаһа, һис бер кешене рәнйетә алмай, һис бер кешегә ярҙам күрһәтә алмай. Әгәр Аллаһ Тәғәләнең теләге булмаһа, улар мохтаж бәндәгә бер тамсы һыу ҙа бирә алмаясаҡтар. Уның кеүек иң бөйөк Иләһ, иң мотлаҡ (сикләнмәгән) ғәреш янында исеме маҡтау менән телгә алынған кешенән өҫтөн була алмай.
     Әгәр кеше донья ҡыуып, дәрәжә, мал-мөлкәт, абруй (авторитет), дан ҡаҙаныуҙы өҫтөн күрә икән, ундай кешене ҡыҙғанырлыҡ ҡына, ул үҙенә оло зыян һала, һис нәмә менән дә сағыштыра алмаҫлыҡ зарар һала.
     Риүәйәт ҡылынды: Пәйғәмбәребеҙгә бер ир килде һәм әйтте: «Эй, Рәсүлүллаһ, донья мине ташланы, ҡулым буш ҡалды, бик фәҡир булдым», -тине. Рәсүлүллаһ әйтте: «Һин ни өсөн фәрештәләр тәсбихен әйтмәйһең, фәҡир булмаҫ инең». Был кеше һораны:" Эй, Рәсүлүллаһ, ул ниндәй тәсбих һуң?" Рәсүлүллаһ саллӘллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Сүбхәәнәллааһи үә бихәмдиһи, сүбхәәнәллааһил-ғаҙыйм үә бихәмдиһи әстәғфируллааһ, тип иртә намаҙы алдынан йөҙ тапҡыр әйт. Әгәр был тәсбихте шул ваҡытта әйтеүҙе ғәҙәткә индерһәң, донъя һиңә ихтыярһыҙ килер, бай булырһың, ризығың киң булыр», (Бухари).
              Тәсбих тартыу сауаптары “Дәғүәт нәшриәте” Башҡортостан мосолмандары диниә назараты