Сихырҙан йыраҡ булайыҡ

                                                 Сихырҙан йыраҡ булайыҡ
     Сихыр һүҙе йәшерен булыу, йәшерен йоғонтоға эйә булыу тигәнде аңлата.
     Был һүҙ ғәрәп телендәге (سحر) «сәхәрә» ҡылымынан (тамырынан) барлыҡҡа килгән. Сихыр — ул төрлө әпсендәр уҡыу, төйөндәр бәйләү һәм кешеләрҙең аҡылына, йәненә-тәненә кире йоғонто яһау. Сихырсы — ендәргә, шайтанға мөрәжәғәт итеүсе кеше, ул үҙенең иманһыҙлығы арҡаһында уларға кәрәк һәм динһеҙ ғәмәлдәр башҡара. Сихырсы ул ғәмәлдәрҙе ендәр һәм иблис уға сихырында ярҙам итһен өсөн эшләй. Аҫтараҡ сихырсылар башҡара торған бер нисә ҡәбәхәт эштәрҙе һанап китәрбеҙ. Сихырсылар ябай кеше белмәгән йәшерен белемдәргә эйә булыуҙары тураһында һөйләйҙәр, сихыр ҡулланып, башҡаларҙың үлеменә ирешәләр, яратҡан парҙарҙы бер-берһенән айыралар, кешеләр араһында үҙ-ара йылылыҡ йәки һалҡынлыҡ хистәре тыуҙыралар, уларҙың фекерҙәрен, ҡараштарын үҙгәртәләр.

     Шәриғәт атамалары нигеҙендә сихыр ике төркөмгә бүленә:
     1. Әпсендәр уҡыу, төйөндәр бәйләү һ.б. Сихырсы улар аша сихырланыусыға зыян һалыу өсөн шайтандарҙан ярҙам ала.
     2. Сихырланыусының тәне һәм аңына, уның теләк, һәләт һәм һәүәҫлектәренә төрлөсә зыян алыу өсөн, төрлө төнәтмәләр, ҡайнатмалар ҡулланыу. Быларҙы ҡайһы бер саҡта һөйөндөрөү (мөхәббәт) сихыры тип тә атайҙар.
                                      Хәҙистәрҙә сихыр тураһында
     Аллаһының Рәсүле ғәләйһиссәләм: "Иң ауыр гонаһтарҙан һаҡ булығыҙ:
     1. Аллаһыға иптәшкә илаһ килтереүҙән, был Аллаһыға табынғандай икенсе берәүгә табыныу (ширек) була. 
     2. Сихырҙан. Был — күрәҙәлектәр, әпсендәр, фал һалыуҙар, һөйөү сихырҙары һ.б.
     3. Ғәйепһеҙ кешене үлтереүҙән.
     4. Рибанан табылған табышты файҙаланыуҙан.
     5. Йәтимдәр мөлкәтен файҙаланыуҙан.
     6. Дин тотҡан мөслимәне зинала ғәйепләүҙән», — тип әйтте (Имам Бохари, Мөслим).
     Әбү Талибтың Ғәли улы кәррамәлләһү вәджһәһүтән риүәйәт ителә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Өс төр кеше ожмахҡа инмәҫ:
     1. Даими хәмерҙе ҡулланыусы кеше (хәмер тигәндә, аңды миңрәтә торған теләһә нәмә күҙ алдында тотола);
     2. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен өҙгән кеше;
     3. Сихырсыға ышанған кеше», — тип әйтә (Имам Әхмәд).
     Ниндәйҙер сихри әпсендәре булған әйберҙәрҙе муйынға, кейемгә һәм беләккә тағыу Ислам динендә рөхсәт ителмәй. Бындай ғәмәлдәр тора-бара кешене мәжүсилеккә килтерергә мөмкин. Ибн Мәсғүд радыяллаһу ғәнһү тапшыруҙары буйынса, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Әпсендәр (Рукъя), әфсенле бетеүҙәр (Тамаим), мөхәббәт әпсендәр (Тиүәлә) — ширек», — тип әйткән.
     Хәҙистә был Рукъя (өшкөрөү) һүҙе аҫтында, Ислам диненә тиклем булған әпсендәр күҙ алдында тотола.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм тағын: «Күрәҙәсегә килеп, уның һүҙҙәренә ышанған кеше — иманынан, Мөхәммәдкә иңдерелгәндә (Ҡөръәндән) ваз кискән кеше була «, — тип әйткән.
Сихырсылыҡ — оло гонаһ, сөнки сихырсы үҙе генә иманынан яҙып ҡалмай, ә уға мөрәжәғәт иткән кешене лә иманынан яҙҙыра. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә шулай тип әйтә:
     «Шайтандар иманһыҙ булдылар, сөнки сихыр китабын улар яҙҙы һәм (уларҙы Аллаһы диненән сығарып) кешеләргә өйрәттеләр. «Әл-Бәҡара / Һыйыр», 2:102
                                     Күрәҙәселек: ялғанмы әллә ысынмы?
     Әгәр сихырсылар киләсәкте юраған ваҡытта ҡайһы бер ваҡытларҙа нимә лә булһа дөрөҫ әйтәләр икән, былар барыһы ла — иблис вәсүәсәләре. Иблис, Аллаһының фәрештәләргә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрен тыңлап тороп, үҙе ишеткәндәренең ҡайһы берҙәрен сихырсыларға еткерә, ә һуңғылары иһә, ул ишеткәндәренә үҙҙәренең гөман (юҡ-бар ҡылыу), фараз һәм хыялдарын өҫтәп, ярҙам һорап килеүсе кешегә ниндәйҙер бер «асыш» итеп тәҡдим итә. Күп кешеләр үҙҙәренең киләсәктәрен белеү һәм уны яҡшыртыу өсөн сихырсы һәм күрәҙәсәләргә мөрәжәғәт итәләр, ләкин тәҡдир — бары тик Аллаһы Тәғәлә ҡулында, бер генә йән эйәһе лә Аллаһы ризалығынан башҡа үҙ тәҡдирен үҙгәртә алмай. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә былай тип әйтә:
     «Әйт: «Мин үҙемә файҙаны ла, зарарҙы ла килтереүсе түгелмен, ул Аллаһы эшелер, Ул нәмә теләһә, миңә шул ирешер. Әгәр Мин (йәшерен) файҙаларҙы белә торған булһам, әлбиттә, үҙемә күп файҙаларҙы булдырыр инем һәм Миңә бер ниндәй зыян ирешмәҫ ине...». «Әғраф / Ҡорма», 7:188.
                         Сихырсы һәм ялған дауалаусыларҙың киң таралған билдәләре
     1. Улар ауырыуҙың ниндәй ҙә булһа берәр әйберен (мәҫәлән, уның фоторәсемен, сәс бөртөктәрен, кейеменең берәр киҫәген һ.б.) килтереүҙе һорайҙар. Ислам ғалимдары улар тураһында: «Йәшерен һәм серле белемдәргә эйәмен тейеүсегә һәр кем янына йөрөргә кәрәкмәй! Күлмәкте лә, башҡа кейемде лә, ғөмүмән, бер нәмәне лә, улар һораны, тип алып барырға ярамай», — тип әйтәләр;
     2. Улар ниндәйҙер аңлайышһыҙ һүҙҙәр, әпсендәр уҡыйҙар йәки язалар;
     3. Ҡорбан итеп килтерергә ниндәйҙер берәр йән эйәһен (күгәрсен, сысҡан, ҡомаҡ, ҡуян, һ.б.; улар һораған ул йән эйәһе хатта себен дә булырға мөмкин) алып килеүҙе һорайҙар. Ғәҙәттә, уларҙың ҡара төҫтәгеләрен килтерергә ҡушалар, сөнки ендәргә ҡара төҫ оҡшай;
     4. Улар әллә ниндәй хәрефтәр, тамғалар, һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ бирергә мөмкиндәр. Уны һыуҙа тотоп, шул һыуҙы эсергә тәҡдим итәләр;
     5. Улар ниндәй ҙә булһа әйберҙәр биреп, уны әллә ҡайҙа илтеп күмергә ҡушалар. Был — боҙом — сихырҙың бер төрө;
     6. Улар ҡараңғы, ҡояш нуры үтмәгән бүлмәләрҙә булырға яраталар, сөнки ендәр ҙә ҡараңғылыҡ ярата;
     7. Улар ниндәйҙер ҡағыҙ бирәләр ҙә, уны яндырып, шуның төтөнөн үҙеңә төтәтергә ҡушалар;
     8. Улар ингән кешенең исемен, уның атаһының исемен, уның торған ерен, ауырыуын әйтеп бирергә мөмкиндәр, сөнки был мәғлүмәттәрҙе уларға ендәр еткерә, һәм шул уҡ ендәр уларға сихырҙа ярҙам итәләр.
                                                   Сихырҙан дауалау
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә шулай тип әйткән:
     «Беҙ мөьминдәрҙең күңелдәренә шифалы аяттарҙы үә Ҡөръәндән рәхмәтле хөкөмдәрҙе иңдерәбеҙ». «Бәни Исраил / Йәғҡуб балалары», 17:82
     Ниндәй ауырыу Раббыбыҙ, ер һәм күк Хакиме Һүҙенә ҡаршы тора алһын? Әгәр ҙә ул тауҙар эсенә инеп ҡасҡан икән, Ул шул тауҙарҙы ярыр ине, әгәр ҙә ул ауырыу ер эсенә инеп йәшеренһә, Ул шул ерҙе аҡтарып ташлар ине. Ҡөръәндә йән һәм тәндең бар сырхауҙарҙың да сәбәбе күрһәтелгән, уларҙы дауалау ысулдары ла, һәм шулай уҡ, Уның Китабын аңлаусыларға ауырыуҙарҙан һаҡланыу юлдары ла.
     Сихырҙы икенсе сихыр менән дауалау шәриғәт тарафынан тыйылған һәм иманһыҙлыҡ сағылышы өҫтәрәк ҡушыла. Джәбир: «Аллаһы Рәсүленән сихырҙы (икенсе бер сихыр менән) дауалау тураһында һорағас, ул: «Был — шайтан ғәмәлдәренең береһелер», — тип һөйләне» , — тип әйткән. Сихырҙы рөхсәт ителгән дауалау — Ҡөръән аяттары, зекерҙәр, доғаларҙан торған руҡъя уҡыуҙан тора. Ғәйшә раҙыяллаһу ғәнһә шундай бер ваҡиғаны һөйләгән: «Бер ваҡыт, бер ҡатын руҡъя уҡып (бер кешене) дауалаған ваҡытта, Аллаһының Рәсүле ғәләйһиссәләм, уға килеп, ул дауалаусыға: «Уны Аллаһы Китабы менән дауала!» — тигән.
                            «Сихырҙан һаҡ булығыҙ» китабынан, «Хозур» нәшриәт йорто, 2013

     Сихыр: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/sixyr.html

     Сихыр һәм күрәҙәселек: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/sixyr-%D2%BB%D3%99m-k%D2%AFr%D3%99%D2%99%D3%99selek.html