Ситеккә мәсех

                                                           Ситеккә мәсех
     Ситек кейеп йөрөү бигерәктә уңайлы тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы һәр саҡ йыумаҫ өсөн, һалҡын ҡыш айҙарында йә иһә эштә. Ситекте лә һайлағанда дерматиндән түгел, ә тиренән эшләнгәнен һайларға тырышығыҙ. Улар ныҡ һәм оҙаҡҡа төтә.Тәһәрәт ала торған кеше әгәр ҙә элек ситектәрен тәһәрәт алып, аяҡтарын йыуып кейгән булһа, икенсе мәртәбә тәһәрәт алғанда аяҡтарын йыуыу тейеш түгелдер. Ул ваҡыт бары ҡулдарыңа һыу алып түгергә лә еүеш ҡул бармаҡтары менән ситектәрҙең башынан тубыҡҡа ҡарай ситек өҫтөн һыйпарға кәрәк, быға «ситеккә мәсех ҡылыу» тиҙәр. Бер мәртәбә тәһәрәт алып, аяҡтарын йыуып кейгән кешегә бер көн буйына, әгәр ҙә мосафир булһа, өс көн буйына ситеккә мәсех ҡылыу дөрөҫтөр. Ситеккә мәсех ҡылыу өсөн ситектә ҙур йыртыҡ булмаҫҡа тейеш. Йыртыҡ булһа, ситектәргә мәсех ҡылыу бармай, аяҡтарҙы йыуыу тейештер.

     Ситек өҫтөнән мәсех итеү
     Тәһәрәтләнгәндә ситек өҫтөнән мәсех ҡылыу рөхсәт ителә. Бының өсөн түбәндәге шарттар үтәлергә тейеш:
     1. Ситектең тәһәрәтле ваҡытта кейелгән булыуы.
     2. Ситектең аяҡты бәкәлгә тиклем ҡаплауы һәм 12 мең аҙым үтерлек дәрәжәлә ныҡ булыуы.
     3. Ситектәрҙең береһендә лә аяҡ бармаҡтарының иң кескенәһе менән һанағанда өс бармак һыйырлыҡ ҙурлыҡтағы тишек булмауы.
     4. Ситек эсенә һыу инерлек булмауы һәм бәйләмәйенсә лә аяҡта торорлоҡ ҡалын булыуы.
     5. Ситектең осо аяҡ осонан кәмендә өс ҡул бармағы киңлегендә алға сығып торорға тейеш. Был пункт аяҡтары бармаҡтары менән ампутацияға эләккәндәр хаҡында, үксә табандары һәм бер аҙ аяҡтарының алғы өлөшө ҡалғандары тураһында.  (бер аяғы киҫелеп, сирағы ғына ҡалған кешегә икенсе аяғына ла ситек кейеп мәсех ҡылырға кәрәкмәй).
     Мәсехтең миҡдары
     Ситектең өс сәтәкәй бармаҡ хәтлем өсөн һөртөү менән фарыз мәсех тамам булыр. Сөннәт буйынса ҡылынған мәсех иһә ситекте еүеш ҡул бармаҡтары менән аяҡ осонан башлап ситек ҡунысы тамамланғанса һөртөүҙән ғибәрәт.
     Мәсехте боҙа торған нәмәләр
     1. Ситектең аяҡтан сиселеүе.
     2. Аяҡтың ситектә саҡта еүешләнеүе.
     3. Мәсех ваҡытының сығыуы (сәфәрҙәге кеше өсөн был ваҡыт арауығы — 72 сәғәт, сәфәрҙә булмаған кеше өсөн — 24 сәғәт).
     Тәһәрәтте боҙған һәр нәмә мәсехте лә боҙа. Шуның өсөн мәсех ваҡыты бөтмәһә лә, яңынан тәһәрәт алғанда мәсех тә алына.

     Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы? https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/yabaj-ojo%D2%A1bash%D2%A1a-m%D3%99sex-%D2%A1ylyr%D2%93a-yarajmy.html#more-7847