Ситек, мәсех

                                          Ситек, мәсех

     Мәсех хаҡында, ситеккә мәсех ҡылыу мәсьәләләре.

     Мәсех – шайтан ашығын, шайтанашыҡты (лодыжка, щиколотка) һәм аяҡтың шул өлөшөн ҡаплай торған ситекте (итек, ичиг и кожанные носки) һалмаған хәлдә ситек өҫтөнән йеүешләп һыпырыу ул. Ҡайһы бер китаптарҙа, бигерәктә татар телендәгеләрҙә тубыҡты ҡаплап торған ситекә мәсех, йә иһә тубыҡҡа тиклем тәһәрәт алығыҙ тип яҙылғанын уҡырға була. Улар телендә беҙҙең шайтанашыҡты ( үксә эргәһендәге түңәрәк (йоморо) һөйәк) тубыҡ мәғәнәһендә. Ә беҙҙә тубыҡ, урыҫса – колено.
     Мәсех ҡылғанда, ситек тәһәрәтле ваҡытта кейелгән, күндән эшләнгән булырға тейеш. Ҡул бармаҡтары һыуға сылатылып, ике ҡулдың өс урта бармаҡтары ситектәрҙең өҫтөнә тейҙереп, ситектең өҫкө алғы ҡуңыстары өҫтөнәндә һыпырыла, шунан һуң ситектәр өҫтөндә өс бармаҡтан ҡалған еүеш һыҙыҡ эҙҙәре хасил була. Мәсехте төрлөсә бармаҡтар менән һыпыралар, бер юлы ике ҡул менән дә, йәки уң яҡты уң ҡул, һул яҡты һул ҡул менән, йәки усты ла тулыһынса аяҡ осоның бармаҡтарынан алып, ситеккә тейҙереп өҫкә табан һыпырабыҙ.

     Ситектәр бик уңайлы һәм йылы күн аяҡ кейеме ул. Хәҙерге көндәрҙә йәйге йоҡағы ла һәм ҡышҡы йылыһы ла һатыла. Оҙон ҡуңыслылары ла бар. Ситек урынына башҡа аяҡ кейемдәрен ҡулланырға мөмкинме тигәнгә, шуларҙы ҡараштырып үтәйек. Ҡағиҙә буйынса аяҡҡа кейелгән кейем ныҡ (5760 метр үтәрлек) һәм һыу үткәрмәҫкә тейеш. Был шарттарға беҙҙең кейгән ҡайһы аяҡ кейемдәре тура килә. Миҫалға: кирза, резина, күн итектәр, дерматин материалдан, быйма ( бутый, кроссовкалар, бейек ҡуңыслы ботинкалар, полусапожкалар). Ә ярамағандары; тәпәш тапочкалар, полукеда, туфлиҙәр, сандалийҙәр. Галошка (калош) килгәндә – шайтанашыҡты ҡаплаһа ярай. Аяҡ кейеме сусҡа тиреһенән булмаһын, шуға кирза йәки эшкә кейергә ботинка һайлағанда быны аңғарығыҙ.
     Тәһәрәт алғас, аяҡтар йыуылғас, ошо аяҡ кейемдәренән берәйһен кейәң дә, шулар өҫтөнән рәхәтләнеп мәсех ҡылаң, намаҙ уҡыйың.
     Тәһәрәт алғас та шул аяҡ кейемдәрен кейеп үк алырғамы тигәнгә, яуап тапманым. Бер урында ғына бер сәғәт үткәстә кейергә була тип яҙғандар, әммә күп осраҡта тәһәрәт алғас тигәндәр, ә ҡайһы ваҡыттан һуң кейергә була тигәнгә яуап юҡ – тәһәрәт алыу менән кейә һалығыҙ тейелмәгән. Әлбиттә беҙгә тиҙерәк берәй сәбәп менән тәһәрәт боҙолмаҫ элек кейеп алыу хәйерле. Кейеп өлгөрмәһәң яңынан аяҡтарҙы йыуырға тура килә бит. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа аяҡты йыуып тороуы ҡыйын. Йыуылған аяҡ кибеп өлгөрһөң өсөн намаҙҙы ла уҡып алырға була һәм һуңынан ситек кейәһен.
     Тәһәрәтле хәлдә ситек кейеп, шуның өҫтөнән итеген кейеп, шул итеккә лә мәсех ҡылырға була, әгәр тәһәрәтең боҙолһа. Ә инде өйгә ҡайтҡас, аяҡ кейемең сискәс, ситеккә мәсех ҡылыуҙы дауам итәбеҙ.
     Әйҙәгеҙ, аҫта ошо мәсех, ситеккә бәйле һорауҙарҙы ҡараштырып алайыҡ.

     Һорау: Иртәнге намаҙ алдынан тәһәрәт алып, аяҡҡа ситек кейәм дә һуңғы намаҙға тиклем сисмәй йөрөйем. Ҡайһы ваҡыт урамға ла сығырға кәрәк, мәсеткә йома намаҙына барып ҡайтаһың. Шул ваҡыттарҙа ситекте сисеп, күн итек йәки туфли кейәм, ҡайтҡас тағы ситекте кейәм. Был тәһәрәтте боҙамы, юҡмы? Ситекте һалғас, мин бит бер ниндәй ҙә нәжескә баҫманым.
     Яуап: Ситек кейгәндән һуң тәһәрәт боҙолһа, һуңынанан ситекте сисһәгеҙ — ситеккә мәсех дөрөҫ булһын өсөн аяҡтарҙы йыуып кейеү тейеш була.
     Ситек кейгәндән һуң тәһәрәт боҙолмаған булһа, ситекте яңынан сисеп кейһәң дә, сисмәһәң дә айырмаһы юҡ, мәсех ҡылыу дөрөҫ була – тигәндәр.
     Был һуңғы абзацтағы яуапҡа: Ситек кейгәндән һуң тәһәрәт боҙолмаған булһа, ситекте (һыңар ситекте, йәки икеһендә) яңынан сисеп кейһәң дә, сисмәһәң дә айырмаһы юҡ, мәсех ҡылыу дөрөҫ була – тигәнгә өс яуап бар.
     1. Кешенең тәһәрәте боҙолмай тиелә, унан бер нәмә лә эшләү кәрәкмәй.
     2. Был кешенең тәһәрәте боҙолмай, ләкин ул аяҡтарын йыуырға тейеш тиҙәр.
     3. Был кешенең тәһәрәте боҙола, ул яңынан тәһәрәт алырға тейеш тиелә.
     Мөхәммәд Ғашиҡтың «Ислам шәриғәте» (1 бүлек) китабында: Мәсехте ни боҙа — тигәнгә?
     Яуап: Тәһәрәт нимә менән боҙолһа, мәсех тә шул ғәмәлдәр менән боҙола. Шулай уҡ ситекте сисеү һәм срогы сығыу ҙа мәсехтең боҙолоуына килтерә — тиелә. «Мухтсар ғилми хәл»дә лә шулай уҡ ситекте сисһәк тәһәрәт боҙола тиелә. Сисеү генә түгел, әгәр яртылаш үксә күренгәнсе сиселһә лә, йә иһә ҡуңысы асылһа ла — замогы тулыһынса асылһа ла тиелә.

     Һорау: Әгәр мәсех ваҡыты тамамланһа йәки ситекте сисһәк, ләкин тәһәрәт алыу боҙолмаған булһа, был ваҡытта аяҡтарҙы йыуырға йә иһә тәһәрәт алырға кәрәкме?
     Яуап: Был ваҡытта тәһәрәт алынмайынса аяҡтар ғына йыуыла.
     Фәрит Яхиндың «Ислам дине нигеҙҙәре” китабында: Ситектәренә мәсехтең дөрөҫ булыу ваҡыты тамамланһа, ул кеше тәһәрәт алғанда аяҡтарын ғына йыуыр, шуның менән тәһәрәте тамам булыр.
     Был өҫтәге һорауҙа дин ғалимдары шулай өс төрлө фекергә килделәр. Беҙгә шуға иң хәйерлеһе: аяҡ кейемең сисһәктә, эстән ситек кейеүле булыуы. Ситек өҫтөнән тәһәрәтһеҙ аяҡ кейеме кейһәк, тәһәрәт алғанда шул аяҡ кейемен сисеп, ситек өҫтөнән мәсех ҡылабыҙ.
     Аҫҡы видео ла сөннәт мәсехте нисек ҡылырға икәнен күрһәтәләр.

     Мәсех – ул өҫтә аңлатылғанса, дин китаптарында ошолай әйтелә — тәһәрәтле ваҡытта аяҡтарына ситектәр кейгән кеше икенсе тапҡыр тәһәрәт алғанда аяҡтарын йыуып тормайынса, ситектәр өҫтөнә мәсих кенә ҡыла, йәғни ҡул бармаҡтарын һыуға сылатып, ике ҡулдың өс урта бармаҡтарын ситектәрҙең өҫтөнә тейҙереп, шайтан ашығына тиклем һыпыра, шунан һуң ситектәр өҫтөндә өс бармаҡтан ҡалған еүеш һыҙыҡ эҙҙәре хасил була. Шул рәүештә ситектәргә мәсих ҡылына. Мәсихтең мөҙҙәте (сиге, ваҡыты) мөҡыйм кешегә – бер тәүлек, йәғни 24 сәғәт, мосафир (юлдағы, сәфәрҙәге) кешегә – өс тәүлек, йәғни 72 сәғәт. Мөҙҙәттең башы ситектәрҙе кейгәндән һуң, алынған тәһәрәттең боҙолған ваҡытынан хисаплана. (Бында тәһәрәт алыуҙың башынан алып тип әйтелмәй, ә ситек кейгәндән һуң тип тейелә).
     Күрһәтелгән ваҡыт сыҡҡандан һуң, ситектәргә мәсих ҡылыу дөрөҫ булмай (тағы бер ҡат аяҡтарҙы йыуып, тәһәрәт алырға кәрәк). Күн йә кейеҙ итек, ҡалын ойоҡ һәм шайтан ашыҡты ҡаплай торған калуш (галош) – һәр береһе ситек хөкөмөндә (ситеккә тейешле ҡағиҙәләрҙе алыштыра). Нәжестән пак булып, тәһәрәтле ваҡытта кейгәндә, уларға ла мәсих ҡылыу дөрөҫ була, әммә тапочка, сандали һымаҡ шайтан ашыҡты ҡапламаған нәмәләргә һәм һыуҙы тиҙ үткәрә торған йоҡаҡ ойоҡтарға мәсих ҡылыу дөрөҫ булмай. Шулай уҡ ситектең ашыҡтан (тубыҡтан) түбән ерендә өс бармаҡ һыйырлыҡ тишек булһа, уға ла мәсих ҡылынмай. Әгәр ситектең ике-өс ерендә ҙур булмаған йыртыҡтары булһа, барыһын ҡушып, уларҙың дөйөм ҙурлығы хисаплана, ләкин ике ситлектәге йыртыҡтар бергә хисапланмайҙар. Әгәр ситектәр үксәгә тиклем сиселһә (һалынһа) йәки ситектәрҙең тәһәрәт ваҡыты сыҡһа, мәсих боҙола (әгәр ситектәрҙең мөҙҙәте тәһәрәтле ваҡытта бөтһә, шул ваҡытта аяҡтарҙы йыуыу ғына етә, тулыһынса тәһәрәт алыу фарыз түгел).
     Тишектәр тубыҡтан юғары, ҡуныста икән, ул ваҡытта мәсех дөрөҫ.
     Һорау: Нәжескә баҫыу ситектең мәсехен боҙа тиҙәр?
     Күндән тегелгән әйберҙәге (ситектәге) кипкән нәжес ыуып төшөрөү менән паҡлана, әммә шыйыҡ һәм еүеш нәжес өс мәртәбә йыуылмайынса паҡланмай.
     Нәжес ике төрлө була: еңел һәм ауыр нәжес. Ҡарға һәм ҡарсыға кеүек ҡоштарҙың иттәре, харам булған ҡоштарҙың тиҙәктәре; ат, һыйыр һәм һарыҡ кеүек иттәре булған хайуандарҙың бәүелдәре (һейҙектәре) – еңел нәжес. Уларҙан башҡа бөтә нәжестер ауыр булып һанала. Мәҫәлән, кешенең тиҙәге һәм бәүеле; ат, һыйыр һәм һарыҡ кеүек иттәре булған хәләл хайуандарҙың тиҙәктәре; эт, бүре, кеүек иттәре харам булған хайуандарҙың тиҙәктәре, бәүелдәре, һеләгәйҙәре һәм тиреләре; ҡаҙ һәм тауыҡ кеүек иттәре хәләл булған ҡоштарҙың тиҙәктәре; үлекһә һәм дунғыҙ ҡандары, хайуандың боғаҙынан йә йәрәхәтенән аҡҡан ҡан, эрен, һары һыу; ауырыу күҙ йәше, иҫерткес эсемлек һәм ауыҙҙан сыҡҡан ҡоҫҡолоҡ – былар барыһы да ауыр нәжескә инә. Күгәрсен, турғай һымаҡ ҡоштарҙың тиҙәктәре, балыҡ һәм бөжәк ҡаны, хәләл иттең еүеше, барлыҡ һыу хайуандарының ҡаны һәм майы, илағанда сыҡҡан күҙ йәше, ауыҙ тулмаҫлыҡ булған бер ни тиклем ҡоҫҡолоҡ, төкөрөк һәм ҡаҡырыҡ – нәжес түгел, пак нәмәләр булып һанала.
     Шуға күрә лә тәһәрәт алып, ситекһеҙ кейелгән итек йә башҡа аяҡ кейеме менән ошо ауыр нәжестәргә баҫһаҡ, был итеккә мәсех ҡылыу дөрөҫ булмаҫ. Әгәр итек кейер алдынан тәһәрәт алып ситек кейһәк, мәсехте шул ситеккә ҡылабыҙ. Әммә был бысраҡ итектә намаҙ уҡыу дөрөҫ булмаҫ, таҙартыу кәрәк.
     Һорау: Тәһәрәт алып, ситек кейеп йоҡларға ятһаң, уның хөкөмө нисек?
     Яуап: Әгәр кеше сәфәрҙә булмаһа һәм ҡояш байығандан һуң тәһәрәт алып ситектәрен кейеп ҡуйһа, ул уны икенсе көндөң ҡояшы байығанға тиклем аяғынан һалмайынса йөрөй ала.
     Һорау: Сәфәрҙә булмаусының бер тәүлек буйына, ә сәфәрҙә булыусының өс тәүлек дауамында мәсех ҡылыуҙары тураһында һеҙ инде аңланығыҙ.
     Хәҙер сәфәрҙә булған, ә унан һуң сәфәре тамамланмаған кеше тураһында, йәки сәфәрҙә булмаған, ә унан һуң сәфәргә киткән кеше тураһында нимә әйтергә була?
     Яуап: Әгәр кем ҙә булһа сәфәрҙә булған мәлдә мәсех ҡыла башлап, ә унан һуң сәфәрҙән ҡайтҡас ул бер үк тәүлек һәм унан да артығыраҡ мәсех ҡылып килгән булһа, ул ситектәрен сисергә тейеш була. Әгәр был ваҡыт аҙыраҡҡа һуҙылған булһа, ул уларҙы бер тәүлек уҙғансы кейә. Кемдер сәфәрҙә булмайынса мәсех ҡыла башлаһа, унан һуң бер тәүлек үткәнсе сәфәргә сығып китһә, ул ситектәрен өс тәүлек дауамында мәсех ҡыла.
     Һорау: Әгәр кеше ойоҡ өҫтөнән галош кейгән булһа — уға мәсех ҡылырға рөхсәт ителәме?
     Яуап: Әлбиттә, тәһәрәте боҙолғансы кейелгән булһа, рөхсәт ителә.
     Һорау: Ойоҡ өҫтөнән мәсех ҡылыу буйынса шәриғәт хөкөмө ниндәй?
     Яуап: Әгәр ойоҡ күн ҡатнашы менән эшләнмәгән булһа уның өҫтөнән мәсех ҡылырға ярамай.
     Әбү Хәнифәнең (Аллаһ унан риза булһын) фекере шундай. Ә Әбү Йософ һәм Мөхәммәд (Аллаһ уларҙан риза булһын), әгәр ойоҡ ҡалын һәм үтә күренмәле булмаһа мәсех ҡылыу рөхсәт ителә тигәндәр.
     Һорау: Ситектәр (итек) еүешләнһә йә һыуланһа ни эшләргә?
     Яуап: Әгәр ҙә берәүҙең аяҡ кейемдәренә һыу инһә йәки еүеш ерҙә йөрөһә, тубыҡтан түбән бер аяғын ғына сылатһа ла, икеһен дә, ситектәрен һалып, тәһәрәтләнеп йыуырға кәрәк. Шулай эшләмәһә, тәһәрәте дөрөҫ түгел.
     Ә инде ябай йоҡаҡ носки өҫтәнә мәсех ҡылыуға килгәндә, беҙ һәр хәлдә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәтен үтәргә тейешбеҙ: Уның заманында бөгөнгө көндәге теләһә ниндәй носкиләр булмаған һәм ул күн аяҡ кейеменә мәсех ҡылған. Уның өммәтенән икәнбеҙ, шуға сөннәтен үтәйек, шәфәғәтенә лайыҡ булырбыҙ. иншаАллаһ.
     Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм аяғына һауа торошоноң нисек булыуына ҡарап төрлө аяҡ кейеме кейгән (Әбү Дауд, Тирмизи). Ул сандалиға оҡшаған «налайн» тип аталған аяҡ кейеме һәм «хуффайн» тип аталған йомшаҡ күндән эшләнгән ситек кейә торған булған. Бурайҙа раҙи Аллаһу ғәнһүҙән риүәйәт ҡылына, бер ваҡыт пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләмгә Абиссиния короле бер ниндәй биҙәкһеҙ ғәҙәти генә булған бер пар ситек бүләк итә. Ул уны паҡ хәлендә генә кейә һәм тәһәрәт алғанда еүеш бармаҡ остары менән ситек өҫтеннән һыпыра торған булған (Әбү Дауд).
     Ғабдуллаһ ибн Ғүмәрҙән риүәйәт ҡылына: «Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм дә йомшаҡ күндән булған аяҡ кейеме кейә ине, һәм мин бер тапҡыр уның аяҡ кейемен һалмайынса тәһәрәт алғанын күрҙем. Шуға күрә мин дә шундай аяҡ кейеме кейергә яратам» (Бохари, Мөслим).
     Бөгөнгө көндә йоҡа носкиға мәсех ҡылыу бөгөнгө ҡайһы бер ғалимдарҙың джәураб һүҙенең мәғәнәһен йоҡаҡ носкигә тип аңлатыуҙарына ғына ҡайтып ҡала. Бөгөнгө йөн һәм ептән бәйләнгән носкиға һыу үтеп инә һәм уның үҙе менән генә йөрөп булмай. Ә ғәрәпсәләге «джәураб» ҡалын йөндан туҡылып, аяҡтың башынан алып балтырға тиклем ҡаплай торған була. Ҡалын булыуы сәбәпле уның үҙен генә шаҡтай кейеп байтаҡ йөрөргә була, ул һынмай, бөгөлмәй, аяҡты таш һәм сәнскестәрҙән һаҡлай һәм шулай уҡ һыу уға үтмәй. Беҙҙәге кейеҙ итеккә тиң аяҡ кейеме була (әл-Ҡамус әл-Фикъһи, әл-Ифсах фи Фикһ әл-Луғьа).

     Ябай ойоҡбашҡа мәсех ҡылырға яраймы?https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/yabaj-ojo%D2%A1bash%D2%A1a-m%D3%99sex-%D2%A1ylyr%D2%93a-yarajmy.html

     Ситеккә мәсех: https://nazir1965.com/din/sitekk%D3%99-m%D3%99sex.html