Рияның тәүбәһе

                                                     Рияның тәүбәһе

     Аллаһы Тәғәлә гонаһ ҡылыусы кешеләргә тәүбә ишектәрен асып ҡуйған. Гонаһты ҡылыусыларға рәхмәтенән өмөттәрен өҙмәҫкә кәрәк. Ниндәй генә гонаһ булмаһын Аллаһы Тәғәлә уны кисерә. Рияны гына түгел, хатта оло ширекте лә Ул кисерә. Мөьминдәрҙең әмире Ғүмәр радыйаллаһу ғәнһү башта мөшрик ине, ул тәүбә ҡылып исламға керҙе һәм Аллаһы Тәғәлә унын гонаһтарын кисерҙе. Шулай итеп, гонаһлы кешегә Аллаһтан өмөтөн өҙөргә ярамай. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә «Әз-3умар» сүрәһенең 53 аятында:

              قُلْ يَا عِبَادِيَ الَّذِينَ أَسْرَفُوا عَلَى أَنفُسِهِمْ لَا تَقْنَطُوا مِن رَّحْمَةِ اللَّهِ إِنَّ اللَّهَ يَغْفِرُ الذُّنُوبَ جَمِيعًا إِنَّهُ هُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
   

     «Минең мөьмин бәндәләремә әйт. Эй, бәндәләрем, гонаһ ҡылып үҙегеҙгә зарар иткән булһағыҙ Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, дөрөҫлөктә Аллаһы Тәғәлә бөтөн гонаһтарҙы кисерә. Ул Аллаһ Ярлыҡаусы һәм Рәхимлелер», — тине.


     Гонаһ эшләгән кешеләргә тәүбә ҡылыу фарыз. Аллаһы Тәғәлә «ән-Ниса» сүрәһенең 17-18 нсе аяттарында:

                    *إِنَّمَا التَّوْبَةُ عَلَى اللَّهِ لِلَّذِينَ يَعْمَلُونَ السُّوءَ بِجَهَالَةٍ ثُمَّ يَتُوبُونَ مِن قَرِيبٍ فَأُولَئِكَ يَتُوبُ اللَّهُ عَلَيْهِمْ وَكَانَ اللَّهُ عَلِيمًا حَكِيمًا
   وَلَيْسَتِ التَّوْبَةُ لِلَّذِينَ يَعْمَلُونَ السَّيِّئَاتِ حَتَّى إِذَا حَضَرَ أَحَدَهُمُ الْمَوْتُ قَالَ إِنِّي تُبْتُ الْآنَ وَلَا الَّذِينَ يَمُوتُونَ وَهُمْ كُفَّارٌ أُولَئِكَ أَعْتَدْنَا لَهُمْ عَذَابًا أَلِيمًا

     «Наҙанлыҡ менән хәрәм эштәрҙе эшләгән өсөн Аллаһҡа тәүбә итеү фарыздыр. Хәрәм эштәрҙе эшләүселәр тиҙлек менән тәүбә итеп төҙәлһәләр, шул кешеләрҙе Аллаһы Тәғәлә ғәфү итәр. Аллаһы Тәғәлә Хәким һәм Белеүселер. Үлем ғәләмәттәре күренә башлағас ҡына тәүбә итеүселәрҙең һәм кафыр хәлендә үлгән кешеләрҙең тәүбәләре һис ҡабул түгел. Ул кешеләргә рәнйетеүсе ғазапты әҙерләп ҡуйҙыҡ», тине.
     Шулай булғас, тәүбә ҡылыу кәрәк. Тәүбә — ул бер ғибәҙәт, ә һәрбер ғибәҙәттең шарты бар. Аллаһы Тәғәлә тәүбәне ҡабул итһен өсөн уны тулыһынса, шарттары менән ҡылырға кәрәк. Әгәр ҙә тәүбәне уның шарттары менән ҡылмаһаң берниндәй ҙә файҙа юҡ.
                                                    Тәүбә шарттары
     Беренсеһе — ихлас. Ихлас тигән һүҙҙен мәғәнәһе — фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн генә тип аңлатыла. Ихласһыҙ ғибәҙәттәрҙе Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәй. Быға миҫал. Атаһы араҡы эсеүсе малайына: “Улым туҡта эсеүҙән, һәр көндө иҫереп ҡайтып мине ҡайғы-хәсрәткә батыраһың. Әгәр тағын эсеп ҡайтһаң мин һинең менән бер өйҙә йәшәмәйәсәкмен, башҡа ҡалаға китәрмен. Һиңә рәнйермен, башҡаса улым тип өндәшмәм” — тип әйткәс улы атаһынын һүҙҙәренән ҡурҡып, ул риза булһын өсөн араҡы эсеүенән туҡтаһа был ихластан булып һаналамы? Юҡ, әлбиттә. Сөнки, малайы Аллаһ ризалығы өсөн араҡыһын ташламаны, бәлки ул атаһынын ризалығына ирешеү өсөн генә ташланы. Татарстан Йөмһүрияте Мосолмандары Баш ҡазыйы Жәлил хәҙрәт Фазлыев үәғәзендә: “Мосолмандың бишенсе сифаты — ихлас ниәт”, тигән һүҙҙәрҙе әйтә. Был һүҙҙәрҙең дәлиле бар: «һәрбер эш нияткә ҡарап баһаланыр», — тине Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм хәҙис-шәрифендә. Һәммәбеҙ ҙә һәрбер эшебеҙҙе фәҡәт Аллаһ ризалығын өмөт итеп кенә әшләргә тейешбеҙ.
     «Ниәт төҙөк булһа, гонаһлы эштән дә гонаһ кутәрелеп тора», — тип яҙҙы күренекле галимебеҙ Муса Бигиев, Әйтәйек, ялған — зур гонаһ. Әммә ғәилә бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн, илдең тыныслығы өсөн, ике дошманды дуҫлаштырыу өсөн ялған да дөрөҫ була.
     Киреһенсә: «Кеше күрһен, кеше маҡтаһын», тип эшләнгән эштә сауап булмай, рия ғына була.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә 107 нсе «Әл-Мәғун» сүрәһенең 4,5,6, нсе аяттарында: «Фәүәйлүл-лил- мүсаллииин, әл ләҙиинә һүм ғәң саләәтиһим сәәһүүүн, әл ләҙиинә һүм йүрааааүүүн», йәғни: «Ундайҙарҙың намаҙ уҡыуы ла гонаһ йыйыу ғына. Уларҙың намаҙы ихлас һәм етди түгел. Сөнки улар намаҙҙы кеше күрһен өсөн генә рия менән уҡыйҙар, ваҡыты менән дә хисаплашмайҙар», — тип белдерҙе. Ниәт боҙоҡ булғанда, хатта иң изге ғибәҙәтебеҙ — намаҙ ҙа гонаһ йыйыу була икән, Аллаһ һаҡлаһын. Шуға күрә ниндәй генә изгелектәр, игелектәр эшләһәк тә Аллаһ ризалығы өсөн генә эшләргә кәрәк. Кешеләрҙең маҡтауын, йәки ниндәй ҙә булһа бүләк өмөт итеп эшләгән изгелек донъя өсөн генә була, Ахирәтебеҙгә ҡиммәте ҡалмай. Халыҡта: «Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал» тигән әйтем дә бар бит. Тимәк, яҡшылыҡ эшләргә лә оноторға кәрәк. Ә инде кемдер һиңә игелек эшләһә уныһын онотмауың хәйерле. Шул ваҡытта ғына донъяла һәм Ахирәттә бәхетле булаһың”, — тип яҙған.
     Аңлатма. Күренекле ғалимебеҙ Муса Бигиевтың «Ниәт төҙөк булһа, гонаһлы эштән дә гонаһ күтәрелеп тора тигән һүҙҙәре бөтөн гонаһҡа ҡарата ла әйтелмәгән. Миҫал өсөн, йома көндө мөнбәргә менеп баҫып хөтбә һөйләр алдынан ғәйрәтләнеберәк һөйләр өсөн 100 грамм араҡы эсеү; тол ҡалған ҡатындарҙың күңелдәрен табыу өсөн улар менән ниҡахһыҙ яҡынлыҡ ҡылыу шикелле гонаһтарҙы эшләгәндә ниәттәр изге булһа ла ғәмәл дәфтәренә “әжер" яҙылмайынса гонаһ тип яҙыла.
     Ә инде: “Әммә ғәилә бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн, илдең тыныслығы өсөн, ике дошманды дуҫлаштырыу өсөн ялған да дөрөҫ була" тигән һүҙҙәр иҫкәрмә. Шулай уҡ, асҡа киҫелгәндә сусҡа итен ашау; сирҙән дауаланырға аҡса таба алмағанда риба аҡсаһын ҡулланыу, иҫкәрмә булып һаналалар.
     Икенсеһе — гонаһтан киҫелеу, туҡтау. Риянан тәүбәләр ҡабул булһын өсөн унан киҫелергә кәрәк. Бәрәңге араһында үҫкән сүп үләндәренең баштарын ғына сабып сығыу баҡсаны утау буламы? Әлбиттә, юҡ. Баҡсаны сүптән арындырыу өсөн уларҙы тамырынан уҡ йолҡорға кәрәк. Шуның шикелле, риянын да «тамырынан» ук йолҡоп ташларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә беҙ риянан тәүбә ҡылып та рия ҡылыуҙан туҡтамаһаҡ, тәүбә тәүбәнән һаналмайынса ул «туҡран тәүбәһе» тип атала. Әгәр ҙә бер кеше риянан тәүбә иткәндән һуң бераҙ ваҡыт үткәс тағын рия ҡыла башлаһа унын тәүбәһе тәүбәнән һаналмай. Әгәр бер кеше риянан ысынлап тәүбә иткән икән, ул гонаһына кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа тейеш.
     Өсөнсөһө - гонаһ өсөн үкенеу, ҡайғырыу. Әҙәм балаһы эшләгән гонаһтары өсөн үкенергә тейеш. Әгәр ҙә үкенмәһә тәүбәнең файҙаһы булмай. Әгәр берәү рияны ташлағас:  «Эй, Раббым Аллаһ, нисә йылдар риянан ғәмәлдәр ҡылдым Һинең асыуыңа дусар булып йөрөгәнем", — тип ысын күңелдән үкенеп һәм бынан һуң башҡа рия ҡылмаясаҡмын тип үкенһә, ул кешенең үкенеүе дөрөҫ була һәм уны гонаһына кире ҡайтыуҙан һаҡлап тора. Тәүбә ҡылғанда үкенеү бик мөһим. Әгәр рия ҡылып та тәүбә ҡылғанда үкенмәһә, унын гонаһы нисек бар шулай ҡаласаҡ.

     Дүртенсеһе — гонаһты кире ҡылмаҫҡа ниәтләү. Тулы ихлас менән гонаһтан киҫелеп үкенгәндән һуң тәүбә ҡылыусы кеше шул гонаһын һисҡайсан, хатта үлем сәғәтенә ҡәҙәр эшләмәҫкә тип ниәттәргә тейеш. Әгәр ҙә ул ниәте булмаһа, тәүбәнең файҙаһы юҡ.
     Сөнки ул кеше ваҡытын билгеләмәгәс, яңынан шул гонаһты ҡылырға мемкин. Тәүбә өсөн ниәт кәрәк.
     Әгәр ҙә тәүбә итеүсе кеше риянан ҡылған ғәмәлдәре өсөн тәүбә ҡыла икән Аллаһы Тәғәлә уны кисерәсәк. Ул гонаһтан арынасаҡ, ин шәә Аллаһ. Ләкин шуны оноторға ярамай. Беҙ — кешеләр — , ғәмәл дәфтәребеҙҙә нәмә яҙылғанын һәм ниндәй гонаһтар ҡайһы көндө ғәфү ителеп ярлыҡанып юйылғанын белә алмайбыҙ. Уны белеү беҙгә мөмкин түгел.
     Ләкин беҙ гонаһтарыбыҙ кисерелә тигән өмөттә йәшәргә тейешбеҙ.

     Рия тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ошо биттәрҙә://nazir1965.com/din/riya-nama%D2%99%D2%99a-%D2%BB%D3%99m-sa%D2%99a%D2%A1ala.html#more-5027

һәм ошо биттә://nazir1965.com/x%D3%99%D2%99ist%D3%99r/riya-xa%D2%A1ynda%D2%93y-x%D3%99%D2%99ist%D3%99r.html#more-5081
     Идрис Ғәләүетдин “Рия кешеләр күрһен өсөн” китабынан