Пәйғәмбәребеҙҙең иманы

                                                     Пәйғәмбәребеҙҙең иманы

     Абдуллах ибн, Масуд (р.ғ.) һөйләүенсә: «Бер мәл Рәсүл: «Һин Ҡөрьән уҡы, ә мин тыңлармын, тине. Мин: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ҡөрьән бит һинең аша индерелде, уны мин нисек уҡыйым ти инде?!» тип һораны: Рәсүл шулай яуапланы: «мин Ҡөрьәнде бүтәндәр уҡығанда тыңларға яратам». Мин «Ән-Ниса» сүрәһең уҡырға керештем. «Һәм Беҙ һәр өммәттән шаһит саҡырғанда һәм уларға ҡаршы һине (Эй, Мөхәммәд!) шаһит итеп саҡырғанда нимә булыр?» (Ҡөрьән, 4:41) тигән аяты, уҡығандан һуң: «Булды, етте», тигәнде ишеттем. Аллаһтың Рәсүленә табан боролдом, уны илағанын күрҙем, күҙ йәштәр йылға булып аға ине. Тәрән кисерәштән йөрәге саҡ-саҡ ярылырҙай. Сөнки әлеге аят уға Хөкөм көнөнөң ҡот осҡос ваҡиғаһын бәйән итте».
                                                     Уның уйланыуҙары
      Ғәйшә хәҙрәт һөйләгән хәл «Бер төндө Аллаһтың Рәсүле «Эй, Ғәйшә! Рөхсәт итһәң, мин был төндө Аллаһҡа ғибәҙәт итеү менән үткәрер инем», тине. Уға «Мин һинең менән бергә булырға яратам, шул уҡ ваҡытта һиңә оҡшаған бөтә нәмәне лә яратам», тинем.
      Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ таң атҡансы намаҙ уҡый: «Шул хаҡ аҡылы булғандар өсөн ғаләмдәрҙең һәм ерҙең яралтылыуында һәм көн менән төндөң алмашыуында аят бар” (Ҡөрьән, 3:90). Ошо аятты уҡығандан һуң илай. Билал хәҙрәт(р.ғ.) иртәнге намаҙға килгәс, пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) өндәшә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ни өсөн һин үҙеңә ауырлыҡ яһайһың? Аллаһы Тәғәлә һинең үткәндәге һәм киләсәктәге барлыҡ гонаһтарыңды ярлыҡаны бит». Пәйғәмбәр шулай тип яуаплай: «Мәрхәмәт итеүсе Аллаһы Тәғәләгә мин шул уҡ дәрәжәлә шөкөр итә белеүсе ҡол була алмайыммы ни?».

     Ни өсөн һуң ул саҡта Аллаһ Рәсүле илаған? Үҙенең камил булмауы арҡаһында тейешле дәрәжәлә шөкөр итә белеү кимәленә етә алмауынан шикләнеп. Шулай булғас камиллыҡ, өлгөһө булған Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең ниндәйҙер шәһүәге эйәреүе, яҙыҡ эш ҡылыуы мөмкинме?
      Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ гонаһ яһамаҫ өсөн бөтә тыйыуҙарға шул тиклем ныҡ иғтибарлы булған, Хаҡ Тәғәләнең һәр әмеренә шул уҡ дәрәжәлә ныҡ буйһонған. Уның сафлығына, иманына күҙ һалғанда, бүтән бер ниндәй ҙә дәлилдәр эҙләргә кәрәкмәй.
      Уның, һымаҡ йәшәү рәүешен тағы кем генә, алып бара алыр инеме икән? Бик икеле. Намаҙҙы теүәл үтәүе, үҙенә талапсан булыуы, теләктәрен теҙгендә тотоуы. Уның тормошо тулыһынса тиерлек Аллаһҡа ғибәҙәт итеүгә арналды. Буш сағы булмаған да. Тормошо ғибәҙәтлек, намаҙ уҡыуҙан ғына ғибарәт түгел, әлбиттә. Ул нимә генә эшләһә лә, быны, Аллаһҡа хеҙмәт итеүгә арнаны. (Әлхәмдүлилләһи).
     Уның тураһында “иманлыларҙан да иманлы” тип әйтеү генә лә аҙ, уның иманлығы һәм был донъя өсөн мөкиббән китмәүе икенсе һүҙҙәр һәм сағыштырыуҙар талап итә.
                       Пәйғәмбәрҙең кешеләргә изгелек эшләргә ынтылып тороуы
      Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) мәсеттә йәмәғәт апдында ңамаҙ уҡырға керешә. Тик бер аҙҙан намаҙын өҙә лә, бик тулҡынланған килеш өйөнә табан йүнәлә. Шул тиклем борсолған, ҡаушаған ҡиәфәтен күреп, кешеләр янғын сыҡманымы икән тип уйлайҙар. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) кире әйләнеп килә. Бөтөнләй тынысланған һәм намаҙын дауам итә. Намаҙҙан һуң сәхәбәләре уны нимә хафаға һалыуын һорайҙар. Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.): «Намаҙҙан алдараҡ фәҡирҙәргә таратыр өсөн ризыҡ ебәргәйнеләр. Мин уны өләшергә онотҡан да ҡуйғанмын: Намаҙ мәлендә шул иҫкә килеп төштө. Ғәйшәгә барып, саҙаҡа таратырға ҡушып килдем», тип яуап бирә: Бына был исмаһам тәҡүәлек, иман! Шулай уҡ пәйғәмбәрлектең был донъя менән бәйләнеше.
      Ниндәйҙер ваҡытлыса әүрәткестәр, алдатҡыстар уны юлдан яҙлыҡтырырға тырышып ҡараған, ләкин пәйғәмбәр ҡулы менән бер һелтәүҙә был алдатҡыстарҙы юҡ итә алған.
                                               Оҙаҡ ваҡыт ас йөрөгән
      Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) йыш ҡына бер нисә көн, рәттән ас йөрөгән саҡтары булған. Дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙ ғүмерендә хатта арпа бәлешен дә бер тапҡыр ҙа туйғансы ашағаны булмаған. «Өйөндә аш бешерер өсөн айҙар буйы ут яҡмағандар.
      Бер мәл ул нәфел намаҙын ултырып уҡый. Ул уҡып бөткәс, Әбү Һурайра (р.ғ.) һорай ҡала: «Эй, Аллаһ Рәсүле! – Ауырыйһығыҙмы әллә? Ни өсөн намаҙҙы ултырған килеш уҡынығыҙ?”. Пәйғәмбәрҙең яуабы тегенең иҫен китәрә: “Эй, Әбү Һурайра, бер нисә көн инде ауыҙыма тәғәм дә ризыҡ ҡапмағанмын, ашарыма юҡ. Хәл булмағас, аяҡта баҫып тороуы ҡыйын. Шуға ултырып уҡыным.
      Бындай яуап ишеткән Әбү Һурайра, (р.ғ:) илап ебәрә. Үҙ хәлен онотҡан Аллаһ Рәсүле уны йыуатырға керешә: «Илама, Әбү Һурайра! Был донъяла кисергән аслыҡ кешене теге донъялағы ғазаптарҙан ҡотҡарасаҡ».
      Ул — ысын лидер. Ҡул аҫтындағылар араһында ла бер нисә ҡөн рәттән ас йөрөгәндәре була. Үҙенең йәшәү рәүешендә Аллаһ Рәсүле улар менән тиңләшә. Үҙенең ҡул аҫтындағылар араһында килем-табыш кимәле буйынса ул — иң хәйерсеһе, һәм был уның үҙ ҡарары. Эйе, теләһә, ул бай йәшәй алыр ине, быны эшләүе уның өсөн ауыр булмаҫ ине. Мәҫәлән, үҙенә бүләк итеп биргән нәмәләрҙе таратмаһа, үҙенә ҡалдырһа. Ғүмер ахырына тиклем ҡыҫынҡылыҡты ла тоймаҫ ине. Ләкин Рәсүл улай итергә уйлап та ҡарамай. Дөрөҫ, ошо фиҙәкәрлеге менән пәйғәмбәр (с.ғ.с.) үҙен был “тормоштан бөтөнләй айырған, унан баш тартҡан тип ҡарарға ярамай.
      Аллаһ Рәсүленең бындай аҙымынан — яуыз кешеләр көлөргә лә маташыусылар юҡ түгел, замаңдаштарын «бер телем – бер кейем», тип күрһәтергә тырышалар. Кем теләй, шул эшләгән дә, байыған да һәм Аллаһ ҡушҡанса, зәкәтен дә түләгән. Шул рәүешле, бындай кеше бүтәндәргә ярҙам итә алған, бер кем, дә бындай хәләл хеҙмәткә ҡаршы түгел. Ул Исламда рөхсәт ителә лә, хупланыла ла. Ләкин Рәсүл һәм уның сәхәбәләре беҙ алда телгә алған сифаттарға эйә булып үрнәк күрһәтергә тейештәр ине. Шунһыҙ Мәккә һәм Мәҙинә сиктәрен үтеп киткән һәм туҡтауһыҙ арта барған өммәтте рухи асыҡлыҡта һәм сафлыҡта тотоп тороп булмаҫ ине. Матди ихтыяждан тыш, әҙәм балаһының йәне, рухиәте, намыҫы бар бит әле. Һәм Аллаһ Рәсүле өммәтен рухи үҫеш юлына йүнәлтергә ынтылды. Уларҙа күрергә теләгән фиҙакәрлекте сәхәбәләренә генә түгел, ә бөтөн кешелеккә үҙ миҫалында күрһәтте.
      Төн уртаһы етә. Мөхәммәд пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) аслыҡ йоҡлап китергә бирмәй. Йоҡоға талһа, асығыу тойғоһонан да бер аҙға ҡотолоп торор ине. Ләкин йоҡо алмағас тора, өйөнән сыға ла урам буйлап китә, бер шәүлә күҙенә салынғандай була. Кемдер арттан эйәргән. Ныҡлабыраҡ ҡарағас... таный. Ул — пәйғәмбәрҙе яңғыҙын бер ҡасанда ҡалдырмаған кеше. Һәр уның янында — бөтөн ынтылыш һәм эштәрендә лә. Бына хәҙер төн уртаһында ла. Гүйә, улар Мәҙинәнең ошо ерендә осрашырға һөйләшкәндәр, тиерһең. Әбүбәкер хәҙрәт (р.ғ.) яҡын килгәс, Аллаһ Рәсүле сәләм бирә. Шунан һорай: «Эй, Әбүбәкер! Һуң бит инде, бындай мәлдә һине нимә урамға сығырға мәжбүр итте?
      Әбүбәкер (р.ғ.); Аллаһ Рәсүле менән осрашһа, һәр саҡ үҙенең ыҙаларын-ауырлыҡтарын онотор булған. Бер тапҡыр Мәккәлә пәйғәмбәрҙе яҡлап алышҡан саҡта уға бик ҡаты килтереп һуғалар, Әбүбәкер (р.ғ.) йығыла. Көнө буйы иҫһеҙ ята, аңына килгәс, тәүге һорауы шулай була: «Аллаһ Рәсүлеңә бер нәмә лә булманымы?». Әбүбәкерҙең әсәһе Әммә Умара асыулана: Үҙең саҡ улмәй ҡалдың, ә һаман уның хәлен белешәһең». Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) тураһында белешмәһә, улының үләсәген белмәй әсә. Сөнки Аллаһ Рәсүле — уның йәшәү сығанағы. Әле лә бында уны ниндәй көс алып килгәнең аңлата алмаҫ ине. Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) һорауына шулай тип яуап бирә: «Аслыҡ, өйҙә ашарға бер нәмә лә тапманым. Йоҡлап китә алмағас йөрөп, килергә тип сыҡҡайным”. Пәйғәмбәр ҙә Әбүбәкергә аслыҡ арҡаһында урамға сығырға мәжбүр булғанын әйтә.
      Тап шул мәлдә тағы ла бер шәүлә ҡалҡып сыға. Быныһы инде – оҙон буйлы мөһәбәт кәүҙәле Гүмәр хәҙрәт. Аллаһ Рәсүле Әбүбәкерҙе (р.ғ.) үҙенең “уң ҡулы” итергә белмәгән сағы. Шул һорауына яуап рәүештә ул да был урынға килеп баҫа. Эйе, Ғүмәр хәҙрәт (р.ғ.) килде." Иҫәнләшәләр һәм кешеләрҙең солтаны Ғүмәрҙән ни өсөн төндә ял итмәүең һорай. Ғүмәр (р.ғ.) яуап бирә: «Аслыҡ, Аллаһ Рәсүле, шул мине урамға сығырға мәжбүр итте». Шул саҡ Рәсүл Әбүл Хайсамды иҫенә төшөрә. Өйө лә урам аша, ҡаршыла күренеп кенә тора. Көндөҙ пәйғәмбәр уны баҡсаһында күргәндәй ине. Бәлки ул дуҫтарын хөрмә менән һыйлап, аслыҡтан ҡотҡарыр. «Әйҙәгеҙ Әбүл Хайсамға барып киләйек», тип әйтә пәйғәмбәр.
      Бына улар йортҡа килеп етәләр. Әбүл Хайсам да, ҡатыны ла йоҡлаған була. Өй эсендә йәнә лә биш-алты йәшлек балалары бар. Пәйғәмбәр (с.ғ.с.): “Эй, Әбүл Хайсам!» тип өндәшә. Ул да, ҡатыны ла ишетмәйҙәр. Ләкин бала тәмле йоҡоһонан уяна ла: «Атай, тор, Ғүмәр килде!» тип өндәшә. Әбүл Хайсам балаһы төшөн һөйләй тип уйлай: «Улым, йоҡла, был ваҡытта төн уртаһында Ғүмәрҙең ниндәй йомошо булһын». Бала йоҡоға тала. Ишек асылмағас, Әбүбәкер хәҙрәт ипләп кенә өңдәшә: «Эй, Әбүл Хайсам!». Бала яндан атылған уҡ шикелле һикереп килеп баҫа. «Атай, тор, Аллаһ Рәсүле килде!» Әбүл Хайсам атылып барып ишекте аса. Үҙ күҙҙәрендә ышанмай тора: төндөң ошондай мәлендә солтандарҙың да солтаны уның өйөнә килеп инһенсе әле! Шундуҡ түргә саҡыра. Бәрән һарыҡ сала. Бындай бәхет кешенең ғүмерендә бер генә булыуы мөмкин. Бөтә йәнен фиҙа итһә лә был аҙ тойолор ине уға... Хөрмә, һөт һәм ит алып ҡилеп ҡәҙерле ҡунаҡтарын һыйларға керешә...
      Ҡунаҡтар фәҡәт аслыҡты баҫырлыҡ дәрәжәлә генә ризыҡланалар, һәм Рәсүлдең күҙҙәре йәнә йәшләнә. Әйткән һүҙҙәре ошо ғәҙәти бер ваҡиғаға тәрәнлек һәм бөйөклөк бирә: “Аллаһ менән ант итәм, ошо ләззәт өсөн Ул һеҙҙе яуапҡа саҡырасаҡ». Артынса аят уҡый: «Шунан шул көндө һеҙҙән, әлбиттә, (донъялағы) рәхәтлек тураһында һораласаҡ» (Ҡөрьән, 102:8).
     Ул бына шундай һоҡланғыс кеше булды: тормоштағы бөтә нәмә лә һәр саҡ хаҡлы һәм бөйөк.
      Ғүмәр хәҙрәт (р.ғ.) — уның иң яҡын дуҫтарының береһе, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) сама менән генә ризыҡланыуы, тормош көтөүҙәге ябайлығы тураһында шулай һөйләгән: «Хаҡ Тәғәлә менән ант итәм, Аллаһ Рәсүле тандан алып кискә тиклем яфа сигә ине, сөнки ауыҙ итергә хатта иң насар хөрмәһе лә — «дакал»ы ла — булмай торғайны».
      Ә бит теләһә, уға һәммәһе лә иң мул булыр ине. Бының кәрәге булмай. Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) көн дә бирелгән бүләктәр менән үҙен дә, ғаиләһен дә тулыһынса тәьмин итә алыр ине. Ләкин ул бөтәһен дә мохтаждарға таратып бирер булған, үҙенә бер нәмәлә алып ҡалмаған.
      Тормош рәхәтлектәренән ни өсөн файҙаланмауы тураһында һораған саҡтарында ул шулай тип яуап бирә: «Инде Исрафил ҡулына сурҙы алған һәм уға өрөр өсөн Аллаһтың әмерен көтә, шундай хәлдә мин ҡалай итеп рәхәтлек тураһында уйларға йәки ләззәт кисереп йәшәргә тейеш! Бындай мәлдә, кеше нисек инде тормош шатлыҡтарына сума алһын?”.
                                                                         “Рисәләт” газетаһынан, Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА 

     башы ошо биттә: https://nazir1965.com/din/iman-%D2%A1e%D2%AF%D3%99te.html#more-5969