Пәйғәмбәребеҙ тормошонан

                                             Пәйғәмбәребеҙ тормошонан бер нисә сәфихә

     Пәйғәмбәребеҙ йәшәп килгән ижтимағи тәртиптәргә ҡаршы сыҡмай. Киреһенсә: «Һеҙгә етәксе итеп һайланған кеше кескәй генә башлы хәбәши, йәғни Эфиопия кешеһе булһа ла, тыңлаусан һәм буйһоноусан булығыҙ», — тип өйрәтә.
     Ул илдә тамыр йәйеп алған әхлаҡи түбәнлектәргә, иманһыҙлыҡҡа ҡаршы сыға. Теләһә ниндәй юлдар менән донъяны ғына кәсеп итеп йөрөгәндәр быны, әлбиттә, ҡабул итмәй:
     — Һин, — тиҙәр улар, — затлы нәҫелдән сыҡҡан кеше. Халыҡ алдында абруйың ҙур, әммә әлегә тиклем ғәрәптәрҙән бер кем эшләмәгән эште эшләйһең, бер кем һөйләмәгән һүҙҙәрҙе һөйләйһең. Атаны — улына, ҡәрҙәште ҡәрҙәшенә ҡаршы ҡуйҙың, араларҙа дошманлыҡ тыуҙырҙың, татыулыҡтар юҡҡа сыҡты. Быны һин ниндәй ниәт менән эшләйһең? Әгәр ҙә мал кәрәк булһа, ҡәүемеңдә һинән дә байыраҡ кеше булмаҫлыҡ итеп мал бирербеҙ, юлбашсы булырға теләһәң — юлбашсы, батша булырға теләһәң, Мәккәнең батшаһы бул. Өйләнергә теләһәң, һиңә беҙ ҡорайыш ҡәүемендәге иң сибәр ҡыҙҙы табып бирербеҙ. Әгәр ҙә инде ауырыуың булһа, ендәр һәм шайтандар зәхмәте ҡағылһа, табип табып бирербеҙ. Нимә теләйһең, шуны ал, динеңдән генә баш тарт!

     — Һеҙҙән миңә бер нәмә лә кәрәк түгел, байлыҡ та, батшалыҡ та. Минең теләгем бер генә: тораташтарға, потгарға һәм башҡа теләһә нәмәгә табынып йөрөүҙән туҡтап, тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһ ризалығы өсөн тип хеҙмәт итегеҙ! — ти пәйғәмбәр.
     Ҡөрьән һүҙҙәрен ҡабатлай. Ә унда әйтелә: «Эй, Мөхәммәд! Раббымдың рәхмәте менән асыҡ аңлайышлы аяттар килеп, ғаләмдәр тәрбиәсеһе Аллаһ хөкөмөнә генә буйһонорға бойоролғандан һуң миңә Аллаһтан башҡаға ғибәҙәттә булыу тыйылды, — тип әйт», — тиелә. «Мөьмин» сүрәһе, 66-сы аят
     Был һүҙҙәргә Мәккә мөшриктәре ҡолаҡ та һалмай, монафиҡтар иһә иманға килеү һылтауы менән дингә ҡаршы көрәш башларға ниәт ҡора. Кубаъ ауылында пәйғәмбәребеҙ тарафынан төҙөлгән тәүгә мәсет эргәһенә улар яңы мәсет төҙөп ҡуя. Мөьминдәргә зыян итеү, араларҙа тарҡаулыҡ тыуҙырыу, бола була ҡалһа, шунда инеп йәшеренеү ниәте менән күтәрелә был мәсет.
     Дин битлегенә төрөнөп, дингә лә, тормошҡа ла зыян итеп кенә йөрөгәндәр бөгөн әҙме?
     Аллаһ уларҙың был ниәтен фаш итә.
     «Монафиҡтар, — тиелә Ҡөрьәндә, — был мәсетте мөьминдәргә һәм мөьминдәрҙең ғибәҙәт урыны булған мәсеткә зыян итеү, иманһыҙлыҡҡа юл асыу өсөн төҙөнө».
Әбү Ғамр атлы монафиҡ тап ана шундай дошмандарҙың береһенә әүерелә. Элек-электән Аллаһтың яңы — һуңғы илсеһе киләсәген белеп, уны көтөп һәм был турала халыҡҡа аңлатып та йөрөгән был дин әһеле Мәҙинәгә күсеп килгән пәйғәмбәрҙе таныуҙан баш тарта. Һуңынан уға ҡаршы көрәштә ярҙамсылар ҙа табыу теләге менән мәжүсиҙәргә ҡушыла. Византияға күсеп китә һәм шунда үлеп тә ҡала. Монафиҡтар мәсетен ана шул монахтың тарафдарҙары төҙөй. Айырылыуҙар, фекер башҡалыҡтары, болалар һәм фетнәләр ана шунан башлана ла, төрлө тарафтарға таралып, төрлө битлеккә төрөнөп, әле булһа дауам итә.
     Дин тормошоноң был һабағын да беҙгә белергә кәрәктер.
     Хәҙис Шәриф
     Был дин Аллаһы Тәғәлә хозурында бер өлөшө булмаған кешеләр менән дә ҡеүәтләнер.
«Мосолмандар тирәһендә монафиҡтар бар, — тип өйрәтә Ҡөрьән. — Мосолмандарға зыян итеү, иманһыҙлыҡты арттырыу, мөьминдәрҙең берҙәмлеген тарҡатыу өсөн һәм монафиҡтарҙың үҙҙәренә лә терәк булһын тип улар мәсет төҙөп ҡуйҙы. Бәлки, әле: «Беҙ игелектән башҡа бер нәмә лә эшләмәнек!».— тип тә ант итерҙәр. Ә Аллаһ уларҙың ялғансы булыуҙары хаҡында ҡабатлап тора. Шуға ла ул мәсеттә бер ваҡытта ла намаҙ уҡыма. Тәүге көндә үк тәҡүәлек нигеҙенә королған мәсет кенә ғибәҙәттә торорға лайыҡлы. Унда паклап ҡына йөрөгән ир-уҙамандар бар. Пакланып йөрөгәндәрҙе Аллаһ үҙе лә ярата», — ти. «Тәүбә» сүрәһе, 107—108-се аттар
     «Аллаһтан ҡурҡып, Уның ризалығына өмөт бағлап, ныҡлы нигеҙгә ҡоролған бина яҡшыраҡмы, әллә инде емерелеп барған текә яр ситенә төҙөлгән һәм төҙөүселәренең үҙҙәре менән бергә йәһәннәм утының иң түбәндәге бер еренә емерелеп төшөргә торғанымы?
     Дөрөҫлөктә, ғәҙел була белмәгәндәрҙе Аллаһ тура юл менән алып бармай. Улар — монафиҡтар — төҙөгән бина йөрәктәре ярылырлыҡ итеп үҙҙәренең күңелендә лә һәр ваҡыт шик-шөбһәләргә юл ҡалдыра. Аллаһ — бөтәһен дә белеүсе Хикмәт эйәһе». Шул уҡ сүрә, 109—110-сы аяттар
     «Был аяттарҙан мосолмандар өсөн шундай һығымталар яһарға мөмкин», — тип яҙған тәфсирҙәр ғалимы Ғабдрахман бин Насир Әс-Сәғҙи.
     Мосолманға мосолман зыян итеп йөрөргә тейеш түгел.
     — Мосолмандар ғибәҙәт ҡылып йөрөгән бер мәсет эргәһендә уға зыян килтереү маҡсаты менән икенсе мәсет төҙөргә ярамай.
     — Был мәсеттең болаға сәбәп буласағын аңлау менән ул емерелеп ташланырға тейеш.
     — Һәр нәмә айырым бер ниәт менән эшләнә. Тәү ҡарашта яҡшы ниәт менән эшләнгән кеүек тойолған ғәмәлдең дә тыйылған булыу ихтималы бар.
     — Араларҙа тарҡаулыҡ тыуҙырырға сәбәп булған бөтә нәмә — гонаһ. Хаҡ мөьминдәр унан һаҡланырға һәм фетнә сәбәптәрен юҡ итә белергә тейеш.
     — Бәндәләр Аллаһ хөкөмдәренә ҡаршы килеп кенә торған ерҙә намаҙ уҡырға ярамай. Ундай ерҙән мосолман ситтәрәк булһын.
     — Гонаһтарға юл ҡуйылып ҡына торған ерҙәрҙең тормошҡа булған йоғонтоһо ла шундай уҡ.
     Бөгөнгө тормошобоҙға ауаздаш был фекерҙәрҙе ғалим бынан бик күп йылдар элек яҙып ҡалдырған.
     «Пәйғәмбәребеҙ менән бергә ултырған ваҡытта, — тип хәтерләр булған Әбү Бәкер Әс-Ситдыйҡ, — Ҡөрьәндең: «Йәннәттәр улар һеҙҙең дә, Китап әһелдәренең дә уй-хыялдарына йәки теләктәренә ҡарап ҡына насип булмай. Йәннәттәр кешенең иманына һәм ғәмәленә ҡарап бирелә, Ә яман кеше үҙенең ямаңлығына ҡарап язаһын алыр, Аллаһтан башҡа бер кем дә уға ярҙам итә лә алмаҫ, яҡлаусы ла табылмаҫ», — тигән аяттар инде». «Ән-Ниса», «Ҡатын-ҡыҙҙар» сүрәһе
     — Эй, Әбү Бәкер! Әле генә ингән аятты ҡабатлап күрһәтергә теләмәйһеңме? — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     — Әлбиттә, теләрмен, эй, Аллаһ илсеһе! — тип яуап бирҙем, үҡып та күрһәттем. Шул саҡта арҡа һөйәктәрем сыңлап китте.
     — Нимә булды? — тине пәйғәмбәр.
     — Эй, Аллаһ илсеһе! Беҙҙең арабыҙҙан кемдең генә гонаһтан пак булыуы мөмкин? Ваҡ-төйәк гонаһтарыбыҙ өсөн дә язаһы бирелерме ни? — тинем.
     — Эй, Әбү Бәкер! Һин һәм һиңә оҡшап иман менән йәшәгәндәрҙең ваҡ-төйәк гонаһтары өсөн яза фани донъяла уҡ бирелеп бара. Аллаһ ҡаршыһына барғансы ундай кеше пакланып өлгөрә. Иманға килмәгәндәрҙең бөтә насарлығына яза Ҡиәмәт көнөнә тиклем кисектерелә, уларҙың ваҡ-төйәк гонаһтарына шундай уҡ гонаһтар өҫтәлеп, улар ишәйә бара һәм кеше гонаһтары артып торған, ярлыҡанмаған, пакланмаған хәлдә Аллаһ ҡаршыһына барып баҫыр, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Шуны белеп торған өсөн дә мосолман көн итеүҙәр артыҡ ауыр булып киткән саҡтарҙа ла юғалып ҡалмай, ғәҙелһеҙлектәргә бармай, сабырлыҡ менән йәшәй белә.
     Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ ауырып ҡаҡ һөйәккә ҡалған берәүҙең хәлен белергә бара ла: «Аллаһҡа доға ҡылып берәр нәмә һораныңмы?» — ти. «Һораным, — ти кеше. — Доға ҡылып, мин Унан бирәһе язаларын әле, был фани донъяла тереклек итеп ятҡан көндәрҙә үк биреп бөтөрөүен үтендем», — ти.
     — Ундай язаларға һинең көсөң етмәҫ: «Эй, Раббым! Миңә игелектәреңде был донъяла ла бир, әхирәттә лә мәрхәмәтеңдән ташлама Ут ғазабынан һаҡла!» — тип доға ҡыла алманыңмы ни? — ти пәйғәмбәр.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә доға ҡыла ауырыу һәм... һауығып китә.
                                                                                           Башҡортса дини календарь, 2011 йыл