Пәйғәмбәребеҙ әйткәндәренән

                             Пәйғәмбәребеҙ әйткәндәренән
   Һөйөкле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһиссәлләм әйткән: «Әй, ҡәрҙәштәребеҙ! Гонаһлы эштәрҙән тәүбә ҡылығыҙ. Әҙәмдәрҙең ике фәрештәләре бар — береһе ун яғында, береһе һул яғында. Уң яғындағы ҡылған яҡшылыҡты яҙыр, һул яғындағы насарлыҡты яҙыр, — тигән. Ун яғындағы фәрештә әйтер, һул яҡтағы фәрештәгә, — сабыр ит, яҙмай тор, ете сәғәт көтәйек, бәлки тәүбә итер, гонаһларҙан ҡайтыр, — тип. Фани донъяла иҫән-һау сағында, әжәл фәрештәһе яғаңдан тотҡансы мәңгелеккә китә торған эштәрегеҙҙе ҡылығыҙ, был донъяны баҡый (мәңгелек) тип һанап йөрөмәгеҙ. Зинһар, Әжәл ( ошонда баҫ) килмәҫтән элек тәүбә итегеҙ, гонаһларҙан ҡайтығыҙ. Донъя ҡәбер кеүектер, мәшәҡәттәр күптер, был нәсихәт һүҙҙәрен ҡолаҡҡа һалығыҙ, Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе үҙенән айырмаһын. Әмин».

   Әй, мосолман ҡәрҙәштәр! Был һүҙҙәр менән ғәмәл ҡылығыҙ. Йә, Раббым, рәхмәтеңде насыйп итеп ҡәһәренән йыраҡ ҡыл, һуңғы һулыштарыбыҙҙа, имандарыбыҙҙы юлдаш ҡылып, осрашыуыбыҙҙы хөрмәтле ҡылһаң ине. Илаһым, илдәребеҙгә тыныслыҡ һәм именлектәр, ғүмерҙәребеҙҙә — бәрәкәт, һаулыҡ һәм ике донъя сәғәҙәтен ҡәҙерле насыйп итһәң ине. Әмин.

   Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләм Аллаһы Тәғәләнән мөрәжәғәт ҡылып әйтте: «Йә, Раббым, һинең алдыңда ҡайһы көн артығыраҡ торор?» — тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Әй. Әҙәм! Минең ҡаршымда көндәрҙең араһында йома көн артығыраҡтыр. Был йома көнөндә бәндәләремдең гонаһтарын ярлыҡармын». — тине.

   Мөхәммәт Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Көндәрҙең артығырағы йома көндөр. Йома — ике ғәйет көнөнән, һәм Ғәрәфә көнөнән һәм Ғәшүрә көнөнән, йәғни Мөхәррәмдең унынсы көнөнән артығыраҡтыр; Был йома көнөндә саҙаҡа бирһәң, йә иһә изге эш ҡылһаң, башҡа көндәрҙә ҡылғанға ҡарағанда артығыраҡтыр, һәм йома көнөндә гонаһның язаһы артығыраҡтыр», — тине.

   "Әгәр бер кеше йома көнөндә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа сәллаллаһү ғәләйһи үә сәлләмгә йөҙ мәртәбә салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең, йөҙ хәжәтен үтәр, тип әйт. Етмеше әхирәт хәжәттәренән, утыҙы донъя хәжәттәренән үтәлер", — тип әйт.
Әҙәм ғәләйһиссәләм тағыла һораны: «Йә, Раббым, һинең ҡаршыңда һүҙҙәрҙең ҡәҙерлерәге ҡайһыһы?»— тине. Бисмилләһи, Аллаһы Тәғәлә яуап бирҙе: «Йә, Әҙәм, — тине, — минең ҡаршымда һүҙҙәрҙең ҡәҙерлерәге, сауаплырағы ошо булыр: Лә иләһә илләллаһү, Мөхәммәдәр рәсүлүллаһү кәлимәһелер, — тине — Әгәр бәндәләремдән бер кеше ихлас күңелдән был һүҙҙе әйтһә, уның тәнен тамуҡ утына хәрәм ҡылырмын», — тине.

   Йәнә Әҙәм ғәләйһиссәләм һораны: «Йә, Раббым! Һинең ҡаршыңда айҙарҙың ҡайһыһы артығыраҡтыр?» — тине. Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Әй, Әҙәм, минең ҡаршымда айҙарҙың артығырағы Рамаҙан айылыр, — тине. — Был Рамаҙан айыңда бәндәләремә рәхмәтемде арттырырмын, ризыҡтарына бәрәкәт бирермен».
   Рамаҙан шәрифте ололап, һәр беребеҙгә шәриғәткә ҡаршы хилаф эштәрҙән тыйылырға тейештер.

   Йә, ғәзиз Раббым, гонаһларыбыҙҙы ғәфү әйлә, Үҙеңдең рәхмәтеңә лайыҡ әйҙә, ҡайғылы күңелдәребеҙҙе шат ҡыл. Йә, Раббым, Үҙеңдең рәхмәтең менән изгеләр әһеленә ҡушһан ине Үҙеңдең рәхмәтең менән. Әмин.