Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы

                                     Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы
     Мәрхүмдең урындағы халыҡтың йолаһына ингән 3, 7, 40 көндәре һәм йылы тураһында бер аҙ аңлатып китәйем. Был көндәрҙе үткәреү тураһында Ҡөръәндә Кәримдә һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең хәҙистәрендә юҡ, әммә урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрендә бар. Шулай булғас был көндәр шәриғәт канундарына ҡарамай һәм уларҙы шәриғәттәге биҙғәт (Нововведение — дингә яңылыҡ индереү) тип тулы наҙанлыҡтарығыҙҙы күрһәтеп интернет биттәрендә яҙмағыҙ. Әле бына яңыраҡ бер ҡатын интернеттә ошо яҙмаларҙы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөндә һалған, ниәтенә ҡарап әжерен алыр:

     Ул ҡатын бәлки берәйһе аңлатыр типме, әллә былар, аҫтағы яҙылғандар диндә яңылыҡ — биҙғәт типме әйтергә теләгәндер. Бына ошо яҙмалар: мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылын үткәреүгә башҡорт-татар дини ғалимдарыбыҙҙың һүҙҙәре. Ғәбдрәхим Утыҙ-Имәни:
            «Өсөнсө ҡәбәхәтлекте лә эшләп,
            Наҙанлыҡтан тағы яман юлға китәләр.
            Уныһы шундай: Ислам кешеһе күмелһә,
            Уның рухына ҡунаҡтар йыйып ашаталар.

            Йылы, ҡырҡы, етеһе һәм өсөндә
            Ҡунаҡ һыйлайҙар көстәре еткәнсә.
            Был эштәрҙе васыят итһә, булмаҫ,
            Әгәр ҡылһа уны, һис ишетелмәҫ.

            Сәләфтәрҙән беҙгә риүәйәт барҙыр:
            Был эштәрҙә тырышлыҡ күрһәтеү – яманлыҡ ул.
            Әгәр фәҡирҙәр өсөн аш-һыу әҙерләнһә,
            Саҙаҡа итеп, өйҙәренә ебәрелһә,
            Әйттеләр: был ярай, бында насарлыҡ юҡ.
            Әммә өйгә саҡырһаң, был – ҡәбәхәтлектер».
     («Ғәбдрәхим Утыҙ-Имәни әл-Болғари», 1986 йыл, 186-сы бит, «Тышҡы күренештәре дини булған бидәғәттәрҙе һөйләүсе бүлек»)
     Шиһабетдин Мәржәни:
     "Гүр саҙаҡаһы биреү һәм өсөнсө, етенсе көндәрҙә аш булмаҫ. Кәрәк нәмәләр түгел. Фидиә бирмәҫһегеҙ, дәүер иттермәҫһегеҙ". («Мәржәни йыйынтығы», 2001 йыл)
     Ғалимйән Баруди: «Мәйет сыҡҡан өйҙә ҡунаҡтар йыйып ашатыу — мәкруһ. Сөнки ҡунаҡ йыйыу шатлыҡ ваҡытында була, ҡайғы ваҡытында түгел. Үлгән кешенең өйөндә мәжлес йыйып үткәреү — бик ҡәбәхәт бидәғәттер». («Шәрх Мүхтәсар әл-Үиҡайә», 1904 йыл, 262-се бит).
     Ризаитдин Фәхретдин: «Ғәшүрә тәғзиәләре (траурҙары) һәм Ғәшүрә байрамдары, Рәғәиб һәм Бәраәт намаҙҙары, һәүл, ихтиәт ҙуһр, ҡәдр намаҙҙары, гүр саҙаҡалары, мәйеттең ӨСӨНСӨ, ЕТЕНСЕ, ҠЫРҠЫНСЫ һәм ЙЫЛЫ тулыу көндәрендә махсус рәүештә ҡунаҡ саҡырып һыйлауҙар, махсус көндәрҙә махсус рәүештә йыйылышып, билдәле берәй һандарҙа зикер әйтеүҙәр, зикерҙәрҙе тәсбих менән һанау, саҙаҡа бирелеүе билдәле булған хәлдә Ҡөрьән уҡыу кеүек ғәмәлдәрҙең күбеһе — суфыйҙар һәм мистиктар тарафынан ихдәҫ ителгән (дингә өҫтәп индерелгән) һәм уларҙан һаҡланыу тейешле булған БИДӘҒӘТТӘР». («Дин һәм ижтимағи мәсьәләләр», 1914 йыл, 130-131-се биттәр).
     Был яҙмаларҙы һалыусы ҡатын унан-бынан ары-бире уҡып, күсереп алып, бына ҡарағыҙ әле, ғалимдар нимә яҙған тип, тыйғандар бит был эште тип уйлағандыр ахырыһы. Диндә ахмахлыҡ һәм наҙанлыҡ күрһәтмәгеҙ, һеҙҙең бер ниндәйҙә хаҡығыҙ юҡ белмәгән белемегеҙ менән, уйлай һәм фекерләй белмәгән башығыҙ менән Ислам динең болғап, шәриғәткә һәм ғөрөф-ғәҙәткә ҡағышлы нәмәләрҙе бутап ултырырға.
     Ҡиәмәт көнөндә һәр бер бәндәнән имтихан донъяһында ҡылған бөтә ғәмәлдәре өсөн һорау ҡылынасаҡ. Тимәк һәр бер ҡылған эше өсөн һорау алынасаҡ.

                                                                  وَلَتُسْأَلُنَّ عَمَّا كُنتُمْ تَعْمَلُونَ
    «...һәм һеҙ ҡылғанығыҙ тураһында һораласаҡһығыҙ! », Нәхел сүрәһе, 93 аят.
Кешенең һәр бер хәрәкәте, хатта ауыҙҙан сыҡҡан һүҙелә ғәмәл тип һаналасығын белергә тейешле. Ниәтегеҙгә ҡарап язаһы буласаҡ.

                وَلَا تَقْفُ مَا لَيْسَ لَكَ بِهِ عِلْمٌ إِنَّ السَّمْعَ وَالْبَصَرَ وَالْفُؤَادَ كُلُّ أُولَئِكَ كَانَ عَنْهُ مَسْئُولًا
     «Ҡөръән Кәримдә белемең булмаған нәмә янында туҡтама! Хәҡиҡәттә, ишетеү ҙә, күреү ҙә. Йөрәк тә – һәр береһе уның тураһында һораласаҡ».
     «Дәлилең, белемең булмаған нәмәгә эйәрмә, йәғни дәлилһеҙ ғәмәл ҡылма. Хөкөм итмә, фәтүә бирмә!», Исра сүрәһе (17), 36 аят.
     Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәт әйткәндәренән башлайыҡ. Өҫтәге был ғалимдың әйткәндәре уның татарсаға тәржемә ителгән бер китабынан алынған. Был «Риза казый фәтваләре» тигән китап Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы Ш. Мәрҗани исемендәге Тарих институтының авторҙары ғалимдың ғәрәп теле стилендә яҙылғанды татар теленә тәржемә иткәндәр. Китап исемен шартлы (условно!) рәүештә «Риза ҡаҙый фәтүәләре» тип ҡуйҙыҡ тигәндәр бөгөнгө көн авторҙары! Был бер ниндәйҙә фәтүә була алмай. Әҙерәк шул китаптан Ризаэтдин Фәхретдин хәҙрәт әйткәндәрен тулыһынса килтерәйем:
     «Минең шәриғәт фәтүәләре бирергә хаҡым юҡ», тип халыҡҡа аңлатырға тырышһа ла, кешеләрҙең ғөзөрҙәрен кире ҡаға алмаған һәм һуңғараҡ «Был – фәтүәләр түгел, ә минең шәхси фекерҙәрем» тиһә лә, халыҡты борсоған дини һорауҙарға ла яуап бирергә керешкән.
     Шулай булғас ул уның шәхси фекере! Динебеҙ (шәриғәтебеҙ) бер шәхси фекерҙә ҡоролмаған. Күпселек дин ғалимдәре бер фекергә килһәләр (иждма) диндә шул эш хуплана. Ә өҫтәге 19-20 быуатта ике-өс ғалимдең цитаталары бер көскә лә эйә түгел, улар шәхси фекерҙәр генә! Уларҙаң башҡа күп ғалимдар булған, мәҫәлән Зәйнулла ишан – ни эшләп унан бер хәбәр юҡ?
     Ризаитдин Фәхретдин шул китабында яҙа: «Дини байрамдарҙың ваҡыттарын, һандарын шәриғәт үҙе билдәләгән, быны арттырырға һәм кәметергә, урындарынан күсерергә һис кемдең хаҡы юҡ, бында хужа булыу мөмкин түгел. Әммә бынан башҡа донъяуи байрамдарҙы [байрам] итеү-итмәү, урындарын билдәләү йәки күсереү тураһында шәриғәт тарафынан бойороҡ дә, тыйыу ҙа юҡ. Бында халыҡтарҙың үҙҙәренең ихтыяры. Әгәр ҙә харам нимәгә тоташтырмаһа, уны [байрам] итеүҙән зыян булмаҫ. Шуның өсөн Науруз мәжүсиләрҙең дини байрамдары булыу сәбәпле, хөрмәтләп яһалмаһа йәки ислам диненә махсус байрам исеменән [байрам] ителмәһә, бәлки ул төбәк халҡының үҙҙәренең хәлдәренә яраҡлы ял көнө булғанлыҡтан, бары тик бер йола юлы менән яһалһа, шәриғәт исеменән тыярға юл күренмәй».
     «Дин исеменән Ғәшура көнөн байрам итеүгә, ғибәҙәт ышаныуы менән Хужа Әхмәт Ясәүи һәм Хужа Баһауетдин ҡәберҙәренә алыҫ ерҙәрҙән сәйәхәт сығыуға ҡарағанда, Наурүз байрамы, Һабан туй яһауҙа яуаплылыҡ аҙыраҡ булһа кәрәк».
     «Ислам шәриғәтенә күрә, дини байрамдар уйлап сығарыу дөрөҫ булмаһа ла, донъяуи һәм әҙәби байрамдар яһауҙан тыйыу юҡ. Ҡырға, хозурға сығыу кеүек, былар – мөбах [гонаһ та, сауап та булмай торған] эштәр. Мәүлид байрамы үҙе лә дини түгел, ә бары тик әҙәплелек һәм ғөрөф-ғәҙәт байрамы. Ниәт булыу сәбәпле, мөбах эштәр өсөн сауап һәм гонаһ билдәләнергә мөмкин булһа ла, был эш ғөрөф-ғәҙәткә һәм әҙәплеккә ҡаршы түгел».
     «Елка һәм япраҡ байрамдары, христиан мәҙһәбенә күрә, дини байраммы йә иһә һуңынан индерелгән яңы эштәрҙәнме? Быны тикшереү, хатта белгәнебеҙ ҡәҙәрлеһен һөйләү беҙҙең вазифабыҙ түгел, ә уны христиан мәҙһәбендә булған әҙәмдәр үҙҙәре тикшерерҙәр һәм һөйләшерҙәр. Иҫкә алынған байрамдар – теләһә үҙҙәренсә тейеш, теләһә яңы эш булһын, бөгөн дини байрамдарынан. Ниндәй сит дингә хас байрам булһа ла булһын, унда ҡатнашыу, тәрбиә нөктәһенән, мосолмандар өсөн яраҡлы эштәрҙән түгел. Мәжбүрилек булмағанда ундай эштәрҙән һаҡлау тейешле. Ләкин халыҡ фекерҙәренә мөрәжәғәт иткәндән һуң, уны ҡоро тыйыуҙа файҙа күренмәҫ, хатта күп ваҡыт ҡоро тыйыуҙар халыҡтарҙың хирыҫлығын арттырыуға сәбәп була. Шуның өсөн бындай эштәрҙән тыйыуҙы тәрбиә ысулына яраҡлаштырыу тейешле. Әгәр ҙә бының урынға балаларға махсус бер байрам кисәһе яһалһа, күңелдәр шуның менән ҡәнәғәтләнер, башҡаларға китмәҫ. Бының өсөн: иң кәрәкле нәмә – Мәүлид байрамы үткәреү. Мосолмандар Мәүлид байрамы исеме менән балаларға махсус шатлыҡ кисәләре яһаһалар, балалар аңлар ҡәҙәр хөрмәтле Рәсүл тормош юлын да уҡыштырһалар, балаларға махсус әҙәби хикәйәләр һәм мәҙәк хәлдәр һөйләһәләр, күңелдәре, хәтерҙәре асылыр, бер-береһе менән белешеп, дуслашырҙар, үҙҙәренә тура килгән әҙәп һәм ғәҙәттәрҙе өйрәнерҙәр, бындай кисәне һәр йыл көтөп алырҙар. Мәүлид байрамын үткән ваҡыттарҙан яһап киләләр, балалар кисәһе иһә шуның бер төрө генә булыр. «Мәүлид байрамы» исеме ярарлыҡ күренмәһә, әлбиттә, «Балалар һәм шәкерттәр кисәһе» исеме менән дә рәхәт кисәләр төҙөргә мөмкин. Ислам шәриғәтенә күрә, дини байрамдар уйлап сығарыу дөрөҫ булмаһа да, донъялағы һәм әҙәби байрамдар яһауҙан тыйыу юҡ. Ҡырға, хозурға сығыу кеүек, былар – мөбах [гөнаһ та, сауап та та булмай торған] эштәр. Мәүлид байрамы үҙе лә дини түгел, ә бары тик әҙәплелек һәм ғөрөф-ғәҙәт байрамы. Ниәт сәбәпле, мөбах эштәр өсөн сауап һәм гөнаһ билдәләнергә мөмкин булһа ла, был эш ғөрөф-ғәҙәткә һәм әҙәплеккә ҡаршы түгел». Шура. – 1912. – № 3. – Б. 87-88
     Бына бында Яңы йыл көндәрендә, яңы йылды ҡаршылап ни эшләп балаларға махсус байрам яһамаҫҡа тигән – махсус кисәләр. Яңы йылда башҡалар байрам иткәндә ни эшләп һеҙҙең балалар ошонан мәхрүм булырға тейеш?
     Бөгөнгө көндә лә бер-нисә йыл элек Мәүлид байрамын күрә алмаған һәм тыйған сәләфит-ваһһабиттәр үҙҙәре ошо байрамды үткәрә башланылар. Хәҙерге мәлдә мәсеттәргә имам булып ултырып алған мәҙһәбһеҙ сәләфит-ваһабиттәрҙә, үҙ юлдарына хыянат итеп, икейөҙлөлөк күрһәтеп, Хәнәфи мәҙһәбенә ҡушылдылар. Элек муллалар мәсеттәрҙә аҡса йыялар тип ҡысҡыралар ине. Хәҙер үҙҙәре муллалыҡты елкәләрендә татығастар, йүгереп йөрөп саҙаҡа йыйып, мәрхүмдәрҙең өсөн, етеһен, ҡырҡын да ҡалдырмайҙар!
     Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәттең кредит алығыҙ тип әйткән фекере лә бар, уны шәриғәт итеп ҡабул итәйекме? Ул һүҙҙе Ҡөръән аяттарына, хәҙистәргә ҡаршы сығыу түгелме? Шуға кемдеңдер шәхси фекерҙәренән динде бутап йөрөмәгеҙ!
     Һәм Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәттең тағын бер хәбәренә иғтибар итегеҙ: «Шәриғәт ҡаршыһында иң зыянлы нәмә – динде ғөрөф-ғәҙәт [тип] белеү, йоланы дин итеп ҡулланыу. Бына бынан һаҡланыу тейешле».
     Ғалимйән Баруди (1857—1921, реформатор) әйткән: «Мәйет сыҡҡан өйҙә ҡунаҡтар йыйып ашатыу — мәкруһ. Сөнки ҡунаҡ йыйыу шатлыҡ ваҡытында була, ҡайғы ваҡытында түгел. Үлгән кешенең өйөндә мәжлес йыйып үткәреү — бик ҡәбәхәт бидәғәттер» һүҙҙәренә киләйек. Был ғалим Ризаэтдин Фәхретдин кеүек диндә реформатор джәдидсе. Икенсе төрлө уларҙы биҙғәтселәрҙә тип заманында әйткәндәр.
     Өҫтә әйтелгән дә шулай уҡ Ғалимйән Барудинең шәхси фекере, Ислам диненә ҡағылышы юҡ. Ни эшләптер бында мәйет сыҡҡан ерҙә ҡунаҡ йыйыу тураһында һүҙ бара. Ҡайғы уртаҡлашырға килгән кешеләрҙе ҡунаҡ тип әйтеп буламы? Ҡунаҡтар бит айырым маҡсат менән мәжлескә һыйланырға саҡырылған кешеләр түгелме әллә, йәки кинәт көтмәгән, ҡапыл килеп төшкән кеше ҡунаҡ түгелме? Мәжлескә эләгеү маҡсаты менән түгел, ә мәйеттең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашырға, мәйетте ерләшергә килгәндәр ҡәбәхәттәрме? Ниндәй биҙғәтлек бында: күрше-туғаныңа инеп сығып хәл белешеп, ярҙам итеү йөрөү биҙғәтме? Биҙғәт тураһында айырым мәҡәлә булыр иншаАллаһ.
     Ғалимйән Барудинең һүҙенә Мәскәү имамы Шамиль Ғәләуетдиновтың (Выпускник Международной исламской академии и факультета исламского права Университета «аль-Азхар» (Египет). Учился с 1992 по 1998 год) яуабы: По этому поводу имеется один хадис, приводимый в большей части сводов хадисов в теме «Приготовление еды для семьи покойного». То есть по данной теме он единственен и однозначно достоверен.
     ‘Абдулла ибн Джа‘фар передал: «Когда пришло извещение о смерти [моего отца] Джа‘фара, пророк Мухаммад (да благословит его Аллах и приветствует) (обратившись к своей семье) сказал: «Приготовьте для семьи Джа‘фара еду. Воистину, их постигло то, что [в полной мере] их заняло [не дает им возможности приготовить пищу даже для себя, им не до этого]».
     Важно отметить, что те, кто готовит угощения в доме или дворе покойного, не делают чего-то запретного (харам). Возможно, что они акцентируют внимание на совершении благого от имени умершего уже в первые дни его перехода в мир иной.
     Запрета на приготовление пищи в доме покойного в Сунне нет (!), а есть призыв к соседям и родственникам поучаствовать в облегчении страданий и забот, связанных с похоронами, помогая в приготовлении угощений и еды, а точнее — готовя и принося к ним еду из своего дома.
     Конечно же, первостепенным с точки зрения Сунны Пророка (да благословит его Господь и приветствует) является полное или частичное освобождение семьи покойного от приготовления еды и угощений в первые дни после его смерти. Это не категорично (фард), а желательно (мустахаб). Период, упоминаемый учеными, — один день (сутки). Некоторые богословы говорили и о трех днях. В первую очередь это делается для самой семьи покойного, чтобы им самим было что поесть.
     В то же время необходимо заметить, что все мусульманские ученые указывали на нежелательность (макрух) специального приготовления угощений (в первые дни) в доме покойного с приглашением гостей. Чем больше затрат, приготовлений и хлопот, связанных с этим, тем более это порицаемо, вплоть до запретности (харам).
     Нежелательность эта проистекает из достоверного повествования о том, что сподвижники Пророка считали сбор людей и приготовление пищи в доме покойного одной из форм излишнего его оплакивания, что порицаемо достоверными хадисами. Хотя имам Ибн Кудама говорил о допустимости приготовления угощений в доме покойного в вынужденных ситуациях, например, когда для соболезнования приезжают дальние родственники, которых необходимо принять в качестве гостей. Но прием их не должен производиться на деньги сирот, оставшихся без кормильца. Устраивать прием гостей на деньги сирот — запретно (харам), и ученые в этом единодушны.
     Был хәлдә беҙгә ҡаҙаҡтарҙан өлгө алырға була. Берәйһе үлә ҡалһа, йыназаһына меңләгән ҡаҙаҡтар йыйыла. Шуныһы ҡыҙыҡ: һәр береһе күстәнәс тотоп, үҙ малдарын һуйып, ит –миттәрен алып киләләр.
     Шиһабетдин Мәржәни (1818–1889) (реформатор –джәдидсе, элекке дин ғалимдәренә һәм мәҙһәбтәренә һуҡырса эйәрмәгеҙ тигән, бына Ҡөръән, бына хәҙис – шуларҙы өйрәнһен дә үҙе аңлағансы ышанһын һәм ғәмәл ҡылһын, (мәҙһәбтәргә эйәреүҙе хупламай) фәҡәт тәбиғәттәре менән аҡылдары һай, фекерләүгә һәләтһеҙ булған кешеләргә генә, ташлама рәүешендә, ниндәй ҙә булһа мәзһәбкә эйәрергә рөхсәт иткән (хәҙерге ваһһабтарҙың һүҙҙәре)) әйткәндәренә лә (1, 3, 7, 40) аҫта ошо Шамил хәҙрәт әйткәндәренән яуап: Проблема в том, что люди возвели эту традицию в ранг чего-то канонически обязательного, хотя она таковой не является
      Очень хороший обычай, который может только приветствоваться с точки зрения религиозных канонов. Угощение близких и незнакомых, укрепление родственных связей, совершение благого от имени умершего — это все то, о чем говорится в высказываниях пророка Мухаммада (да благословит его Всевышний и приветствует) как о благом и вознаграждаемом. Достаточно даже вспомнить следующие слова посланника Божьего: «О люди! Приветствуйте друг друга миром, кормите и угощайте, молитесь ночью, когда другие спят, — и вы благополучно войдете в Рай» .
     На какой по счету день можно устраивать угощение и приглашать родственников — канонически значения не имеет. Люди установили себе эти сроки в качестве ориентиров, чтобы вспоминать о покойных благой молитвой сообща с родственниками и делать что-то хорошее, например угощать от имени покойного. Последнее канонически приветствуется и имеет немало подтверждений в Сунне. Важно понять, что если бы этих ориентиров не было, то люди крайне мало вспоминали бы об уже ушедших из этой жизни.
     Строго придерживаться того, на какой день отмечать, не следует. Лучше подвести все к выходному дню, чтобы большее число родственников и близких смогло посетить это мероприятие.
     Ә Ғәбдрәхим Утыҙ-Имәнигә килгәндә: был хәҙрәт шииттәр мәҙһәбенән булып (шииттәр сунниттәр менән мәңге тарҡылаша, беҙ сунниттәр), аҙаҡ Нәкшбәндиә тәрриҡәтенә инә. Йөҙләгән әҫәре бар, яртыһынан күбеһе шиғырҙар. Үҙе мулла булып ултырмаған тиерлек, әммә шиғырҙарында муллаларҙы тәнҡитләй. Муллаларҙы Аҡмулла ла тәнҡитләгән, башҡаларыла һәм бөгөнгө көндә Фәнзил Әхмәтшиндә уларға ҡаршы шиғыр яҙған. Мулла булмайынса мулла хәлен белмәҫһегеҙ: ана муллалар саҙаҡа йыя, халыҡты талай тигән сәләфит-ваһһабтарҙа хәҙер имам булып ултырып, хәйер йыйып, мәрхүмдең бере, өсөһө, етеһе, ҡырҡы мәжлестәренән бушамайҙар.
     Ғәбдрәхим Утыҙ-Имәни шиғыры беҙгә шәриғәт хөкөмө була алмай, шағирҙәрҙе диндә күптәр өнәп бөтә алмайҙар.
     Дауам итәйек: 14 йәшендә Ҡөръән хафиз (Ҡөръән Кәримде яттан белгән) һәм 1975 йылда Башҡортостандың ун икенсе мөфтие итеп ҡуйылған Ғәбделбари Низаметдин улы Исаев яҙғандарын ҡарайыҡ:
                          Мәйеттәрҙең өсөн, етеләрен үткәреү тураһында.
     Был үткәреү әсхаб кирамдар элек хасил булған (барлыҡҡа килгән), ләкин Рәсүлебеҙ (саллал Аллаһү ғәләйһи үә сәлләм): « Мәйеттәрҙе беренсе йылдарында йышыраҡ иҫкә алығыҙ», — тигән хәҙисте әйтәлер. Шуға ярашлы былар уҙыраларҙыр, ләкин 3-7-40 көн булыу шарт түгел. Үткәреү – шарттыр. Шулай булғас ҡасан етешһәң, хәлеңдән килһә, шул ваҡытта үткәреү дөрөҫтөр. Бынан маҡсат – Ҡөръән уҡылып, бының һуңынында мәйеттең сәләмәт ваҡытын күҙ алдына килтереп, аҙаҡ Аллаһтың әмере менән был хәлгә ҡалыуына иғтибар ителеп, бөгөн барлыҡ әҙәм балаларына ла шул әжәл киләлер. Ғафил тормағыҙ, һеҙгә лә был хәл буласаҡ. Шуның өсөн ошо мәжлестә Аллаһҡа истиғфар итәйек, бер-берҙәребеҙ менән бәхилләшеп китәйек, тигән тәртиптә өгөт-нәсихәт яһалырға тейешлелер. Шул ваҡытта ғына уҡылған Ҡөръән рухтарға ирешеп, уларҙы шатландырыр. Булмаһа, мәжлескә йыйылып Ҡөръән уҡып, саҙаҡа алып ҡына китеү — хатта хәрәмдер, әстәғфируллаһ.
     Икенсе бер хатында йәнә был хаҡта: Фәхриҙәрҙең һәм мөстәфтиҙәрҙең вәғәз һөйләүенә ҡарап, шәриғәтте аңлаған кеше ғәмәл ҡылырға ярамай, сөнки улар ниндәй китап йәғни хөрафәт бидҙғәт китабы күрһәтә, теге шәриғәт тип беләләр. Үҙҙәрен наҙан халыҡ араһына күрһәтеүгә ла шул еткән. Хәҙис рәсүлгә Ҡөръән айаттарына ҡайтып ғәмәл итеүгә буйҙары етмәйҙер. Шулай итеп, уларҙың фекерен шәриғәт итеп таныу – ҙур хаталыр һәм дә гөнаһтыр, ғөмүмән, мәйет дәфен ителгәс, тәлкин дөрөҫ тейеүсе ғалимдар бар. ИншәАллаһ, бынан мәйеткә зыян булмаҫ. Был — Назараттың фәтүәһелер. Рәсүл икрам саллал Аллаһү ғәләйһи үәс-сәлләмдең хәҙисе:
     ҡасан дәфен ҡылып бөткәс рәсүлүллаһ шунда туҡтап ҡалды һәм әйтте: «Ҡәрҙәшегеҙ өсөн Аллаһтан ярлыҡауын һорағыҙ, уға һорау еңелерәк булыр. Бына хәҙер унан һорау булалыр», — тине. Шунан сығып һәр бер мосолман мәйеткә Аллаһтан ярлыҡау һорау бурыслылыр. Яңғыҙ бер бабай ғына түгел. Ләкин аҡса өсөн ҡылһа, бер ҙә файҙаһы юҡтыр, ә бәлки гөнаһтыр. Ҡәберҙәрҙә һис бер тауыш ишетеү мөмкин түгелдер. Нитәк, Ҡөръән Кәрим :إنك ل تسمع من في القبور һин ҡәберҙәрҙән һис бер нәмә ишетеүсе түгелһеңдер. Тимәк, барыбыҙҙа мәйеткә мәғфирәт һорап ҡалыу тейешлелер. Ерләгәндән һуң тиләүәт-Ҡөръән, ғөмүмән, сүрәтел-Мөлк асыҡ Рәсүлебеҙҙән асыҡ хәҙистәр барҙыр. Сүрәтел-Мөлк ғазаптарҙы еңеләйтәлер һәм ут ғазабынан ҡотҡаралыр (Тирмизи, 2 елд, с 112.). Шуның өсөн мәйеттең тәүге ваҡытында ҡырҡ көнөнә йөрөү, 3 һәм 7, ҡырҡтарын үткәреү йола булған, ләкин ни Ҡөръән Кәрим, ни Рәсүлебеҙ тарафынан теүәл көндәр күрһәтелмәгән. Был 3-7-40 башҡа милләттәрҙән кереп ҡалған. Әммә ләкин мәйетте иҫкә төшөрөп тороу ләзем. Әгәр Аллаһ тарафынан йәки Пәйғәмбәр тарафынан билдәләнгән ваҡыт булһа ине, был ваҡыт етешә алмаған кешеләр өсөн ауыр булыр ине.
      Ислам дине Ҡөръән ҡысҡырып тора: ,وما جعل عليكم في الدين من حرج «Һеҙҙең өсөн дин эштәрендә бер ҙә ҡыйынлыҡ юҡтыр», — тип. Шулай булғас, ҡайһы бер көндә етешә ала, шунда яд итеү, тиләүәт Ҡөръән уҡыу ғазаптарҙан мәнегътер. Ҡырҡ көн йөрөү, 3-7-40 барыһы ла шул йөмләнән. Әлхасыйл, һүҙҙең ҡыҫҡаһы: дин эштәре тураһында үҙ-ара тартҡылашырға, көрәшергә кәрәкмәй, бәлки, шәриғәтте ныҡ һәм дөрөҫ белеүенән һорау – намаҙ шикелле, фарыздыр.
     – Белмәгәнде ныҡ белеүсенән һорау бойоролған. Һорау – иллаһи ҡанундыр. Рәсүлебеҙҙең ошо хәҙисе ғәмәлдә гел булһын. Бынан маҡсат шулдыр: «И һеҙҙәр, дин тураһында тартҡылашаһығыҙ? Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, һеҙҙән элекке халыҡтар шул дин тураһында талаш-тартыш өсөн һәләк булдылар». Шуға күрә белер-белмәҫ тарҡалаш һүҙ көрәштереү динебеҙҙең һәләк булыуына хеҙмәт итәлер. اللهم احفظ
من هذه الفات آمين
     Ихтирам менән, мөфтий Ғәбделбари кари.
     Һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Ризаетдин хәҙрәт тә, һәр бер әһле ғалим һәм беҙ ҙә, әлхәмдүлиллаһ, Рәсүлебеҙҙең хәҙисенә һәм Кәримгә Ҡөръән таянып яуап бирәбеҙ. Үҙ фекеребеҙҙе дин итеп һөйләргә һис кемдең хаҡы юҡтыр һәм оло гөнаһтыр. Үҙегеҙҙе, әстәғфируллаһ, Аллаһтан бөйөк тотоу булалыр. Аллаһ һаҡлаһын.
     Хуш, иҫән-һау булығыҙ. Ихтирам менән Ғәбделбари кари хәҙрәт

     Мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡ көнөн үткәреүҙә ни зыян? Ошо мәжлестәрҙә халыҡҡа динебеҙ тураһында вәғәздәр һөйләп, уларҙы дингә ылыҡтырыу насар эшме? Ислам диненең юғары йортын бөткән мәрхүм Нурмөхәмәт хәҙрәт быға ҡаршы түгел ине. ЦДУМ мөфтие Тәлғәт Таджетдин хәҙрәттә был мәжлестәрҙе хуп күрә. Күрше Татарстан, Ҡаҙаҡстан һәм башҡа урындарҙа уларҙың ҡазыйҙары ла, мөфтийҙәре лә ҡаршы түгел, хатта был мәжлестәрҙе яҡлайҙар.
     Имам Малик күп мәсьәләләрҙе Мәҙинә әһеленең ғөрөф-ғәҙәтенә ҡарап хәл ҡылған. Әбү Хәнифә менән шәкерттәре араһында сыҡҡан ҡайһы бер хөкөмдәрҙә тартышыу, ғөрөфкә нигеҙләнеп төрлөсә хәл ҡылынғанлығы өсөндөр. Имам Шәфиғи Мысырға килгәс, Бағдадта ҡайһы бер әйткән хөкөмдәрҙе ғөрөфкә ҡарап үҙгәрткән. Фикһуль-усул китабында ғөрөф-ғөҙҙөттәр шәриғәттең бер өлөшө тип күрһәтелә, был тәрән тема, уға төшөп тормайбыҙ.
     Ошо ғалимдар, мөфтийҙәр тарафынан хупланған һәм урындағы ғөрөф-ғәҙәткә яраҡлашҡан мәрхүмдәрҙең өсө, етеһе, ҡырҡ көндәрен һәм йылдарын биҙғәт тип диндә бер белеме булмаған әҙәмдәр ни эшләп үҙҙәрен өҫтөн тоталар һуң!

Тәсбих (тиҫбе) бидғәтме? https://nazir1965.com/din/t%D3%99sbix-ti%D2%ABbe-bid%D2%93%D3%99tme.html

Өсөһөн, етеһен, ... үткәреү ғәҙәте: https://nazir1965.com/%d2%93ibr%d3%99tle-%d2%a1issalar-xik%d3%99j%d3%99tt%d3%99r-v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d3%a9s%d3%a9%d2%bb%d3%a9n-ete%d2%bben-%d2%aftk%d3%99re%d2%af-%d2%93%d3%99%d2%99%d3%99te.html#more-9835

Өсөһө, етеһе, ҡырҡы мәжлестәре: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d3%a9s%d3%a9%d2%bb%d3%a9-ete%d2%bbe-%d2%a1yr%d2%a1y-m%d3%99zhlest%d3%99re.html#more-9840