Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ

орнамент башкир                 Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ

     Беҙҙең халыҡтың ҡайһы берҙәре (күпселеге) туғандары үлеп ҡалһа ни эшләргә белмәй аптырап ҡала. Был әле шул уларҙың диндән алыҫ икәнең күрһәтә. Динле кеше үлемдән ҡурҡмай, уға әҙер була, тик уның ҡайғырғаны ошо донъяла намаҙ-ураҙаһын етерлек ҡылдымы, игелекте етерлек эшләнеме тигән уйҙа. Был донъяла беҙ өс көнлөк ҡунаҡ, үлгәндән һуң мәңгелек Әхирәт тормошо көтә һәр кемде. Ошо донъялағы ғәмәленә ҡарап әжерендә һәм язаһын аласаҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: “Ожмаҡ хаҡ, тамуҡ хаҡ”, — ти, бер-нисә тапҡыр.

     Ҡөръән Кәримдә: “Һәр йән эйәһе үлемде татыр”, тигән аят бар. Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, нимә генә эшләһәк тә, үлемдән ҡасып ҡотола алмайбыҙ. Әсә ҡарынынан сығып ошо яҡты донъяға килгәс тә, үлемебеҙгә яҡыная башлайбыҙ. Һәр әҙәм балаһын тыуғас та, һыуҙа йыуындырып алалар, аҡ биләүгә урайҙар һәм вафат булып һуңғы юлға оҙатҡанда ла, шәриғәт ҡанундары буйынса, һабынлап йыуып, аҡ кәфенлеккә төрәләр.
     Аллаһ Тәғәлә ошо бар иткәндәре араһында иң өҫтөнө, иң хөрмәтлеһе кешелер. “Хаҡиҡәттән, беҙ кешене иң гүзәл рәүештә бар иттек”. (Дин сүрәһе, 4-се аят. Аллаһ Тәғәлә бер заман фәрештәләргә: “Мин ер йөҙөндә бер хәлифә (Әҙәм) яратмаҡсы буламын”, — тигән. Әҙәмде бар иткәндән һуң Аллаһ Тәғәлә: “Ошо Әҙәмгә хөрмәтләп сәждә ҡылығыҙ”, — тигән. Фәрештәләр барыһы ла Әҙәмгә сәждә ҡылдылар һәм хәҙерҙә беҙҙең өсөн шул ғәмәлдә.

     Кеше шулай хөрмәтле барлыҡ булғас, теге донъяға күскәндә лә уға хөрмәт күрһәтеп оҙатып ҡалабыҙ. Динебеҙҙә кеше тыуғанда уға аҙан һәм доға менән исем ҡушыла. Икенсе яртыһын тапҡаста, уларға ниҡах уҡылып ғәилә тормошо юлына баҫа. Мәрхүм булғаста динебеҙ тәртибендә йыназа намаҙы уҡып оҙатыла. Бына шулай ғүмере буйы Аллаһының хөрмәтле бәндәһе була.

     Әгәр берәйһе үлеп ҡалһа, беҙҙең бурысыбыҙ динебеҙ ҡушҡанса иғтирам менән ерләргә. Нисек үлгән? Ҡартайыу, йә ауырыу арҡаһындамы, йә атылыу, йә аҫылыныу арҡаһындамы? – унда беҙҙең эш юҡ. Ул Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә хөкөмөндә. Евангелие китабында: “Не судите, да не судимы будете, ибо каким судом судите, таким будете судимы; и какою мерою мерите, такою и вам будут мерить”, — тигән Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәре бар. Үҙ ғүмеренде ҡыйыу иң бысраҡ эштер, язаһы ҡаты буласаҡ.

     Ислам дине паклыҡҡа, таҙалыҡҡа ҡоролған. Бына Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан ғәмәлдәрҙе ҡарайыҡ: тәһәрәт кешенең тәнен тышҡы яҡтан паҡлай, намаҙ гонаһларҙан таҙарта, ураҙа эске яҡтан, йәғни рухи яҡтан камилаштыра. Зәкәтте ҡараһаҡ, ул — малды паҡлай. Мәрхүм ҡәрҙәштәребеҙҙе лә һуңғы юлға ла паҡлап оҙатыу кәрәк. Был пәйғәмбәребеҙ заманынан уҡ ҡалған ғәмәл.

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисендә: “Кем мәйет йыуып оҙата, шуның өсөн ҡырҡ ҙур гонаһы ғәфү ителә”, тип әйтелгән. Мәйетте ҡырҡ аҙым күтәреп барыуҙа сауаплы эштер, быны эшләгән кешеләрҙең 40 гонаһлары кисерелә тип. “Кем уны кәфенләй, уға йәннәттә ебәктән кейем булыр”, тигән һөйөнөслө хәбәрҙәре лә бар. Ҡәбер ҡаҙыусыларға ла сауаптары етерлек. Ләкин беҙҙең ирҙәр (ҡайһы бер) зыяратта араҡы эсеүҙе ғәҙәткә индерҙеләр. Йола тип һанай башланылар. Был бик яман Иблис эшелер. Ғүмере буйы арып-талып, йоҡоһон йоҡламай һине ашатҡан, үҫтергән, кейендергән мәрхүм атай-әсәйеңдең, туған-ҡәрҙәшенде мыҫҡылап, мәсхәрәләп ерләү түгелме? Улар, мәрхүмдәр ошо үҙҙәрен ерләгәндәрен күрәләр, ни ҡайғы һәм хәсрәт уларға. Бер мулланың эше түгел ошо кафыр ғәҙәттәренән уларҙы арындырырға, ҡәтғи рәүештә эскелектән тыйыу һәм тәрбиәләү барыбыҙҙың да эш.

     Ҡәберҙән һуңғы кеше ҡырҡ аҙым киткәс, ошо мәйеттән һорау башлана ла инде. Йәне Әхирәткә күсә, шуға ла ғүр эйәһе тип, ошо ерләнгән көндән башлап һанай башлайбыҙ.

     Мәрхүмгә, икенсе төрлө әйткәндә мәйеткә ҡарата хөрмәтебеҙ бер булырға тейеш. Уның бер тәртибе күрһәтелгән, ул шул тәртиптә барһа, хәйерлерәк. Бына беҙгә биш ваҡыт намаҙ яҙылған икән, уны ваҡыт алты итә алмайбыҙ; бер ай ураҙа тоторға яҙылған икән, уны ла утыҙ бер көн итә алмайбыҙ. Йыуыу мәсьәләһенә килгәндә лә уны шәриғәт ҡушҡанса үтәһәк, дөрөҫ була. Кәфендән артыҡ икенсе нәмәгә төрөүҙә ошо тәртипте боҙа. Беҙҙең яҡта одеялды ни эшләп мәйеттең өҫтөнә ябалар? Был мәйетте алып барғанда һыу, ҡар, саңға буялмаһын өсөн генә бит. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ гәүрәте беленмәһен өсөн. Башҡа ерҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙын кәүҙәһен алып барғанда дуғалар өҫтөнән шаршау ябыла. Ә беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙын мәйетен ҡәбергә төшөрәм тиһән, одеялы уралған, шунда бар ирҙәр алдында мәрхүмәне әйләндереп-борғолайыҡмы? Одеялын тартып алайыҡмы? Ҡайҙа ҡәбергә төшөргән ваҡытта сит ҡараштан ҡаплап торған япмаһы? Шуға рәтен белмәгән әбейҙәрҙе яҡын ебәрмәгеҙ, мулланан һорағыҙ.

     Үлем хәлендәге кеше янында ни эшләргә? Үләргә ятҡан ауырыуҙың хәлең белергә барғанда уның янында, кәйефенә ҡарап, оҙаҡ ултырырға ярамай. Үлемгә яҡынайһа, башта уны уң яғына ятҡырып, йөҙө менән ҡиблаға табан ҡаратып ҡуялар, сөнки былай һалғанда иман кәлимәһен әйтеү еңелерәк була тиҙәр. Уның ҡолағына әкрен генә иман кәлимәһе: “Ләә илләәһә илләллаһү Мүхәммәдүр расулүллааһ”, — әйтелә. Үҙенән көсләп әйтерергә ярамай, был иман кәлимәһен үлем хәлендәге кешенең иҫенә төшөрөү өсөн кәрәк. Беҙҙең теләгәнебеҙ ошо донъяла, һуңғы һүҙебеҙ — телебеҙҙә ошо иман кәлимәһе булыуын. Ошо ахыр һүҙҙе: “Ләә иләәһә илләллаһ” булған кеше йәннәткә инер тип әйтелә бит.

     Уның янында “Йәсин” йәки “Мүлк” сүрәләрен уҡырҙар. Былары сауаплы эштер. Үлем хәлендәге бәндәнең янында Ҡөръән Кәримдән сүрә йәки аяттар уҡый белмәһәгеҙ хәйер доға ҡылығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: “Берәй үлем хәлендәге кеше йә иһә мәйет янында булһағыҙ, хәйерле бер һүҙ әйтегеҙ. Сөнки фәрештәләр, ошо һүҙҙең ҡабул ителеүе өсөн “Әмин”, — тип доға ҡылырҙар”, — тип әйткән. Яҡын иптәше Әбү Сәләм мәрхүм булғанда ла Мөхәммәд ғәләйһиссәләм уға хәйер доға ҡылған, дуҫы өсөн Аллаһ Тәғәләнән рәхмәт һәм мәғрифәт һораған, әхирәт донъяһында ҙур дәрәжәләр, ҡәберендә хисап көнөнә тиклем ятҡан ваҡытында иркенлек, рәхәтлелек һораған.

     Шунан Әхирәт доньяһында китеп барһа, күҙҙәрен ҡаплайҙар, ауыҙы асылһа, эйәк аҫтынан башына табан ауыҙын яптырып, тартып сепрәк бәйләйҙәр. Эсе күпмәһен өсөн ҡорһағына ҡайсы ауырлығында булһа ла әйбер ҡуялар. Ҡайһы бер ерҙә тоҙҙа ҡуялар, аҙаҡ ул тоҙҙо ергә һипкеләйҙәр. Шундайыраҡ диндә юҡ нәмәне уйлап сығарғандар: мәйет өҫтөндәге ҡайсы, йә иһә бысаҡты аҙаҡ ишек башына ҡырҡ көнгә ҡаҙап ҡуйыу ғәҙәте бар. Шулай эштәһәләр башҡа үлем килмәҫ тип. Был йола диндә юҡ. Ул бысаҡ, йәки ҡайсы килер Ғазраилдән ҡотҡармаҫ, тик Аллаһ Тәғәлә генә теләһә. Шулай уҡ ҡырҡ көн электролампаны яндырып ҡуйыу кемдең башына килгәндер, олатай-өләсәйҙәр заманында свет тигән нәмә булмаған. Сыраны төнө буйы көтөп яндырырға бай булмағандар.

     Кешенең йәне сыҡҡас, күҙҙәре асыҡ икән, йомдорола. Пәйғәмбәрбеҙ ғәләйһиссәләм: “Кешең рухы тәненән сыҡҡандан һуң, күҙ рухты эҙләр”, — тигән. Мәрхүмден йәне беҙ уны ер ҡуйынына тапшырғансы беҙҙең эргәлә булыр һәм беҙ һөйләшкәнде, ни эшләгәнде күреп торор, тип әйтелә.

     Мәрхүм берәй һалҡыныраҡ бүлмәгә ҡуйыла. Кәүҙәһен бороп аяҡтарын ҡиблаға ҡарата һалырға. (Борон йола буйынса башҡорттар башын ҡибла яғына һалғандар. Бында тырышаһы урын юҡ, башы  йәки аяғы ҡибла юғында булырға тейеш тигән хәҙис үә аят юҡ, ҡайһы бер яҡтарҙа башын көнбайышҡа, аяғын көнсығышҡа ҡарата һалалар). Ҡулдарын ике яҡҡа һуҙып һалырға. Кендек, йәки күкрәк өҫтөнә ҡуйылмай, был икенсе дин кешеләре ғәҙәте. Өҫтөнә еңел, йоҡа япма ябыла. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ булһа башына яулыҡ бөркәргә.

     Хәҙерге заманда, өйө тирәһендә кеше үлеп киткәс, полиция хеҙмәткәре саҡырыла, врачтар килеп, оло кеше булһа үлеме хаҡында документ теркәйҙәр. Йәки моргҡа алып китәләр. Унда эләгергә Хоҙай ҡушмаһын инде. Моргта мәйетте телгеләп үлеменең сәбәбен асыҡлайҙар. Әгәр мәйеттең туғандары телгеләргә рөхсәт бирмәй икән, был мәйетте ҡырҡылап ҡарарға тейеш түгелдәр. Хирург-анатомдар беҙҙен районда шуның өсөн мең ярымдан өс меңгә тиклем аҡса алып ҡалалар. Бындай тариф бер документала ҡаралмаған, был әлеге хирургтың кеше ҡайғыһында аҡса эшләүе. Ҡала ерендәге мәйетханаға эләкһәләр, мәрхүмдәрҙен эштәре бигерәктә хөрт. Бында инде әлеге кеше талаусылар хужа, юҡ-барҙан һылтау табып, русса әйтмешләй “искусственный очередь” эшләп, аҡса талап итәләр. Мәйеттәрҙе һалып ҡуялар бирмәй, теге-был һылтау менән, шунан мәйетте 15-20 мең аҡсаға туғандарына «һатып» бирәләр. Ә улар ни эшләһен, мәрхүме өсөн барыһына ла риза. Ә ҡәбер ере өсөн ҡалаларҙа тағы ла түләр кәрәк. Ә беҙҙең хөкүмәт белһә лә был хаҡта ҡыл ҡыбырҙатмай. Үҙҙәренә тамып торалыр. Быныһы бер, икенсеһе: мәйетханала ир мәйеттәрҙе ҡатын-ҡыҙҙар йыуып, кәфенгә төрөп бирәләр. Шулай уҡ был эштә аҡсаға бәйле. Быныһы үтә боҙоҡ, оятһыҙ, дингә ҡаршы эш. Аллаһының ҡарғышы һәм ләғънәте ундай ҡатын-ҡыҙҙарға.

     Бына ошо үҙҙәрен талаған кешеләргә аҡса биреп, ҡәбер ҡаҙған әҙәмдәргә әллә нисә меңлек араҡыны йәшник менән алып килеп эсереп, ә инде үҙ мәрхүмдәрен дин буйынса ҡәҙерләп, йыуып, хөрмәтләп ерләгән, ҡырҡ көн буйы үҙ ваҡытын, сәғәттәрен ошо мәрхүм мәйеткә арнап Ҡөръән уҡыған муллаларға хөрмәт юҡ. Берәй йөҙ тәңкә аҡса биреп шуны күп күрәләр, аҙаҡ мулла бай тип ғәйбәт менән булышалар.

     Мулланың бер ниндәй ҙә бурысы юҡ һеҙҙең мәрхүмдәрегеҙ өсөн дә, һеҙҙең алдығыҙҙа ла. Хәлегеҙҙән килә икән, үҙегеҙ уҡығыҙ, килмәй икән муллаға тапшырығыҙ. Биргән саҙаҡаларығыҙ менән мулланы байытам тип уйламағыҙ. Муллаларға зарплата ҡаралмаған, үҙ көстәрен бушлай дин өсөн, Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн эшләйҙәр. Мәсеттәрҙе хөкүмәт ҡарамай, уларҙаң бер тинлек ярҙам юҡ. Муллаға биргән саҙаҡаларығыҙ һәм әбей-һәбей биргән тимер биш-унлыҡтар иман йортоноң свет-газына түләнелә. Саҙаҡа тигәндәй, бер барып мәсеткә хәйер һалдығыҙмы? Биш-алты ҡарттың хәйер аҡсаһына мәсет тотола түгелме?

     Мәйетте күмер өсөн ауылдың имам-хатыйбынан рөхсәт алыр кәрәк. Был бигерәктә ҡаланан ауылға алып килеп ерләүселәргә ҡағыла. Шулай уҡ уларға сельсовет тарафынан рөхсәт алырға кәрәк. Түләү тарифыла ҡаралған. Сөнки зыярат хөкүмәт ере, мулланың ҡыҫылышы юҡ унда, икенсе яҡтан белмәйҙә ҡалалар кем күмелгәнен, шул арҡала мәйетте яңынан ҡаҙып алып, полиция эш асырға хаҡлы. Берәй үлтерелгән кеше түгелме икән? — тип. Зыяратты мулла түгел, ә сельсовет ҡарай, уларға бюджеттән йыл һайын аҡса бүленә.

     Мәрхүмгә аҡ материалдан кәфенлек әҙерләп ҡуйыр кәрәк: ирҙәргә 12 метр, ә ҡатын-ҡыҙҙарға 15 метр.
     Өс таҫтамал 2.5 метрҙан.
     Марля 6-8 метр.
     Зыяраттан ләхет таҡтаһын алып килер кәрәк.
     Полиэтилен 3 метр тирәһе. Резина перчаткалар 5-6 пар.
     Мәйетте йыуыр өсөн мәсеттән ҡомған (кувшин), биҙрәләр, сүмес, халаттар алып килер кәрәк. Был әйберҙәр мәсеттә булырға тейеш.

     Йыуыу өсөн: ауыҙ-танауға алты сепрәк, истинжаға алты сепрәк һәм ғәүрәттәрен ҡапларға ике ҙурыраҡ сепрәк әҙерләйҙәр. Бына бында мәрхүм ирҙәр өсөн ирҙәр, йә мулла, ә мәрхүм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡатындар сепрәк йә кәфен киҫеп әҙерләргә тейеш тигән нәмә юҡ. Шулай уҡ мәйет йыуырға ир өсөн ир, ҡатын кеше өсөн ҡатын-ҡыҙ һыуға барырға тейеш тигән нәмә лә юҡ. Әллә ҡайҙан бындай ырым-шырымдарҙы уйлап сығарырға халыҡ оҫта бит. Диндә был хаҡта бер ерҙә лә яҙылмаған.

     Яңы ғына бер ауылда ир кешене ерләгәндәр. Йыуып бөткәндәр, ҡәбер әҙер, алып барырға ат бар, тик ул бейә булған. Мулла рөхсәт бирмәй бейә малы менән ир мәйетте алып барырға. Өс-дүрт сәғәт көтөп ҡәбер ҡаҙыусылар өшөп бөткәндәр, ауылда айғыр ат юҡ, тик бер иҫерек күрше ауылдан айғыр ат менән килеп сығып, шунан һуң ғына алып барып ерләгәндәр. Был муллаға ҡайһы әбейе бындай аҡыл өйрәтте икән? Наҙанлыҡтан килә бит ул. Шулай уҡ мәйетте һыу аша тура алып сығырға ярамай, тик күпер аша ғына йөрөргә тип, кешеләрҙе алйыталар. Йәки мәрхүмдең туғандары ҡәбер ҡаҙырға тейеш түгел тип, әҙәм ялҡауҙары аҡыл өйрәтәләр. Йә инде мәйетте ерләгәндә күрше яҡтан килгәндәр үҙҙәренсә ҡыланып, йәки урындағыларҙың үҙ-ара талашҡаның күрәһең — шуныһы ҡыҙыҡ быларҙың берәүһе лә намаҙ уҡымай һәм ураҙа тотмай, ә аҡылға муллаларҙан өҫтөн булырға тырышалар. Исмаһам сөннәт буйынса ерләү тигән төшөнсәне белмәйҙәр.

     Ундай нәмәләр беҙҙә генә түгел, башҡа ерҙә лә бар. Ҡырым татарҙарын алайыҡ: мәйетте күтәреп йүгерешеп алып бараларҙа, тиҙ-тиҙ күмәләрҙә, шунан зыяраттан бер-береһен уҙышып, артарына ла ҡарамай өйҙәренә тыш-быш сабалар, айыу баҫтырамы ни уларҙы. Үлем эйәрә икән, бына шуға ҡоттары оса икән. Әлеге шул был ғөрөф-ғәҙәттәр мәжүсилек заманынан килә.

     Хәҙерге заманда ла әбейҙәр мәйет өшөй тип ҡат-ҡат одеялдарға төрәләр. Өшөгәс ни өйҙәрендә мейес эргәһенә һалып ҡуйһындар. Ни эшләп шул тиклем исраф ҡылалар, кәфенләү тәртибен боҙалар һәм башҡаларға Исламда (сөннәттә) булмаған үрнәк күрһәтәләр. Әллә әбей-бабайҙарының йолаһынанмы? Ахыры уларҙың үҙ заманында одеялдары күп булып, ҡайҙа итергә белмәгәндер? 

     Мәрхүмде ерләгәндә, тағы бер аҡылһыҙ йола сығарғандар. Мәрхүм ҡәберенә һуңғы бысраҡ кейемен һалып ҡалдыралар! Ҡәбер һеҙгә сүп-сар ояһымы? Ҡәберҙә кәфенгә төрөлгән мәйеттән башҡа бер нәмә лә булырға тейеш түгел! Еңел ауыҙҙан сыҡҡан мәйет мәсхәрәләүҙе онотоғоҙ. Был уның һуңғы йорто. Ҡайҙа яҙылған алама кейемде мәйет эргәһенә һалырға тип?

     Пәйғәмбәребеҙҙе нисек ерләгәндәр? Кәфенгә төргәндәр, шул еткән. Һеҙҙен мәйет Пәйғәмбәрҙән өҫтөнмө? Яҫтыҡтар һалып, кәфендән башҡа одеялдар менән урап, Ҡөръән яҙыуҙары һалып? Шунан ҡәбер өҫтөнә бер-береһенән уҙышып затлы таштарҙан памятниктәр ҡуйып? Үлек ҡәберҙәргә ҡарап тороусы ҡәҙерле кешеләрҙен фотоларын ҡуйыу — был ахмаҡлыҡ һәм әҙәп юҡлығын күрһәтә. "Мәрхүм һөйөклө атай-әсәйем, туғаным ошо шомло, ҡурҡыныс, тамуҡты иҫкәрткән ҡәберҙәргә мәңге ҡарап тор", — тигән уй башығыҙға инеп сыҡмаймы?

     Бынан башҡа Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә: «Һүрәтле урындарға (өй, ҡәбер беҙҙең икенсе өйөбөҙ) фәрештә ултырмаҫ», — ти. Фәрештәләр яҡын кешеңдең ҡәберенә ултырмағас, улар өсөн доға һәм сәждә ҡылмағас, шунда ятҡан мәрхүмдәр ниндәй ҡаты яза ла булғанын аңлайһығыҙмы?

     Мәрхүмдәрҙең: “Мин ошо эргәмдә ятҡан мәйеттән ни ерем менән өҫтөн? Ни эшләп мине ҙурлап маташаһығыҙ? Беҙ бит бында барыбыҙҙа бер тигеҙ”, — тип рәнйегәндәрен ишетһәгеҙ ине.

     Был ҡыланыштар икенсе дин кешеләренә оҡшатырға тырышыу һәм көфөрлөккә алып бара торған эштер. Көфөрлөк мосолман диненән сығара һәм кешене кафырға әйләндерә. Әле бына берәү интернеттә ни эшләп ҡәберҙәргә веноктар ҡуймаҫҡа ти. Өҫтә яҙылғандарҙан аңлағанһығыҙҙыр? Зыярат тулы аяҡ аҫтында “траурный” веноктар ҡый булып ята. Әллә урыҫ ҡәберлегеме тиһәң, урыҫтар зыяраттарын таҙа тота бит. Урыҫтарҙың ҡәберендә венок күргәнегеҙ бармы? Юҡ бит! Ә беҙҙекеләр ҡәбер өҫтөнә бесән күбәһе һымаҡ ҡап-ҡара веноктар өйөп ҡуя, шунан ята йылдар буйы, бер ташландыҡ урын булып. Был совет осоронан ҡалған йоланы онотоғоҙ. Бер мосолман дине тәртибе бар икән, үҙегеҙсә ҡыланып маташмағыҙ!

     Мосолман кешеһен ҡайһы ерҙә ерләһәңдә дөрөҫ. Әллә ҡайҙан алып ҡайтыу кәрәкмәй. Беҙҙең доғалар һәм саҙаҡалар уларға ирешә.

     Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Мосолман кешенең ҡәбере икенсе дин кешеһенең ҡәберенән айырылһын өсөн ҡәбер тупрағын башҡа динле кешеләр һымаҡ тигеҙләп өймәгеҙ, ә дөйәнең бүлкәсе һымаҡ ике өйөмгә бүлегеҙ», — тигән. Был нимәгә ишара? Әгәр берәй мосолман ҡәбер тирәһенән үтеп барһа, бында мосолман ҡәрҙәш ята тип, доға ҡылыр. Хәҙерге замандағы айырым мосолман ҡәберҙәре һуңыраҡ барлыҡҡа килгән, шулай уҡ ҡәбер өҫтөнә ай һыны ҡуйыуҙа.

     Иғтибар иткәнегеҙҙер: Мәккәлә ай һыны мәсеттәрҙә өҫкә тура ҡарап тора, ә башҡа ерҙә мәсеттәрҙә ҡибла яғына ҡарай. Ә ҡәбер мәсет түгел, шуға ла ҡиблаға оҡшатып ҡаратыу дөрөҫ булмаҫ, шуның өсөн кире яҡҡа ҡаратып ҡуялар. Ҡайһы бер урында айҙың башында, уртаһында, аҙағында үлгән тип күктәге ай планетаһының сығышы менән сағыштыралар. Был дөрөҫ түгел.

     Мәйетте тәрбиәләү буйынса айырым яҙырмын, ИншаАллаһ.

     Ҡыҫҡаса ошолайыраҡ: йыуыр алдынан истинжа ҡылдыралар. Истинжа ул – алғы артҡы юлдарҙы паклау тигән һүҙ. Мәйетте ләхет таҡтаһына һалалар, икенсе яҡтарҙа ҡолаша тиҙәрме, йә башҡа төрлө әйтәләр. Мәйеттең кейем-күлмәктәрен сисеп алалар, сөнки әрәм шәриғәттә юҡ. Иҫке күлмәктәр икән, еңдәренән киҫеп һалдырырға ла мөмкин. Ғәүрәттәрен ҡаплап ҡуялар. Истинжә ҡылдырғанда нәжес сыҡһын өсөн бер аҙ ҡорһағына баҫып алалар. Шунан мәйеткә тәһәрәт алдыра башлайбыҙ, тәһәрәтте үҙебеҙ нисек алабыҙ, мәйеткә дә шулай алдырабыҙ, ауыҙ-танауҙарын алдан әҙерләгән сепрәктәрҙе еүешләп, бармаҡҡа урап таҙартабыҙ, ә аяҡтарҙы иң аҙаҡ йыуабыҙ. Һуңынан башынан йыуа башлайбыҙ. Уны ултыртып та, ятҡырып та йыуалар. Мәйет ауыр икән, уны ятҡырып йыуһаңда ярай. Иң элек һул яғына ятҡырып, уң яғын йыуырға, бер ыңғай ләхет таҡтаһын сайып, уң яғына ятҡырып һул яғын йыуырға кәрәк. Был эште өс тапҡыр ҡабатлайһың. Йыуып бөткәс берәй таҙа сепрәктәр менән ҡоротабыҙ. Әгәр мәйет оҙаҡ ятып тарҡала башлаған булһа, ғөсөл фарызын ғына үтәбеҙ, йәғни ауыҙ-моронона, бөтә тәненә һыу ҡойоп сығабыҙ. Был осраҡта тәһәрәт алдырып, өсәр тапҡыр йыуып булмай. Әгәр төрлө сәбәптәр менән кәүҙәнең формаһы юғалған булһа, табутҡа һалып та күмәләр. Башҡа дингә оҡшаған тип ҡурҡаһы юҡ, бындай осраҡта ул дөрөҫ һанала.

     Ир кешене — ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙы ҡатын-ҡыҙ йыуа. Ире үлһә, уның ҡатыны йыуа ала, ә ҡатыны үлһә, ире йыуа алмай. Сөнки ире үлгәс, ҡатындың никах срогы бар — ул да 4 ай ҙа 10 көн айырылмаған булып һанала. Был срок ошо тол ҡатындын ошо әлеге мәрхүм иренән балаға ҡалыу ваҡытылыр. Шуға йәш ҡаты-ҡыҙҙарға ире үлеп китеү менән икенсе иргә ҡапыл сығыуы зинаға тиң, беҙҙең шәриғәткә ҡаршы килә. Ә ҡатыны үлгән ир шунда уҡ унан айырылған булып иҫәпләнә.

     Мәрхүмде кәфенләп бөткәс, тәһлил әйтеп, Ҡөръән уҡып ҡәбергә алып китергә әҙерләйҙәр. Мәйетте йорттан аяғы менән алға табан күтәреп сығаралар. Зыяратҡа алып барғанда башы алда була. Йыназа намаҙҙын өй эргәһендә кеше күп ерҙә уҡыһаңда була, йә зыяратҡа индермәҫ борон шул тирәлә. Мәйетте башы менән көнбайышҡа бороп, кәүҙәһе ҡабырғаһы менән ҡиблаға ҡарап ятырға тейеш.

     Әгәрҙә бер-нисә мәйет булып, араһында балалар, ҡатын-ҡыҙ бар икән, иң башта йыназа намаҙы уҡығанда мулла алдына өлкән ир мәйетте һалына, шунан бала мәйете, иң ситкә ҡибла яғына ҡатын-ҡыҙ мәйете һалына. Һәр береһенә айырым йыназа уҡыйҙар.

     Ерләгәндә ҡибла яғынан тәүҙә ир кешегә ҡәбер ҡаҙыла, шунан мәрхүм балаға, унан ары төнъяҡтараҡ килеп сыға инде, мәрхүм ҡатын-ҡыҙға.

     Әгәр берәй сәбәп менән бер ҡәбергә ғаиләһе менән ҡуйыла икән: Ҡибла тарафына иң башта ир кеше, шунан бала, аҙағынан ҡатын-ҡыҙ, тик ҡабырғаларын бер-береһенә тейгеҙмәй әҙерәк ара ҡалдырыла. Шул буш араға тупраҡ һалына кәүҙәләрен айырып.

     Үлгән кешене шул уҡ көндө, йәки икенсе көндө ерләргә мөмкин. Иң хәйерлеһе беренсе көндә ерләү.  Тәһәрәт ғөсөлөнә килгәндә, мәйетте алдан беренсе көндө үк йыуып һалып ҡуйыу матур эштер һәм был фарыз кифая ғәмәл — тиҙерәк үтәлергә тейеш эш, ни тиклем тиҙерәк йыуып ни тиклем тиҙерәк күмеү. Беҙҙең халыҡта наҙанлыҡтан мәйеттең тәһәрәте боҙола тип уйлайҙар. Үҙенең тәһәрәттен тере кеше боҙа, ә ҡыбырҙамай ятҡан мәйет түгел. Ул нисек боҙһоң? Алама тыушалып бөткән кейемдә, бысраҡ хәлендә һеҙҙең алда ятыуы хәйерлеме? Әллә таҙа итеп йыуылып, аҡ кәфенгә төрөлөп матур итеп ятыуымы? Ни өсөн йыуабыҙ? Йыназа намаҙы уҡыр өсөн һәм күркәм хәлдә һуңғы юлға оҙатыу өсөн. Шуға алдан тәрбиәләүҙең зыяны юҡ.

     Бында ғөсөлдәгәндән һуң тик эсеп үлгәндәр проблема тыуҙыра. Хирургтар телгеләгәс, ҡандары спирт арҡаһында шыйыҡ булып һарҡып тик тора, шулай, үлгәндән һуң да беҙҙе тыныслыҡта ҡалдырмайҙар.