Кешелек йөҙөң

                                                                          Кешелек йөҙөң

                                          Кешелек йөҙөңдө юғалтма, ул Хоҙай Тәғәлә бүләге...
     Һәр киң мәғлүмәт сараһы, әгәр уның үҙ аудиторияһы, уҡыусылары булмаһа, үҙ йөҙөн тапмаҫ, үҙ тәғәйенләнешен юғалтыр ине. Тап шул тоғро дуҫтарыбыҙ, әүҙем авторҙарыбыҙ, аҡыллы кәңәшселәребеҙ булғаны өсөн дә беҙ, матбуғат сараларын донъяға бар итеүселәр, үҙ тауышыбыҙҙы ишеттерә, кемдеңдер күңеленә үтеп инә, уйландыра, һыҙландыра, ҡыуандыра алабыҙ. Ошо көндәрҙә редакцияға килеп ингән Фәүзиә апай Йәнтилина, милләтем, тип тә, башҡорт матбуғаты, тип тә йән атып йөрөүсе әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе. Кәрәк саҡта кәңәштәрен дә әйтә, кәрәк саҡта етешһеҙлектәрҙе лә еткерә ул. Был юлы ла һүҙ артынан һүҙ сығып, тормошобоҙҙағы борсолдорған мәсьәләләр тураһында һөйләшеп алдыҡ һәм апайҙың фекерҙәрен уҡыусыларыбыҙға ла тәҡдим итмәксебеҙ.


                                                                         Мәңгелек йөҙ
     Хәҙерге ваҡытта тормошта ла, ауылда ла иң борсоғаны — эскелек. Кеше шул арҡала үҙенең Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәғәйенләнгән бурысын, кешелек йөҙөн юғалта. Бер ваҡыт үҙ алдыма «кешелеклелек» нимәне аңлата икән, тип уйлап ултырам. Тегеләй уйланым, былай уйланым, аңлатма һүҙлек юҡ. Шунан ҡапыл руссаһын ҡарарға булдым. «Человечность» һүҙе «чело» — йөҙ, «вечность» — мәңгелек тигәндән алынған. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә беҙҙең йөҙөбөҙҙө мәңгелек итеп яралтҡан. Ә беҙ эскелек һымаҡ алама ғәҙәттәр арҡаһында кешелек йөҙөбөҙҙө юғалтабыҙ, ваҡытлыса рәхәтлеккә бирелеп, мәңгелек алдындағы бурысыбыҙҙы уйламайбыҙ. Элекке кешеләр Аллаһы Тәғәлә алдында үҙенең ысын йөҙөн һаҡлаған, алдашмаған, урлашмаған, хәйләләмәгән. Ул замандарҙа ауылдарҙа бер кем ишек бикләп йөрөмәне. Йоҙаҡламай ҙа инек. Кешеләр, ишек асыҡ булып та, өйҙә хужалар булмаһа, тупһа аша атламайҙар ҙа ине. Хәҙер ҡайҙан нимәне алып китергә тип ҡарап ҡына торалар. Быларҙың барыһы ла дин юлынан тайпылып, иманды юғалтыу һөҙөмтәһе. Шуға күрә халыҡҡа тиҙерәк дин юлына баҫып, иманды юлдаш итеп, мәңгелек алдында кешелек йөҙөбөҙҙө һаҡлауҙы хәстәрләп, балаларыбыҙға ла шуны аңлатырға кәрәк.
     Хәҙер айыҡ тормош өсөн көрәшселәр барлыҡҡа килде. Ләкин шуныһы: был көрәште ололар түгел, йәштәр башланы. Йәштәр айыҡлыҡҡа аңлы рәүештә килә. Бер яҡтан, шатлыҡлы был, икенсе яҡтан, ололар өсөн оят. Өлкән быуын һаман булһа совет осорондағыса йәшәй, уйламай, фекерләмәй, улар өсөн кемдер уйлар әле, тигән ҡылығын ташламай. Совет осоронда бит беҙҙең өсөн уйланылар, беҙҙең өсөн хәл иттеләр, шулай итеп, кешенең мейеһендәге фекерләү зонаһын бөтөнләйгә һүндереп ҡуйҙылар. Әммә динһеҙ, иманһыҙ ҡоролош һәр ваҡыт тарҡала. Баштан уҡ диндән, имандан яҙылмаған булһа, бәлки, был ҡоролошҡа ҡаршы сығырҙар һәм милләт үҙенең эске резервтарын, милли асылын юғалтмаҫ ине. Милли асылды юғалтыр өсөн бөтөнөбөҙҙө бер тараҡ менән тарап, беҙҙән бер — совет милләте әүәләп, беҙҙе юҡ итеү өсөн ҡолдар, зомби әүәләнеләр. Дин юғалтыу — аң юғалтыу ул. Ҡабат үҙ аңыбыҙға ҡайтабыҙ, тиһәк, бөгөн беҙгә кешенең фекерләү ҡеүәһен күтәреү, уны уйларға өйрәтеү зарур. Бының өсөн, тәү сиратта, уҡырға кәрәк. Әлбиттә, уҡыуҙың да төрлөһө була, был осраҡта мин дин юлына баҫып, Ҡөрьән-Кәримде, хәҙистәрҙе уҡыуҙы күҙ уңында тотам. Беҙгә ғилемле булырға кәрәк. Ғилем фекерләүгә нигеҙләнә. Аллаһы Тәғәләнән килгән мәғлүмәтте алып, шул турала фекерләп, уйлап, һығымталар яһау — ул ғилем. Иғтибар итегеҙ: ниндәйҙер бер мәлдә башҡа кинәт кенә матур уй килеп төшә. Ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә һиңә бер тамсы ғына фекер бирә лә, артабан уйла, мин һиңә уйларға баш биргәнмен, ти. Ойотҡо һала, уйла, уҡы, эҙлән, тырыш, яуабын табырһың, ти. Аңлы кеше уҡый, яуабын табырға теләй. Ҡөрьән-Кәримдә бөтөн хәл-ваҡиғаларға яуаптар бар, улар аяттар менән нығытылып ҡуйылған.
                                                                        Ояһында ни күрһә...
     Әсәйем диндар кеше булды, ғүмер буйы намаҙ уҡыны. Үҙенең тәртибе менән үрнәк күрһәтте. Аҙ һөйләне, фекерен туплап, төйнәп, матур ғына иттереп әйтә лә, игәп ултырмаҫ ине. Йәшәй-йәшәй шуны аңланым: тимәк, ул иң кәрәклеһен һеңдереп кенә әйткән дә, игәп, кире реакция тыуҙырмаған. Беҙ ғаиләлә атай менән әсәйҙең нимәгәлер низағлашып, бәхәсләшеп, талашып ултырғанын күрмәнек. Тәрбиә — ул, минеңсә, күсәгилешлек. Атай-әсәйҙән килгән ғаилә традицияһын, шөкөр, беҙҙең ғаилә лә, шулай уҡ ағайымдарҙың ғаиләләре лә дауам итә.
     Ә бит электән килгән тәрбиә өлгөләрен, динде һанға һуҡмаған ғаиләләр ҙә бар. Һөҙөмтә билдәле: ата-әсә үҙенең сәскәнен ура, балалары иманһыҙ булып үҫә, ҡартайған көнөндә игелек күрһәтмәй. Шунан, бындай баланы кем тәрбиәләгән, тип аптыраған булабыҙ инде. Бер ата-әсә лә балаһының насар тәртибендә үҙе ғәйепле икәнен танырға теләмәй. Иманһыҙлыҡ, динһеҙлек- бөтөн булған бәләләрҙең башы. Динһеҙлек хаяһыҙлыҡҡа килтерә. Дин — ул тәрбиә, Аллаһы Тәғәләгә юл. Динһеҙҙәрҙең маҡсаты — билдән түбән ғәмәл, нәфсе. Нәфсе шул тиклем ҡурҡыныс нәмә. Хәҙерге ваҡытта күптәр нәфсе ҡоло булып йәшәй, нәфсе көнләшеүгә, бер-берең менән ярышыуға, бер- береңдән арттырырға тырышыуға килтерә. Күптәр нәфсеһе арҡаһында аҡса ҡолона әйләнә. Әлбиттә, аҡсаһыҙ йәшәп булмай, әммә хәләл көсөң менән тапҡан мал, ризыҡтан да татлыһы юҡ. Дин юлында йөрөгән кеше үҙенең самаһын белә. Ҡайҙа хәрәм, ул яҡҡа үтмәй, ҡайҙа хәләл — шунда бара. Хәрәм менән хәләлде динһеҙ кеше аңламай, шуның өсөн саманы ла белмәй.
                                                                         Хеҙмәт тәрбиәһе
     Былтыр ҡоролоҡта күпме генә һыу һипһәң дә бер нәмә лә үҫмәне. Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте, уның энергияһы менән төшкән ямғыр ғына шул тиклем шифалы икән. Шифалы һыу күктән төшөргә тейеш. Үҫкән үләне лә, һыуы ла — Аллаһы Тәғәләнең ниғмәте. Беҙ шуға шөкөр итә, рәхмәт әйтә белмәйбеҙ. Күптәр шуны аңламай. Элегерәк һыу инергә барһаҡ, инәйҙәр, өләсәйҙәр мотлаҡ, һыуҙың янында ярау итә күрмәгеҙ, тип киҫәтә торғайны. «Һыу изге, уны рәнйетһәң, ул ҡорой. Һәр нәмәнең йәне бар, шуға уларҙан рөхсәт алырға, шунан ғына файҙаланырға кәрәк», тиҙәр ине. Беҙ шундай төшөнсәләр менән үҫтек, әле шундай аҡылды балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә аңлатырлыҡ әбей-бабайҙар юҡ кимәлендә. Әлеге ваҡытта әхлаҡи көрсөктәбеҙ. Мәҙрәсәләргә, мәсеттәргә барһаң, нисә тапҡыр хажға барыуҙары менән маҡтана өлкәндәр. Унда бер тапҡыр барыу, эйе, фарыз, әммә ҡабат барырлыҡ аҡсаң бар икән, уны берәйһен дини уҡыуға йәлеп итеү өсөн тотоноу сауаплыраҡ булыр. Беҙҙә бит хәҙер мохтаждар күп — шуларға ярҙам ит, уның сауабы хаж сауабынан да ҙурҙыр, тим. Ике тапҡыр, биш тапҡыр барып, был фарыз ғәмәлде экскурсияға әйләндереү хаждың бәҫен ебәреү, тип уйлайым.
     Мохтажлыҡ нимәнән килеп сыға? Тағы ла шул аңһыҙ лыҡ арҡаһында, әҙергә — бәҙер булып өйрәнеүҙән килә. Халыҡты эштән, ерҙән айырҙылар. Ололарҙа был ғәҙәткә һеңгән: ауылда булһынмы ул, ҡалаламы, ергә нимәлер һалырға, ултыртырға, сәсергә кәрәклеген белә һәм шуны атҡара ла. Ирем менән күҙәтеп йөрөп, үҙ-ара һөйләшәбеҙ — баҡсаларҙа бер генә йәш кеше юҡ, тик ололар йөрөй. Балалар эшләргә теләмәй, ә ашарға яраталар. Беҙҙе эштән, ерҙән биҙҙереү сәйәсәте лә алып барылды шул. Эшләргә теләмәй, пособиеһы өсөн генә бала табыу модаға әйләнеп бара. Хоҙай Тәғәләнең изге бүләге — бала менән һатыулашыу кеүек күрәм пособие алырға була бала тапҡандарҙы. Хатта балаларының аталарын да аныҡ ҡына белмәгән ҡатындар ҙа бар. Был — фажиғә, динһеҙлек арҡаһында төшөлгән иң түбән кимәл.
     Имен булмаған, рухи, әхлаҡи яҡтан тарҡалған ғаилә — киләсәге булмаған ғаилә ул. Уларҙы бер нисек тә ыҡҡа килтереү мөмкин түгел. Шулай булғас, уларға энергияңды, көсөңдө сарыф иткәнсе, кешесә йәшәргә тырышҡан имен ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк. Улымдың бер иптәше бар. Сәйет исемле ул. Нишләптер, ул бала һәр ваҡыт беҙҙә йөрөнө. Үҙе шул тиклем уҡырға тырышты. Мин уға һәр ваҡыт хәлемдән килгәнсә ярҙам иттем, ашаттым, тәрбиә, өгөт- нәсихәт һүҙҙәрен еткереп торҙом. Улым уны үҙенең эргәһенә эшкә алды. Шул бала матур итеп машина ремонтларға, акҡса эшләргә өйрәнде. Аҙаҡтан ул, рәхмәт яуғыры, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкин икәнен аңланы. Эшләгән аҡсаһын әләф- тәләф итмәй, йыйып, артабан уҡырға булды. Үҙенә маҡсат ҡуйып, Һамарҙағы бер вузға уҡырға инде. Каникул ваҡыттарында эшләне, үҙ-үҙенә матди ярҙам итте. Үҙ теләге менән армияға ла барып ҡайтты, «Армияға барма һам, мин ысын ир-егет, йүнле белгес була алмаҫмын», — тип аңлатты ул миңә был теләген. Уйлана, үҙ алдына оло маҡсат ҡуя белгән егеткә ҡарап, шатланып бөтә алмайым. Ошондай матур йәшәргә теләктәре ҙур булған кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Хәҙер йәштәр тормош ауырлығына ҡаршы көрәшеп тормай бит, ҡырынға алып китеүселәр артынан эйәрә лә китә. Кемдәр юғары урында ултыра, кемдең аҡсаһы бар — шулар мохтаж балаларға ярҙам итһә, оло сауап алыр, бер генә кешене булһа ла аяуһыҙ яҙмыштан ҡотҡарыр ине.
                                                                 Бар саралар эскеһеҙ үтһен!
     Йәштәр айыҡлыҡ өсөн көрәш башланы, тинек. Улар мәсьәләне дөрөҫ ҡуя: эскеселәргә ҡаршы көрәшеү файҙаһыҙ, эсмәүселәрҙе тәрбиәләргә кәрәк. Эскелек табындары менән билдәләнгән байрамдарҙы кисектереү, был табындар урынына яңы йолалар, саралар уйлап сығарыу фарыз. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә лә ҡайһы саҡта Уҡытыусылар көнөн, йә башҡа байрамдарҙы эске табындары менән билдәләү китте. Кем-кем, уҡытыусы был йәһәттән насар өлгө күрһәтергә тейеш түгел. Уҡытыусының бөтөн ҡылығы, эшләгән эше балаларҙың күҙ алдында. Дәрестә матур итеп һүҙ һөйләп тороп, дәрестән сығыу менән икенсе төрлө ҡыланыу бала күңеленә яра һала, уны рухи, әхлаҡи яҡтан тарҡата. Шуға мәктәптәге бындай насар «йолаларҙы» тамырынан йолҡоп ташларға кәрәк.
     Тағы бер насар күренеш: ауылдарҙа, хеҙмәт коллективтарында зыялылар, яҡташ шәхестәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар ойошторолоп тора. Улар халыҡ алдында матур итеп телмәр тота, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Иманы камил булған, оло дәрәжәләргә өлгәшкән был кешеләр өлгөһө осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы рухландыра. Һуңынан ҡунаҡтарҙы «һыйларға» алып китәләр. Их, бөтөн эште боҙа бит ошондай «һыйлауҙар». Халыҡ бит барыһын да күреп, белеп тора. «Һыйлауҙарға» ҡаршы тора алмайһың, ҡулыңа рюмка тотаһың икән, нисек һинең иманың камил булыуы мөмкин?
     Эйе, беҙҙең йәмғиәттә эскән кешеләрҙән, эскелек табындарынан ситтә булыу бик ҡыйын. Динлемен, тип, туғандарыбыҙ йыйған табындарҙа ҡатнашмай ҙа сараң юҡ. Динебеҙ, эскән кеше менән бер табында ултырыу ҙа гонаһ, тиһә лә, хәҙерге ваҡытта ундай табындарға ла йөрөргә, ундағы эсеүҙе бик өнәмәгән кешеләрҙе үҙ яғына ауҙарырға кәрәк, тип уйлайым мин. Ҡунаҡҡа бараһың, яулығыңды ябынаһың да табын артына үтәһең — эргәңә ултырған ҡатын-ҡыҙ, ир-ат барыбер ҙә һинән тартына. Был алым кешегә, эсмә, тип тылҡығанға ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк. Эсергә яратмағаны һиңә яҡыныраҡ ултырырға тырыша. Яңылыш ҡына эргәңә ултырған эсергә яратыусылар яйлап ҡына икенсе яҡҡа шыуыша. Мәжлестәге кешеләр шулай аҡрынлап икегә бүленә. Сараһыҙҙан ултырабыҙ беҙ ул табындарҙа. Шунда яйлап ҡына, матурлап ҡына аҡыл бирәбеҙ. Табында динле кеше ултырғанда эсергә яратыусылар барыбер ҙә тыйыла. Һәр кемдең күңел төпкөлөндә дингә, боронғолоҡҡа ҡарата ихтирам бар. Шуға күрә матур итеп әйткән һүҙ барыбер нығыраҡ тәьҫир итә.
                                                          «Беҙҙе эҙләп йөрөйәсәкһегеҙ әле...»
     Олатайым, әсәйемдең бер туған ағаһы Исмәғил Иҙрисов хәлфә булды. Аяҡһыҙ ине ул. Әммә йөҙөнөң шул тиклем илаһи нурлы булыуы һаман хәтеремдә. Мөжәүир хәҙрәттә лә шундай нур күрҙем мин. Хәҙер ундай кешеләрҙе осратыуы бик ауыр.
     Мөжәүир хәҙрәтте күргәндә миңә 10 йәш ине. Унан бөркөлгән илаһи нур, уның ипләп кенә, яйлап ҡына, матур итеп һөйләшеүе мәңгелеккә күңелемә уйылған да ҡуйған. Тағы, ул минең арҡамдан һөйөп яратты ла: «Эй, ҡыҙым! Әле ваҡыт киләсәк, һеҙ беҙҙе эҙләп йөрөйәсәкһегеҙ, шул тиклем мохтаж буласаҡһығыҙ беҙгә», — тине. Ул бөгөн автобус- автобус кешеләрҙең уны эҙләп, ҡәберенә зыярат ҡылырға килеүен шул саҡта уҡ күргән булған. Зыярат ҡылырға килеүселәрҙең араларында төрлө кешеләр барҙыр, әммә барыбер кемеһелер яҡшы яҡҡа үҙгәреп, дин юлына бер аҙым булһа ла атлаясаҡ. Исмәғил олатайым Мөжәүир хәҙрәт кеүек кирәмәттәр күрһәтмәне, ләкин ҡарап ултырып ҡына кемдең ҡайһы ере ауыртыуын әйтеп бирә, өшкөрә, өшкөрөүе шул тиклем килешә ине. Хәҙрәттәрҙең, хәлфәләрҙең Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеше рух, әхлаҡ таҙалығынан, мосолманға фарыз 40 ғәмәлде теүәл үтәүҙән килә. Үҙҙәре саф булғас, һәр саҡ Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнештә булғандар, Аллаһы Тәғәләне ишеткәндәр, унан килгән фекерҙе тотоп алғандар. Ул бәйләнеш хәҙер бөтөнләйгә өҙөлгән тиерлек. Әлбиттә, Хоҙай менән ундай бәйләнеш һәр кемдә бар, әммә уны үҙебеҙ, динһеҙлегебеҙ, фарыз ғәмәлдәрҙе атҡармауыбыҙ арҡаһында өҙәбеҙ. Хәҙер Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеше булған балалар тыуа. Киләсәктә уларға өмөт бағлайбыҙ.
                                                                         ШУЛАЙ ИТЕП...
     "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тип милләтенә мөрәжәғәт иткән Аҡмулланың һүҙҙәре бер ваҡытта ла иҫкермәй, һәр заманда ла көнүҙәк булып яңғырай. Бөгөнгө әңгәмә барышында ла был саҡырыу төрлө миҫалдар ярҙамында нығытылып, аңлағанға ишара булды. Уҡыу — белем эстәү генә түгел, йыйған аҡылыңды башҡалар менән бүлешеү ҙә, хаталарҙан һабаҡ алыу ҙа, башҡаларҙы насар юлдан йолоп ҡалырға ярҙам итеү ҙә ул. Ололарҙың аҡыллы һүҙенә ҡолаҡ һалмағандарҙы тормош үҙе «уҡытып» тора. Әгәр бөгөнгө монологтан бер генә кеше үҙенә һабаҡ ала, уйлана икән, тимәк, көн бушҡа уҙмаған...
                                                                               Зәйтүнә Әйле яҙып алды. Киске Өфө 2011, №43