Йыназа сәхифә

                                                                  Йыназа сәхифәһе

                                                   Йыназа китабынан бер нисә сәхифә
    Ҡәрҙәштәрҙе һуңғы юлға оҙатыуҙар элек-электән мосолмандың иң яуаплы вазифаһы булып килә. Дингә бер аҙ иркенлек бирелгәс тә, оло-оло ағайҙарыбыҙ иң элек уны бәндәләрҙе ерләү тәртибен өйрәнеүҙән башланы, әле лә шунан ары киткәндәр һирәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙағыраҡ был бөтөнләй кәсепкә әйләнеп, иманға ҡайтабыҙ тип «ижтиһад» юлына баҫҡандар, киреһенсә, имандан алыҫлаша ғына башланы. Мәҫәлдә әйтелгәнсә, быға беҙ «иҫәпһеҙ-хисапһыҙ миҫалдар килтерә алабыҙ». Ауылдарҙа муллалар ҡатын-ҡыҙҙы зыяратҡа индермәй. Дин шулай бойора, тиҙәр, уның ҡарауы, баш төҙәтергә килгәндәр хәйер-хөйөрөн һорап тигәндәй алған ерҙәр, төндәрҙә ҡәберҙәрҙең тимер ҡоймаларын металға һатып йөрөгән ирҙәр бар. Бар ғына ла түгел, улар күп.
   «Баш ауыртыуы бөтә тәнгә таралған кеүек, мөьминдең ҡайғыһы бөтәһе өсөн дә уртаҡ булырға тейеш», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Тағы ла әйткән ул: «Замандың — нәсихәт биреүсе, үлемдең араларҙы айырыусы булыуын уйлаһағыҙ, шул еткән», — тигән.
   Ысынлап та бит, замандың аяуһыҙ, үлемдең һеҙҙе ата-әсәгеҙҙән, туғандарығыҙҙан, яҡындарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан айырғанын белһә, бәндә күп ғибрәттәр алыр, былар әсе һабаҡ булыуын белер һәм ауыр ваҡыттарҙа ярҙамға ашығыр.

   Сөнки «Әҙәм балаһы яралтып бар ителеү менән уның эргәһенә туҡһан туғыҙ үлем килеп баҫа, әгәр улар хаталанып ҡына торһаһ бәндә дә ҡартлыҡ ҡорона еткәс кенә үлер».
   Әлбиттә, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Ҡөрьән сығып, өсөһөн, етеһен, ҡырығын, йылын үткәреп, саҙаҡалар менән мәрхүмдәр рухына игелектәр өҫтәп, уны Йәһәннәм утынан һаҡлап ҡалырға тырышҡандар. Әммә сама сиктәрен дә, әҙәп тәртиптәрен дә үтмәгәндәр.
   «Саҙаҡаға бер хөрмәнең яртыһын ғына биреп булһа ла, Йәһәннәм утынан һаҡланығыҙ, Ул булмаһа, яҡшы һүҙегеҙ тәҡүәлеккә тиңләшер», — тиелә хәҙистә;
   — Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә ҡабул итһә, һеҙгә ул Йәһәннәмдән пәрҙә булыр, әммә теләнселеккә бармағыҙ. Донъяла теләнселектән дә түбән сифат, теләнсенән дә түбән кеше юҡ», — тип яҙа Мөхәммәт Ғариф Бик менән Ғабдрәшит Ибраһимов был хәҙискә биргән шәрехтәрендә.
   «Ләззәттәрҙе юҡҡа сығарыусыны (үлемде) йышыраҡ хәтергә төшөрөгөҙ», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһйс-сәләм.
   «Үлем ҡурҡыныслы нәмә, әгәр ҙә кем дә булһа берәүгә ҡәрҙәшенең мәрхүм булыуы тураһында хәбәр килһә: «Беҙ бөтәбеҙ лә Аллаһ бәндәләребеҙ, ысынлап та, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа Уның үҙ хозурында, Раббыбыҙ хозурына ҡайтасаҡбыҙ. Эй, Аллаһ, үҙ Китабыңа уны игелекле бәндәләреңдең береһе тип яҙып ҡуй һәм яҙыуыңды Үҙ хозурыңдағы китапта ла теркәп, әжеренән өлөштө уның ғаиләһенә лә бир һәм бүләктәреңдән беҙҙе лә мәхрүм итмә, унан һуң ауыр һынауҙар килтермә», — тип доға ҡылырға бойора. Сәхәбәләрҙән Әбү Ғәбд-Рахман Ғуф бин Малик мәрхүмде һуңғы юлға оҙатып, йыназа намаҙын уҡығандан һуң, пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм: «Эй, Аллаһ! Уны (был бәндәңде) ғәфү ит, гонаһтарын ярлыҡа, ҡәбер, ғазаптарынан ҡотҡар, рәхмәтеңдән ташлама, яҡшы итеп ҡаршы ал, инер урынын киң ит, һыу, ҡар һәм ҡойоп яуған ямғыр һыуҙары менән тәнен йыу. Ап-аҡ кейемде керҙән таҙартҡан кеүек итеп гонаһтарҙан пакла, үҙ өйөнән яҡшыраҡ өй; үҙ ғаиләһенән яҡшыраҡ ғаилә, үҙ ҡатынынан яҡшыраҡ ҡатын бир. Йәннәттәреңә индер, ҡәбер һәм ут ғазаптарынан һаҡла!» — тип доға ҡылғанын хәтергә төшөрә.
   Икенсе бер риүәйәттә уның мәрхүмде мосолмандар араһында әлегә тиклем йәшәп ҡалған доға: «Эй, Раббым! Беҙҙең тереләребеҙҙең дә, мәрхүм булғандарыбыҙҙың да, кеселәребеҙҙең дә, ҡарттарыбыҙҙың да, ирҙәребеҙҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да, бында булғандарҙың да, бында булмағандарҙың да гонаһтарын ярлыҡа! Эй, Аллаһ, Беҙгә тормош бүләк итеп биргәнһең икән, Ислам тәртибе менән йәшәргә мөмкинлек тә бир, йәйебеҙҙе алғанһың икән, иманлы булған хәлдә ал! Эй, Аллаһ, был мәрхүм өсөн тейешле булған әжер-сауаптарҙан мәхрүм итмә, ул Ахирәткә күсеп киткәндән һуң беҙҙе һынауҙар менән күмеп ташлама!» — тигән теләктәр менән оҙатыуы тураһында һүҙ бара.
   «Аллаһ илсеһенең мин: «Әгәр ҙә һеҙгә йыназа намаҙы уҡыуҙа ҡатнашырға тура килһә, мәрхүмдәр өсөн Аллаһҡа доға ҡылғанда ихлас күңел менән доға ҡылығыҙ», — тигән һүҙҙәрен ишеттем», —- тип хәтерләр булған ғалим Әбү Һөрәйрә.
    Шул уҡ Әбү Һөрәйрә уның йыназа намаҙын уҡып бөткәс: «Эй, Аллаһ! Һин уның Раббыһы, уны һин үҙең яралтып бар иттең, Һин уға Ислам диненә йүнәлеш бирҙең, йәнен дә Үҙең алдың. Шуға ла тормошта уның ниндәй ғәмәлдәрҙе йәшереп, ниндәйҙәрен асыҡтан-асыҡ эшләп йөрөгәндәрен дә Һин Үҙең генә беләһең, беҙ Һиңә уның өсөн шәфәғәтсе булайыҡ, тигән үтенес менән игелектәр юллап килдек, уның гонаһтарын ярлыҡай күр!» — тип доға ҡылыуын ҡәләм менән теркәп ҡалдырған.
                                                              Хәҙис Шәриф
   «Аҡ төҫтәге кейемдәр кейеп йөрөгөҙ — кейемдәрҙең улар иң яҡшыһы, мәрхүмдәрегеҙҙе аҡ кәфенгә төрөгөҙ», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
    «Кәфен һайлағанда саманы онотмағыҙ, ул бит барыбер сереп юҡҡа сығасаҡ».
    «Мәрхүм булған мосолманға йыназа намаҙын уҡығанда, бер кемде лә Аллаһҡа тиңдәш тотмаған 40 кеше ҡатнашһа, Аллаһ уларҙы мәрхүм өсөн шәфәғәтсе итер».
    «Табутты ҡәбергә тиҙ-тиҙ генә алып барығыҙ: мәрхүм булған кеше изгеләрҙән булһа, оҙатып ҡуйыр ерегеҙгә тиҙерәк барып етеү уның үҙе өҫөн яҡшы, киреһе була ҡалһа, был залимды елкәгеҙҙән тиҙерәк алып ҡуйыу — һеҙгә яҡшыраҡ».
   Ҡәрҙәштәренән Ғабдуллаһ бин Джәғфәрҙең үлеп ҡалыуы тураһында ишеткәс тә ул: «Джәғфәр ғаиләһе өсөн аш-һыу әҙерләгеҙ, уларҙың үҙҙәрендә әле аш-һыу ҡайғыһы түгел», — тип кәңәш бирә.
                     Аяттар, аяттарға ғалим Ризаитдин бин Фәхретдин биргән шәрехтәр.
   «Мәйетте ҡәбергә оҙатҡанда өс нәмә үҙе менән бергә эйәреп бара, шуларҙан икеһе кире ҡайта, береһе эргәһендә тороп ҡала. Эйәреп барғандары — ғаилә әһелдәре, малы һәм ғәмәлдәре. Малы менән ғаилә әһелдәре кире ҡайта, ғәмәлдәре үҙе менән тороп ҡала».
Ниндәй ғәмәлдәре ҡалғаны Аллаһ ихтыярында.
   ...Балалары, яҡындары, дуҫ-иштәре мәйетте ҡәбергә тиклем оҙата барып һәм ләхетендә Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, доға ҡылырға тейеш. Был һәр бер ҡәүемдә мәғлүм бер ғәҙәт, йола. Ләкин беҙҙә байҙарҙың йыназаһына дуҫтар менән ғаилә әһелдәре генә түгел, бәлки, бөтә донъя халҡы эйәргәне хәлдә ярлылар, ғәриптәр йыназаларына эйәреүселәр аҙ була. Бының сәбәбе үлектәр өҫтөндә саҙаҡа өләшеүҙәргә бәйлелер.
Мәғлүмдер ки, уйлап эш итмәү арҡаһында яҡшы эштәр ҙә бит насар, боҙоҡ ғәҙәттәргә сәбәп була һәм яҡшылыҡтар бөтөнләй юҡҡа сығып, хәйерһеҙ эштәрҙең дә хәйерһеҙерәгенә әйләнә.
   Саҙаҡа биреү кәрәк ул мәйет өҫтөндә, кәрәк башҡа урында булһын, бик тә сауаплы, яҡшы бер ғәмәл. Ләкин был яҡшылыҡ шәриғәт маҡсаттарына тап килгәндә, саҙаҡа алырға тейешле кешеләр ҡулына эләккәндә генә сауаплы эш булып ҡала. Әммә беҙҙә бындай сауаптың һәм яҡшылыҡтың булыуы бик шөбһәле. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: беҙҙә үлектәр өҫтөндә өләшелгән саҙаҡалар бәрәбәренә сауап өмөт итеүгә урын күренмәй, шелтә булыу ихтималы яҡыныраҡ йөрөй.
    Беҙҙә дәүләтле үә мәхәлләһенә күрә шөһрәте булған, донъяһы иркен бер кеше вафат булһа, шул йорт тирәһендә саҙаҡа йыйыусы ҡоҙғондар, ас күҙле әҙәмдәр һырып алалар ҙа, ҡәбергә күмеп ҡайтҡансы шул тирәнән китә алмайҙар. Был кешеләрҙең мәйеткә һәм уның әһеленә хөрмәт итеү, йыуатыу, ҡайғыһын уртаҡлашыу өсөн түгел, хәйер эләктереп ҡалыу өсөн йыйылыуҙары мәғлүм, «Һиңә күпме төштө, миңә фәлән ҡәҙәр төштө, һарандар! Аҙ өләштеләр», — рәүешендә һүҙҙәр һөйләп йөрөүҙәре быларҙың ниндәй кешеләр икәнлеген асыҡ аңлатып тора. Мәйет тирәһендә йөрөүсе бындай әҙәмдәр араһында төшөрөү, эләктереү теләгенән азат булған саф күңелле һәм саҙаҡа алырға хаҡы булған әҙәмдәр аҙыраҡ булһа кәрәк. Ошо рәүешле тәртипһеҙ саҙаҡа өләшеү сәбәпле, әһеле Ислам бик боҙолдо. Саф күңелле, боҙоҡлоҡтан алыҫ йөрөгән кешеләр ҙә бик зәһәрләнде, ас күҙлелек һәм «алыу» ауырыуына юлыҡтылар. Үлектәргә хөрмәт ҡалманы, үлем дә Аллаһы Тәғәләгә барып юлығыу мәғәнәһен юғалтты, ҡәберҙәргә һәм мәрхүмдәргә хөрмәт күрһәтеү бөтөнләй бөттө.
    ...Мәрхүмдәр өсөн саҙаҡа бирелә икән, халыҡтарҙың хис-тойғоларын үлтерерлек, выждандарын юҡҡа сығарырлыҡ итеп түгел, бәлки, Ислам шәриғәте маҡсатына мыуафиҡ итеп бирелһен.
    ...Ғаилә әһелдәре тигән төшөнсәгә, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа инәлер. Ҡатындарҙың йыназаға эйәреп барыуҙары дөрөҫмө-түгелме? Ҡөрьән Кәримдә бынан тыйыу юҡ.
    Күберәк ғалимдар ҡатындарҙың йыназаны оҙатып барыуҙарын дин тарафынан киҫкен тыйылмаған, ләкин еңелсә генә ситкә ҡағылған эш тип һанайҙар. Әбү Хәнифә, мәҫәлән: «Уларҙың оҙатып йөрөмәүҙәре яҡшыраҡ», — тип һанай. Быныһы беҙҙең мәҙһәбебеҙгә ҡағыла. Ә имам Малик: «Үҙенең балаһын, атаһын, ирен оҙатыу мәкруһ — насарлыҡ түгел», — тигән. Ибн Хәзем иһә: «Ҡатындарҙы йыназаға барыуҙан тыйырға бер дәлил дә юҡ», — тип бара.
    Һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: хәрәм һәм тыйылған эштәргә сәбәп булмағанда, әҙәп үә инсаф юлынан айырылмай йөрөгәндә ҡатындарҙың йыназа оҙатыуҙары Ислам шәриғәтендә тыйылған һәм хәрәм эш түгел. Ирҙәр юҡ ваҡытта бит йыназа оҙатыу бөтөнләйе менән ҡатындарға йөкләтелә.
   Мосолман булғандар араһынан ғәскәри эште үтәүселәр, ғәскәри тәртип йәки ғәҙәттәргә күрә мәрхүм музыка үә тантаналар менән оҙатылһа, беҙ мосолмандарға бының бәйләнеше юҡ. Был нәмәләр сит диндәргә хас хөкөм дә түгел, бәлки, хөкүмәттең рәсми ғәҙәттәре һәм үҙҙәренсә донъяуи бер ихтирамдары ғына. Мосолмандарға бындай вазифаны үҙ исеме менән үтәү генә тыйыла. Сөнки бындай хәлгә ниндәйҙер өмөт бағлауҙың файҙаһы юҡ. Ҡәберҙәргә сәскәләр ҡуйыу ҙа шундай уҡ иҫәпкә инә. Донъя һәм Ахирәт өсөн файҙаһы булмаған бер нәмә өсөн мал түгеүҙең Аллаһ тарафынан тыйылған исрафҡа әйләнеүе бар. Ахирәт сәфәре үҙенә хас булған рәүештә күңелдәргә нескәлек биреп, ғибрәт һәм моң ҡалдырып китә торған бер ғәмәл.
   Кемдең генә йыназаһы үтмәһен, ул мосолман, кәрәк башҡа милләттән булған кешенең йыназаһы булһын.
Үтеп киткән йәки осраған ваҡытта уға ҡарата иғтибарһыҙ йә илтифатһыҙ булыу — әҙәпһеҙлек. Уларҙы берәр төрлө ҡурҡыу үә хөрмәт итеү ғәләмәттәре булмаһа ла: «Бындай хәлдәр инде бөтә беҙҙең дә башыбыҙға киләсәк, Аллаһы Тәғәлә Үҙе мәрхәмәт күрһәтә күрһен!» — тип оҙатып ҡалырға тейешлебеҙ.         Ғабдулла бин Ғүмәр менән Ибн Әл-Ғас пәйғәмбәребеҙҙең:
   Кафырҙар йыназаһы үткән ваҡытта ла аяҡ өҫтө тороп баҫығыҙ, был эш йәндәрҙе алыусы Аллаһы Тәғәләне ололау була», — тигән һүҙҙәрен килтерә.
   «Шәриғәт һәм аҡыл ҡаршыһында яҡшылыҡ тип һаналған һәр эш диндә саҙаҡаға тиңләшә. Ҡәрҙәшеңә асыҡ йөҙ менән ҡарауың да — яҡшылыҡ, һыу алырға килеүсе кешегә шишмәнән, ҡойонай һыу алып бирешеүең дә — яҡшылыҡ».
    Тимәк, ҡулың менән нәмәлер биреү генә түгел, ғөмүмән кешеләргә ҡарата бер игелек эшләүең дә — саҙаҡа һәм был йәһәттән ҡарағанда фәҡирҙең дә кемгәлер саҙаҡа биреп йәки игелек эшләүҙәре менән сауапҡа өлгәшеүҙәре мөмкин. Ҡайһы бер хәҙистәргә ҡарағанда, кемгәлер яманлыҡ эшләргә мөмкинлегең булып та унан тыйылып ҡалыу, кешеләрҙе лә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу ҙа саҙаҡаға тиңләшә икән, донъяла ваҡытта малым булманы, изгелек эшләргә көсөм етмәне, тиергә бер кемдең дә хаҡы булмаҫ.
                  Ризаитдин бине Фәхретдин «Жәүәмиғүл кәлим-шәрхе». 525—530-сы биттәр