Имамдарға итәғәт

                                                                       Имамдарға итәғәт

                                                Мәхәллә имамы — халыҡтың рухи тәрбийәсеһе
     Имамдар кемдәр һуң улар?
     Имам тигәс, кешенең күҙ алдына мәсеттә намаҙҙар уҡыусы; үлгән кешеләргә йыназа намаҙы уҡып Ахирәт тормошона оҙатыусы, сабыйҙарға исем ҡушыусы; өйләнешеүсе парҙарға — кейәү менән кәләшкә, — никах уҡыусы; Ҡөрьән уҡып мәжлес үткәреүсе һаҡаллы, оло йәштәге мулла бабай, йәиһә ҡырыҡ-илле йәштәр тирәһендәге хәҙрәт килеп баҫа. Кешенең башына башҡа төрлө уй килә алмай, сөнки хәҙерге заманда бик күп хәҙрәттәр бары тик бына шул, юғарыла һаналған эштәрҙе генә башҡаралар. Дөрөҫ, был эш-ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн дә тейешле дини ғилемең, һаулығың-сәләмәтлегең булыуы кәрәк! Һәм, дөрөҫөн генә әйткәндә, был ғәмәлдәрҙе ҡылыу өсөн ваҡыт та һорала. Әммә ләкин хәҙрәттәр, имамдар алда һанап үткән эштәре менән генә сикләнергә тейеш түгел.

     Хәҙрәт, мәхәллә имамы — халыҡтың рухи тәрбийәсеһе. Был шул тиклем изге һәм яуаплы вазифа, уны аңлаған кеше имам вазифаһын үтәй башлағанда беренсе тапҡыр ҡурҡыбыраҡ та ҡалырға мөмкин, һәм ул кешене аңларға ла була. Сөнки, кеше тиклем кешене рухи яҡтан тәрбийәләү, уға шәриғәт ғилемдәре биреү — ҙур яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу тигән һүҙ. Инде тағын алдағы әйтеп кителгән һүҙҙәргә әйләнеп ҡайтһаҡ, ысынлап та, ҡайһы бер хәҙрәттәр үҙҙәре өҫтөндәге вазифаларҙы еренә еткереп башҡармағанлыҡтан халыҡ уларҙың, йәғни имамдарҙың өҫтөндәге бурыстарының, эш-ғәмәлдәренең нәмәнән ғибәрәт булыуын аңлап та бөтөрмәйҙәр. Әле ҡайһы бер хәҙрәттәр, имамдар үҙҙәре лә белеп бөтөрә алмайҙар, үҙҙәренең кем икәнлектәрен һәм өҫтәренә ниндәй вазифалар, бурыстар йөкләнгәнлеген, нәмәләр эшләргә тейеш булыуҙарын. Уны белеү өсөн дини уҡыу йортона кереп ғилем алырға кәрәк.
     Ниндәй ҡыҙғаныс, хәҙерге көндә хәҙрәттәрҙең күбеһе мәҙрәсәлә мөғәллимдәрҙән, ғалим остаздарҙан дәрес алмағандар. Бигерәк тә ауыл имамдары. Ауыл имамдарының күбеһе халыҡ араһынан сыҡҡан кешеләр. Уларҙың ҡайһы берҙәре совет заманында колхозда ниндәй ҙә булһа өлкәлә етәксе булып эшләгән кешеләр. Ә ҡайһы берҙәре машина йөрөтөүсе йәиһә игенсе булып эшләгән совет кешеһе. Муллаһыҙ, хәҙрәтһеҙ йәшәү дөрөҫ булмағас, совет осоронда парторг, тракторист, көтөүсе булып эшләгән кеше лә муллалыҡҡа ярай. Ни эшләйһең, ҡайҙа бараһың? Әгәр берәй кеше үлеп китһә уны ерләр өсөн Казанға, Саллыға, Әлмәткә, ҡыҫҡаһы, яҡын-тирәләге ҡалаға мулла эҙләп сабып китә алмайһың. Сөнки, ундағы муллалар ауылға килеп мәйет йыуып, йыназа уҡып йөрөй алмайҙар.
     Шулай булғас, улар үҙҙәре араһынан берәйһен билгеләйҙәр, һәм ул кеше шул ауылда имам вазифаһын булдыра алғанса үтәргә тырыша.
                                                                    Халыҡ араһында имамдың әһәмийәте
     Икмәктә, ашта тоҙ булмаһа, ул икмәккә һәм ашҡа нәмәлер етмәгән һымаҡ була. «Икмәк тәмһеҙ» тип әйтеү әҙәпһеҙлек булһа ла, тәмле тип тә әйтә алмайбыҙ. Икмәк, аш тәмле булһын өсөн билгеле бер миҡдарҙа тоҙ кәрәк. Тоҙһоҙ ризыҡ күңелгә рәхәтлек бирмәй, хатта аппетитты юғалтыуға сәбәпсе була. Шуның шикелле, мәхәллә мәсетендә имам булмаһа, икмәккә, ашҡа тоҙ етмәгән шикелле, йәшәүҙең тәме булмай.
     Мәхәлләләге имам ул — машина моторы шикелле. Имам халыҡ өсөн бик ҙур файҙалар килтереүсе кеше. Ниндәй файҙа килтерә һуң ул?
     Һәр кемгә лә асыҡ аңлайышлы булһын өсөн тәфсилләп аңлатыу дөрөҫ булыр. Беренсенән, имам — халыҡтың мөғаллиме. Имам мәхәлләлә йәшәүсе төрлө йәштәге һәм төрлө ҡатламдағы кешеләргә ғилем өйрәтеүсе кеше. Имам Аллаһтың Ҡөрьәнен тәжвид менән уҡырға, Ҡөрьәндең мәғәнәһен аңларға һәм тормошобыҙҙа ҡулланырға өйрәтә торған кеше. Әгәр ҙә мәхәлләлә Ҡөрьәнде тәжвид ҡағиҙәһе буйынса дөрөҫ итеп уҡый белгән кеше булмаһа, һеҙ Аллаһтың Ҡөрьәнен өйрәнә алмаясаҡһығыҙ. Шул сәбәпле һеҙ Аллаһ һүҙенән мәхрүм булаһығыҙ.
     Тарихыбыҙға әйләнеп ҡараһаҡ, репрессия осоронда татар халҡының 30 мең имам һәм мөьәзиндәре бер ғәйепһеҙгә репрессия ҡорбандарына әйләнделәр. Уларҙың күбеһе төрмәләрҙә үлделәр. Һөргөнгә оҙатылғандарының күбеһе шунда үлеп ҡалды.
     Дин тотоусыларға, имамдарға золомлоҡ ҡылынғанлыҡтан халыҡ Ҡөрьән Кәримде уҡыуҙан, уның мәғәнәһен аңлауҙан мәхрүм булды. Нәтижәһе күҙ алдыбыҙҙа. Бының тураһында күпме генә һөйләһәң дә һүҙ бөтмәҫ кеүек...
     Ғәрәбстанда халыҡ Ҡөрьән менән йәшәне һәм йәшәйҙәр, әлхәмдулилләһ. Улар Аллаһ тарафынан бирелгән хаҡ динде — ислам динен тоталар һәм шуның менән бәхетле-сәғәҙәтлеләр.
     Аллаһтың Ҡөрьәнен уҡығанда йәнгә шифа, рәхәт, ләззәт килеп тора, хатта уның мәғәнәһен аңламаған кешеләр ҙә Ҡөрьән уҡыусыны ишеткәс рәхәтләнеп китәләр. Аллаһ Ҡөрьән китабын: «Ауырыуҙарға шифа» — тигән. Ысынлап та шулай, йәмәғәт. Ул ауырыуҙарға шифа. Әгәр ауырыу кешене Ҡөрьән уҡыусы өшкөрһә — сирле инсан Аллаһтың рәхмәте менән терелеп китә.
     Ҡөрьән — туры юлды күрһәтеүсе Китап. Ҡөрьән уҡыған кешеләр хаҡ юлдан тайпылмайынса йәшәйҙәр, ә Ҡөрьәнде уҡымаған кеше аҙашып, һаташып йәшәйәсәк. Ул үҙенең ҡайҙа барасағын, донъяла нәмә эшләргә кәрәклеген аңламайынса аптырап йәшәйәсәк. Был донъяға нәмә өсөн, ниндәй маҡсат менән килгәнен белмәйәсәк. Мәхәллә имамы халыҡҡа Аллаһтың Ҡөрьәнен уҡырға һәм уның менән йәшәргә өйрәтеүсе кеше.
     Икенсенән, имам — хәрәм булған нәмәләрҙе иҫебеҙгә төшөрөп киҫәтеүсе. Имам кеше уҡымышлы ғалим булғас, ул башҡаларҙан күберәк белә. Ул изге, әжерле эштәрҙе лә һәм шулай уҡ гонаһлы эштәрҙе лә белеүсе. Әҙәм балалары ер өҫтөндә йәшәгәндә бәндәселек менән белеп һәм белмәйенсә күпме гонаһтар, хаталар эшләйҙәр. Имамдың үәғәзен тыңлаған кеше ялғандан, ғәйбәттән, кеше малын үҙләштәреүҙән, яла яғыуҙан, талауҙан, араҡынан, тәмәкенән, зинанан, наркотиктан һәм башҡа бик күп хәрәм-мәкрүһтәрҙән, биҙәғәттәрҙән, ширек ҡылыу кеүек гонаһтарҙан һаҡланасаҡ.
     Өсөнсөнән, имам — ғилемгә, яҡшы изге эш-ғәмәлдәргә, фарыз булған ғибәҙәттәргә дәрт уятыусы кеше. Әгәр ҙә кеҫә телефонының зарядкаһы бөтөп, ток бирмәй торһаң ул телефон эшләмәй башлай. Унан файҙаланыу өсөн даими рәүештә телефонға электр тогы биреп торорға кәрәк, шул сағында унан файҙаланып була. Шуның шикелле, имам халыҡты даими үәғәзләп тора, шул рәүешсә халыҡтың иманы ҡеүәтләнә.
     Дүртенсенән, имам халыҡҡа изге эштәрҙең ҡайһыһы хәйерлерәк икәнен әйтеп тороусы. Изгелектең төрҙәре күп: ҡайһы береһе уның фарыз, ҡайһы береһе вәжеб, сөннәттәр менән нәфел ғибәҙәттәре лә бик күп төрлө. Уҡымаған кеше уларҙың барыһын да белеп тә, айырып та бөтөрә алмай. Шулай булғас, уны өйрәтеүсе хәҙрәт кәрәк. Әгәр ҙә мәхәлләлә хәҙрәт булһа халыҡ уның янына йыйыла һәм шунда хәҙрәт уларға ҡайһы ғәмәл иң хәйерле ғәмәлдәрҙән икәнен һөйләп аңлата.
     Миҫал өсөн: “Нәфел ураҙаһын ҡайсан, ниндәй көндәрҙә тотоу хәйерлерәк?” — тигән һорауға имам: «Аҙнаның бына шул көндәрендә тотоу хәйерлерәк» — тип аңлата. Әгәр ҙә кеше саҙаҡа бирергә теләһә, ул кеше имамдан ҡайһы ваҡытта, ҡайһы көндө, саҙаҡаны нисек биреү хәйерлерәк булыуын һорап беләсәк. Тимәк, мәхәлләлә имамдың булыуы бик мөһим һәм бик ҙур әһәмиәткә эйәлер.
     Бишенсенән, имам — хаталарҙы төҙәтеүсе. Күп кешеләр намаҙ уҡыған саҡтарында, ураҙа тотҡанда, бигерәк тә ғүмерендә беренсе мәртәбә (кеше үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр хаж ҡылырға ла мөмкин) хаж ҡылған ваҡытта хаталар ебәрергә мөмкин.
     Әгәр ҙә кеше ғибәҙәтендә хата эшләһә, имам уның хатаһын күреп төҙәтә.
     Алтынсынан, имам — мәхәлләләге изге кешеләрҙең изгелектәрен күреп, уларҙы халыҡҡа үрнәк итеп күрһәтә.
                                      Илдә, мәхәлләлә, сәфәрҙә мосолмандарҙың имамы булыу — вәжеб
     Ибн Хәзем тигән донъяға танылған бик мәшһүр ғалим әйткән: “Донъялағы бөтөн ғалимдәр: “Имамдың халыҡ араһында һайланып ҡуйылыуы вәжеб”, — тигәндәр”. Дөрөҫтән дә, имамы булмаған халыҡ боҙола, имамһыҙ халыҡ тарҡала — йәмәғәт булып берләшә алмай. Имамы булмаған халыҡ диндән биҙә, гонаһҡа бата, улар араһында ыҙғыш-талаш һәм төрлө ғауғалар, фетнәләр килеп сығып ҡан да ҡойола. Әгәр имам булһа, халыҡҡа тейешле юнәлеште биреп, матур итеп Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә өйрәтәсәк, ин шә Аллаһ. Имамдың халыҡ араһында кәрәклеген аңлатыусы дәлилдәр ҙә бар.
     Ҡөрьәндән дәлил
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: (4:59)
                                                                          يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا أَطِيعُوا اللَّهَ وَأَطِيعُوا الرَّسُولَ وَأُولِي الْأَمْرِ مِنكُمْ
     «Эй, иман килтереүселәр! Аллаһҡа, унан һуң Уның рәсүленә, һуңынан үҙегеҙҙең арағыҙҙан һайлап ҡуйылған («улил Әмри Минкум») йәғни имамдарығыҙға, башлыҡтарығыҙға итәғәт итегеҙ», — ти.
     Донъялағы иң мәшһүр тәфсирҙәрҙең береһе — Ибн Кәсир тәфсире һанала. Ул үҙенең дүрт томлы тәфсирендә был аятҡа мәғәнә биргәндә «улил Әмри Минкум» тигән һүҙҙе: “Барлыҡ һайлап ҡуйған башлыҡтарығыҙға һәм ғалимдәрегеҙгә”, — тип тәфсир ҡылған. Барлыҡ башлыҡтарығыҙ тигән һүҙ аҫтына батшалар, солтандар, әмирҙәр, ғалимдәр, мөфтийҙәр, ҡазыйҙар, имамдар — барыһы ла шуларға керә.
     Беҙ был аяттан үҙебеҙгә башлыҡтарҙы һайлап ҡуйырға һәм уларға итәғәт ҡылырға кәрәклекте аңлайбыҙ. Әгәр халыҡҡа имам кәрәкмәһә, Аллаһ Үҙенең Китабы булған Ҡөрьәндә һүҙ ҡуҙғатып тормаҫ ине. Ислам ғалимдәре “Ән- Ниса” (“Ҡатындар”) сүрәһенең 59 нсы аятын имамдарҙы һайлап ҡуйыу тейешле, вәжеб икәнлеген аңлатыусы аят тип һанайҙар. Дәлил булыусы тағын башҡа аяттар ҙа Аллаһының Ҡөрьәнендә бар. Миҫал өсөн, “Әл-Маидә” сүрәһенең 49 нсы, 83 нсе аяттары.
     Сөннәттән дәлил
     Дәлилдәр шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә-ссәлләмдең хәҙистәрендә лә етәрлек. Дәлил: “Кем дә кем имамы булмаған хәлдә донъяны ҡуйһа, ул кеше жәһилияттәге мөшриктәр шикелле үлеп китә”, — тигән.
     Үҙен мосолман тип һанаған бар кешеләр ҙә үҙҙәренә юлбашсы һайларға һәм уға итәғәт итеп йәшәргә тейеш икәнлеген аңлайбыҙ ошо хәҙистән. Икенсе бер хәҙистә: «Әгәр сәфәргә өс кеше сыҡһа, улар араларынан береһен имам иттереп билгеләһендәр», — тигән.
     Был хәҙистән аңлашылғанса, беҙ хатта ваҡытлыса (ҡыҫҡа ғына) сәфәр ваҡытында ла үҙ арабыҙҙан имамды һайлап ҡуйырға тейешбеҙ. Өс кешеме, унмы, йөҙмө, меңме, — күпме булһалар ҙа, башлыҡ билгеләнергә тейеш. Әгәр билгеләнмәй икән, ул сәфәр сөннәткә туры килгән бәрәкәтле сәфәрҙән булмаҫ. Шәриғәтебеҙ өс кеше йәшәгән ерҙә лә һәм шулай уҡ сәфәрҙә лә береһе имам булһын тип әйтеүе, имамдың арала вәжеб булыуын аңлата.
     Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу гәләйһи үә-ссәлләм Мәҙинәгә күсенеп килгәндән һуң бар мосолмандарҙың имамы булды һәм ул башҡа ил халҡын исламға өндәр өсөн улар янына үҙенең сәхәбәләрен ебәрҙе. Уларҙы ебәргән уаҡытында араларынан бер башлыҡ билгеләп ебәрә торған ине. Былар барыһы ла йәмәғәткә имам кәрәк булыуын иҫбатлаусы дәлил.
     Ижмағтан дәлил
     Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә-ссәлләм вафат булғас иң беренсе ансарҙар һәм мөһәжирҙәр үҙҙәренең имамдарын һайланылар. Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә-ссәлләм үлгән кешене тиҙерәк ерләгеҙ тип әйткән булһа ла, сәхәбәләр әмир һайламайынса Рәсүлуллаһты ергә күммәнеләр. Әҙәм балаһы янғын сыҡҡанда бөтөн эшен ташлап янғын һүндерергә керешкән шикелле, сәхәбәләр ҙә бөтөн эштәрен ташлап иң беренсе булып үҙҙәренә әмир һайларға керештеләр. Әбү Бәкер Сиддыҡ радыйаллаһу ғәнһүне һайлағандан һуң пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә-ссәлләмде төндә ерләнеләр. Беҙ был ваҡиғаларға ҡарап үрнәк алырға тейешбеҙ. Йәмәғәткә һәр ваҡытта ла, һәр заманда ла иң кәрәкле кеше — имам. Сөнки имамһыҙ тормош — тормош түгел. Имам булмаған ерҙә кеше үлеп китһә ул жәһилияттәге мөшриктәр шикелле үлеп китә. Шуңа күрә имамлы һайлау ижмағ* дәлиле менән дә вәжеб икәнлеге аңлашылды.
     * Ижмағ — ғалимдәрҙең барыһы ла бер фекергә килеүҙәре.
                                                            Имамды һайлап ҡуйыуҙың маҡсаты
     Ни өсөн ислам дине имамдарҙы һайлап ҡуйыуға бик ҙур әһәмийәт биргән? Имамһыҙ ҙа йәшәп була түгелме һуң? Имам булғас уға итәғәт итәргә, ҡушҡандарҙы үтәргә, тыйғандарынан тыйылырға кәрәк. Шулай булғас, нәмәгә ул имам? Имам ул беҙҙең өсөн бер мәшәҡәт кенә. Имамды ашатырға, эсерергә, кейендерергә, уға ярҙам ҡулы һуҙарға кәрәк.
     Былар барыһы ла кешегә бер ниндәй файҙа бирмәй, бары тик матди яҡтан ауырлыҡ ҡына килтерә, тип әйтеүсе кешеләр ҙә булырға мөмкин.
     Мөхтәрәм йәмәғәт, ислам динендә имам хаҡында Аллаһ әмер ҡуйған икән, тимәк Аллаһ уны беҙгә Үҙенең хикмәте менән ҡуйған. Мосолмандар араһында имамдың әһәмийәте бик ҙур.
     Имам ул — Аллаһтың әмерҙәре ер өҫтөндә үтәлһен өсөн кәрәкле булған бер оло вазифалыр.
     Имам, кешеләр араһында килеп сыҡҡан төрлө мәсьәләләрҙе, низағтарҙы тыныс юл менән сисеүсе; кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыусы; халыҡҡа туры юл күрһәтеүсе; уларға Ҡөрьән өйрәтеүсе, уның мәғәнәһен аңлатып биреүсе ғалим кеше. Ғөмүмән алғанда, имам — Аллаһтың дине ер өҫтөндә дауам итһен өсөн бар көс-ҡөҙрәтен ҡуйып ижтиһад ҡылыусы. Аллаһ Ҡөрьәндә: (22:41)
                                                       أَقَامُوا الصَّلَاةَ وَآتَوُا الزَّكَاةَ وَأَمَرُوا بِالْمَعْرُوفِ وَنَهَوْا عَنِ الْمُنكَرِ وَلِلَّهِ عَاقِبَةُ الْأُمُورِ
     “Улар намаҙҙарын ваҡытында уҡырҙар, һәм зәкәттәрен бирерҙәр һәм кешеләрҙе яҡшылыҡҡа Ҡөрьән юлына өндәрҙәр һәм гонаһлы эштәрҙән тыйырҙар, эштәрҙең аҙағы — Аллаһта ”, — тине.
                                                                                                                                                       (Әл-Хаджж 41)
     Тимәк, имамдың төп маҡсаты изгелеккә өндәү һәм яуызлыҡтан тыйыуҙыр. Халыҡтар Йәһәннәмгә төшмәһендәр, Йәннәткә керһендәр өсөн тырышыуылыр.
     Бына, мөхтәрәм йәмәғәт, имам ниндәй күркәм, изге вазифаларҙы башҡара! Был күркәм эш-ғәмәлдәрҙе ихластан ҡылған кеше ысын имам була, Аллаһу әғләм.
                                                                                       «Имамдарға итәғәт», Идрис Ғәләүетдин