Игелекле булыу

                                                      Игелекле булыу — пәйғәмбәрҙәр юлы

   Халыҡ араһында дуҫлыҡ һәм мөхәббәт булдырыу урынына төрлө мәҙһәп, төрлө ағымдар тураһында низағтар ҡуҙғатып, күңелдәрҙә асыу тыуҙырыуға сәбәп булған нәмәләр мосолман эше түгел.
   Пәйғәмбәребеҙ алдында бер ваҡыт матди байлыҡтарға эйә булыу теләге менән генә Аллаһҡа иман хаҡына яу сапҡандарға барып ҡатнашырға теләгән бер кеше хаҡында һүҙ ҡуҙғаталар.
   «Ә ул бер ниндәй әжер-сауап та алмаясаҡ!» — ти пәйғәмбәр был һүҙҙәрен өс тапҡыр ҡабатлап.
   Ғәҙел хәлифәләрҙең бишенсеһе тип аталған Ғүмәр ибн Ғәбдел-Ғәзиз дә өйрәткән: «Мөхәммәдте Аллаһ өммәтенә етәксе, мосолмандар хаҡ юлда йөрөгәндә ярҙамсы булыу өсөн ебәрә, табыш малы туплау, зәкәт йыйыу өсөн ебәрмәй», — тигән.
   Ислам динен ҡабул итмәгән зиммиҙәрҙән жизиәгә мал һәм аҡса алған саҡтарында ла уларҙан ул уны ғүмерен, ғаиләләрен, яҡындарын именлектә тотоуы, үҙ яҡлауына алыуы өсөн яуҙа ҡатышыу мөмкинлеге булған йәш кешеләрҙән генә алған, ҡарт-ҡороно, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы, башҡа төрлө дин әһелдәрен жизиә түләргә мәжбүр итмәгән.

   Ислам — аҡыл дине.
   Аҡылды ул үтә лә юғары дәрәжәгә күтәрә. Сөнки аҡыл ярҙамында ғына бәндә кешене лә, Аллаһты да таныу ғилеменә өйрәнә, кеше һәм Аллаһ ҡаршыһындағы вазифаһын аңлай белә.
   Бәндәне, үҙенең аҡыл һәм рухи ҡиммәттәрен исраф итеүгә барған әҙәмдәрҙе киҫәтеп кенә тора Ислам.           Әҙәмсә йәшәй белмәгән, кешелек сифатын юғалтҡан кешеләрҙең урыны — Йәһәннәм, ти.
   «Дөрөҫө шул, ендәр менән кешеләрҙең күбеһен Беҙ Йәһәннәм өсөн яралттыҡ. Уларҙың йөрәктәре бар, ләкин аңлар өсөн зиһендәре юҡ, күҙҙәре бар — күрә белеү тигән һәләте юҡ, ҡолаҡтары бар — ләкин ул ҡолаҡтар ишетмәй. Улар хайуан кеүек, хатта хайуандан да нығыраҡ аҙашыуҙа. Улар — наҙан халыҡ», — тиелә аятта.
                                                                                     «Әл-Әғраф» («Кәртәләр») сүрәһе, 179-сы аят
   «Игелекле булырға бойороу, яуызлыҡтан тыйыу — пәйғәмбәрҙәр, изгеләр юлы. Үтәлергә тейешле башҡа бик күп төрлө вазифаларға ул йәшәү көсө бирә, төрлө диндәрҙе ҡурҡыныстарҙан ҡурсалай, алыш-бирештәрҙе ҡанун-ҡағиҙәгә ярашлы итә, ғәҙел була белмәүҙәрҙе юҡҡа сығара, ерҙе сәскәгә күмә», — тигән имам Бәкер.
   Изге Ҡөрьән беҙгә асыҡ итеп аңлата: «Диндә көсләү юҡ, — ти, —өндәү һәм өйрәтеү генә бар». Ҡылыс менән дин таратып булмай, динде бөтөнләй юҡҡа сығарырға ғына мөмкин.
   Ислам —тормош дине, тибеҙ.
   «Ғүмер итеү юлындағы игелекле бөтә нәмәнең ғибәҙәт булыуын хәтерҙән сығара биреп, беҙҙең дин тотоуҙы ғибәҙәт (намаҙ, зәкәт, ураҙа, хаж һ. б.) йәки йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр тәртибе менән генә сикләгән саҡтарыбыҙ була башланы...
   ...Хәйер, улары ла кәрәк. Әммә ғилем эстәү, даими рәүештә уҡып ғәҙәтләнеү, уйлана белеү һәм игелекле ғәмәлдәргә бирелеү ҙә Аллаһҡа яҡынайыуҙың иң сауаплы юлдары бит әле», — тип яҙа Мөхәммәд Ғәли Әбүши.
    Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ана шул сауаплы ғәмәлдәр нишләптер бөгөн Ислам донъяһына биҙәк өҫтәргә атлығып бармай. Шәреҡтә йәшәгән этник мосолмандарҙың да күбеһе бөгөн Аллаһтың: «Әгәр ҙә һеҙ ҡараштарығыҙҙы Аллаһ тарафынан ситкә бора башлаһағыҙ, Ул һеҙҙе үҙегеҙгә оҡшамаған башҡа халыҡтар менән алмаштырыр», тигән киҫәтеүҙәрен хәтерҙән сығарҙы шикелле.
   — Иманлы бәндә, — тип өйрәтә дин, — беҙҙең тормошобоҙға; тынғылыҡ, һөйөнөс, йылылыҡ алып килеүе менән ҡәҙерле. «Хаҡ мөьминдәрҙең төп сифаты сәждәгә барған ваҡыттарында ҡалған эҙҙәрҙә күренеп тора».
                                                                                                   «Әл-Фәтех» («Еңеү») сүрәһе, 29-сы аят
   «Игелекле ғәмәлдәр күңелгә яҡтылыҡ бүләк итә, ҡараштарға нур, тәнгә көс бирә, — тигән пәйғәмбәребеҙҙең ике туған ағаһы Ибн Ғаббас, — кешеләрҙең алыр өлөшөн арттыра, күңелдәрҙә мөхәббәт уята».
   Аллаһтың тәҡүә мөьминдәренән берәүҙән һорағандар: «Төндәрҙә намаҙҙа үткәргән кешеләрҙең йөҙҙәре ни өсөн бөтәһенән дә күркәмерәк? » — тигәндәр. «Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе менән ул икәүҙән икәү генә тороп ҡала ла, бәндәне Ул үҙенең нурына кейендерә», тигән мөьмин.
    «Әгәр ҙә кем дә булһа берәү бөтә күңеле менән Аллаһҡа яҡынайырға теләһә, ул кешенең үҙенә лә Аллаһ үҙ ҡолдарының күңелен йүнәлтер».
    «Шәриғәт һәм аҡыл ҡаршыһында яҡшылыҡ тип һаналған бер эште эшләү ҙә диндә саҙаҡаға тиңләшә. Ҡәрҙәшеңә асыҡ йөҙ менән ҡарауың да — яҡшылыҡ. Һыу алырға килеүсе кешегә шишмәнән, ҡойонан һыу алып бирешеүең дә — яҡшылыҡ».
   «Тапҡан малыңды иң элек үҙ кәрәк-яраҡтарың өсөн тотон, унан артып ҡалғанын ҡатыныңа, ғаиләңә, ҡатының менән ғаиләңдән дә артып ҡалыр булһа, яҡындарың тураһында уйла. Байлығыңды бына шул рәүешсә саҙаҡа өсөн файҙалан».
   Ошо хәҙистә өйрәтелгән тәртип менән мал тотоноу саҙаҡа биреүселәрҙән һәм әжер-сауап алыусыларҙан хисапланасаҡ.
   Үҙең фәҡир, балаларың ас була тороп, ҡулыңа төшкән малды башҡаларға сарыф итеү йәки маңлай тире менән табылған малды кешеләрҙән маҡтау һүҙҙәре ишетеү, йомарт ул, тигән исем таратыу өсөн ситтәргә биреү — ахмаҡлыҡ. Шуның шикелле үк кешеләргә бурысың булған көйө кейенеп-яһанып йөрөү, ҡатыныңды һәм балаларыңды биҙәндереп, өй төҙөп, табын-табын халыҡ йыйып һыйлау эштең һуңы тураһында уйлай белмәү ғәләмәте был хәҙистә өйрәткәндең киреһе була.
   «Саҙаҡаның иң сауаплыһы — үҙең сәләмәт, күңелең мал йыйырға ярата, фәҡирлектән ҡурҡа, байып китергә теләгән ваҡытта бирелгәне. Иғтибарлы бул, үлемесле ауырыу килгәндә фәлән кешегә фәлән тиклем, фәлән кешегә фәлән тиклем бирелһен, ти башлауың бар, әммә был ваҡытта инде малдарың һинең ихтыярыңдан китеп, вариҫтарыңа ҡалған булыр».
   Тимәк, саҙаҡаның сауаплыһы үҙең иҫән ваҡытта үҙ ҡулдарың менән бирелгәне.
   — Саҙаҡа биреүҙең файҙаһы тураһында хәҙистәр күп булһа ла, тәүге мосолмандар йәшәгән заманда телдәре менән һорап та, мохтажлыҡтарын күрһәтеп тә саҙаҡа һорамайҙар, һорамай ғына биргәнде лә алып бармайҙар, үҙҙәре сәләмәт һәм кәсепкә көстәре етерлек булған хәлдә кешеләргә ҡул һуҙыуҙы хурлыҡ, түбәнлек, әҙәпһеҙлек һанай торғайнылар. Әммә беҙҙең хәҙерге заманыбыҙҙа саҙаҡа биреү ысулы бөтөнләй боҙолдо, саҙаҡа йыйыу бер маҡтаулы кәсеп рәүешенә инде, Ислам рухының үә маҡсатының тамам киреһенә әйләнеп китте. Кәрәк мосолман үә кәрәк башҡа булһың берәр бай йәки аҙмы-күпме сығырлыҡ урыны булһа, шуның өй тирәһенә күҙ һал! Ҡара сәүкә кеүек булып насар кейемдәге мосолмандар һырып алалар ҙа бик күптәре бер нисә һумлыҡ көндәрен шунда үткәрәләр. Рамаҙан айҙарында зәкәт алыр өсөн йөҙәр саҡрым ерҙәрҙән йыйылып ғүмерҙәрен һәм ҡиммәтле ваҡыттарын заяға үткәрәләр. Ошо сәбәптән саҙаҡаларҙы бер ҡағиҙәгә буйһондороп, Ислам өммәтен ситтәр ҡаршыһында көлкөгә ҡалдырмаҫҡа, Исламдың рухын үә маҡсатын еренә еткерергә ихтыяж тыуа. Был көндәге мосолмандар өҫтөндә булған вазифаларҙың береһе ошо эш булһа кәрәк — тип яҙып ҡалдыра Ризаитдин Фәхретдин.
   «Әҙәм балаһына яуызлығың тейеүҙән һаҡлан, был эш һинән саҙаҡа булыр. Уҫал булма, әҙәм балаһына уҫаллыҡ эшләмә».
   «Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә хозурында һүҙҙең тураһын һөйләүҙән дә һөйөклө саҙаҡа юҡтыр».
   Хаҡ һүҙ һөйләү саҙаҡа булған кеүек, уны күтәрә, ҡабул итә белеү ҙә — саҙаҡа.
   Икенсе бер риүәйәттә был хәҙис: «Аллаһы Тәғәлә хозурында жиһадтың — дин өсөн һуғыштың иң һөйкөмлөһө, залим падишаһ һәм әмирҙәр алдында бер нәмәнән ҡурҡмай тураһын әйтеп биреү», — тип тәржемә ителә.
   Мәжлестә ултырғандарҙан бер ваҡыт ғәҙел хәлифә Ғүмәр ибн ол-Хаттаб алдында: «Иттәҡа Аллаһ, йә Ғүмәр!» (Аллаһ үҙе һаҡлаһын, Аллаһтан ҡурҡ, йә Ғүмәр!), — тип ике-өс тапҡыр ҡабатлаған берәүгә: «Ярар, ярар! Мөьминдәр әмире хаҡында бер аҙ арттырып ебәрҙең!» — тип киҫәтеү яһаған кешегә хәҙрәте Ғүмәр: «Тимә! Һөйләһен, әйтәһе һүҙен әйтһен. «Иттәҡа Аллаһ!» — тигән һүҙҙе беҙгә әйтмәһәләр, уларҙа, шул һүҙҙе күтәрә алмаһаҡ, беҙҙә хәйер булмаҫ», — тигән.
   Саҙаҡа ул кешегә аҡса йәки ни булһа ла бер нәмә биреү генә түгел, саҙаҡаның төрҙәре лә бик күп. Шул йөмләнән үҙе дөрөҫ тип тапҡан һүҙҙе һөйләү ҙә Аллаһы Тәғәлә хозурында иң һөйөклө саҙаҡа.
   Үҙеңә яҡын кешеләрҙең һәр эшен хуплап һәм маҡтап, үҙең һөймәгән кешеңдең яҡшы эшен дә яманға юрауҙан айырыла алмау хискә бирелеү була.
   «Бер мосолман иген игеп һәм емеш ағастары ултыртып, игенде , һәм емеште ҡоштар, әҙәмдәр йәки хайуандар ашаһа, шул мосолман өсөн былар саҙаҡа булмай ҡалмаҫ».
   Ошо хәҙискә биргән шәрехтәре һуңынан Ризаитдин бине Фәхретдин: «Иген сәс, емеш ағастары үҫтер, әҙәмдәр файҙаланыр, әҙәмдәр файҙаланмаһа, ҡош-ҡорт файҙаланыр — ошо эш һинең саҙаҡаң булыр», — тип кәңәш бирә.
                                         Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғул кәлим-шәрхе». 70, 301, 396, 402-се биттәр
   «Ғилем менән мәҙәниәт булмаһа, дин йәшәмәй», — тип яҙа Ризаитдин бине Фәхретдин һәм пәйғәмбәребеҙҙең: «Бер милләттең эштәре эш белмәҫ кешеләр ҡулына тапшырылһа, шул милләттең ҡиәмәтен көтөп тор», — тигән хәҙисен килтерә.
   Шәрех яҙыусы ғалимдар был хәҙискә: «Мосолмандарҙың хәлифәт (солтанлыҡ), ҡаҙыйлыҡ, мөфтөйлөк, имам үә мөҙәрислей кеүек дини вазифалары был эшкә яраҡлы, лайыҡлы булмаған кешеләр ҡулына ҡалһа, Ҡиәмәт көнөн (донъя бөткәнде) көтөп тороғоҙ, сөнки ҡулынан эш килмәгән кешене эш башына мендерер аманатҡа хыянат булыу өҫтөнә ғаҡылһыҙлыҡ ғәләмәте лә», — тигән мәғәнәне бирәләр. Бер милләттең дини эштәре эшкә яраҡһыҙ әҙәмдәр ҡулына төшөү менән бергә донъя бөтмәһә лә, шул милләттең артҡа тәгәрләүе, тормош китабының бөтәрләнеп, тарих архивына ташланасағы мәғлүм».
    «Дин эштәрен был хеҙмәткә лайыҡлы кешеләр алып барғаңда дин өсөн ҡайғырмағыҙ, улар инде быға лайыҡлы булмағандар ҡулына эләкһә генә күҙ йәштәрен түгеп иларға ҡала», — тип хәҙисте артабан дауам итә ғалим.
    Дин эштәре тигән төшөнсәгә дини тәғлим — дингә өйрәтер уҡытыу, мәҙрәсәләрҙә дәрес алып барыуҙы ойоштороу, дини вазифалар тәртибе һәм башҡа эшмәкәрлектәр инеүе мөмкин.
   Улар үҙ эшен яҡшы белгән, ғилемдә һәм тәрбиә алымдарында хәбәре булған, шәкерттәр ғүмерен заяға үткәреүгә бармаған мөғәллимдәр, ҡаҙыйлыҡ, мөфтөйлөк вазифаһында булғандарға сөннәт ғилемен, төрлө замандарҙа йәшәгән ғалимдар мираҫын белгән, уй-фекерҙәре саф килеш ҡалған эшлекле кешеләр ҡулына тапшырылырға тейеш.
   Заман менән бергә атлап бара белгән кешеләр «дини һәм ғилми хеҙмәттәр өсөн лайыҡлы булмаған әҙәмдәрҙе һайлап ҡуймаҫ, ғилем менән дин урындыҡтарына ғиффәтле һәм етдилеге булмаған кешеләрҙе яҡын ебәрмәҫ. Дини вазифалар теҙгенен үҙ мәртәбәһен үҙе белмәй, эштең әһәмиәтен аңламай торған кеше ҡулына биреү — шул милләттең мәғәнәүи сүрәттә үҙен үҙе юҡҡа сығарыу үә абруйы юғалыуға сәбәп булыр».
Дини вазифа теҙгене үҙ мәртәбәһен үҙе белмәй, эштең әһәмиәтен аңламай торған кеше ҡулында булыу — шул милләттең артта ҡалыуына сәбәп була».
                                      Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғул кәлим-шәрхе». 47, 321—322-се биттәр
                                                                   * * *
   «Ҡиәмәт көнөндә ошо биш нәмә хаҡында һорау булмай тороп, әҙәм балаһының аяҡтары баҫҡан еренән ҡуҙғалмаҫ: улар — ғүмерен ниндәй урындарға сарыф иткәнлеге; йәшлек йылдарын, көстәрен ниндәй урыңдарҙа бөтөрөүе; малын ниндәй юлдар менән тапҡаны; ниндәй юлдарға тотонғаны һәм белгән ғилеме менән ниндәй ғәмәлдәр ҡылғаны тураһында һорауҙар булыр».
   Аллаһы Тәғәлә бәндәгә ғүмер һәм йәшлек, мал һәм ғилем биргән икән, әлбиттә, улар хаҡында хисап та алыныр.
   Донъяла ла, Ахирәттә лә хисапһыҙ нәмә юҡ. Быны һәр кем үҙ аҡылы менән дә уйлап белергә тейеш.
   ...Ғилем ғәҙәттә дини һәм донъяуи тигән өлөштәргә бүленеп йөрөтөлә.
   Был аятта ғилемде донъя малы табыу өсөн бер сәбәп итмәү тураһында һүҙ бара.
   Бәндәселек менән һәр бер ғалим (дин ғалимы) үҙен Ахирәт ғалимы, башҡаларҙағы ғилем дин талаптарына яуап бирмәй тип уйлағанлыҡтан һөйләп йөрөгән вәғәздәрендә ғалимдар өҫтөнлөгө тураһындағы хөкөмдәрҙе үҙе теләгән юлда йөрөмәгәндәрҙе ҡурҡытыу, янау, киҫәтеү өсөн ҡулланырға мөмкин.
   Бер кеше үҙендә булған ғилемде мал йыйыуға, ҡәҙерле, хөрмәтле булыуға, мәжлестәрҙең түрҙәрендә ултырыуға үә, ғөмүмән башҡаларҙан өҫтөнөрәк булыу өсөн бер сәбәпкә әйләндерһә, ул кеше Ахирәт ғалимдарынан була алмай.
   Бер кешенең эшләп йөрөгән эше һөйләп йөрөгән һүҙенә тап килмәһә лә, был — яҡшылыҡ ғәләмәте түгел.
Тағы ла кейем-һалым, ашау-эсеү, донъя көтөү мәсьәләләрендә исраф тураһында уйлана белмәү тәкәбберлек ғәләмәте булғанлыҡтан бындай кешеләрҙең дә Ахирәт ғалимдары булмаҫлығы мәғлүм.
   Элеккеләр — сәхәбәләр менән тәбиғиндар — фәтүә биреү тураһында ашығып бармағандар, һаҡлана белгәндәр.
   Ниндәй ҙә булһа бер хөкөм тураһында һүҙ сыҡҡанда ҡөҙрәте еткәндәр Ҡөрьән һәм Хәҙистәргә, сәхәбәләр сөннәтенә нигеҙләнеп фәтүә биргәндәр, ҡөҙрәте етмәгән сүрәттә, был мәсьәләне белмәуе тураһында асыҡтан-асыҡ әйтеп, үҙенән яҡшыраҡ белеүселәргә ебәрә торған булалар.
   Ибн Ғаббастың да бит: «Һораған һәр кемгә яуап бирергә тороусы кеше — мәжнүн», — тип әйтеүе тураһында риүәйәттәр һаҡланып ҡалған.
   Мосолман биҙғәттән һаҡлана белә. Биҙғәт — ул пәйғәмбәребеҙҙән һуң тарала башлаған йолала. Берәр төрлө ғибәҙәт һәм ғәмәл бөтә донъя мосолмандары тарафынан ҡабул ителһә лә, Ахирәт ғалимдарынан булған кеше шул хаҡта. Рәсүлулланан ҡалған хөкөмдәрҙе тикшерер, сәхәбәләр һәм тәбиғиндар ваҡытында шул ғәмәл һәм ғибәғәт (йола) ни рәүешле үтәлгәнен тикшереп ҡарар һәм хәҙистәргә, изге кешеләр ғәмәленә мыуафиҡ булһа ғына ҡабул итерҙәр ине.
   Ғалим кеше үҙе һөйләүҙән бигерәк кеше һөйләгәнде тыңларға ярата. Һүҙ һөйләү тураһында үҙен генә лайыҡлы тип башҡаларҙы һанға һуҡмаған кеше Ахирәт ғалимдарынан була алмай. Ахирәт ғалимдары үҙен тота белә, тыйнаҡ, кешеләргә илтифатлы, шәфҡәтле һәм мәрхәмәтле була.
   ...Был турала иң яҡшы өлгө Рәсүлулланың хәҙистәре, уның йәшәү рәүеше, сәхәбәләрҙең ғөрөф-ғәҙәттәре иң дөрөҫ юл. Улар ҡылған ғибәҙәттәрҙән, ғәмәл һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙән арттырып һәм боҙоп ебәреүселәр Ахирәт ғалимдарынан булмаҫ».
                                                       Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғүл кәлим-шәрхе». 323—325-се биттәр
   «Ғалимдар бар. Аҡыллылар, шәриғәт ғилемдәрен тулы камиллыҡта беләләр, ниндәй генә ауырлыҡ тыуһа ла, хәтер һәм хыялдар менән мауығып китмәй мәсьәләнең дөрөҫлөгөн табып, ҡаты төйөндө еңел итеп сисә беләләр.
   Ғабидтар бар. Уларҙан ҡайһы берәүҙәре бөтә ғүмерҙәрен ғибәҙәттә, икенселәр Ҡөрьән уҡып үткәрә. Тәрәүих намаҙҙарында Ҡөрьәнде тулыһынса уҡып сыға.
   Шәйехтәр бар. Бөтә ваҡыттары мәсеттәрҙә, намаҙлыҡ өҫтөндә үтә үә бөтә һүҙҙәре уйға сумып алыу, гүзәл һәм кәрәкле тип табылған ғәмәлдәр, тәүбә һәм инаныу (ышаныу), кеүек нәмәләр тураһында хәстәрлек менән үтә.
   Байҙар бар. Мәсеттәр һәм мәктәптәр төҙөйҙәр, уңға ла, һулға ла саҙаҡа тараталар, төрлө хәйриә эштәренә иғанәләр биреү хаҡына ҡул һуҙып торалар. Шөбһә булыуы ла мөмкин түгел ошо күп төрлө халыҡтар араһында Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән хөрмәт ҡаҙанған, донъя һәм Ахирәттә ҡотолоу тапҡандар ҙа күп булыр. Шуның менән бергә алда әйтелгән эштәр нәфсе теләген ҡәнәғәтләндереү өсөн генә булыуы ла мөмкин. Ғәмәлдәрҙең күренеп торғанына ҡарап ҡына хөкөм йөрөтөргә ярамай, кешенең ниәтенә, маҡсатына ҡарап хөкөм йөрөтөргә кәрәк. Быларҙы Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Ғибәҙәтте һәм хәйерле эштәрҙе ни тиклем күп ҡылһаң да, үҙеңде Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында Уның ризалығына лайыҡ булған кешемен тип һанама, бәлки, хәүеф менән өмөт араһында ҡал.
   Үҙеңдән башҡаларҙың дин үә мәҙһәптәренә ҡатышма. Ғөмүми бер бәлә килгәндә лә үҙеңдән башҡаларҙы гонаһ шомлоғонан тип белмә. Аллаһ менән араңды төҙәтергә тырыш та, кешеләрҙең һиңә килтергән яфаларына хафа булмай, уларҙы Аллаһ ихтыярына тапшыр. Үҙең һөймәгәнде кеше өсөн дә һөймә.
Донъя эштәрен дин эштәре менән бутама. «Донъя эштәрегеҙҙе һеҙ үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ».
   Мосолмандарҙың дини эштәре бар. Дин эштәрендә бәндә Ҡөрьән һәм Рәсүлулланың сөннәтенә мөрәжәғәт итергә һәм пәйғәмбәрҙән өйрәнеп белергә тейешле. Донъяуи ғилемдәр, донъяуи эштәр хаҡында иһә үҙҙәре уйланып үә үҙ тәжрибәләрен ҡулланып, үҙ ғаҡылдарын эшләтә. Донъяуи ғилемдәр кәрәк әҙәм балаһының зиһене етерлек үә етмәҫлек дәрәжәлә булһын, уны Ҡөрьән үә хәҙистән эҙләү, пәйғәмбәрҙән һорау, уларҙың вазифаларын, ни өсөн ебәрелгәнлектәрен белмәүҙән килә. Рәсүлдәр бәндәләргә донъяуи ғилемдәр өйрәтеү, тәбиғәт фәненән һәм астрономиянан уҡытыр өсөн түгел, бәлки, Аллаһы Тәғәләгә бәндәселек күрһәтә белеүҙе үә үҙ араларында берҙәмлек, татыулыҡ, мөхәббәт менән йәшәү алымдарын, нәфсене паклау рәүештәрен өйрәтеү өсөн ебәрелгән. Әгәр ҙә донъяуи ғилемдәрҙең дә пәйғәмбәрҙәр аша өйрәтелеүе кәрәк булған булһа, кешеләргә лә эшһеҙ ятып, һәр нәмәнең вәхи менән килерен көтөп торорға кәрәк булыр ине.
   Әлбиттә, пәйғәмбәрҙәрҙең һиҙемләү һәләтен файҙаланыу, аҡылды эшләтеү, ғибрәт алыу тураһында аяттар бар, улар күп кенә. Әммә улар донъяуи ғилемдәр өйрәтеү, сәнәғәт һәм һөнәр эштәренә ҡатнашыу маҡсаты менән түгел, бәлки, шул эштәрҙе дин үә иманды ҡеүәтләү өсөн ҡуллана белергә өйрәтеү өсөн индерелә.
   Шуға ла дин ғилеме менән донъя ғилемен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дин әмерҙәре менән бутап бөтөрмәҫкә, араларындағы айырманы аңлай белергә кәрәк. Ислам диненең фитри — тәбиғи — дин булыуының мәғәнәһе лә диндең донъяуи эштәргә ҡатнашмауы, уның донъяуи һөнәр үә сәнәғәттәргә өйрәтеүҙән тыймауы, донъяуи эштәргә өйрәтеүҙе үҙ өҫтөнә алмауы, бәлки, халыҡтарҙың үҙҙәренә тапшырыуы Ҡөрьән һәм сөннәт өйрәтеүҙәренә мыуафиҡ булыуы йәһәтенәндер...
   ...Ләкин ни өсөндөр мосолмандар был ҡағиҙәне ҡулланма итеп алмай һәм дин эше менән донъя эшен дә айырмай һәр нәмәне шәриғәткә яраҡлаштырырға тырышып, шәриғәттә фәтүә эҙләй башланылар, донъяуи эштәрҙең дин исеме менән тыйылыуынан «Ислам дине менән мәҙәниәт бергә йыйылмай», тигән ялған бер дәғүә барлыҡҡа килде.
   Беҙҙең ошбу көнөбөҙҙә Бохара ғалимдары ысулы жәдид менән балаларға әлифба уҡытыуҙы тыйҙылар, дин исеме менән мәктәптәрҙе яптырҙылар. Күкрәктәре асыҡ рус ҡыҙҙарының театрҙарҙа, цирктарҙа уйнауҙарын яҡшы тип табып та, Ислам вәҡыфтарын һатып, кәсеп ҡылыуҙы, рия менән мөғәмәлә итеүҙе үҙҙәре өсөн диндә тыйыу тип уйлап та бирмәгән был «мөбәрәк заттар» аҙ ваҡыт үә еңеллек менән балаларға яҙыу танытыуҙа ниндәй тыйыу тапҡандарҙыр».

                                                       Ризаитдин бине Фәхретдин «Жәүәмиғул кәлим-шәрхе». 8-90-сы биттәр
   «Ислам, — тип өйрәтә ғалим, — замандың бөтә талаптарына яуап бирә белергә тейеш».
   Хәҙерге заман мосолмандарына өлгө алырға сәбәп булһын тип ул хикмәт эйәләренең, яҙыусыларҙың, йәмәғәт һәм йәмғиәте-хәйриә эшмәкәрҙәренең тәржемәи хәле тураһындағы хеҙмәте — «Асар»ҙы яҙа башлай.
   «Диндән башҡа мәғариф була алмаған кеүек, мәғарифтан башҡа дин дә зыяндан башҡаны белмәҫ», — ти ул.
   «Донъяуи ғилемдәр кешегә ҡотолоу табырға ярҙам итеүсе игенлек», — тип тә өҫтәй».
   «Бөгөн, мосолман мәғариф системаһының яңырыу осорона аяҡ баҫҡан бер мәлендә, бынан быуат ярым элек көн тәртибенә ҡуйылған төп мәсьәлә — уҡытыу барышында дини һәм донъяуи ғилемдең нисбәте ниндәй булырға тейешлеге көнүҙәк мәсьәлә булып бөгөн тағы ла алға килеп баҫты, — тип яҙып сыҡты «Ғәлиә» мәҙрәсәһе директоры Ильяс хәҙрәт, ҡәҙимселәр менән жәдидселәр» араһында барған көсөргәнешле бәхәсте хәтергә төшөрөп.
   Ҡәҙимселәр ул ваҡытта мәҙрәсәләрҙә дин дәрестәре генә бирелһен тип барҙы, жәдидселәр иһә уҡыу барышын төптән үҙгәртеп, унда донъяуи фәндәргә лә урын бирелеүен көн тәртибенә ҡуйыу яғында булды...»
Мосолмандарҙың 1980-се йылдар башында — 1990-сы йылдар аҙағында барлыҡҡа килгән уҡыу йорттарының төп хәстәрлеге электән йәшәп килгән йола тәртиптәрен яңынан тергеҙеүгә йүнәлтелде.
   Шәкерттәрҙе уҡытыуҙар ҙа шул маҡсатты күҙ уңында тотоп ойошторолдо. Сөнки был кешене дингә йәлеп итеүҙең иң ҡыҫҡа, иң отошло юлы ине.
   Заман башҡа заң башҡа, тиҙәр.
   «...Әле, — ти ул, — мәҙрәсәлә уҡытыуҙар, әлбиттә, иң беренсе сиратта йәмғиәтте бик тә тулҡынландырған һәм борсоған мәсьәләләрҙе күҙ уңында тота. Улар — дини йолаларҙы башҡарыу, дин нигеҙҙәрен, шәриғәт хөкөмдәрен өйрәнеү».
   Тимәк, мәҙрәсәләрҙә уҡытыу әлегә ҡәҙимселәр талап иткән тәртиптән айырылмай. Был бик ҡыҙғаныс.
«Бындай өйрәнеүҙәрҙе һөҙөмтәле, тәьҫирле, файҙалы итеү өсөн әлеге ваҡытта донъяуи ғилеме (һәм тормош тәжрибәһе) етерлек булған кешеләрҙе һайлап, дини ағартыу эштәренә йәлеп итергә кәрәктер», — тип, төплө генә бер фекер ҙә әйтеп ҡуя хәҙрәт.
   Әммә әйтеү — бер, бойомға ашырыу — икенсе.
                           Хәҙис-шәрифкә Ризаитдин бине Фәхретдин биргән шәрехтәр.
   «Ҡуй көтөүенә килеп сыҡҡан ике ас бүренең зарары әҙәм балаһының мал һәм данға хирысланып, дин өсөн килтергән зарары тиклем үк булмаҫ».
   Ас бүреләрҙең ҡуй көтөүенә килтергән зарары ни тиклем буласағы мәғлүм: бөтә көтөү харап буласаҡ.
   Әхлаҡ ғалимдарынан хайуандар донъяһы ғилеменән бер аҙ хәбәре булған берәү: «Әҙәм менән бүренең ҡайһыһы уҫалыраҡ?» — тип һорау ҡуя ла, үҙе үк шул һорауына яуап та бирә.
   «Бүре донъяла булған хайуандарҙың ир уҫалдарынан үә иң залимдарынан булмаһа ла хәҡиҡәт хәлдә иң уҫал һәм иң ҡурҡыныс бер йыртҡыс. Шулай була тороп та, әҙәм балаһына ҡарағанда, яҡшы күңелле һәм яҡшы мөғәмәләле. Уҫал әҙәмдәрҙе бүрегә оҡшатыу — бүреләргә золом ҡылыу һәм хаҡһыҙлыҡ күрһәтеү.
Әҙәм балалары ашамаҡ-эсмәк нәмәләрҙе йыйып алып та, хаҡтары күтәрелһен өсөн йәшереп тотҡандары, һатмай торғандары үә хаҡын күтәреп фәҡирҙәрҙең ҡандарын, йәштәрен һыуырған хәлдә — бүре бындай гонаһтан үә бындай рәхимһеҙлектән пак.
   Әҙәм балалары иҙеүселәр менән залимдар хәтере хаҡына үҙ туғандарын йәбер иткәндәре, хатта үлтергәндәре була, бүре туғанын үлтереүҙән һаҡлана, бындай эште эшләмәй.
   Әҙәм балалары тыйнаҡ һәм намыҫлы кешеләрҙең маңлай тире менән тапҡандары иҫәбенә йәшәү өсөн мең төрлө хәйләгә барғанда, бүреләр үҙ туғандары өҫтөңә һалынмай, башҡа берәүҙең елкәһенә йөк булып төшмәй, үҙ кәрәген үҙе таба.
   Бүреләрҙең береһе лә икенселәренә аяҡ салмай.
   Бер аҙ дәүләтле кешеләр хасталанып, ауырый башлаһа, тирә-йүнендә йөрөүсе әҙәмдәрҙең һәр береһе хәл белеү исеме менән бер нәмә эләктереп ҡалыу, хатта ҡәберҙәргә лә саҙаҡа төшөрөү ниәте менән оҙата барған бер мәлдә, бүреләр хасталарҙы аулаҡ ерҙәргә оҙаталар, шунда йәшәргә ирек бирәләр.
   Электән танышлыҡтары булмаған ике кеше осрашып, бер-береһенә әҙ генә бәрелешһәләр йәки бәрелешә яҙһалар, ер менән күк араһын тултырып, әрләшкәндәре, ҡысҡырышҡандары хәлдә, таныш булмаған ике бүре осрашһа, бик тәрбиәле рәүештә танышалар ҙа, икәү бергәләп ризыҡ эҙләргә китәләр. Ризыҡтарын уртаҡлашып ашайҙар, үпкәләшмәйҙәр, көнләшмәйҙәр, йәбер үә золом ҡылынмайҙар».
   Был урында һөйләнгән хәҙис-шәрифтә бүрелә булған боҙоҡлоҡ әҙәм балаһындағы мал менән данға хиреслек тиклем үк булмағанлығы тураһында һүҙ бара.,
   Мосолмандар өсөн Ахирәткә сәбәп булыу ниәте менән донъяны һөйөү тыйылмай. Тыйылған нәмәләргә ҡарата ас күҙле булыу диндең боҙолоуына килтерә».
                                                       Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғулкәлим-шәрхе». 392—394-се биттәр
                                                                       Хәҙис Шәриф
   «Һис бер мосолман бәндә үҙ дин ҡәрҙәшенең артында хәйер-доға ҡылмаҫ, ҡылды иһә бер фәрештә шул доға ҡылыусы өсөн үҙеңә лә шулай булһын, тип хәйер-доға ҡылып торор».
   Тимәк, ҡәрҙәшең өсөн доға ҡылыу, хәҡиҡәт хәлдә, үҙең өсөн хәйер-доға ҡылыу була. Шуға ла: «Фәлән үә фәлән кешеләрҙең теләгән теләктәрен ҡабул итә күр!» — тип атап доға ҡылырға мөмкин булмаһа, күңелең нескәреп киткәндә үҙең өсөн доға ҡылғандан һуң: «Ярабби! Беҙҙән хәйер-доға өмөт иткән кешеләрҙең дә теләгән теләктәрен ҡабул ит!» — тип дөйөм рәүештә генә булһа ла доға ҡылырға тейешлебеҙ.

                                                                                                                          Башҡортса календарь, 2017 йыл