Ибраһим пәйғәмбәр һәм улы Исмәғил

                                            Ибраһим пәйғәмбәр һәм улы Исмәғил

     Ибраһим пәйғәмбәрҙең хәҙрәт Һәжәр менән Исмәғилде Ғәрәбстәнға илтеүе. Исмәғилде ҡорбан ҡылыуы.

     Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙең нәҫеле бер Кэнғанда ғына ҡалмайынса, уға йыраҡ булған Ғәрәбстан тигән ерҙә лә урынлашыуын һәм шунда ысын дин таратыуын теләгән. Шуға күрә хәҙрәт Ибраһим ҡатыны Һәжәрҙе алып, Ғәрәбстан еренә киткән. Был ваҡыт әле Исмәғил имсәк бала ғына булған. Ул хәҙрәт Һәжәрҙе ҡулындағы балаһы, менән хәҙерге Мәккә урынында ҡалдырып, үҙе кире Кәнғанға ҡайтып киткән. Был ер таулыҡ, ташлыҡ, ҡомлоҡ бер ер булған. Бында кеше затынан бер нәмә лә булмаған. Хәҙрәт Һәжәргә бындай ерҙә бер яңғыҙы ҡалыу бик ауыр, бик күңелһеҙ булған. Уның янында һаҡлыҡ һыу вә аҙығы бар икән. Һыуы бөткәс, ул төрлө яҡҡа йүгереп йөрөп һыу эҙләгән. Ләкин ни саҡлы әҙләһә лә, таба алмаған. Ахырҙа арып килеп бер ергә ултырған. Шул ваҡыт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән бер фәрештә килеп шундағы бер ергә һуҡҡан да, шунан бер шишмә атылып сыҡҡан. Шунан һуң был шишмә бер ҡойо (ҡоҙоҡ) булып ҡалған. Ул хәҙерге көндә лә бар. Уға, Зәмзәм ҡойоһо, тиҙәр. Күпме, әҙме ваҡыттарҙан һуң, был ерҙә һыу барлығын ишетеп, бер төркөм халыҡ күсеп килеп ултырған. Былар ғәрәп халыҡтары булған. Хәҙрәт Һәжәр менән Исмәғил, шулар менән аралашып, көн күрә башлаған.

     Ибраһим пәйғәмбәр ҙә бер нисә мәртәбә бында килеп ҡатыны менән улының хәлдәрен белеп киткән. Бер килгәндә төшөндә Исмәғилде ҡорбан ҡылғанлыгын күргән. Шунан һуң ул Аллаһы Тәғәләнең уға Исмәғилде ҡорбан ҡылырға ҡушҡанлығын аңлап, төшөн Исмәғилгә һөйләгән. Исмәғил быға: “Баш өҫтө, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан эшкә мин әҙермен”, — тигән. Шунан һуң Ибраһим пәйғәмбәр Исмәғилде бер ергә алып барып ятҡырған, ҡулындағы бысағын уның муйынына килтергәндә генә уға Аллаһы Тәғәләнән: «Эй, Ибраһим, туҡта, һуйма. Мип һине һынау өсөн генә былай ҡушҡан инем. Миңә ни дәрәжәлә буйһонғанлығыңды белдем инде», — тигән бер тауыш килгән. Шунан һуң ул Исмәғилде һуйыуҙан туҡтаған. Бына Ибраһим пәйғәмбәрҙең Аллаһы Тәғәләгә буйһонғанлығы ни дәрәжәлә булған. Ул Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн күҙ нуры булған балаһын да ҡорбан ҡылыуҙан тартынмаған. Шуның өсөн дә ул бик олуғ пәйғәмбәр булған. Уның уғландары икеһе лә пәйғәмбәр булғандар. Уның нәҫеле лә бик мөбәрәк булған. Уның нәҫеленән бик күп пәйғәмбәрҙәр килгән.
     Хәҙрәт Исмәғил, әлеге ғәрәптәр менән ҡатышып, бөтөнләй ғәрәпләшеп киткән. Ул уларҙан ҡыҙ ҙа алған. Уларҙан балалар тыуып, үрсегәндәр. Хәҙерге көндәге ғәрәптәрҙең балалары бына шул Исмәғил ғәләйһиссәләмдәндер. Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм лә бына шул хәҙрәт Исмәғил нәҫеленән булған. Ибраһим пәйғәмбәрҙең икенсе бер килеүен дә Аллаһы Тәғәлә уға шундай бер ғибәҙәтхана (мәсет) һалырға ҡушҡан. Шунлыҡтан ул улы Исмәғил менән бер ғибәҙәтхана һалған. Мәсетте Ибраһим пәйғәмбәр үҙ ҡулы менән һалған. Хәҙрәт Исмәғил уға булышлыҡ иткән, кирбестәрҙе алып биреп торған. Бина һалынған ваҡытта былар Аллаһы Тәғәләгә: «Эй беҙҙең раббыбыҙ, беҙҙең балаларыбыҙҙан бер пәйғәмбәр ебәр, ул уларҙы яҡшылыҡҡа өндәһен, уларға дин вә шәриғәт хөкөмдәрен өйрәтһен!» — тип доға ҡылғандар. Быларҙың ошо доғалары ҡабул булған. Уларҙың нәҫеленән пәйғәмбәрҙәрҙең иң ҙурыһы һәм ахырызаман пәйғәмбәре булған беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм килгән. Шул ваҡыт Ибраһим пәйғәмбәр, ошо ғибәҙәтхана булған Мәккә шәһәренә лә бәрәкәт биреүен һорап, Аллаһы Тәгәләгә доға ҡылған. Ул доға ла ҡабул булған. Ул шәһәр бик мөбәрәк шәһәр булған. Был шәһәр хәҙерге көндә лә бар. Ул Мәккә шәһәрелер. Ошо Ибраһим вә Исмәғил пәйғәмбәрҙәр бина ҡылған гнбәҙәтхана «Ҡәғбәтулла» тип әйтеләлер. Ул хәҙерге көндә лә бар. Тик ул һуңынан бер нисә ҡат төҙәтелгән инде. Ул ғибәҙәтхана булып килгән. Уға донъяның һәр тарафында булған мосолмандар йылына бер мәртәбә барып хаж ҡылып ҡайталар.
     Ибраһим пәйғәмбәр, вафат булғансы Кәнған ерендә ҡалып, халыҡты тоғро юлға өндәгән. Аллаһы Тәғәлә уға дин вә шәриғәт хөкөмдәрен бәйән иткән бер китап биргән. Ибраһим пәйғәмбәрҙән һуң, пәйғәмбәрлек Исхаҡ ғәләй- һиссәләмгә күскән. Ул да халыҡты тоғро юлға өндәгән. Уның нәҫеленән дә бер нисә пәйғәмбәр килгән. Хәҙрәт Исмәгил, Ғәрәбстан ерендә пәйғәмбәр булып, унда халыҡты тоғро юлға өндәгән. Уныц нәҫеленән бер генә пәйғәмбәр килгән. Ул пәйғәмбәрҙәрҙең иң олоһо Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдер.