ДУҪЛЫҠ ҺӘМ ДОШМАНЛЫҠ

ризаитдин

                      ДУҪЛЫҠ ҺӘМ ДОШМАНЛЫҠ

     Кеше ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашырлыҡ дуҫтарға һәр ваҡыт мохтаж. Ҡайһы бер дуҫтар матди яҡтан, ҡайһылары рухи яҡтан ярҙам итәләр. Кәрәк ваҡытта уларҙан аҡса йәки берәй әйбер һорап тора алаһың, бәләгә тарыһаң йәки ауыр хәлгә осраһаң дуҫтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалаһың. Мәшәҡәттәре мәңге бөтмәҫ был донъяла дуҫтар һәр саҡ терәк. Дуҫлыҡҡа таянған кеше тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Уның һәр аҙымы ышаныслы була. Тайғаҡ юлдан атлағанда йығылмаҫ өсөн таяҡ кәрәк, ғүмер юлынан уҙғанда дуҫтарҙың булыуы шарт.
     Дуҫлашып йәшәүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Шуларҙы белеү мотлаҡ. Уларҙы үтәү аралағы дуҫлыҡты нығыта. Был ҡағиҙәләр: үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыу, йыш аралашыу, бер-береңдең хәлен белешеү һәм башҡалар.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең Мәҙинәгә һижрәт ҡылғандан һуң сәхәбәләр менән ансарҙарҙы бер-береһенә дуҫ-ҡәрҙәш яһағанлығы мәғлүм. Бында бик ҙур ғибрәт бар. Ауыр замандарҙа дуҫ йыуаныс була. Донъя малы килә лә китә ул, ә дуҫлыҡ бөтмәй. Аҡыллы кеше дуҫы менән һөйләшеп ултырыуҙан да ләззәт ала. Ысын дуҫты табыуы ҡыйын. Айырыуса, ике йөҙлөләр күбәйгән дәүерҙә. Әгәр берәйһе менән дуҫлашырға теләһәң, ашыҡмаҫҡа кәрәк, уны башта һынап ҡарау мөһим. Дуҫтың тоғромо, ышаныслымы икәнен түбәндәгесә һынап ҡарарға мөмкин:
     1) Дуҫ буласаҡ кешенең элекке дуҫтарын, дошмандарын белеү кәрәк. Кешенең кемлеген дуҫынан белеп була. Әгәр дуҫы боҙоҡ булһа, унан йыраҡ кит, яҡшы булһа яҡын бар, уңырһың.
     2) Буласаҡ дуҫтың биографияһын өйрәнергә кәрәк. Кешенең тышҡы яғына ғына ҡарама, эске донъяһына иғтибар ит. Ҡара эсле әҙәмдәр арабыҙа әҙме ни.
     3) Ғәйбәт һөйләп, башҡаларҙың серҙәрен фаш итеүселәр дуҫ яһау өсөн яраҡлы түгел. Сөнки улар һинең серҙәреңде лә бүтәндәргә еткерәсәк. Яҡын дуҫ булмай тороп үҙенең шәхси хәлдәрен һөйләүсенең дә сер һаҡлай алмауына бер дәлил. Серен һаҡлай алмаған әҙәм нисек итеп һинең сереңде һаҡлай алһын.
     Тоғро дуҫтарҙа була торған яҡшы сифаттар: улар һүҙҙәренән бигерәк ғәмәлдәре менән яҡын итерҙәр, кешеләге кәмселеккә күҙ йоморҙар, сәбәп эҙләп тормай, шатлыҡлы минуттарҙа ла, ауыр мәлдәрҙә лә дуҫлыҡты белгертерҙәр.
    Әҙәм балаһы хатаһыҙ булмай. Дуҫтың ғәйебен табып, дуҫлыҡтан айырырға ярамай. Бер эш өсөн үпкәләп, бөтөнләй дуҫһыҙ ҡалырға була. Аҙаҡ ғүмер буйы үкенерһең. Шуға күрә дуҫтың ҡәҙерен белергә кәрәк. Яҡында булғанда ялҡытмаҫлыҡ, йыраҡта булғанда онотмаҫлыҡ, һүҙе менән дуҫ итеүҙән бигерәк фиғеле менән дуҫ итеүсе кешене табыу кәрәк.
     Диндәре бөтөн, аҡылдары камил кешеләрҙә бындай сифаттар бар. Дуҫ булыуҙан һаҡланыу тейешле кешеләр: яман һәм уҫал холоҡло, намыҫһыҙ әҙәмдәр, боҙоҡ кешеләр менән аралашыусылар. Шуға боҙоҡтар менән ҡатнашма, үҙең дә боҙолоп китеүең бар.
     Дуҫтың дошманы менән дуҫ булыу, дуҫ менән ысын дуҫ булмай, бер насар уй менән ике йөҙлө дуҫ булып йөрөүгә дәлил.
     Йөҙөңдө асыҡ күрһәтә алмаған көҙгөнөң файҙаһы булмаған кеүек, йомошоңдо үтәй алмаған, килешмәгән һәм ярамаған эштәреңде төҙәтеүгә ярҙамы булмаған дуҫтың да һинең өсөн файҙаһы булмаҫ.
     Кеше үҙенең дуҫы юлында булыр, үҙенең ниндәй юл менән барғанлығын белгеһе килгән кеше үҙ дуҫына ҡараһын.
     Ялҡауға иптәш булма. Күп кеше бүтәндәрҙең тәьҫире менән боҙола.
     Аҡыллы кешегә ахмаҡтың ахмаҡлығы йоға. Яман иптәш тамуҡҡа, күркәм холоҡло дуҫ ожмахҡа илтә.
     

     Дуҫ һайлағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу кәрәк:
     1) Дуҫ итәсәк кеше аҡыллы булһын. Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.
     2) Динле булһын. Динһеҙ кешенән файҙа һәм бәрәкәт өмөт итеү – аяҙ көндән ямғыр көтөү менән бер.
     3) Гүзәл холоҡло булһын. Холоҡһоҙ кеше үҙенә һәр ваҡыт дошман үрсетеп тороусылыр.
     4) Һинең менән дуҫлашырға теләк-ынтылышы булһын. Дуҫлашыуҙы теләмәйенсә дуҫ булған кешенең дуҫлығы ышанысһыҙ.
     

     Әхлаҡ ғалимдары “дуҫ” исеме менән йөрөгән кешеләрҙе ошо дүрт синыфҡа бүлә:
     А) Мөғәйән дә, мөстәғин дә (йәғни, ярҙамсыл кеше, үҙе лә ярҙамға мохтаж). Был кеше кәрәк булғанда һиңә ярҙам итә. Көнө төшһә үҙе һинән ярҙам һорай. Был кеше дуҫ, маҡтаулы дуҫ.
     Б) Мөғәйән дә түгел, мөстәғин дә түгел. Ярҙам ҡулы һуҙмай һәм ярҙам һорамай. Был кешелә мәғәнә юҡ, дуҫ түгел.
     В) Мөғәйән түгел, әммә мөстәғин. Ярҙам бирмәй, әммә үҙе ярҙам һорай. Был да дуҫ түгел, бәлки һаран, уҫал һәм вайымһыҙ кеше.
     Г) Мөғәйән, әммә мөстәғин түгел. Ярҙам бирә, әммә ярҙам һорамай. Был инде ысын һәм бик ҡиммәтле әҙәм. Бындай дуҫың булһа һин бәхетле. Уның ҡәҙерен белеү кәрәк.

     Дошманлыҡ
     Әхлаҡ ғалимдары: “Дошманлыҡ мираҫ булып ҡала, йоғошло була торған боҙоҡ холоҡтарҙан”, — тиҙәр. Әҙәм балаһында яҡшы холоҡ булмаһа, ул кешелә өмөтлө бер нәмә лә юҡ. Шуның өсөн дошман мәкеренән һәм яуызлығынан һаҡланырға кәрәк. Кешеләрҙе тикшереү, башҡаларҙан ғәйеп табыуҙан элек үҙеңдең әхлағыңды төҙәтеү кәрәк.
    Кешенең малы, байлығы булһа, уның көнсөл дошманы ла була. Шуға зарарлы кешенән һаҡ булырға, мөмкин тиклем йыраҡ булыр кәрәк.

    Шелтә
    Шелтәне мотлаҡ яманлап булмай. Асыуҙы эскә йыйып йөрөүгә ҡарағанда тышҡа сығарыу ҡайһы ваҡытта яҡшы һөҙөмтә бирәлер. Дуҫтарҙың шелтәләшеп алыуҙары ләззәтле эштәрҙән һаналалыр. Шелтәләшеү бары дуҫтар араһында була, башҡалар араһында булғаны шелтә түгел, ыҙғыш-талаш, асыуланышыу булалыр.
                                                         Ризаитдин ФӘХРЕТДИН «Йыуаныс» китабынан Нур гәзите №3 Февраль, 2018