Башҡортлоҡ – Хоҙай һынауы

                                                                   Башҡортлоҡ – Хоҙай һынауы

     Башҡортлоҡ – Хоҙай тарафынан ҡуйылған һынау, шул һынауҙы үтә алмағандар икенсе милләткә күсә
     Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуып үҫеүсе хажиә Клара Мөхәмәҙи ҡыҙы ХӘМИҘУЛЛИНАның дини тәғлимәткә, тарихыбыҙға, рухи булмышыбыҙға ҡарата берәүҙекенә лә оҡшамаған үҙ ҡарашы, үҙ фекерҙәре бар. 1966 йылда Свердловскиҙа Урал университетының иҡтисад факультетын «отлично» билдәһенә тамамлағандан һуң Клара апай алдында оло фән, ғилем юлдары асыла, карьера баҫҡыстары ла һыҙатлана. Әммә ул тыуған яғына, туғандарына тоғролоҡ һаҡлаған зат булараҡ, уларҙан айырылмай, тыуған төйәгендә хеҙмәт итә һәм әле лә тыуған ауылы Мәкәшендә йәшәй. Уның ҡарауы, юғары белемле интеллектуал юғалып ҡалмай, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Аллаһҡа һыйына, дини ғилем эстәү юлына баҫа, әле яңыраҡ «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлап, диплом алды. Хәйер, был хаҡта уның менән булған әңгәмәнән уҡып белерһегеҙ.

                                                             Үтә тыйнаҡлыҡ — етешһеҙлек тә
     Мин урта мәктәпте хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат- гимназияһында тамамланым. Директорыбыҙ Төхфәт Аслаевтың күңел йылылығын әле булһа тойоп йәшәйем. Коридорҙа шаулаша башлаһаҡ, уның яныбыҙға килеп, тауышын күтәрмәй генә: «Тауышланыуҙы туҡратығыҙ!»- тип кенә әйтеүе лә беҙгә етә торғайны. Аҙаҡ Свердловск ҡалаһында университетта уҡыным. Атайыбыҙ ауырыу, үҙемдән бәләкәй тағы ла биш бала булғас, өй яғынан ярҙам да етерлек булманы. Шуға күрә икешәр-өсәр көн бер нәмә лә ашамайынса, ас йөрөгән саҡтарым да булды. Хәҙер генә аңлайым үҙемдең хатамды. Үтә тыйнаҡлыҡ, ярлы булһаң да, ас булһаң да, әллә кем булып, һыр бирмәҫкә тырышып йөрөү Ислам дине күҙлегенән етешһеҙлек, гонаһ булған икән дә. Мосолмандар араһында булһа, мәсеткә бараһың да, оялмайса: «Туғандар, мөмкинселегегеҙ булһа, мине ашатып ебәрегеҙ, мин асмын», — тип әйтергә кәрәк булған икән.
     Уҡыуҙы тамамлағас, артабан Мәскәүгә аспирантураға уҡырға барырға ла тәҡдим иттеләр. Ә мин туғандарымды ҡарар өсөн тыуған ауылыма ҡайттым. Ғүмер буйы колхозда иҡтисадсы булып эшләнем. Шофер булып эшләүсе ауылдашым Миңзаһир исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Үтә тыйнаҡ, тотанаҡлы булды ирем. Ул һәр ваҡыт минең кимәлгә ынтылып йәшәне, уҡырға, белем алырға тырышты. Йоматау техникумында уҡығанында ирем минең уҡыусым булды, мин уны бухучет буйынса уҡыттым. Аҙаҡ ауыл хужалығы институтын ситтән тороп уҡып тамамланы. 26 йыл буйы колхоз рәйесе булып эшләне.
     Үлем түшәгенә ятҡас та үтә тыйнаҡ, сабыр булды ул. Шул хаҡта уйлаһам, әле лә һоҡланам уға. Тәүҙә барлыҡ донъяһын, уйҙарын, тойғоларын ипкә килтерҙе. Балаларға һәм миңә әйтер һүҙҙәрен көн һайын яйлап-яйлап әйтте, беҙҙе лә ошо рәүешле үҙенең үлеменә әҙерләне. «Бер ваҡытта ла бер кемгә лә барып әйбер һорама, ана , был хаҡта балаларыбыҙға ла әйтеп китәм, улар һине ҡарарҙар...» тип әйтте бер көн килеп.
     Элек-электән беҙҙең халыҡта өйләнмәү йә кейәүгә сыҡмау оло ғәрлек һаналған. Миңзаһир буйҙаҡлыҡҡа ҡаршы ла көрәште. Йыйылыш һайын буйҙаҡтарҙың исемлеген төҙөп, уларға ҡаты төрттөрөп сығыш яһар ине. Шуға күрәлерме, ул улдарыбыҙҙың да өйләнеп донъя ҡороуын беренсе планға ҡуйҙы. Ҡайһы бер атайҙар һымаҡ мотлаҡ юғары уҡыу йортонда уҡытырға ынтылманы. Уның ҡарашы шундай ине: юғары белемле булып та, ғаилә ҡора алмаған кешенән ни фәтеүә? Икенсенән, ҡалаларға барып белем алған, башҡа диндәге, башҡа милләттәге ҡыҙҙарға өйләнеп, башҡалар өсөн балалар тыуҙырған юғары белемле ир- егеттәргә ҡарағанда, ауылда ҡалып, үҙ милләтең өсөн балалар үҫтергән ир-егет күпкә кәрәгерәк һәм файҙалыраҡ. Күп осраҡта тыйнаҡ егеттәр өйләнмәй, тыйнаҡ ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай ҡала. Милләт, ил өсөн күпме балалар тыумай ҡала.
     Ҡыҫҡаһы, өҫтә әйтелгәндәрҙән сығып шуны әйтер инем: үтә тыйнаҡлыҡ, әлбиттә, әҙәм балаһын күркәмләй торған сифат. Әммә беҙҙең халыҡ миҫалында был сифаттың кире яҡтары күберәк шул. Беҙ күберәк башҡаларҙың күңелен уйлап йәшәйбеҙ.

                                                                          Ут асылы
     Һуңғы йылдарҙа донъяла оло янғын бара. Урмандар яна, ҡала-ауылдар яна, беҙҙең ауыл эргәһендәге ер аҫтында торф яна. Был яныуҙар йылдарҙың ҡоро килеүенә генә лә бәйле түгелдер. Сөнки кешегә файҙалы булыр өсөн тәбиғәт, Хоҙай тарафынан бар ителгән байлыҡтар ғына түгел, әҙәм балаһы үҙе, уның үҙен бәхетле итер мөмкинлектәре, ғүмере лә яна. Тәбиғәттәге яныуҙар кешеләге яныуҙарҙың сағылышы ғыналыр. «Урал батыр» эпосында кешеләр арыҫландар, ҡоштар, балыҡтар менән бергә йәшәй. Кешене башҡа тере йәндәрҙән нимә айыра башлай? Әлбиттә, ут. Йәнлектәр, хайуандар уттан ҡурҡа, уға яҡынлай алмай, ә кешеләр утты үҙенә хеҙмәт иттерә һәм шуның менән башҡаларҙан айырыла. Шулай итеп, ут кешенең йәшәү ҡоралына, сараһына әүерелгән. Бөгөн ана шул беҙҙе йәшәтә торған сарабыҙ ҡулыбыҙҙан ысҡынып китте лә, донъяны ла, үҙебеҙҙе лә яндыра башланы. Утҡа беҙ бөгөн хужа түгел, ут беҙгә хужа.
     Дин — төрлө сифаттағы йәндәрҙе ойоштороп, Аллаһы Тәғәлә хозурына алып бара торған юл.
     Дин ул — ниғмәт. Беҙ айҙар буйы ураҙа тотоп, һауа менән туҡланған кеүек, ғүмер буйы йәнебеҙ Аллаһ нуры менән туҡлана. Ошо талап үтәлмәгәнгә күрә лә әҙәм балаһы утты ҡулдан ысҡындырҙы.
     Икенсе яҡтан ҡарағанда, ут шайтан ҡоралы ла, йәғни кеше ҡулынан ысҡынған ут шайтанға хеҙмәт итә башлай. Шайтан ут менән донъяны яндырып, кешенең йәшәр мөхитен тарайтҡандан-тарайта бара. Мөхит тарайған һайын, уттың даирәһе киңәйә. Әгәр ҙә кеше үҙенең бөйөклөгөн аңлаһа, «мине Хоҙай яралтҡан, үҙем теләп тыумағанмын», тип, үҙенең ҡабатланмаҫ зат булыуын аңлаһа, хаталар яһамаҫ ине. Был хәҡиҡәтте дин аңлата, тик кешеләр аңламай.
     Хоҙай нуры менән һуғарылып йәшәмәгән кеше утҡа тиҙ бирешә. Ут кешенең үҙендә лә бар. Кем белә, Хоҙай уны яндырмай һаҡлар өсөн дә кешенең иң ҙур дәүмәлен һыуҙан әүәләгәндер. Ҡайһы бер кешеләрҙең үҙенән-үҙе тоҡанып китеүе лә тарихта билдәле. Иманлы кешеләрҙең йөҙҙәре лә матур була, иманһыҙҙарының йөҙө ҡара янып йөрөй. Шулай итеп, кеше күңелендәге ут тәбиғәткә, мөхиткә сыға. Яныуҙар иң әүәл кеше күңелендә башлана.
     Ғөмүмән, кешенең мөхитен бар иткән һүҙҙәр ике-өс хәрефтән генә тора. Ут, һыу, ер, ел. Ошондай ғына өндәрҙән торған төшөнсәләр менән әҙәм балаһы үҙенең мөхитен ниндәй кимәлгә күтәрә йә юҡҡа сығара ала. Беҙҙең халыҡта Хоҙай бәндәһе тигән һүҙ бар. Беҙ үҙебеҙҙең Хоҙай бәндәһе булыуыбыҙҙы онотмаһаҡ ине. Хоҙай һәр кемгә бәхетле ғүмер кисереп, донъяһын гөл-сәскәгә әүерелдерер өсөн барыһын да бирә. Беҙ шул низам менән генә биргәнде файҙаланып, бәхетле йәшәү урынына, ғүмеребеҙҙе файҙаһыҙға әрәм-шәрәм итеп яндырабыҙ ғына. Кешелектең, милләтебеҙҙең ниндәй мөмкинлектәре, аҫыл ғүмерҙәре яна шул утта.
     Кешеләр миллиардтар, триллион һумдар түгеп йыһанды, башҡа планеталарҙы өйрәнә. Улар беҙгә тәғәйенләнмәгән, Ҡөрьәндә был хаҡта әйтелмәгән. Беҙгә Ер генә тейеш. Беҙгә икенсе ғаләмдәргә артылып, аҫтағы Ергә ҡарарға түгел, күңелебеҙ менән өҫкә күтәрелеп еребеҙгә ҡарарға кәрәк. Ғәләмдәге үҙебеҙгә тәғәйенләнгән бәләкәй генә төйәгебеҙҙе ҡәҙерләп йәшәү урынына, яңынан-яңы планеталар асабыҙ, үҙебеҙгә тәғәйенләнмәгәнгә ынтылабыҙ, тапҡан-таянғаныбыҙҙы шуға һалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ерҙә күпме кешеләр ас-яланғас ултыра. Хоҙайҙың ниғмәте сикһеҙ, кеше ас, яланғас. Кешелеккә тәғәйенләнгән ниғмәтте ситкә ебәргән өсөн дә ут язаһын татыйбыҙ.

                                                              Башҡортлоҡ – милләт кенә түгел...
     Беҙ — башҡорт. Мөхитебеҙ — Уралда. Ер шары сикләнгән. Урал тауының анау яғында һары расалар ер бушағанын көтөп тора. Аллаһы Тәғәлә әле уларҙы үрсетә. Әгәр ҙә беҙ ғәзиз Ватаныбыҙҙың ҡәҙерен белмәһәк, киләсәктә улар бында киләсәк. Шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә: «...мин һеҙҙе икенсе халыҡ менән алмаштырам, әгәр ҙә мине танымаһағыҙ...» — ти. Бына минең тыуған яғымдағы Асылыкүлде ниндәй хәлгә әйләндерҙек? Әгәр ҙә унда ҡытайҙар килһә, киренән «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосындағы диңгеҙгә әйләндерер ине. Беҙ динле булмағанлыҡтан, кире ҡырағайлыҡҡа ҡайтабыҙ ҙа инде. Хатта хайуан да бындай хәлгә төшмәй. Хәҙерге кеше машинаһы менән Асылыкүл ярына килеп туҡтай һәм һыуға кистереп тороп уны йыуырға керешә. Әгәр ҙә Хоҙай кешенең 84 процентын һыуҙан яралтҡан икән, шул күл ситендә машинаһын йыуыусы кеше һыуҙы бысратып, асылда, үҙен бысратҡанын ғына аңламай. «Әйт: „Беләһегеҙме, һеҙҙең эсәр һыуығыҙ Ергә бик тәрәнгә китһә, кем һеҙгә шишмә урғылтып бирер?“-тиең», тип әйтелә «Әл-Мөлк» сүрәһенең 30-сы аятында. Бына былтырғы ҡоролоҡта беҙ эсәр һыу ҡытлығын да тойоп өлгөрҙөк. Шишмәләр, ваҡ йылғалар ҡороп ҡына ҡалманы, тәрәндән һыу сығарыусы скважиналарҙан да һыу сыҡмай башланы. Ҡот осҡос хәл бит. Һыу бер генә көн булмаһа, кеше шундуҡ төшөнкөлөккә бирелә һәм Аллаһы Тәғәләне иҫенә төшөрә. Кем белә, бәлки, һыу бысраҡ ер өҫтөнә сығырға оялалыр? Бәлки, һыуҙың йәне барҙыр? Беҙ һыу менән һөйләшеүҙе онотҡас, был хәлде аңламайбыҙ. Нәнәйем «Шишмәнән ҫыйыр кеүек ятып эсмәгеҙ» тип, һыуҙы «Кәүҫәр» сүрәһен уҡып ҡына эсергә өйрәтә торғайны.
     Милләт — Хоҙай ниғмәте. Милләтте Ул кешелеккә бүләк иткән. Был һүҙҙе бик һаҡ ҡына ҡулланырға кәрәк. Башҡорт кешеһенә башҡорт мөхитендә йәшәүе рәхәт, татарға — татар, урыҫҡа урыҫ мөхитендә рәхәт. Бындай бәйләнеш ҡайҙа ята һуң? Аңдамы? Ҡандамы? Ҡәлептәме? Күңелдәме? Рухтамы? Хоҙай Тәғәлә булдырған был бәйләнеште, һуңғы ваҡытта дингә килеүсе, намаҙға ултырыусы кешеләр арта бара һәм мин дә шул юлда булғас, үҙем һымаҡ кешеләр араһында булғым килә. Улар менән ниндәй телдә аралашһам да, миңә улар араһында рәхәт. Бынан тыш, мин һәр ваҡыт үҙебеҙҙең телдә аралашҡан милләттәштәремә ынтылам. Уларҙың күбеһе намаҙ уҡымаһа ла, улар менән аралашыуы миңә шулай уҡ рәхәтлек бирә. Милләттәшемә диндәшемә тартылғандай тартылғас, милләтте лә Хоҙай барлыҡҡа килтергән. Беҙҙең милләт — Рәсәйҙең ҡәлебендә ултырған һайланмыш милләт ул. Быны беҙ, башҡорт рухлы булғандар, бик яҡшы аңлайбыҙ, шул уҡ ваҡытта ни өсөн шулай икәнлеген аңлата ғына алмайбыҙ. Юҡҡа ғына Арҡайым беҙҙә урынлашмаған, «Урал батыр» эпосы ла юҡҡа ғына беҙҙең ерлектә тыумаған.
     Бына «башҡорт» һүҙен төрлөсә аңлатырға маташалар. Фараздарҙың ниндәй генәләре юҡ, ғалимдар ни тиклем күпте белгән булһа, фараздары шул тиклем ҡатмарлы. Ә бит шуны ябай ғына итеп аңлатырға була. Бының сере шулай уҡ «Урал батыр» эпосында ята. Тәүге кешенең теле януар-ҡоштарҙың теленә бик яҡын булған. «Ул ҡәләм менән яҙырға...кешене үҙе белмәгәнгә өйрәтте» тип әйтелә «Әл-ғәләк» сүрәһенең 4-5-се аяттарында. Тимәк, әҙәм балаһы һөйләшергә лә белмәгән һәм Аллаһы Тәғәлә уны һөйләшергә лә өйрәткән. Артабан эволюция тел ярҙамында киткән, Хоҙай тәүге һүҙҙәрҙе генә кешегә өйрәткән. Ул һүҙҙәр 2-3 өндән генә торған. Әйтәйек, «ҡор» йәки «ҡар», «ут» йәки «ат». Ҡорҙар һәм тауыҡтар «ҡор» һүҙен ҡулланып ҡорҡолдай, ҡарғалар «ҡар» менән ҡарҡылдай. Тәү телдә «ҡорт» януар, йәнлек, бүре тигәнде аңлатҡан. Тимәк, януарҙарҙан, йәнлектәрҙән, ҡоштарҙан айырылып киткән кеше башҡорт булып киткән. Тимәк, башҡорт тәүге осорҙа халыҡ, милләт исемен йөрөтмәгән, ә януарҙарға һәм йәнлектәргә баш булған тәүге кеше тигәнде аңлатҡан. Юҡҡа ғына Урал батыр арыҫлан менеп йөрөмәгән бит. Шулай уҡ Уралдың кәләше Һомай — ҡоштар, Айһылыу балыҡтар затынан. Шул уҡ ваҡытта Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ — Әҙәм менән Һауа. Әҙәм менән Һауаның ике малайы Һабил менән Ҡабил булған. Ә Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең улдары Урал менән Шүлгән. Икеһендә лә ике ул араһында дошманлыҡ барлыҡҡа килә. Айырма шунда ғына: Ҡабил менән Һабил бер-береһен үлтерешә, ә Урал батыр Шүлгәнде үлтермәй, аяй.
     Мин был донъянан киткәндә лә «Урал батыр» эпосы беҙҙең милләт тураһында яҙылған" тигән инаныу менән китәсәкмен. «Ҡөрьән» бынан мең йыл элек «Урал батыр» эпосынан күпкә һуң яҙылған. Тимәк, кешелек дәүерендә булған ваҡиғалар төрлө сүрәттәрҙә ҡабатланып тора. «Урал батыр» эпосы халҡыбыҙҙың «Ҡөрьән»е кеүек. Эпос та, «Ҡөрьән»дә китапҡа төшкәнсе башта телдә генә һаҡлана. «Урал батыр» эпосына милли һынау "Ҡөрьәнгә ҡарағанда ла оҙаҡҡараҡ һуҙылған, уны Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда ғына яҙып ала. Үҙенең төп китабын нисәмә мең йылдар күңелендә һаҡлай алған халыҡ мәңгелек ул. Беҙ әле шундай бөйөк ҡомартҡыбыҙҙың ниндәй оло хазинабыҙ икәнен аңлап ҡына бөтмәйбеҙ. Уға әкиәт тип кенә ҡарайбыҙ. Юҡҡа ғына юрматылар шәжәрәһендә тәүге кешенең башҡорт булыуы хаҡында әйтелмәйҙер ул: «Әҙәм ғәләйәссәләм мотлаҡ башҡорт булғандыр. Шул тиклем изге кеше ни өсөн башҡорт булмаһын ул?»- тип әйтелә. Минеңсә, башҡортлоҡ тап шунан килә. Башҡортлоҡ милләт кенә түгел, тигәнде аңлата булыр был һүҙҙәр.
     Башҡортлоҡтоң милләт кенә булмауын белдергән тағы ла бер кисерешем хаҡында. Улыбыҙ әрме хеҙмәтенә Афғанстанға эләкте. Ике айға ғына бер тапҡыр хаты килә, уның өсөн ныҡ борсолабыҙ. Бала бер минутҡа ла күңелебеҙҙән сыҡмай. Бер мәл йоҡлап ятһам, төш аралаш әрмеләге улымдың «Әннә» (беҙҙең яҡта әсәйҙе әннә тиҙәр) тип ҡысҡырыуын ишетеп уянып киттем. Һикереп тороп ултырҙым, йөрәгем һулҡылдап тибә. Мине күреп уянған иремде тынысландырҙым да, тышҡа сығып киттем. Эй, ул көндәге таңдың хозурлығы! Эй, һандуғастар үҙәкте өҙҙөрөп һайрай! Бөтөн донъя тын, ауыл рәхәтләнеп йоҡлай. Улым әрменән отпускыға ҡайтҡан да, тәҙрә төбөнә килеп, беҙҙе уяталыр тип уйлайым. Йоҡом ҡасты, өйгә инеп яттым да, уйға ҡалдым. "Ни булды был, балам шулай йән бирҙеме? " тип тә уйлайым. «Юҡ, ғәфләт йоҡоһо йоҡлатыр ине мине, моғайын, иҫәндер», тигән дә уй килә башҡа.
     Был хәл шул килеш ҡалды, бер кемгә лә, хатта иремә лә был хаҡта һөйләмәнем. Улыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтты. Теге кисерешем хаҡында уға әйткәс, ул: «Булғандыр инде, унда һуғыш — барыһы ла булғандыр», — тиеү менән генә сикләнде. Ғөмүмән, Алик әрмеһе хаҡында беҙгә бер нәмә лә һөйләмәне. Ә бына уҡытыусыһына үлем менән бермә-бер осрашып, оло мөғжизә менән иҫән ҡалыуы хаҡында һөйләгән барыбер. Контузияһы ла бар ине уның. Хәҙер шулай уйлайым: теге саҡта мин уянып китеп, бәлки, улымды үлемдән дә һаҡлап ҡалғанмындыр. Кем белә? Бәлки, был башҡортлоҡтор ҙа? Йәнлектәргә хас һиҙеү, тойоу хисе лә бар бит беҙҙә. Әллә ҡайҙағы баланың ауазы килеп ишетелгәс, был хәлде тик йәнлектәргә хас һиҙгерлеккә бәйләп кенә аңлатып булалыр. Тәбиғәт балаһы булған бит башҡорт. Башҡортлоҡ милләт кенә түгел.

                                                                      Милләттәр ниңә кәрәк?
     Бавилон мәхшәрендә Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең телдәрен айыра ла ҡуя. Ни өсөн? Сөнки бер телдә һөйләшеү кешеләрҙе дошманлаштыра башлай. Сөнки кешеләр бер-береһен аңламаһа, дәғүәләшә алмай. Ошонан сығып, ни өсөн Аллаһы Тәғәләнең кешелекте милләттәргә бүлеүен дә аңларға була. Кешеләр бер телдә һөйләшеп, бер ҡәүем булып йәшәгән ностратик дәүерҙә сер ҡалмай башлай һәм артабан ни эшләргә белмәүсе кешеләр араһында яуызлыҡ, дошманлыҡ хисе ярала, йәғни дөйөм мәғлүмәт мөхите кешелекте хаосҡа алып килә. Был дәүерҙе хатта ата — улды, инәй ҡыҙҙы танымаған дәүер тип тә атайҙар. «Эдип комплексы»ның да нигеҙе ошоға бәйле. Сөнки кешеләрҙең бер ҡәүем булып йәшәүе шул тиклем уларҙы яҡынлаштыра, хатта Эдип батша үҙенең әсәһенә ғашиҡ булып, атаһы уны үлтерә. Тап шуның өсөн Хоҙай кешеләрҙе халыҡтарға бүлеп, уларға айырым тел, йәшәргә ер биреп, бер-береһен аңламаҫлыҡ хәлгә ҡуйып, улар араһында конкуренция барлыҡҡа килтерә һәм ошо юл менән дөйөм кешелектең эволюцияһына нигеҙ һала. Был хәл үҫешкә бер баҫҡыс ролен дә үтәй. Кешелек, ғөмүмән, айырым милләттәр ҡорған дәүләттәр шартында үҫешә.
     Хәҙерге заманда беҙ тағы ла ностратик дәүергә кире әйләнеп ҡайтабыҙ кеүек. Хәҙер ҙә Хоҙай барлыҡҡа килтергән милләттәр араһындағы айырмалыҡ юҡҡа сығарыла. Был махсус рәүештә эшләнә. Беҙ хәҙер Ер шарының теләһә ниндәй нөктәһенә баҫып, теләгән кеше менән бәйләнешкә инә алабыҙ. Сер ҡалманы, Интернетҡа инеп үҙебеҙ теләгән теләһә ниндәй мәғлүмәткә эйә була алабыҙ. Милләттәр араһындағы ғына түгел, хатта дәүләттәр араһындағы сиктәр ҙә шартлы була бара. Был ҡасандыр тарихта булған ата — улды, инәй ҡыҙҙы танымаған хаостың кире әйләнеп ҡайтыу күренеше. Бавилон мәхшәре үҙенә күрә теге замандың ахыры булһа, Интернет дәүере беҙ йәшәгән замандың ахыры булыуы мөмкин. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ниғмәт итеп биргән кешеләрсә мөнәсәбәт, гармония, низам ошо рәүешле боҙола хәҙер. Хоҙай ошо тиклем итеп барлыҡҡа килтергән кешеһен артабан түбәнлеккә төшөрмәҫ, үлтермәҫ, был эшкә ҡыҫылыр әле, тип уйлайым. Кем белә, бәлки, Хоҙай кешелекте юҡ итеп, беҙҙе бөтөнләй икенсе, Интернетты белмәгән ҡәүемдәр менән алмаштырыр.

                                                                         Кешелек һынауы
     Беҙҙең төбәктә үҙенең башҡортлоғон һаҡлаған ауылдар һыҙат-һыҙат ҡына булып ултырап ҡалған. Улар: Сураҡай, Иҙрис, Ҡаңлы Төркәй, Ҡаранай, Ҡыҙрас, Сапай, Боранғол, Ҡоръятмаҫ, Мәкәш, Ташлы, Ҡармыш, һ. б. Тағы ла шуныһы: көнбайышҡа барған һайын башҡорттар ассимиляцияға нығыраҡ бирелә бара. Артабан Бәләбәй, Йәрмәкәй, Татарстандың Аҡтаныш, Аҙнаҡай яҡтарында йәшәүсе башҡорттарҙың башҡортлоғо ҡан хәтерҙәрендә генә тороп ҡалған.
     Ошондай күренеш-хәлдән шундай урынлы һорау тыуа: ни өсөн башҡорттар үҙ асылынан ситләшә һуң? Был күренештең Ҡаҙан йоғонтоһонан тыш, тағы ла ниндәй аңлатмаһы бар ? Атаҡлы тарихсы Әнүәр Әсфәндийәровтың тарихи документтарҙан торған китаптарын уҡығанда ошо һорауҙы мин үҙемә йыш бирәм. Был һорауға яуапты мин бер ни тиклем «Мәмерйәләр» сүрәһендә лә таптым. «Шунан Беҙ мәмерйәлә уларҙың ҡолағын күп йылға көпләп йоҡлатып ҡуйҙыҡ. Һуңынан шунда ултырған ваҡыттарын ҡайһы төркөмө яҡшыраҡ иҫәпләгәнен белер өсөн уларҙы уяттыҡ» тип әйтелә сүрәнең 11-12-се аяттарында. Беҙ «Ҡөрьәнде уҡып, уның 10 процентын да аңлай алмайбыҙ, шуға күрә төрлө дин әһелдәренең, ғилем эйәләренең фараздары буйынса ғына фекер йөрөтә алабыҙ. Бәлки, Хоҙай мәмерйәлә йоҡлатҡан ошо кешеләр киләсәктә (ахырызамандан һуң. — Ә.Ғ. -Ү.) кешелекте һаҡлар өсөн орлоҡ булараҡ һаҡланалыр? Тимәк, был күҙлектән ҡарағанда, донъялыҡта йәшәгән һәр кем, һәр ҡәүем ошо рәүешле оло һынау үтәлер. „Һуңынан шунда ултырған ваҡыттарын ҡайһы төркөмө яҡшыраҡ иҫләгәнен белер өсөн уяттыҡ...“ тигән аят тап ошо һынау хаҡында. Әлбиттә, үҙ милләтен яратҡан һәр кем фәҡәт үҙенең халҡын ошо мәмерйәлә һаҡланған ҡәүем итеп күрергә теләр, бындай ынтылыш тәбиғи ҙә. Әммә мин бында ассимиляцияға бирелгән милләттәштәребеҙ хаҡында фекер йөрөткөм килә. Ысынлап та, һәр ҡәүем үтә Хоҙай һынауын, кемдәрҙер үтә лә алмай ул һынауҙы. Ә башҡортолоҡто һаҡлауға килгәндә, ул милләт һынауы ғына түгел, сөнки алда әйткәнебеҙсә, башҡортлоҡ — милләт кенә түгел, ул кешелек сифаттарын һынауға тиң. Башҡортлоҡ беҙгә Хоҙай тарафынан ҡуйылған һынау һәм шул һынауҙы үтә алмағандар икенсе милләт кешеһе булып китә.

                                                                       Шағирҙар ниңә гонаһлы?
     »Фән" һүҙе ғәрәп теленән «яһалма», «уйлап сығарылған» тигәнде аңлата. «Фән» тамырынан «фантазия», «фантастика» һүҙҙәре барлыҡҡа килгән. Беҙ фән түгел, ғилем өйрәнеү маҡсатын ҡуйырға бурыслыбыҙ. Әгәр ҙә беҙ мәғарифҡа, сәнғәткә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә, ғилми фекер үҫешенә фән тип тотонмай, ғилем эше тип ҡараһаҡ, Аллаһы Тәғәлә ошо юлдарҙағы барлыҡ эшмәкәрҙәрҙең ҡәлебен асыр ине. Ошо һүҙ хаҡына, сөнки фән — яһалма төшөнсә, уны кеше уйлап сығарған, ә ғилем — Аллаһы Тәғәләнеке. Шуға күрә лә беҙҙең ғалимдарҙа мин-минлеклек көслө. Улар ғилемде үҙҙәренең асышы тип иғлан итә, йәғни сенсация яһай, имеш. Ә бит хәҡиҡәт бында ябай ғына: кешенең аҡылынан һәм ихтыярынан тыш барған барлыҡ объектив процестар Аллаһы Тәғәләнеке. Беҙҙең ғалимдар Алла һүҙен бөтөнләй белмәй, хатта үҙҙәре өсөн генә булһа ла, ул һүҙҙе ҡулланмай. Әгәр ҙә ғалим кеше быны аңлаһа, Алланы ҡабул итһә, намаҙ уҡыһа, ул тағы ла күберәк ғилми асыштар яһап, тормошобоҙҙо яҡшыртыуға өлгәшә алыр ине.
     Был хәл бер ғалимдарға ғына түгел, шағирҙарға һәм яҙыусыларға ла ҡағыла. «Шайтандарҙың кемгә төшкәндәрен әйтәйемме һеҙгә? Улар һәр төрлө алдаҡсыға, гөнаһлыға килә. Улар аҫтыртын ғына тыңлаған һүҙен һөйләй, ләкин уларҙың күбеһе — алдаҡсы. Ә шағирҙарға аҙашҡан кешеләр эйәрә. Күрмәйһеңме ни уларҙың донъя ҡыҙырып, үҙҙәре эшләй алмағанды һөйләп йөрөгәнен, иман килтереп, изгелек эшләп, Алланы күп иҫкә алғандарынан башҡаһы. Улар йәбер күргәндән һуң ярҙам алды, ә залимдар нисек борғоланырын белер әле!» тиелә «Шағирҙар» сүрәһенең 221- 228-се аяттарында. Күрәһегеҙ, бында Аллаһыҙ шағир залимлыҡҡа тиңләнә. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ шағирәләр үҙҙәренең шундай кисереше хаҡында үҙ әҫәрендә бәйән итеп, был кисерештең Аллаһтың һынауы икәнлеген онота, ошо кисереш, тойғо арҡылы ләззәт кисереүе уларҙы гонаһҡа батыра. Ә бит ябай кешеләрҙә лә бар ундай кисерештәр, тик улар һүҙҙәрҙе рифмалаштырыу һәләте булмағанлыҡтан, был кисерешенә яуапты теге шиғырҙа таба, уны ятлай һәм, әйтергә кәрәк, шағирәнең үҙе кеүек үк гонаһҡа бата. Минеңсә, был сүрәлә һүҙ ошо хаҡта бара. Әгәр ҙә шағир Аллаһы Тәғәләне танымай, тойғоларын ошо рәүешле сәсеп, таратып йөрөй икән, улар милләтенә зыян ғына килтерә. Салауаттың, Бабичтың шиғырҙарын ғына алығыҙ: улар Аллаһы Тәғәләгә дан йырлай бит.
     Улай ғына ла түгел, беҙҙә хәҙер милли рух дини рухтан айырылған. Бабичтарҙы, Әхмәтзәки Вәлидиҙәрҙе генә алайыҡ: улар дини тормош менән йәшәгән. Беҙ хәҙер диндән айырылғанбыҙ, шуға күрә лә дәғүәтебеҙ ҙә зәғиф. Тап шул арҡала милли мөхитебеҙ киңәйә алмай. Даирәбеҙ тар булғас, әйткән һүҙебеҙ ҙә үҙебеҙҙән ары китмәй, ҙур кимәлгә үтмәй. Элек беҙҙең ауылда Сафа бабай булған. Уның үлгәненә 60 йыл үтһә лә, ауылыбыҙ өлкәндәре һаман да уның һүҙҙәрен һөйләй. Уның һүҙҙәре Аллаһы Тәғәләгә ышанысы менән беҙҙең мөхиткә нығытылған. Дин -юл, иман — ҡорал, беҙ уларҙы файҙаланмайбыҙ ғына.
     ШУЛАЙ ИТЕП...
     Клара Хәмиҙуллинаның әңгәмәһен уҡығас: «Ниндәй ғалимәбеҙҙе юғалтҡанбыҙ. Әгәр ҙә ул Свердловскиҙа университет тамамлағандан һуң артабан фән, ғилем юлынан киткән булһамы...», тип тә уйлап ҡуяһың. Хәйер... Әгәр ҙә Клара апай ошо юлдан киткән булһа, бер ваҡытта ла юғарылағы фекерҙәрен әйтеү кимәленә күтәрелә алмаҫ ине түгелме икән? Тарихта теләк-шарт һөйкәлеше юҡ шул...
                                                                                                Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.

                                                                                                     Киске Өфө, 2011 йыл №21