Ауырыу йәки зәғиф кешенең намаҙы

                                 Ауырыу йәки зәғиф кешенең намаҙы

1. Ауырыу сәбәпле йәки ҡартлыҡ сәбәпле ҡыям менән уҡырға ҡеүәте етмәгән кеше намаҙҙы ултырып уҡыр. Ултырған көйөнсә, ҡулдарын бағлап, «сүрәи Фатиханы» үә унан һуң уҡыла торған сүрәне уҡығандан һуң рөкүғте бер аҙ эйелеп — теҙенә таянып ҡылыр. Сәждәһен сәләмәт ваҡыттағыса ҡылыр.

2. Әгәр ҙә кәүҙәһе менән эйелеп, рөкүғ үә сәждә лә ҡыла алмаһа, рөкүғ үә сәждәне ишара менән ҡылыр: башын рөкүғ өсөн аҙыраҡ, сәждә өсөн күберәк эйер.

3. Ултырып тороуға ла ҡеүәте етмәһә, аяҡтарын Ҡибла тарафына һуҙып, салҡан ятып, рөкүғ үә сәждәне башы менән ишара ҡылып уҡыу дөрөҫ булыр.

 

4. Әгәр ҙә башын ҡуҙғатырға ла ҡеүәте етмәһә, намаҙҙарын уҡымаҫ, сәләмәтләнгәс, ҡалған намаҙҙарын ҡаза ҡылыр.

5. Фарыз намаҙҙы бара торған кәмәлә, ғөҙөрһөҙ булғанда ла, ултырып уҡыу дөрөҫ булыр. Әммә туҡтаған кәмәлә үә ер өҫтөндә намаҙҙы бер гөҙөрҙән башҡа ултырып уҡыу дөрөҫ булмаҫ.

6. Сөннәт үә нәфел намаҙҙарын һәр ерҙә ғөҙөрһөҙ булғанда ла ултырып уҡыу дөрөҫ булыр.

7. Сөннәт үә нәфел намаҙҙы атка атланған көйөнсә уҡыу ҙа дөрөҫтөр. Бик зарур булмағанда фарыз намаҙҙарҙы ат өҫтөндә уҡыу дөрөҫ түгелдер. Дошмандан йә йыртҡыс хайуандан ҡурҡыу сәбәпле уны ла ат өҫтөндә уҡыу дөрөҫ булыр.

8. Һис Ҡөръән уҡый белмәгән наҙан кешегә намаҙ уҡыр ҡәҙәр, бер-нисә сүрәне өйрәнеү, Ҡөръәндең ҡайһы бер хәрефтәрен яңылыш әйтә торған һаҡау кешегә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтергә ижтиһад ҡылыу фарыздыр.

9. Ижтиһад ҡылып та, намаҙҙа үәжиб булған ҡәҙәр Ҡөръәнде дөрөҫ уҡый алмаған кешеләргә намаҙҙарҙың фарыздарын имамға ойоп уҡыу тейешле булыр. Яңғыҙ уҡығанда улар һәм рәкәғәттә белгәң аяттарын ғына тәкрарлап уҡырҙар. Плакат рәүешле эшләнгән намаҙ укыусыга ярҙамлыҡ ҡулланыу (уға ҡарап уҡыу) файҙалы булыр.

10. Бик наҙан үә бик һаҡау кешеләрҙең башҡа кешегә имам булыуҙары дөрөҫ түгелдер.

11. Бер тәүлек, йәғни 24 сәғәт ҡәҙәр тилереп йә һушһыҙ булып яткан кешегә уҡылмай ҡалған намаҙҙарын, сәләмәтләнгәс (һауыҡҡас), ҡаза ҡылыу фарыз булыр.

12. Бер тәүлектән артыҡ һушһыҙ булып яткан кешегә шул ваҡытта ҡалған намаҙҙарын ҡаза ҡылыу фарыз булмаҫ.
                                                                   "Ғибәҙәти Исләмиә" китабынан алынды