Ата-әсәләр менән

                                                                       Ата-әсәләр менән

                                    Ата-әсәләр менән Аллаһы Тәғәлә араһында кәртәләр юҡ

     Ислам ата-әсәләрҙе хәстәрләүгә ҙур иғтибар бүлә. Ихлас күңелле һәр мосолман ата-әсәһе уға изге доғалар әйтһен өсөн барыһын да эшләргә тейеш. Бындай изгелек Аллаһы Тәғәлә тарафынан шунда уҡ ҡабул ителә. Рәхмәтле кешеләргә бәрәкәт алып килә торған айырым доғалар булыуы ла билдәле. Шулай уҡ бәддоға ла (изге булмаған теләктәр) Аллаһы Тәғәлә тарафынан кисектереүһеҙ ҡабул ителә. Сөнки Аллаһы Тәғәлә алдында ата-әсәләргә ҡағылышлы бөтә нәмә лә мөһим. Уларҙың доғаһы тәрән тойғолар менән ҡылына, ата-әсәләр менән Аллаһы Тәғәлә араһында кәртәләр юҡ. Шуға күрә һәр кем ата-әсәһенең изге фатихаһын алырға һәм уларҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра торған бөтә нәмәнән ҡасырға тырышырға тейеш.

     Һәр ата-әсә үҙенең сабыйын ярата, шуға күрә, хәстәрләүҙәренә ҡарамаҫтан, балалары уларға тупаҫлыҡ йәки рәхимһеҙлек менән яуап бирһә, Аллаһ алдында ата-әсә хәле ғәйепһеҙгә кәмһетелгән кешегә тиң. Ә ғәйепһеҙгә ҡыйырһытылған кешеләрҙең доғаһы иң элек ҡабул ителеүе билдәле. Беҙгә һәр ваҡыт ата-әсәнең хуплауын алырға кәрәк, сөнки был бәддоғанан һуң алынған һынауҙарҙан ҡотолоуға ҡарағанда күпкә еңелерәк.
     Бәддоғанан ҡотолоп, доға алырға тырышыу бик мөһим. Һәр мосолман ата-әсәһе тере саҡта уларға изгелек эшләргә һәм улар өсөн доға ҡылырға тейеш. Шулай уҡ улар был донъянан киткәс тә изгелектәр ҡылыуҙы туҡтатырға ярамай. Бер ваҡыт Бәйғәмбәргә (сал- лаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер кеше килгән дә: «Үлгән атай-әсәйең өсөн изгелек булырҙай, улар өсөн башҡара торған ниндәйҙер эш бармы?» — тип һораған. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) дүрт эште атап үткән: «Улар өсөн доға уҡырға, Аллаһы Тәғәләнән уларҙы ғәфү итеүен һорарға; теүәл итеп һуңғы теләктәрен үтәргә һәм дуҫтарына, туғандарына ҡунаҡсыл булырға, уларға ярҙам итергә». Ошо ҡағиҙәләрҙең бөтәһен дә үтәү мәрхүм булып ҡалған ата-әсәне ҡыуандырасаҡ.
     Мәрхүмдәр өсөн доға бик файҙалы, шуға күрә балалар Аллаһы Тәғәләнән уларҙы ғәфү итеүен һорарға тейеш. Шул саҡта теге донъяла ата-әсәнең хәле яҡшырыр.
     Бер ваҡыт Бәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) бер кеше килеп, әсәһенең үлеп ҡалыуы һәм уның васыят ҡалдырмауы тураһында әйткән һәм әсәһе урынына саҙаҡа таратыуҙың файҙаһы булырмы, тип һораған. Быға Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ыңғай яуап биргән. Шуға күрә, әгәр мосолмандар ата-әсәһенең яҙмышын еңеләйтергә һәм теге донъяла уларҙың дәрәжәһен күтәрергә теләһә, улар сауабы ата- әсә өлөшөнә яҙылһын, тигән ниәттә изге эштәр башҡарырға тейеш. Изгелекле ул атаһының яҡындарына һәм дуҫтарына хөрмәт менән ҡарарға, хәлдәрен белергә һәм уларға хәленән килгәнсе ярҙам итергә тейеш.
     Бер көндө Ибн Түмәр юлында бер бәдәүенде осратҡан. Уның атаһы Түмәрҙең (радиаллаху анху) яҡын дуҫы булған. Улар бер-бере- һен таныған һәм Ибн Түмәр ҙур булмаған бүләк эшләргә булған — башындағы салмаһын һәм үҙенең ишәген теге кешегә бүләк иткән. Бәдәүен был ҙур бүләкте күреп, бик тулҡынланған, ҡаушаған һәм: «Әгәр һеҙ миңә ярҙам итергә теләйһегеҙ икән, миңә ике тин аҡса бирһәгеҙ ҙә етерлек булыр ине», — тигән. Был һүҙҙәргә Ибн Түмәр Бәйғәмбәребеҙҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Атайыңдың дуҫы хаҡында ҡайғырт, уға ярҙам ит, бүләктәр бир һәм хөрмәт күрһәт, улар менән араңды өҙмә. Сөнки былар барыһы ла һинең иманыңды нығытасаҡ», — тигән хәҙисен килтереп үткән.
     Йәғни, ата-әсәһенең туғандары һәм дуҫтары тураһында ҡайғыртыу мосолмандың тағы бер вазифаһы булып тора. Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) кешеләрҙең бер-береһенә ышаныслы мөнәсәбәтен, мөхәббәт һәм ышаныс атайҙан улдарына тапшырыла, тигән хәҙистәр менән нығытҡан. Шуға күрә балалар ата- әсәләренең туғандарын һәм яҡындарын хөрмәт итергә тейеш.
     Исламда ата-әсәләр янында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында айырым ҡағиҙәләр ҙә бар. Ата-әсәнән алда бармаҫҡа һәм бергә булғанда уларҙан алда ултырмаҫҡа кәңәш ителә. Кеше үҙенең атаһына исеме менән өндәшмәҫкә, ә «атай» тип әйтергә тейеш. Был мосолмандың әҙәбе.
     Ата-әсәләр өсөн иң мөһиме, ҡартайғас та балаларының уларға ыңғай мөнәсәбәте һәм уларға ихлас ярҙам итеүе. Ата-әсәләргә булған мөхәббәт мосолмандың рухи кимәлен күтәрә, уның әхлағын күркәмләй һәм башҡа кешеләр араһында абруйын арттыра. Сөнки йәмғиәттә дәрәжә ата-әсәләргә булған мөнәсәбәт менән билдәләнә. Шуға күрә үҙенең атаһы менән әсәһенә яҡшы мөнәсәбәттә булған кеше изгелекле һанала, йәмғиәт тә ата-әсәһен хөрмәт иткән мосолман бөтә кешеләргә лә хөрмәт менән ҡарай икәненә ышана.

                                                                                                                                                                                                                                                                       Киске Өфө, №2, 2011 йыл