Фани донъя — төш кенә

                                            Фани донъя — төш кенә

      Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Бәләкәй балалар «магазин» яһап уйнай, әммә, ошо «магазин»да юрый ғына сауҙа итеп, улар килем алмай, ваҡыт ҡына уҙғара. Көнө буйы «магазин»ында уйнаған бала кис, асығып, өйөнә ҡайта. Был донъя ла шул балалар уйынына оҡшаш».
     Бер заман Әбү Бәкер Шибли (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) юлда тапҡан сәтләүекте бүлә алмай бәхәсләшкән ике баланы күреп ҡала. Шибли сәтләүекте ала ла әйтә: «Саҡ ҡына көтөгөҙ, хәҙер мин һеҙгә уны бүлеп бирәм!»
     Ул сәтләүекте вата һәм уның буш икәнлеген күрә. Шунда ул үҙенә төбәлгән тауышты ишетә:
     «Һин ысын ризыҡ биреүсе булһаң, бүлеп бир уны хәҙер!»
     Шибли уңайһыҙлана ла былай ти: «Был бәхәстәр — буш сәтләүек һәм юҡ нәмә өсөн!» (Аттар, стр. 661)
     Күп бәрелештәргә алып килгән донъя байлыҡтары — асылда буш сәтләүек кенә. Үлем фани донъя тормошонан уятҡас, әҙәм күрер: ҡыҫҡа һәм буш булған ул ғүмер. Юҡ нимәләргә киткән тырышлығы өсөн, ул бик үкенер. Шуныһы йәл: кешеләр, алдаҡҡа бирелеп, бер-береһен ашап алып бара — ҡәберҙәрҙә быларҙың һәммәһе өсөн дә үкенәсәктәр!

     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Фани донъя — төш кенә. Был донъяла байлыҡҡа эйә булыу — төшөңдә хазина табыуға бәрәбәр. Матди байлыҡтар быуындан-быуынға күсәсәк, әммә барыбер ошо донъяла ҡаласаҡ».
     «Алтын һәм ынйыларҙан ни мәғәнә, һөйөү өсөн сарыф ителмәгән һәм һөйгәнең өсөн ҡорбан ителмәгән ғүмерҙән ни файҙа?!»
     Был донъяның берҙән-бер ҡиммәте шунда: мәңгелек тормошобоҙҙо төҙөү һәм бәрәкәт менән тултырыу. Аллаһ юлында сарыф ителгәндә генә әҙәм ғүмере һәм милкенең ҡиммәте бар. Ғазап сиккән йәндең күңелен бөтәйтеү, тынысландырыу сараһы булған байлыҡтың ғына ҡиммәте бар. Юғиһә уларҙың хужаһы бушҡа көсөн генә сарыф итәсәк һәм Ҡиәмәт көнөндә ҡаты яуап тотасаҡ. Мәңгелек тормошто онотоп йәшәлгән ғүмер ҡурҡыныс сағымдар алмашынып торған сүллек кеүек. Иманлы әҙәмдең донъя байлыҡтарын мәңгелек тормош бәхетенә өйләндерергә тырышыуы лазым, быға ирешеүҙең күркәм юлы, алтын ҡағиҙәһе — «йөрәктәрҙе яулау». Юныс Эмре бик үткен әйткән:
     Ғауға өсөн килмәнем мин был донъяға,
Һөйөү өсөн килдем мин ергә...
Йөрәктәргә һөйөү утын һалып,
Һөйгәнемә унда һарай һалырға...

     Камил иман эйәһе, Иң Бөйөк Дуҫ ризалығын эҙләүсе белә: ысын дуҫлыҡ матди иҫәпкә ҡоролмай. Милкен уға Раббыһы ваҡытлыса ғына биреүен аңлап, ул уны Аллаһ юлында сарыф итеүҙән тайшанмай.
     Илаһи өгөттә милкен Аллаһ юлына сарыф итеүҙән ситләшкән ҡомһоҙ кешеләр хаҡында ла һүҙ бар: «...Алтын-көмөш йыйып та, Аллаһ юлында сарыф итмәгәндәр арағыҙҙа юҡмы ни? Бына һин шундайҙарҙан «һөйөнсө» ал: уларға хәтәр яза биреләсәк!» (Тәүбә, 34)
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Изгелек ҡылып йәшә! Хәҡиҡи һөйөү бит «тере һыу» һымаҡ, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насар ҡылыҡтарың һәм нәфсең уны бысрата, һин нәфселе теләгеңде (шәһүәтте) һөйөү тип атаның. Шәһүәт һәм хәҡиҡи һөйөү араһындағы айырма ни ҡәҙәр ҙур икәнлеген аңлаһаң ине!»
     «Илаһи һөйөү һәм һөйөү ҡыуанысы мөьмингә үткенлек бирә. Фани донъяны һөйөү һәм тән шәһүәте кешене иҫәргә әүерелдерә...»
     Һөйөү сығанағы — Аллаһу Тәғәлә. Ул Үҙе бар иткән һәр әҙәм йөрәгенә Илаһи һөйөү орлоғо һалған, һәм Раббыбыҙҙы танып белеү юлындағы иң төп сарабыҙ — тыумыштан һалынған һөйә белеү һәләтебеҙ.
      Хәҡиҡи һәм үтә торған һөйөү була. Хәҡиҡи — Аллаһҡа һөйөү, ә үтә торғаны Аллаһтан башҡаға йүнәлтелгән һөйөү. Аллаһ ризалығы сиктәрендә кисерелгән үтә торған һөйөү — асылда хәҡиҡи Илаһи һөйөүҙең бер баҫҡысы. Иң мөһиме шул: барлыҡҡа килтерелгәндәргә һөйөү йөрәк өсөн һуңғы этап булмаһын! Лайыҡлы булмағандарға күңелеңде бағлау — бына иң ҙур хәүеф ҡайҙа! Һәр әҙәм бит был донъяла үҙе һөйөү бағлағандың рухи кимәленә күтәрелә.
     Аллаһҡа йүнәлтелмәгән, үтә торған һөйөү буштан-бушҡа ялған адрестар буйлап йөрөтә, йәнеңде ашап, көрсөккә алып барып терәй. Нәфсе ҡапҡанына эләккән һөйөү юл ситендә үҫкән, иртәме-һуңмы тапалыуға дусар гөлдәр кеүек. Сүп-сар контейнерына эләккән гәүһәрҙе йәлләргә генә ҡала. Лайыҡһыҙ ҡулдарға эләгеүҙең ҡазаһы ни ҡәҙәр ҙур!
     Бөтә һөйөү байлығын иң лайыҡлыға — Аллаһу Тәғәләгә бағышлай алған ҡол, Раббыбыҙға ни ҡәҙәр яҡын тороуына ҡарап, ул һөйөү ғибәҙәтханаһына бөтә барлыҡты индерә ала. Был Юныс Эмре тасуирлаған халәт: «Хаҡ Тәғәләбеҙ хаҡына бөтә барлыҡҡа илтифатлы бул», йәғни Раббыбыҙға хөрмәт йөҙөнән, барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең һәммәһенә, ниндәй сифаттарға эйә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һөйөү һәм шәфҡәт күҙе менән ҡарау зарур.
     Аллаһтың һайлам ҡолдары — йөрәктәрендә Илаһи һөйөү орлоғон үҫтереп, уны емеш биреүсе ағасҡа әйләндереүселәр, Аллаһ ризалығы өсөн Уның ижад емештәренә һәр саҡ изгелек ҡылыусылар. Хаҡ Тәғәлә менән дуҫлыҡ уларҙы бөтә барлыҡ менән дуҫ яһай. Хөрмәтле Исмәғил Ата ул дуҫлыҡты һоҡланғыс итеп һүрәтләгән:
     «Эҫе ҡояшта янып көйгәндәргә күләгә бул; ҡаты һалҡында өшөгәндәргә йылы тун бул; аслыҡтан йонсоғанға икмәк бул».
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Пәйғәмбәрҙәрҙең һулышын хатта таштар ҙа тоя һәм уларҙың һүҙҙәренә тауҙар ҙа башын эйә. Әммә Пәйғәмбәрҙәрҙең ынйылай бер генә хикмәте лә наҙандарҙың йөрәгенә үтеп инмәй!»
     «Ғәмһеҙлек йоҡоһона батҡан наҙанга өгөт биреү-уңдырышһыҙ тупраҡҡа орлоҡ ташлау йәки үле сүллекте һуғарыу. Наҙанлыҡ сәбәпле барлыҡҡа килгән тишекте ямау мөмкин булмаған эш! Эй мәғрифәтсе! Хикмәт орлоҡтарын төпһөҙ ҡойоға ташлама!»
     Хикмәтте уға мөнәсәбәте булмағандарға тапшырырға маташыу ҙа, уға лайыҡлы булғандарға тапшырмау ҙа — берҙәй ғәҙелһеҙлек. Шул сәбәпле дәғүәт биреүсе аралашҡан кешеһенең аңлау кимәленә ярашлы һүҙҙәр һөйләргә, үҙенең башҡалар менән мөғәмәләһенә иғтибарлы булырға тейеш. Өгөт-нәсихәтең файҙа бирерлек булһа, һөйлә, юҡ икән — өндәшмә. Изге аятта әйтелә бит:
     «Шулай булғас, һин өгөттән файҙа күргәндәрҙе өгөтлә». (Әғлә, 9)
     Кәңәшең, нәсихәтең, өгөтөң һәм иҫкә төшөрөүең файҙа бирерлек булмаһа, һөйләүеңдән өндәшмәүең артыҡ. Мәүләнә Руми был хәҡиҡәтте түбәндәге һүҙҙәр менән асып биргән: «Һуҡырҙар баҙарында көҙгө һатма һәм һаңғырауҙар баҙарында шиғыр һөйләмә». Йәғни, насип булһа, өгөт-нәсихәтеңдән файҙа була. Кемгәлер ул бәрәкәт бирелмәгән икән, иң ҡиммәтле нәсихәттәреңдән дә мәғәнә юҡ. Файҙа бирерлек кешеләр бар икән, ул бәрәкәттән мәхрүмдәргә ваҡыт сарыф итергә кәрәкмәй. Метафораға ҡоролған түбәндәге бәйәңдә был хәҡиҡәт бик күркәм дөйөмләштерелгән:
     «Ғайса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм), ҡото осоп, артынан арыҫлан баҫтырғандай ҡасып китеп бара икән. Бер әҙәм, ҡыҙыҡһынып, артынан киткән һәм кемдән ҡасыуы хаҡында һораған. Ғайса (ғәләйһис-сәләм) шулай тип яуап биргән:
     - Мин ахмаҡтан ҡасам...
     Аптырашта ҡалған әҙәм һораған:
     - Һулышынан һуҡырҙар һәм һаңғырауҙар шифа тапҡан, доғаһынан үлектәр терелгән әл-Мәсих түгелме ни һин? Теләгәнеңде эшләй алған ваҡытта һин ниңә ҡасаһың?
     Ғайса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) былай тип яуап биргән:
     - Ант итеп әйтәм, мин Исмүл-Әғҙамды һаңғырау һәм һуҡырға уҡыным — улар һауыҡты, мин уны мәйеткә уҡыным — уға йән керҙе, мин уны фәҡиргә уҡыным — ул байып китте. Әммә мин ул доғаны меңәр тапҡыр бер ахмаҡтың йөрәге өсөн уҡыным, ул иң ҡаты таш кеүек һаңғырау булды һәм ахмаҡ килеш ҡалды!
     Хайран ҡалып тыңлаған әҙәм Ғайса пәйғәмбәрҙән (ғәләйһис- сәләм) йәнә һорай:
     - Теләһә ниндәй ауырыуға шифа биргән Исмүл-Әғҙам ниңә ахмаҡҡа тәьҫир итмәй? Бының хикмәте нимәлә?
     Ғайса пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) яуап бирә:
     - Ахмаҡлыҡ — Илаһи асыу нәтижәһендәге ауырыу, башҡа ауырыуҙар — Илаһи асыу булмаған һынау. Бәлә — шулай уҡ ауырыу, бәләгә тарығандар йәлләү тойғоһо тыуҙыра. Ахмаҡлыҡ — күпселек осраҡта башҡаларҙы йәрәхәтләй һәм зыян һала торған ауырыу».
     Шуға күрә хәҡиҡәт серен асҡандар әйткән:
     «Өсәү Аллаһҡа яҡыная алмаҫ: һауалы әҙәм, һаран һәм ахмаҡ».
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
    «Тиреҫ ҡорто гел үҙе туҡланған тиреҫ йыйыу менән мәшғүл, шуға ул рауза һыуы еҫенән иҫен юғалта. Үҙе күнеккән насар еҫле нәмәләрҙән генә ул иҫенә килә. Күңелдәре наҙанлыҡтан ҡатҡан кешеләргә Аллаһ ризалығы өсөн бәрәкәттәр һәм һауығыу юлы булған хикмәт ҡапҡаларын асырға ынтылған рухи остаздар рауза хуш еҫтәре бөрккән гүзәл һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә.
     Әлбиттә, насар еҫкә күнеккәндәргә нәсихәттәрҙең хуш еҫе бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ.
     Кеше бул һәм Илаһи яҡтылыҡтан, рухи нәсихәттәрҙән, изгелектән һәм матурлыҡтан үҙ өлөшөңдө ал!.. Тиреҫ ҡорто ише үҙеңде бысраҡҡа батырма! Кеше бул!»
     Ғаләмдә төрлө төрҙәрҙең һәм улар йәшәйеше мөхитенең тартылыу көсө бар. Мәҫәлән, һандуғасҡа баҡсалар, сауҡалыҡтар һәм йылғаларҙың шаулап ағыуы, йәғни күңелгә еңеллек биргә нәзәкәтле тәбиғәт оҡшай. Тиреҫ ҡортоноң тәбиғәтенә бысраҡҡа тартылыу, шаҡшылыҡтан, түбәнлектән йәм табыу һалынған.
     Шулай уҡ ҡомаҡтар ҙа сүп өйөмдәрендә ризыҡтарын таба, түбәнлеккә төшкән кешеләр ҙә үҙҙәренең хурлыҡлы хәлен бәхеткә һанай. Улар, үҙҙәренең түбәнлегенә күнегеп, тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә ҡырҡа ҡаршы.
     Мәүләнә Румиҙың түбәндәге һүҙҙәре шул хәҡиҡәтте асып һала:
     «Эй, тиреҫ ҡорто! Һин рауза баҡсаһынан ҡасаһың, һәм һинең уға дошманлығың уның камиллығын иҫбатлап тора!..»
     Шулай итеп, иҫәрҙәргә хәҡиҡәт юлы ябыҡ. Уларға хәҡиҡәтте төшөндөрөү — хәҡиҡәткә ҡарата ғәҙелһеҙлек, көс һәм ваҡытты бушҡа сарыф итеү. Был бушҡа тырышыуҙар ҡыҫыр сүллек һәм яланғас ҡаялар өҫтөнә яуған бәрәкәтле апрель ямғыры кеүек.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Наҙан янында китап кеүек өнһөҙ бул».
     Наҙандар менән бәхәскә инмә, улар һинең нәсихәттәр аша ғилемеңдән, гүзәл холҡондан, әхлағыңдан һәм ғәмәлдәреңдән файҙа алмаһын. Бәхәс, талаш, баш булырға ынтылыу күпселек осраҡта тупаҫ йөрәктәрҙең мин-минлегенә тейә һәм шул сәбәпле аңдары тағы ла нығыраҡ томаналана. Ә был уларҙың хәҡиҡәтте ҡабул итеүенә тағы нығыраҡ ҡамасаулай.
     Тәҡүәлеләр, хәҡиҡәтте кем ауыҙынан ниндәй формала ғына ишетмәһен, уны шунда уҡ тоя. Әммә тупаҫ, иҫәр һәм наҙандар ундай түгел. Шул сәбәпле уларҙың йөрәгенә үҙҙәре ҡулланған тел менән асҡыс табырға тырышырға кәрәк. Ҡайһы саҡ мәғәнәле өнһөҙлөк, күпте бирә алыусы ҡараш һүҙҙәрҙән артыҡ.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Әүлиә булырға теләйһең икән, шуны бел: дуҫтарға буш ҡул менән бармайҙар. Дуҫтарыңа буш ҡул менән барыу — он артынан тирмәнгә бойҙайһыҙ барыу менән бер. Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ үҙ ҡолдарынан һораясаҡ:
     «Был көнгә ниндәй бүләк әҙерләнегеҙ?» Аҙаҡ әйтәсәк:
     «Беҙ һеҙҙе тәүге тапҡыр нисек бар ҡылһаҡ, шул рәүештә килдегеҙ: ризыҡһыҙ, яңғыҙ һәм мохтаж килеш. Әйтегеҙ, Ҡиәмәт көнөнә нимә алып килдегеҙ? Әллә һеҙ фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсмәбеҙ һәм Аллаһ ҡашына барып баҫмабыҙ тип уйланығыҙмы? Изге Ҡөрьәндәге Ҡиәмәт көнө хаҡындағы һүҙҙе буш һүҙ тип уйланығыҙмы?”
     Эй әҙәм, Аллаһ һине гүзәл сүрәттә бар ҡылды! Раббың ҡапҡаларына буш күңел менән нисек юл тотаһың?
     Был донъялағы йоҡоңдо, ризығыңды һәм эсемлегеңде кәмет һәм Аллаһ менән осрашыу көнөнә бүләк әҙерләү менән мәшғүл бул!»
     Был донъяға килгән әҙәм — мәңгелек донъя юлаусыһы. Сәфәргә сығырға йыйынғандар юлына ризыҡ әҙерләгән кеүек, Аллаһтан килгән һәм Уға ҡайтасаҡ әҙәм дә баҡыйлыҡ юлына әҙерләнергә, үҙенә ризыҡ тупларға тейеш. Раббыбыҙ әйткән:
     «(Эй, мөьминдәр, Әхирәт өсөн) ризыҡ әҙерләгеҙ. Белеп тороғоҙ: ризыҡтың иң хәйерлеһе — иманлы булыу. Эй, аҡыл эйәләре, Минең әмерҙәремде үтәмәүҙән ҡурҡығыҙ!» (Баҡара, 197).
     Шуға күрә был донъяға мәңгелеккә килдем тип уйлау, нәфсеңә эйәреп йөрөү, мәңгелек тормошоңа өлөш әҙерләүҙән тайшанып, ҡиммәтле капитал булған ваҡытыңды бушҡа сарыф итеү — һөҙөмтәһе көйөнөслө тәүбәләр менән бөтәсәк ғәмһеҙлек.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Тишек тоҡто тултырырға маташма».
     Баҡыйлыҡ юлына һәр кем әҙерләргә тейешле ризыҡ — тәүге нәүбәттә «иман», унан һуң — ғибәҙәттәр, изге эштәр, ғәмәлдәр. Ни рәүешле үҙебеҙҙе шуларҙан мәхрүм итеүебеҙ мөһим түгел, бәлки, ул йөрәк ауырыуҙарылыр, бәлки, насар холоҡтор — ни генә тимә, мәңгелеккә әҙерләнгән ризыҡлы биштәребеҙҙең тишек булыуы аяныслы хәл.
     Камиллыҡҡа ирешеү өсөн, мөьмин үҙен гүзәл холоҡ менән биҙәргә тейеш. Бының өсөн Аллаһтан ысын ҡурҡыу кәрәк, бөтә барлыҡтың хоҡуҡтарын боҙмау, ғәҙел, ышаныслы, тоғролоҡло, тәрбиәле, баҫалҡы, йомарт, шәфҡәтле, ғәфү итә белеүсән, түҙемле, ихлас һәм талымһыҙ булыу мөһим.
     Изге ғәмәлдәребеҙ бушҡа булмаһын тиһәк, ялғандан, ғәйбәттән, ғәҙелһеҙлектән, дошманлыҡтан, көнсөллөктән, ҡомһоҙлоҡтан, һауаланыуҙан, мин-минлектән, рыянан алыҫ тороу лазым.
     Айырыуса намаҙҙы ғәмһеҙ ҡылыуҙан, ураҙаларыбыҙҙың сауабын кәметкән ғәйбәттән, кеше үпкәләтеп бирелгән һәм һис бер ҡиммәте ҡалмаған хәйер, саҙаҡа, зәкәт, иғәнәләрҙән, игелектәребеҙҙе юҡҡа сығарған мин-минлектән һаҡланыу кәрәк. Ихласлыҡты кәметкән ғәҙәттәрҙән, ниәттәреңә донъя маҡсаттарын ҡушыуҙан да алыҫ тороу лазым. Юғиһә ғәмәлдәребеҙгә тейешле сауаптарҙан ҡолаҡ ҡағыуыбыҙ бар.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Йософ пәйғәмбәр (ғәләйһис-сәләм) сәфәрҙән ҡайтҡан дуҫынан былай тип һораған:
     - Ниндәй бүләк алып ҡайттың һин миңә?
     Дуҫы яуап биргән:
     - Һин мохтаж булған нәмә бармы ни? һинең матурлығыңдан да гүзәлерәк нимә юҡ, шуға күрә мин һиңә, Аллаһ гүзәллеге сағылышын һәр ваҡыт йөҙөңдә күрер өсөн, көҙгө алып ҡайттым!»
     Раббыбыҙ — Хаҡ Тәғәләбеҙ һәм Бөтә барлыҡтың Хужаһы, Ул һис кемгә мохтаж түгел. Уны ни ҡәҙәр ололауыбыҙҙы һәм рәхмәттәребеҙҙе белдерер өсөн, беҙ лайыҡлы бүләк таба алмаҫ инек, әммә Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналары араһында бүләктәрҙең иң күркәме бар. Аллаһ — хусн-и мотлаҡ — бөтә гүзәллектәрҙең сығанағы, шуға күрә Ул бар ҡылғандың иң һоҡланғысы, иң ҡиммәте — Хаҡ Тәғәләбеҙ гүзәллеген сағылдырырға һәләтле йөрәк. Аллаһу Тәғәләгә беҙ бирә алған иң лайыҡлы бүләк — Уның гүзәл сифаттарын сағылдырған нурлы, саф, балҡып торған, таҙа һәм һиҙгер йөрәк. Йәғни, Аллаһ беҙҙән шуны көтә: Раббыһына йөҙ тотҡан саф йөрәк һәм шөкөр итә белгән рухыбыҙ. Аллаһу Тәғәлә, Үҙенең күркәм сифаттарын ҡоло рухында күреп, уны һөйәсәк һәм унан риза буласаҡ. Изге аятта әйтелгән бит:
     «Аллаһ Үҙенең кешеләрен именлек йортона саҡыра һәм Ул теләгәндәрҙе тура юлға күндерә». (Юныс, 25)
     Һәр саҡырыуҙың ҡабул итеү шарты, һәр бәрәкәттең хаҡы бар. Бәс, шулай булғас, ҡол үҙенең мәңгелек ҡотолоуы өсөн, Аллаһ өсөн иң ҡиммәте булған сәләмәт ҡәлб халәтенә ирешергә, Әхирәт игенлеге булған был донъяла тырышлыҡ күрһәтергә тейеш. Раббыбыҙ бит былай тип бойора:
     «Ул көндө мал да, улдар ҙа файҙа килтермәҫ. Әммә ләкин Аллаһка саф күңел менән инанғандар (ул Көндө) бәхетле булыр».
(Шүғәрә, 88-89)
     Сәләмәт ҡәлб, Аллаһҡа даими йөҙ тотоу сәбәпле, ҡол, Раббыһынан айыра торған етешһеҙлектәрҙән арынып, ҡаҡшамаҫ хәҡиҡәт компасына, иман нурын таратыусы саф сығанаҡҡа әүерелә. Мөьмин күңелендәге шул иман нуры ярҙамында хаҡты ялғандан, яҡшыны ямандан, хәләлде харамдан айыра.
     Ғәмәлдәребеҙҙең баһаһы һәм ҡиммәте ҡәлбебеҙ сәләмәтлегенә бәйләнгән, сөнки йөрәк Илаһи ҡараш төбәлгән урын. Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ул турала әйткән:
     «Һис шикһеҙ, Аллаһу Тәғәлә тышҡы ҡиәфәтегеҙгә ҡарамай, йөрәктәрегеҙгә ҡарай». (Мөслим, Бирр, 33)
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Бер әҙәм даими Аллаһты зекер иткән: «Аллаһ, Аллаһ, Аллаһ...» һәм шул зекерҙән һәр ваҡыт ауыҙында бал татын тойған. Көндәрҙән-бер көндө Иблис күңеленә вәсүәсә һалған:
     - Нимә тип гел «Аллаһ, Аллаһ, Аллаһ...» тип ҡабатлайһың? Аллаһ һиңә бер тапҡыр булһа ла былай тип әйттеме: «Ләббәйк / Мин һинең алдыңда, ҡолом, нимә теләйһең?» Телең талманымы ни? «Аллаһ» тип күпме ҡабатларға уйлайһың?
     Ошоғаса гел Аллаһты зекер иткән әҙәм өмөтөн өҙгән һәм зекер итеүҙән туҡтаған. Изге Хызыр уның төшөнә ингән һәм былай тип һораған:
     - Ни өсөн һин гүзәл ғәҙәтеңде ҡалдырҙың, Аллаһты зекер итеүҙән туҡтаның?
     Әҙәм яуап биргән:
     — Мин Аллаһты шул ҡәҙәр күп зекер иттем, ә Ул бер тапҡыр ҙа миңә яуап бирмәне. Ул мине үҙ ҡапҡаһынан ҡыуып ебәргәндер, тип ҡурҡам.
     Яуап итеп Хызыр уның күҙен асҡан:
     - Эй Аллаһ ҡоло! Аллаһҡа төбәлгән һәр бер һүҙең үҙе үк һиңә яуап: «Ләббәйк/Ни теләйһең, ҡолом минең?» Аллаһ бит Үҙ исемдәрен бөтә кешегә лә әйтергә мөмкинлек бирмәй. Аллаһты зекер итә алыуың үҙе үк Аллаһу Тәғәләнең һиңә һөйөүе сағылышы.
     Хатаһын аңлап, әҙәм йәнә Аллаһты зекер итә башлаған».
     Аллаһты зекер итеү, рәхмәтеңде белдереү, Уға сәждәлә булыу мөмкинлеге — рәхмәтле булыуҙы күҙ уңында тотҡан айырата ҙур бәрәкәттәр.
     Әгәр бөтә барлыҡ Аллаһҡа сәждәлә булһа, был Уның Илаһи бөйөклөгөн һис кенә лә арттырмаҫ. Әгәр бөтә барлыҡ Уға ҡаршы сыҡһа, был һис кенә лә Уның бөйөклөгөн кәметмәҫ. Аллаһ берәүгә лә мохтаж булмаған кеүек, ғибәҙәттәребеҙгә лә мохтаж түгел. Ул һәр нимәнән өҫтөн. Беҙ, Уның ризалығына һәм шәфҡәтенә лайыҡ булыу өсөн, ғибәҙәттәребеҙ, ихлас ниәтле изге ғәмәлдәребеҙ менән Уға яҡынайыуға мохтаж.
     Нәфсе (эго) һәм шайтан, кешене ғибәҙәттән һәм Аллаһҡа буйһоноуҙан йырағайтыу өсөн, мең хәйлә ҡора. Ҡабул булмаҫ тип, ғибәҙәттән баш тартыу — шайтандың ҡурҡыныс ҡапҡандарының береһенә эләгеү ул.
     Ҡолдоң бурысы — ҡабул булыу-булмауы хаҡында баш ватмайынса, Аллаһҡа тапшырып, ғибәҙәттәрен мөмкин булған ҡәҙәр яҡшы итеп ҡылыу. Ғибәҙәттәрҙе ҡабул итеүсе — Аллаһ. Был мәсьәләлә ҡарар ҡабул итеүҙе ҡол үҙ өҫтөнә алһа, ул ғибәҙәт әҙәбе ҡағиҙәләренә ҡаршы сыға.
     Хаталары булған сүрәттә лә, беҙ йөкмәтелгән фарыз ғибәҙәттәрҙе ҙур иғтибар һәм тырышлыҡ һалып ҡылырға, етешһеҙлектәре өсөн Аллаһтан ғәфү үтенергә, Уның йомартлығына, шәфҡәтенә һәм ярлыҡауына өмөт итергә тейешбеҙ. «Байналь-хауфи вар-раджа», йәғни күңелебеҙҙә ҡурҡыу ҙа, өмөт тә булыуы мөһим.
     Шулай итеп, ҡылған ғибәҙәттәреңдең ҡабул булыуына ныҡлы ышанысың оло хата булһа, ҡабул булмауына өмөттө өҙөп, уларҙы ҡалдырыу бигерәк тә ҙур хата.
     Күпме генә ғибәҙәттәр ҡылһаҡ та, Хаҡ Тәғәләбеҙ алдындағы күндәмлек һәм рәхмәтле булыу бурысын лайыҡлы түләп бөтә алмауыбыҙҙы анлап, ғибәҙәттәребеҙҙе тырышлыҡ, буйһоноусанлыҡ менән, үҙебеҙҙең зәғиф һәм көсһөҙ булыуыбыҙҙы танып ҡылыуҙы дауам итеү, Уның ярлыҡауына, мәрхәмәтенә һәм йомартлығына өмөтөбөҙҙө өҙмәү зарур.
     Аллаһу Тәғәлә һәммәбеҙгә лә Уның ризалығына ирешерҙәй ғүмер бүләк итһен беҙгә!
     Әмин!

     «Мәүләнә Йәләлетдин Руми» китабынан, рус теленән тәржемәсе Әҙибә Ғәҙел, редактор Айҙар Ғәҙел.