Иманлы тормошҡа барыу юлдары

                                                                   Иманлы тормош

                                                  Иманлы тормошҡа барыу юлдары
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Йә ғалим, йә ғилем алыусы, йә ғалимдар һүҙенә ҡолаҡ һалыусы һәм күңелеңдә уларға ҡарата һөйөү йөрөтә белеүсе бул, бишенсеһе була күрмә — һәләк булырһың», — тигән.
   Бишенсеһе, тимәк, ғалим йәки ғилем алыусы дәрәжәһенә күтәрелә лә алмаған, ғалимдар һүҙенә ҡолаҡ та һалмаған, күңелендә уларға ҡарата һөйөү әҫәре лә булмаған кеше.
   Уның юлдашы ла, серҙәше лә — шайтан.
   «Ихлас мөьминдәргә иблистең ихтыяры булманы. Иманды шикләнеп кенә ҡабул иткән, әхирәт тормошона ышаныр-ышанмаҫ ҡына йөрөгәндәрҙе хаҡ мөъминдәрҙән айырып алыу өсөн Беҙ уларҙы шайтан ҡотҡоһо менән һынаныҡ», — ти Ҡөрьән.
                                                                                                   «Сәба» (Сәбә) сүрәһе, 21-се аят

   «Шайтан ҡотҡолары бит улар иманлы бәндәләрҙе ҡурҡытырлыҡ түгел, улар бик зәғиф». Көсһөҙҙәргә генә уның көсө етә.
                                                                                                                «Ән-Ниса» (Ҡатындар) сүрәһе, 76-сы аят
   Хәрәмгә бирелеүҙе лә дин иблис ҡотҡоһо менән тиңләй.
   «Хәрәмгә күҙ ташлау — иблистең ағыулы уҡтарынан береһе. Әгәр ҙә берәү Аллаһтан ҡурҡыу сәбәпле хәрәмгә күҙ һалмаһа Раббыһы уға тәненән ләззәтле тәме китмәҫ иман бирер», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм».
   Иманһыҙлыҡ ул әҙәм балаһының тормошондағы бәрәкәтте юҡҡа сығара, тәндең һәм йәндең төрлө ауырыуҙарға һабышыуына сәбәп була, йәшәр ғүмерҙе йәшәп үтергә мөмкинлек бирмәй.
   Мөмкинлек бирмәгән сәбәптәрҙең иң ҡурҡыныслыһы — Төрлө ауырыуҙар, эскеселек, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙар...
   Баланы әҙәпкә өйрәткәндә боронғолар уларҙың намаҙлыҡ өҫтөндә генә ултырырға тейешлеген күҙ уңында тотмағандар. Ил, халыҡ, милләт, донъялар именлеге хаҡында уйлана һәм эшләй белеүсе нәҫел ҡалдырырға тырышҡандар.
   Эске табыны ҡормағандар, магазин ишеге төбөндә тормағандар, ауыҙынан төтөн борҡотоп йөрөмәгәндәр.
   Ата-бабанан ҡалып, быуындан быуынға күсә килгән тәбиғи аҡылы, сабырлығы, эштә тырышлығы, фекер йөрөтөүҙә хикмәтле теле, тормошта ябай һәм ваҡыты менән бер ҡатлы ла була алыуы менән тәрбиәлелек өлгөһө күрһәтеп кенә тора белгәндәр. Был үҙе үк бәндәләр өсөн тәрбиә мәҙрәсәһе булған.
   Бөгөнгө бәләләрҙең иң олоһо — тәкәбберлек, олоно — оло, кесене кесе итеп йәшәй белмәүҙән, күңел тарлығынан киләлер, моғайын. Быуындар араһында ғүмер буйы йәшәп килгән элемтәләр юҡ дәрәжәһенә етеп бара.
   Хәҙистәр өйрәтә: «Кеше күңеленә мал менән түгел, бәлки көләс йөҙ һәм күркәм холҡоғоҙ менән инеп урынлашығыҙ», — ти.
   Хәҙисе-ҡотдусиҙа пәйғәмбәребеҙгә әйтелә: «Һиндә, — тиелә, — Аллаһ һөйгән ике сифат бар: береһе — йомшаҡ күңеллелек, икенсеһе — түҙемлек».
   Тағы ла әйтелә:
— Аллаһ хаҡында күркәм фекер йөрөтөү — күркәм ғәҙәттәрҙең береһе.
— Кеше хәленә инә белегеҙ!
— Һиңә килеп йөрөүҙән туҡтаһалар, эргәләренә үҙең бар.
— Сабырлыҡ — Аллаһтан, ашығыу — шайтандан.
   Мосолмандарға кәңәш биреп, дин өйрәтә: 
— Айырылышыуҙарҙан һаҡланығыҙ, сөнки шайтан ғына яңғыҙҙар менән бергә булырға ярата.
— Һеҙгә васыятым шул: күршеләрегеҙ менән бергә булығыҙ!
— Өйләнешегеҙ, күбәйегеҙ: Ҡиәмәт көнөндә мин өммәтемдең ишле булыуы менән маҡтанасаҡмын.
— Дуҫ-иштәре хаҡында ҡайғыртып ҡына йөрөгән күркәм холоҡло кешеләр — һеҙҙең арағыҙҙа иң яҡшы кешеләр.
— Мөъминдәргә бирелгән игелектәрҙең береһе — күркәм холоҡ. Күркәм сүрәткә инеп ҡара эсле булып йөрөү — яманлыҡ.
— Етешле тормошта тыуып, төрлө татлы ризыҡтар менән ризыҡланып, зиннәтле кейемдәр кейеп, яҡшы аттарға атланып үҫһәләр ҙә күңелдәрендә һәм телдәрендә маҡтаныуҙан башҡа бер нәмә булмағандар — минең өммәтемдәге иң яман кешеләр.
— Атайға буйһоноу — Аллаһҡа буйһоноу, атайға ҡарышыу — Аллаһҡа ҡарышыу.
— Атаңдың дуҫына барып йөрөүең — игелек.
   «Ғилем, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — ғибәҙәттең иң олоһо».
   Беҙҙең балаларыбыҙ бындай нәсихәттәрҙе күңелдәренә Һалып үҫергә тейеш. Бала бәхетле булып үҫһен һәм ата-әсәләр өсөн дә ҡыуаныс булһын тиһәң, тип өйрәтә дин, уны мәрхәмәт-шәфҡәт менән үҫтерә белергә лә кәрәк.
   «Рәхим» һүҙе, — тигән пәйғәмбәр, — «Рахман» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Аллаһ әйтә: «Бәндәләргә ярҙам итә белгәндәргә мин үҙем дә ярҙам итермен, һеҙҙең менән араларҙы өҙгәндәр менән мин дә араларҙы өҙөрмөн», — ти.
   Пәйғәмбәребеҙҙең: «Үҙенең мәрхәмәтен Аллаһ йөҙ өлөшкә бүлгән, шуның 99-ын үҙендә ҡалдырып, бер өлөшөн генә ергә төшөргән, — тигән һүҙҙәрен ғалимдар һәр ваҡыт ҡабатлап ҡына тора.
   Ҡабатлап торорға кәрәктер ҙә ул. — Шул бер өлөш мәрхәмәт йән эйәләренең бер-береһенә ҡарата булған игелекле мөнәсәбәте, шул иҫәптән, сабып барған аттың үҙ ҡолонона тейеп китеүҙән һаҡланып, тояҡтарын күтәреберәк үтеүе өсөн дә етә».
   Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙең ейәнен үбеп торғанын күреп ҡалған бер бәҙәүи: «Һеҙ балаларҙы үбәһегеҙме ни? Ә беҙ улай эшләмәйбеҙ», — тип аптырап ҡала. «Һинең күңелде Аллаһ мәрхәмәт-шәфҡәттән мәхрүм иткән икән, мин нимә эшләй алам? » — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   «Башҡаларға ҡарата мәрхәмәтле була белмәгән кешенең» гонаһтары ярлыҡанмаҫ», — тигән ул.
   Ибн Ғаббас һөйләп ҡалдырған бер хәҙистә, артында ултырып һыбай барған балаға пәйғәмбәребеҙҙең бик фәһемле нәсихәттәр биреүе хаҡында һүҙ бара: «Эй, улым! Аллаһты хәтерҙә генә тот, Ул да һине һаҡлап ҡына йөрөтөр. Аллаһ хаҡында иҫеңдә генә тотһаң, ул ваҡытта һин Уның да үҙеңдең алдыңда торғанын аңларһың...»
   «...Тормошоң рәхәтлектәр менән тулып ташҡанда Аллаһты, танырға тырыш, бәләләр килгәндә һине Ул үҙе таныр. Бел: һиңә иғтибар ҙа итмәй ситләп үткәндәр һине аңлай алмаҫ, аңлаң алғандар ситләп үтмәҫ. Тағы ла шуны бел: сабырлыҡтарҙан һуң ярҙам, ҡайғы-хәсрәттәрҙән һуң шатлыҡ килә. Ауырлыҡтарҙан һуң еңеллектәр башлана».
                                                            Сәләх Суҡбаев әҙерләне. Башҡортса календарь,2009 йыл