4. Пәйғәмбәргә инаныу

                                                           4. Пәйғәмбәргә инаныу

   Имандың дүртенсе шарты — пәйғәмбәрҙәргә инаныу.
   Пәйғәмбәр — ул Аллаһы Тәғәләнең хөкөмдәрен, әмерҙәрен, бойороу һәм тыйыуҙарын ҡолдарына тапшырыу өсөн Аллаһы Тәғәлә менән ҡолдары араһында аралашсы сифатында ебәрелгән һәм әхлаҡтың барлыҡ гүзәллектәренә эйә булған зат. Пәйғәмбәрҙәр, кешеләрҙе Аллаһҡа ширк ҡатыу (йәғни кемделер йәки нимәнелер Уның менән тиңләү), һындарға табыныу кеүек төрлө аҙашыуҙарҙан ҡотҡарып, уларҙы донъя һәм ахирәт бәхетенә ирештереү өсөн ебәрелгән. Кешеләр үҙ аҡылдары менән тура юлды таба алмағанға Аллаһы Тәғәлә уларға пәйғәмбәрҙәр ебәргән. Пәйғәмбәрҙәргә Аллаһ тарафынан мөғжизәләр бирелгән. Ябай кешеләр булдыра алмаған нәмәләрҙе пәйғәмбәрҙәр Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән бик еңел эшләгән.
   Иң беренсе кеше һәм тәүге пәйғәмбәр — Әҙәм, ғәләйһис- сәләм. Шуға күрә тереклек араһында иң күркәм булған кешенең төп сығышы, ҡайһы бер фекерләүселәр раҫлап маташҡанса, маймыл түгел, ысын кеше. Кешенең асылын маймылға бәйләп аңлатыуҙан оялырға, тартынырға һәм әҙәпһеҙлек тип һанарға кәрәк.
   «Кешенең асылы маймылдан» тигән хаталы фекерҙе быуатыбыҙҙың ғилеме һәм фәне төптән юҡҡа сығарҙы. Шуға ҡарамаҫтан, һаман да кешенең асылы маймылдан тип иҫәпләгән наҙандарға осрау — ғәжәп хәл! Һис шикһеҙ, мәғлүм: беҙҙең ата-әсәбеҙ — хәҙрәти Әҙәм менән Һауа — Йәннәттән килгән саф заттар.


             Пәйғәмбәрҙәрҙең сифаттары
   1. Сиддыҡ — пәйғәмбәрҙәр тоғро. Улар бер ҡасан да ялған һөйләмәҫ.
   2. Аманат — улар һәр бер мәсьәләлә ышаныслы заттар.
   3. Тәблиғ — улар Аллаһтың әмерҙәрен һәм тыйыуҙарын һис кәмселекһеҙ һәм ҡурҡмайынса кешеләргә тапшыра.
   4. Фәтанәт — улар бик зирәк.
   5. Ғисмәт — улар ғонаһлы эштәрҙән тулыһынса һаҡланған.
   Беҙҙең Пәйғәмбәребеҙҙең, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, биш сифаты уны башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән айырып тора:
   1. Бүтән пәйғәмбәрҙәрҙән, ғәләйһис-сәләм, өҫтөнөрәк.
   2. Ул бөтөн кешеләргә һәм ендәргә Аллаһы Тәғәләнең Илсеһе итеп ебәрелгән.
   3. Хәтәмүл-әнбиә, йәғни пәйғәмбәрҙәрҙең иң һуңғыһы. Унан һуң бүтән пәйғәмбәр килмәйәсәк.
   4. Ул барса ғаләмдәргә рәхмәт булараҡ ебәрелгән.
   5. Уның шәриғәте Ҡиәмәткә ҡәҙәр дауам итәсәк.
       Ҡөрьәндә исемдәре телгә алынған пәйғәмбәрҙәр
   Хәҙрәти Әҙәм, ғәләйһис-сәләмдән, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә, ҡәҙәр бер риүәйәттә 124 мең, икенсеһе буйынса 224 мең пәйғәмбәр килгән. Быларҙың егерме һигеҙенең исеме Ҡөрьән Кәримдә килтерелә. Ҡөрьән Кәримдә булған һәм һәр кем белергә тейешле пәйғәмбәрҙәрҙең мөбәрәк исемдәре: Әҙәм, Иҙрис, Нух, Һуд, Сәлих, Ибраһим, Лут, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп, Йософ, Әйүп, Шөғәйеп, Муса, Һарун, Дауыт, Сөләймән, Юныс, Ильяс, Әльясағ, Зөлҡәфил, Зәкәриә, Яхъя, Гайса, Ғөзәйер, Лоҡман, Зөлҡәрнәйен һәм хәҙрәти Мөхәммәт Мостафа, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм. Ғөзәйер, Лоҡман, Зөлҡәрнәйен ғәләйһимүс-сәлләмдәрҙең пәйғәмбәрме йәки әүлиәме икәнлектәре бәхәсле.
       Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм,:
   Пәйғәмбәребеҙҙең үҙенән алып хәҙрәти Исмәғил, ғәләйһис-сәләм, нәҫеленә тоташҡан Ғәденәнгә хәтлем булған силсилә, йәғни нәҫел сылбыры, ошолай: хәҙрәти Мөхәммәт саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, — Ғабдулла — Ғәбделмотталип — Һашим — Ғәбделмәнаф — Ҡусай — Киләб — Муррә Ҡәғаб — Лүәй — Ғалиб — Фиһр — Мәлик — Нәҙер — Кинан — Хузаймә — Мүдрика — Ильяс — Модар — Низар — Мәғәд — Ғәднән
       Пәйғәмбәребеҙҙең әсәһе яғынан нәҫел сылбыры:
   Хәҙрәти Мөхәммәт, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, — Әминә — Вәһеб — Ғәбделмәниф — Зөһрә — Киләб.
   Пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы булараҡ ебәрелгән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, кешелек донъяһы өсөн генә түгел, барса ғаләмдәргә л; Аллаһтың бер рәхмәте булып килде.
   Донъя һәм Ахирәт мәслихәттәрендә һәм ҡотолоу юльп күрһәтеүҙә аҡылының сиге булмаған зат, кешеләрҙең етеш һеҙлектәрен бөтөрөү өсөн мәхлүктәр менән Аллаһы Тәғәлә араһында аралашсы булараҡ ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең иң бөйөгө, иң юғары булғаны — беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм. Унан әүәл Аллаһы Тәғәлә тарафынан кешелеккә ебәрелгән пәйғәмбәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре айырым бер ҡәүемгә (халыҡҡа), ҡайһы берҙәре айырым бер мәмләкәткә (илгә) генә ебәрелгән булһа, ул бөтөн кешелеккә, барса яралтылған йән эйәләренә, шулай уҡ ун һигеҙ мең ғаләмгә Аллаһтың рәхмәте булараҡ ебәрелгән. Уның кешелеккә килеүе ниндәй ҙур бәхет икәнлеген аңлау өсөн ул бөйөк Пәйғәмбәрҙән алда булған тормошто белергә кәрәк.
   Билдәле булыуынса, Пәйғәмбәребеҙ, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, ебәрелгәнсе, бөтә донъяла һәр яҡлап боҙоҡлоҡ һәм аҙашыу ныҡ таралған, һәр тараф, ҡояш тотолғандағы шикелле, ҡурҡыныс бер ҡараңғылыҡта ҡалған була. Ер йөҙө күп быуаттарҙан бирле берәй пәйғәмбәрҙең юл яҡтыртыуынан һәм юлбашсылығынан мәхрүм, ә кешеләре, боҙоҡлоҡ һәм яңылышлыҡ тоҙағына эләгеп, бөтөн Йыһан ҡараңғылыҡта була.
   Кешелек ғәҙеллектән һәм мәҙәниәттән йыраҡлашып, хаҡлыҡ менән дөрөҫлөктән бер нәмә лә ҡалмаған, ә фәхеш менән тәкәбберлек, һәр төрлө золом һәм көсләү ғәҙәти күренешкә әйләнгән заман була. Кемдең кемгә көсө етһә, шул башҡаларҙың йәнен һәм малын тартып ала. Ҡайһы бер ҡәүемдәр кескенә ҡыҙҙарын да тереләй ергә күмә, һәм ҡатын-ҡыҙҙың һис бер хаҡы, ҡәҙере ҡалмай. Уларҙы аҡсаға һатып алып, тауар шикелле теләһә нисек файҙаланалар.
   Бер-береһенә туҡтауһыҙ теш ҡайраған ҡәбиләләр (нәҫелдәр) осһоҙ-ҡырыйһыҙ үлтерешеүҙәр арҡаһында даими дошманлыҡта йәшәй. Бына шундай осорҙа Рәсүл Әкрәм, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, миләди буйынса 571 йылда рабиғел-әүүәл айының 12-се төнөнән һуң таң алдынан Мәккәй Мөкәррәмәлә донъяға килә. Уның донъяға килеүе менән бөтөн кешелек ғаләме ҡояш нуры сәсә башлағандай була. Кешелек күктәрен ҡаплаған ҡараңғылыҡ һәм афәт болоттары таралып, ул сафлана һәм нурлана башлай.
   Пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы булған Пәйғәмбәребеҙ, ҡырҡ йәшенә етеп, пәйғәмбәрлек һәм Шәриғәт индерелгәнсе үк үҙендә ғәҙәттән тыш изгелек билдәләрен күрһәтә. «Аллаһ нимә ҡушҡан булһа, шуға тоғро бул!» тигән Аллаһ әмеренә тулыһынса эйәргәнгә лә, ул бөтә тормошонда дөрөҫлөк һәм тоғролоҡтоң тере миҫалы була. Төрлө ялғандан йыраҡ булғанлыҡтан, кеше кешегә ышанмаған был дәүерҙә һәр кем уға ышана, уны хөрмәт итә. Бәхәсле мәсьәләләрҙә уның һүҙенә һәм хөкөмөнә берҙәм риза була. Хатта пәйғәмбәрлегенә ышанмаған дошмандары ла, дөрөҫлөк һәм тоғролоҡ менән йәшәүен, ялған менән килешмәүен күреп, уны яҡты күреп ҡабул итә.
   Унда булған тиңһеҙ әхлаҡ һәм юғары дәрәжәне раҫлап уны Мөхәммәт Әмин — ышаныслы Мөхәммәт тип атайҙар. Ысынлап та, фани донъяға уның боҙоҡлоҡ менән тулған бер дәүерендә рәхмәт булып килгән Рәсүлебеҙ кешеләр табын торған һындарҙы тар-мар итеп, ғаләмде иман һәм Ислам нуры менән яҡтыртып, ҡараңғылыҡтан ҡотҡарып, кешелеккә донъя һәм Ахирәт бәхете асҡыстарын бүләк итеп, ысын мәҙәниәт юлдарын күрһәтеп ҡалдырған.
   Уның бөйөк дәрәжәһен, кешелекте, ысынлап та, ҡотҡарыусы икәнлеген артабан бөтөн донъя ғалимдары танырға мәжбүр булды. Уның тарихҡа тәьҫире һәм рухи көсө алдында хайран ҡалыуҙарын йәшерә алманы. Бөйөк Ислам ғалимы Мөхәммәт Әсәд тарафынан тәржемә ителгән әҫәрҙә мәшһүр инглиз философы Томас Карлейл: «Хәҙрәти Мөхәммәт, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, ике йөҙлөлөктә бөтөнләй азат булғанлыҡтан, мин уны яратам. Хәҙрәти Мө хәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә баһа бирерле бер үлсәү ҙә юҡ. Ул үлсәнмәҫлек дәрәжәлә ҡыйын һәм бөйөк», — тигән. Мосолман булмаһа ла, инсафлы кешеләр Пәйғәмбәребеҙгә шул тиклем хайран ҡалып, хөрмәт күрһәткәс, уның өммәтенә лә ни хәтлем яратып, ни ҡәҙәр хөрмәт итергә тейешле булыуын уйларға кәрәк.
   Пәйғәмбәребеҙ тыуғанда уға тиклем булған пәйғәмбәрҙәр килтергән Шәриғәт хөкөмдәренән бер нәмә лә ҡалмаған була. Хаҡлыҡ һәм хөкөм беҙҙең Пәйғәмбәребеҙгә тәғәйенләнде. Шуға күрә ул бер ваҡыт хәҙрәти Ғүмәр раҙыаллаһу ғәнһүҙең ҡулында Тәүраттың биттәрен күргәс, быға ризаһыҙлығын белдереп: «Йәһүдиҙәр һәм насраниҙар кеүек, минең Пәйғәмбәрлегемдән, миңә индерелгән Ҡөрьәндән шикләнәһеңме? Аллаһ менән ант итәм, үҙенә Тәүрат индерелгәс Муса пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, хәҙер йәшәгән булһа, миңә эйәреүҙән башҡа һис бер юл һайламаҫ ине», — тигән. Шуның өсөн Ҡиәмәткә ҡәҙәр Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмдең абруйы һәм хөкөмө генә өҫтөн буласаҡ.
                   Пәйғәмбәребеҙҙе яҡшы беләйек
   Был ғаләмдәме йәки бынан һуңғы ғаләмдәрҙә булһынмы, бөтөн мәхлүктәргә Аллаһтың рәхмәте итеп ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмде яҡшы белеү, аңлау һәм уға хөрмәт күрһәтеү менән генә шәрәфле, изгелекле һәм яҡшы кеше булырға мөмкин. Пәйғәмбәребеҙҙе белмәгән, танымаған, һөймәгән кеше донъя тормошонда ла, ахирәт тормошонда ла хөрмәтле зат була алмаҫ.
   Пәйғәмбәребеҙҙең исеме — Мөхәммәт Мостафа, саллаләәһу ғәләйһи үә сәлләм, атаһының исеме — Ғабдулла, әсәһенең исеме — Әминә. Әсә ҡарынында ете айлыҡ сағында атаһы вафат була. Пәйғәмбәребеҙ 571 йылдың 20 апрелендә (рабиғел-әүүәл айының ун икеһендә), дүшәмбе көндөң таңында Мәккәлә әсәһе ҡарынынан айырыла. Тыуғанда уҡ ул һис бер балаға оҡшамай — Рәсүллек нуры күҙҙе ҡамаштырып тора.
   Дүрт йәшенә тиклем ҡарау өсөн һөт әсәһе Хәлимәгә тапшырыла, һуңынан үҙ ғаиләһенә ҡайтарыла. Алты йәшендә әсәһе Әминә вафат булғас, ҡартатаһы Ғәбделмотталип уны үҙ ғаиләһенә ала. Әммә һигеҙ йәшендә ҡартатаһы ла вафат булғас, ул ағаһы Әбү Талип ҡарамағында ҡала.
   Пәйғәмбәребеҙҙең балалыҡ һәм йәшлек ваҡыттары, буйҙаҡлыҡ һәм ғаиләле саҡтары, ҡыҫҡаһы, бөтөн тормошо һис кемгә насип булмаған әҙәп һәм камиллыҡ менән үтә. Егерме биш йәшендә Хәҙисәгә өйләнә, һис бер ваҡыт боттарға (идолдарға) табынмай. Бала сағынан уҡ уларҙы яратмай, хәҙрәти Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, дине буйынса Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла. Ваҡыты-ваҡыты менән Мәккә янындағы Хира тауына барып, Аллаһтың ҡөҙрәте һәм бөйөклөгө тураһында уйланып, доға ҡыла һәм ҙикерҙә була.
   Көндәрҙән бер көндө, Хира мәмерйәһенә кереп, доға һәм ҙикер ҡылғанда Аллаһтың әмере менән Ябраил, ғәләйһис-сәләм, пәйғәмбәрлек вазифаһын белдерергә килә һәм кешелектең ҡотҡарыусыһы, Аллаһтың һөйөклөһө хәҙрәти Мөхәммәт саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләмгә:
           - Уҡы! — ти.
Пәйғәмбәребеҙ:
           - Мин уҡый белмәйем, — тигәс, Ябраил, ғәләйһис-сәләм:
           - Уҡы! — тип ҡабатлай.
   Хәҙрәти Мөхәммәт, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, тағы ла үҙ яуабын ҡабатлағас, Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Пәйғәмбәребеҙҙе тотоп мөбәрәк күкрәгенә ҡыҫа, һәм Пәйғәмбәребеҙ кинәт уҡый башлай.
   Ябраил, ғәләйһис-сәләм, өсөнсө тапҡыр: «Уҡы!» — тип әйтә һәм ошо аяттарҙы уҡый: «Эй, Мөхәммәт, һәр нәмәне бар ҡылыусы Раббың исеме менән Ҡөрьәнде уҡы! Ул кешене ойошҡан ҡандан бар итте. Уҡы, һинең Раббың — Аллаһ бик хөрмәтле һәм йомарт. Ул — Аллаһ кәлам менән яҙыуҙы өйрәтте. Кешегә белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте». («Ғәләҡ» сүрәһе, 1-5 аяттар).
   Шулай итеп, хәҙрәти Мөхәммәткә, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, пәйғәмбәрлек вазифаһы тапшырыла. Ҡөрьән Кәрим егерме өс йыл эсендә уның аша мосолмандарға тулыһынса индерелә. Пәйғәмбәребеҙ, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, ун өс йыл Мәккә халҡын дингә өндәй — ҙур мәшәҡәттәр һәм ғазаптар күрә. Һәр нәмәгә сабыр итеп, Аллаһтың барлығын һәм берлеген белдерергә тырыша. Шунан һуң Мәҙинәи Мөнәүәрәгә һижрәт ҡыла (күсеп китә). Ун йыл унда рәсүллек (илселек) вазифаһын башҡара. Кешеләрҙе кешелеклелеккә өйрәтә, мәҙәниәткә өндәй, ҡараңғы күңелдәрҙе Ислам менән нурландыра. Шулай итеп, вазифаһын тамамлап, алтмыш өс йәшендә мәңгелек йортҡа күсә. Кешелек ғаләменә юл күрһәтеүсе булараҡ, Ҡөрьән Кәримде һәм үҙенең сөннәтен васыят итеп ҡалдыра.
   Маҡтау һиңә, сәләм һиңә, эй, Аллаһтың илсеһе! Уны ысындан да белгән һәм маҡтаған ғаләмдәр Раббыһы Үҙе уның турында әйтә: Үә мәә әрсәлнәәкә илләә рәхмәтән лил-ғааләмин (Беҙ һине ғаләмдәргә тик рәхмәт буларак ебәрҙек). Уның кешеләргә һәм ендәргә ебәрелгән Пәйғәмбәре һин.
                                           Сәхәбәләр
   Сәхәбәләр — улар Пәйғәмбәрҙе бер тапҡыр ғына булһа ла күреп, уның сөхбәтендә (уның һүҙен, әңгәмәһен ишеткән) була алған мосолмандар. Сәхәбәләр — барыһы ла ҙур дәрәжәләргә ирешкән кешеләр, сөнки улар Пәйғәмбәребеҙҙе үҙ күҙҙәре менән күреп, иң ауыр ваҡыттарҙа уның тирәһендә булып, малдары һәм йәндәре менән тырышып динебеҙҙең таралыуына ярҙам иткән, Ер йөҙөндә имандың һәм Исламдың таралыуы өсөн көрәш алып барған. Шуға күрә барыһы ла Пәйғәмбәребеҙҙең оло маҡтауына лайыҡ булған, һәммәһе лә баш түбәһенән алып аяҡ табанына ҡәҙәр нурға күмелгән. Хәҙерге заманда бер кеше бөтөн донъяны яулап алып, донъя тулы алтынды саҙаҡа итеп бирһә лә, сәхәбәләрҙең иң кесеһенең дәрәжәһенә ирешә алмаҫ. Беҙ, мосолмандар, сәхәбәләрҙе яратырға һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ. Улар араһында килеп сыҡҡан ҡайһы бер ҡаршылыҡтар тураһында һис бер ваҡытта ла һүҙ һөйләргә ярамай, сөнки улар ижтиһадтарына (ғилем нигеҙҙәренә) ҡарап ғәмәл ҡылған. Уларҙың ғәйебен һөйләгәндәрҙең иманы зәғиф булыр, диненә зыян килер. Улар тураһындағы ышанысын төҙәтмәйенсә кеше ысын иман эйәһе була алмаҫ.
   Сәхәбәләр ике төрлө була: мөһәжирҙәр һәм ансарҙар.
   Мөһәжирҙәр — мал-мөлкәттәрен ташлап, Аллаһ ризалығы өсөн Мәккәи Мөкәррәмәнән Мәҙинәи Мөнәүәрәгә күскән мосолмандар.
   Ансарҙар — Мәҙинәлә йәшәгән мосолмандар. Улар Аллаһы Тәғәлә ризалығы менән Мәккәи Мөкәррәмәнән килгән мосолмандарға бөтөн барлыҡтары менән ярҙам иткән, мал-мөлкәттәре менән бүлешкән.
   Һәр ике төркөм дә Аллаһ ризалығы өсөн ҡылған был ҙур эштәре өсөн бөйөк сауап һәм дәрәжә ҡаҙанған.
   Пәйғәмбәрҙәрҙән ҡала кешелектең иң бөйөк заттары — сәхәбәләр. Сәхәбәләрҙең өҫтөнлөк, дәрәжә буйынса иң бөйөктәре хәҙрәти Әбү Бәкер, хәҙрәти Ғүмәр, хәҙрәти Ғосман, хәҙрәти Ғәли, раҙыйаллаһу ғәнһүм, — Аллаһ уларҙың барыһынан да риза булһын.

                                      Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»