Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу

                                       Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу
     Ҡорбан байрамы көнөндә ҡорбан салыр алдынан мәсеттәре һәм имамдары булған ауылдарҙа ғәйет намаҙы уҡылырға тейеш. Был ғәйет намаҙы үтәлә торған вәжиб ғәмәл. Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, сәбәпһеҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр.
     Ғәйет намаҙҙары беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбендә йәмәғәт менән имам етәкселегендә бергә уҡыла тейелгән. Шәфиғи мәҙһәбендә бер генә кеше үҙ аллы уҡый уҡый алһа ла беҙҙең мәҙһәбтә бер үҙең уҡыу ярамай тейелгән. Сөнки был ғәйет намаҙы фарыз намаҙҙарға ҡарамай һәм аҙаҡ ҡаза ҡылыуҙа кәрәкмәй тейелгән.

     Беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбе хөкөмө буйынса ғәйет намаҙҙары уҡыр өсөн йома уҡыу өсөн шарт булған нәмәләр шарттыр. Имамдан башҡа өс бәлиғ ир, аҡылы камил һәм сәләмәт булырға тейештәр (ике күҙҙе һуҡырҙар ҡатнашырға тейеш түгелдәр).
    Ғәйет намаҙын ҡырҙа, тәбиғәт ҡосағында ла уҡырға мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың ҡатнашлығы әллә ни кәрәкмәй, әммә хәҙистәрҙә ҡатындарҙың ҡатнашлығы рөхсәт ителә тейелгән.
     Ғәйет намаҙын ҡояш бер аҙ күтәрелгәс 20 — 40 минут үткәс һәм төшкө намаҙға ярты сәғәт етмәҫ элек уҡыла. Ҡорбан ғәйете намаҙын иртәрәк уҡыу мөстәһәб, сөнки ҡорбан салырға кәрәк, ә Ураҙа ғәйете намаҙын кисектереп уҡыу мөстәһәб.
     Быйылғы коронавирус пандемия арҡаһында Ҡорбан ғәйете байрамын үткәрергә рөхсәт ителмәй, тик иртәнсаҡ ҡояш ҡалҡа биргәс ғәйет намаҙын ғына уҡырға һәм бер аҙ хөтбә һөйләргә була тинеләр. Шулай уҡ унан алдағы Ураҙа ғәйете байрамында ғәйет намаҙы мәсеттәрҙә уҡыу тыйылды һәм уның урынына ике йәки дүрт рәҡәғәт намаҙҙы өйөгөҙҙә уҡығыҙ тинеләр. Ә быйылғы Ҡорбан ғәйете байрамына килгәндә, ғәйет байрамы ашын үткәрмәй, имамдар бер-нисә кеше менән ғәйет намаҙын Ҡорбан ғәйете көндәрендә үтәй ала. Ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балалар ҡатнашлығы кәрәкмәй.
     Ҡудури китабының еңеләйтелгән фикһи мәсьәләре китабынан:
     Һорау: Дини байрам намаҙының тәртибен аңлатығыҙ.
     Яуап: Имам һәм йәмәғәт йәшәгән урындарынан сығып, берәр сахраға йәки тигеҙ урынға баралар, имам йәмәғәт менән ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, иң беренсе тәкбир-тәхрим әйтелә, һуңра «Ҫәнә» уҡыла, унан һуң өс мәртәбә ҡысҡырып тәкбир әйтелә, үә һәр бер тәкбирҙән ҡулдар ҡолаҡҡа тиклем күтәрелә, унан һуң «Әғүҙүбилләһ» һәм «Бисмилләәһ» эстән әйтелә, һуңынан «Фатиха» сүрәһе менән тағы бер сүрә ҡысҡырып уҡыла, ҡыйратте бөтөргәс, өс тапҡыр тәҡбир әйтелә, һәр бер тәкбирҙә ҡулдар ҡолаҡтарға тиклем күтәрелә, рөкуғ өсөн дүртенсе тәҡбир әйткәндә ҡулдар күтәрелмәҫ. Икенсе рәкәғәт тә башҡа намаҙҙар кеүек үк тамамлана. «Тәшәһһүд» уҡығандан һуң, Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләмгә салауат әйтелә, доға ҡылғас, сәләм бирелә.
     Һорау: Өҫтәмә тәкбирҙәр араһында ҡулдарҙы төшөрөргәме йәки бағларғамы?
     Яуап: Ҡулдар өҫтәмә тәкбирҙәрҙең араларында төшөрөп торола, мәгәр беренсе рәкәғәттә өсөнсө тәкбирҙән һуң бағлап кендек аҫтына ҡуйылған.
     Һорау: Был ғәмәлдәр имамдың дини байрам намаҙҙарындағы ғәмәлдәрелер. Эйәреүселәр дини байрам намаҙында нишләйҙәр?
     Яуап: Эйәреүселәр бөтә ғәмәлдәрҙе лә имамға эйәрерҙәр, ләкин эйәреүселәр «Әғүҙүбилләһ», «Бисмилләһ» һәм ҡыйратте уҡымайҙар һәм тәкбирҙәрҙе лә ҡысҡырып әйтмәйҙәр.
     Һорау: Ғәйет намаҙҙарында хөтбә уҡыламы?
     Яуап: Әйе, дини байрам хөкөмдәрен аңлатып, ғәйет намаҙынан һуң ике хөтбә уҡый — сөннәт.
     Һорау: Ғәйет хөтбәһенең хөкөмө ниндәй?
     Яуап: Ғәйет хөтбәһен уҡыу — сөннәт.
     Һорау: Ғәйет хөтбәһен тыңлауҙың хөкөмө ниндәй?
     Яуап: Тик тороп тыңлау һәр бер хөтбәлә — важиб, йома хөтбәһе ғәйет хөтбәһе менән бер тигеҙ
     Хәнәфи фикһ китабында «Аллаһ Әкбәр» тигән тәкбирҙәр буйынса шулай тип әйтелә:
Икенсе рәкәғәттән һуң «Фатиха» һәм тағы бер сүрә уҡығандан һуң өс тәҡбир әйтелә, әммә был тәкбирҙәрҙе һәр бер рәкәғәттең башында ла әйтергә мөмкин тейелгән. Бында тәкбирҙәр буйынса фекерҙәр төрлөсә тип әйтелә.
     Ибн Масуд һәм башҡа сәхәбәләр шулай эшләгән. Хәҙрәт Ибн Масуд тәкбирҙе туғыҙ мәртәбә әйткән: иң башта Ҡөръән уҡыр алдынан дүрт тапҡыр, эйелер алдынан бер тапҡыр һәм унаң һуң сәждәгә киткән. Икенсе рәкәғәттә Ҡөръән уҡығас дүрт тапҡыр тәҡбир әйтеп сәждәгә киткән.
     Ә Аббас тигән хәҙрәт беренсе рәкәғәттә ете тәкбир, ә икенсе рәкәғәттә биш тәкбир әйткән. Шулайтып ғәйет намаҙыныңтөрлө вариантары бар, шуға ла ғәйет намаҙы уҡыусылар имамға эйәрергә тейештәр.
     Әгәр ҙә имам намаҙҙы тәкбирҙән башламай, Ҡөръән уҡыуҙан башлаһа, һәм был хаҡта аҙаҡтан иҫенә төшһә, уға туҡтап тәкбирҙәр әйтергә кәрәк һәм сүрәне уҡыуҙы дауам итергә. Әгәр ҙә инде намаҙ уҡыу аҙағында тәкбир әйтеүҙә хаталары булып иҫенә төшһә, тәкбир әйтеү кәрәкмәҫ, намаҙҙы шул көйө тамамлар кәрәк. Байрам тәкбирҙәре онотолоп ҡалыу арҡаһында гәйет намаҙына зыян юҡтыр.

     Ғәйет намаҙы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99y.html

     Байрам (ғәйет) намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html

     Ғәйет көнөнең сауаплы ғәмәлдәре: https://nazir1965.com/din/%D2%93%D3%99jet-k%D3%A9n%D3%A9ne%D2%A3-sauaply-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99re.html

     Ғәйет алдынан: https://nazir1965.com/din/%D2%93%D3%99jet-aldynan.html