Ҡәбер ғазаптары...

                                                             Ҡәбер ғазаптары...

     Ҡәбер ғазаптары тураһында уйланып алайыҡ.
     Улар бармы? Һәм ни рәүешле бойомға ашырыла?
     Бәндәнең үлем сәғәтенән башлап (дөрөҫөрәге, тәндән айырылып киткән йәндең) Ҡиәмәт көнөндә яңынан ҡубарылып, хөкөмгә тартылған тәнде барып тапҡансы булған тормошо ҡәберҙәге тормош йәки йәндәр тормошо бәрзәх тип атала.
     Дини ҡараштарҙан сығып хөкөм йөрөткәндә ҡәбер ғазаптары ла, тимәк, шул ваҡыт була.
Ҡәбер ғазаптарына юлығыуҙан ҡурсалап ҡалыу өсөн Аллаһы Тәғәлә йәшәгән йылдарында уҡ бәндәне гонаһтарҙан киҫәтеп, игелеккә генә өндәп тора.
     «Аллаһтың тамырҙары ныҡ, олондары күктәргә ашҡан гүзәл бер ағасты миҫал итеп килтергән хикәйәттәге тапҡыр һүҙҙәрен һин белмәйһеңме әллә?
     Аллаһ рәхмәте һәм теләге менән ул емеште лә туҡтауһыҙ биреп тора.
     Шундай хикәйәттәрҙе бит Аллаһ бәндәләр, бәлки, аҡылға килер тип килтерә».

     Шундай ағаста үҫкән татлы емештән ләззәт тапҡан кеүек, ҡайғылар һәм шатлыҡтар килеп торған мәлдәрҙә кеше иман емешенән дә ләззәт таба ала.
     Аллаһҡа иман ана шундай! Игелекле ағасҡа оҡшаш, уның емештәре фани донъя тормошонда ла, ҡылған гонаһтарының әсеһен дә татыу, таҙарыныу урыны ла булған бәрзәхтә лә, Ахирәт тормошонда лә бәндәнең бөтә ихтыяждарына яуап биреп тора.
     Был аяттарҙың дауамында йәнә әйтелә: «Ошо хикәйәткә ярашлы рәүештә, һүҙҙең насары иһә тамырҙары зәғиф булыу сәбәпле, ерҙән йолҡоп ташланырға ғына торған әшәке ағасҡа оҡшаш», — тиелә.
     Тыуып ҡына торған яман фекерҙәрҙе — күңелендә, һүҙҙәрҙең ҡәбәхәтен — телендә, яман ғәҙәттәрҙе ғәмәлендә йөрөткән кеше тамырҙары ла, емеше лә, сәскә атып хуш еҫ таратып торор мөмкинлеге лә, эҫеләрҙән һаҡлар күләгәһе лә булмаған бер тин тормаҫ ағас кеүек.
     «Иманлы бәндәләренә Раббыбыҙ был фани донъяла ла, Ахирәттә лә үҙенең ышаныслы, ныҡлы һүҙе менән ярҙам итеп тора, иманға килмәгәндәрҙе юлдан яҙҙыра. Үҙе теләгәнсә хөкөм йөрөтә».
     Ибн Ғаббас менән Ибн Мәсғут һәм башҡа ғалимдарҙың фаразына ҡарағанда, был аяттар пәйғәмбәребеҙгә, ғәләйһис-сәләм, күптәрҙең ҡәберҙә мәрхүмгә ниндәй һорауҙар бирелеүен белергә теләүенә яуап булараҡ индерелә.
     Ҡайһы бер риүәйәттәргә ҡарағанда, ҡәбер һүҙе туранан-тура хәтергә алынһа, риүәйәттәрҙең икенселәрендә үлем түшәгенә ятҡанда уҡ шайтан килеп, һуңғы сиктә булһа ла иманлы бәндәләрҙе юлдан яҙҙырып өлгөрөргә тырышып ҡарай, әммә Аллаһ уларға бындай мөмкинлекте бирмәй.
     Дин хөкөмдәренә аңлатма биреүсе ғалимдарҙың күбеһе Ҡөрьән аяттарының мәғәнәүи тәржемәһенә аңлатма биргән ғалим Тәбәрсиҙең «Мәжмәғ әл бәйән» исемле китабында бирелгән фекерҙәрҙе ҡеүәтләй.       Ахирәт тормошонда, тип бара улар, гонаһлы ғәмәлдәргә йәки берәр төрлө башҡа эшмәкәрлек өсөн урын юҡ.
     Теге донъя ул — был фани донъяла эшләп өлгөргән, Ахирәт игенлегендә үҫтергән уңыштарыңды урып ала торған урын. Әммә йән биргән ваҡытында, хатта бәрзәхтә — был фани донъя менән Ахирәт араһындағы бер туҡталыш булған таҙарыныу урынында гонаһтарың кәмеү өсөн дә, тура юлдан тайпылыу өсөн ҡайһы бер сәбәптәрҙең булыу ихтималына юл ҡуйыла. Бына шул ваҡытта кешегә (уның йәненә булһа кәрәк) ярҙамын биреү һәм хаҡ юлда тотоу өсөн Аллаһтың мәрхәмәт-шәфҡәте ярҙамға килә.
                                                                           «Изге Ҡөрьән нуры», 5-се том. Исфаһан. 2006 йыл.
                                                                                       «Ибраһим» сүрәһенең 24—27-се аяттарына шәрехтәр
     «Уны Аллаһ иманһыҙҙар ҡорған мәкерле тоҙаҡтан ҡотҡарып ҡалды, ә Фирғәүен ҡәүеме әрнеүле ғазап — иртәләр һәм өйлә ваҡыттары һайын ташланып торған Ут ғазабы менән язаға тотто. Ҡиәмәт көнө килеп етеү менән дә Фирғәүен ҡәүеме иң ҡаты язаға тартыласаҡ!»
                                                                           «Ғафир» («Ғәфү итеүсе») сүрәһе, 45—46-сы аяттар
     «Һәләкәт, — тип һөйләр булған Әс-Сәғҙи, — Фирғәүен ҡәүеменә килгән һәләкәт уның өсөн был фани донъялағы яза булды, үлгәндән һуң, ул Ҡиәмәт көнө килгәнсе янып ятыр Утҡа ташланасаҡ. Фирғәүен ҡәүеме унда иртә лә, кис тә үтә лә ҡаты язаға тартылып торасаҡ. Ҡиәмәт көнө килеп еткәндән һуң, уларҙың язаһы тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ. Ялғанда ғәйепләп, пәйғәмбәрҙе танымаған, уға ҡаршы килеп кенә торған һәр кемде ана шундай ҡот осҡос әжер көтә».
     Ҡәберҙәге язалар һәм рәхәтлектәр тураһында Ҡөрьәндең бик күп аяттарында телгә алына.
Сәхәбәләрҙән Бара бин Әзиб һөйләп ҡалдырған бер риүәйәттә мосолмандарҙан берәүҙе ерләү өсөн уларҙың зыяратҡа барыуҙары тураһында һүҙ бара. Шул ваҡытта улар эргәһенә пәйғәмбәребеҙ ҙә, ғәләйһис-сәләм, килеп етә. Урын табып, ул шунда ултырып ала, ҡуҙғалырға ла ҡыйынһынып, уның эргәһенә сәхәбәләр ҙә теҙелешеп ултыра. Ҡәбер әлегә ҡаҙылып ҡына торған була.
     «Мин, — тип һүҙ башлай пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Аллаһтан үҙемде ҡәбер ғазаптарынан яҡлап ҡалыуын үтенеп һорайым». Шул доғаны өс тапҡыр ҡабатлағандан һуң ул: Мөъминдәрҙән булған бәндә донъя тормошо менән хушлашып, Ахирәт тупһаһына килеп баҫыу менән уның эргәһенә йөҙҙәре ҡояш кеүек балҡып торған фәрештәләр килеп төшөр. Улар уға Йәннәттән кәфен менән хушбуйҙар алып килер, күҙ күреме тиклем ергә йәйелеп ултырырҙар. Улар артынан үлем фәрештәһе лә килеп етер һәм үлем түшәгендә ятҡан мөьминдең баш осона килеп ултырыр: «Эй, игелекле йән! —- тиер ул. — Аллаһтың ярлыҡауына, һәм фатихаһын алыуға ҡаршы тороп баҫ». Шешә ауыҙынан сыҡҡан һыуға оҡшап, уның йәне тәненән айырылыр, үлем фәрештәһе уның йәнен алыр ҙа, күҙ асып йомор арала башҡа фәрештәләр уны кәфенгә тороп, хушбуйҙар һибеп тә ҡуйыр. Ерҙә булған хуш еҫтәрҙең береһенә лә тиңдәше булмаған еҫтәр таратып, фәрештәләр уны күктәргә күтәрер.
     Күктәрҙең һәр береһенән үткәндә был хуш еҫ таралыуына таң ҡалған башҡа фәрештәләр ҙә аптырап: «Был кемдең шундай гүзәл йәне?» — тип һорап ҡалырҙар. «Был фәлән-фәлән кешенең улы», — тип, фәрештәләр уның йәшәгән йылдарында аталып йөрөткән гүзәл исемдәрен етенсе күккә тиклем ҡабатлай барыр. Шул ваҡытта ғына Бөйөклөк һәм Көс-Ҡеүәт эйәһе Аллаһы Тәғәлә әйтер: «Минең ҡолом тураһында Йәннәттең иң юғары бер ерендә яҙып ҡуйығыҙ ҙа, уны яңынан ергә алып төшөгөҙ, уларға Минең ерҙән яралтып, ерҙә урынлаштырырмын да, шул ерҙә яңынан ҡубарырмын, тип биргән вәғәҙәм бар», — тиер.
     Фәрештәләр уның йәнен тәненә ҡайтарыр. Шунан һуң мәрхүм эргәһенә ике фәрештә килеп ултырыр ҙа: «Һинең Раббың кем?» — тип һорар. «Минең Раббым — Аллаһ», — тиер кеше. «Динен, ниндәй дин?» — тиерҙәр. «Динем — Ислам», — тип яуап бирер кеше. «Һеҙгә ебәрелгән кеше кем ине ул?» — тиерҙәр. «Ул кеше Аллаһтың илсеһе — пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, ине». «Унда һин нимәләр хаҡында белә алдың?»
     «Мин, — тиер кеше, — Аллаһтың Китабын уҡыным, уға иман килтерҙем һәм һәр ваҡыт иманыма тоғро булып ҡалдым». Нида менән килгән тауыш әйтер: «Минең ҡолом хаҡ. Уның алдында Йәннәттәрҙең бөтә гүзәллеген йәйеп, ожмах ҡапҡаларын асып ҡуйығыҙ», — тиер. Шул саҡта ул Йәннәттәрҙәге хуш еҫтәр тәмен тоя башлар, уның ҡәбере лә күҙ күреме ерҙәргә киңәйеп китер ҙә уның алдына биттәрендә нур балҡып, тәненән хушбуй еҫтәре аңҡып торған бөхтә кейемле бер ир килеп баҫыр;
     «Мин һиңә күңелеңә хуш килерлек бер хәбәр алып килдем. Был — һиңә вәғәҙә ителгән көн» — тиер.         «Биттәренән игелек ташып торған кеше кем һин?» — тиер кеше. «Мин — һинең игелекле ғәмәлдәрең». «Ярабби! — тиер кеше. — Ҡиәмәт көнө тиҙерәк килеп етә күрһен».
     Иманы булмаған кеше донъя тормошо менән хушлашып, Ахирәт тормошоноң тупһаһына килеп баҫыу менән, уның эргәһенә ҡап-ҡара битле, ҡарашында дорфальтҡтан башҡа нәмә булмаған фәрештәләр килеп төшөр. Йәһәннәмдән улар киндерҙән арлы-бирле генә эшләнгән ҡаты балаҫ алып килер ҙә күҙ күреме ергә йәйелеп ятҡан бер урынға ултырыр.
     Улар артынан уҡ үлем фәрештәһе лә килеп етер: «Эй, ҡәбәхәт йән! Аллаһтың асыуына һәм нәфрәтенә ҡаршы тороп баҫ», — тиер ул һәм эре тараҡ менән еүеш йөндө тарап алған һымаҡ итеп, уның йәнен һурып алыр ҙа, башҡа фәрештәләр килеп, күҙ асып йомғансы, уның тәнен киндер туҡымаға төрөп тә ҡуйыр. Мәрхүмдең тәненән әллә ниндәй яман еҫтәр сыға башлар.
     Шул хәлдә фәрештәләр уны күккә алып китер. Бындай кешегә күк ҡапҡалары ла асылып бармаҫ. Иҫәбе-хисабы булмаған фәрештәләр эргәһенән үткән саҡта ла улар: «Кемдең яман йәне был?» — тип аптырап ҡалырҙар. «Был фәлән-фәлән кешенең улы», — тип, фәрештәләр уның йәшәгән йылдарында халыҡ араһында таралған шаҡшы исемдәрен етенсе күккә тиклем ҡабатлап барырҙар.
     Һүҙен дауам итеп, пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, Ҡөрьәндең:
     «Дөрөҫөн генә әйткәндә, Беҙҙең, аяттарыбыҙҙы инҡар итеп, тәкәбберләнеп йөрөгән кешеләр алдында күк ҡапҡалары асылып та тормаҫ. Уларҙың Йәннәттәргә инеүенә ҡарағанда, дөйәнең энә күҙенән үтеүе еңелерәк булыр. Гонаһлы кешеләргә Беҙ әжерен ана шулай бирәбеҙ», — тигән аятын уҡып күрһәтә.
                                                                                    «Әл-Әғраф» («Кәртәләр») сүрәһе, 40-сы аят
     Аҙаҡ Аллаһы Тәғәлә әйтер; «Уның исемен ерҙең иң тәрәндәге ҡатламы булған Сижжинға яҙып ҡуйығыҙ, — тиер ҙә фәрештәләргә уны ергә яңынан ҡайтарып ҡуйырға бойоролор. — Уларға Минең ерҙән яралтып, ерҙә урынлаштырырмын да, шул ерҙә яңынан ҡубарырмын, тип биргән вәғәҙәм бар», — тиер.
     Фәрештәләр был йәнде ергә ташлар һәм ул үҙенең тәненә барып төшөр.
     Сәхәбәләренән пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, "Ҡөрьәндең тағы ла; «Әгәр кеше кемделер Аллаһҡа тиңдәш тотоп, уға ғибәҙәт ҡылып йөрөр булһа, (ана шулай) күктән ырғытылған хөкөмөндә булыр ҙа, йә уны ҡоштар эләктереп алыр, йә елдәр алыҫ-алыҫ ерҙәргә илтеп ташлар», — тигән аятты ла уҡып күрһәтә,
                                                                                    «Хаж» сүрәһе, 31-се аят
     «Уның йәне тәненә әйләнеп ҡайта ла, — тип һүҙен дауам итә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — уның эргәһенә ике фәрештә килеп, һорау ала башлай». «Раббың кем?» — тиҙәр.
     «М-м-м... мин уны белмәйем», — тип өнһөҙ ҡалыр кеше. «Һеҙгә ебәрелгән бер зат тураһындә нимә беләһең?» — тиерҙәр. «М-м-м!.. Мин уны белмәйем», — тиер кеше.
     «Ул ялғанлай! — тигән тауыш килер күктән. — Уға уттан эшләнгән түшәк йәйегеҙ һәм йәһәннәм ҡапҡаларын асын ҡуйығыҙ». Иманһыҙ кешегә тамуҡтан эҫелек һәм утлы өйөрмә килеп бәрелер, тәнендәге ҡабырғалар бер-береһепә йәбешер сиккә етеп, ҡәбере лә ҡыҫыла башлар.
    Уның алдына имәнес ҡиәфәтле, тәненән серек еҫе аңҡып торған бер ир килеп баҫыр һәм: «Мин һиңә борсоуҙан башҡаны бирмәгән бер хәбәр менән килдем. Бына был — һиңә вәғәҙә итеп килгән бер көн».          «Һин кем? — тиер иманға килмәгән әҙәм. — Һинең ҡарашың золом менән тулы». «Һин эшләп йөрөгән яманлыҡтар булам мин», — тиер ир. «Эй, Раббым! Ҡиәмәт көнөнә килеп етер мөмкинлеге бирмә!» —- тип ялыныр кеше.
     Хәҙистәрҙең береһендә әйтелә: «Ҡәбер, — тиелә, — теге донъяға барыу юлындағы тәүге туҡталыш. Был туҡталышта ҡотолоу таба алған кеше ҡалғандарынан да еңел генә үтеп китер».
     Сәхәбәләренә пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, һәр ваҡыт:
     «Эй, Аллаһ! Гонаһтарыбыҙҙың кескәйгенәләрен дә, ололарын да, тәүгеләрен дә, һуңғыларын да, йәшеренеп кенә эшләнгәндәрен дә, күренеп торғандарын да ғәфү ит», — тип доға ҡылып ҡына торорға бойора.
     «Эй, Аллаһ, — ти, — йәһәннәмгә илтер болаларҙан, Ахирәттә күрер ғазаптарҙан, фәҡирлек менән байлыҡ сәбәпле килгән золомдарҙан тик Үҙеңә генә һыйынам»,
     «Эй, Аллаһ! Ҡылған ғәмәлдәребеҙҙең бөтәһен дә игелек менән тамамларға мөмкинлек бир, йәшәгән йылдарыбыҙҙа түбәнлеккә төшөүҙән, үлеп ҡалғас, ҡәбер ғазаптарынан ҡотолорға ярҙам ит».
                                                                                            Башҡортса дини календарь. 2018 йыл.