Ғәҙеллек яҡлап асыуланығыҙ!
Кеше булараҡ кисергән хис — тойғоларҙың береһе — асыу. Беҙ нимәгәлер ҡәнәғәт булмағанда ғәҙәти асыу барлыҡҡа килә. Тәбиғәте буйынса кеше ҡайһы берҙә кәйефле, ҡайһы берҙә күңелһеҙ, ҡайһы берҙә ул тыныс, ә ҡайһы берҙә асыулы эш итә. Әммә ул бер ҡасан да кире эмоциялар әсирлегендә түгел, ә яҡшы сифаттар ярҙамында тормошто мәғәнә менән тултыра.
Баланы ҡулдарығыҙға алығыҙ, бер аҙ хәрәкәтһеҙ ҡалдырығыҙ, һәм тиҙҙән уның һеҙгә ҡаршы торорға тырышыуын күрерһегеҙ, ул ҡулдарын иреккә сығарырға тырыша, ә уңышһыҙ булһа, асыуынан ҡысҡыра... Был «асыу» торошо...
Асыу — кешелә һаҡланыу инстинктынан барлыҡҡа килгән һәм беҙҙе тормошто ҡыйынлаштырыусы һәм азатлығыбыҙға янаған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә этәргән психологик импульс булған эмоция...
Асыу — кешенең иң көслө мәле, сөнки асыу мәлендә бөтә резерв көстәр мобилизациялана... Асыу мәлендә кеше бер ниндәй икеләнеүһеҙ кешеләр төркөмөнә һөжүм итә... Ауырыған, дауахана карауатында ауыр хәлдә ятҡан кеше, асыуланһа, ғәжәп энергия менән күтәрелә ала...
Асыу кешеләрҙең мәнфәғәте өсөн булдырылған, әммә беҙ был эмоцияны күнектерергә һәм уны артыҡлыҡтан һәм сиктән тыш хәлдәрҙән һаҡларға бурыслыбыҙ.
Донъя күргән тормошобоҙҙа, әхләк-әҙәб ҡағиҙәләре буйынсала, башҡа диндәр яғынанда, шулай уҡ мосолман динебеҙ тарафынанда асыуланыу тыйылған кеүек. Шул тиклем инде асыуланмай, күңелеңде аҡ ҡарҙай пак итеп, бер нәмәгә лә шелтәле иғтибар итмәй, шатланып, көлөп, бар нәмәгә лә риза булып, ярһымай, көйәләнмәй йөрө, — был Аллаһ ҡушыуы, тормошоңдо шулай үткәр тиеп, бөгөнгө бар вәғәҙҙәрҙә шул турала һөйләнелә.
Был бит быуаттар буйы, халыҡтың ризаһыҙлығын диндәр тарафынан баҫып, баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ күрһәтеп Аллаһының ҡоло түгел, ә йәшәп ятҡан, ялғанға, золомға, боҙоҡлоҡҡа, тиранлыҡҡа ҡоролған йәмғиәттең тормошон ҡабул итеп, уға бер асыуланыу, нәфрәт күрһәтмәй йәшәүеңде бел тигән нәмә түгелме?
Диндә, хәҙистәрҙә бит асыу темаһы шәхси кешеләр араһында, бер әҙәмдең икенсеһенә ҡарата мөнәсәбәтте тураһында бара түгелме ни? Ә боҙоҡ булған, үҙеңдең йәмғиәтеңә ҡарата асыуынды һыуындыр тиеләме? Ә күрше халыҡтың тормош шарттарына ҡыҫылып, һиңә бер зыян килтермәгән әҙәмдәргә ҡарата нәфрәтеңде, асыуыңды сығарып, уларҙы ҡырып, үҙҙәрен бала-саға, ҡатындары, ҡарт-ҡороһон ер менән тигеҙләп, нәфрәтләнеп, ғорурлан әй?!
Беҙ асыуҙы ҡыҫҡаса кире эмоция тип билдәләй алабыҙ. Асыу — һәр кеше тойған төп эмоцияларыбыҙҙың береһе. Был кешенең хәүефкә тәбиғи һәм инстинктив реакцияһы. Ғәҙәттә, был беҙҙең тормошҡа ашырылмаған өмөттәребеҙ һәм ваҡиғалар тураһында уйҙарыбыҙ арҡаһында була. Был эмоция кемдер ҡамасаулағанда, ҡурҡыныс тойғанда, ауыртыу тойғанда, үҙен бер ни ҙә түгел һәм ярҙамһыҙ итеп тойғанда, үкенес тойғанда, үҙең яраҡһыҙлыҡ, көсһөҙлөк тойғанда, көнсөллөк тойғанда, ул кәмһетелгәндә, ҡурҡҡанда йәки борсолғанда асыулана.
Шулай уҡ асыу — ул рәнйеү йәки ғәҙелһеҙлек арҡаһында көслө ризаһыҙлыҡ тыуҙырған эмоциональ тулҡынланыу. Йыш ҡына иҫкәрмә, тәнҡит йәки берәр ҡылыҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуын сәбәпсеһе булыуы мөмкин.
Асыу – ул нәфрәт, үс алыу, быға сәбәпсе булған кешегә ҡарата яуызлыҡ ҡылыу кеүек ҡылыҡтарҙан да тора. Күп вәғәздәрҙең төп темаһы – был тәбиғи асыуҙы бөтөнләй булдырмауға йүнәтелгән. Ғәмәлдә был шулаймы? Кешенең асыуы сәбәптәре лә сығыуы төрлөсә бит. Көндә беҙ нәфрәт тулы асыу менән йәшәмәйбеҙ бит әле. Ә бына телевизорҙа пропаганда аша минут һайын икенсе милләтле халыҡҡа, икенсе илдәргә ҡарата, уларҙы юҡ итергә, ядро бомбаһы ташларға, ҡырырға тигән ҡырағай яуызлыҡ, дошманлыҡ, күрә алмаусылыҡ асыуы бара. Шуны мынан ризаһығыҙмы? Беҙҙең ҡәбәхәт етәкселәр арҡаһында алып барылған һуғыш сценаларын, үлемде ҡараған һайын асыу менән әлеге халыҡты ҡарғайһығыҙ, ә шул ваҡытта һеҙҙең тамағыҙ туҡ, балаларығыҙ теүәл, өйөгөҙ бөтөн, шатланып Яңы йыл үткәрергә йыйынағыҙ.
Ә бына ошо ҡәбәхәт етәкселәр арҡаһында, ошо яман хәлгә – аянысҡа, ҡырылышҡа, үлемгә, бар донъяһын юғалтыуға дусар булған халыҡтың асыуы менән өҫтөгөҙгә ҡарғыш төшөп, шуның эҙемтәләрен тиҙҙән бик ҡаты татыясаҡһығыҙ бит!
Ҡайҙа һеҙҙең мәрхәмәтлегегеҙ, рәхимлелегеҙ, изгелегеҙ — үҙегеҙҙе мосолман тигән иманлы әҙәмдәр? Был ғәҙелһеҙ һуғышта үҙ яғығыҙ еңһең өсөн бик күп харам көс һалаһығыҙ бит!
Бынан ошо көндәге «массовый психоз» нимәгә бәйле? Ни өсөн Рәсәй халҡы асыулана һәм нәфрәтләнә? Ул илде халҡы менән ҡуша ер йөҙөнән һөрөп ташлар өсөн, юҡ итер тырышмаймы? Юҡ, юҡ, асыу ул шәхси кешегә ҡарата ҡулланыла торған сифат, ә патриотизм менән ауырыған илдең халҡы өсөн бармай тимәксеһеңме? Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ваҡытынан алып мосолмандар бер ниндәй ҙә халыҡҡа, хатта йәһүдтәргә ҡарата ла асыу тотмаған. Ә бөгөнгө 21 быуатта йәшәүсе иң алдыңғы йәмғиәт? Ошо йәмғиәттең иманлы тигән мосолмандары?
Ислам динебеҙҙә ошо самаһынан ашҡан асыуҙы, ярһыуҙы баҫыу тураһында бара бит, ә һәр кемдә тәбиғи әһәмиәтһеҙ эмциональ күңел ҡырылыуы тураһында түгел.
Был халыҡ көтөүенең хайуани асыуы боронғо Рим ареналарының яланында асыҡ сағылған. Икмәк һәм кәмит теләгән халыҡ (тамаша бөткәс икмәк өлгәшкәндәр) иблис асыуы менән ярһып, бер-береһен үлтерергә теләгәндәрҙе аҡырышып, енләнеп хуплаған, еңеүсе яугирҙәң аяҡ аҫтындағы яралы еңелеүсене үлтереүҙе йәки ғәйепһеҙ кешеләрҙе, ҡолдарҙы йыртҡыстарға тереләй ашатырға ҡыуғанда, был бушҡа хөкөм ителгән әҙәмдәргә, шул иҫәптән быға тарыған ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға ҡарата асыуҙарын йәшермәй, арена буйы үлемдән ҡасып йөрөгәндәрҙән ҡәнәғәтләмәй, уларҙы таш менән бәргеләп, уларҙы тик арыҫландарҙың өҙгөләп-йыртҡыстлап үлтереп, ашағанын ҡеүәтләп, бахырҙарҙың йәне өҙөлгәненә, йәлләү һәм мәрхәмәтлек урынына нәфрәтләнеп, ажарланып, ҡотороноп, аҡырып ярһығандарын, шашҡандарын беләбеҙ.
Был халыҡтарҙың ҡырағайлығы беҙҙең алдынғы технологиялар быуатында үҙгәрҙеме? Юҡ! Үҙҙәрен Ислам динендә булғандарҙа ошондай йыртҡыслыҡтарға бара, Аллаһының әҙәм балаларын үлтерергә һылтау таба!
Күренекле яҙыусы Лев Николаевич Толстой «Николай Палкин» тигән мәҡәләһен, уның геройы, бер ҡарт һалдаттан һорашып, яҙғанда, уның выжданы (совесть) ғазапланамы, тигән һорауына һалдат аптырап: «Был һуғышта бит, закон буйынса, батша һәм ватан өсөн». Һәм был Толстой өсөн иң ҡурҡынысы: кеше ҡылған яуызлыҡты күрмәй, сөнки ул уйҙырма законлылыҡ, патриотизм, гражданлыҡ бурысы менән ҡапланған. Кешеләргә һуғышта үлтереүҙәр, армияла ҡаты язалауҙар, төрмәләрҙә язалауҙар кәрәклек һәм хатта батырлыҡ тип ышандыралар. Һәм яҙыусы быны йәмғиәттең ауырыуы, уның иҫереклеге тип күрә. Оло һалдаттың хәтирәләре менән шаҡ ҡатып, Толстой «яҡшы, баҫалҡы булып тыуған кешеләр, йөрәктәренә кешеләргә ҡарата һөйөү, йәлләү һалынған кешеләр, кешеләр өҫтөнән ни өсөн һәм нимә өсөн икәнен белмәйенсә, ҡот осҡос ҡанһыҙлыҡтар ҡыла» тигән сәбәптәр тураһында уйланырға саҡыра.
Әхмәт ибн Ханбал һәм ( Муснад , II, 315) Мөслим («Адаб», 21) тарафынан тапшырыла: "Ҡиәмәт көнөндә Аллаһҡа иң ныҡ нәфрәтле кеше — ул үҙен «халыҡ батшаһы» тип атаған кеше.
Халыҡ батшалары кемдәр булды? Урыҫ батшалары: Иван Грозный, Петр, Николайҙар... Ленин, Сталин. Шулай уҡ атеист СССР ил башлыҡтары һәм бөгөнгө һуғышты башлаған һәм алып барған ҡәбәхәт. Әгәр һин мосолман икәнһең, әйтәйек тиҫтә миллионлаған халыҡ ҡаны өҫтөндә ил төҙөгән Сталин – маҡтаулы кеше тиһәң – һин монафик рәтендә. Әллә ошо бөгөнгө көндөң христиан поптарының ялғанына бирелгән һәм Сталинды маҡтап йырлаған һәм ҡыҙыл армеецтәр бейеүең осалары менән туңҡайышып башҡарған монахиналар һиңә яҡындыр: ссылка https://youtu.be/j5CcnE-2Bi0
Был бысраҡ, харам аҡсаларға, рибаға төҙөлгән банк системалары, ялған, ғәҙелһеҙ һәм аяуһыҙ донъяның, һуғышҡа, үлтерешкә ҡоролған, әлеге шул урта быуат Рим империяһының наҙан, аҡылһыҙ халҡынан, бөгөнгө медиа аша алып барылған алдаҡ пропаганда менән көн күргән халыҡта «дошман»ына ҡарата асыу тыуҙырып, улар кемдәргә әйләнделәр? Әлбиттә, мин аптырағандан, асыу менән уларҙы наҙандар, һарыҡбаштар – тирания ҡолдары һәм Дәджәл ғәскәренең әҙәми шайтандары тием. Һәр беребеҙҙә ен-шайтан барлығын беләбеҙ бит. Былар шуларың ҡара көсөнә, яуызлығына бирелгәндәр.
Аллаһ Тәғәлә:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُونُوا قَوَّامِينَ لِلَّهِ شُهَدَاءَ بِالْقِسْطِ وَلَا يَجْرِمَنَّكُمْ شَنَآنُ قَوْمٍ عَلَى أَلَّا تَعْدِلُوا اعْدِلُوا هُوَ أَقْرَبُ لِلتَّقْوَى وَاتَّقُوا اللَّهَ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا تَعْمَلُونَ
Ий, мосолмандар, Аллаһ Хәҡиҡәтен иҫтә тотоп, ғәҙеллек менән шаһитлыҡ ҡылыусы кешеләр булығыҙ. Башҡа бер халыҡҡа булған асыуығыҙ, һеҙҙе ғәҙелһеҙлеккә этәрмәһен. Ғәҙел булығыҙ. Аллаһтан ҡурҡыу һеҙҙән йыраҡ йөрөмәһен. Аллаһҡа ҡаршы баш күтәреүҙән һаҡланығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора. Әл-Мәидә сүрәһе, 8 аят.
Әл- Мөнтәхәб тәсирендә: Ислам дуҫтары менән дә, дошмандары менән дә тулы ғәҙеллеккә саҡыра. Ислам нәфрәттең ғәҙелһеҙлеккә килтермәүен иҫкәртә. Был кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә лә , илдәр араһындағы мөнәсәбәттәргә лә ҡағыла. Аятта ла дошманға ҡарата ғәҙеллектең Алланан ҡурҡыуға яҡыныраҡ булыуы аңлатыла. Әгәр был бөтә халыҡ-ара закондарҙың нигеҙе булһа, һуғыштар булмаҫ ине. Әгәр бөтә диндәрҙең дә үҙ һыҙаттары булһа, Аллаһтың берҙәмлеге һәм ғәҙеллеге — Исламдың төп һыҙаттары.
Бына шуға ла минең наҙандарға ҡаршы сыҡҡан асыуым, аҡыл сиктәренән сыҡҡан кешеләргә ҡарата башҡарыла, улар бит шул үҙ боҙоҡлоҡтары арҡаһында Аллаһ Тәғәләнең хөкөмөнә лайыҡ.
Асыу — тәүге эмоциональ тулҡынланыу тип үрҙә әйтек бит. Был тыйылмаған. Ислам беҙҙән бөтөнләй һалҡын һәм хисһеҙ булырға талап итмәй. Асыуҙан тулыһынса ҡотолорға теләгән һәр кем тәрән хаталана. Әгәр был маҡсат булһа, Ҡөрьән «асыуҙы тотҡарлаусылар» һәм «асыуланғанда ғәфү итеүселәр»тураһында әйтмәҫ ине. Һәм хәҙистәге «ләә тәғдәб» та инҡар итеүгә иғтибар итегеҙ, ул «асыу менән эш итмәгеҙ» тип тәржемә ителергә тейеш: әгәр асыу тойғоһо булмаһа, инҡар итеү артыҡ булыр ине. (Если бы это было целью, Коран не говорил бы о тех, что «сдерживают гнев» и «прощают, когда гневаются». И обратите внимание на отрицание в «ля тагдаб» в хадисе, который должен быть переведен как «Не действуйте в гневе»: отрицание было бы излишним, если б чувства гнева не существовало).Тимәк, асыуҙың барлыҡҡа килеүе тыйылмаған, сөнки ул кеше контроленән ситтә тора. Кеше ҡулынан килмәгән бөтә нәмә өсөн ул яуаплы түгел.
Бында һүҙ самаһынан ашмаған асыу тураһында бара, Әгәр кешелә асыу булмаһа, уның йөрәгендә мәрхәмәтлек буламы һуң? Бер йәлләү тойғоһо менән һин нимә башҡара алаң? Әйҙә уны йәлләп тик тор, кемдер уны кәмһетә, хурлай йәки ҡыйнай башлаһа. Әгәр йөрәгеңдә асыу тойғоһо юҡ икән һин ҡурҡаҡһың, батырлыҡ өсөн ниндәйҙер бер нәфрәт тойғоһо кәрәк бит. Әллә яуҙа дошманыңдың башын йылмайып, көлөп, изге сифаттарыңды күтәреп, рәхимлек, шәфҡәтлек менән асыуһыҙ ғына сабып өҙәһеңме?
Самалы асыу кешене тәрбиәләй торған бик күп сифаттарға ыңғай йоғонто яһай. Иманлы кешенең асыуы хәҡиҡәт яғында һәм ялғанға ҡаршы. Иманлы кешенең асыуы — йәберләнеүсенең дуҫы һәм йәберләнеүсенең дошманы. Иманлы кешенең асыуы — яҡшы кешеләр өсөн шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәтлек, насарҙар өсөн ҡаршылыҡ. Ҡыҫҡаһы, иманлы кешенең асыуы — яҡшылыҡҡа асҡыс һәм яуызлыҡҡа йоҙаҡ.
Ә саманан сыҡҡан асыуҙан, артыҡ ярһыған кешенең асыуы иблистәр өсөн аҙыҡ, улар шул сыҡҡан насар энергиянан туҡлана. Асыу аҡылды солғап алғас, аҡыл һәм аң юҡҡа сыға. Күҙ күрмәй, ҡолаҡ ишетмәй. Асыу йөрәкте солғап алғас, тойғолар тоноҡлана, йөрәк ҡатылана. Мөхәббәт һәм ихтирам кәмей, ә көс ҡулланыу һәм нәфрәт арта. Асыу йәнгә үтеп ингәс, сабырлыҡ һәм сыҙамлыҡ юҡҡа сығара. Тел мыҫҡыллы кеше — емергес була.
Әгәр асыу дөрөҫ ҡулланылһа, ул беҙгә ғаиләбеҙгә, Ватаныбыҙға һәм ҡиммәттәребеҙгә һөжүмдәрҙе бөтөрөргә ярҙам итә. (Баймаҡҡа бит, тәбиғәтебеҙҙе ҡороталар тип, асыуланып йыйылманыҡмы?) Әммә артыҡ асыуҙың ҡоло булыу төҙәлмәҫлек проблемаларға килтерә. Ул беҙҙе Алланың мәрхәмәтенән һәм кешеләрҙең мөхәббәтенән алып китә. Асыу әсирлегендә булыу проблемаларға килтерә, уларҙы ҡаплау ауыр. Ул беҙҙе Аллаһының мәрхәмәтенән һәм кешеләрҙең һөйөүенән алыҫлаштыра. Асыуыбыҙға бирелеү, беҙҙе йәмғиәттә көс ҡулланыу, сыуалыштар һәм тетрәнеүҙәр тыуҙыра.
Ислам фекерләү системаһында «асыу» кеше эмоцияһы тип иҫәпләнһә лә, уны контролдә тотоу мөмкин тигән фекер өҫтөнлөк итә. Изге Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә артыҡ асыуланыуҙың зыяны күрһәтелә, бында Аллаһтың бойороҡтарын халыҡ алдында боҙоу осраҡтарынан тыш һүҙ бара һәм ғәфү итеү язаға ҡарағанда изгелекле тәртип тип раҫлана.
Суфыйҙар фекерендә асыу (көйөү, көйәләнеү); ул конкрет рәүештә «үс алыу һәм язалау теләге» тип билдәләнә, был килешеү һәм сабырлыҡ төшөнсәләренә ҡапма-ҡаршы. «Асыу — ваҡытлыса аҡылһыҙлыҡ» тип әйтелә, сөнки асыу ваҡытында йөрәк тибеше тиҙләшә, ә ҡан артерия тамырҙарын һәм баш мейеһен артыҡ йөкмәтә, аҡылдың нормаль эшләүенә ҡамасаулай һәм дөрөҫ булмаған һәм зарарлы эштәр башҡарырға мәжбүр итә. Әбү Бәкр ар-Рази, табип һәм моралист, асыу хәлендә юнле фекерләү мөмкин түгеллеген һәм был хәлдәге кеше менән аҡылдан яҙған кеше араһында ҙур айырма юҡлығын әйтә. Мәүләнә шулай уҡ асыуҙы күңел болғаныу менән, ә көс ҡулланыу һәм һүгенеүҙе ҡоҫоу менән сағыштыра. Ул Мәснәүиҙә: «Хөрмәтле (әҙәм ...?), башҡаларҙа ерәнеү тыуҙырырлыҡ исраф ҡылмағыҙ! Икенсе төрлө әйткәндә, асыуығыҙҙы, үпкәгеҙҙе, ярһыуығыҙҙы һәм көйәләнеүегеҙҙе баҫығыҙ, уға ихтыяр бирмәгеҙ һәм кешеләрҙә һеҙгә ҡарата нәфрәт тыуҙырмағыҙ. Тағы ла Мәснәүиҙә; үпкәләүҙең килеп сығышы тамуҡ, йәғни үпкә тотоп йөрөү тамуҡ тәбиғәте. «Әгәр һеҙҙең йөрәгегеҙҙә үпкә булһа, һеҙ был тамуҡтың бер өлөшө буласаҡһығыҙ», — тине ул.
Әммә суфыйсылыҡта уртаса асыу (ярһыу) тойғоһо булараҡ билдәләнгән батырлыҡ (ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, йөрәклелек) йәки патриотизм (милли намыҫты һәм дәрәжәне яратҡан, патриотик) кешелек дәрәжәһен, хоҡуҡтарын һәм ҡиммәттәрен яҡлау өсөн кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Суфыйҙар фекеренсә, уртаса асыу; уны дини, әхлаҡи һәм социаль мәсьәләләрҙә хаталар һәм ғәҙелһеҙлек менән осрашып кисерергә мөмкин. Әммә суфыйҙар фекеренсә, был хәлдәрҙән тыш асыуҙан алыҫ торорға кәрәк.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдә асыуланған, ул бит фәрештәләрҙән түгел, ә беҙҙең һымаҡ кешенең асыу холҡона ла эйә булған. Ошо темаға булған осраҡтарҙы күпмелер хәҙистәрҙән уҡып китәйек.
Пәйғәмбәребеҙ хәҙисе: «Һәр кем үҙ холҡо буйынса эш итә».
«Кеше йән эйәләре төрлө кимәлдә барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер кешеләр һирәк асыулана һәм тиҙ тыныслана; Ҡайһы бер кешеләр тиҙ асыулана һәм тиҙ тыныслана, ҡайһы берҙәре тиҙ асыулана, һәм уларҙы тынысландырыу ауыр, был уларҙың иң насарҙары. Уларҙың иң яҡшылары — һирәк асыуланыусылар һәм тиҙ тынысланыусылар».
Был йәһәттән асыуҙы икегә бүлеү урынлы булыр ине: маҡталған һәм шелтәләнгән асыу.
Маҡталған асыу — ул дин һәм хәҡиҡәт өсөн асыу. Был матур һыҙаттарҙың береһе. Был сифатлы кешеләр аҡыл һәм дин бойороҡтары буйынса эш итә, унда тәүәккәллек һәм көс талап ителә. Әммә улар үҙҙәрен йомшаҡлығы һәм баҫалҡылыҡ файҙалы булған урындарҙа ла тота белә. Шуға күрә Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләмдән һорап: «Миңә ҡыҫҡа һәм аныҡ эш итергә ҡуш»ти. Уның кәңәше юлдашына: „Асыуланма!..“, донъяуи эштәргә ҡағылырға тейеш. Әммә хатта кәферҙәргә һәм ялғансыларға асыуланырға ла кәрәк.
Ғәйепләү (тәнҡитләү) менән бәйле асыу — ул ғәҙелһеҙ барлыҡҡа килгән асыу. Һөҙөмтәлә асыуланған кешегә зыян килтереү һәм үс алыу тойғоһо барлыҡҡа килә; Был шулай уҡ агрессия тип тә билдәләнә. Бында беҙҙең иғтибарҙы асыу тойғоһо уттан барлыҡҡа килеүе йәлеп итә. Әгәр беҙ был фактты асыуҙы үпкәләрҙән сыҡҡан эҫелек, асыу һәм йөрәк ҡанының ҡайнауы, шулай уҡ Ислам тәғлимәте кешелектең беренсе һәм иң аяуһыҙ дошманы тип һанаған Иблистең уттан барлыҡҡа килеүе менән бергә ҡараһаҡ, был ни тиклем әһәмиәтле икәне асыҡлана.
Асылда, Әл-Ғәзали, ошо мәлде күрһәтеп, былай ти: «Кешелә Иблисте үҙенә йәлеп иткән тамыр бар. „Асыу утында булған кеше Иблискә яҡыныраҡ буласаҡ“.
Мөхәммәд пәйғәмбәр бөтә кешелеккә остаз итеп ебәрелгән һәм үҙенең тормошо менән бик яҡшы өлгө булып тора. Уның өлгө булыу сифаты уның тормошоноң бөтә аспекттарына ла ҡағыла, тик уның өсөн үҙенсәлекле булған хәлдәрҙән башҡа. Ошо сәбәптән пәйғәмбәрҙең көйөҙһөҙләнеүе, ҡайғыһы һәм асыу хәле беҙҙең өсөн өлгө булып тора, шулай уҡ уның шәфҡәте һәм мәрхәмәтлеге кеүек.
Пәйғәмбәрҙең Аллаһҡа асыуы
Пәйғәмбәрҙең асыуы уның бөтә ғүмере буйына маҡтау асыуы формаһында тормошҡа ашырыла. Сөнки беҙ уның асыуланыуын һәм үҙ мәнфәғәттәре өсөн түгел, ә Аллаһ өсөн генә асыуланыуын күрәбеҙ. «Ысынлап та, Аллаһ рәсүле үҙ йәне өсөн үс алманы. Әммә ул Аллаһтың тыйыуҙарын боҙған осраҡта Аллаһтың хоҡуғы өсөн үс алды».
Быны уның һүҙҙәре күрһәтә. Әммә беҙ уның үҙ шәхесен мыҫҡыллағанда асыуын баҫтырырға тырышыуын күрәбеҙ.
«Эй, Раббым! Мин бит хеҙмәтсе һәм, бөтә хеҙмәтселәр кеүек үк, асыуланам. Ошо сәбәптән, ниндәй генә мосолманға асыуланһам да, мыҫҡыллаһам да, ҡарғаһам да; Быны Ҡиәмәт көнөндә уның өсөн таҙарыныу һәм мәрхәмәт сараһы итеп эшләгеҙ», тип ул әйтте.
Кәбир Абдулла улы: Беҙ экспедицияла булдыҡ. Беребеҙҙең башы яраланды. Яраланған кеше баш һөйәге йәрәхәте алды. Ул тирә-яҡтағыларҙан тәйәммум яһарға мөмкинме тип һорай, сөнки ул яраланған. Улар: «Һин йыуынырға тейешһең, ә тәйәммумды эшләргә ярамай», — тинеләр. Был кеше йыуынынды, ахырында һалҡын һауа торошо һәм һыуыҡ һыу тәьҫиренән үлә.
Ул (Кәбир Абдулла улы) Пәйғәмбәргә (ғәләйһиссәләм) килгәс, уға булған хәл тураһында хәбәр итә. Шунан Һуң Пәйғәмбәр (ғәләйһиссәләм) асыуланып: «Улар был кешене үлтерҙе. Аллаһ уларҙы ла үлтерһен. Улар нимә белмәгәндәрен һорашырға тейеш ине. Наҙанлыҡтан дауалау – ул һорау биреү ".
Пәйғәмбәрҙең «Аллаһ уларҙы үлтерһен» тигән ауыр һүҙҙәре һәм уның фәтүә бирергә маташыусыларҙы тәнҡитләүе, моғайын, беҙҙең көндәр өсөн бик етди иҫкәртеү булып торалыр. Шуны ла оноторға ярамай: белемдәре булмаған әҙәмдәрҙең дини мәсьәләләр тураһында фекер йөрөткәндәр үҙҙәре был асыу һәм иҫкәртеүҙең адресаттары булып тора.
Усама ибн Зәйд, был мәсьәлә буйынса әңгәмәселәрҙең береһе, Ислам динен шәхси инаныуҙарына яраҡлаштырырға маташҡан һәм шуның менән Пәйғәмбәрҙе асыуландырған осраҡтарҙың береһе тураһында һөйләй: Бер алышта беҙ Мәҙинә мосолмандары менән мөшрикте эҙәрлекләнек. Был мөшрик ҡаса алмауын аңлағас, «ләә иләһи илләлләһи» тине. Шунан һуң мосолман дуҫым уны үлтереүҙән баш тарта. Мин, киреһенсә, «ул үҙ ғүмерен ҡотҡарыу өсөн мосолман булып китте» тип уйланым һәм уны үлтерҙем.
Беҙ был турала Бәйғәмбәрғә һөйләнек һәм ул асыуланып: Эй, Усама! Шулай итеп, һин уны «Лә иләһә илләлләһ»тигәндән һуң үлтерҙең? Ул был фразаны ҡабат-ҡабат ҡабатлай. Ул уны шул тиклем күп тапҡыр ҡабатлай, мин шул көнгә тиклем мосолман булмауыма үкенә башланым.
Пәйғәмбәр шулай уҡ мәсеттең таҙалығына һәм ҡарауына ҙур әһәмиәт бирә һәм уны бысратыусыларға асыулана. Мәҫәлән, бер ваҡыт мәсеткә ингәс, ул кибла стенаһындағы ҡаҡырыҡ күреп ҡала һәм мәхәллә кешеләренә: Аллаһ һеҙҙең алдығыҙҙа. Кемдер доға ҡылһа, төкөрмәгеҙ һәм хоролдамағыҙ (йоҡлап ултырмағыҙ) ".
Билдәле булыуынса, Пәйғәмбәр (уға тыныслыҡ һәм фатиха) намаҙға ҙур әһәмиәт биргән һәм уға иғтибарһыҙ ҡарағандарға асыуланған. Бер ваҡыт ул мәсеткә иша намаҙына етәкселек итергә килгәс, бәләкәй генә төркөмдең тәртипһеҙлектә ултырғанын күреп, асыулана һәм:
«Аллаһ менән ант итәм, ғибәҙәт ҡылырға килмәгәндәрҙең өйҙәренә бер-бер артлы барып, кешене имам итеп тәғәйенләгәндән һуң уларҙы яндырырға теләйем».
Пәйғәмбәр теләһә ниндәй эште еңеләйтеү принцибын аса һәм хатта ғибәҙәт ҡылыуҙа ла мәшәҡәтле булырға ярамай, тип белдерә. Асылда, Ул Муаз ибн Джабал тигән сәхәбәгә асыулана, ул имам булараҡ бик оҙон итеп аяттар уҡып, намаҙҙар башҡара. Шуға уға эшкә ҡабаланыусыларҙы, хәлһеҙҙәрҙе һәм ауырыуҙарҙы иҫәпкә алып, ғибәҙәтте ҡыҫҡаса ҡылырға кәңәш итә...
Һәр асыуҙың бер төрлө булмауын билдәләргә кәрәк. Киреһенсә, асыуҙың ҡайһы бер төрҙәрен ғәҙел асыу тип иҫәпләргә мөмкин: Ғәҙелһеҙлекте һәм Аллаһ ҡанундарын боҙоуҙы күреп асыуланыу. Ошо сәбәптән Изге Ҡөрьәндә Муса пәйғәмбәр, халҡының алтын быҙауға табыныуын күреп ярһыуы тураһында бәйән ителә: «Муса үҙ халҡына ҡайтҡас, асыуланып һәм ҡайғырып, ул: "Һеҙ минең юҡлығымда ниндәй яуызлыҡ эшләнегеҙ!"( Ҡөрьән 7: 150).
Муса асыныуынан ҡыҙған хәлдә ҡайтып:- Мин киткәндән һуң һеҙ ниндәй хәтәр эштәр башҡарҙығыҙ, Раббыбыҙҙың әмерен көтмәйенсә, ашығыс хата яһанығыҙ, — тип ул ҡулындағы яҙыулы таҡталарын ташланы (ергә ҡуйҙы) һәм ҡәрҙәшенең (Һарундың) сәсенән тотоп, башын үҙенә табан тартты. Туғаны: — Әсәйемдең балаһы, был ҡәүем мине, ысындан да, көсһөҙ һананы һәм мине үлтерә яҙҙы. Һин мине һүгеп, дошмандарыбыҙҙы һөйөндөрмә, мине залимдар рәтендә һанама, — тине. (Әсәйемдең балаһы — бер туған)
Әммә Ҡөрьән (7:154) Мусаны үҙ халҡын Аллаға ғибәҙәт ҡылырға саҡырып, уның асыуы баҫылғандан һуң ғына эш итә башлаған кеше итеп һүрәтләй. Был хатта тәҡүә асыу менән дә беҙ асыуыбыҙ ниндәйҙер кимәлдә һыуынып бөткәс кенә эш итергә тейешлегебеҙҙе күрһәтә.
"Беҙ дөрөҫ тип һанаған нәмәгә бер кемде лә көсләп ышандырырға кәрәкмәй. Нимә генә эшләһәң дә, улар аңламағас, шуға туҡтап ҡалырға кәрәк. Аңлатып бирә алмағас, беҙ үҙебеҙҙе бик ауыр хәлгә ҡуябыҙ, ахмаҡтарға хаҡты еткереп буламы һуң? Эйе, беҙ хаҡлыбыҙ, Аллаһының хөкөмдәре ғәҙел, беҙ үҙҙебеҙҙең контролдә тотмаған кешеләрҙе тәртипкә килтерергә тырышабыҙ бит бушҡа.
Беҙ кешеләргә үҙ хаҡлығыбыҙҙы күрһәтеү һәм уларҙы ышандырыу өсөн күп көс һалабыҙ. Беҙ уларҙың хәҡиҡәтте аңлауын һәм аҡыланыуҙарын теләйбеҙ. Хатта улар уны аңламаһа ла йәки әлегә күрмәһә лә, беҙ барыбер хаҡлы; беҙ кисергән асыу — әсе хәҡиҡәт. Күпселек осраҡта беҙ хаҡлыбыҙ, һәм был хаҡлыҡ ысынбарлыҡ, әммә тирә — яҡтағылар нимә булғанын, ни сәйәсәт барғанын күрә алмай, сөнки улар Исламдағы ғәҙеллек, намыҫлылыҡ һәм уйланыусанлыҡ, рухилыҡ сифаттарына эйә түгел, сөнки дин улар өсөн традицияларҙы үтәү йолаһы ғына, күптәре шул онота алмаған коммунистик идеология аҫтында һәм бөгөнгө көндөрҙәге дәджәлдәр тәьҫире аша ҡандарына ағыу булып оялаған ялған пропаганда һәм ура патриотизм ләззәтендә.
Шулай итеп, проблема беҙҙең адекват булмауыбыҙҙа түгел, ә башҡаларҙың ғәҙел йәки шәфҡәтле була алмауында. Улар бында хәҡиҡәтте күрә алмаһа ла, беҙ һеҙҙең менән хәҡиҡәтте, дөрөҫлөктө, аҡты ҡаранан айыра беләбеҙ.
Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, уларҙы тыныслыҡта ҡалдыр. Улар күрергә, ишетергә, аңларға теләмәгәс, ни эшләп ярһырға, барыһы ла яҡшы. Тынысланығыҙ, артабан хәрәкәт итегеҙ, тыныс ҡына: «Һеҙҙең ҡиммәттәрегеҙ минең ҡиммәттәрҙән айырылып тора, һәм был минең өсөн мөһим»тип әйтегеҙ. Йә Аллаһ әйтмешләй: «Уларға үҙ диндәре».
Үҙ хоҡуғығыҙҙы контролдән сығарырға рөхсәт итмәгеҙ, һәр хәлдә үҙегеҙҙең ихтирам һәм кешелеклелегегеҙҙе һаҡлағыҙ, ваҡыт һәм илаһи ғәҙеллек һеҙҙең ысын тәҡүә һәм яҡшы кешелек позицияғыҙҙы күрә алһын өсөн тырышығыҙ.
Тик Алланың мөхәббәте генә асыуҙы ҡаплай. Сөнки, йөрәктә нимәгәлер асыу барлыҡҡа килде икән, ахыр сиктә бының булыры, йә булмауы, әгәр Алла теләмәһә, булмаҫ ине. Асыу аша шулай аҡылғала тәрбиә алабыҙ түгелме?
Исламда асыу бик матур, әгәр ул бары тик Аллаһ өсөн генә, Аллаһ һәм уның рәсүле билдәләгән сиктәрҙә генә сағыла икән... Юғиһә шәхси мәнфәғәттәр һәм амбициялар өсөн асыу сағылышы яманатлы...