Архив рубрики: видеофильм

Сөмбөльдөң етенсе йәйе

                                                Сөмбөльдөң етенсе йәйе.

     Сөмбөльдөң етенсе йәйе. (Седьмое лето Сюмбель). Режиссер – Булат Юсупов тарафынан төшөрөлгән был кинола үткән быуат башында ысынбарлыҡта булған ауыр ваҡиғаларҙың бер бәләкәй генә өлөшө сағылдырыла. Иблис идеологияһына эйәргәндәрҙең аңдары томамланып бер туғаның, ҡатының, дуҫың, ауылдаштарын, халҡын дошман итеп күреп, уларҙы үлтереп, юҡ итеп ҡырырға тырыша... Ауыр ҡәһәр замандар. Читать далее

Үлгәндән һуң терелеү

                                                           Үлгәндән һуң терелеү
     Аллаһ Тәғәлә насып итһә, иман тураһында, имандың бер шарты Ахирәт көнөнә ышаныу, Ҡиәмәт көнөнә инаныу тураһында бөгөнгө вәғәҙебеҙ булыр иншәАллаһ!
     Беҙ барыбыҙ ҙа әлхәмдүлилләһ, иманлыбыҙ, тибеҙ, үҙебеҙҙе мосолман тип һанайбыҙ, күңелдәребеҙ дөрөҫ тибеҙ. Ҡайһы берәүҙәребеҙ: мәсеткә йөрөмәһәм дә, минең күңелем дөрөҫ, күңелем саф, тип әйтә. Әммә кешенең күңеле саф булыу ғына етмәй, Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанды үтәп, тыйғанынан тыйылырға тейеш.
     Һеҙгә билдәле булған юл йөрөү ҡағиҙәләре бар. Кемдер уларҙы бик яҡшы белергә мөмкин, әммә ул ҡағиҙәләрҙе үтәмәһә, милиция «эләктерһә», барыбер яза бирә бит, һин ҡағиҙәләрҙе яҡшы, беләһең, тип тормай. Читать далее

ЦДУМ, Ләлә-Тюльпан мәсете, РИУ (Рәсәй Ислам Университеты)

                           ЦДУМ, Ләлә-Тюльпан мәсете, РИУ (Рәсәй Ислам Университеты)
     ЦДУМ, Ләлә-Тюльпан мәсете, РИУ (Рәсәй Ислам Университеты), беҙҙең менән бер курста уҡыған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө, 2012—2018 йылдар.

ЦДУМ, РИУ (Рәсәй Ислам Университеты), Ләлә-Тюльпан мәсете 

                ЦДУМ, РИУ (Рәсәй Ислам Университеты), Ләлә-Тюльпан мәсете   

     ЦДУМ, РИУ (Рәсәй Ислам Университеты), Ләлә-Тюльпан мәсете, минең курсташтарым, 2012- 2018 йылдар.

Мәйетте (мәрхүмде) йыуыу

                                            Мәйетте (мәрхүмде) йыуыу

     Был видеола мәйетте (мәрхүм-мәрхүмәне) нисек йыуырға өйрәтәләр. Бында мәйет урынына тере кеше ята, күҙҙе асылһа йә ҡулы ҡыбырҙаһа ҡотоғоҙ осмаһын. Ошо видеоға ҡарап өйрәнәгеҙ. Артыҡ нәмәләре юҡ тигәндәй, ләкин йыйыу тәртибе ошолай булырға тейеш. Ҡулын беҙҙә буйға һалалар, ә күкрәккә түгел (һуңғы кадрҙа ҡулды буйға һалғандар). Кәфенде лә бөтөн көйөнсә төрәләр, беҙҙәге һымаҡ күлмәккә тишек эшләп тормайҙар (ҡатындарға күлмәк һәм яулыҡ кәрәк). Былайҙа дөрөҫ. Мәйет йыуыуҙа һәр кем ҡатнашырға тейеш, бигерәктә туғандары. Әгәр бер кеше ғүмерендә асылда мәйет йыумаһа, Ҡиәмәт көнөндә был сөннәттә ни өсөн ҡатнашманың, тигән һорау алдында ҡуйылыр. Мәйет йыуғанда ғәүрәт еренә ҡул менән теймәйҙәр, (беҙҙең халыҡ ошо ерҙә яңылыша) сөнки күҙ менән ҡарау хәрәм булған кеүек яланғас ҡул менән ҡағылыу ҙа хәрәм булыр. Бында ла өс мәртәбә йыуҙылар, — өсөнсөһө камфара менән. Мәрхүмә ҡатын-ҡыҙға ахирәт күлмәге кейгеҙелә һәм сәстәре үрелә. Кәфен төрөүгә килгәндә былар  уң яҡтан башлап һул яғы менән ҡаплайҙар, ә беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбе буйынса, иң башта һул яғы, шунаң һуң уң яғы менән ябыла. Йыназа намаҙын видеола үҙҙәренсә уҡыйҙар. Видеоны ТУЛЫҺЫНСА ОШОНДА УҠЫҒЫҘ тигән ссылкаға баҫып ҡарағыҙ. Читать далее