Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Аллаһының ҡарғышы төшһөң! Доға

                                      Аллаһының ҡарғышы төшһөң! Доға.
     Ҡарғыш, ҡәһәр, ләғнәт, ҡарғау, ҡәһәрләү, ләғнәт уҡыу, бәддоға тигән һүҙҙәр һәр кемгә таныштыр. Тарихыбыҙҙа, мәсет манараларын киҫкән әҙәм аҡтыҡтарына һәм уларҙың етәкселәренә ҡәһәр төшөп, шулай уҡ бер әүлиәбеҙгә бәйләнгән НКВД хеҙмәткәренең ауыҙҙы шалшайып, тупһанан ҡолап үлгәнен һәм яуызлыҡ эшләгән башҡаларға Аллаһының ләғнәте төшкәнен, ишеткәнегеҙ бар. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең изге Ҡөръян Кәрим китабы аяттарында Әбү Ләһәбкә, фирғәүенгә Аллаһының ҡарғышы тураһында ла әйтелә.
     Әйҙәгеҙ, бөгөнгө замандарҙа ҡайһы бер әҙәмдәрҙең тура теләге буйынса Аллаһының ләғнәте төшкән миҫалдарҙы ҡарап үтәйек. Беҙ үҙебеҙҙең көс ҡеүәт, теләк менән берәй кешегә зыян килтерә алмайбыҙ, барыһы ла Аллаһ аша башҡарыла. Ҡорбанға, тип мал салғанда ла, беҙ ул хайуанға йәрәхәт кенә килтерәбеҙ, ә йәнен фәрештәләр Аллаһының ризалығы менән ала бит. Читать далее

Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы доғалар

                                    Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы доғалар
     Боҙоҡлоҡ ҡылыусы тирандарға һәм уларҙың эйәрсендәренә ҡаршы көслө доғалар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында, улар бар яҡтан ҙур ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар һәм яуызлыҡтар кисергән ваҡытта, дошмандар ҙур ғәскәр йыйып, мосолмандарға ҡаршы ҡуҙғалғас, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм һәм уның сәхәбәләре изге Ҡөръән Кәримдәге ошо аятты уҡыған:
                                                                                                       حَسْبُنَا اللَّهُ وَنِعْمَ الْوَكِيلُ
     ...хәсбүнә-ллааһу үә ниғмәл-үәкиил
     Беҙгә Аллаһының булғаны еткән. Ул бик яҡшы (ярҙамсы) вәкил, — тинеләр. 173-сө аят, Ғимран сүрәһе.
     Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға көс-ҡеүәт бирә һәм уларҙың бар ҡурҡыуҙары, ҡаҡшауҙары юғалып, улар дошмандарын еңәләр. Был доға Ибраһим пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм доғаһы менән оҡшаш. Ибраһим ғәләйһиссәләмде, халҡын Ислам диненә саҡырғаны өсөн, уның дошмандары уны янып торған ҡыҙыу утҡа ташлайҙар. Ул бер-нисә һүҙҙән торған доға ҡыла һәм Аллаһының мөғжизәһе менән янып торған эҫе ут ялҡыны һалҡын зыянһыҙ ялҡынға әйләнеп, пәйғәмбәребеҙгә бер ниндәйҙә зыян килтермәй. Аллаһ был турала әлеге аяттында әйтә: Аллаһ иң яҡшы һаҡлаусы һәм тәрбиәсе, шуға ошо аятҡа таянып әлеге мосолмандар бар эш-хәлдәрен Аллаһҡа тапшыралар. Үҙҙәренең көсһөҙ саҡтарында улар: хәсбүнә-ллаһу үә ниғмә-л-үәкил, тип әйтеүҙәрен дауам иткәндәр, беҙ бер нәмәне лә контрольда тота алмағанда, быны тик Раббыбыҙ ғына Үҙенең көслө күҙәтеүе аҫтында тота ала һәм кәрәк саҡта уны һөҙөмтәһен Ул ғына бирә ала. Читать далее

Раббәнәәнең 40 доғаһы

                                   Раббәнәәнең 40 доғаһы
     Ҡөръән Кәримдә Раббәнәә (Аллаһ) менән башланған 40 доға аяттары. Был доғаларҙың әжер-сауабын үлсәй алырлыҡ нәмә юҡ. Улар күпселеге пәйғәмбәрҙәр тормошоның бер өлөшө булғандар, шуға күрә ҙур әһәмиәткә эйә. Был доғаларҙы фани доньяла еңеллек һәм киләсәктә ахирәткә эләгер өсөн төрлө теләктәр һәм үтенестәр бойомға ашһын өсөн уҡып була.
     Беҙ, маҡсаттарыбыҙға ирешер өсөн, теләгәндәребеҙ үтәлһен өсөн тик Аллаһынан ғына ярҙам һорайбыҙ. Һәр хәлгә ҡарап, һораған, ҡылған доғаларыбыҙҙың әжере был донъяла килеп етмәһә лә, аҙаҡ Ахирәттә ҡабул булыуы ихтимал. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләгә нисек ниәтләнеп ҡылыуыбыҙҙан тора, иншаАллаһ бар хәжәттәребеҙ ҡабул булыр. Шуға икеләнмәй генә доғаларҙа ихлас булайыҡ. Читать далее

Золом һәм йәбер ҡылыусыларға ҡаршы доғалар

                         Золом һәм йәбер ҡылыусыларға ҡаршы доғалар
     Ахырзаман ваҡытының көндәрендә йәшәйбеҙ. Ваҡыттарҙың үтеүелә тиҙләшә. Рәсүлебеҙ бер хәҙисендә: «Ҡиәмәт көнө алдыннан ваҡыттың тиҙәйеүен һиҙерһегеҙ. Бер йыл – бер ай, бер ай – бер аҙна, бер аҙна – бер көн, бер көн сыраҡтың яныуына тиң булыр», – тигән. Ваҡыттың бәрәкәте бөтәсәк. Шул тиҙләнгән ваҡытҡа ярашлы донъялағы сәйәси хәлдәрҙә тиҙләшә һәм беҙҙең ғүмерҙәге әлеге барған ил ҡоролошоның һанаулы көндәре ҡалды. Кемдер бөгөнгө көндәрҙә ҡолоҡҡа ҡоролған йәмғиәтте оҙаҡҡа булыуын теләп теш-тырнағы менән йәбешһә лә, яҙ башында һис шикһеҙ аяҙ ҡояш сығасаҡ шиккеле, үткән тарихтан: йәбер-золомдан, геноцидтарҙан, тирандарҙан, залимдарҙан, һуғыштарҙан бер фәтүә алмай төҙөлгән боҙоҡ сәйәсәттең байышы һис шикһеҙ. Читать далее

Сәфәр әл-хәйер доғаһы

                                                        Сәфәр әл-хәйер доғаһы
     Сәфәргә (юлға, билдәһеҙ ваҡытҡа ҡайҙалыр киткәндә, мәҫәлән: яуға) сыҡҡанда махсус уҡыла торған доға. Был алдаҡ, ялған менән тулы тормошта, йәмғиәтебеҙҙә иртәгә ни булырын, ниндәй бәлә-ҡаза килерен белмәгән, билдәһеҙ заманға аяҡ баҫтыҡ. Был ваҡиғалар Аллаһ Тәғәләнең беҙгә Уны танымай инанмаған өсөн, тәүбәгә килеп, Уға шөкөр итмәгәнгә киләсәк ауыр һынауҙар булыр. Был Ахырзаманда күрәсәк көн һәм төндәребеҙ, донъяларыбыҙ ҡурҡыныс аҫтында, һимереп туйған Иблис ярандарының иртәгә беҙгә нимә әҙерләгәндәрен белмәйбеҙ. Был ҡырылыштың еле беҙҙең ғәиләләребеҙгә лә килеп етте. Шуға ир-егеттәребеҙҙе, үҙебеҙҙе Аллаһ Тәғәлә Үҙ һағына, яҡлауына алһың, иманыбыҙҙы нығытһын, иҫән-һау шунда йөрөп, тыуған төйәктәренә, йорттарына имен ҡайтһындар тип,  ошо доғаны уҡып торайыҡ. Читать далее

Изге айҙарҙа доғалар

                                                       Изге айҙарҙа доғалар
     Ислам донъяһындағы өс мөбәрәк айҙың береһе булған Рәжәб айына, иншшаАллаһ, Аллаһ насип иткәс аяҡ баҫтыҡ. Ай календаре буйынса Рәжәб – йылдың 7-се айы һәм 4 изге айҙың береһе. Рәжәб һүҙе «тәржиб» һүҙенән алынған. Тәржемәһе «хөрмәтләү», «табыныу» тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә был айҙы хөрмәтләп ураҙа тотоусының һәм үҙенә доға ҡылыусының гонаһтарын кисерә, уны юғары дәрәжәләргә ирештерә. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ бер хәҙисендә әйтелгән: “Йәнәттә һөттән аҡ, балдан татлы Рәжәб тигән бер йылға бар. Рәжәб айында бер генә көн булһа ла ураҙа тотҡан кеше шул йылғанан шифалы шәрбәт эскән кеүек булыр".
     Рәжәб һәм Шәғбән – изге Рамаҙан айы тураһында алдан хәбәр биреүсе айҙар булып торалар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ﷺ йәнә бер хәҙисендә былай тип әйткән: «Рәжәб – Аллаһтың айы, Шәғбән – минең айым, ә Рамаҙан – өммәтемдең айы». Кемдер берәү Пәйғәмбәребеҙ, ﷺ: "Йә Рәсүлаллаһ, ни өсөн Рәжәб – Аллаһ айы һуң ул? – тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Был айҙа ихлас күңелдән тәүбә итеүселәргә Аллаһы Тәғәләнең шәфәғәте инә, был айҙа ҡан ҡойоу, һуғыштар тыйылған, был айҙа Аллаһы Тәғәлә бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең доғаларын ҡабул ҡылған һәм күп кенә әүлиәләрҙе (изгеләрҙе) дошмандары ҡулынан ҡотҡарған». Беҙҙә көндәрен дә, төндәрендә салауат-шөкөрҙәрҙә булайыҡ. Читать далее

Еңеләйтелгән намаҙ

                                                 Еңеләйтелгән намаҙ

     Сәфәрҙә, юлда, ҡырҙа, вахтала, эштә йөрөгән кешеләргә намаҙҙы нисек уҡырға һуң? Намаҙҙарҙы берләштерергә буламы? Миҫалға: ҡайһы бер кешеләр Сибайҙан, Баймаҡтан Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләйҙәр. Сибай менән Магнитогорск ҡалалары араһы 97 км тирәһе. Ислам динебеҙ буйынса мосолман кешеһе үҙ йәшәгән урынынан 90 км тирәһе ары китһә, уға намаҙҙы ҡыҫҡартып уҡырға рөхсәт ителә. Әйтәйек өйлә (төшкө) намаҙҙың фарызы дүрт рәҡәғәт, ул шуларҙың тәүге ике рәҡәғәтен генә уҡый. Сөннәт һәм нәфел намаҙҙарын уҡымаһаңда була, әгәр уҡырға теләк бар икән, ул ваҡытта уларҙың күп рәҡәғәтлеһе ҡыҫҡартылмай тулыһынса уҡыла. Ә иртәнге намаҙҙың сөннәте уның фарызы менән бергә мотлаҡ уҡыла. Шулай уҡ ахшам менән витр намаҙҙары тулыһынса уҡыла
     Юлда саҡта бәндә тота башлаған ураҙаһын тотмаһа ла була, мәжбүри булған Рамаҙан ураҙаһын өҙә ала. Тик һуңынан был ураҙаны ҡаза ҡылып тултырып ҡуя. Читать далее

Үҙеңде, балаларыңды, ғәиләңде өшкөрөү доғаһы

                           Үҙеңде, балаларыңды, ғәиләңде өшкөрөү доғаһы
     Көнкүреш тормошта үҙ-үҙеңде, балаларыңды, ҡатыныңды, яҡындарыңды тиҙ генә өшкөрөп алырға кәрәк булған саҡтар була. Әле күҙ тейгән, әле күңелгә үәсүәсә төшкән, әле ауырыу ҡағылған, әле тегеһе, әле быныһы. Ошо мәлдәрҙә өшкөрөүсе кеше лә табып та булмай. Шуға күрә ябай ғына булһа ла өшкөрөү ысулдарын өйрәнергә кәрәк. Иғтибарығыҙға бер доға тәҡдим итергә булдыҡ.
     Үҙенә йәки балаларыңа, мәҫәлән, күҙ тейгән тип шикләндең икән был доғаны өсәр мәртәбә Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән бергә уҡып өшкөрөргә кәрәк. Иң яҡшыһы, күҙ тейеүҙән алдан һаҡланып, күҙһенгән кеше был сараны ҡулланһын. Үҙ-үҙенә уҡып өшкөрһен тимәксебеҙ. Әгәр бала йәки балалар, айырым әйткәндә йәш балалар, күҙһенә торған булһалар, ата кеше йәки олатай булһа ла уҡып өшкөрә алған ир кеше, ул да булмаһа, әсәй, өләсәһе балаларҙы даими хәлдә уҡып өшкөрһөндәр. Был доғаны Аятел-Көрси, әл-Кәфирун, әл-Ихлас, әл-Фәләк, ән-Нәс сүрәләре менән берләштереп көн һайын, йәки өс көн һайын, йә аҙна һайын уҡып өшкөреү файҙалы булыр. Өшкөрөп бөтөргәс әсә телендә Аллаһы Тәғәләгә белгәнең менән доға ҡылып теләгәнеңде һорарға кәрәк. Ҡайһы бер ваҡыт уҡыусыларыбыҙ “ни өсөн теге йәки был доғаның мәғәнәһен ҡуйманығыҙ?" тип һорайҙар. Һәр доғаның мәғәнәһен асыҡлап ҡуйыуҙан файҙа юҡ. Аллаһы Тәғәләгә ялбарғанда бер аҙ үҙегеҙ уйлап, ихлас күңел менән үтенеп һорап ялбарырға өйрәнегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ яуабы ла тиҙерәк булыр, ҡуйған маҡсатҡа ирешеүҙә еңел булыр, иншәллаһ.

Читать далее

Рәғәиб кисәһе намаҙы хаҡында

                                          Рәғәиб кисәһе намаҙы хаҡында
     Рәғәиб кисәһе намаҙы бармы йәки ул кисәлә намаҙ уҡыу дөрөҫмө, нисек уҡыла тигәнгә Татарстандың мөфтийе Камил хәҙрәт Сәмиғуллиндың интернеттә сыҡҡан яуабын ҡарайыҡ.
     Рәғәиб кисе – йыл һайын Рәжәп айының беренсе йома кисенә тура килә торған бик бәрәкәтле изге кисә. Йәғни, кесе йома көндө ҡояш байығас, йома кисе инә. (Ғөмүмән алғанда, һәр бер йома кисе бәрәкәтле, яҡшы кистәрҙән булып һанала.)

                                          Рәғәиб кисәһе ниндәй кисә?
     Был – Пәйғәмбәребеҙҙең атаһы Ғабдуллаһ менән әсәһе Ваһаб ҡыҙы Әминәнең никахлашҡан көндәре. Быйыл 2022 йылда был кисә 3 февраль кисенә тура килә. Читать далее

Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар

                                         Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар
     Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе ﷺ йоҡлағанда төштә күрер өсөн аҫта салауаттар килтерелә. Һәр иманлы мосолмандың изге Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төшөндә күрергә теләге барҙыр. Ләкин уны ﷺ төштә күреү һәләте үҙебеҙҙә уға ﷺ ҡарата булған мөхәббәттең һәм тоғролоҡтың кимәленә бәйле. Аҡһаҡалдар һәм ғалим кешеләр үҙ тәжрибәләре нигеҙендә, ғәмәлдәре һәм игелектәре ярҙамында пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төштәрендә күреү бәхете тураһында яҙып ҡалдырғандар. Әлбиттә Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ төшөбөҙгә инһен тиһәк, тәһәрәтләнеп ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, тәүбә итеп, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауаттар һәм сәләмдәр әйтеп, Рәсүлүллаһыны ﷺ төштә күрергә ниәтләнеп йоҡларға ятыр кәрәк.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә әйтелә:
                                           مَنْ رَآنِي فِي الْمَنَامِ فَسَيَرَانِي فِي الْيَقَظَةِ, وَلَا يَتَمَثَّلُ الشَّيْطَانُ بِي
     «Мән раани фиил мәнәәми фәсәйәрәнии фиил йаҡаҙа үә ләә йәтәмәҫәлү шайтаанү биһи». Читать далее