Архив рубрики: Дин

Мәүлид кисе

                                                  Мәүлид кисе
     Аңлашылыуынса, Мәүлид һүҙе тыуыу тигәнде аңлата. Кешелеккә хаҡ һәм пак динде, камил дин Исламды өйрәтергә ебәрелгән ахыр заман пәйғәмбәре Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең тыуған көнөн мосолмандар байрам итеп үткәрә — Мәүлид байрамы ул.
     Ни өсөн Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмде ахыр заман пәйғәмбәре тип атайбыҙ? Сөнки Мөхәммәдтән һуң заман ахыры еткәнсә һис бер пәйғәмбәр ебәрелмәйәсәк. Сөнки Аллаһы Тәғәләнең хаҡ дине кешеләргә бөтә тулылығында еткерелгән. Әле Ер шарында 1 миллиард 600 миллиондан ашыу мосолман бар. Мосолмандар йылдың-йылы ишәйә.
     Мосолмандар ғаиләһендә тыуған балалар иҫәбенә генә мосолмандар күбәйә, тип әйтеү хата булыр ине. Донъяның бөтә илдәрендә лә элек бүтән диндә булғандарҙан байтаҡ кеше Исламды ҡабул итә, хаҡ юлды таба һәм Аллаһҡа яҡынлаша. Мәүлид көнөндә бына шул хәҡиҡәтте таныу, күреү, аңлау-ҡыуаныслы күренеш. Читать далее

Ғәрәпстанда суфыйҙар һәм Мәүлид

                            Ғәрәпстанда суфыйҙар һәм Мәүлид
     Сауд Ғәрәпстанында суфыйҙар һәм мәүлид байрамдары. Мәүлид байрамдарыбыҙ мөбәрәк булһын. Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәләнең ризалығы һәм бәрәкәте булһын!
     Сауд Ғәрәпстаны Мәүлид байрамын үткәрәме тигән һорауҙы дауам итәйек. Был хаҡта элгәре һалынған мәғлүмәткә сәләфит-вахаббиттәр миңә шик белдерҙе. Наҙандар Сауд ғәрәптәре тик аҡ кейемдә генә йөрөргә тейеш уйлайҙар. Шул уҡ Ғәрәпстанда сәнскеле тимер сыбыҡтар менән уратылған ҡоймалар артында ҡара-сола, алама кейенгән ярлы ябай әҙәмдәр йәшәгәнең беләләр микән? Ҡөръән Кәримдә:
                                                                            صُمٌّ بُكْمٌ عُمْيٌ فَهُمْ لَا يَرْجِعُونَ  

     «Күңелдәре һуҡырҙарҙың күҙҙәре һуҡыр» — тип әйтелә бит. Мәүлид кенә үткәреү түгел беҙҙең илдәге вахаббиттәрҙең ҡан дошманы суфыйҙар Сауд Ғәрәбстанды баҫып алып бара. Был хаҡта ошо ссылка буйынса уҡый алаһығыҙ: https://malikit.livejournal.com/179900.html?view=9246 

     2000 йылдарҙың башынан башлап Сауд Ғәрәпстанында суфыйҙарҙың эшмәкәрлеге көсәйә һәм башҡа илдәрҙә терроризм алыр барған вахаббиттәрҙе үҙ илдәрендә үҙҙәренең хөкүмәте ҡыҫырыҡлай башлай. 2017 йылда Ғәрәпстан принцы Сәльмән Әл-Мөхәммәт ваххабизмды беҙ ул ваҡыттағы Россияны, дөрөҫөрәге СССР-ҙы Америка ярҙамы менән тарҡатыр өсөн алып барҙыҡ тигән заявлениеһең интернет биттәрҙә таба алаһығыҙ.

Читать далее

Ғәрәпстанда — Мәүлид байрамы

                                              Ғәрәпстанда — Мәүлид байрамы
     Изге Рәбиғүл әүүәл (Мәүлид) айы башланды. Был айҙа донъяға һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһтың хәбибе – яратҡан ҡоло Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм тыуған. Шуға ла был көндәрҙе мосолман өммәте тулҡынланыу менән ҡаршы ала, мәжлестәр үткәрә, салауаттар әйтә. Шул уҡ ваҡытта, арабыҙҙа Мәүлид көнөн айырым билдәләп үтергә ярамай, был дингә яңылыҡ индереү, тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Былар әлеге сәләфит-вахаббиттәр инде. Ике-өс көндән шул йүнәлештә булған ДУМ РБ-ның (Башҡортостан Диниә Назарытының) был Мәүлид байрамына ҡағышлы ҡарашын беләбеҙ инде. Әлбиттә, хөкүмәт тарафынан илдәге киҫкен кризисты ковид — 19 ауырыуына һылтанып дөрөҫлөктө халыҡтан йәшерергә тиеп һәм СМИ (киң теле-газета матбуғаты) аша был ауырыуҙан шунса кеше үлгән тип, газеталарының һәм теле каналдарының рейтингын күтәрергә йүнәтелгән ғауға (паника) арҡаһында мәүлидтәр ҙур кимәлдә үткәрелмәйәсәк инде. Читать далее

Монафиҡлыҡ

                                                          Монафиҡлыҡ
     Хәҙистәрҙә: «Монафиҡтар* йәһәннәмдең төбөндө булырҙар», — тип әйтелә. Сөнки улар тышҡы ҡиәфәттәре буйынса үҙҙәрен мосолман итеп күрһәтәләр, ләкин эстәге ғәмәлдәре менән кәферҙәр. Һәм уларҙың башҡаларға ҡарата ла зыян күп була.
     Беҙ үрнәк ала торған сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һөйләгәндәрҙе йотоп ала торған булғандар. Барлыҡ ғибәҙәттәргә лә Рәсүлебеҙҙән өйрәнгәндәр. Ләкин улар ҙа монафиҡлыҡтан ҡурҡҡандар. Сәхәбәләрҙең Ғүмәр исемлеһенә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ монафиҡтар тураһында һөйләгәс, ул ҡайғырып: “Рәсүлебеҙ, мин монафиҡ түгелме?"— тип һорай торған булған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уға: “Юҡ. Ләкин башҡа берегеҙгә лә әйтмәйем", — ти. Ә Ғүмәр ибн Хәттаб тураһында үҙе иҫән сағында уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ул йәннәт әһелдәренән булыр», — тип әйтә. Шулай булһа ул монафиҡлыҡтан ҡурҡып йәшәй. Читать далее

Дәүер итеү, фидиә

                                 Дәүер итеү, фидиә
     Мәрхүмгә дәүер итеү (дәвер, скат, фидиә) ҡайһы бер райондарыбыҙҙың ауылдарында әле лә бар. Алдым-бирҙем тип, төйөнсөктө ҡулдан ҡулға тапшырышып, мәрхүмдең уҡымаған намаҙ, тотмаған ураҙаларын, хатта гонаһтарын алып маташҡандарын күрәбеҙ. Былар дөрөҫмө тигәнгә – Ҡөръән һәм хәҙистәрҙә был хаҡта хәбәрҙәр юҡ, ғөрөф-ғәҙәткә килгәндә бигерәк шикле күренә. Ҡайҙалыр бер словарь аңлатмала дәүер итеү – урап үтеү (мутлашыу) мәғәнәһендә бирелгән тиҙәр. Беҙҙенсә бит дәүер – ғүмерҙе, ваҡытты, заманды аңлата. Аҫта китаптарҙан алынған миҫалдар килтерәм, аръяғына үҙегеҙ һығымта сығарығыҙ. Читать далее

Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы

                                     Мәрхүмдең өсө, етеһе, ҡырҡы һәм йылы
     Мәрхүмдең урындағы халыҡтың йолаһына ингән 3, 7, 40 көндәре һәм йылы тураһында бер аҙ аңлатып китәйем. Был көндәрҙе үткәреү тураһында Ҡөръәндә Кәримдә һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең хәҙистәрендә юҡ, әммә урындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрендә бар. Шулай булғас был көндәр шәриғәт канундарына ҡарамай һәм уларҙы шәриғәттәге биҙғәт (Нововведение — дингә яңылыҡ индереү) тип тулы наҙанлыҡтарығыҙҙы күрһәтеп интернет биттәрендә яҙмағыҙ. Әле бына яңыраҡ бер ҡатын интернеттә ошо яҙмаларҙы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмөндә һалған, ниәтенә ҡарап әжерен алыр: Читать далее

Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу

                                       Ҡорбан байрамында ғәйет уҡыу
     Ҡорбан байрамы көнөндә ҡорбан салыр алдынан мәсеттәре һәм имамдары булған ауылдарҙа ғәйет намаҙы уҡылырға тейеш. Был ғәйет намаҙы үтәлә торған вәжиб ғәмәл. Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, сәбәпһеҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр.
     Ғәйет намаҙҙары беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбендә йәмәғәт менән имам етәкселегендә бергә уҡыла тейелгән. Шәфиғи мәҙһәбендә бер генә кеше үҙ аллы уҡый уҡый алһа ла беҙҙең мәҙһәбтә бер үҙең уҡыу ярамай тейелгән. Сөнки был ғәйет намаҙы фарыз намаҙҙарға ҡарамай һәм аҙаҡ ҡаза ҡылыуҙа кәрәкмәй тейелгән. Читать далее

Йәмәғәт намаҙы

                                                       Йәмәғәт намаҙы
     Фарыз булған намаҙҙарҙы имам менән бер ергә йыйылып, йәмәғәт булып уҡыу сөннәт булған ғәмәлдәрҙән һаналалыр. Мөмкин тиклем фарыз намаҙҙарҙы имам менән йәмәғәт булып уҡырға тырышырға тейеш. Йәмәғәт менән намаҙ уҡыр өсөн ике генә кеше лә етә. Ул ваҡытта береһе имам булып, икенсе ойоп уҡырға тейеш була. Намаҙҙы йәмәғәт менән уҡыу өсөн мәсеткә барып хәҙрәт йә иһә мөьәзингә ойоп уҡыуҙан тыш, йәмәғәт булып өйҙә лә намаҙ уҡырға  мөмкин. Ул ваҡытта өй эсендә кем булһа ла берәү имам булып, башҡалары ойоп уҡырҙар. Мәҫәлән: ир кеше имам булып, ә ҡатыны уға ойоп уҡыр. Ҡатын кешегә айырым уҡыһа ла ярай, әммә иренә ойоп уҡыу яҡшыраҡ. Читать далее

Ураҙа тотоу серҙәре

                                                        Ураҙа тотоу серҙәре
     — Тештәрҙе дауалау, күҙгә, танауға дарыу һалыу ураҙаны боҙамы?
     — Пломба ҡуйғанда йәки теш һурғанда әгәр тамаҡтан эскә ҡан йәки башҡа матдә берәр мадтә үтмәһә, ураҙа боҙолмай. Ләкин теш алдырған ваҡытта, ғәҙәттә, табип анальгетик дарыу ҡулланып укол ҡаҙай. Ундай ваҡытта, йәғни организмға дарыу ингәндә, ураҙа, һис шикһеҙ, боҙола (икенселәр боҙолмай ти). Ошо рәүештә ураҙаһы боҙолған кеше һуңынан уны ҡаза ҡыла.
     Юғарыла яҙылғанды иҫәпкә алып, шулай эшләргә кәңәш ителә: теш һурыуҙы ифтарҙан һуңғы ваҡытка күсерергә кәрәк. Читать далее

Габделбари Исаев. Дини әсәрләр

                                            Габделбари Исаев. Дини әсәрләр
     Малайга алты яшь тулгач, әтисе Низаметдин улын «земский ышкулга» укырга бирә. Күп еллар узгач, бу мәктәптә укыган чакларын Габделбари хәзрәт үзенең истәлекләрендә искә ала: «Ул ышкулда иртән бер сәгать дин укытыла, аннан падишаһ дога[сы] булып, дәрес башлана иде. Моның соңында унбер яшемдә минем әнкәй Башкортостанның Әсән мәдрәсәсенә Коръән[не] хифз (=ятлау) итергә илтеп куя, анда, исемен белмим, әгъма (=сукыр) бер кари (=Коръән белгече) була. Ул бик усал, бик кыйный торган була. Бу авылдан бер атна, ун көннән соң качамын. Шул җирдән 18-20 километр чамасы Түйлүгән дигән авылга Хәбибәриҗал Габделкадыйри кари хәзрәткә илтеп тапшыралар. Ул 35 яшьләрендә була. Бик гайрәтле һәм тре- бовательный (=таләпчән) була. Әлбәттә, ул вакыт гамәлгә куелган кыйнау монда да бар иде, ләкин мин үзем бер генә тапкыр кыйналдым, бәлки әткәйнең ярдәмле булуы файда иткәндер. Анысын ачык белмим, тик бер генә кыйналуымнан шулар дип шәкертләр әйтә иде» Читать далее