Архив рубрики: Дин

Пәйғәмбәребеҙ мөғжизәләренән

башкирский орнамент       Пәйғәмбәребеҙ мөғжизәләренән

   Мөхәммәд, ғәләйһиссәләмдең мөғжизәләре бик күп булған. Шулай ҙа уның 14 мөғжизәһе иң билдәлеләрҙән һанала.

   *Бер ваҡыт кис менән иманһыҙ кешеләрҙең үҙен һынау маҡсатында биргән һорауҙарына яуап итеп, ҡулы менән ишара яһап, айҙы ике киҙәккә ярып күрһәткән. Ай ике киҫәккә ярылып, бер киҫәге — тауҙың бер тарафынан, икенсеһе икенсе тарафынан күренеп торған.

   *Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, хәҙрәти Әбү Бәкер Әс-Ситдиҡ менән Мәккәи-Мөкәрәмәнән күсеп, Мәҙинәи Менәүәрәгә килгәс, Әбү Әйүп әл-Ансари исемле сәхәбә йортона төшкәндәр. Әбү Әйүп әл-Ансари икеһенә етерлек аш әҙерләгән. Аш әҙер булғас, Мөхәммәд, ғәләйһиссәләм, Әбү Әйүпкә Мәҙинә ҡалаһының ихтирамлы кешеләрен мәжлескә йыйырға бойорған. Барлығы 180 тирәһе ҡунаҡ йыйылған, һәр ҡайһыһы шул тәғәмде ашаған. Хәҙрәт Рәсүлуллаһтың мөғжизәһе бәрәкәтендә аш һис кәмемәгән. Был мөғжизәне күргәндән һуң, мәжлескә килгән кешеләрҙең һәр ҡайһыһы, иман килтереп, мосолман булған.
Читать далее

Мәйетте йыуыу һәм кәфенләү

орнамент Башкортостана

                         Мәйетте йыуыу һәм кәфенләү

     Кәфен — мәйеттең күлдәге. Кәфен ир-егет өсөн ҡамис, (оҙон күлдәк), изар (киң таҫма) һәм лифафәнән, ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡамис, изар, лифафә, баш яулығы һәм күкрәктәре өҫтөнән бәйләнгән аҡ туҡыманан ғибәрәт.
Әгәр туҡыма әҙ булһа, ир-егет өсөн изар һәм лифафә, ҡатын-ҡыҙ өҫөн изар, лифафә һәм баш ҡапламаһы ла етә. Улай ҙа эшләп булмаһа, мәйет бер туҡымаға төрөлөп ерләнә. Кәфендең аҡ мамыҡ, туҡыманан булыуы хәйерлерәк.

                                     Кәфен киҫеү тәртибе
     Кәфен ирҙәргә 3 ҡат, ҡатындарға 5 ҡат иҫәбенән киҫелә.
     Беренсе ҡат кәфен киҫелгәндә мәйеттең башы яғынан да, аяғы яғынан да 30 см-ға артығыраҡ алына һәм икенсе ҡаты ла шулай уҡ башынан һәм аяғынан 30 см-ға оҙонораҡ киҫелә.

     Кәфендең киңлеге мәйеттең йыуанлығына ҡарап алына. Әгәр тар булһа, шундай оҙонлоғо тәүгеһенә ҡуша тегелә. Хәҙер киң кәфенлектәр һатыла. Әҙер үлсәнеп, ҡырҡылған, бар кәрәк нәмәһе булғандарҙа пакет менән һатыла.
Читать далее

Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ

орнамент башкир                 Мәрхүм (үлгән) кешегә ғәмәлебеҙ

     Беҙҙең халыҡтың ҡайһы берҙәре (күпселеге) туғандары үлеп ҡалһа ни эшләргә белмәй аптырап ҡала. Был әле шул уларҙың диндән алыҫ икәнең күрһәтә. Динле кеше үлемдән ҡурҡмай, уға әҙер була, тик уның ҡайғырғаны ошо донъяла намаҙ-ураҙаһын етерлек ҡылдымы, игелекте етерлек эшләнеме тигән уйҙа. Был донъяла беҙ өс көнлөк ҡунаҡ, үлгәндән һуң мәңгелек Әхирәт тормошо көтә һәр кемде. Ошо донъялағы ғәмәленә ҡарап әжерендә һәм язаһын аласаҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: “Ожмаҡ хаҡ, тамуҡ хаҡ”, — ти, бер-нисә тапҡыр.

     Ҡөръән Кәримдә: “Һәр йән эйәһе үлемде татыр”, тигән аят бар. Беҙ ҡайҙа ғына булһаҡ та, нимә генә эшләһәк тә, үлемдән ҡасып ҡотола алмайбыҙ. Әсә ҡарынынан сығып ошо яҡты донъяға килгәс тә, үлемебеҙгә яҡыная башлайбыҙ. Һәр әҙәм балаһын тыуғас та, һыуҙа йыуындырып алалар, аҡ биләүгә урайҙар һәм вафат булып һуңғы юлға оҙатҡанда ла, шәриғәт ҡанундары буйынса, һабынлап йыуып, аҡ кәфенлеккә төрәләр.
     Аллаһ Тәғәлә ошо бар иткәндәре араһында иң өҫтөнө, иң хөрмәтлеһе кешелер. “Хаҡиҡәттән, беҙ кешене иң гүзәл рәүештә бар иттек”. (Дин сүрәһе, 4-се аят. Аллаһ Тәғәлә бер заман фәрештәләргә: “Мин ер йөҙөндә бер хәлифә (Әҙәм) яратмаҡсы буламын”, — тигән. Әҙәмде бар иткәндән һуң Аллаһ Тәғәлә: “Ошо Әҙәмгә хөрмәтләп сәждә ҡылығыҙ”, — тигән. Фәрештәләр барыһы ла Әҙәмгә сәждә ҡылдылар һәм хәҙерҙә беҙҙең өсөн шул ғәмәлдә.
Читать далее

Кем ул Иблис?

башкирский узор                                          Кем ул Иблис?

     Ҡөръән Кәримдә: Аллаһы Тәғәлә бар донъяны, күк-ғәләмде һәм беҙҙе һыуҙан яратты, бар ҡылды әйтелә. Хәҙерге ваҡытта фән ғәлимдәре быны иҫбатланылар. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәлә һыуҙан утты ла яратты. Ҡайһы берәүҙәр әйтерҙәр: «Һыу менән ут — дошман», — тип. Әммә был уй наҙанлыҡтан, хатта, һыуҙы әллә ҡасан машиналарҙын яғыулығы итеп ҡуланалар.

     Бына ошо уттан Аллаһ Тәғәлә бер ир затынан булған эйәне яратты.
     Ул уттан яратылған зат бик тә йылғыр булды, күккә осарға теләһә, күккә менде, ерҙә йөрөгөһө килһә, ерҙә сәйәхәт итте. Уның алдында йылға, диңгеҙ, тау, ҡая таш һымаҡ килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙың береһе лә кәртә булманы, барыһында үтә сығып йөрөнө. Ҡайҙа теләһә шунда иркенәйеп йөрөр ине. Әммә, буйһонған ут булараҡ, уның йөҙө-тәне сөм-ҡара күмер кеүек ине. Әгәр ҙә күҙенә дәрт уты төшһә, бөтөн тәне осҡонланып китә ине... Әгәр ҙә шуның өҫтөнә Аллаһы Тәғәлә исеме менән һыйынып таш ырғытһаң, янып юҡҡа сығар ине. Был хикмәттәре менән бик тә ғәжәйеп күренде.
    Читать далее

Тәһәрәттең фаҙыйләттәре

тахарат хадис   Тәһәрәттең фаҙыйләттәре

     Рәсүлуллаһы ғәләйһиссәләм әйтте: «Үҙенең тәһәрәт ала торған һыуына яҡын булған кешенән дә һис бер яҡшы кеше юҡтыр. Ул ауыҙына һыу алһа, йәғни сайҡаһа, шунан тағыла һыу алып танауына тартып һеңгерһә, ул шундай кеше булыр, уның гөнаһтары ауыҙынан һәм танауҙарынан һемгергән ваҡытта сығар. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә әмер иткәнсә йөҙөн йыуһа, ошо һыу менән уның йөҙөнөң гөнаһтары сығар. Унан һуң Аллаһы Тәғәлә бойорғансы терһәктәренә тиклем ике ҡулын йыуһа, уның ике ҡулының гөнаһтары уның бармаҡ остарынан һыу менән сығар. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә әмер иткәнсә башына мәсех ҡылһа, башының гонаһлары һыу менән сәс остарынан сығар. Шунан Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса ике аяғын йыуһа, аяҡ бармаҡтарының остарынан һыу менән гонаһтары сығар. Бынан һуң тороп, Аллаһы Тәғәләгә хәмед ҫәнә әйтһә, һуңынан ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, үҙенең гонаһлырынан арыныр, әсәнән яңы тыуған бала кеүек паҡланып ҡалыр». Читать далее

Тәһәрәт

     Тәһәрәт алыу тәртибе, интернеттә тәһәрәт хаҡында видеояҙмалар күп, башҡортсаһы юҡ әле, шуғала буталмаҫ өсөн ошо ҡаҙаҡса видео булһала, ошоно ҡарап шунан өйрәнегеҙ. Аңлайышлы. Бына ошо ссылка буйынса: https://www.youtube.com/watch?v=OA6ask8nJuQ&feature=youtu.be

                                                                   Тәһәрәт

     “Тәһәрәтләнеү дөрөҫлөктә имандың яртыһылыр, дөрөҫ тәһәрәт алыу намаҙҙың асҡысылыр һәм тулыһынса тәнде таҙартыусылыр”, — тип әйтелә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмде бер хәҙисендә. Икенсе бер хәҙистә: “Ожмағтың асҡысы намаҙ, намаҙҙың асҡысы – тәһәрәт”. Тәһәрәт алыу алдынан истинжә ҡылына. Читать далее

Зәкәт бирҙеңме?

                                      Зәкәт бирҙеңме?

     Зәкәт Ислам диненең биш бағанаһының береһе булған оло ғибәҙҙәтең фарызылыр. Зәкәтең мөьиминдәргә Аллаһ Тәғәләнең фарызы иткәнең белдереп рәсүлебеҙ салләллаһу ғәләйһиссәләм бер хәҙистә әйткән: «Иннәллааһә-фтәрада ғәләйһим садаҡатән фии әмүәлиһим тәьхүҙү мин әғнийәиһиим үә түраддү ғалә фуҡарааиһим». Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә мөьминдәргә малдарынан зәкәт саҙаҡаһы биреүҙе фарыз ҡылды. Ул зәкәт өлөшө мөьминдәрҙең байҙарынан алынып фәҡирҙәренә ҡайтарылыр.

     Зәкәт хаҡында Ҡөръән китабында утыҙ ике тапҡыр әйтелә: Фуссыйлат сүрәһенең 7 аятында: “Зәкәт бирмәүселәр –әхирәт көнөнә ышанмаусылар”.

     Нәмел сүрәһенең 3 аятында: “Улар намаҙҙарын уҡыйҙар, зәкәттәрен бирәләр һәм әхирәт көнөнә ышаналар”. Был хаҡта башҡа сүрәләрҙә лә әйтелә.

     Ә инде Тәүбә сүрәһенең 34-35 аяттарында: “Ана шундай кешеләр улар: алтын-көмөштәрен һаҡларҙар (һаранлыҡ менән) һәм ул малдан Аллаһ юлына бирмәҫтәр, зәкәттәрен сығармаҫтар. Уларға хәбәр бир һин – зәкәт бирмәгән өсөн уларҙың язалары тамуҡ утындағы ғазаптыр. Йыйған малдары тамуҡ утында ҡыҙырылған маңлайҙарына, арҡаларына һәм ике яҡ ҡабырғаларына баҫылыр һәм әйтелер: Бына был һеҙҙең донъяла саҙаҡаға мохтаж булған фәҡирҙәрҙән йөҙҙәрегеҙе борған, уларға арҡаларығыҙҙы күрһәткән өсөн. Инде һаранлыҡ менән һаҡлаған малығыҙҙын ғазабын татығыҙ. Был һеҙгә Аллаһ Тәғәләнең ғәҙел хөкөмөлөр”. Читать далее

Сөннәт ғәмәлдәр

АкмуллаСөннәт ғәмәлдәр

Сөннәт ғәмәлдәр — пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһи үәссәләм күп тапҡыр ҡылған үә ул ғәмәлде ҡылыусы сауаплы булыр тип һөйләгән ғәмәлдәр. Хәҙрәти Мөхәммәд өммәтенән булған кешегә сөннәт ғәмәлдәрҙең һәр береһен ҡылырға тырышыу тейешле. Сөннәт ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһеҙ (сәбәпһеҙ) ҡылмаған кеше ҙур гонаһлы булмаһа ла, ҡиәмәт көнөндә шелтәгә тейешле булыр. Үә дәхи пәйғәмбәребеҙҙең шәфәғәтенә лайыҡлы булмаҫ. Мөьмин үә мосолман кешегә ҡылыуы тейешле булған сөннәт ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 70:
1. Һәр бер яҡшы үә изге эштәрҙе “Бисмилләһ” менән башлау.
2. Сөскөргәндән һуң “Әлхәмдүлилләһ” тийеү.
3. Иманлы кешеләргә осрағанда сәләм биреү.
4. Аш ашарға ултырғанда ике ҡулды йыуыу.
5. Аш ашап бөтөргәс, ауыҙҙы, ике ҡулды йыуыу.
6. Ашай һәм эсә башлағансы “Бисмилләһ” әйтеү.
Читать далее

Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәре

                 Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәре
   

   Тәнегеҙҙең ағзаларын гонаһтарҙан һаҡлау өсөн Аллаһ Тәғәлә хәҙрәттәре ҡушҡанды зшләгеҙ.

   Фармандарын үтәгеҙ.

   Ҡайғы килгәңдә, сабыр иттегеҙ.

   Халыҡҡа инсафлыҡ күрһәтегеҙ һәм уларҙан инсафһыҙлыҡ көтмәгеҙ.

   Һис бер мосолманды һәм һис бер әҙәм балаһын дошман тип иҫәпләмәгеҙ.

   Аллаһы Тәғәлә биргән ризыҡ һәм мәртәбәләренә ҡәнәғәт булығыҙ.

   Халыҡ хөрмәтен аяҡ аҫтына һалмағыҙ.

   Ҡулығыҙҙа булған байлыҡты тейешлесә тотоноғоҙ.

   Алсаҡ булығыҙ. Читать далее

Иншаъ Аллаһ (Аллаһ теләһә)

                                 Иншаъ Аллаһ (Аллаһ теләһә)

   Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Бәндәләрҙән берәү ауырып китер булһа, уның аһ-зарҙарын тыңлап килеү өсөн Аллаһ үҙенең ике фәрештәһен ебәрер икән, тигән. Әгәр ҙә ауырыу сабырлыҡ күрһәтеп, Аллаһты маҡтау-ололауҙар менән Уның исемен телгә алып ҡына торһа, уның был һүҙҙәрен фәрештәләр Аллаһ хозурына илтеп еткерер. Әлбиттә, быны Аллаһ үҙе лә белеп тора. Фәрештәләрҙе Ул бәндәнең ғәмәлдәренә геүаһ булһын тип кенә ебәрә. Шул ваҡыт Аллаһ әйтер: «Әгәр ҙә был ҡоломдоң йәнен алһам — ул Йәннәт әһеле булырға лайыҡ, сәләмәтлек бирһәм, тәнен элекенән дә яҡшыраҡ тән, ҡанын элеккенән дә яҡшыраҡ ҡан менән алмаштырыу булыр. Ул гонаһтары ярлыҡаныуға лайыҡ», — тиер. Читать далее