Архив рубрики: Дин

Доға ҡылыу

                                                     Доға ҡылыу

     Доға ҡылыусыға тейешле эш
     Доға ҡылыусы доға ҡылғанда донъя-ахирәт маҡсаттарын үҙенең эсенә йыйған доға менән доға ҡылыр.
     Рәсүлебеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһис үә сәләмдең күп ваҡытта яратып ҡылған доғаһы: “Раббәнәәә әтинәә фид-дүнйәә хәсәнәтән үә фил-әәхирати хәсәнәтән үә ҡынәә ғәҙәәбән-нәәр” булған, мәғәнәһе: "Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй торған хәйерле ғүмер бир. Ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә әхирәттә йәннәтенде насип ит, ут ғазабындан һаҡла”.
     Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләм ҡылған доға: “Аллааһүммә әғғынии күллә хайри үә әғиднии мин күлли шәрри” — лер. Мәғәнәһе: “Эй, Аллаһым! Һәр бер изгелекте бир һин миңә, һәр бер яуызлыҡтан һаҡла һин мине”, — тимәктер.
     Әбү Һурайранан риүәйәт: Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: "Доға ҡылған мосолмандың доғаһы ҡабул ителмәйенсә ҡалмаҫ, йә ул кешегә донъяла бирелер, йә иһә уға ахирәттә әҙерләнер”.
     Риүәйәттер: “Ҡиәмәт көнө булғанда Аллаһ Тәғәлә һәр доғаны күрһәтер: донъяла ваҡытта кешенең ҡабул ителмәгән доғаһын, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә әйтер: “Эй, минең бәндәм! Һин миңә шундай көндә доға ҡылған инең, мин һинең доғанды тоттом, ошо доғаң урынына — ошо сауаптыр”. Кешегә сауап һәр ваҡыт бирелер, хатта кеше бер доғаны ла һис ҡабул ителмәгәненә риза булһа ла.
Читать далее

Мәрхүмдәргә ҡылынған әжер-сауап

                                  Мәрхүмдәргә ҡылынған әжер-сауап

   Мәрхүмдәр өсөн уҡытылған Ҡөрьән, бирелгән саҙаҡа, ҡылынған хаж, тотолған ураҙа һ.б уларға ирешәме? Был мәсьәлә элек-электән мосолмандарҙы борсоған. Имам Тәхәүи 700 йыл элек ошо мәсьәләне ентекләп тикшереп яҙып ҡалдырған. Ҡайһы бер ғалимдар, ирешмәй, кеше үҙе тере саҡта ғына сауаптар ҡылып ҡалырға тейеш, тип һанаған. Былар — Имам Малик үә имам Шафиғи. Ләкин Әбү Хәнифә үә Әхмәд ибн Хәнбәл, киреһенсә, мәрхүмгә сауаптар ирешә тигән. Мәрхүмдәр өсөн истиғфар ҡылыу (ғәфү һорау), доға ҡылыу, саҙаҡа биреү, хаж ҡылыу буйынса бөтә ғалимдар ҙа бер фекерҙә: мәрхүмдәргә ирешә, уларға файҙалы. Ғалимдарҙың фекере фәҡәт тән менән ҡылынған ғибәҙәткә ҡарата ғына айырыла. Мәҫәлән, намаҙ, ураҙа, Ҡөрьән уҡыу, зекер әйтеү. Быларҙы имамыбыҙ Әбү Хәнифә мәрхүмгә ирешә тигән дәлилдәрен килтергән.
   “Элгәре килгәндәр әйтерҙәр: “Раббым беҙҙе үә беҙгә тиклем килгәндәрҙе ярлыҡа!..”
   Был аяттарҙан күренә: Аллаһ Тәғәлә Үҙе мәрхүмдәргә доға ҡылырға өйрәтә, тимәк мәрхүмдәргә был ирешә.
   Сүнән Әбү ДауытТа) килтерелә: пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм мәйеттер ҡәбере ҡырында баҫып торғанда кәңәш итеп: “Ҡәрҙәшегеҙ өсөн истиғфар һорағыҙ, ныҡлыҡ һорағыҙ. Сөнки унан хәҙер Һорау ала башлаясаҡтар", — тигән. Шуға оҡшаш хәҙистәр «Сахих Мөслим»дә лә бар.
Читать далее

Мәрхүмдәр өсөн доға-истиғфар

                                    Мәрхүмдәр өсөн доға-истиғфар

     Үлеп киткән, ата-әсәйҙәребеҙ өсөн доғалар ҡылып торорға кәрәк. Ҡәбергә төшөп ятҡас, уларға башҡа бер нәмә кәрәкмәй. Доға-истиғфарҙар уларға ирешеп, еңеллек килтерә. Быға пәйғәмбәребеҙҙән ғәләйһис-сәләм килгән хәҙис дәлил:
عَن أنس مَرْفُوعاأمتِي أمة مَرْحُومَة تدخل قبورها بذنوبها وَتخرج من قبورها لَا ذنُوب عَلَيْهَا يمحص عَنْهَا باستغفار الْمؤمنِينَ لَهَا
     Ат-Табараниҙың хәҙистәр китабында («؛ — '«المعجم الأوسط «Урта ҡамус») Әнәстән, риүәйәт ҡыла: пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Минең Өммәтем — Аллаһының рәхмәте булған өммәт. Ҡәбергә гонаһтар менән керә, үә гонаһтарһыҙ сыға. Уның гонаһтары тере булған мөьминдәрҙең истиғфары (ғәфү ителеүен һорау) аша кисерелә».
     Доғаларыбыҙ йышырак булған һайын, уларҙың гонаһтары кисерелә. Мулланы саҡырыу менән генә сикләнергә ярамай, үҙебеҙгә лә доғалар ҡылырға кәрәк. Был доғаларҙың береһе лә бушҡа булмаҫ, һәр ҡайһыһы файҙалы булыр.
قَالَ بَلغنِي أَن فِي كتاب الله إِبْنِ آدم اثِنْتَانِ جعلتهما لَك وَلم يَكُونَا لَك وَصِيَّة فِي مَالك بِالْمَعْرُوفِ وَقد صَار الْملك لغيرك ودعوة الْمُسلمين لَك وَأنت فِي منزل لَا تستعب فِيهِ من سيىء وَلَا تزيد فِي حسن
     Әл-Хәсәндән риүәйәт, «Миңә Аллаһ китабында хәбәр ителде. Элек һинеке булмаған, ике нәмәгә һеҙ хужа булырһығыҙ: изгелеккә (юл күрһәтеп) өңдәп ҡалдырған васыяттарығыҙ үә гонаһтар артмай ҙа кәмемәй ҙә торған ҡәберҙә һеҙҙең өсөн ҡылынған доғалар». Был хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм мәйеткә доғалар ирешеүе һәм өҫтәүенә изгелеккә, юл күрһәтеп ҡалдырыусы тураһында ла әйтеп киткән. Был да бик сауаплы ғәмәл. Бер кешене намаҙ уҡырға өйрәтһәң йәки бер сүрәне генә ятлатһаң да, шуның әжере үлгәс тә килеп торор.
    Читать далее

Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе

                                               Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе

                            Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм Ҡәҙер кисе тураһында

                                                                  Беренсе хөтбә
     Ҡәҙерле мосолмандар! Тиҙҙән Рамаҙан айының һуңғы ун көнө башланасаҡ. Ошо көндәр башланғанда пәйғәмбәребеҙ ғибәҙәткә тағы ла әүҙемерәк керешкән, хатта ҡатындарын да ҡалдырып торған, уларҙы төнгө намаҙҙарға уятҡан. (“Әл-Бүхари”, “Мүслим” хәҙис йыйынтыҡтарынан). Уның Рамаҙан айындағы беренсе егерме көнө лә беҙҙең көндәребеҙ кеүек булмаған, әлбиттә, ә һуңғы ун көн ураҙала ул нисек йәшәгәнен күҙ алдығыҙға килтерергә тырышығыҙ! Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә: «һуңғы ун көндә Аллаһтың рәсүле башҡа көндәрҙә тырышмаған кеүек тырыша торғайны» — тине (“Мүслим” хәҙистәр йыйынтығынан). Көслө бер хәҙистә әйтелгәнсә, ул ( Фатима менән Ғәлиҙең ишеген шаҡып: «Тороп намаҙ уҡымайһығыҙмы ни?» — ти торған. (“Әл- Бүхари”, “Мүслим” хәҙис йыйынтыҡтарынан). Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә пәйғәмбәребеҙҙең ҡылған тағы ла бер ғәмәле иғтикәф булған. Иғтикәф -кешенең мәсеттә ҡалып, тышҡа сыҡмай, ғибәҙәттәр менән генә мәшғүл булыуы. Ғәйшә хәбәр итеүенсә: «Пәйғәмбәр вафат булғанға ҡәҙәр Рамаҙандың һуңғы ун көнөн иғтикәфтә үткәрә торғайны. Киткән йылында ул егерме көн иғтикәфтә булды» (“Әл-Бүхари”, “Мүслим” хәҙистәр йыйынтығынан). Читать далее

Мөстәкрәһ ғәмәлдәр

                                                  Мөстәкрәһ ғәмәлдәр

   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ҡылыныуын яратмаған ғәмәлдәр — мөстәкрәһ ғәмәлдәр. Дәхи әүүәлге изге ғалимдар ҙа уны ҡылыуҙы мәғҡул күрмәнеләр. Мөстәкрәһ ғәмәлде ҡылыу бик ҙур гонаһ булмаһа ла, бәләкәй гонаһтарҙан, олуғ әҙәпһеҙлектән һанала. Мөьмин мосолман кешеләргә ҡылыуы мөстәкрәһ булған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 60:
1. Ашты эҫе көйөнсә ашау үә эсеү
2. һыуҙы бик һыуыҡ көйөнсә эсеү
3. Бер юлы төрлө-төрлө күп аштар ашау
4. Кешенең ашағанын ҡарап тороу
5. Ашағанда ҙур-ҙур ҡабып ашау
6. Мәжлестә аш килтерә торған тарафҡа ҡарап тороу
7. Ашты табаҡтың уртаһынан алып ашау
8. Ҡапҡан ризығыңды ауыҙыңдан сығарыу
9. Ашты яҡшы сәйнәмәй йотоу
10. Аш ашағанда күп һөйләшеү
Читать далее

Хәрәм ғәмәл

                                                     Хәрәм ғәмәл

   Хәрәм — шәриғәттә бик ҡаты тыйылған ғәмәл. Уны ҡылыу һис тейеш түгелдер. Хәрәм ғәмәлде ҡылған кеше бик гонаһлы булыр. Гонаһ булыуынан ҡурҡып ҡылмай ҡалған кеше сауаплы булыр. Хәрәмде хәләл тигән кеше иманһыҙ булыр.
   Хәрәм ике төрлө: харам золми үә харам ғайри золми. Харам золми — ҡылыусы кешенең үҙенән башҡа кешегә лә зарары үә зыяны тейә торған харамдыр. Мәҫәлән: кеше үлтереү үә сәбәпһеҙ ҡыйнау үә яман тел тейҙереү, кеше малын урлап, йә талап, йәки алдап алыу кеүектәр.
   Харам ғайри золми — ҡылыусының үҙенән башҡа кешегә зарары үә зыяны теймәйенсә, үҙенә генә гонаһ килтерә торған хәрәмдер. Бында башҡа кеше хаҡы юҡ. Мәҫәлән: хәрәм ризыҡтарҙы ашау үә хәрәм эсемлектәр эсеү. Харам золми үә харам ғайри золмиҙан айырмаһы шулдыр — харам золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп тәүбә ҡылһа ла, зарар үә зыян ирешкән кеше риза булмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын ғәфү итмәйәсәк. Әммә харам ғайри золми ҡылған кеше һуңынан үкенеп, ихлас Аллаһы Тәғәләгә тәүбә ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең гонаһын шул сәғәттә ғәфү итеүе лә ихтималдыр. Мәҫәлән: берәү бер кешенең малын урлап, йә талап алһа, ул кеше һуңынан үкенеп, ни ҡәҙәр тәүбә ҡылһа ла, мал эйәһен бәхилләтеп ризалығын алмайынса тороп, Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итмәйәсәктер, сөнки ғәфү итһә, мал эйәһенә йәбер үә золом кеүек булалыр. Әммә бер төрлө хәрәм тәғәмде йә эсемлекте эскән кеше үкенеп, ихласлыҡ менән гонаһынан тамам тәүбә ҡылһа, шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә уның гонаһын ғәфү итеүе ихтимал. Сөнки был мәсьәләлә һис кемгә йәбер үә золом юҡтыр. Аллаһы Тәғәлә Ғафуур үә Рәхиимдер.Ихлас тәүбә ҡылған кешенең тәүбәһен ҡабул итеүҙе вәғәҙә ҡылған.
Читать далее

Вәжиб ғәмәлдәр

                                       Вәжиб ғәмәлдәр

   Вәжиб ғәмәлдәр ҙә фарыз кеүек шәриғәттә ҡылырға бойоролған ғәмәлдер. Вәжиб ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ғөҙөрһөҙ ҡылмаған кеше гонаһлы булыр, вәжиблығына ышанмаған кеше иманһыҙ уҡ булмаһа ла, ҙур гонаһлы булыр. Мөьмин һәм мосолман кешегә ҡылыуы вәжиб һаналған ғәмәлдәрҙең мәшһүрҙәре 40 төрлө:
1. Йорт кәрәктәренән артыҡ малы булған кеше рамазан айынан һуң фәҡирҙәргә үҙе өсөн һәм сабый балалары өсөн фитыр саҙаҡаһы биреү.
2. Йорт кәрәгенән артыҡ малы булған кешегә ҡорбан ғәйете көндәрендә үҙе өсөн ҡорбан салыу
3. Ихрам ҡылып, Ҡәғбәне тауаф ҡылып һәм Сафа үә Мэрүа тауҙары араһында йөрөп, ғүмерендә бер мәртәбә ғүмрә хажын (гүмрә хажы фарыз булған хаждан башҡа, ҡайһы айҙа ҡылынһа ла дөрөҫ була) үтәү.
4. Фытыр ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете намаҙҙарын уҡыу.
5. Һәр көн йәстү намаҙынан һуң витр намаҙын уҡыу.
Читать далее

Фарыз ғәмәлдәр

                                            Фарыз ғәмәлдәр

   Фарыз — шәриғәт буйынса мотлаҡ ҡылынырға тейешле ғәмәл. Уны ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмай ҡалдырған кеше гонаһлы булыр. Уның фарызлығына инанмаған кеше иһә иманһыҙ һаналыр.
   Фарыз ғәмәлдәре ике төрлө:
              1. фарыз ғәйн
              2. фарыз кифәйә.
   Фарыз ғәйн — һәр бер мөьмин бәндә үтәргә тейеш ғәмәл. Бер йәмәғәт әсәндә бер нисә кешенең ҡылыуы менән башҡа кешеләрҙең өҫтөнән яуаплылыҡ төшмәй. Мәҫәлән: намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу кеүек ғәмәлдәр.
   Фарыз кифәйә — бер йәмәғәттең мәжмүғына (бер өлөшө) йыйылып ҡылыу тейешле булған фарыздыр. Араларынан береһе генә үтәһә лә, башҡаларҙың өҫтөнән төшә, йәғни башҡа кешеләр ҡылмай ҡалһалар ҙа, гонаһтан ҡотолалар. Ләкин ни ҡәҙәр кеше ҡылһа ла, ҡылған береһе сауаплы була. Әгәр ҙә бер йәмәғәт эсендә һис бер кеше ҡылмай икән, шул йәмәғәт эсендә булған барлыҡ кешеһе гонаһлы була. Мәҫәлән: йәтимдәрҙе һәм зәғиф ҡарттарҙы, яңғыҙ ауырыуҙарҙы тәрбиәләү, мәйеттәрҙе дәфен итеү, уларға йыназа намаҙы уҡыу кеүек ғәмәлдәр фарыз кифәйә була.
    Читать далее

Шәриғәт ғилеме

                                               Шәриғәт ғилеме

   Әхмәдһәди Мәҡсудиҙың “Әхкәми шәрғийәһ” (Шәриғәт хөкөмдәре) тигән хеҙмәттәренән.
   1. “Таләбүл- ғилми фәридатүн ғәләә күлли мүслимийн үә мүслимәтин”
   Мәғәнәһе: Шәриғәт ғилемен белергә тырышыу һәр бер мосолман иргә һәм мосолман ҡатынға фарыз (үтәлеүе мотлаҡ булған эш).
   2. “Әт-тәфәҡҡүһү фид-диини хәҡҡун ғәләә күлли мүслимийн”
   Мәғәнәһе: Дин хөкөмдәрендә ғалим булыу һәр мосолманға тейешле эш.
   3. “Иннәллааһә Тәғәәлә фәрада фәрааида фәлләәтүдыйғүһәә үә хәддә хүдүүдән, фәләә тәғтәдүүһәә үә хәррамә әшйәә-ә фләә тәнтәһиҡүүһәә үә сәкәт ғән әшйәә-ә рахмәтул-ләкүм ғайра нисйәәнин, фәләә тәбъхәҫүү ғәнһәә”.
   Мәғәнәһе: дөрөҫлөктә Аллаһу Тәғәлә бер нисә ғәмәлде фарыз ҡылды, һеҙ уны әдә (туләү, үтәү) ҡылмайынса, дайағ ҡылмағыҙ (юғалтмағыҙ). Үә дәхи бер нисә сиктәр тәғәйен ҡылынды, ул сиктәрҙе һеҙ үтмәгеҙ. Үә дәхи бер нисә төрлө ғәмәлдәр харам ҡылынды, уларҙы һис бер ваҡытта ла ҡылмағыҙ. Үә дәхи бер нисә төрлө эштәрҙең әйтелмәй ҡалыуҙары онотолғанлыҡтан түгел, ә һеҙгә мәрхәмәт өсөн (шәриғәттә бәйән ителмәгән, аңлатылмаған ғәмәлдәрҙең хөкөмдәрен күп тикшереп гонаһлы булмағыҙ).
    Читать далее

Ураҙа ниәте

                                                      Ураҙа ниәте

     Ураҙа — ғибәҙәт, шуға уны ниәтләмәһәң, ябай ас тороу ғына була. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: ғәмәл ниәткә бағланған (ниәтенә күрә була)", — тигән. Ниәттең урыны күңелдә, шуға кеше ураҙа тоторон уйлап ҡына ҡуйһа, ураҙаһы дөрөҫ булыр. Телдән әйтһә, яҡшыраҡ булыр. Сәхәргә уянып ашаһа, хатта һыу ғына эсһә лә — ниәт һымаҡ булыр. Сөнки ябай ваҡытта ул сәхәр ашамай. Был уяныуы ла ураҙа тотоу өсөн икәне билгеле. Ниәт иртәнге намаҙ алдынан ҡылынырға тейеш. Иң яҡшыһы, төндән үк ниәтләү.
     Мәлики мәҙһәбе буйынса, рамаҙан айына ураҙа тоторға бер ниәт ҡылыу ярай. Быға дәлил итеп, был ураҙаларҙың өҙлөкһеҙ булыуын килтерә. Бындай ниәт ҡылып, бер сәбәп арҡылы (хәйез, сәфәр, ауырыу) ураҙа боҙолһа, тағы ла ниәт ҡылырға кәрәк. Был фәтүәне әл-Кәсәни, ибн Рушд, ибн Ҡудамәһ, әл-Мугни, аш-Ширбины хуплаған. Шулай ҙа һәр көн ниәтләү — мәндүб.
     Хәнифи мәҙһәбендә ( беҙ ошо Хәнәфи мәҙһәбенән) һәр көн өсөн ниәт ҡылыу ҡаралған. Хәнәфиҙәр, быға дәлил итеп, бер көндөң ураҙаһы боҙолһа, башҡа көндәргә ҡағылмағанын килтерә.
Читать далее