Архив рубрики: Дин

Килен булған ҡыҙға бирелгән өгөт

                                                Килен булған ҡыҙға бирелгән өгөт

    Был хикәйә — бик мәшһүр һәм дә бик ғибрәтле дәрес биргән дини хикәйәлер. Аҡыллы йәш әсәләргә һәм килен булып төшәсәк ҡыҙҙарға тәрбиә дәресе алыр өсөн ныҡ кәрәкле, ифрат файҙалы мәғәнәүи әҫәр.
    Был хикәйә шундай бер ҡыҙға бағышланған ки, атаһы — бөтә кешеләрҙе үҙенең әмерендә тотҡан ҡәүем башлығы, вазифалы етәксе. Әсәһе — бик аҡыллы, тормошто тәрән белгән бер мөьминә. Етәксе ҡатын, мәҙәни ғаиләлә тәрбиә алған ханым, сабыр әсә!
    Ана шул әсә ҡыҙына биргән ун өгөт хикәйәһен уҡыясаҡһығыҙ.
    Яҙыу — беҙҙән, уҡып ғибрәт алыу — һеҙҙән, тәьҫир-йоғонтоһо Йәнәбе хаҡтандыр.
    Мәшһүр мөхтәрәм зат Харистың ҡыҙы Әсмәгә килен булып китәсәк көнөндә әсәһе Өммәя тарафынан ошо рәүештә өгөт-нәсихәттәр бирелде:
    — Ҡара, балам, һөйөклө ҡыҙым, мине бик яҡшы тыңла. Нәсихәт һәр кешегә тейештер, өгөт һәр кеше өсөн файҙалылыр. Әгәр бер кешенең, әҙәпле үә тәрбиәле булыуы йә иһә бөйөк әҙәм балаһы булғанлыҡтан, һәр ваҡыт һөйөклө үә иғтибарҙа булыуы сәбәпле, өгөт-нәсихәткә ихтыяж булмаһа, һинең дә нәсихәткә ихтыяжың булмаҫ ине.
    Ләкин ғәмәлдә улай түгел. Нәсихәт һәр кешегә тейешлелер. Нәсихәт белмәгәнгә өйрәтер, белгәнгә хәтерләтер.
    Һөйөклө ҡыҙым! Әгәр ҡыҙ, әсә һәм атаһының бай булғанына күрә, егеткә кейәүгә бармаҫ булһа, һин һис бер ваҡыт кейәүгә сығыуға мохтаж булмаҫ инең. Сөнки атаң бик бай, бик шөһрәтле, шәфҡәтле үә дәрәжәле заттан. Һин шулай бер бөйөк әҙәмдең ҡыҙылыр!..
    Аллаһ ҡуйған ҡанундарға ярашлы, тормош сәхнәһенә аяҡҡа баҫыу ваҡыты еткән һәр бер ҡатын да — ир, һәр ир ҙә ҡатын менән уртаҡ бер ғаилә ояһы ҡорорға мохтаж итеп яратылған. Был — Аллаһ ҡануны. Был ҡанунды һис бер кеше боҙа алмаҫ. Был Ҡиәмәткә ҡәҙәр шулай буласаҡ.

Читать далее

Ҡатын –ҡыҙ менән күрешеү

                                               Ҡатын –ҡыҙ менән күрешеү

   Ир менән ҡатындарҙың ҡул биреп күрешмәүе — сөннәт
   Мәккә мосолмандар ҡарамағына күсеп, ҡорайыш халҡына именлек иғлан ителгәндән һуң уҙенә һәм иманға тоғролоҡҡа бәйғәт алыу йәки ант итеп килгәндәрҙең антын ҡабул итеү өсөн пәйғәмбәребеҙ Сафа тауына күтәрелә. Тәүҙә ирҙәр бәйғәт бирә, унан ҡатын-ҡыҙҙар килә.
   Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бәйғәт алыу тураһында Ҡөрьәндең айырым бер аяты менән алдан уҡ хәбәр бирелгән була:
   «Эй, пәйғәмбәр! Бер кемде лә Аллаһҡа тиңдәш тотмаған, урлашып, зина ҡылып йөрөмәгән, балаларын үлтереүгә бармаған, уйнаш итеп тапҡан балаларын ирҙәренә: «Был — һинең балаң!» — тип алдамаған, Аллаһтан килгән игелектәргә инанған һәм үҙеңә күндәм булырға тип ант иткән ҡатын- ҡыҙҙарҙың антын ҡабул ит, Аллаһтан уларҙы ярлыҡауын үтенеп һора. Аллаһ бит Ул — Ярлыҡап ҡына тороусы Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе», — ти.
                                       «Әл-Мөмтәхәнә» («Теҙләнеп тороусы ҡатын-ҡыҙ») сүрәһе, 12-се аят
   Тоғролоҡҡа ант иткәндә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре ҡул бирергә теләгәндә лә ул: «Ҡатын-ҡыҙҙар менән мин ҡул биреп күрешмәм. Минең йөҙ ҡатын йыйылған ерҙә әйткән был бер һүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһенә айырым-айырым әйтелгән тип ҡабул ителһен», — ти, пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Эйе, исламда күп кенә ғәҙәттәр тәртипкә һалынған. Мәҫәлән, ят ир менән ҡатын ҡул биреп күрешергә тейеш түгел. Әле беҙҙә бынан артырып, ят ир кеше икенсе ҡатын-ҡыҙ менән бер-береһен супылдатып, ялашып күрешәләр түгелме?
   Әсәһе, һеңлеһе, ҡатыны, ҡыҙы менән никахҡа инеү мөмкин булмаған ҡатын-ҡыҙ менән ҡул биреп күрешеү ғәйеп ителмәй. Бүтәндәрҙе иһә: «Әссәләмү ғәләйкүм!» — тип сәләмләү етә.
   «Ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетеү, уны түбәнһетеү, ирҙәр менән тиң түгел тип һанау», — тип аңлатмаҡсы исламдың дошмандары был хәлде. Ғәмәлдә уның сәбәбе бөтөнләй икенсе нәмәлә.
   Ят ҡатын-ҡыҙҙың наҙлы тәненә ҡағылыу, уның ҡулың тотоу ир-атты битараф ҡалдырмай. Ят ҡатын-ҡыҙҙың ҡулын тотоп ләззәтләнеү гонаһлы уйҙарға, хистәргә, тойғоларға килтереүе бик ихтимал. Бынан тыйылыу кәрәк, Шуға күрә лә ир-атҡа ят ҡатын-ҡыҙ менән ҡул биреп күрешеү килешле түгел. Был иһә ҡатын-ҡыҙҙың түгел, ә ирҙәрҙең «хоҡуғын», дөрөҫөрәге, хис-тойғоларын сикләй, ауыҙлыҡлай...

Ураҙалар

                                                           Ураҙалар

   Исламдың өсөнсө шарты — ураҙа.
   Ураҙа — ғибәҙәт ҡылыу ниәте менән иртәнсәктән башлап ҡояш байығанға ҡәҙәр ашауҙан, эсеүҙән һәм енси мөнәсәбәттән тыйылыу.
                                                 Ураҙаның фарыздары
   1. Ниәт.
   2. Ниәттең әүәлге һәм ахырғы ваҡытын белеү.
   3. Иртәнсәктән алып ҡояш байығанса ураҙаны боҙа торған нәмәләрҙән һаҡланыу. Ураҙаның башланған ваҡыты ғәрәпсә «имсәк» тип, ә тамамланған ваҡыты «ифтар» тип атала.
                                                    Ураҙаның төрҙәре
      Читать далее

Шәүүәл айы ураҙаһы

                                                     Шәүүәл айы ураҙаһы

     Шәүүәл айы ураҙаһын нисек тотарға? Был шәүүәл айы ураҙаһын Ураҙа ғәйете үткәс тә тотоғоҙ тип әйтелә. Беренсе Ураҙа ғәйете көнө үткәс тә, тота башларға мөмкин. Иң сауаплыһы алты көн дауамында өҙмәй тотоу хәйерле тип, әйтелә. Көн аша, йәки ике-өс көн аша ла тоторға була. Шулай уҡ шәүүәл айы үткәнсә лә тоторға мөмкин. Ниәтте ошо айҙын ураҙаһын тоторға тип әйтәгеҙ. Ә, инде Рамаҙан айының тотмай ҡалған ураҙаһы булһа: уға, ниәт ҡылдым Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн Рамаҙан айының үтәмәй ҡалған көнөнөң ураҙаһын ҡаза ҡылып тотарға –тип, әйтергә. Был ураҙалар айырым бит: Рамаҙан ураҙаһы фарыз (ҡәтғи рәүештә үтәргә тейешбеҙ), ә шәүүәлдеке нәфел (ирекле, добровольный) – тотһаң һис шикһеҙ сауаплы булырһын, тотмаһаң гонаһ юҡ. Шәүүәл айының сауаптары хаҡында ошо биттә уҡырға мөмкин. Ошонда баҫ: //nazir1965.com/din/sh%D3%99%D2%AF%D2%AF%D3%99l-ajy.html
     Хәҙрәте Суфьян әс-Сари (р.г.) риүәйәт иткән: "Мин Мәккәи Мөкәррәмәлә 3 йыл йәшәп ҡалдым. Мәккә халҡының бер кешеһе көн һайын Харам-Шәрифкә барып тәүәф ҡыла, унан һуң 2 рәкәғәт намаҙ уҡый торған ине. Шунан һуң ул миңә сәләм биреп, өйөнә ҡайтып китә ине. Шулай итеп, бер мәл, беҙ уның менән танышып, араларҙы нығытып, Аллаһ хаҡы өсөн бер-беребеҙҙе яраттыҡ, әхирәт дуҫтары булдыҡ. Бер көндө ул ауырып китте. Мине саҡырып, ул: «Минең әжәлем яҡыная. Һин мине йыуырһың, йыназа намаҙын уҡып, үҙемде күмәрһең инде! Ул кисте мине ташлап китмә инде. Мөнкир менән Нәнкир яныма һорау алырға килгәс, миңә „Кәлимә-и шәһәдәт“-те („Әшһәдү әлләә иләәһә илләл-лааһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү расүүлүһ“) тәлкин итеп (иҫкә төшөрөү маҡсаты менән тауыш биреп уҡыу) тора күр!» — тип үтенде.

Читать далее

Хыял үә ниәт

                                                      Хыял үә ниәт

     Был ике төшөнсәне күптәр айырмай. Ләкин улар ныҡ айырыла. Хатта ниәт тә дәрәжәһе менән төрлө булыуы мөмкин. Мәҫәлән, кеше, мәсеткә барасаҡмын, ти. Асылда был буш һүҙ генә икәнен үҙе лә аңлап тора. Берәй ваҡыт, ыңғайы тура килһә, ти... Ыңғайы тура килмәүе ап-асыҡ. Ә магазинға барып һөт һатып алырға булһа, ниәте ныҡ. Онотмай, һәр көн кереп алып сыға.
     Был — ниәт менән хыялдың миҫалы. Беренсе осраҡта — хыял, икенсеһендә — ниәт. Ә бит ниәт бик мөһим нәмә. Ураҙа менән ас тороуҙы айырған нәмә — ниәт. Намаҙ менән физик күнегеүҙәрҙе айырып торған нәмә — ниәт. (Әгәр намаҙ уҡырға тип ниәтләмәһәң, намаҙҙан китмәй, эйелеү — бөгөлөү генә була.) Тимәк һәр ғәмәлдең «рухы» — ниәт.
     Дөрөҫө шул: динебеҙҙә ниәткә ҙур әһәмиәт бирелә. Имам Бохари үҙенең «Сахих»ын «Иннәмәл-әғмәли бин-ниәт» (Һәр эш ниәткә бағланған) тигән хәҙистән башлаған. Имам Нәүәүи ҙә үҙенең «Шәйех Нәүәүиҙең 40 хәҙисе», «Изгеләр баҡсаһы» тигән китабын тап ошо хәҙистән башлаған. Башҡа ғалимдар ҙа китаптырын ошо хәҙистән башлауҙы мәғҡул күргән, сөнки улар шуны аңлаған: һәр ғәмәлдең башында — ниәт. Ибн Ҡаййим әл-Джәүзилә «Тәблисүл-иблис» (Шайтандың хәйләләре) китабында: «Минең өсөн өйрәнергә иң ауыр ғәмәл — ғибәҙәт — ниәт», — тигән. Сөнки ниәт үҙгәреүсән, һәр ваҡыт үҙгәрә, бер ғәмәл ҡылып бөткәнсе, өс-дүрт ҡабат алмашыныуы ихтимал. Мәҫәлән, кеше мәсеткә намаҙға бара. Барғанда ниәте шул. Унда барғас, дуҫын күрә. «Шәп булды әле, хәҙер бурысымды һорармын,»- тигән ниәт барлыҡҡа килә. Ниәтенә аҡса кереп китә. Һуңынан, сығып барғанда, ҙур түрәне осрата үә «минең турала яҡшы уй-фекер тыуһын» тип, ниәте тағы ла үҙгәреп китә. Читать далее

Рамаҙан айында мәжлес мәсьәләһе

                                           Рамаҙан айында мәжлес мәсьәләһе

     Башҡорт ҡатын-ҡыҙы * Башкорт катын-кызы төркөмөндә 15 июнь көнө Рамаҙан айында көндөҙ мәжлес үткәреү буйынса һорау сығып, шуға ошо комментарийҙәр яҙылды. Бында миндә үҙ фекеремде әйтеп китәм.
     Һорау: Алла бирһә, Изге Рамаҙан айында балаға исем ҡушырға, Ҡорбан салырға ине. Көндөҙ ҡунаҡ саҡырырға яраймы икән, әллә ауыҙ асырға ғына саҡырырға яраймы? Туғандарҙын балалары бәләкәй, кискә арып, мыжый башларҙар инде.
     Асия: Аллаһы Тәғәлә бөтә донъя халҡына ураҙа тоторға әмер биргәндә, үҙегеҙ ураҙа тотмаған хәлдә лә нисек итеп көндөҙ ҡунаҡ саҡырып, ашап эсеп ултырмаҡ кәрәк. Килешкән эш түгел инде. Аллаһҡа ҡаршы сығып нисек сауап алырға. Ауыҙ асыуға саҡырһағыҙ икеләтә сауап алырһығыҙ: 1) ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астырып һыйлап; 2) ҡорбан салып, ҡорбан итен ашатып.
     Гульшат: Асия, мулалар үҙҙәре шулай тип әйткәс ярайҙыр инде элегерәк әбейҙәр әйтә торғандар ине, Алла ҡушмаған эш булмаҫ тип. Ярамаһа муллалар улай әйтмәҫтәр ине инде.
     Зәйтүнә: Асия. Ҡушылам. Рамазан айын хөрмәт итеп, унда ҡуйылған бурыстарын өҫтөн ҡуйыу яҡшы булыр. Был айҙа шундай матур дингә ярашлы эштәр ниәтләгәнһеҙ икән, бар ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Балаларға ла фәһем күрһәтеү кәрәк. (әле сәғәт унда улар йоҡламай, көндөҙ ял иттереп алһындар).
Читать далее

Ҡәҙер кисәһе көнө

                                                       Ҡәҙер кисәһе көнө

     Ҡәҙер кисәһе Ислам динендәге мөбәрәк кисәләрҙең иң ҡиммәтлеһе. Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айында була торған бер кисәлер. Шул ваҡытта рамаҙандың ҡайһы кисәһендә булыры асыҡ рәүештә билдәләнмәгән.
     Имам Шәфиғи мәҙһәбе буйынса Рамаҙан айҙың 17 сө көнө, имам Әғзәм Әбү Хәнифә (беҙ ошо Хәнифә мәҙһәбе) әйтеүенсә — 27-се кисәһе булараҡ ҡабул ителгән. Дөйөм ҡараштан Ҡәҙер кисәһе, рамаҙан айҙың 20-се көнөнән алып 30-нсы кисәләрендә булыр, тиелә.
     Ҡөръән Кәримдә раҫланыуынса, Ҡәҙер кисәһе — ҡиммәтле кисәлер. Сөнки Ҡөръән Кәрим Рәсүлебеҙгә тап ошо кистә тапшырыла башлай.
     Хәҙис шәрифтә: «Ҡәҙер кисәһенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһ Тәғәлә кисереп, ғәфү итер», — тиелә.
     Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын ҡылыу (үтәлмәгән, йә төшөрөлөп ҡалған), Ҡөръән Кәримдән сүрәләр, доғалар уҡыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ҡаҙаныу — былар барыһы ла был кисәгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүҙең ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.

Читать далее

Пәйғәмбәребеҙҙең иманы

                                                     Пәйғәмбәребеҙҙең иманы

     Абдуллах ибн, Масуд (р.ғ.) һөйләүенсә: «Бер мәл Рәсүл: «Һин Ҡөрьән уҡы, ә мин тыңлармын, тине. Мин: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ҡөрьән бит һинең аша индерелде, уны мин нисек уҡыйым ти инде?!» тип һораны: Рәсүл шулай яуапланы: «мин Ҡөрьәнде бүтәндәр уҡығанда тыңларға яратам». Мин «Ән-Ниса» сүрәһең уҡырға керештем. «Һәм Беҙ һәр өммәттән шаһит саҡырғанда һәм уларға ҡаршы һине (Эй, Мөхәммәд!) шаһит итеп саҡырғанда нимә булыр?» (Ҡөрьән, 4:41) тигән аяты, уҡығандан һуң: «Булды, етте», тигәнде ишеттем. Аллаһтың Рәсүленә табан боролдом, уны илағанын күрҙем, күҙ йәштәр йылға булып аға ине. Тәрән кисерәштән йөрәге саҡ-саҡ ярылырҙай. Сөнки әлеге аят уға Хөкөм көнөнөң ҡот осҡос ваҡиғаһын бәйән итте».
                                                     Уның уйланыуҙары
      Ғәйшә хәҙрәт һөйләгән хәл «Бер төндө Аллаһтың Рәсүле «Эй, Ғәйшә! Рөхсәт итһәң, мин был төндө Аллаһҡа ғибәҙәт итеү менән үткәрер инем», тине. Уға «Мин һинең менән бергә булырға яратам, шул уҡ ваҡытта һиңә оҡшаған бөтә нәмәне лә яратам», тинем.
      Беҙҙең пәйғәмбәребеҙ таң атҡансы намаҙ уҡый: «Шул хаҡ аҡылы булғандар өсөн ғаләмдәрҙең һәм ерҙең яралтылыуында һәм көн менән төндөң алмашыуында аят бар” (Ҡөрьән, 3:90). Ошо аятты уҡығандан һуң илай. Билал хәҙрәт(р.ғ.) иртәнге намаҙға килгәс, пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) өндәшә: «Эй, Аллаһ Рәсүле! Ни өсөн һин үҙеңә ауырлыҡ яһайһың? Аллаһы Тәғәлә һинең үткәндәге һәм киләсәктәге барлыҡ гонаһтарыңды ярлыҡаны бит». Пәйғәмбәр шулай тип яуаплай: «Мәрхәмәт итеүсе Аллаһы Тәғәләгә мин шул уҡ дәрәжәлә шөкөр итә белеүсе ҡол була алмайыммы ни?». Читать далее

Доға ҡылыу әҙәбе

                                               Доға ҡылыу әҙәбе

1. Аллаһҡа ҡарата ихлас булығыҙ.
2. Доғаларығыҙҙың башында һәм аҙағында Аллаһҡа маҡтауҙар һәм Пәйғәмбәребеҙ(сал- лаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) өсөн доғалар булһын.
3. Аллаһҡа тәүәккәллек менән мөрәжәғәт итегеҙ. Унан яуап булырына ныҡлы ышаныста ҡалығыҙ.
4. Ныҡышмал, әммә сабыр булығыҙ, ваҡиғаларҙы тиҙләтмәгеҙ.
5. Доғаның бөтә йөрәктән булыуы мөһим.
6. Бәләгә тарығанда ғына түгел, шатлыҡлы мәлдәрҙә лә доғанан айырылмағыҙ.
7. Аллаһтан башҡа бер кемдән дә, бер ниҙән дә доға ҡылып һорамағыҙ. Тик Аллаһ ҡына — беҙҙең Раббыбыҙ һәм Хужабыҙ.
8. Доғаларығыҙҙа бер туғанығыҙҙы ла, бер яҡынығыҙҙы ла, балаларығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе лә, үҙегеҙҙе лә ләғнәтләмәгеҙ, ҡарғамағыҙ.
9. Аллаһы Тәғәләгә үтә шыбырламай ҙа, ныҡ тауышланмай ҙа, тауышығыҙҙы ипләп кенә баҫып мөрәжәғәт итегеҙ.
10. Ҡылған гонаһтарығыҙҙы танып, Аллаһтан һеҙҙе ғәфү итеүен һорағыҙ. Уның һеҙгә булған мәрхәмәтенә рәхмәтле булығыҙ.
Читать далее

Доға ҡылыу тәртибе

                                                Доға ҡылыу тәртибе

     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим
     Һәр эштең әүәлендә “бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим “ әйтеүгә ғәҙәтләнеү кәрәктер.
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: “Аллаһ Тәғәлә иң башта Ләүхел Мәхфүз менән Ҡәләмде яратты. Һәр нәмә ( бар күктә һәм был донъяла) Ләүхүл-Мәхфүздә (күктәге китап) яҙылғандыр. Унда яҙылғандан тыш һис бер нәмә булмаҫ.
     Аллаһ Тәғәлә ҡәләмгә яҙырға ҡушты: “Ләүхел-Мәхфүҙгә яҙ!" — тине. Ҡәләм әйтте: “Әй, Раббым! Ниндәй һүҙҙәр менән башлайым, — тип һораны.
     Аллаһ Тәғәлә ҡәләмгә: “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим, тип яҙа башла “, — тине.
     Ҡәләм Ләүхүл-Мәхфүзгә “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим “ тигән һүҙҙе ете йөҙ йыл буйына яҙҙы.
     Аллаһ Тәбәрәкә үә Тәғәлә барыһына ла хәбәр итте: “Үҙемдең ғиззәтем һәм жәләлем менән ант итеп әйтәм, кем дә кем пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенән ихлас күңел менән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә, уның күктәге ғәмәл дәфтәренә ете йөҙ йыллыҡ ғибәҙәт сауабын яҙырмын”. Әмин.

     Икенсе Аллаһ Тәғәләнән килгән хәбәрҙә: “Ҡиәмәт көнөндә пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең ғәмәле менән бәни Исраилдәге (Израил иле) пәйғәмбәрҙәрҙең өммәттәренең ғәмәлдәре тиңләштерелер”. Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең бер рәҡәғәт намаҙҙарының сауабы башҡа өммәттәрҙең (икенсе дин) 1000 рәҡәғәт намаҙы сауабына тиндер, бәлки артығыраҡ та булыр. Әмин.
     Башҡа дин өммәттәре әйттеләр: "Был пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенең ғәмәлендә ниндәй, хасыят барҙыр, уларҙың бер рәҡәғәт намаҙы беҙҙең мең рәҡәғәт намаҙыбыҙҙан артығыраҡтыр”, — тип.
     Аллаһ Тәғәлә әйтте: "Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәттәренең намаҙҙарында “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”тигән һүҙ бар, һеҙҙең намаҙҙарығыҙҙа ул юҡ, шуның өсөн Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең бер рәҡәғәт намаҙы һеҙҙең мең рәҡәғәт намаҙҙарығыҙҙан артығыраҡтыр”. Читать далее