Архив рубрики: Дин

Дин үә иман

                                                               Дин үә иман

                                                                    Дин   

   Дин — аҡылы сәләмәт кешеләрҙе үҙ теләге һәм ихтыяры менән донъя һәм ахирәт бәхетенә ирештерә торған иләһе бер ҡанун. Аллаһы Тәғәлә уны пәйғәмбәрҙәре аша бәндәләргә Үҙе тапшырған.
   Диндәрҙең нигеҙе — Ислам. Быға тиклем булған иләһе диндәр боҙолғанлыҡтан, Аллаһы Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙ аша хаҡиҡи диндәрҙең иң һуңғыһы һәм иң камилы итеп Ислам динен ебәрҙе. Ислам диненә ышанған кешеләргә «мосолман» тиҙәр. Беҙ ҙә, әлхәмдүлилләһ, мосолманбыҙ.
                                                                Шәриғәт
   Шәриғәт — дин мәғәнәһендә йөрөүе менән бергә диндең ғибәҙәт һәм мөғәмәләләр хаҡындағы хөкөмдәренә лә шәриғәт, тиҙәр.
                                                                   Иман
   Иман — ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемендә үҙенә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлылығын раҫлап торорға тейеш.

Читать далее

Тәсбих тартыуҙың хасыяттары

                                             Тәсбих тартыуҙың хасыяттары

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһй үә сәлләм әйткән: «Ике һүҙ телгә еңелдер, үлсәүҙә ауырҙарҙыр, Аллаһ Тәғәләгә һөйөклөләрҙер. Улар: „Сүбхәәнәллааһи үә бихәмдиһи“ һәм „Сүбхәәнәллааһил — ғәҙыйм үә бихәмдиһи“-лер».
     Бер ваҡыт Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре янына сыҡты һәм: «Ҡалҡандарығыҙҙы алығыҙ», — тине.
     "Өҫкә килгән дошманданмы эй, Рәсүлүллаһ (ғәләйһиссәләм)? — тинеләр. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм: «Юҡ, дошмандан түгел, бәлки тамуҡтан», — тине. Сәхәбәләр:«Тамуҡтан ҡалҡаныбыҙ нәмә һуң?»- тинеләр.         Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте:«Сүбхәәнәллааһи үәлхәмдү лиләәһи үә ләә иләәһә илләллааһү үәллааһү әкбәр. Лә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил ғәллийүл ғәҙыйм»дыр, уның өсөн ул һүҙҙәр ҡиәмәт көнөндә алдан да, арттан да, яндан да килерҙәр". Рәсүлүллаһ ғәләһис-сәләмдең: «Алдан да килерҙәр» тип әйткән һүҙенең мәғәнәһе: «Ул һүҙҙәр үҙҙәренең эйәләрен йәннәткә илтерҙәр». «Яндан да» тигән һүҙенең мәғәнәһе: Ул һүҙҙәр эйәләрен (хужаларын) тамуҡтан һаҡларҙар" тигән һүҙ."Арттан да килерҙәр" тигән һүҙенең мәғәнәһе: «Һаҡлаусы булып килерҙәр» тигән һүҙ.

Читать далее

Ауырыу йәки зәғиф кешенең намаҙы

                                 Ауырыу йәки зәғиф кешенең намаҙы

1. Ауырыу сәбәпле йәки ҡартлыҡ сәбәпле ҡыям менән уҡырға ҡеүәте етмәгән кеше намаҙҙы ултырып уҡыр. Ултырған көйөнсә, ҡулдарын бағлап, «сүрәи Фатиханы» үә унан һуң уҡыла торған сүрәне уҡығандан һуң рөкүғте бер аҙ эйелеп — теҙенә таянып ҡылыр. Сәждәһен сәләмәт ваҡыттағыса ҡылыр.

2. Әгәр ҙә кәүҙәһе менән эйелеп, рөкүғ үә сәждә лә ҡыла алмаһа, рөкүғ үә сәждәне ишара менән ҡылыр: башын рөкүғ өсөн аҙыраҡ, сәждә өсөн күберәк эйер.

3. Ултырып тороуға ла ҡеүәте етмәһә, аяҡтарын Ҡибла тарафына һуҙып, салҡан ятып, рөкүғ үә сәждәне башы менән ишара ҡылып уҡыу дөрөҫ булыр. Читать далее

Ҡоҙоҡ

                                                               Ҡоҙоҡ

   Ҡоҙоҡҡа берәй нәжес төшһә, ҡоҙоҡ эсендәге бөтә һыу бысранған иҫәпләнә, Ундай саҡта, ҡоҙоҡ эсендәге һыуҙы тулыһынса алып бөтөп, ситкә түгергә кәрәк. Әгәрҙә ҡоҙоҡ эсенә турғай, сәпсек кеүек бәләклй ҡош төшөп үлһә, ҡоҙоҡтан 20 күнәк (биҙрә) һыуҙы алып түгергә тура килә. Ә инде тауыҡ, йәки тауыҡ ҙурлығындағы берәй хайуан төшөп үлһә, 40 биҙрә һыуын алып түгергә кәрәк. Әгәр ҙә әле әйтеп үткән йәнлектәрҙең эстәре күпкән, йәки тәне ебегән һәм һыуға уның есеме тарала икән, ҡоҙоҡ эсендәге һыуҙы тотошлайға алып түгергә тейешле булабыҙ. Шунһыҙ, ундағы һыу таҙа һаналмай. Ҡоҙоҡҡа кешенең төшөп үлгән йәки һарыҡ ҙурлығыдағы берәй хайуан төшкән икән, ул саҡта ла ҡоҙоҡтоң һыуын тулыһынса алып бөтөрөп түгергә кәрәк. Кешенең йәки ҡоҙоҡҡа төшөп үлгән хайуандың эсе күпмәһә лә һыуҙы тотошлай алып түгергә тейешлебеҙ. Ҡоҙоҡтоң ҡасан бысратылғаны аныҡ мәғлүм түгел икән, уның көндә алынған һәм өйҙә (йәки мунсала) һаҡланған һыу сығарып түгелергә тейеш.

Ғәүрәт

                                                               Ғәүрәт

   Намаҙ уҡығанда ғәүрәт ерҙәр ҡаплаулы булыу фарыздыр. Аулаҡ бүлмәлә, булһа ла, яланғас көйөнсә намаҙ үҡыу дөрөҫ түгелдер. Ир аттың тәне кендек тапҡырынан алып тубығына тиклем ғәүрәт һанала. Ирҙәр тәненең билдәренән юғары һәм тубығынан (теҙенән) түбән өлөшө ҡапланмаған булһа ла намаҙ уҡыуҙары дөрөҫкә хисаплана, ә ҡатын-ҡыҙҙың, күркәм һәм нәфис зат булараҡ, тәненең һәр ере, сәстәре лә ғәүрәт иҫәпләнә. Бары тик ҡатындарға йөҙөн, ҡулдарын беләҙектәренә ҡәҙәр, аяҡтарын шайтан ашыҡтарына (бәкәлдәренә) тиклем асыҡ тотоу рөхсәт ителә. Шул килеш намаҙ уҡыуҙары дөрөҫ һанала. Кешенең кейеме булған хәлдә яланғас көйө намаҙ уҡыуы дөрөҫ түгел. Әммә сараһыҙ ҡалып, яланғас хәлдә икән, яланғас та (кейемһеҙ ҙә) намаҙ уҡый ала. Әммә бындай саҡта намаҙҙы ултырып ҡына уҡырға тейешле. Аяҡ өҫтө баҫып, кейемле саҡтағыса, уҡыуы дөрөҫ булмай.

Нәжестәр (Бысраҡтар)

                                                  Нәжестәр (Бысраҡтар)

   Намаҙ уҡыған кешеңең тәне, кейеме, намаҙлығы нәжестән пак булырға тейеш. Нәжесле килеш намаҙ уҡыу дөрөҫ һаналмай. Нәжестен ике төрө бар: еңел нәжес, ауыр нәжес. Ҡарға, ҡарсыға кеүек иттәре кешегә ашарға харам ҡоштарҙың тиҙәктәре һәм иттәре кешегә ашарға хәләл булған ат, һыйыр, һарыҡ кеүек хайуандарҙың бәүелдәре (кесе ярауы) — еңел нәжес һанала. Читать далее

Кемдәр йәһәннәмгә керә?

                                                     Кемдәр йәһәннәмгә керә?

   Йәһәннәмгә кереүсе кешеләр тураһында Ҡөрьәндә бик күп дәлилдәр бар. Унда кафырҙар ғына түгел, хатта оло гонаһлы мосолмандар ҙа керәсәк. Мосолмандарҙан ҡалған халыҡтың: мөшриктәре лә, монафиктары ла, мәжүсиҙәре лә һәм Ислам диненән башҡа диндәгеләрҙең барыһы ла йәһәннәмгә керәсәк.
   Иң беренсе сиратта — кафырҙар. Кафырҙар бер генә сифат менән сифатланмаған, улар бер нисә төрлө:
   Ялғансылар, йәғни, Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен “дөрөҫ түгел ул ялған” тип әйтеүселәр. Әгәр ҙә улар намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар, улар ҙа кафырҙар булалармы? Аллаһы Тәғәләнең хаҡ һүҙен ялған тип әйтеүселәр барыһы ла кафыр, хатта намаҙ уҡып, ураҙа тотһалар ҙа. Намаҙ уҡыусы кешеләрҙең “Аллаһтың Һүҙе дөрөҫ түгел" тигәндәрен күргәнем юҡ, күрергә лә яҙмаһын.
   Шикләнеүселәр, йәғни Аллаһтың Һүҙе дөрөҫмө икән, йәннәт-йәһәннәм булырмы икән, юҡмы икән, — тип шикләнеп йәшәүселәр ҙә кафырҙар араһынан, улар ҙа мәңгелек утта.
   Тәкәбберҙәр. Аллаһы Тәғәлә бәндәһенә: “Бәндәм, намаҙ уны”, — тигәндә, ул: “Көтөп тор, һиңә сәждә ҡылырға ваҡытым юҡ әле", — тип әйтһә, йәиһә: "Бәндәм араҡы эсмә, эсергә ярамай, уны һиңә хәрәм ҡылдым”, -тигәндә бәндә Уға: “Өйрәтмә, мин һинән дә яҡшыраҡ беләм”, — тип әйтеү тәкәбберлелек. Әгәр бәндә Аллаһҡа тәкәбберлек ҡыла икән ул кеше лә кафыр һәм ул мәңгелек йәһәннәм эйәһе. Читать далее

Кейем — Аллаһ биргән бөйөк бер игелек

                                              Кейем — Аллаһ биргән бөйөк бер игелек

   Дин өйрәтә: ғәүрәттәрен ябып йөрөү өсөн кейем биреп, Аллаһ үҙ ҡолдарына ҡарата үҙенең бөйөк мәрхәмәтен күрһәтте, ти.
   «Эй, Әҙәм балалары! Оят ерҙәрегеҙҙе ҡаплап йөрөү өсөн дә, биҙәк булһын тип тә Беҙ һеҙгә кейемдәр бирҙек», — тиелә Ҡөрьәндә.
                                                            «Әл-Әғраф», («Кәртәләр») сүрәһе, 26-сы аят
   «Ирҙәрҙең күҙ ҡарашын үҙенә йәлеп итеү өсөн ярым-шәрә кейенеп, талпына-талпына йөрөгән ҡатындарҙың башы дөйә үркәсенә оҡшап бөгөлөп-һығылып торор. Ундай ҡатындар Йәннәттәргә инмәҫ», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ғәүрәтте ябып йөрөүҙе Аллаһ ояттың бер һыҙаты иткән. Ә оят ул — иманлы булыу билдәһе.
   Үҙенең төрлө-төрлө ҡотҡолары һәм башҡа юлдар менән шайтан бәндәнең ғәүрәтен асып ҡуйырға тырыша. Йәннәттә йәшәгән Әҙәм менән Хаууаны ла шулай юлдан яҙҙыра.
   «Үҙҙәренән йәшереп ҡуйылған ғәүрәттәрен асып күҙҙәренә күрһәтеү өсөн улар күңеленә шайтан үәсүәсә һала башланы: «Һеҙҙең Раббығыҙ, — тине ул, — фәрештәләргә оҡшап ҡуймаһындар йәки үлемһеҙ заттарға әйләнеп китмәһендәр тип һеҙҙе был емештән тыйҙы».      «Дөрөҫлөктә, мин һеҙгә тик яҡшылыҡ ҡына теләүсе», — тип ант итте. Ялған менән уларҙы түбәнлеккә төшөрҙө. Ағастың емешен ашап ҡарау менән ғәүрәт ерҙәре асылды һәм улар уны Йәннәттәге япраҡтар менән ҡаплап ҡуйҙы».
                                                «Әл-Әғраф», («Кәртәләр») сүрәһе, 20—22-се аяттар Читать далее

Кейемдең тәғәйенләнеше

                                                         Кейемдең тәғәйенләнеше

   Кейем кешенең тәнен тәбиғәттең тышҡы йоғонтоһонан (зарарлы йоғонтоһонан) һаҡлай. Эҫе илдәрҙә ҡояш нурҙарынан бешеүҙән, ҡом, туҙан кеүек, тән күҙәнәктәрен һаҡлап, тәндең тәбиғи эшмәкәрлегенә зыян итерҙәй әйберҙәрҙең йоғонтоһонан һаҡлай. Тән температураһы кәрәгенән юғары булһа ла, түбән булһа ла, һаулыҡҡа зарары тейә. Шуға күрә кейем тән температураһын эҫенән дә, һалҡындан да һаҡлай.
   Әйтелгәндәрҙән һәм шуларға оҡшаш зарарҙарҙан тыш кейем кешенең әхлаҡлылығын да һаҡлай.
   Әҙәпле кеше тәненең нескәлеген, гүзәллеген, иғтибарҙы йәлеп итерлек өлөштәрен ят күҙҙән йәшерә (һаҡлай).
   Кейемдең тағы бер функцияһы — кешенең зауыҡлылығын, күркәмлелеген, белдеклелеген (аңлылығын) да күрһәтә. Шуға күрә лә: «Кейеменә ҡарап, ҡаршыларҙар», — тигән әйтем бар.
   Кейем байлыҡ менән маһайыу, бүтәндәрҙән үҙеңде өҫтөнөрәк итеү, мин-минлекте күрһәтеү өсөн булһа, ул кейемгә ҡарағанда иҫке-моҫҡо кейеп йөрөү хәйерлерәк. Читать далее

Мосолман ҡатын-ҡыҙ кейеме

                                                     Мосолман ҡатын-ҡыҙ кейеме

   Мосолман ҡатын-ҡыҙ, кейер кейем һайлағанда, төрлө факттарҙы күҙҙә тоторға тейеш: йәшәгән иленең климаты ниндәй, илдең ғөрөф-ғәҙәте, традициялары, шәхси зауығың ниндәй, бөгөнгө көндә ниндәй мода өҫтөнлөк итә... Мода, тигәндә, ҡатын-ҡыҙ кейеменең ниндәйҙәре Ислам талаптарына яуап бирмәгәнлеген аныҡ ҡына белеү кәрәк.
                               Исламда ҡатын-ҡыҙ кейеменә шундай талап ҡуйыла:
   1. Яулыҡ, баш кейеме ҡатын-ҡыҙҙың сәстәрен тулыһынса ҡапларға тейеш. Сөнки сәс — ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл биҙәге. Ә ҡатын-ҡыҙ үҙенең гүзәллеген теләһә кемгә күрһәтеүҙән тыйылырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙө асыҡ була ала, шулай уҡ ҡулы яурындан алып беләҙегенә тиклем ҡапланырға тейеш. Фәҡәт ҡул һырты, устары күренеп тороуы еткән.
Ҡатын-ҡыҙ ҡолаҡтарын, ҡолағындағы һырғаларын, муйынын, яурындарын, иҙеүен ҡаплап, ят күҙгә күрһәтмәҫкә бурыслы.
   Күлдәктәренең (юбкаларының) итәге оҙон булырға һәм аяҡтарының шайтан ашығына ҡәҙәр төшөп торорлоҡ булыуы шарт.

Читать далее