Суфыйсылыҡ хаҡында ғалимдар әйткәне

                                Суфыйсылыҡ хаҡында ғалимдар әйткәне

                                         Суфыйсылыҡ һабаҡтары
     Суфыйсылыҡ — грек һүҙе (зойа — софия). Зойа — хикмәт тигән мәғәнәне аңлата. Суфыйсылыҡ, асылда, Ислам диненең үҙәге була. Суфыйсылыҡ тәғлимәте кеше йәненең һиҙемләүенә, уның эске күңел донъяһына ҙур иғтибар бирә. Суфыйсылыҡ — ул кеше аңының иң юғары дәрәжәгә күтәрелә барыуын күҙәтә һәм тикшерә. Был күтәрелеүҙә дүрт баҫҡыс булыуын Зәйнулла Рәсүлев «Илаһи хәҡиҡәттәр» тигән китабында ошоларҙы белдергәйне: шәриғәт, тәриҡәт, мәғрифәт һәм хәҡиҡәт.
                        Суфыйсылыҡ хаҡында мәшһүр ғалимдарҙың әйткәне
     Имам Малик:
     Кем ғалим булып та суфый булмаһа, ул кеше фасиҡ булыр (иманһыҙ, боҙоҡ); Кем суфый булып та ғалим булмаһа, ул кеше зиндыҡ (динһеҙ, еретик) булыр. Ә кем инде ғалим да һәм суфый ҙа булһа, ул ысынлап Хаҡлыҡҡа ирешер.
     Имам Шәфиғи:
     Мин суфыйҙар менән дуҫлашып уларҙан шундай файҙалы әйтемдәр оттом: «Ваҡыт — ҡылыс, әгәр һин уны киҫмәһәң, ул һине киҫер»; «Әгәр һин йәнеңде (нәфсеңде) Аллаһ менән шөғөлләндермәһәң, ул һине шәһиәттәр менән шөғөлләндерер (йәғни, енси дәрт, теләк менән)». «Был донъяла миңә өс нәмә оҡшаны: ябайлыҡ, әйләнә-тирәләгеләргә баҫалҡы мөғәмәлә һәм тәссауф (суфыйсылыҡ) юлында булғандарға эйәреү».

     Имам Әхмәт-Хәнбәл:
     Суфыйҙар менән танышҡансы улына әйтә торған булған: «Әй улым, һин хәҙистәр өйрәнеүгә ашҡын һәм үҙҙәрен беҙ суфыйҙар тип атаусыларҙан төңөл. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренең диндәрен белеп еткермәҫкә мөмкин».
     Әбу Хәмзә Әл-Бағдади атлы суфый менән дуҫлашып, суфыйсылыҡ тормошон аңлағас, улына әйткән: «Әй, улым, һин ул кешеләр менән яҡын булырға тырыш. Улар ғилемлек яғынан да, үҙ-үҙҙәрен ҡарап тороу яғынан да, Аллаһтан ҡурҡыуҙа ла, тоғролоҡ һәм тәүәккәллектең бөйөк дәрәжәһе буйынса ла, беҙҙән уҙҙылар».
     Имам Әл-Мөхәсиби:
     Үҙенең хаҡлыҡҡа ирешеүҙәге ынтылыштарын һәм суфыйсылыҡҡа нисек килеүен һөйләгәндә, түбәндәгеләрҙе әйткән: «Өммәт 70-тән артыҡ төркөмгә бүленә. Улар араһында береһе генә ҡотолоусы, ҡалғандары тураһында Аллаһ белеүселер. Күпмелер ваҡыт ғилем һәм ғәмәл тура юлды эҙләгәндә ғалимдарҙың нәсихәттәренә таянып, мин был айырымланыуҙы күҙәттем. Ошо ваҡытта Аллаһтың күп кенә һүҙҙәрен аңланым һәм Өммәттең тормошона төшөндөм. Уның араһындағы фекер айырымлыҡтарын күптәрҙе батырыусы, бик еҙҙәрҙе генә ҡотҡарыусы тәрән океанға тиңләнем. Шуға ҡарамаҫтан был төркөмдәрҙең һәр береһе ҡотолоуҙы үҙенә тиҙәр. Бында кешеләр бер нисә категорияға бүленә. Улар араһында мәңгелек тормошто (әхирәтте) тапҡандар бар, әммә улар бик һирәк осрайҙар.
     Бында шулай уҡ кәферҙәр керә. Уларҙан йыраҡ булыу — еңеү. Кәферҙәр араһында ғалимдарға оҡшарға тырышыусылар бар, әммә улар донъяға бик ныҡ бирелгәндәр. Улар араһында дини ғилемлеләр ҙә бар, әммә ғилемдәре менән мәртәбәгә, дан-шөһрәткә, динде файҙаланып донъянан ни ҙә булһа алырға тырышалар. Кәферҙәр араһында дини ғилемле булып та, уның ҡәҙерен белмәүселәр ҙә осрай. Үҙҙәрен бик диндәр тип йөрөгәндәр ҙә бар, әммә уларҙың белемдәре кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп керә алмай һәм нәтижә бирмәй. Улар араһында үҙҙәрен аҡыллыларға һанап йөрөүселәр ҙә бар, әммә үҙҙәре Аллаһҡа ышаныуҙан, унан ҡурҡыуҙан мәхрүмдәр. Бында ошондайҙар ҙа керә: улар үҙҙәренең шәһүәттәре һәм донъя малы, хакимлыҡ менән берләшкән кешеләр. Был кешеләр — мәңгелек тормоштан ваз кискән, оятһыҙ рәүештә донъя артынан ҡыуыусы, донъя рәхәтен эҙләүсе шайтандар. Донъяла тере булһалар ҙа, ысынында, улар — тере мәйеттәр. Уларҙың ғәҙәте — харам.
     Мин суфыйҙарҙың Аллаһ юлында барыусылар икәнлеген белдем, уларҙың тормош рәүеше иң яҡшыһы, уларҙың юлы иң тоғро (тура), уларҙың әхлағы иң таҙаһы.
     Фәхретдин Әр-Рази:
     Был бөйөк имам суфыйҙар тураһында былай яҙған: «Ислам өммәтенең мәҙһәптәрен аңлатып та, шул уҡ ваҡытта суфыйҙар хаҡында телгә алмаусыларҙың күбеһе ҙур хата эшләнеләр, сөнки Бөйөк Аллаһты таныуға Юл — күңелдәрҙе паклауҙан, шәһүәттән ҡотолоу арҡылы ғына, был — иң яҡшы юл». Шулай уҡ: «Суфыйҙар — улар фекер эйәләре һәм тән теләктәренән йыраҡ булыусылар, улар һәр ваҡытта һәр ғәмәлдә лә Аллаһты онотмай, Уны иҫкә алыусылар. Бөйөк Аллаһҡа ҡарата әҙәп ҡағиҙәләрен үтәүҙә үҙҙәрен күнектерҙеләр һәм улар Әҙәмдең иң яҡшы улдары».
     «Суфыйҙар үҙҙәрен донъяла ла, әхирәттә лә юҡҡа сыҡмай торған шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнеләр, ә башҡалар иһә йолаларға нигеҙләнеләр; уларҙың күп кенә кирәмәттәре һәм мөғжизәләре быны күрһәтеп тора».
     Имам Әл-Навауи:
     «Суфыйсылыҡтың биш нигеҙе бар: йәшерен һәм асыҡ булған диндарлыҡ, һүҙҙәр һәм ғәмәлдәр менән Сөннәткә эйәреү; осрашҡанда һәм айырылғанда кешеләргә эйәләшмәү; юҡлыҡта ла, барлыҡта ла Аллаһ биргәндәренә шөкөр итеү, риза булыу, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү».
     Йәләлитдин Әс-Сүюти:
     Йәләлитдин Әс-Сүюти әйтеүенсә: «Дөрөҫлөктә суфыйсылыҡ үҙенә күрә хөрмәткә лайыҡ фәндер, уның маҡсаты Сөннәткә эйәреү һәм бидхәттәрҙе кире ҡағыу, нәфсе һәм уның теләктәренән йыраҡ булыу; Аллаһҡа буйһоноу һәм уның ҡарарҙарына риза булыу. Уның мөхәббәтенә ҡаҙаныу һәм башҡа нәрһәләргә илтифат итмәү. Уларҙың араһында күптәр үҙҙәрен суфыйҙар тип йөрөтәләр, ләкин ысынында улар араһында ялғандар ҙа бар. Улар суфыйлыҡта булмаған нәрһәләрҙе алып килде. Беҙҙең ғалимдар ошо ике категориялы кешеләргә ҡайһы хаҡ, ҡайһы батил икәнен айырып күрһәтер өсөн күп көс түкте. Мин бер генә суфыйҙың шәриғәт ҡанундарына ҡаршы әйткәнен ишетмәнем. Быны тик үҙҙәрен суфыйҙар тип атаусы, ләкин уларҙан булмаусы фетнәселәр һәм фанаттарҙан ғына ишеттем».
     Мөхәммәт Ғәбдуһ:
     Суфыйсылыҡ Ислам диненең тәүге көндәренән барлыҡҡа килгән, уның ойошоуында ҙур роль уйнаған. Ул ваҡытта суфыйсылыҡтың төп маҡсаты әхлаҡҡа өйрәтеү, йәндәрҙе паклау; Ислам принциптарын һәм уның хәҡиҡәтен тормошҡа ашырыу һәм әкренләп ҡанундарҙың серенә, хикмәтенә төшөндөрөү булған. Ул замандың ғалимдары шәриғәтте бик яҡшы белгән хәлдә, уларҙы диндең серҙәрен беләүҙәрен кире ҡаҡты һәм суфыйҙарҙы динһеҙ аҙашыуҙа ғәйепләне. Сөнки дәүләт шул ғалимдар яҡлы ине, ләкин суфыйҙар үҙ тәғлимәтен йәшерергә мәжбүр булдылар, үҙҙәрен башҡаларҙан айырып тороусы терминдарҙы, билгеләрҙе алдылар һәм үҙҙәренең яндарына һынауһыҙ, шарттарһыҙ алыуҙы тыйҙылар. Кем улар сафына баҫырға теләй, башта ул кешегә шәкерт булырға, һуңынан мөрит, унан һуң салиҡ, унан һуң ул барып етә ала, йәки юҡ... Шулай итеп, улар үҙҙәренең шәкерттәрен күп ваҡыттар буйына уның тәүәккәллеге ни ҡәҙәр ныҡ булыуын белер өсөн, тәрбиәһен күҙәтәләр, һынайҙар. Ә инде уның ихласлығын белгәндән һуң, улар уны юлдан аҙымлап-аҙымлап алып баралар.
     Күренекле дин әһеле, суфый, шәйех Зәйнулла Рәсүлев үткән заман һәм хәҙерге заман диалогында
     Хәҙерге гуманитар фәндәрҙең хәл иткес мәсьәләһе — бөйөк дин әһеле, суфый шәйехы Зәйнулла Рәсүлевтың Ислам донъяһында һәм башҡорт халҡының йәмғиәт тормошонда тотҡан урынын баһалау. Ул заманында йәмғиәттә танылмай вафат булды тип әйтеү дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, академик Бартольд үҙ ваҡытында: «Зәйнулла Рәсүлев — ул башҡорт халҡының рухи короле», тип баһалаған.
     Уның йоғонтоһо менән XIX быуат аҙағында йәҙитселек көсәйә, шәйех Зәйнулла Ишан Рәсүлев һәм башҡа алдынғы дин әһелдәре мосолмандарҙың артта ҡалыуын ғилемгә иғтибар булмауында күргәндәр. Ул оло аҡыл эйәһе, педагог һәм мәғрифәтсе булараҡ, уҡытыу әлкәһендә ҙур үҙгәрештәр яһай. Быға тиклем Зәйнулла Ишан Рәсүлевтың башҡорт халҡы тарихына йоғонтоһо етерлек өйрәнелмәгәйне, йәки ул Әүлиә генә булған, ә ғалим булмаған тип яңылыш аңлатылды, хатта кәмһетелә килде.
     ХVII-ХIХ быуаттарҙа батша хөкүмәте башҡорт халҡын аяуһыҙ талап юғалыу сигенә ҡуйған. Халҡын яҡлағаны өсөн батырҙар, сәсәндәр һәм дин әһелдәре бик ҡаты эҙәрләүҙәргә дусар булғандар. һөҙөмтәлә башҡорттар бер ниндәй хоҡуҡһыҙ һәм яҡлаусыһыҙ ҡалған. Ошо шарттарҙа Зәйнулла Рәсүлев һәм уның яҡлы суфыйҙар халыҡтың яҡлаусыһы булған. Суфыйсылыҡ халыҡтың үҙ аңын үҫтереүҙә ҡеүәтле факторға әйләнгән, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте шул нигеҙҙә барлыҡҡа килгән.
     XIX быуаттан алып Рәсәйҙә техника һәм фән тармаҡтары ныҡ үҫешә. Ошо шарттарҙа мосолман йәмғиәтенә бер секта булып ҡалырғамы, әллә рухи һәм социаль әлкәләрҙә реформалар үткәрергәме, тигән һорау килеп баҫҡан була.
     Зәйнулла Ишан Рәсүлев мосолман интеллигенцияһы, руханиҙар һәм ябай халыҡ араһында бик ҙур абруй ҡаҙана. Уның иң ҙур ҡаҙаныштары — XIV быуат аҙағында һәм XX быуат башында ватандаштары һәм тотош мосолман донъяһы өсөн ҙур йоғонто яһауында. Әммә уның тарихи роле үҙ заманында баһаланмаған, батша хөкүмәтенең аяуһыҙ колониаль сәйәсәте башҡорт халҡын тулыһынса юҡ итеүгә еткергән шарттарҙа көрәше танылмаған.
     Батша хөкүмәте, халыҡты артынан эйәрткән өсөн, уны алыҫ Вологда губернияһына һөргөнгә ебәргән. Әммә Аллаһу Тәғәлә тарафынан бирелгән илаһи ҡөҙрәт, шәфҡәт һәм мәрхәмәт уның күңелендә һүнмәгән. Байтаҡ йылдар үткәс, ул һөргөн юлдарынан иҫән ҡайтып, Троицк ҡалаһында атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен асҡан һәм 20 йылдан ашыу директор вазифаһын башҡарған. Был мәҙрәсә үҙ заманында башҡорттар менән ҡаҙаҡтарҙың ғилми һәм дини үҙәгенә әүерелгән.
                             Китаптар: //kitaptar.bashkort.org/
Китаптан өҙөк — Ислам юлдарында, Авторҙар коллективы, Суфыйсылыҡ һабаҡтары һәм шәйех Зайнулла Расүлев шәжәрәһе. 2011 Өфө.