Сит йыһан заттары бармы?
Ер йөҙөндәге кешелектән башҡа сикһеҙ ғәләмдә икенсе планета заттары, йәки әҙәмдәре бармы һуң? Әлбиттә беҙ иманлы мосолман булараҡ, Аллаһ Тәғәләнең әйткәндәренән сығып уларҙың барлығына ышанабыҙ. Аллаһ: Мин ғәләмдәр Раббыһымын – тип әйтә бит. Ғәләмдәр тигән һүҙҙе күпселектә ҡулланып. Шулай уҡ үлгәндән һуң икенсе донъя – мәңгелек тормош барлығына ла ышанабыҙ бит...
Әммә хәҙерге көнөбөҙҙә, боҙоҡлоҡҡа, ғәҙелһеҙлеккә, алдашыуға, ялғанға ҡоролған сәйәси һәм көндәлек тормоштан сығып, Ислам динебеҙҙә ен-шайтандар, икенсе сит донъялар, сикһеҙ донъялар тураһындағы мәғлүмәтте оноттороп, дини иғтибар тик әхләк-әҙәп, тәртип, бойһоноу тураһында ғына бара. Был хәл, мосолман динлеләребеҙҙең белем яғынан һай булыуы һәм шулай уҡ кемдәргәлер, үҙҙәренә кәрәкле йүнәлештә мосолмандарҙы алып барып, уларҙы көфөрлөккә төшөрөү юлы ул. Мосолмандарҙы ғына түгел, ә дөйөм белем биреү сәйәсәтте лә халыҡты ҡара наҙанлыҡта, аңһыҙлыҡта, белемһеҙлектә булдырып, кешелекте тупиккә алып барған, баш эйеп, ҡоллоҡта ғына йәшәргә төҙөлгән йәмғиәт тәртибе ул.
Бындай хаҡ шикте көсәйтеп, яңыраҡ Мәскәү ҡалаһының элекке МГУ профессоры, хәҙер бик оҫта теле сәйәсәт пропагандисы Валерий Соловей тигән бәндә Ютуб каналында яра һалып һалды. Ул: бер ниндәйҙә сит планета кешеләре, НЛО һәм башҡа сит донъялар юҡ тине, — уны тыңлаған йөҙҙәр мең кешене иҫәнгерәтеп. Был профессор Кремельдең хәлдәрен, кемделер ҡушыуы буйынса, ысынға ялған ҡушып халыҡҡа еткереп тора, уның ул һүҙҙәре өсөн урыны төрмәлә булһа ла, бер ниндәйҙә махсус хеҙмәткәрҙәр уның менән булышмай. Халыҡты тынысландырып, иртәгә яҡшы буласаҡ тигән әҙәм аҡтығы ул.
Бындай ялған хәбәрҙәрҙе таратыу кем өсөн һәм нимә өсөн кәрәк? Әлбиттә был донъяны баҫып алған Иблис һәм Дәджәл ҡәһәрҙәренә кәрәк, ошо йәшәйештәге бар халыҡты наҙанлыҡта тотоп, хаҡлыҡты йәшереп, донъя илдәре менән хакимлек иткән тирандарға, ил баштарына, ер-тәбиғәтебеҙҙе талаған олигархтар өсөн кәрәк.
Ошо боҙоҡлоҡҡа, ялғанға, бурлыҡҡа, халыҡты талауға ҡоролған бар донъя тәртибенең һынауын ебәргән Аллаһының вәғәҙә иткән көндәре башланды. Был яман тормошто үҙгәртеүсе Имам Мәһди хәҙрәттенең үҙен күрһәтеү көндәре бик яҡынайҙы. Уның килеүе: ошо бар донъяның алданыуҙа булыуын фашлауы, беҙҙән алда Ер йөҙөндә йәшәгән цивилизацияларҙың юҡҡа сығыуы, беҙҙең дә донъябыҙҙың шашып йәшәү ахыры етеп, Аллаһыны танымаған йөҙҙәр миллионлап халыҡтың ҡала-ерҙәре менән юҡҡа сығыу ваҡыты етте. Был әле Ер донъяһы ахыры түгел, ә бар донъяның ошо ҡәҙимге торошонон үҙгәреп-ҡоролоу ваҡыты башланырға тора.
Шуға ла беҙгә тиклем йәшәп киткән халыҡтарҙың булыуын, уларҙың бик алға киткән технологиялары, фәни яҡтан бик ныҡ үҫешкәнен, космос киңлектәрендә осоп йөрөүҙәрен, шулай уҡ башҡа төр сит цивилизациялар булыуын, күктә триллион йондоҙ-планеталар булыуын беҙгә танырға тура килер. Хатта ер аҫтында, башҡа урында, һыуҙа, күктә беҙҙән йәшеренгән заттарҙың эргәлә йәшәп ятыуҙарын аңғарырбыҙ.
Был хаҡта беҙҙе һәр саҡ мосолман динебеҙ иҫкәртеп килһә лә, беҙ ошо ситлектәге ябыҡ аңыбыҙ менән уларҙың барлығын абайлай алманыҡ. Әммә арабыҙҙа, һуңғы ваҡыттарҙа күктән йәшерен мәғлүмәт алған әҙәмдәребеҙ – метафизиктәр күбәйҙе. Элек, уларҙы беҙ әүлиә тип йөрөтһәк, хәҙер медиумдар, парапсихолог, экстрасенс, ясновидящий һәм башҡаһы тип йөрөтәбеҙ. Быларҙың күбәйеүе – әлеге яңы тормош дәүеренә күсеү менән бәйле.
Беҙҙең, мосолмандарҙың бер төрөк остазын беҙ метафизик (МФС) тип йөрөтәбеҙ. Аллаһ биргән ҡөҙрәт менән ул тарих төпкөлдәренә лә төшөп китә, донъя сәйәсәтендә иртәгә ни булырын, ни эшләүҙәрен белә. Фәни донъяның һуңғы тупиккә килеүен аңғарта.
Сит донъя заттарының, ҡайһы берҙә беҙҙең күҙгә күренеп китеүсе билдәһеҙ осоусы объектәрҙең, ниндәйҙер серле һәм килбәтһеҙ йән эйәләренең күренеп китеүе хаҡында белгәнебеҙҙе дөрөҫләп, ошо ысын барлыҡҡа яңы ҡарашта булырға саҡыра. МФС (Мехмет Фахри Серткая) һөйләй:
Улар беҙҙән меңләгән йылдарға алдараҡ технологияға эйә, беҙҙең донъяға ҡайҙандыр космик корабльдәрҙә килеп-китеп йөрөүҙәрен аҡылыбыҙ аңлай алмай... Ләкин улар беҙгә ҡарата бер аҙ ҙа ҡыйынлыҡ һәм яманлыҡ күрһәтмәйҙәр. Бер кемдең дә йәненә йәки малына теймәйҙәр. Беҙҙең донъяның хәрби самолеттары тарафынан һөжүмгә дусар булһаларҙа, быға ҡарата агрессив ҡаршылыҡ күрһәтмәйҙәр. Хатта ҡайһы саҡта, ергә бәрелергә тейеш булған метеориттарҙы һауала уҡ улар атып, ватып, төшөргәндәре беҙҙең кинокамераларға эләгәләр.
Ер кешеләрен урлап, ҡулға төшөрһәләр ҙә, бер ҡасан да үлтермәйҙәр йәки тәндәренә зыян килтермәйҙәр. Бер нисә ваҡыт тиклем тикшеренеүҙәр үткәргәс, ҡайтарып ебәрәләр. Хәҙерге ваҡытта донъяның төрлө илдәрендә, төрлө ышаныслы бик күп ғалимдар бер тауыштан: «Сит планета заттары беҙгә дуҫлыҡ менән яҡынлашалар» тип белдерәләр. Канаданың элекке оборона министры Пол Хеллиер һәм Болгарияның ғарыш белгестәре — быларҙың иҫәпһеҙ ғына икеһе...
Бер ниcә ай элек NASA өсөн эшләгән галим Шон Домагал-Голдман: «Глобаль йылыныу шулай дауам итһә, тиҙҙән сит донъя заттары Еребеҙҙе һаҡлар өсөн тырышасаҡ» тип белдерҙе.
Ниңә улар кешеләргә тәьҫир итергә теләмәйҙәр? Ниңә уларҙың боҙоҡ ниәттәре юҡ? Ниңә улар беҙгә зыян килтермәйҙәр? Ә ниңә улар еребеҙҙе һаҡларға тырышалар? Был турала илбеҙҙә үҙҙәрен «белгес» тип танытҡан кешеләрҙең көлкөлө аңлатмалары бар: «Кешелек был хәҡикәтте ҡабул итергә әҙер түгел»...
НЛО һәм йыһан төпкөлдәрендә йәшәгән йән эйәләре темаһы беҙҙең донъяла бер быуаттан ашыу ваҡыттан бирле бәхәс тыуҙыра. Күпмелер НЛО осоуҙары һәм хатта ҡолауҙары теркәлде. Хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре, һалдаттар, офицерҙар һәм журналистар ҡатарындағы күп кешелер үҙ күҙҙәре менән был ваҡиғаларҙы күрҙе. Иртәгәһендә гәзиттәрҙең беренсе биттәрендә был хәлдәр тураһында мәҡәләләр баҫылды. Тиҫтә йылдар үткәс, был хәрби һәм граждан шаһиттары асыҡ рәүештә медиа сараларына һөйләп бирҙеләр. Был мәсьәлә бер быуаттан ашыу ваҡыттан бирле әле лә актуаль. Әгәр был йән эйәләре, беҙҙең донъяға бер быуат самаһы элек килеп, ваҡыт үтеү менән үҙҙәренең барлығын раҫлау өсөн ҙур ер аҫты ҡоролмалары төҙөп, донъябыҙҙы метеориттарҙан һаҡлап, йәшеренергә тырышып, ни өсөн ер шарының һәр мөйөшөн өйрәнә һәм тикшерә икән?
Тағы нисә быуат көтөр кәрәк уларҙы? Беҙҙең файҙалы ҡаҙылмаларҙы һәм байлыҡтарҙы ҡулланмаһа, беҙҙән көслөрәк тә, хатта һис иҫәпһеҙ өҫтөнлектәре булһа ла, ни эшләп донъябыҙға ҡыҫылмайҙар? Даими көс һалып, тырышып, ниңә улар бер быуаттан ашыу ваҡыт беҙҙән йәшеренә? Был осраҡта, «аҡылдан яҙған йыһанлылар» тип атау кәрәкме?
Ошо хәҙис-шәриф күрһәтә ки, беҙҙең донъябыҙ – дини мәғәнәлә бөтә ғаләмдең/ҡаинаттың үҙәге булып тора. Был иҫәпһеҙ осоп йөрөүсе йыһан төрө заттары ла был дини хәҡиҡәттәрҙән хәбәрҙәр һәм мосолман булғанлыҡтан, беҙҙең донъябыҙға зыян килтермәйҙәр. Хатта мосолман булмаған һәм башҡа ғәләм төрҙәрҙең һөжүмдәренән планетабыҙҙы һаҡлайҙар. Бәлки, беҙҙең яһалма юлдаш икәнлеген бәхәсләгән Айыбыҙ, шул маҡсат менән һуңыраҡ Ер орбитаһына ултыртылған ғәләм аппараты булыуы мөмкин:
"Күктәрҙең хужаһы – Ғәрш булған (ете ҡат күктең ике ҡат өҫтөндәге) күктер (ете ҡат күктең өҫтөндә бөтәһе биш ҡат күк ҡатламы бар). Ерҙәрҙең (ғәләмдәрҙең) хужаһы беҙҙең торған (планетабыҙ) еребеҙҙер". [Ибн Аббас, Суюти, әл-Дөрр, VI/239.]
Шунда уҡ «Әгәр улар мосолман икән, ниңә беҙҙең донъябыҙҙағы мосолмандарға ярҙам итмәйҙәр?» тигән һорау килеп тыуа.
Тиҙҙән беҙҙең бөтә донъябыҙ был ысын хәҡиҡәтте ишетәсәк: күп һанлы мосолман йыһан төрҙәре беҙҙең донъябыҙҙағы алдынғы дин ғалимдар менән ярты быуат инде аралашалар. Ләкин, мосолман дини ҡағиҙәһе буйынса, уларға беҙгә туранан-тура ярҙам итеүе тыйыла. Сөнки уларҙың беҙгә ҡыҫылыуы ер кешеләренә һынау үтергә ҡамаусалар ине: был ярҙам беҙҙең имтиханыбыҙҙы боҙор ине: Әгәр һәр нәмә ҡулыбыҙға эйә булһа, кем тырышыр ине? Кем дәрәжә һәм сауап эшләр ине? Унда кешенең донъяға ебәрелеүенең мәғәнәһе булыр инеме?

